+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
16 Ноябрь 2023, 20:00

Ишек артында

(Аҙағы). Юҡ, сат йәбеште бит был әҙәм. Эйәртмәйенсә сара ҡалманы. Һуҡмаҡ буйлап ары киттеләр. Бер аҙҙан Ерәнгә йән инде:- Алтын, тотош алтын! - тип ҡысҡырып ебәрҙе. - Алтын япраҡлы ағастар! Ҡайҙа баҡма, хазина!- Алтын төҫөндә, тигән. Алтын япраҡ була, тиме ни, - тип шелтәләне Рәүиз.- Мин алтынды таныйым!Ерән тамам терелде. Ул әле бер, әле икенсе ағасты барып ҡосаҡланы, тубыҡланды, үкерҙе, олоно, бейене...

Ишек артында
Ишек артында

- Шул тиклем байлығың була тороп, нисек коллекторҙарҙан туҡмаҡ алып йәшәйһең! Бына нимә йәшерелгән ишегең артында! - Ул яман итеп көлөргә тотондо. - Быны тейәп сыҡһаҡ, тотош донъяға хужа булабыҙ!
- Нисек "тейәп"? Урлапмы? Кем һиңә рөхсәт итә?
- Төкөрҙөм мин рөхсәткә! - Ерән әтәсләнеп уға килә башланы. - Күрһәт сығыу юлын! Юҡһа, кәрәгеңде алаһың, корректор!
Был һүҙҙән асыуы сыҡҡан Рәүиз тегегә нисек тондорғанын һиҙмәй ҙә ҡалды, һәм Ерән әллә ҡайҙа түкмәс атып барып төштө. "Мин әллә төш күрәмме?- тип уйланы шул саҡ Рәүиз . - Ҡайҙан миндә бындай көс?" Үҙенә-үҙе аптырап баш сайҡаны ла, ары атланы. Ерән уны шундуҡ ҡыуып етте, йәнә сат йәбеште:
- Бөттө, бөттө, аңланым! Ҡалдырма, мине ҡараңғылыҡ йота!
Был донъяның ҡанундары бөтөнләй икенсе икәнен Рәүиз үҙе лә һиҙә башлағайны. Ҡәйнәһе килеп эләкһә, ошо алтынлыҡҡа, иң бәхетле әҙәмгә әйләнер ине. Шул саҡта, бәлки, Дианаһы менән кейәүен тыныслыҡта ҡалдырыр ине. "Ҡатынды күрергә зар-интизармын, тик муйындан бурысҡа батҡас, бер ҙә ризалата алмайым шул..." Был серле донъяла бөтәһе лә бар: әҙер ризыҡ, саф һауа, иркенлек. Ләкин бик теләһә лә, ул ҡала алмай, юғиһә, бөтөн бурысын ҡатыны түләргә тейеш буласаҡ. Рәүиз быға юл ҡуймаясаҡ! Ҡайтырға! Шул саҡ ҡаршыла алтын баҫҡыс хасил булды. Рәүиз уның ҡайтыу юлы икәнен аңланы.
- Эй, һин ҡайҙа? - тип өндәште Ерән.
Рәүиз яуап бирмәне. Баҫҡыс буйлап үрләне. Шул саҡ Ерән аҫтан яман тауыш менән аҡырырға тотондо:
- Ай-ай, тотош ҡараңғылыҡ ялманы! Туҡта! Ҡалдырма мине! Корректор! Яҙмышым һинең ҡулда! Әүлиәм!
Ник шайтаныма олаҡмайһың? Үҙеңдең күңелеңде яҡтырта белмәгәнгә кем ғәйепле, күпме кеше яҡтылығында йәшәргә була һиңә? Эйе, яҙмышың хәҙер минең ҡулда. Ә ҡасан ғына минең яҙмыш һеҙҙең ҡулда ине!
Ерән уның артынан ташланды. Тик баҫҡысҡа тотоноу менән тегеһе өҙөлдө лә ҡуйҙы.
- Хөрмәтле корректор, туҡта, зинһар! Һин миллион тапҡыр хөрмәтле батыр йән!
"Хамелеон, ниндәй генә төҫкә инмәй был ике йөҙлөләр! Хәҙер алып сыҡһам, ергә аяҡ баҫыу менән мине түпәләргә керешәсәк бит!" - тип нәфрәт менән уйланы Рәүиз. Ул туҡталманы, баҫҡыс буйлап үрләүен белде.
Рәүиз ишек артынан башын һоноп, тирә-яҡты байҡаны һәм аптырап китте. Бәй, был ниндәй ят баҡса? Был мәл Бузмый ишекте машинаһына һөйәп, коллектив баҡсала бер кеше менән ҡыҙыу сауҙалаша ине. Бузмыйҙың тауышын ул әллә ҡайҙан таный, һағая төштө. Ирекһеҙҙән, гәпләшеүселәргә ҡолаҡ һалды. Әле Бузмый ишеккә арты менән тора, уны күрмәй.
- Һинең бындағы өйөңә тап-таман. Күп һорамайым. Биш йөҙ.
"Ҡәһәр төшкөрө нәмә, минең ишеккә "айыу майы" һөрткән бит!"
- Биш йөҙ бара... - Һатып алыусы ишеккә ҡараны, Рәүиздең башын күреп ҡалды ла, ҡашы маңлайына менде.
- Нимә, бире эйәртеп алып килдеңме әллә? Ниндәй баш һерәйгән?
- Һин нимә? - тине Бузмый. Уның тауышын ишетеү менән Рәүиз йәһәт кенә боҫа һалды. Бузмый ишек яғына ҡайырылды. - Күҙеңә нимә күренә башланы? Ярай, ал өс йөҙгә.
Һатып алыусы ҡәнәғәт төҫ менән ишеккә ҡараны. Рәүиздең асыу тулы күҙҙәрен күргәс, төҫө үҙгәреп китте.
- А-а-а-а, ишегең дә, шайтаның да кәрәкмәй! Үҙем өҫтәп бирәм аҡса, бар кит! - Ул ҡул һелтәп ситкә атланы. Бузмый һүгенде:
- Тфү, наркоман, һиңә ваҡыт әрәм иткән мин алйот! Хәҙер күлгә алып барып быраҡтырам был нәмәне. Хәжәте бер тин!
Рәүиз ялп итеп аҫҡа сумғанын һиҙмәй ҙә ҡалды. Ул кире сыға алмай. Сөнки кире сығыу менән бөтәһе лә элеккесә ҡабатланасаҡ. Туҡмаҡ, янау... Бөтәһе лә үҙгәрешһеҙ ҡаласаҡ. Бузмый ишекте машинаһының кузовына һалды. Әле әйткәненсә, ишекте күлгә алып барып ташлаһа? Ул саҡта ергә сығыу юлы бикләнәсәк. Ерән! Бына кем ярҙам итә ала! Рәүиз ул әҙәмде ауыр хәлдә ташлап китте. Үҙе тас ошо ике зобани һымаҡ ҡыланды. Шуның һөҙөмтәһендә үҙенең дә кире сыға алмауы бар... Бер нәмә асыҡланды, Ерәнде тегендә ҡалдырырға ярамай.
- Кире килдеңме, йомшаҡ күңелле корректор! - тип уны ҡосаҡлап алды Ерән. - Зинһар, мине ҡалдыра күрмә!
Икәүләп баҫҡысҡа тотондолар. Ләкин ни ғәжәп, баҫҡыс өҙөлөп ыуалып төштө лә ҡуйҙы. Инде Ерән сәсен йолҡҡосларға кереште.
- Минең арҡала! Минең арҡала һин дә сыға алмайһың! Мин гонаһлы, мин ҡәбәхәт! Ер йотҡоро!
- Беҙ бөтәбеҙ ҙә гонаһлы,- тип мығырланы Рәүиз.
- Ох, мине бөтөнләй белмәйһең бит һин! Мин, хаин, ауырыу ҡатынымды, баламды ташлап киттем. Уларға бер тин аҡса ебәргәнем булманы. Алимент түләмәнем.
- Нисек түләмәнең? - тип шаҡ ҡатты Рәүиз.
- Түләмәйем, тиһәң, төрлө сараһы бар инде уның, юлы күп. Ғәзиз еремә кире сыға алһам, ант итеп әйтәм, бөтөнөһөн түләйем. Түләп бөтәм! - тине Ерән ғәйепле тауыш менән. - Мин ҡатынды ҡурҡыттым. Аҡса һораһа, баланан яҙаһың, ә һинең һөйәгеңде лә тапмаясаҡтар, тинем. Нимә өсөн шул тейешле аҡсаһын ҡыҙғандым? Йә, нимәгә ирештем? Кемгә ҡала малым! Был ҡараңғылыҡтан ҡотола алһам, йыйған аҡсамдың бер өлөшөн хәйриәгә бирәм. Үҙгәрәм. Мине ҡалдырма. Күп нәмәне аңланым. Һүҙһеҙ ҙә аңланым... Был алтын япраҡтар баламдың бер тамсы күҙ йәшенә тормай. "Атай" тип бер әйтеүе мең алтындан ҡыйбат.
Шул саҡ бер алтын япраҡ Рәүиздең усына килеп төштө. Унда яҙыу бар ине. "Беҙ "алтын япраҡ" тип түгел, "васыят япраҡтары", тип аталабыҙ". Япраҡ үҙе кире урынына эленде. Хәҙер Рәүиз телгә килде.
- Минең ишек әле Бузмый ҡулында. Ишекте юҡ итергә ирек ҡуйма, нисек тә унан кире алырға кәрәк.
- Ишек тик һинеке. Уға берәү ҙә ҡул һуҙмаясаҡ! - тип ҡысҡырҙы Ерән. Шул саҡ баҫҡыс хасил булды. Һәм шул мәлдә икенсе япраҡ Рәүиздең усына төшөп ятты: "Һин ашыҡма, юлдашың вәғәҙәһен үтәһен". Был япраҡ кире урынына эленеүгә, өсөнсөһө осоп, Ерәндең иңенә ятты. "Үҙе ҡунды, тимәк, минеке!", тине коллектор. Рәүиз ҡаршы булырға иткәйне, теле көрмәләнде лә ҡуйҙы. Ерән япраҡты ҡуйынына тығыуға, баҫҡыс хасил булды, һәм теге өҫкә үрләп күҙҙән юғалды.
Машинаһын ишек алдына индереп, кабинанан сыҡҡан ыңғайға Бузмыйҙың күҙенә нимәлер салынғандай булды. Йөрөтмән кузовта ҡунаҡлаған Ерәнде күреп, шаҡ ҡатты.
- Шайтан алғыры, һин нисек бында?..
- Аңлатырмын, тик иң башта ишекте урынына апарып ҡуй.
- Конфискация! Бөттө-китте!
- Ишекте...
- Тағын эстеңме?
- Кире алып барырға кәрәк. Мин һүҙ бирҙем.
- Ҡайҙа, кемгә һүҙ бирҙең?
- Тылсымлы донъяла. Уға.
Бузмый хахылдап көлөргә тотондо:
- Айнығырға ваҡыт, алкаш! Бергә эстегеҙме!
- Алып бар.
Бузмый йәһәт кенә ҡулына балта эләктерҙе.
- Хәҙер онтайым был аламаны!
- Туҡта! - Ерән япраҡты кеҫәһенән сығарҙы. - Ә быны ҡайҙан алған тип уйлайһың?
Бузмый уның ҡулынан алтын япраҡты тартып алды, тегеләй ҙә, былай ҙа әйләндерҙе. Йөҙө үҙгәрҙе. Ҡыйбатлы металдың нимә икәнен, кем-кем, ә ул яҡшы белә.
- Ҡайҙан сәлдерҙең? Корректорҙыҡымы?
Ерән уға ҡараған килеш бер нәмә лә өндәшмәне.
- Бахыр Милана Дауисовна! - тине Бузмый ауыҙын ҡыйшайтып.
- Аңламаным, - тине Ерән.
- Кейәүен өшкөртөргә ул ҡотортто мине. Мәүеш, серек ҡул, тине. Шул мәүештән ҡотолмаҡсы ине. Кейәүенең бай икәнен белһә, әле бысраҡ табанын ялап ултырған булыр ине лә бит! - Бузмый яман итеп хахылданы. - Кейәүенең алтын эсендә мыҙырап ятҡанын белмәй, миңә күпме димләне ҡыҙыҡайын. Әйт, ҡайҙа ул? Ҡайҙа корректор? - тип Ерәнгә барып йәбеште.
- Ҡағылма миңә!
- Ҡағылыуҙы белмәйһең әле, себен теймәҫ сер итер!
- Әйтһәм әйтәйем инде, бына һин күҙгә төшкән себен булдың күптәр өсөн...
- Эйе, мин себендең дә себене! Һин урлаған хазина хәҙер минеке, төшөндөңмө? - Бузмый япраҡты ҡуйынына тыҡты, ҡорһағы менән һөҙөп әшнәһенең алдына килеп баҫты, ишеккә ымланы. - Ә был алама һинеке. Бергә - бер.
Ерән ишек тейәлгән машинаға инеп ултырҙы. Юл буйлап елдергәндә үҙенең иркенлеккә сыҡҡанын, азат икәнен аңлап ирәйҙе. Бузмыйҙан ул хәҙер ҡурҡмай. Буйһонмай. Корректорға килгәндә... Ерән уйланды, ул егеткә теге бағстанда бөтөн шарттар бар ҙа баһа. Мәкерле ҡәйнәһе, бер ҡатлы диуана Дианаһы нимәгә кәрәк? Ҡалһын Рәүиз шул тылсымлы донъяла. Ишектә түгел мәсьәлә. Ишеккә Ерән урын табыр, эйе, бәлки, киләсәктә тап уға файҙаһы тейер. Шул урында ирҙең фекер ебе ҡапыл өҙөлдө. Ҡаршыға килгән бер фура пикапҡа еңелсә генә ҡағылып үтеп китте. Һәм машина күҙ эйәрмәҫ тиҙлектә юл аҫтына тәгәрләне. Ерәндең башынан бер генә үкенесле уй һыҙып үтте: "Харап булдым, мин бит тәүбәлә инем!.."
Номеры буйынса тикшереп, пикап хужаһына шылтыраттылар. Бузмый БМВ-һына ултырҙы ла һәләкәт булған ергә елдерҙе. Хәтәр! Юл аҫтында йәмшәйгән, үтекләнгән пикабы ята. Күпме файҙа, табыш килтерҙе ул хужаһына, хәҙер эшкиндерерлек түгел. "Себен теймәҫ сер итер" машина йөрөтә лә белмәй... Юҡ, уға Ерән йәл түгел. Ныҡ ҡазаланған, тинеләр, үлеп-нитеп китһә, алтын япрағын таптырып, темеҫкенләнеп йөрөмәҫ. Бер аҙҙан Бузмыйҙың күҙе ҡаршылағы ағасҡа төштө. Дөрөҫөрәге, олонға барып терәлгән ишеккә. Атаҡ-атаҡ, нисек уға бер нәмә лә булмаған! Әллә ысынлап та берәй тылсымы бармы? Ошо алама өсөн һуғышырға әҙер Ерән йәнә күҙ алдына килеп баҫты. "Ашҡа төшкән себен", имеш. Хужаһы менән нишләп телләшеп маташты, йүнһеҙ? "Эйе, мин себен! Себендең дә себене, шуға ла берәүҙән дә туҡмалған да, еңелгән дә юҡ", - тип һөйләнә-һөйләнә Бузмый ишеккә табан атланы. Берәй йәнселгән урынын эҙләне, тапмағас, аптырап баш сайҡаны. "Эйе, һатырлыҡ булһа, һатып ебәрәм. Тәк, кем мин? Һа, мин себен, мин себен, һәр йөйҙө, шырауҙы тикшереп, асыҡлайым",- тип ҡабатлай-ҡабатлай ишек артына инеп китте. Тикшерҙе, тик кире сыҡманы.

* * *

Аяҡ-ҡулдары бинт менән сырмалған Ерән күҙен асып, саҡ-саҡ телгә килеү менән, ҡатынын саҡырырға ҡушты. Бына эргәһендә күп йылдар элек айырып ебәргән бисәкәйе бошонҡо йөҙ менән ҡарап ултыра. "Нисә тапҡыр янаның, нисә тапҡыр ҡурҡыттың, тик үҙең ялынғас, килдем инде", тигән һүҙҙәр яҙылғайны уның күҙҙәрендә. Ерәндең керпеге селт-селт килде.
- Васыят... Васыятымды әйтәм, Хәлисә. Баҡсамдағы өйҙә сейф бар. Бөтөн аҡса һеҙҙеке. Балабыҙҙыҡы. Бер өлөшөн хәйриә ойошмаһына бир. Мин үлгәс, сауап булыр.
- Тыныслан. Һине үлмәй, тинеләр. Ныҡ тирләп киттең, - тип ҡатыны ҡулъяулыҡ алып тегенең битен һөртөргә кереште.
- Мин илайым. Хәҙер генә япраҡтың нимә икәнен аңланым. Тимәк, теге япраҡта минең васыятнамә түгел.
- Аңламайым, ниндәй япраҡ? Ниндәй васыятнамә?
- Хәлисә, мин тәүбәлә... Шуны белһәң, еткән.
Ул арала Бузмыйҙың сейфына бикләп ҡуйылған алтын япраҡ үҙ рәүешен үҙгәртте. Ул яҙмаһы, мисәте булған ҡағыҙға әйләнде. Бузмыйҙың адвокатына заказлы хат булып килеп төштө. Унда: "Минең менән бер-бер хәл булһа, үлһәм йәки ғәйеп булһам, бөтөн мөлкәтем хәйриә ойошмаһына бүләк итеп бирелә," - тип яҙылған ине.

Фото: onbog.com

Автор:
Читайте нас: