Был ни ғиллә, ике аҙна элек кенә кейеп ҡараған туй күлдәге бөгөн яҡын да килмәй, биленән дә үтмәй икән дәһә.
Тетрәнеүҙең иң тос һәм хәл иткес сәбәпсеһе бөтөнләй көтөлмәгән урындан килде. Иршат түшәктә нисектер, бәлки йылғырҙыр ҙа, ләкин тормошта баҙнатһыҙ, һәлкәү, хатта мәғәнәһеҙерәк кеше булып сыҡты. Үҙе өйләнергә йөрөй, бала тыуырға тора, ә ул был хаҡта әсәһе менән атаһына әле һаман әйтмәгән. Йәмилә битараф булһа ла, әсәһе, был хаҡта ишеткәс, ултыра төштө лә ҡуйҙы.
Миңнур ханым Иршатты йола буйынса ҡыҙҙы һоратыу булырға тейеш, тип күпме генә әүҙемләштерергә тырышып ҡарамаһын, төшөнмәй ҙә ҡуя бит. Булыр булыр ҙа, шул тиклем дә мәғәнәһеҙ кеше булмаҫ.
– Зачем это надо? Ана, кешеләр, никах уҡыта ла, йәшәп тик ята, – тине ул вайымһыҙ ғына, – бәлки никах та кәрәкмәҫ әле.
Миңнур ханым, кейәү үжәтләнгәс, һорауҙы икенсе йүнәлештә ҡороп ҡараны:
– Атайың менән әсәйең был хаҡта беләме? – тип һораны ул, ыңғай яуапҡа өмөт итеп.
– Зачем их беспокоить? – тине тегеһе, күкрәген киреп. – Я – взрослый человек, үҙем хәл итермен...
– Дөрөҫ аңлаһам, һин атайың менән әсәйеңә әле булһа әйтмәгәнһең? – тине ханым, мөмкин тиклем, үҙен һаҡларға тырышып.
– Мин уларға әйтеп тормаҫҡа булдым! – тине егет.
Миңнур ханым инициативаны үҙ ҡулына алырға булды һәм кейәүҙең ата-әсәһенә шылтыратырға ҡарар итте.
Иршаттың әсәһе Нәжмиә Әхәт ҡыҙы менән атаһы Ҡадир Миңлебай улы ҡалала билдәле генә шәхестәр. Әлбиттә, Миңнур ханым мәғлүмәтте ни тиклем тыныс еткерергә тырышмаһын, сетерекле хәл тегеләрҙе йыға һуҡмаһа ла, һиҙелерлек шаңғытты. Атай менән әсәй, ҡоҙа менән ҡоҙағый була инде, эш сәғәте бөтөр-бөтмәҫтән, аһылдашып, килеп инделәр. Был көтөлмәгән визитты урыны менән ҡыҙ һоратыуға әйләндереп тә булыр ине, әгәр Нәжмиә Әхәт ҡыҙы ваҡыты менән мөнәсәбәт асыҡлауға бороп ебәрмәһә. Миңнур ханымдың сабырлығы ҡотҡарҙы. Ул Нәжмиә ханымға ҡарап:
– Ҡайһылай һеҙ йәш күренәһегеҙ. Һеҙ 45 йәш, тиһегеҙ, мин һеҙгә 25-те лә бирмәҫ инем. Хатта ҡоҙағыйымдың ошондай матур кейенеп йөрөүен теләгәйнем. Был күлдәкте ҡайҙан алдығыҙ? Ҡолағығыҙҙа – алҡағыҙ, өҫтөгөҙҙә – күлдәгегеҙ, туфлиҙарығыҙ бер иш төҫтән бит әле! – тип әйтеүенән, Нәжмиә ханымдың әсе ҡорот ҡапҡандағы һымаҡ сирылған йөҙө, күҙ алдында асылып, сәскәгә әйләнде лә ҡуйҙы.
– Бына, көтмәгәндә! – тип йылмайып, әллә әйтте, әллә йырланы Нәжмиә ханым. – Беҙ ни Иршатҡа килен ҡараштыра башлағайныҡ ул. Сафиндарҙың да ҡыҙы бар, тигәйнеләр, Мөлөковтарҙың ике ҡыҙы, кейәү таба алмай йонсой, тип ишеткәйнек. Абдуллиндар ҙа ҡармаҡ һалып булаша ине. Ярай, һеҙгә яҙған икән. Атаһына оҡшап, үҙе өндәшмәй ҙә бит әле.
– Өләсәй итергә йөрөйҙәр бит беҙҙе, – тине Миңнур ханым, һөйләшеүгә анығыраҡ йүнәлеш бирергә ынтылып. Сөнки ҡалала бөгөн кемдәрҙең ҡыҙы кейәү эҙләү менән мәшғүл булыуы уны бик аҙ ҡыҙыҡһындыра ине. Кейәү килеп эләкте, ата-әсәһе бына ултыра, улар, кем әйтмешләй, артабан тормошҡа ашырыуға әҙер. Хәҙер туй көнөн билдәләп, ҡайһы бер ваҡ-төйәген килештереп, рәсмиләштереп ҡуяһы ғына бар.
– Ярай, ноябрь айына билдәләйек, – тине ҡоҙағый, – ауылда һуғым һатып алған булғайныҡ, барлыҡ ит шунда китә икән. Итһеҙ ҡалына инде.
– Ноябрь булмай! – тине Ҡадир Миңлебай улы, үҙенең барлығын иҫкә төшөрөп. – Киләһе йылға ҡалмағайы...
– Беҙҙең ике аҙна ваҡытыбыҙ бар, – тине Миңнур Сәләх ҡыҙы, мөмкин тиклем тынысыраҡ булырға тырышып.
Ҡоҙа менән ҡоҙағыйының шаҡмаҡлы күҙҙәрен, һалынып төшкән эйәктәрен күргәс, ике аҙнанан никах уҡытырға, бер айҙан туй үткәрергә, тип төҙәтмә индерҙе.
– Юҡ! Өс аҙнанан! – тине Йәмилә. –