0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
16 Ноябрь 2023, 18:30

Ишек артында

Урам осонан был яҡҡа боролған ҡара пикапты күреү менән ҡото осҡан Рәүиз алан-йолан ҡаранды, йәһәт кенә боҫорға ине лә, ләкин яңы төҙөлөп ятҡан өй, кәртәләп алынмаған ихатала йәшенер, ҡасыр урын юҡ ине. Үкенесле уй һыҙып үтте: "Их, нишләп кенә бөгөн бында килдем икән? Берәр аҙна күренмәй торорға булған да бит..." Тик хәҙер һуң, коллекторҙар уны тағы ла бәргесләп аласаҡ. Ипотека, кредит, проценттар... Уй, ул "аңлашыуҙар"! Ҡаҡшатты Бузмый менән Ерән! Эйе, уларға ҡушамат таҡҡан Рәүиз. Өс көн элек ошо ике әзмәүер уны ап-аруҡ ҡына төпәләштереп киткәйне. Хәйер, уға тиклем дә танау аҫтында йоҙроҡ терәгәндәре булды. Шул мәлдәр иҫкә төшөү менән тәне зымбырлап китте.

Ишек артында
Ишек артында

- Нишләп һаман бурысыңды түләмәйһең, йәнеңде алабыҙ! - тип екерҙе был ике әшнә аҙаҡҡы килгәндәрендә.
- Аҡса табыу менән...- тип инде нисәнсе ҡат ҡабатланы Рәүиз.
- Һо, имеш, аҡса таба! Тәк, иҫкә төшөр, кем булып эшләйһең?
- Мин корректор...
- Нимә! Был беҙҙе мыҫҡыл итәме? Беҙ - коллектор! - тип екерҙе Ерән.
- Корректор тигән һөнәр бар! - Бузмыйы ғилемлерәктер, уныһы шулай тине.
- Нимә менән булыша кор-р-р-ректор?..- тип ышанмағандай һораны Ерән.
- Улмы? - Бузмый Рәүиздең яғаһынан ҡулын ысҡындырҙы, ҡорбанын ситкә этте лә, ауыҙын мыҫҡыллы бәлшәйтте. - Тауыҡ ҡыйлыҡта ем эҙләйме? Былар хәреф сүпләй. Эҙләгән еме - яҙыу хатаһы. Шулаймы, корректор?
- Шу-шу-шу... - тип өҙлөкһөҙ баш ҡаҡты Рәүиз.
Уның күпме эш хаҡы алғанын ишеткәс, Бузмыйҙың ауыҙы йәнә мыҫҡыллы салышайҙы:
- Тимәк, бурысын йөҙ йылдан ғына ҡайтара! Нимә, көтәбеҙме?
- Шуға ла беҙ - тиҙләтеүселәр - бында, - тине Ерән.
Бузмыйҙың йоҙроғо танау аҫтына терәлде.
- Кеше яҙғанды төҙәтеүсе, бурысты ҡасан ҡайтараһың, юҡһа, беҙ бит хәҙер һинең яҙмышыңды "төҙәтәбеҙ"! Һинең яҙмыш - тотош хата!
Ҡайтара алмай шул. Ҡәйнәһе Милана Дауисовна уны төп башына ултыртты. "Һинең вкус юҡ, төҙөлөш материалдарын үҙем һайлайым", - тип бөтөн аҡсаны һыпырып алды. Һәм был яҡҡа юлды онотто. Эйе, Милана Дауисовна баштан уҡ ҡыҙын уға кейәүгә биргеһе килмәгәйне. Диана менән өйләнешкәс тә мөнәсәбәте үҙгәрмәне. Ҡыҙын бик бай кешегә биреү, юғары даирәләрҙә өйөрөлөү тураһында хаялланған ханым университет тамамлап, корректор булып саҡ эшкә урынлашҡан бер хәйерсене Дианаһының үҙ итеүен һис кенә лә аңлай алманы. Тик әсәһенең көнөн-төнөн ҡолаҡ итен сәйнәүе кәләшен дә үҙгәртте, үҙе лә ҡай саҡ әсәһенә оҡшай башланы. Меҫкен кейәүҙең уларға ярарға тырышып, ашығып коттежд һала башлауы - шуның бер ғилләһе. Рәүиз ауылдағы иҫке өйөн һата алды, унан барыбер әллә ни аҡса сыҡманы. Хәйер, тәүге взносҡа таҡы-тоҡо етеп ҡалды... "Төҙөлөш кәрәк-яраҡтарын үҙем хәстәрләйем", тигән ҡәйнә, кейәүенә банк биргән барлыҡ аҡсаны алыу менән, килеп күренмәҫ булды. Дианаһы ла әсәһе һүҙенән сыҡманы, уның янына ҡайтты ла китте: "Йортоңдо һалып бөткәс, килерһең".
Рәүиз Дианаһына шылтырата, тик тегенеһе, ғәҙәтенсә, телефонды алмай. Уның урынына ҡәйнәһе тауыш бирә: "Әйтелде бит, һалып бөт өйөңдө башта, шунан шылтырат! Минең ҡыҙым алтындан да ҡыйбат. Уны һоратыусылар әле лә етерлек..."

* * *

Бына хәҙер Рәүизгә нисек булһа ла йортто төҙөп бөтөргә лә, кәләшен кире ҡайтарырға кәрәк. Яйлап эшкиндерер ине, тик бына коллекторҙар ҡара күләгәһенә әйләнделәр, килә лә баҫалар.
Ана, ҡара пикап урам буйлай. Машина хужаһы - бегемотҡа оҡшаған Бузмыйы уғата яуыз. Рәүиздәр яғында һимеҙ кешене "бузмый", тиҙәр. Ул шулай ҡушамат таҡты төп коллекторға. Бына-бына машина һалынып ятҡан өйө эргәһенә килеп туҡтаясаҡ. Рәүиз иһә уларға күренмәҫ өсөн ер тишегенә инергә әҙер. Һатҡан иҫке өйҙөң ишеге генә стенаға терәүле тора. Ҡомартҡы ишек тип, ташларға йәлләп ошонда алып килеп һөйәгәйне. Яланғас стенаға терәлеп, ҡыуыш яһаған, ләкин ҡыуыштың ике яғы ла асыҡ. Рәүиз бер урында зыр әйләнде. Ҡасырға! Ҡотолоп ҡалырға!
Пикап йорт эргәһенә килеп туҡтаны.
- Теге байғош ялт-йолт итеп күренеп ҡалғайны, әллә тәҙрә аҫтына сүкәйҙе, - тине Ерән.
- Дүрт стена араһында ҡайҙа ҡасһын? Ҡолағынан тотоп бында алып кил, ул әле тулыһынса корректор булып бөтмәгән...
- Аңламаным, нисек булып бөтмәгән?
- Корректировка эшләйбеҙ корректно ғына итеп. Артабан ул текст корректоры түгел, ә тормошоноң корректоры буласаҡ.
Ерән иренен ҡыйшайтып көлдө, шунан ергә төкөргәс, өй яғына атланы. Ә Рәүиз үҙе лә һиҙмәҫтән һөйәлгән ишек артына боҫто. Уға тиклем, нишләптер, өс тапҡыр ишеккә туҡылдатты. Ни хәл итәһең, аптыраған өйрәк күлгә арты менән сума... - Эй, сыҡ, иҫәүән! Аҡылдан яҙҙыңмы әллә? - тине Ерән ишеккә ҡарап.
Яуап биреүсе булманы. Ерән эйелеп "ҡыуыш" эсенә ҡараны. Күҙе аҡайҙы: берәү ҙә юҡсы! Һуң, ул бит корректорҙың ошонда инеп ҡасҡанын үҙ күҙҙәре менән күрҙе! Быныһы ҡалай була?
Хәйер, кисә бер әшнәһенең яңы машинаһын ныҡ йыуғайнылар, баш әле лә зәңкеп тора. Шулай булғас, юҡ нәмә күренһә лә, аптыраҡ түгел... Ул ситкәрәк китеп, йәһәтләп тәмәке тоҡандырҙы. Ныҡ итеп берҙе һурҙы ла, ышанмаған төҫлө иҫке ишеккә ҡараны. Ишек эргәһендә сүкеш ята.
- Ә-ә-ә, минең менән йәшенмәк уйнамаҡсыһыңмы, клоун! Хәҙер тәпәйеңдән һөйрәп сығарам! - Ерән һөйләнә-һөйләнә ишеккә яҡынлашты. - Сыҡ, йәнеңде алмаҫ борон. Уһу, бында ҡараңғы. Мин ҡараңғылыҡты ныҡ яратам, белеп ҡуй! Ҡараңғылыҡ минең дуҫым! Ҡараңғы, рәхәт ҡараңғыла! Күҙҙе быуа торған япма бөркәнеп ултырмайҙыр бит теге хөрәсән? - Ерән һәрмәнеп, ишек артына инеп китте.
Машина эсендә ултырған Бузмый ярҙамсыһын һәм ҡорбанын көтә-көтә хәле бөттө.
- Сволочь, ауыҙынан борлап тора ине. Хәҙер аулаҡта баш төҙәтә, тимәк! Атаңды уҡытмаһаммы! - тип һөйләнә-һөйләнә машинаһынан сыҡты ла өй яғына атланы.
- Эй, һин ҡайҙа?
Яуап биреүсе булманы. Бузмый өйҙө тегеләй ҙә, былай ҙа әйләнеп сыҡты, бер йән эйәһен дә тап итмәне.
- Шайтан алғыры, ҡайҙа олаҡты ярҙамсым? Был ни булды? - Ул оҙаҡ ҡына баҫып торҙо. - Теге етешмәгән корректор менән бер нәмә уйланылармы? Икеһе лә юҡ бит. Ярар, асыҡларбыҙ...
Сығып барған еренән күҙе иҫке ишеккә төштө. Әҙерәк уйланып торғас, тегене күтәреп алды. Иҫкерәк, ну, бара. Иҫке булһа ла ныҡ күренә. Буярға ғына кәрәк. Баҡсаға алып барһа, һатып алыусы табылыр. Арзан малға ҡыҙыҡмаған кеше юҡ. Бузмый ишекте пикабының кузовына һалды ла, ҡуҙғалып китте. Ерән кәрәген аласаҡ әле унан.
...Сүкеш тотҡан Рәүиз өйгә табан атлаған Ерәнде күреү менән, бәләкәй бала шикелле, ишек артына боҫҡанын һиҙмәй ҙә ҡалды. Шунан ҡапыл бер соҡорға төшөп китте. Күҙ асып йомған арала муйындан аҫта тора ине. "Баҙ булғанын белмәнем бит! Баҙҙа ҡасып ҡотолоп булырмы икән? Әллә кире сығырғамы? Юҡ, был ҡотолоу юлы! " Рәүиз аҫҡа табан нисек осҡанын үҙе лә һиҙмәне.
Ир күҙен асҡанда тирә-йүн яп-яҡты ине. Ниндәйҙер йылы нур менән солғап алынғайны ул. Тирә-йүн яҡты, ә ҡояш юҡ. "Мин ҡайҙа? Бында бит бөтөнләй икенсе донъя. Үлеме мин, тереме?" Йөрәге жыу итеп китте, хатта тороп ултырғанын да һиҙмәй ҡалды. Хәҙер кемдәр килер? Рәхмәт фәрештәләреме, әллә уны язалаусылармы? Тәүге һорауҙары нимә булыр? "Ыһ" тип ыңғырашты ул. Бер яҡтан, коллекторҙарҙан туҡмалмай-һыҙланмай ғына китеп барыуы яҡшы. Икенсе яҡтан, Дианаһы уны юғалтып өҙгөләнәсәк. Улар бит яратышып өйләнештеләр. Тик ҡәйнәһе... Юҡ, берәүҙе лә яманларға ярамай, ул хәҙер баҡый донъяла... Банк өйҙө тартып аласаҡ, ҡатынына ул бер нәмә лә ҡалдыра алманы, шуныһы үкенесле. Нишләп берәү ҙә күренмәй? Фәрештәләрҙе көтә-көтә көтөк булынды бит. Әллә был донъяла ла ул япа-яңғыҙымы? Ул тағы тирә-яғына күҙ һалды. Ер аҫтына төшкән һымаҡ ине лә баһа, ләкин бының күге бар. Рәүиздең күҙе даһрайҙы: күк ҡояшһыҙ, барыбер шундай нурлы. Хушландырыр яғымлы нур, эйе, бында ҡояш кәрәкмәй ҙә.
"Ғәләмәт хәлдәр... Мин бер ниндәй ҙә баҙға төшөп китмәгәнмен. Ишек артында... Ишек артында икенсе донъя? Ул ҡалай була инде? Нисек тә берәйһен табырға кәрәк". Рәүиз тирә-яғына ҡарана-ҡарана ары атланы. Һуҡмаҡ, гүйә, зөмрәт япмала. Ә ағастарҙың матурлығы! Япраҡтары алтын төҫөндә, үҙҙәре ем-ем килә. Рәүиз күҙҙәрен ышҡыны. Бына бер мәл япраҡтар бөтәһе лә бер юлы икенсе яғына әйләнде. Уларҙың был яғы фирүзә төҫөндә ине. "Ыста, мин ожмахталыр ул!" Дианаһы менән хушлашыуы ғына мәғәнәһеҙ килеп сыҡты. Шулай ҙа күңелдә үкенес юҡ. Ул тирә-йүндең матурлығына хайран ҡалып атлай бирҙе, сәскәләргә ҡарап күҙе ҡамашты. Ауыҙ тирәһенә эйелеп-һығылып төшкән емештәрҙе тәмләне.
Аҙмы-күпмелер барғас, тәбиғи, бындағы ваҡыт иҫәбен Рәүиз белмәй, бер тауыш ишетелгән һымаҡ булды. Ирҙең ҡолағы ҡарп итеп ҡалды. Эйе, кемдер ыңғырашҡан һымаҡсы... Хәҙер шул яҡҡа боролдо. Ошондай хозурлыҡ эсендә кем ыңғырашырға тейеш? Аҙымын тиҙләтте һәм бер аҙҙан ҡатып ҡалды. Алдында көйәнтәләй кәкерәйеп Ерән ята ине. Һиҫкәнде, әлбиттә. "Мине эҙәрлекләп килеп еткәнме! Иҫән саҡта тайырға кәрәк был тирәнән!" Шулай ҙа ҡурҡыу тиҙ үтте, сөнки үҙенә бында хәүеф янамағанын йәне-тәне менән тоя ине. Йөрәге йәнә ғәйрәт менән тулышты. Рәүиз ыңғырашҡан әҙәмгә яҡыныраҡ килде. Аһ-аһ, арандай ҙур ине бит, нимә булған уға, нишләп бәләкәсәйеп ҡалған? Рәүиз уға табан эйелде, шул саҡ үҙенең ҡулдарына иғтибар итте һәм Ерәндән үҙен күпкә ғәйре икәнен аңғарҙы. Тегегә инде ҡыйыу тауыш менән өндәште.
- Бында нишләп ятыш, коллектор?
- Кем һин, эй, мәрхәмәтле кеше?
"Әллә һуҡырайған?"
- Нимә, танымай башланыңмы?
- Хөрмәтле корректор! Таныным! Таныным тауышыңдан. Ҡәҙерлем, нишләйбеҙ был ҡараңғы зинданда?
- Ҡараңғы? Нимә, алйып бараһыңмы әллә? Донъя нурға сумған! Беҙ Йәннәттә!
- Нисек? - Ерән күҙен ышҡыны. - Сәсрәп кенә киткере, бер нәмә лә күрмәйем. Ҡотҡар мине, изгелекле корректор. Мин тамуҡта!
Рәүиз тынысландырыр өсөн тегенең иңбашына ҡағылды.
- Күрәм! Бына күҙем асылды, - тип ҡысҡырып ебәрҙе Ерән. - Бер ҡағылыуың булды, күҙем асылды! Вәт, әй! Һин яҡтылыҡ! Һин әүлиә!
- Тағы нимә тип һайрамаҡсыһың?
Ерән уны ишетмәне шикелле, тирә-яғын байҡаны, ауыҙы салышайҙы.
- О-о-о-о-о! Был бит... Иҫ киткес! - Ул торған еренән кире ултыра төштө. Күҙҙәрен ышҡыны, битен усланы. Рәүиз Ерәндең алдашмағанын, ысынлап та, әле генә күрә башлауына ышанды, ул иркен тын алды: тимәк, был Рәүиздең донъяһы! Ерән башын сайҡай-сайҡай тағы тороп баҫты һәм хәҙер бәһлеүән Рәүизгә ҡарап шаҡ ҡатты.
- Оһо, мин һине бер байғош тип күрә инем. Һин бит алпамышаның да алпамышаһы! Кисер мин оңҡотто!
- Юхалана башланыңмы? Нимә, үҙең генә мәңге бүгәй булып йөрөрмөн тип уйлағайныңмы? Тормош алмаш килә ул, - тип өҫтәне Рәүиз асыу менән. - Йә, киҙән миңә теге мәлдәге һымаҡ!
- Коллектор булып яңыраҡ ҡына эшләй башланым бит... Нимә ҡушалар, шуны үтәргә тура килә.
- Ярай, биғәйбә, һинең - үҙ юлың, минең - үҙ юлым.
- Ана, мине тағы ҡараңғылыҡ баҫты! Китмә!

(Дауамы бар).

Фото: onbog.com

Автор:
Читайте нас: