-6 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
10 Декабрь 2023, 19:00

Такси

Хикәйә Кешенең ғүмере буйына айырыуса яратҡан нәмәләре күп була инде ул. Ғүмеренең һәр миҙгелендә яратҡан нәмәләре үҙгәреп торалыр тип уйлайым мин ...Кешенең йәшенә, тормошта алып торған урынына, һаулығына, холоҡ - фиғеленә лә бәйләнгәндер ул өҫтөнлөк биреп яратҡан нәмәһе.Мин бала саҡта атайымды, әсәйемде, ҡартәсәйемде, өләсәйемде һәм бер туған һеңле, ҡустыларымды бик ныҡ ярата торғайным. Улар минең өсөн донъя тотҡаһы, йәшәүемдең мәғәнәһе ине. Ул яратыу әле лә иң ҡәҙерле иҫтәлектәр булып, күңелем түрендә һаҡлана.

Такси
Такси

Үҫмер сағымда иҫем китеп китап уҡырға яраттым. Китап донъяһына сумһам мине берәү ҙә унан айырып ала алмай торғайны. Атайым менән әсәйем мәрхүмдәр ныҡ китап уҡырға яраттылар. Уларҙан миңә күскәндер инде. Хәҙер ҙә бынау интернет заманында ла, китап уҡыу иң яратҡан шөғөлөм.
Йәшлегемә аяҡ баҫҡас инде саңғы шыуыу һәм һыуҙа йөҙөү яратҡан шөғөлдәремә әйләнде. Ҡарлы, буранлы, һыуыҡ, ап-аҡ ҡарҙан күҙ ҡамаштырырлыҡ сағыу яҡты көнмө ул, бер нимәгә лә ҡарамай, саҡ ҡына форсат сығыу менән мин санғыла йәки бассейнда. Ә йәйҙәрен инде Урал йылғаһы минең дарьям! Бар көйөнөүҙәрем, үпкәләрем санғыла елдергәндә йәки тулҡындар менән ярыша, ярыша һыуҙа йөҙгәндә юҡҡа сығыр ине.

Минең тормошома мөхәббәт ишек ҡаҡҡас инде, минең өсөн был донъяла тик бер генә бөртөк ир - егет булды күңелемде биләп, йөрәгемде яулап алыусы. Минең йөрәгем, бар булмышым тик ул тип кенә талпынды. Уның янында бәхет таптым. Ул минең ғүмер буйы өҙөлөп һөйөп, яратып, ул тип йән атып, ғүмереңдең һәр минутында уға һоҡланып йәшәгән мөхәббәтем, хәләл тормош иптәшем, һөйөклө Радигым ине. Инде 23 йыл янымда булмаһа ла ул минең йөрәгем түрендә урын алған.

Был донъяла тол ҡалып, етемлекте тулыһынса тәтергә лә насип булған икән минең яҙмышыда. Һөйөклөм теге донъяларға китеп барғас, минең бар яратҡаным, бар йәнем, йәшәүемдең мәғәнәһе береһенән береһе ваҡ балаларымда ине. Аллаһыға шөкөр еңеп сыҡтыҡ бар ауырлыҡтарҙы, бирешмәнек, һынманыҡ.
Хәҙерге көндә минең иң ныҡ яратҡаным ул ейән - ейәнсәрҙәрем. Аллаһы Тәғәлә был бәхетте лә насип итте миңә. Мин улар менән бәхетлемен, уларҙы лә бәхетле итергә тырышып ятҡан көнөм. Үҙемдең ҡартәсәйем, өләсәйем һәм әсәйем кеүек булырға, бүләләремә белгәндәремде өйрәтеп, күрһәтеп өлгөрөргә ине инде... Һуңғы ваҡытта шундай уйҙар башыма килеп тора ул әле...

Ә инде бөгөнгө көнөм, бөгөнгө хәлем тупһаһынан фекер йөрөтһәк. Минең яратҡаным ул "Такси", ҡала буйлап йомош юлға такси яллап йөрөү хоббимә әйләнеп бара шикелле. Эй шаяртҡан булам шунда. Такси ул һаулығымдың минең мөмкинлектәрҙе сикләнгә күрә, сараһыҙҙан бисара инде. Ваҡыттары булһа йә улым, йә кейәүем алып йөрөй ҙә ул мине. Әммә йәштәр эштән арына алмай шул. Баяғы такси ҡала инде миңә йомоштрымды йомошларға. Ул таксиларҙа нимә генә күрмәйһең, кемде генә осратмайһың. Асыуҙы килтергән мәлдәр ҙә, көлкөлө хәлдәргә тарыған ваҡыттар ҙа була. Такси мажаралары күп кенә йыйылып киткән икән. Шуларҙың берәүһен генә бәйән итәйем әле.
Көҙгө рашҡылы, ямғырлы бысраҡ көн. Күк йөҙө шәмәреп торғас, эсте бошорғос ҡараңғы һымаҡ тирә яҡ шулай ҙа эңер төшмәй ине әле мин ауылдан Өфөгә килеп еткәндә. Шулайтып йылдың ниндәй генә миҙгеле булмаһын, ауылға ҡайтып килә һалырға тырышам мин. Һәр ваҡыттағы һымаҡ, был юлы ла ауыр, ауыр дүрт - биш сумка алып килә ятам. Ул сумкаларҙа нимә генә юҡ... Ауылдың тәмле, ныҡ тәмле ризыктары тыңҡыслап тултырылған уларға. Ҡаймаҡ, май, һөт, эремсек, ҡорот, емеш ҡағы, йомортҡа, ит һәм башҡалар.

Ошо йөгөм менән мине, ауылдан ултырып килгән машинам төшөрөп ҡалдырҙы "Школьный" тукталышында. "Апай зинһар үпкәләмәгеҙ инде. Мин һеҙгә такси саҡырам да, ошо тукталышта төшөрөп ҡалдырам. Такси өйөгөҙгә илтеп ҡуйыр һеҙҙе. Ә миңә пассажирҙарҙы поездға өлгөрөргә кәрәк" - тине водитель. Риза булдым инде, барыбыз ҙа кеше бит... Таҙа, үләнле ергә генә сумкаларымды ултырттырып такси көтөп торам. Бына бер ваҡыт такси килеп туҡтаны. Шылт иткән тауыш та, машинанан сығыусы ла юҡ. Мин, бөтә сумкаларымды бергә күтәреп, машина янына киләм. Багажнигын асып, әйберемде ултыртышыр тигән
өмөттәмен инде. Юҡ был туң баш урынынан да ҡузғалмай машинаһында ултыра. Мин ней сумкаларымды ултырта алмай, ней ишек аса алмай хитланам.

Ниһәйәт түҙемем бөтөп, бар көсөмә машинаның ишегенә тибәм.Көтөлмәгән хәлдән таксист машинаһынан атылып сыға. Ул ауыҙын асып өлгөргәнсе мин: "Нимә ҡарап ултыраһың, бында ярҙам кәрәк икәнен күрмәйһеңме? Ҡатын ҡыҙға ярҙам итергә өйрәтмәнеләрме әллә? Таксист исмаһам машинаһынан сығырға тейештер ул? Нисек уйлайһың? Теләһә ҡайҙан килеп тулдылар бит бында, йәнем көймәгәйе лә. Әйҙә ярҙам ит сумкаларымды ҡуйырға! Нимә күҙең упайған? Күтәреп багажниғыңа ҡуй тейем сумкаларымды һиңә!"- минең был тирадама аптырапмы, әллә бындай ҡыҫымға беренсе тапҡыр эләгеүеме инде, таксист өндәшмәй һаман машинаһының ишеген һыйпаҡлай. "Тимергә нимә булһын, нимә кәләшеңде һыйпағандай ҡыланаһың? Бына мин хәҙер билемде биртендерһәм яҡшылыҡ көтмә минән!" - тип янайым уға. " Сумкаларығыҙҙы ергә ҡуйығыҙ, хәҙер ултыртам тей был. Мин сығырымдан сығам: "Ергә ҡуйыр булһам баянан бирле күтәреп тораммы ни мин шунысама ауыр йөктө? Ҡуйыр урын юҡ бит, бысрағы әйләнеп ята асфальттең? Һуҡырһыңмы әллә?".

Ниһәйәт сумкаларым багажникка инеп ҡунаҡлай. Мин үҙем дөбөр - шатыр машинаның салонына сумам. Ултырғас та һаман тыныслана алмайым.
"Һинең милләтең кем? Монголмы, ҡытаймы?"- тип һорайым. "Юҡ блин япон!" - тей был. Күҙҙәре ҡыҫыҡ, аяҡтары ҡамыт, үҙе бәләкәй генә буйлы был әҙәм. Тап монгол йә ҡытайҙың мал көтөүсеһенә оҡшап тора. Һуйған да ҡаплаған!
"Ул Япондан бында нимә ҡарап йөрөйһең? Һине бында кем саҡырҙы? Килгәнһең икән эшләйем тип, будь добр эшлә! Эшләгең килмәй икән ана бара юлың, һыпырт үҙ илеңә!" - тейем быға.
"Етәр инде! Хәҙер мин һеҙҙе ошонда төшөрөп ҡалдырам!"- ти миңә таксист. Былай ҙа йәнем көйөп, эстән ҡайнап ултырған миңә етә ҡалды.
"Нимә тиһең? Төшөргән һин бул, төшкән мин булайым! Һинең ниндәй хаҡын бар мине төшөрөп ҡалдырырға.? Йә төшөрөп ҡара әле! Һинең бында нимә теләйһең шуны эшләп йөрөргә хаҡың юҡ! Һин минең еремдә! Минең илемдә! Минең ҡаламда! Так что урыныңды бел! Үҙ илеңә ҡайтып теләһә нимә ҡылан! Минең илемдә өнөң сыҡмаһын! Мин һине илемә саҡырғаным юҡ!"- тип әрләп ташлайым быны. "Был ерҙе, был илде һатып алғайныңмы әллә?"- тей был китаеза. "Юҡ, һатып алманым! Был ерҙе, был илде миңә ата - бабаларым ҡалдырған. Аллаһы Тәғәлә ошо ерҙә тыуырға насип иткән. Һәм бында беҙ хужа, һин үҙ илеңдә хужа бул. Ә минең илемдә өнөң сыҡмаһын тинем бит!" Шулайтып был әҙәмде мин башҡортса ла, русса ла теттем генә.
Бөтә был әрепләшеү рус телендә барҙы әлбиттә. Тик мин үҙ телебеҙҙә, башҡортса яҙғым килде.

Мин йәшәгән адресҡа килеп еткәс, әйткәнде лә көтмәй, таксист минең сумкаларымды өй тупһаһына мендереп, таҙа ерен генә ҡарап ултырта һала. Машинаның ишеген асып мине төшөрә. Был эштәрҙе ул йүгереп йөрөп эшләй. Шунан миңә ҡарап йылмая, уның ҡыҫыҡ күҙҙәре бөтөнләй юғала. Ул тап - таҙа башҡорт телендә: "Апай ғәфү итегеҙ инде, һеҙҙе көйҙөргәнемә! Мин башҡа бер ваҡытта ла машинан сыҡмай ултырмам һәм ҡатын - ҡыҙға һәр ваҡыт ярҙам итермен. Һүҙ бирәм!"- тип машинаһына инеп ултырғас, кире башын сығарып: "Әйткәндәй апай ысын башҡорт булһам да, мине "Ҡытай" тип йөрөтәләр!"- тей ҙә, елдереп ҡузғалып китә. Мин асҡан ауыҙымды яба алмай, торған еремдә ҡатып ҡалам. Вәт бит, уйламай һөйләгән, ауырымай үлгән, ҡайҙа! Ул кеше мин, иҫәр! Алдымды, артымды ҡарап тормай хәбәр һөйләгән. Ул әҙәм нишләп шунда уҡ мин башҡорт тип әйтмәне икән? Алйот менән алйот булмайым тигәндер инде! Ғәжәп!
Их яратам мин таксиҙа йөрөргә!

Зилдә ХӘМИҘУЛЛИНА.

Автор:
Читайте нас: