+23 °С
Облачно
Сәсмә әҫәрҙәр
7 Декабря 2023, 12:00

Барабансы

Сабир ШӘРИПОВ (Хикәйә) 1 Йәштәр урамындағы зәңгәр өй тапҡырына затлы иномарка шып туҡтаны. Көрән машинанан ырғып тәүҙә теремек малай, шунан яйлап ҡына яурынтаҡ егет төштө. Артҡы кабинанан ҡарасман һонтор ир сирәмгә баҫҡансы, бала һөрән һалып, баскеткаһын болғай-болғай, бирегә йүгерҙе.– Өләсәй, беҙгә килделәр, беҙгә! Мәктәп эргәһендә уйнай инек, бер апай, йыраҡ ҡунаҡтарҙы өйөгөҙгә алып ҡайт, тине.

БарабансыБарабансы
Барабансы

Өй алды баҡсаһының тимерсыбыҡ селтәре аша мөләйем ханым ейәненә ты­йыулы өндәште.
– Камил, тим, ҡысҡырмасы ул тиклем! Ишетәм-күрәм бит. Ҡунаҡ килгәс ни, ас оло ҡапҡаны.
Ҡапҡалар зыңғырап асылды, малай ҡабаланып хәбәрен ослап ҡуйҙы:
– Ух машиналары-ы! Олатайканы һорашҡайны анау бабай, ул... һыу аҫтында, тинем. Һыу инәме, тисе?
– Улыҡайым, һин... артыҡ һөйләнсекләнмә, йәме.
Ашыҡмай аҙымлаған ҡалын күҙлекле буйһыу юлаусыны шәйләү менән Фатима шаңҡығандай булды. Бәй... Яҡшылыҡ түгелме?! Шулдыр, Шамилдың әрме альбомында бергә төшкән ике фотоһы бар. Береһендә автомат менән, билдәрендә – противогаз, осаларында – сапер көрәге. Ә ҡышҡы фотола мәҙәк күренеш: Шамилдың күкрәгендәге барабанды буйсан һалдат таяҡсалар менән бәрмәкләй... бейәләй кейгән килеш. Ҡалын ҡаштар, оҙонса танау – кәнде бынау әҙәмдең егет сағы.
Килеүселәрҙең олоһо көлһыу сәсле башына йәтешләп тороп кейеҙ көләпәрәһен кейеп алды. Яулыҡ ябынып ҡаршы сыҡҡан хужабикә менән ул ятһырамай ғына, эйелә биреп: «Шамилдың хеҙмәттәше мин, Жаҡсылыҡ ғой», – тип ике ҡуллап күреште.
– Хуш килдегеҙ, әйҙүк, аҡә.
Йыуантыҡ егеткәй иһә үҙен Олжас (Юлдаш әллә?) тип танытты. Яҡшылыҡтың төпсөгө икән.
Табынға ҡунаҡтарҙың ат башындай ҡарбузы, һарғылт себештәй ҡауындары йәм, бәрәкәт өҫтәгәндәй итһә лә, әңгәмә моңһоу юҫыҡтараҡ барҙы. Камил ҡауынға ҡаныҡты, Олжас баллап-ҡаймаҡлап сәй һемерҙе, ә атаһы әҙ-мәҙ картуфҡа, йәш ҡорот менән талҡанға хушһынды.
«Шамилдың ауыр сиргә һабышҡанын белһә, бәхилләшергә килер ине, валлаһи... Мейеһенә ҡан һауған көйө ун көн иҫен юғалтмаған Шамил, һыры зат! Элек, бөйөк Союз барҙа, һанда-һаяҡ хатлашҡайнылар ҙа. Күргеһе килеп, сюрприз булыр тип юлландылар бына. Һуңғы хатындағы адресы буйынса таптылар йәнтөйәген, автомобиль навигаторына ышанып. Орскиҙан Сибайға тура һуҡтырып... Э-э, донъя!»
Мосафирҙың ғәмен һиҙгәндәй, Фатима ипле генә өндәште:
– Хыяллана торғайны мәрхүм: Яҡшылыҡты алтмыш йәшемә саҡырам да Алия менән икәүһенә елле һарыҡ ашатып ҡайтарам, тип. Һарыҡтарым яҡында, туйра еләҫендә ята, берәүһен ир кеше салһа, ә?..
– Ҡуй хаҡы – беҙҙән, ишеттеңме, Олжас? – фарманлы һорауҙы аңғарған уғланы машинаһына йүнәлгәнсе, Фатима ҡырҡа ҡаршы төштө.
– Юҡ-юҡ, оялмай! Ҡунаҡҡа – ҡунаҡ һыйы... Шамилымдың теләге...
– Хужа – ҡунаҡтың муйнағы, тиҙәр бәғзе аҡһаҡалдар. Минең дә, Шамилды илемә саҡырһам, аҡ ҡорбан салырға нәҙерем бар ине.
Уңарсы урам яҡлап икенсе машина бипелдәгәс, Камил тышҡа атлыҡты.
– Ә-ә, Айгөл ҡыҙым да ҡайтты! Камилдың әсәһе. Ҡасабанан.
– Бәхетленең ҡунағы бер көндә, – тип күңелсәкләнде Жаҡсылыҡ. – Камил ҡандай ҡыуанды!
– Лагерға путевка тапһам, Камилды килеп алам, тигәйне шул әсәһе. Атаһын, кейәүҙе әйтәм, хәрби йыйынға ебәргәндәр. Уф, бер айға! – Фатима көрһөнөп алды. – Телевизорҙа гел һуғыш та террор!
– Шулай... – верандала барсеткалы улын күргәс, атаһы хужабикәгә боролоп: – Йә һуң, килтерәйек ҡуйҙы, – тине.
– Юҡ, юҡ, ҡыҙым таный, Камил менән әпкилер. Эй, хәтергенәм, мунса тоҡандыраһым бар ҙаһа.
– Мәслихәт. Сәфәр оҙон булды... – ҡәнәғәтлек белдерҙе Жаҡсылыҡ.
– Олжас туған йыш иҫнәй, серем итһен. – Фатима шаяртыбыраҡ өҫтәп ҡуйҙы: – Кесаҙна көнө иҫнәгән кешегә танышыу насип итә, тигән ырым бар.
Тегеләр йылмайышып эйәк ҡаҡты, аҙаҡ Жаҡсылыҡ хәбәр айышын уйынлы-ысынлы икенсегә һапланы.
– Олжас, һиңә кәләш һайларға рөхсәт, ҡыпсаҡ ҡыҙҙары матур була, ти Фатима ханым.

***
Һарыҡ артынан киткәстәре, ихатаны һиллек солғаны. Емеш-еләк баҡсаһында турғайҙар сыҡырлашҡаны, ҡайҙалыр күгәрсен гөрләгәне генә ҡолаҡҡа салына. Өлкән уҙаман, дуҫының ҡулы тейгән ҡаралтылар менән ҡыҙыҡһынып, йәйге ыҙбаның синнегенә йүнәлде. Мөйөштәрәк торған һәм ҡара шыптырға төрөлгән әйбергә төртөлгәс, һиҫкәнде... Аһ, обелиск бит был! Жаҡсылыҡ ауыр обелискты яҡтыға алып сыҡты, көпләмәһен һүтте. Фатима туҙанын һөрткәс, осона йондоҙ беркетелгән, түшенә алтынһыу ай, мәрхүм Шамилдың исем-шәрифе, йәшәгән йылдары, тыуған-үлгән ай-көндәре ырылған һәйкәлташ ҙурайғандай булды. Тере дуҫы уның ҡаршында тубыҡланып, оҙон ҡулдарын күкте ҡосорҙай юғары күтәреп доға ҡылды, башын уйға һалды. «Ай, бауырҙаш! Эскән йылғаң – Ҡараһыу, беҙҙә лә шул исемдәге ҡыҫҡараҡ йылға бар. Мең саҡрымға ла етмәй аралар, осрашырбыҙ, тигәйнең дембель алдынан...»
– Чернобылгә яҡын районда өс ай бульдозер йөрөтөп ҡайтты. Ҡайтмаҫ та ине, ҡайным үлде, ҡәйнәм менән мин ләж ауырыныҡ – кире ебәрмәне военкомат. Табиптар билдәләгәнсә, атом зәхмәте артыҡ ҡағылмағайны үҙенә, тик йөрәге насарланды. Инсульт йыҡҡас, атай-олатайҙарыма йәнәш ерләгеҙ, тип ятты бахырҡай. Кем белгән Ҡараһыуҙы быуырҙарын, зыяратты һыу баҫырын? – Ҡатын кеше үҙен ғәйепле тойғандай шымып торҙо ла: – Һәйкәлташ та оҙаҡ эшләнде, үҙебеҙ ашыҡтырмағас... Тора бына хәҙер һерәйеп... Хужаһыҙ буш урынға ҡуяһыңмы ни уны?!
Жаҡсылыҡ яҡты күҙҙә һыуҙағы зыяратты күрергә теләк белдереү менән Фатима күршеләрен ярҙамға саҡырып килде. Тегеләр көттөрмәне. Мал бысағы, беше бауына урап, ҡатҡыл тейәк тотҡан йәш ирекәй, орсоҡтай ҡыҙыҡай етәкләгән алъяпҡыслы ҡатын ҡырсынташ юл аша килеп тә етте. Фатима тегеләрҙең ҡыҙсығын машина эргәһенә әйҙүкләне. «Ур-ра! Мин дә барам!» – Камил сәпәкәй иткәс, оло ҡунаҡ уға руль эргәһенән урын бирҙе.
Түмәләс һыртынан Жаҡсылыҡ ҡеүәтле машинаһын ауыш битләүҙән мөмкин тиклем һарҡыуғараҡ ҡыуҙы. Саңдауҙа туҡтанылар, атлаған арала сәскә өҙөп алған Фатима уны-быны бәйән итте.
– Әүәлге ултырыш бында. Ана, бәғзе өй, мунса нигеҙҙәрен шәйләп була. Уртараҡ ине Шамилдарҙың өйө, саман аҙбары. Үрге оста беҙ йәшәнек. Ул СПТУ-нан һуң берауыҡ эшләп алды, ә армиянан ҡайтҡанда, ҡыш ине шикелле, мин педучилищены бөтмәгәйнем дә әле. Шунан, уҡыта башлағас, мине һоратты. Яҙмыштыр, үкенмәйем.
– Үкенергә ни!
– Матур ғына йәшәнек, байлыҡҡа ҡыҙыҡмай ғына. Күҙҙе күгәрткәйне бер, өмәнән эскән килеш ҡайтып, ҡайным килә һалып етте лә эй әрләне үҙен! Ҡурҡты ла, яратты ла ул атаһын. Кавалерияла һуғышҡан, ҡурай тартты, орденлы чабан. Кинйәкәсе ине Шамил, мин дә – кинйәбикә, шуғалыр атай-әсәйҙәребеҙ күптән әхирәттә...
– Шамилдың өҫтөнән ағығыҙ, йәме, сәскәләрем. Тере сағында һеҙҙе миңә ул күп бүләк итте бит. – Фатима һыуға берәмләп бая йыйған ҡыр сәскәләрен ырғытты.
Көн кисәүләй. Ҡайҙалыр малдар баҡырыша, ҡыр өйрәктәре быжҡылдай. Һыу һаҡлағыс уртаһындараҡ аҡсарлаҡтар бәүелә.
– Туй көнө Шамил мине, атам-әсәмде, туғандарымды, үҙенекеләрҙе автобусҡа тейәп, өҫкө ауылдарҙан, ошо тирәләрҙән уратып алып ҡайтты. Комсомол туйы үткәрҙек клубта. Кем теләй, шул килде.
– Ә нисек... ҡайҙа йәшәнегеҙ һуң?
– Тәүҙә «центральный»ҙа бүлмә бирҙеләр, шунан – фатир. Аҙаҡ әлеге Йәштәр урамынан ер алып, йорт һалып индек. Үҙем мәктәптә уҡыттым, уны завгар иттеләр.
– Ә мин цемент заводы гаражында механик булдым ғой. Хатҡа яҙғайным, буғай, был хаҡта.
Йә яртылаш, йә төбөнәсә һыуҙа һерәйгән бетон бағаналарға етәрәк, Фатима балаларҙы етәккә алды ла ары атламаҫ булды.
– Зыяратҡа еттек, Яҡшылыҡ аҡә.
Жаҡсылыҡ үҙ алдына ниҙер шыбырланы, ҡулдарын кендеге өҫтөнә ҡаушарып байтаҡ өнһөҙ торҙо.
Фатима алғараҡ, ҡорола һерәйгән бағанаға яҡынланы. «Ошо тапҡырҙан аръяҡтағы бакенға тура ҡараниһәк, ҡырҡ метрҙай эстәрәк, ете-һигеҙ метр тәрәнлектә ҡәбере. Тимер рәшәткәле, тупрағына нәҙек торба ҡаҙалған ине...»
– Ә-ә... Һөйәк күсергәндәр күпме һуң?
– Булғыланы... Беҙгә ғәзизебеҙҙе өҫкә күсерергә, дөрөҫөн әйткәндә, хәлдән дә килмәне, ярҙам да теймәне. Киреһенсә...
– Нисек... киреһенсә?
– Ғәйбәт тимәһәгеҙ, машинала һөйләрмен. Әйҙәгеҙ, балалар, ҡайтабыҙ.
Жаҡсылыҡ тулҡындар ағарып сайралған даръя киңлегенә бағып: «Бәхил булың, Шамил... Ҡабат яныңа килә алмаһам, кисер мине, бауырҙаш, ҡандаш...» – тип, эстән генә хушлашты ла тәнәй ҡыҙҙы күтәреп алды. Көнләшкән кеүегерәк тойолғас, Камилды арҡаһына йөкмәргә теләне, мәгәр малай өләсәһе бармаҡ янау менән машина яғына тызлап йүгерҙе. Саң борҡотоп. Көндәр уғата оҙон, аяҙ тора шул.
...Бында ла ҡыштарын аҡман-тоҡман ҡотора, күп ауылдарҙы көрт баҫа, юлдар өҙөлә, тиме. Һо-ой, үҙҙәрендә! Бала саҡта күрҙе йә ишетте – күпме сиҙәмселәрҙе әрәм итте ҡарлы-ҡомло хашаҡа бурандары! Фатима һөйләүенсә, башҡорт тупрағында ла сиҙәм күтәреү ныҡышмал барған. Бында һыуҙар һайыға, ҡаҙаҡ далаһында ла. Юлда үҙҙәрендәге Ҡуйбағыр күленә туҡтап уҙҙылар. Уртаһы өс метр ғына, ти. Элегерәк ун метр булғанды...
Жаҡсылыҡ, машинаға ултырғас, йәнә һыу аҫтында ҡалған ҡәберҙәр хаҡында һүҙ ҡуҙғатты, Фатима байтаҡ эс серен сурытты.
– Шамилдың егет сағында миңә тиклемге йөрөгән ҡыҙы ғүмер баҡый түрәбикә булды – комсорг йә парторг, һуңғы осор, пенсияға киткәнсе, ауыл хакимиәтен етәкләне. Ығыш эшләмәне, ғаиләһе лә татыу, ныҡлы. Тик гелән аҫтыртын, кешегә белгертмәй генә, миңә үсләште тиһәм... Өй күтәрешкәндә тырышып йөрөһә лә, ағаһы етәкләгән алдынғы хужалыҡтан ярҙам-маҙар, исмаһам, берәй путевка йә грамота эләкмәне Шамилға. Үлгәс тә... Ингеләнем сельсоветҡа, ҡәберен күсерәйек, тип. Юҡ инде, ыҡҡа килмәне, әрләгәндәй итеп сығарҙы. Илаулап та, ялыулап та йөрөмә, ти теге, силсәүиттең эксгумацияға аҡсаһы юҡ.
«Эй, ҡатын-ҡыҙ! – тип уйланды Жаҡсылыҡ, Фатимаға ҡарамаҫҡа тырышып. – Һыу аҫтына түгел, айға мендереп һалһаң да, хәләл бәхетен сит-яттарҙан ҡыҙғаныр, өлөшөнә төшкәнде бүлешкеһе килмәҫ. Көнләшеү – сир ул, тип яманлап маташһалар ҙа, Хоҙай биргән шул хикмәтле хис һүрелтмәйҙер ҙә ғаилә усағын...»
– Һыу аҫтында караптар, ҡалалар, континенттар ята. Һиңә ярҙам итһәк, Фатима әллә Алланың ҡашҡа тәкәһеме, йәнәһе, уның һүҙе генә һүҙме, тиәсәк башҡалар, фәлән дә төгән... Хәҙер ней колхозы юҡ, ней МТС-ы... Кәсепкәр бригада яллаһаң, аптырата хаҡы.
Һыртта тигеҙгә сыҡҡас йәнә ялғанды әңгәмә. Балалар артҡы һөйәлмәлә зыу килә.
– Фатима, бишбармаҡты бөгөн яраштырмай тор. Сөнки беҙ иртәгә таңдан түгел, ә сәғәт көндөҙгө дүрт-биштәрҙә ҡуҙғалырбыҙ, тим. Таможняла бәйләнмәйҙәр, Шамил менән төшкән теге барабанлы фотоны, бына минең «тауарым», тип күрһәткәс, честь биреп ҡалдылар. Хәҙер Олжас менән кәңәш беркетәм дә Алияны иҫкәртәм. Орскиҙа көтә ул беҙҙе. Туйҙа булдыҡ, балдыҙҙың ҡыҙы шунда тормошланды, ғой.
– Бәхетле булһындар, – Фатима әллә ҡайҙағы йәштәргә изгелек теләне. – Мин, ғөмүмән, яҙмыш менән бәхет – игеҙәк төшөнсә, тип уйлайым.
– Шула-ай, – тиһә лә, мосафир бүтән юҫыҡтан һорау бирҙе. – Мәхәлләгеҙ бармы? Мулдакәгеҙ?
– Эйе, бар, – булды яуап. – Өс километрҙа, Үрге ауылда. Сельсовет, клуб-фәлән, фельдшер ҙа шунда хәҙер, мәктәп тә... Ә беҙҙә башланғыс ҡына ине, уныһы ла ябылды. Сәйер бит замана: ун биш балаға – бер уҡытыусы, өс мең кешегә – бер китапханасы, фәләнсә ауырыуға – шунса табип...
– Өйҙәме икән мулдакә?
– Өйҙәлер, сабыйҙары тыуҙы май баштарында. Саҡырайыҡ ашҡа, тиһеңме, аҡә?

2
Саҡырыуға Камил, Айгөл менән Олжас елдерҙе. Утыҙ йәшлек кенә тоҡос һаҡаллы имам: «Әлхәмдулиллаһ, Ҡустанай мосафиры өндәшкәс, киске намаҙҙан һуң Айгөл кире килтереп тә ҡуйғас, барам, аш-кәңәшкә барам. Тәһәрәтләнеп алам да... Ҡустанай тигәс, иҫкә төштө: ҡартатайым шул тарафта егермеһе лә тулмаҫтан дин һабағы биреп йөрөгән. Бөйөк зат Аҡмулланы ғәйеттә күргән, танышҡан... Утыҙ етенселә ҡартинәйем Күмерәүгә һөрөлә, шахтала имгәнеп үлә...»
Аятлы табындан һуң ир-ат ихатаға сыҡты. Офоҡҡа һалыулаған ҡояштың һүрәнке нурҙары һәйкәлташтағы фотоһүрәткә йән өргән кеүек. Өйҙөң асыҡ тәҙрәһенән тышҡа һалмаҡ вальс юҫығындағы йыр һарҡылды.
Биргәнһең һин миңә
Ал нурын таңдарҙың.
Йыйғанһың һин миңә
Бар гөлөн даланың...
– Шамил ағайым ошо ҡаҙаҡ йырын мәжлестәрҙә баянын сыңлатып йырлай торғайны, эх! – Һарыҡ салған күрше ир һағышлы һөйләнде. – Хәҙер еңгәсәй моңая... Һо-о, еңгәйем хәтәр ул! Былтырмы, ҡасабанан мужик килде үҙен һоратырға. Яңғыҙаҡ йәшәй, егәрле генә. Яртыны кәктек, яусы булып мин дә, алйот, ҡушыл тегеңә. Ят та үл! Айғыр менеп йөрөгәстен, ишәккә төшәһем юҡ, тимәһенме еңгәй...
– Был йырҙы беҙҙә һәр кем белә! Хатта мин әҙ-мәҙ мөңрәйем. Тағы... «Эй, син казах даласы, шунда үскән баласы...» тип тә йырлаштырҙы ағаҡайым.
Быныһына Жаҡсылыҡ ихлас ҡыуанды.
– Маҡтаныс! Яңы йыл кисәһендә, шыршы биҙәп, тотош рота тортлап ҡәһүә эскәйнек. Тыуған көнөм менән ҡотлап, Шамил ошоно йырланы... – иҫтәлекте ишетептер, ерәнсәй имам: «Мәслихәт! Һай, афарин!» – тип, өй алды сайғысынан ҡулын һелккеләп, сөм йәшел түбәтәйен ипләп, һәйкәлташ эргәһенә яҡынлашты.

3
Кистән һүҙ ҡуйышҡанса, иртәнге сәйгә ҡабат йыйылдылар. Атайы тәҡдименә ярашлы, быуала һәүәҫкәр дайвер Олжас сумасаҡ та ҡәбер өҫтөнән тупраҡ алып сығасаҡ. Фатима: «Хакимиәттән рөхсәт кәрәгер...» – тигәс тә, мулла үҙ вазифаһын күтәрмәләпме: «Сын (ысын) донъялағыларға фатиханы мәхәллә бирә», – тигән булды.
Мәгәр ауыл хакимиәтенә мотлаҡ инергә килештеләр. Ярай әле былтыр ғына һайланған башлыҡ – үҫмер сағынан Шамилды белгән, хөрмәт иткән уҙаман – сетерекле йомошто аңлап, унда-бында шылтыратып, ризалыҡ бирҙе, дүрт кешелек резина кәмәһен тейәп, үҙе лә һыу һаҡлағысҡа барасағын белдерҙе. Өҫтәүенә тәүҙә зыяраттан урын һайларға кәңәш бирҙе. «Әсәһе мәрхүмә эргәһенән...» – тиеүен хәҙрәт тә ихлас йөпләне.
...Ауылда хәбәр тиҙ йөрөй: ҡояш ныҡлап ҡыҙҙырыуға байтаҡ еңел машина, мотоцикл ағылды быуа ярлауына. Берәүҙәре – ярҙамлашырҙан, бәғзеләре – тамаша ҡылырға. Кәмәлә өс ир-ат ҡултыҡ уртаһына йүнәлде. Бер сумып сыҡты Олжас. Дөрөҫөрәге, беше дилбегәгә тотоноп ҡалҡты. Уңдараҡ, эстәрәк ҡабат сумды.
Бағана тирәһендәге лабыр-лоборҙо Жаҡсылыҡ юҫыҡ төшөнмәне, мәгәр ниәтен хуплауҙарына һөйөндө. «Шамил ағайҙы ерләгәндә лә кеше күп ине, әле лә. Яҡшы кеше булғандыр»... – «Кем икән сумыусыһы?» – «Ҡаҙағстан номерлы иномарка күренә бит...» – «Анау һонтор ҡунаҡ мәрхүмдең служагы, имеш». – «Улы сума, студент егет. Тыны киң: гидрокостюмһыҙ... өс минут сәсәмәй» – «Йәйен тешләһә, кит, әй!» – «Лупыш ҡына, балыҡ үҙе ҡурҡып ҡасыр әле» – «Һыу аҫтын ғәжәп донъя, тиҙәр...» – «Рәхмәт яуғыры, тәки бер шыптыр тупраҡ сығарҙы!» – «Төптәге һыу өшәнестер әле. Йөҙ грамм тамыҙғанда, ә?» – «Ҡуй, зыярат яҡын».
Ярға сыҡҡас, төбөн тишеп, буръяғын ағыҙып, Олжас еүеш тупраҡлы шыптырҙы йәшел еләнле хәҙрәткә тотторҙо. Жаҡсылыҡ иртүк тороп, йышылған таҡталарҙан аршиндай ғына йәшник табут ҡағып ҡуйғайны – әле тупраҡлы тоҡсай шунда һалынды, өҫтөнә ҡыҙыл сепрәк ябылды.
...Ҙур ауылдың оло зыяраты тышында митинг бара. Кеше уғата күп, һүҙ әйтеүселәр ҙә байтаҡ. Хакимиәт башлығы, һаҡалтай хәҙрәт, колхоз ветерандары... Халыҡҡа «Ветерандар ҡоро башлығы» тип иғлан ителгән ханым, бағыусылар табылһа, киләсәктә Аҡсуриндың һөйәктәрен дә бында күсереү зарурлығын әйтте, донъялыҡта атҡарған эштәре өсөн уға ла ауылдаштары ҡәҙер-хөрмәт күрһәтергә бурыслы лабаһа. Ымлаһалар ҙа, Фатима үҙе сығыш яһаманы, бары тик йыуаныслы һәм үтенесле йөҙөн Жаҡсылыҡҡа төбәне.
– Мин дә һүҙгә оҫта түгел ғой, тейәрен генә әйтермен, – ҡунаҡ, көләпәрәһен усына ҡымтып, уртаға уҡ сыҡты. Кисәге һарыҡ салыусы: «Ағай, зинһар, ашыҡмай ғына һөйлә, шулай нығыраҡ аңлашыла», – тигәс, баш һелкеп, Жаҡсылыҡ һалмаҡ ҡына дауам итте.
– Шамил менән айырым батальондың техник ротаһында хеҙмәт иттек. БАМ-да, төҙөлөш барған йылдарҙа. Эҫе йәй, һалҡын ҡыш... Серәкәйҙәр – болот, һо-о! – тип баш бармағын сөйгәс, матәм тип тормай, көлөшкәндәр табылды, үҙе лә йылмайып ҡуйҙы. – Ротала йөҙләп һалдат, унлап милләттән. Желдорбат тиһәләр ҙә, штаб, ашхана, клуб, гараж, аҙыҡ һәм ҡорал келәттәре, хатта гауптвахта бар ине. Кейем яҡшы, ашау мул. Развод – көн дә, плацта. Шамилды тәкәббер штаб начальнигы йыш ҡына сводный оркестрға баҫтырҙы – барабан ҡағырға. Ә былай ул да, мин дә сваркаға йөрөнөк, компрессорҙарҙы эшләттек, электрикала булыштыҡ, кәрәк саҡта трелевщикка ултырҙыҡ. Икебеҙҙең дә мәктәп, профтехучилище биргән танытмаларыбыҙ бар ине.
«Тайга яна!» – тип сыуаҡ көҙҙә урманға ебәрҙеләр бер көн. Мин, дала балаһы, тәжрибәһеҙлегем арҡаһында ялҡынлы сатыр ҡаплаған соҡорға ҡоланым да ҡуйҙым. Уң сикәм торонбаштан беште, беләктәрем көйҙө, арҡам күперекләнде. Гусеницалы танкеткала санчасҡа, аҙаҡ йөҙ егерме саҡрымдағы госпиталгә вертолетта осорҙолар. Өс көндән Шамилды күрмәмме! Көлөп ята теге... Ауыртынһа ла.

***
...Батальон иртәнге разводҡа теҙелгән. Рядовой Шамил Аҡсурин музыканттар араһында, штаб офицерҙарына йәнәш төркөмдә. Барабансы ул. Киномеханик флейта һыҙғырта, итексе ефрейтор гобойҙа уйнай, аккумуляторсы һалдат «тәрилкә» зыңҡылдата.
Ыҫпай командир частың үткән аҙналағы режимына анализ яһап, нимәнелер маҡтай, нимәнелер яманлай. Янғын һүндереүҙә ҡатнашҡандарға командование һәм урман хужалығы исеменән рәхмәт күндерә.
– Үкенескә күрә, – ти майор, – беләһегеҙ, рядовой Жаҡсылыҡ Торсонбаев госпиталгә эләкте. Бөгөн шылтыраттылар: «Һеҙҙең боецҡа тере тире кәрәк». Дөрөҫ аңлағыҙ, ҡоралдаш дуҫты бите имәнес килеш көйө өйөнә оҙатһаҡ, үҙебеҙҙең бит ҡыҙарасаҡ!.. Операция, әлбиттә, анһат түгел. Шуға күрә бойормайым, ә өгөтләйем. Донор булырға...
Артабан штаб начальнигы – ҡупым капитандың бойороғо яңғыраны: «Кемдәрҙең ҡаны фәләнсә төркөмгә ҡарай? Доброволецтар, биш аҙым алға, марш!»
Аҙ ғына тынлыҡтан һуң барабанын дөмбөрләтеп рядовой Шамил Аҡсурин тыҡ-тыҡ баҫып сафтан сыҡты. «Барабанщик тоже степняк, что ли? – «Нет, он уралец!» – тип мөңгөрҙәшеп алды штабистар.
Тәүге рота замполиты аҙымланы, тиҙҙән үҙ-ара һөйләшептер, ике үзбәк, өс тажик һәм чечен пәйҙә булды.
Ҡаҙаҡ һалдаттары күпләп хеҙмәт иткән роталар трасса әҙерләү командировкаһында ине, моғайын, егермеләбе алға шылт атлар ине бөгөн. Сөнки бөтәһе лә Жаҡсылыҡты үҙ күрә.
– Рәхмәт, урындарығыҙға баҫығыҙ. Разводтан һуң машина алып, санчасть начальнигы оҙатып барыр госпиталгә. Был – приказ! – тине комбат, капитан үҙенә ниҙер әйткәс.
Ә етәүҙән бары тик Шамилдың ғына ҡаны-тиреһе иң ҡулай тип табылды һәм башҡорт егете ҡаза күреүсе ҡаҙаҡ ятҡан палатаға урынлашты. Аҙаҡ операция бүлмәһенә икеһен ике тәгәрәктә алып киттеләр.

***
– Наркоздан уянып, рәхмәт әйтәйем, тиһәм, һыҙланһа ла, Шамил ауыҙ йыра: «Шулай, брат, – тине. – Маймыл инең, хәҙер, ана, әҙәмгә оҡшап бараһың. Юғиһә Алияң яратмаҫ ғой. Хәҙер һинең битең – минең к...тем, ә беләгең – ботом!»
Митинг көлөштө, ҡул сапты. Аҡсуриндың батырлығы өсөн дә, һүҙгә маһирлығы өсөн дә. Ҡустанай мосафиры иһә телмәрен осларға ашыҡты.
– Ярты айҙан – ул, ай ярымдан үҙем госпиталдән сыҡтыҡ. Миңә илемә үк ҡайтырға мөмкин ине – баш тарттым. Ике йылға түҙгәнде, ике айға түҙермен, тинем. Шамил әйтмешләй, йөҙөмә әҙәм төҫө ныҡлап ингәнсе... Дембель парадында егермеләгән һалдат һәм сержантҡа «Байкал – Амур магистрален төҙөгән өсөн» миҙалын таҡтылар. Икебеҙгә лә эләкте! – Йыйын йәнә ҡул сапты. Кемдер букет тотторғайны, Жаҡсылыҡ уны ыҡсым табут өҫтөнә һалды: – Шатмын: Шамилды Чернобыль өсөн дә билдә менән бүләкләгәндәр. Шундай азамат, патриот тәрбиәләгән һеҙгә, Ватанығыҙға, йәмле атайсалығыҙға рәхмәт.
Ошоларҙы әйткәс, Жаҡсылыҡтың тәндәрен зымбырлатып, ҡолағына барабан даңғыры яңғырағандай тойолдо. Гүйә, йәнәшендә генә Шамил барабан ҡағып торҙо: ҡара куртка кейгән, биленә аҡ ҡайыш быуған, танауынан себер боҫо бөркөлә...
Гидрокостюм эҙләп, һуңлабыраҡ килгән военкомат вәкиле лә ошондай юҫыҡта сығыш яһағас, өҫтәп ҡуйҙы: «Беҙ бөгөн ике тапҡыр рухи батырлыҡ ҡылған һалдат ҡәберен һалдатса яңыртабыҙ». Уҡалы елән кейгән указлы имам ҡәберлеккә алдан уҙҙы. Уға ҡуш ҡуллап тупраҡ һалынған ҡумтаны тотҡан Жаҡсылыҡ, артынса ике яғынан һәйкәлташ күтәргән Олжас менән уға таныш мал һуйыусы, башҡа ир-егеттәр, малайҙар эйәрҙе.

***
Фатиманың аласығы алдында ҡушарланған өҫтәлдәр һыйҙан һығыла. Күршеләре ҡаймаҡ, ылаш ҡорото, кемдер шимбал килтергән. Күстәнәскә.
...Аулаҡ ауыл ситендәге сирәмдән елдергән иномарка бара бирҙе лә ҡапыл туҡтаны. Олжас, әйләнеп килеп, оҙатыусылар араһында алдараҡ торған Камилдың башына, ҡыҙғылт баскеткаһына ҡатлап, аҡбуҙ көләпәрә кейҙерҙе лә ер һелкетеп ҡыҙыу ғына кире йүгерҙе. Гүйә, Фатима менән Айгөлдөң хәсрәтле вә рәхмәтле балҡыған күҙ йәштәрен күрмәҫ өсөн.

 

Автор:
Читайте нас