-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
11 Ноябрь 2023, 12:00

КӨТӨҮСЕ

(Хикәйә) Атайға кискә көтөүгә. Ул эшкә барһа, Сөнәғәт ағай ялға ҡайта. Алмашлап көтәләр һарыҡты. Ике тәүлеккә китә инде атай.Әле әсәй менән атай аласыҡта сәй эсә. Мин атайҙың эшкә йөрөткән тоғона тамаҡ тултырам: аҡ таҫтамалға урап ҙур икмәк һалдым, эре шәкәр, бәке, сәй, банкаға май, йомортҡалар төрҙөм гәзиткә, шырпы.

КӨТӨҮСЕ
КӨТӨҮСЕ
-Тоҙ бар әле. Төнә ҡырҡып ебәргән һалмағыҙ бөтмәгән. Ҡыҙым, тәмәкене һалырға онотма. Өйҙөң шкафында ята. Ике ,,Беламур"
-Һәҙер, атай,--йүгереп йөрөйөм.
-Иртәгә иртән беҙ апайыма барабыҙ. Ҡыҙҙарҙы йөрөтөп әпкиләйем, тигәйнем. Ат менән барайыҡ, тип торам. Үҙең матасикылың менән көтөп торорһоң малыңды. Иртәнсәк Марсыңды килеп ал, имсәк таштатам,--әсәй сынаяҡ аҫтына сәйен ҡойоп эсә башланы.
-Имһен аҙыраҡ, йәй имсәк таштатып, ней, үҫмәй ҡала бит,--атай ҡаршы төштө.
-Атаҡ-атаҡ! Шулай тей ҙә ҡаласы. Һигеҙгә тиклем имһенме һинең һымаҡ? Әйтәм дә..бәһлеүәнһең...Инде өсө тула. Анһаттыр шул...--әсәй ҙә бирешмәй.
Минең ингәнде күргәс, атай гәзит уҡыған кеше булды.
“Әһә, иртәгә Ыстарый Сибайға, Һатиха инәйгә барабыҙ!"--ҡыҙҙарға һөйөнсөләргә йүгерҙем.

-Эээүү!Ээүүү!--сепарат тауышына уянып киттем. Әсәй һөт бороп ултыра. Атай ат егеп йөрөй, ҡустыбыҙҙы үҙе менән көтөүгә алып китергә ҡайтҡандыр инде.
Һыйырҙарҙы һауырға күрше Сәбилә инәйгә әйттек. Арбаға тейәлешеп ултырып бөттөк тигәндә, күрше Асия инәй бәләкәс ҡапҡанан күренде.
-Әле һау икәнһегеҙ. Бер арба ялбырбаштарҙы тейәп , ҡайҙа юл тоттоғоҙ, килен?
-Ыстарыйға, ҡайынеңгә, бауыр аҫтына ел үткәреп ҡайтайыҡ, тейем. Апайым үҙе лә килалғаны юҡ.
-Хуп эш. Ҡоҙасаға сәләм күндерегеҙ минән. Әллә еләккә йыйындығыҙмы тип ингәйнем дә ...
-Имен-аман йөрөп ҡайтайыҡ та. Йөрөтөрбөҙ еләккә үҙеңде. Сәләмәңде әйтермен.
Урамдан сыҡҡас, атай ҡапҡаны ябып ҡалды. Йоҡлап ҡына ятып ҡалған ҡустыбыҙ ни арала уянғандыр, ҡапҡа аҫтынан шыуышып сығып арттан ҡыуа төштө бит беҙҙе. Атай ҙа, Асия инәй ҙә тотоп өлгөрмәй ҡалды малайҙы.
Атыбыҙ ныҡ алмаша. Йән фарманға ауылды сығып киттек. Ҡустыбыҙ шарылдап арттан йүгерә. Мин килеп тороп йәлләйем уны.
-Әсәй, туҡрат атты, Марсты алайыҡ. Трррр!!! Тррр!!! Марсты алайыҡ, ярай имсәк һорамаҫ, үҙем әүрәтеп йөрөтөрмөн. Трррр!!!--әсәйҙең ҡулынан дилбегәне һелкетә тартып алдым--атты кире борорға итәм. Уныһы баш бирмәй. Әсәй аттың осаһына уңлы-һуллы сыбыртҡыһы менән эләктерҙе. Мин дилбегәне ташлап, арба артына шыуҙым.
-Үҙегеҙ барығыҙ Ыстарыйығыҙға...--арбанан һикереп төшөп ҡалдым.
Ылау саң борҙатып Тоҡан яғына китеп, күҙҙән юғалды.
--Әсәәәәәй, әсәәәй,--ҡустының илауҙан һыны ҡатҡан, туҡтатырмын тимә.
-Тым, илама. Хәҙер һоп итәм үҙеңде...
Ауылдың ситенән генә ағып ятҡан аҡмала йыуынып алдым, ҡустымды йыуындырып, аяғын ергә лә тигеҙмәй саҡ күтәреп алып ҡайтып киттем.
Атай , мин, ҡусты матайға ултырып Ялтыркүлгә көтөүгә килдек. Һарыҡтар күл ситендә ята, төш етмәгән әле, ә ҡояш арманһыҙ ҡыҙҙырырға тотондо. Һарыҡтарҙың хәле юҡ, баштарын да күтәрмәйҙәр.
,,Анау хәтлем йөндәренә нисек сыҙап яталар икән?"--бер килке аптырап йөрөнөм.
Ҙур кәртәнең мөйөшөн һайғауҙар менән бүлеп, биш-алты һарыҡты айырып бикләп ҡуйғандар. Уларҙы атайым “вертәшке” ти, ауырыйҙар. Бөтә һарыҡтар ҡыш уҡ бәрәсләп бирҙеләр, өс-дүрт йәйҙәүестәр бәләкәс бәрәстәре менән кәртәлә тора. Ҡустым бәрәстәрҙе күтәрергә итә, тегеләре күтәртмәй. Тибешкән булалар Ирмәк инде.
Сәй эстек, тоҙға төртөп һыуыҡ ит ашаныҡ. Тәмле лә инде ризыҡ ҡырҙа!
Көтөүҙе тауға ҡыуҙыҡ, аҙаҡ ҡайырып кире күлгә төшөрҙөк, кәртәгә ҡыуып индерҙек, күлдә һыу индек, балыҡ һөҙҙөк , әллә күпме сәй ҡайнаттыҡ, картуф күмдек көлгә. Төн булды.
Сөнәғәт ағайҙың арбаһының тәгәрмәсе боҙолоп, һыбай ғына ҡайтып киткән кисәге. Арбаға кейеҙ түшәп, шунда йоҡларға булдыҡ ҡустым менән.
Сылт аяҙ төн. Болоттоң әҫәре лә юҡ. Аҡсарлаҡтар ғына бер күлгә осоп төшәләр, бер беҙҙең баш осонан һауаға менеп китәләр.
-Әкиәт һөйләле, апай...
-Боооорон заманда күк йөҙө табаҡтай, ер ҡалаҡтай ғына булған, ти...
-Беҙҙең ағас ҡалаҡ һымаҡмы?
-Эйе. Ана йондоҙ атылды!
Йондоҙ күҙәтергә керештек. Ана, сүмес һымаҡ йондоҙ!
Быныһы--бәләкәсе сүместең.
-Кем унда сүместе элгән, сүмес эсендә нимә бар?
-Күктә ҙур бәһлеүән йәшәй. Ул бөтәбеҙҙе лә дейеүҙәрҙән һаҡлап тора, ул дейеүҙәр менән алышып арыһа, шул сүместе күтәреп һөт эсһә, хәл ала...
-Мин дә ҙур булам шул ағай һымаҡ, сүместән һөт эсәм дә...
-Һин бит һаман имсәк таштай алмайһың...Ана, мин дә Ыстарыйға барыр инем, һинең арҡала ҡалдым.
Ҡустыма үпкәләйем, әйтерһең ул мине һөрәтеп төшөргән арбанан.
Ҡыҙ туғандарымдың рәхәтләнеп баҡса еләген ашап йөрөгәндәрен күҙ алдыма килтерҙем, магазинға бараларҙыр инде эйәртенешеп, унда Ҡояш апайҙың магазинының икмәге ныҡ тәмле...
-Мин иртәгә сүместән һөт эсәм, йәме?
-Шулайтырһың, мин анау күктәге сүместе алырмын да һөт ҡойоп бирермен һиңә...
Ҡустым яҫтыҡтың бер мөйөшөн һурып йоҡлап китте.
Иртәнсәк уянһаҡ, атай көтөүҙе тау аръяғына ҡыуып алып киткән . Ҡомғанды тағандан алып , көл өҫтөнә ултыртҡан-йылымыс көйө. Сәй эсеп алғас, сүмес тотоп кәртәгә килдек. Һарыҡты һаумаҡсымын. Ҡыуып апарып мөйөшкә ҡамап ҡуйҙыҡ . Ҡусты башын тотоп тора, мин һарыҡты һауам. Тырыштыра торғас, ярты сүместәй һөт һауҙым, ҡусты ялпайтып ҡуйҙы.
-Мин ҙур булам, батыр булам!--балаға күп кәрәкме ни, үҙен батыр итеп хис итте. Оҙо-о-н сыбыртҡы һөйрәп мал баҫтырышты, сытыр ташыны, һыуға барҙы. “Вертәшке” һарыҡ ныҡ ауырығандай булғас, атайға һарыҡ салғанда булашты-бәкене үткерләне, арҡан тотоп торҙо, атайҙың ҡулын сайҙырҙы, бәрәсле һарыҡтарҙың колодаһына ем ҡойҙо.
Көтөү көткән ике көн арауығында ҡапыл үҫеп киткәндәй булды.
Аяғын ергә лә тигеҙмәй, йә күтәреп, йә арҡабыҙҙа йөкмәп, һаман бәпәй, тип тик йөрөгәнбеҙ ҡустыбыҙҙы.
Кисләтеп, күҙ бәйләнгәс Сөнәғәт ағай килде.
-Улым егет булған, һарыҡ көтөргә эшкинеп киткән,--тигәс, Марсыбыҙ ҡупырайып китте.
Ҡустыбыҙ руль тотоп, матайҙың алдына ултырып , “йөрөтөп" алып ҡайтты беҙҙе.
Беҙ ҡайтып ингәндә , әсәйҙәр ҙә ҡайтып тора ине.
Ҡустыбыҙ әсәйгә һырылды:
-Мин бәһлеүән булдым. Күп һөт эстем дә... Һауала торған сүместән...
Шул йәйҙә ҡустыбыҙға көтөү ене ҡағылды. Бер көн дә атай Марсһыҙ көтөүгә йөрөмәне.
Ҡышҡыһын беҙ тағы малай бәпәй алдыҡ.

Сулпан Абдрахимова.
Автор:
Читайте нас: