

Быуаға ял итеүселәр йыйыла башлағансы, бер биҙрә тирәһе тотасаҡ ул. Шуға Илһамдың кәйефе бик шәп.
Ямашлы быуаһын матурлыҡҡа күмеп, аҡрын ғына таң атып килә. Ҡояш әле күренмәй, ләкин йылғаны уратып алған тауҙар түбәһе уның нурҙары менән мансыла башланы. Һыу өҫтөндәге аҡһыл томан аҡрын ғына тарала. Яр буйҙарында өйкөм-өйкөм булып ултырған зифа ҡамыштар асыҡланғандан асыҡлана. Бына һул яҡ ярҙағы битләүҙәге ҡайынлыҡ урманында – уң яғында Өфө-Сибай юлы һуҙылған – төрлө-төрлө ҡоштар үҙҙәренең иртәнге концертын башлап ебәрҙе. Ара-тирә балыҡ ҡурпыған, ҡамыш араһында суртандарҙың шапылдап үҙ ҡорбандары артынан баҫтырғаны ишетелеп ҡала. Быуаның аҫ яғында ултырған кемпинг та уянды шикелле – кафеһынан тирә-яҡҡа тәмле еҫтәр тарала башланы. Был кәйефте тағы ла күтәреп ебәрә ине…
Ошо иҫ киткес матурлыҡ ҡосағында, быуаның ҡайындар үҫкән яғындағы яр башында Илһам балыҡ ҡармаҡлап ултыра. Күгәрсен ауылында йәшәүсе урта йәштәр тирәһендәге ир уҙаманы ул. Нәҫеле, туған-тыумасаһы, һөнәре тураһында һөйләп тормай ғына, бик шәп балыҡсы, тип таныштырһым, етеп торор. Бына әле уның бында килеүенә ярты сәғәт тә үтмәне, ә ул ете-һигеҙ алабуға, бер нисә ҡушбаш балығын һөйрәп тә сығарҙы. Бөгөн балыҡ шәп булмаҡсы, ахыры. Быуаға ял итеүселәр йыйыла башлағансы, бер биҙрә тирәһе тотасаҡ ул. Шуға Илһамдың кәйефе бик шәп.
…Ошолай ләззәтләнеп ултырған ваҡытта, ҡаршы яҡтағы яр буйында ҡайҙандыр ҡаҙҙар көтөүе пәйҙә булды. Аҫтан килеп сыҡтылармы, өҫтән төштөләрме, беҙҙең балыҡсы күрмәйерәк ҡалды. Улар аҡрын ғына ҡамыштар эргәһендә йөҙөп йөрөйҙәр. Кайһы берҙәре баштарын һыуға тығып нимәлер эҙләй, икенселәре суҡыштары менән ҡанат аҫтарында соҡсоналар – ҡыҫҡаһы, улар ҙа тәбиғәт ҡосағында рәхәтләнәләр. Ҡаҙ-өйрәктәрҙең йылға өҫтөндә йөҙөп йөрөүе балыҡсылар өсөн бәлә бит инде ул. Шуға Илһам, уларҙы был яҡҡа килтермәҫ кәрәк тип, ярҙа үҙенең барлығын белдереү өсөн, тамағын ҡырҙы ла аяҡ өҫтө баҫты. Ләкин ошо ваҡыт көтөлмәгән күренештең щаһиты булырға тура килде уға.
Йөҙөп йөрөгән ҡаҙҙарҙың береһе ҡапыл ҡаңҡылдап ҡысҡырып ебәрҙе лә һыуҙы шапылдатып, ҡанаттарын ҡаға башланы. һәм күҙ асып йомған арала, һыу төбөнә төшөп тә китте. Башҡа ҡаҙҙар ҙа ҡаңҡылдаша-ҡаңылдаша төрлө яҡтарға һибелделәр. Баяғы төшөп киткән ҡаҙ тирәһендәге һыу өҫтөндә боғорлап һыу күбектәре ҡалҡып сыға башланы һәм … һәм бер нисә секундтан һуң ул күбектәр ҡып-ҡыҙыл ҡан менән болғанды, ә ҡаҙ үҙе башҡа күренмәне…
Аптырабыраҡ ҡалған Илһам баҫҡан килеш ҡатып ҡалды. «Нимә булды был? Ҡаҙҙы нимә һөйрәп алып төшөп китте? Йәйенме?... әллә суртанмы?» – тигәнерәк уйҙар йүгереп үтте уның башынан. Күп йыллыҡ тәжрибә туплаған балыҡсыларҙан Оло Эйек йылғаһында йәшәгән йәйендәрҙең һыу өҫтөндә йөҙөп йөрөгән ҡош-ҡорттарға һөжүм иткәндәре тураһында һөйләгәндәрен ишеткәне бар Илһамдың. Тик был быуаға йәйен ҡайҙан килһен? Ямашлы йылғаһында түгел, аҫтараҡ, унан ике тапҡырға ҙурыраҡ Оло һүрәм йылғаһында уларҙың еҫе лә юҡ! ә бына суртандар бында күп. Быуаһының эшләнеүенә егерме йылдан ашыу ваҡыт үтте бит инде. Шуға йәшәгән суртандар ҙа барҙыр. Эйе, эйе, баяғы ҡаҙҙы һөйрәп алып китеүсе шундай суртандыр ул. Башҡа нимә булһын?
– Илһам! Нимә булды ул? – тип кемдер ҡысҡырҙы. Илһам тауыш килгән яҡҡа күҙ ҡалды. Өҫтәрәк, тау морононда тағы бер балыҡсы ултырған булған икән. Нисек уны күрмәгәндер инде. Фәрит, буғай. Аһа, тағы ла үрҙәрәк икенсеһе күренде. Ул да аяғөҫтө баҫҡан да, аптыраған ҡиәфәттә, елкәһен тырнап тора. Илһам улар яғына боролоп:
– Суртан булды шикелле, – тип яуапланы ла, артабан нимә булыр икән тип, күҙәтә башланы. Ләкин мажара башҡа ҡабатланманы. Ҡаҙҙар ҡысҡырыша-ҡысҡырыша бер урында өйрөлдөләр ҙә аҫҡа төшөп киттеләр. Баяғы ҡаҙ ҙа, уны һөйрәп төшөп киткән йән эйәһе лә күренмәне.
Илһамдың күңелен ниндәйҙер шомлолоҡ яулап алғандай булды. Тәпәй баҫа башлағандан бирле балыҡҡа йөрөп тә ундай күренешкә тап булғаны юҡ ине шул. Уның кәйефе төштө. Ни өсөндөр балыҡ та ҡапмай башланы. Башҡа ваҡытта иртә менән кеше тауыштарынан гөрләй башлаған кемпинг та бөгөн тып-тын. Күтәрелеп килгән ҡояшты ҡайҙандыр килеп сыҡҡан ҡара болоттар ҡаплап алды. Тирә-яҡтың ҡараңғыланыуынан Илһамдың хатта тәндәре зымбырлап ките. Ул тағы ярты сәғәт тирәһе ултырҙы ла, ҡармаҡтарын йыйып, башҡа кәрәк-яраҡтарын рюкзагына тултырып, яр башында торған «Нива»һына ултырҙы ла ауыл яғына ыңғайланы. Ошо мәлдә үҙе ултырған ярҙың аҫтындағы һыу төбөнән яйлап ҡына үтеп киткән метр ярымлыҡ ҡара шәүләне күрмәй ҡалды ул…
…Алты күҙ күргән, алты ҡолаҡ ишеткән был ваҡиға йәшен тиҙлеге менән бөтә ауылға таралды. Төшкө аш ваҡытында инде бөтәһенең ауыҙында тиерлек шул ҙур суртан ине. Берәүҙәре уны ике метр самаһы тиһә, икенселәре ауырлыҡ үлсәме менән егерме кило тирәһе булалыр, тип хәбәр һатты. Хатта ҡайһы бер тел оҫталары, онотолоп китеп, суртандың нисек итеп ҡаҙҙы һоғоноуын үҙ күҙҙәре менән күргән һымаҡ итеп һөйләй башланылар!
Ә инде ҡояш байыуға табан ыңғайлағанда, быуа тирәһендә гөрләшеп тиҫтәләгән балыҡсы йөрөп ята ине инде. Улар төрлө юлдар менән баяғы суртанды тотоп маташа: кемдер бәрәмет һала, кемдер ялтмаҡ елләй, кемдер ҡамыш араһына ау ҡора. Балыҡсылар ҡояш байып, ҡараңғы төшкәнсе йөрөнөләр, төрлө ҙурлыҡтағы тиҫтәләгән суртан эләктерҙеләр, ләкин ҡаҙ һоғонорлоғо сыҡманы. Тик беҙҙең геройыбыҙ Илһам ғына был «ярышта» ҡатнашманы, иртәнсәк төшөп киткән кәйефе һаман күтәрелмәй ине. Был «һабантуй» ике-өс көн дауам иткәндер, хатта Иҫәнғолдан да тәжрибәле балыҡсылар килде. Барыбер һөҙөмтәһе шул ике-өс килограмлы суртандар булып ҡалды, тора-бара бөтөнләй улары ла эләкмәй башланы. Курҡытып бөттөләр, ахыры. Бер нисә көн үтеп тә китте. Балыҡсылар ҙа аҡрынлап һыуындылар, ул суртан тураһында бөтөнләй онота башлағайнылар инде. Эйе, тағы бер ваҡиға булмаһа, оноторҙар ине. ә ул былайыраҡ булды…
…Күгәрсен ауылының Үҫәргәндәр урамында йәшәүсе Роберт исемле бер малай кешеләргә ялланып, кәзә көтөргә ярата ине. Бына шулай йәй буйы аҡса эшләй ул. һигеҙенсе класты ғына тамамлаһа ла эшкә бик әрһеҙ. Шуға уны малай тип әйтеү, әлбиттә, кәмһетеү һымаҡ килеп сыға . Егет тиһәк, дөрөҫөрәк булыр. Бына бөгөн дә ул иртә менән тороп, кәзә көтөүен ауыл үренә ҡарай алып китте. үҙҙәренән өс өй аша үрҙәрәк йәшәүсе бер инәй уны яллағайны.
Көтөүҙе яйлап ҡына Ибрай менән Сибай яҡтарына киткән юл араһындағы тау баштарына алып менеп китте. Кәзәләрҙе үлән күп булған битләүҙәрҙән йөрөтөп ашатты. Кояш төшлөккә яҡыная башлағас, көтөүҙе баяғы быуаға табан ыңғайлатып ебәрҙе. Быны һиҙгән кәзәләр тау башынан саң борҡотоп йүгереп төштөләр ҙә, оло юл аша үтеп, кемуҙарҙан һыуға ташландылар. Койроҡтарын болғай-болғай рәхәтләнеп һыу эстеләр. һыуһындарын ҡандырып алғандан һуң, аҡрын ғына яр буйына сығып ята башланылар. әсәләрен саҡырып ҡысҡырған кәзә бәрәстәренең тауыштары ла яйлап тынды. Тик ҡайһы бер кәзәләр генә һыуҙан сыҡмай тороп ҡалдылар. Уларға шунда рәхәттер инде. Шулай булмай ни, көн ҡалай эҫе тора. Роберт та үҙенә уңайлыраҡ урын һайлап, ҡырын төшөп ятты. Тиҙҙән уға өйҙән ашарға алып килергә тейештәр. Шуға буш ятҡансы тигән һымаҡ, күңелдән генә һуңғы өс айҙа күпме аҡса эшләгәнен иҫәпләй башланы. Әлбиттә, бөтәһен дә яттан белә, ләкин ул аҡса һанауҙан ләззәт таба ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, аҙағына барып етә алманы…
Көтмәгәндә һыу эсендә торған ҙур ғына кәзә бәрәсе яман итеп баҡырып ебәрҙе. Бөтә көсөнә алғы аяҡтары менән һыуҙы сапсый-сапсый ярға ынтылды. Ләкин килеп сыҡманы: ҡапыл әйләнеп китте лә аяҡтары өҫкә күтәреләп, йәшен тиҙлеге менән һыу төбөнә төшөп китте. һыу өҫтө күпмелер ваҡыт боғорлап, күбекләнеп торҙо, һәм ҡапыл ҡара ҡыҙыл төҫкә буялды.
Яр башында ятҡан кәзәләр ҡурҡыштарынан төрлө яҡҡа һибелделәр, ә Роберт һикереп торҙо ла яр буйына йүгерҙе. Кәзәне нисектер һөйрәп сығарырға уйланы ул. Шул ваҡыт буръяғы әйләнгән һыу өҫтөндә бәрәстең ҡанға батҡан башы күренде. Ул тағы бер тапҡыр яман итеп баҡырҙы ла ҡабаттан һыу төбөнә төшөп юҡ булды. Был күренештән һуң ҡото осҡан малай ҡурҡышып ҡасып барған кәзәләре артынан йән фарман йүгерҙе. Артына әйләнеп тә ҡараманы. ә быуаның теге яҡ ярында, ҡайынлыҡ араһында ял итеп ятҡан кешеләрҙең күбеһе яр ситенә килеп, был яҡта барған мажараны күҙәтә ине…
Был ваҡиға тураһындағы хәбәр тағы бөтә тирә яҡҡа таралды. Хәҙер инде ниндәйҙер ҙур суртан тураһында ғына һөйләмәйҙәр ине. Берәүҙәре, быуала бик ҙур, йөҙ килограмдан ашыуыраҡ ауырлыҡтағы йәйен йәшәй икән, тип һөйләй башланы. Кемдер уның яр ситенә башын сығарып йоҡлап ятҡанын күргән. Башы ҙур күнәк хәтлем, ти, мыйығы сыбыртҡы йыуанлығында. Икенселәре, бигерәк тә әбей-һәбейҙәр, әкиәттәрҙә генә була торған аждаһаларҙы иҫкә төшөрҙө. Баҡһаң, улар бына бер-нисә тиҫтә йыл инде шул быуа төбөндә йәшәйҙәр булып сыҡты. Тик был хәбәргә ни өсөндөр бәләкәй балалар ғына ышанды.
Ә бына Ҡарағайтуғайҙа йәшәгән Хөббула олатай тағы ла ҡыҙығыраҡ хәбәр таратты. Имеш, ҡасандыр, быуаны ҡаҙған ваҡытта, эшселәр ниндәйҙер ике ашҡабаҡ ҙурлығындағы йомортҡа тапҡандар икән. Был турала артыҡ халыҡҡа һөйләмәй генә икеһен дә Өфөләге бер ғилми-тикшеренеү институтына ебәргәндәр. Улар динозаврҙарҙыҡы булып сыҡҡан. Унда тағы өсөнсөһө лә булған. Тик бер эшсе уны яр ситенә күмгән дә берәүгә лә әйтмәгән, һуңынан үҙе лә онотҡан. Бына шул йомортҡа быйылғы эҫе йәйҙә ныҡ йылынған һәм эсендәге йән эйәһе терелеп, йомортҡаның ҡабығын ярып килеп сыҡҡан.
– Әлегә динозавр артыҡ ҙур түгел, шуға күп ашамай, бына ҙурайып китһә, уны туйындырырға ауылдың көтөүе лә етмәҫ, – тип тә ебәрә баяғы һүҙ оҫтаһы. Америка фильмдарын ҡарарға яратҡан халыҡтың ҡайһы берҙәре уның һөйләгәндәренә ышанып та ҡуйҙылар.
Быуалағы ҡурҡыныс ваҡиғаларға һәм уның тураһындағы хәбәрҙәрҙең ҡуйырыуына бигерәк тә кемпингтың хужаһы Иван Иваныч ныҡ борсолдо. Ул артыҡ ҡурҡманы, ә ҡайғырҙы. Бына бер аҙна бит инде уның быуаһына ял итергә бер кеше лә килмәй. Сөнки «кемпинг» тигән һүҙҙе ишетеү менән күптәрҙең ҡоттары оса ине. Ә бит бер ай элек кенә машина ҡуйырға ла урын юҡ ине. Аҡса йылға һымаҡ аға башлағайны… Ниндәйҙер хәл итеү юлдарын табырға кәрәк, тип уйланы ул. Бының өсөн баяғы йән эйәһен: суртанмы ул, әллә йәйенме – нимә генә булмаһын, быуанан һөйрәп сығарырға ла халыҡҡа күрһәтергә кәрәк. Шунһыҙ халыҡ башҡа бында аяҡ та баҫмаясаҡ. Был һунарҙы тормошҡа ашырыу өсөн бик оҫта балыҡсы кәрәк икәнен яҡшы аңлаған Иван Иваныч туп-тура беҙгә таныш булған Илһамдарға юл тотто. Тик уларҙың икәүләп нимә тураһында һөйләшеүҙәре, кемпинг хужаһы балыҡсыға нимә вәғәҙә итеүе әлеге көнгә тиклем сер булып ҡала килә. Берәй ваҡыт, бәлки, ишетербеҙ. ә хәҙергә беҙҙең Илһам, балыҡ тотоу өсөн бөтә кәрәк-яраҡтарын «Нива»һына тейәп, быуа янына килеп туҡтаны.
Башта, тиҫтәләгән йылдар буйы йыйған тәжрибәһенә таянып, быуаның ҡайһы тирәһендә йәйендәр һәм суртандарҙың йәшеренеп ятырын билдәләп алды. Биш-алты урынды төҫмөрләне ул. Уның тәжрибәһе бер ваҡытта ла алдамағанын хәҙер һәр балыҡсы белә. Бөгөн дә шулай булыр тип уйлайбыҙ. Машинаһынан йыртҡыс балыҡтарға тип әҙерләнгән махсус ҡармаҡтарын – бәрәметтәрҙе сығарып һалды. Уларҙы өйҙә үк әҙерләгәйне. Бер нисәүһенә еҫләнә башлаған эре генә ҡушбаш балыҡтарын эләктерҙе, уларға суртандар шәп ҡабасаҡ. Кем белә, бәлки быуа төбөндә ысынлап та йәшәгән суртан йөрөйҙөр. Икенселәренә өтөлгән турғай ҡоштарын элде – былары йәйендәрҙең яратҡан аҙығы. Бөтәһе лә әҙер булғас, кәмәһенә һауа тултырып һыуға төшөрҙө лә, бөтә булған әйберҙәре менән уға менеп ултырып, быуа буйлап йөҙөп китте. Ашыҡмай ғына бәрәметтәрҙе урынлаштырып сыҡты. Эшен бөтөрөп, кәмәһен һәм башҡа нәмәләрен йыйып, «Нива»һының артына һалды ла руль артына менеп ултырҙы. Ҡояш та байып бара ине инде. Ул әҙерәк ҡараңғылана башлаған быуаға ҡарап ултырҙы. Быуа хәҙер серле генә түгел, ә нисектер шомло ла булып күренә ине. әллә баяғы аждаһалар, динозаврҙар тураһындағы имеш-мимештәр шулай тәьҫир итә…
Ә был ваҡытта машинанан алыҫ түгел ҡамышлыҡтар үҫкән ерҙә, һыу төбөнән уға бәзрәйеп ике күҙ текләй ине. Улар һыуҙағы тәмле итеп ҡурылған турғай еҫтәрен тойоп, йәшенеп ятҡан ерҙәренән килеп сыҡҡайнылар. Ләкин балыҡсы уларҙы күрмәне, машинаһын тоҡандырҙы ла ҡайтыу яғына ыңғайланы. Уға иртәгә иртә менән килергә кәрәк бит...
Иртәгеһен ҡояш та сығып өлгөрмәгән, ә беҙҙең балыҡсы, кәмәһенә ултырып, бәрәметтәрҙе ҡарап йөрөй ине инде. Турғай эләктерелгән ҡармаҡтарҙың береһе лә юҡ ине, уларҙың бөтәһе лә ебе менән ҡуша өҙөп алып кителгәндәр. «Был балыҡ бик көслө булғанға оҡшай», – тип уйлап алды Илһам. Еҫләнгән сабаҡтарҙың береһе бөтөнләй тейелмәгән, ә икенсеһе балыҡсыны шаҡ ҡатырҙы: ул ҡармаҡта күҙҙәре аҡайған бер ҙур суртандың башы ғына эленеп тора ине. Кәүҙәһен нимәлер өҙә тешләп алып киткән. Башының ҙурлығына ҡарағанда, ул өс-дүрт кило тирәһе булғандыр.
– Бына һиңә мә… Нимә булырға мөмкин? Ысынлап та бында динозавр йәшәй микән ни? – тип аптыраны ул. Уны ҡурҡыу тойғоһо биләп алғандай булды. Ләкин ул тойғо нисек килде, шулай юҡ булды. Илһам ҡурҡаҡтарҙан түгел ине. Алдына маҡсат ҡуйған икән, барыбер барып етәсәк. ә был суртандың башы уның тик сәмен генә арттырып ебәрҙе.
Бына әле лә ул, оҙаҡ уйлап тормайынса, машинаһына ултырып, ауылға табан елдерә ине. Бөтәһен дә ҡабаттан әҙерләргә кәрәк. Был юлы соланда турғай баҫтырып йөрөмәне, туп-тура магазинға барҙы ла бер нисә кило тауыҡ бото һатып алды. Турғайҙарҙы һәм суртанды ашаған икән, был ҡош итенән дә баш тартмаҫ. өйөнә ҡайтып, келәтендә ятҡан бер бәйләм тимер сымдарын тейәп алды. Баяғы йән эйәһен ҡармаҡ ептәре менән генә сығарып булмаясағын Илһам аңлағайны инде, хатта йәйенгә тәғәйенләнгәне лә ярҙам итмәйәсәк. ә бына тимер сымын өҙә алмаҫ.
Быуаға килеп етеү менән, бәрәметтәрҙе ҡабаттан яһай башланы: тимер сымдарын тигеҙ итеп өскә бүлде; һәр береһенә, уларҙың оҙонлоғо ун метр самаһы булалыр, иң ҙур ҡармаҡтарҙы бәйләне; уларға баяғы тауыҡ боттарын эләктерҙе. Кәмәһенә ултырып, кисәге урындар буйлар йөрөп, бәрәметтәрҙе урынлаштыра башланы. Аҙаҡҡыһын һыуға елләп, икенсе осон ярҙан сығып торған ҡайын тамырына бәйләргә уйланы. Шул ваҡыт бәрәметте һыу төбөндә нимәлер ҡапыл тартып ҡуйҙы. Илһам аптырап, сымдың осон усына ураны. Теге икенсегә тартты. Тартты ла башҡа ебәрмәне – һыу төбөнә һөйрәй башланы. Илһам да аптырап торманы, бөтә көсө менән уға ҡаршылыҡ күрһәтергә тырышты. Ләкин килеп сыҡманы, һыу аҫтындағы йән эйәһе уны кәмәһе менән ҡуша һөйрәй башланы. Ярҙан алыҫлаша барғанын күргән Илһам тиҙ генә кәмәнән һыуға «шап» итеп һикереп төштө лә, биленән һыуға батҡан килеш, бәрәметте һөйрәп, ярға табан ынтылды. Теге лә бик көслө ине, ныҡ ҡаршылыҡ күрһәтте. Хатта беҙҙең балыҡсы уның ҡапыл тартыуына йығылып китә яҙҙы. Ул бөтә көсөн һалып кире тартты, ләкин көсө етерлек түгел ине. Шулай тартыша торғас, Илһам, сымды ҡулына тотҡан килеш, ялп итеп һыуға ҡоланы.
– Ҡармаҡтан ысҡынып китте, ахыры, – тип һөйләнә-һөйләнә тороп, сымдың осон тартып сығарып ҡараны. Аптырап китте: ҡармаҡ бөтөнләй юҡ, ә сымдың осо сәйнәп өҙөлгәнгә оҡшап тора. Йәйендәрҙең тимер сымдарҙы сәйнәп өҙөрлөк ундай эре тештәре юҡ та баһа! Етмәһә, ҡалай көслө, яңғыҙың ғына сығарырмын тимә… Нимә булырға мөмкин? – Ул шаптырлай-шаптырлай ярға сығып баҫты ла, уны күрергә теләгәндәй, һыу төбөнә текләне. Ләкин бер нәмә лә күренмәне, һыу ҙа буръяҡ ине. Был ваҡытта Илһамдың өҫтөнән шабырлап һыу аға, ә ҡулдары бер туҡтауһыҙ ҡалтырайҙар ине…
Юҡ, ул был юлы ла артҡа сигенмәне. Киреһенсә, унда балыҡсы сәме урғылып ҡайнай башланы. Ысын балыҡсыларҙың ғәҙәте шулай бит ул: әгәр уларҙан ниндәйҙер ҙур балыҡ ысҡынып китһә, өс-дүрт көн йөрөһәләр йөрөйҙәр, тотмайынса туҡтамайҙар. Илһам менән дә шулай булды. Ул хәҙер асығыуын да онотто, тирә-яғында барған ваҡиғаларға ла иғтибар итмәй ине - ваҡыт уның өсөн туҡтаны .
Ул шулай бөтә көсө менән тағы һунарға әҙерләнә башланы. Был юлы магазинға ла барып торманы. Ҡатынының нимәлер тип ҡысҡырғанына ла иғтибар итмәй, ишек алдында йөрөгән бер тауыҡты йыға һуҡты ла, һә тигәнсе салып, йөнөн йолҡҡолап, пакетҡа әҙерләп һалып та ҡуйҙы. Эсен таҙартып та торманы. Шулай тәмлерәк булыр, тип уйланы. Ярай, балыҡҡа емде әҙерләү ҡыйын түгел дә ул. Бына уны нисек һөйрәп сығарырға икән? Бер кешенең генә көсө етерлек түгел бит… Әллә берәйһенә әйтергәме? Илһамды тағы икенсе нәмә борсоно: бәрәметте нимәнән эшләргә һуң? Кармаҡ ебе лә, тимер сымы ла түҙмәне бит. Берәй нәҙегерәк тросс булғанда… Капыл уның хәтеренә кәртә артында ултырған белорусы иҫенә төштө. Уның артындағы лебедкаға тросс уралған да баһа. Яңылышмаһа, уның диаметры алты миллиметр булалыр. Шуны тағатып алырға уйлап, кәртә артына юлланды. Техника янына барып еткәйне, ҡапыл башына шундай ҡыйыу уй килде: «Нишәп мин тағатып торам әле. Тотам да быуаға Беларус менән барам. Тросты лебедканан ысҡындырмай ғына быуаға елләһәм, яҡшыраҡ була ла баһа. Эләкһә, шул уҡ лебедка менән һөйрәйәсәкмен. өҙә лә алмай, шулай уҡ һөйрәп сығарырға көс тә етәсәк. Бына бит бына, баш тигәнең…»
Артабан күп уйлап торманы. Тиҙ генә белорусын тоҡандырып, әҙерләген бөтә нәмәһен тейәне лә, геүләп сығып та китте. Артынан саң ғына борҡоп ҡалды. Барып еткәс, быуаның һул яғына сыҡты ла ярға арты менән килеп туҡтаны. Лебедканы тоҡандырып, тросты етәрлек оҙонлоҡта тағатты. Осона иң ҙур һәм иң йыуан ҡармаҡты бәйләне лә, уға ҡаны ағып торған тауыҡты эләктереп, быуаға елләне. Беларусын һүндереп, үлән өҫтөнә төшөп ултырҙы. Кояш байып, эңер төшкәйне инде. Хәҙер көтәһе генә ҡала…
Төнө буйы ултырҙы Илһам. Кабинаға инеп серем итеп тә алды. Ләкин бәрәметен бер нимә лә борсоманы. Уның ҡарауы, иртә менән уны серекәйҙәр йонсотто. Ул шуларҙы ҡыуып, ҡулдарын һелтәп ултыра торғас, ҡояш сыҡҡанын һиҙмәй ҙә ҡалды. Эй, ошо балыҡта ваҡыт тиҙ үтә лә инде! Яңы ғына кис ине, ә хәҙер ана яңы көн тыуып, бөтә донъя йәнләнә башланы. Шул ваҡыт быуаның түбәненән был яҡҡа табан өс кеше килгәне күренде. Алдағыһы, йыуанырағы була инде, Иван Иваныч, ә арттағылары уның малайҙары булып сыҡты. Иртә менән ни эш ҡыйратып йөрөйҙәр икән?
– Нисек хәлдәр, Илһам? – тип ҡулын һуҙҙы, килеп етеү менән кемпинг хужаһы. Кәйефе юҡ икәне күренеп тора. – Эшең килеп сығырҙаймы?
– Бына көтөп ултырам әле, – тине Илһам, үҙе аяғүрә баҫып һаулыҡ һорашты.
Ләкин Илһам һорауҙарға яуап биреп өлгөрмәне. Капыл нимәлер «зыңҡ» итеп ҡалды. Икеһе лә бер нимә лә аңламай тауыш килгән яҡҡа боролдолар. Беларустың артынан быуаға табан һуҙылған трос тағы «зыңҡ» итеп тартылды. Хатта трактор урынында һиңкеп ҡуйҙы. Бөтәһен дә аңлаған беҙҙең балыҡсы:
- О! Эләкте! Эләкте! – тип Беларусына һикереп менде лә, бөтә һыу буйын яңғыратып, уны тоҡандырып ебәрҙе. Уны әҙерәк эшләтә биргәс, ләззәт менән лебедканы эшкә ҡушты. Ул яйлап ҡына тросты үҙенә урай башланы. Илһам кабинанан төштө – ҡалғанын техника үҙе лә эшләй ине. Ҡулдарын кеҫәһенә тығып, аяҡтарын кирә баҫып, күҙҙәрен быуаға төбәне.
– Эләкте, эләкте. Хәҙер бер ҡайҙа ла китә алмаҫ, – тине ул, йылмайып. ә Иван Иваныч һаман бер нимә лә аңламай, бер Илһамға, бер Беларусҡа, бер быуаға аптырап ҡараны. Малайҙар ҙа яр башына килеп, ҡайһы яҡҡа ҡарарға икән тигән һымаҡ торалар ине. Ҡапыл уларҙың береһе, ҡулдарын быуаға төртөп:
– Суртан! Суртан! Ан-а-а, ҙу-у-ур суртан! – тип ҡысҡырып ебәрҙе. Бөтәһе лә шул яҡҡа боролдо. Унда, ярҙан ун метр алыҫта, быуаның төбөнән метрҙан ашыуыраҡ әллә суртан, әллә башҡа төрлө балыҡ – әле нимә икәне асыҡ күренмәй – ялп-йолп итеп тулай-тулай сығып килә ине. Ул йә аҫҡа төшөп юҡ була, йә өҫкә күтәрелә; йә һул яҡҡа, йә уң яҡҡа тартыла. Бөтәһен дә аңлаған Иван Иваныч, ҡыуанысынан ҡулдарын ыуа-ыуа тегеләй-былай йүгерә башланы, ә үҙе:
– Молодец, Илһам! Молодец! Эләктерҙең бит әй! Вот исмаһам балыҡсы! Бына хәҙер бизнес ходҡа китәсәк! – тип ҡысҡыра ине. Шул ваҡыт малайҙарҙың икенсеһе:
– Ҡара әле, суртандың аяҡтары ла бар! – тип ҡысҡырып ебәрмәһенме. Ысынлап та, һыу төбөнән сығып килгән дәү балыҡтың дүрт яҡҡа тарбайған аяҡтары ла күренә башланы. Бындайҙы күргәне булмаған Илһам, ярға яҡыныраҡ килеп, устарын ҡаш өҫтөнә ҡуйып, сығып килгән йән эйәһенә ныҡлабыраҡ текләне.
– Атаҡ! Был крокодил түгелме ни? – тине ул, аптырап Иван Иванычҡа ҡараны. ә быуаның хужаһы урынында ҡатып, бөтөнләй телһеҙ ҡалған ине. Дөрөҫ, тулай-тулай сығып килгән һыу хайуаны тропик илдәрҙә йәшәүсе крокодил ине. Оҙонлоғо метр ярым булалыр. Бына ул тулай-тулай ярға килеп етте. Һөйрәлеп өҫкә табан менә башланы. Крокодил бөтә көсө менән тартыша, ҡапыл әйләнеп китә йә ситкә һикерергә маташа, ләкин бер нимә лә килеп сыҡмай. Беларустың лебедкаһы бер нимәгә ҡарамай уны аҡрынлап һөйрәне лә һөйрәне. Был ваҡытта малайҙар өҫкә, тау яғына ҡарай ҡасып, шунан ҡарап торалар. Уларҙың йөҙөндә ҡурҡыуға ҡарағанда, ҡыҙыҡһыныу өҫтөнлөк иткән һымаҡ. Иван Иваныч аңына килеп, ҡайҙандыр күҫәк табып, яҡындағы ҡайын артына йәшенгән. Илһам ғына артыҡ ҡурҡманы. Крокодил тауыҡты йотҡан икән, ҡармаҡ уның ашҡаҙанына йә тамағына эләккән булырға тейеш, шуға ысҡынырлыҡ түгел, тип уйланы ул. Ә тросты бер нисек тә өҙә алмаясаҡ. Бына ул һөйрәлеп тракторҙың артына килеп етте һәм өҫкә күтәрелә башланы. Ҡанға буялған мороно лебедкаға килеп терәлгәйне, техника эшләүҙән туҡтаны. Илһам кабинаға менеп һүндереп өлгөргәйне. Тирә-яҡ тын булып ҡалды. Малайҙар аҡрын ғына көрәш барған ергә яҡынланылар. Иван Иваныч та, йәшеренгән еренән сығып, һаҡ ҡына белорусь янына килде. Эре осло тештәрен ыржайтып, ауыҙынан сыҡҡан тросҡа эленеп торған хайуанға ҡарап торҙо ла:
– Ошоноң һымаҡ йәнлекте мин ҡышҡыһын Шәғәлиҙәрҙең өйөндә күргәйнем. Тик ул бер метрға ла етмәй ине шикелле, – тип һөйләнде ул, елкәһен тырнап...
Был ваҡытта теге яҡ ярҙағы оло юл буйында ниндәйҙер автобус янындағы кешеләр, пассажирҙар булһа кәрәк, был яҡ ярҙа барған мажараны кеҫә телефондарына төшөрөп маташа ине...
Илһамдың крокодил тотоуы шул сәғәттә үк бөтә ауылға таралды. Бөтәһе лә быуаға ашыҡты, алыҫ илдәрҙән килгән ҡунаҡты күреп ҡалғылары килә ине. Шулай уҡ бөтәһе лә, ул быуаға нисек килеп эләккән, тигән бер һорауға яуап көттөләр. Тора-бара бөтәһе лә асыҡланды: Иван Иваныч дөрөҫ һиҙемләгән. Ысынлап та, крокодил Күгәрсен ауылында йәшәүсе Шәғәле исемле кешенеке булып сыҡты. Ул – күп кенә ауылдарҙа магазиндар асып, байып киткән бизнесмен, ауылдаштары уны шаяртып, «новый русский» тип тә йөрөтә. Былтыр яҙғыһын ғаиләһе менән Египетҡа ял итергә барғанда алып ҡайтҡан булған ул һөйрәлеүсене. Малайының теләген үтәгән. Быйылғы яҙға тиклем өйҙә тотҡандар. Шул тиклем ҡулға өйрәнгән. Әлбиттә, бик тиҙ ҙурайған. Шуға май айында ишек алдына бәләкәй генә бассейн эшләп, шунда ебәргән булғандар. Төнгөлөккә өҫтөн ҡаплағандар. Бер көндө ҡараһалар, ул юҡ булған. Эҙләгәндәр, эҙләгәндәр ҙә тапмағандар. Ауыл халҡын ҡурҡытып ҡуймайыҡ, тип берәүгә лә әйтмәгәндәр. Йәнәһе, көҙгө һыуыҡтар етеү менән үҙе дөмөгәсәк. Уларҙың кәртә артынан Ямашлы йылғаһы аға, крокодил, ахыры, шул йылға буйлап быуаға менеп киткән…
Шәғәле лә быуалағы ваҡиғаны ишетеп, машинаһында килеп етте. Ул Иван Иваныч һәм Илһам менән нимәлер һөйләште. Шунан бер нисә ир менән крокодилды арҡанға сырмап, машинаға тейәнеләр ҙә ауыл яғына ғына ҡуҙғалып киттеләр. Күпмелер ваҡыттан һуң уны Ырымбурға юлланған, тип һөйләнеләр. Крокодилды унда ҡайҙа иткәндер, береһе лә белә алманы.
Иң ҡыуанғаны Иван Иваныч ине. Ул шул үк көндө кис Илһамды, уның туғандарын һәм дуҫтарын, шулай уҡ тағы ла әллә кемдәрҙе кемпингтағы кафеһенә ҡунаҡҡа саҡырҙы. Йыйыла башлаған ҡунаҡтар башта төрлө экзотик илдәрҙән алып ҡайтҡан йән эйәләренә яуапһыҙ ҡараған бөгөнгө байҙарҙы тиргәп алдылар. Ундайҙарға ҡаты закондар кәрәк, тигән һығымтаға килделәр. Байрам башланып китеп, әҙерәк ҡыҙып алғас, Илһамды күккә күтәреп маҡтай башлыналар. Уға «Крокодил Илһам» тип исем дә ҡуштылар. Артабан инде, градустары тағы ла артып киткәс, Иван Иваныч иң яҡшы кешегә әүерелде…
Ә был ваҡытта... Ә был ваҡытта, төн уртаһында, Сибай яғына китеп барған ниндәйҙер бер ҙур ғына джип быуа янына килеп туҡтаны. Башта машинанан береһе лә сыҡманы. Кабина эсенән ҡатын менән ир тауыштары ишетелә ине. Улар талашалар ине, буғай. Руль артында ултырған ир нимәлер тип һүгенә-һүгенә килеп сыҡты ла, артҡы багажникты асып, унан көскә-көскә күтәреп нимәнелер ергә төшөрҙө. Һыу флягаһы ине. Ике ҡулы менән уның ике ҡолағынан тотто ла, алпан-толпан баҫып быуа янына ките. Барып еткәс, ҡапҡасын асып, эсендәгеһен быуаға түңкәрҙе. Өфөнән бирле өс сәғәттән артыҡ йонсоп килгән дүрт-биш пиранья балығы һыуға төшөү менән быуа буйлап йөҙөп киттеләр. Уларҙы ла яңы мажаралар көтә ине…
Наил Юлдашбаев.
Фото: class-tour.com