+5 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
28 Декабрь 2023, 17:30

Иҫән-һау ҡотолдоҡ

(Хикәйә) Урман-тауҙар артылып, ҡуйы ағаслыҡтар, һаҙлыҡ- батҡылдар үтеп, тау ситенә килеп терәлгән арба юлы ҡапыл юҡҡа сыҡты ла һуҡмаҡ булып ҡына тауға үрмәләне. Менеп еткән генә ерҙә, ылыҫлы ботаҡтарын сатыр итеп ҡороп, ҡолас етмәҫлек ҡарағай үҫеп ултыра. Ботаҡтарҙан- ботаҡҡа баҫа-баҫа үргә тейен кеүек үрмәләп берәү менеп бара. Бына ул ҡарағайҙың осона етә яҙғансы менде лә тау аҫтында ятҡан юлға текәлде. ҡарағай башынан юл ус төбөндәгеләй күренеп ята. Арба юлы тып-тын, бер ниндәй шау-шыу ишетелмәй, һыбайлылар ҙа күренмәй.

Иҫән-һау ҡотолдоҡ
Иҫән-һау ҡотолдоҡ
Бынан 3 – 4 көн элек кенә, шарт-шорт атышып, аттарын йән-фарман ҡыуып, аҡтарҙың бер отряды үткәйне. Шуға ла ауыл халҡы шарт иткән тауышҡа ла уяу. Юлды һаҡ­лар­ға ҡарауыл ҡуйылды. Бөгөн һаҡта – Сәғит, бына ул ҡарағай башынан юлды ҡарауыллап төшә башланы. Иң аҫҡы йыуан ботаҡҡа баҫып, әсе итеп һыҙғырып ебәрҙе. Күп тә тормай, шырлыҡтан Мансур күренде.
– Мансур, ҡарағай башында һаҡта тороп тор әле, мин ауылға төшөп киләм, ул-был була ҡалһа, ошо аҡ яулыҡты болғарһың, – Сәғит һикереп төштө лә шыршылыҡҡа инеп тә юғалды.
Ауылда тып-тын. Ир-егеттәрҙең бөтәһе лә урманда. ҡатын-ҡыҙ, йәш үҫмерҙәр – йәйләүҙә. Йәйләү һыртта, ауылдан 3 – 4 саҡрым самаһы. Ауылда ҡарт-ҡоро, әбей-һәбей генә күренгеләй. Ана, ауыл уртаһындағы тыҡрыҡтан Гөлбәҙәр әбей күренде. Ул бер ҡулына – ҡоромло биҙрә, икенсеһенә ярты телем күмәс тотҡан.
Йәйләүгә ҡыуған ерҙән һауын кәзәһе ауылға ҡаса ла ҡайта, ҡаса ла ҡайта. Бына бөгөн дә иртә менән ҡыҙҙары Сәмсиһан ах та ух килеп, кәзәне эҙләп, йәйләүҙән килеп етте. Бер итеп, ауыл буйлап эҙләнеләр, кәзә һыуға төшкән кеүек юҡ булды, эҙләмәгән ер ҡалманы.
– Башына етергә йөрөй холоҡһоҙ, аҡтар ғына ашап китер инде, –‒ тип Гөлбәҙәр әбей һуҡрана-һуҡрана имам Әғзәмдәрҙең картуф баҡсаларының арт ҡапҡаһы яғына атланы. Арт ҡапҡаны тотош тарма баҫып алған. Ел ыңғайына тармалар бәүелеп-бәүелеп ҡуя. Гөлбәҙәр әбейҙең бәләкәс кенә кәүҙәһе тарма араһына инеп тә юғалды. Күп тә тормай, уның: «Сәмсиһан, Сәмсиһан!» –‒ тип ҡысҡырған тауышы ишетелде. Урам ҡапҡаһы алдындағы эскәм­йәлә ултырған 7 – 8 йәштәр самаһындағы Насибулла Сәмси­һанды саҡырып килтерҙе.
Сәмсиһан – ауылда оҙон һары толом­да­рын биленә төшөрөп үргән, ҡыр танаулы, ап-аҡ йөҙлө иң һылыу ҡыҙҙарҙың береһе. Бына улар Насибулла менән йүгереп тарма араһына инеп китте. Унда Гөлбәҙәр әбей кәзәнең мөгөҙөнән тотоп һөйрәкләй ине.
Ҡапыл шарт та шорт иткән тауыштар ишетелде. Мылтыҡтан атҡан, ат тояҡтары тауышы һауаны телде. Сәмсиһан кәзәнең мөгөҙөнә тотондо. Тояҡ тауыштары яҡын­лаш­ҡандан-яҡынлашты. Бына бер-бер артлы һыбайлылар серек күпергә килеп менде.
Гөлбәҙәр әбей менән Сәмсиһан кәзәнең мөгөҙөнә тотонған килеш ергә сүкте. ҡурҡыуҙы белмәй, һаман да баҫып торған Наси­буллаға Гөлбәҙәр әбей: «Ят, Насибулла, нимәңде ҡарап тора­һың», ‒– тигәс, ул да ергә ята һал­ды. Бөтәһе лә шымып ҡалды. Тик кенә ятҡан ерҙән, кәзә тарма төбөн мөжөй башланы. Мөжөгән ыңғайға тармалар бәүелеп-бәүелеп, сайҡалып китте. ҡапыл һыбайлылар былар яғына ҡарап ата башланы. Ни эшләргә белмәгән Сәмсиһан кәзәнең башын кәүҙәһе менән ҡапланы. Кәзә, әллә ҡурҡышынан, тынып ҡалды. һыбайлылар ауылға инмәй, арба юлы менән Арышпар яғына үтте. Тирә-яҡ тып-тыныс булып китте.
Сәмсиһан тора һалып, кәзәне бар көсөнә һөйрәкләп алып ҡайтып, солан мөйөшөндәге бауға муйынынан эләктереп, өйҙән ҙур ғына алдыр сығарып, һауырға ултырҙы. Уңарса булмай, ах та ух итеп әсәһе лә килеп инде:
– Ҡыҙым, кәзәне һау ҙа, һөйрәкләп булһа ла, йәйләүгә алып кит, барғас та арҡанлап ҡуй. Хәйерсе, тағы ла ҡасып ҡайтмаһын…
Гөлбәҙәр әбей һүҙен дә әйтеп бөтмәне, ат тояҡтары тауышы ишетелде. Күп тә үтмәй, 10‒– 15 һыбайлының ауыл яғына юрттырып килгәне күренде. Сәмсиһанда кәзә ҡайғыһы китте, һөтөн сайпылта-сайпылта йүгертеп өйгә индерҙе лә, ни эшләргә белмәй, өй эсендә үрле-түбәнле тегеләй ҙә былай йүгерергә тотондо. Гөлбәҙәр әбей ҙә эләгә-йығыла тышҡа йүгереп сығып китте, кире килеп инде һәм ҡыҙына: «Сәсеңде тағата һал, йә тиҙ бул, ҡана битеңә ҡором һөртәйем», – тип, мейес эсенән ҡором алып, ҡыҙының битенә буяй ҙа башланы. Сәмсиһан шул арала сәстәрен тағатып, сырмалтып та бөттө. Гөлбәҙәр әбей ҡыҙын йәһәт кенә түр һикегә һалып, өҫтөнә иҫке сәкмәнде япты, эргәһенә һөт килтереп ултыртты. Бәләкәс яҡ тәҙрәһенең ҡором һеңеп бөткән ҡорғанын тарта биреп ҡуйҙы.
– Атайың ҡайҙа булды һуң әле? Кәзә һуң, кәзәһе ҡайҙа китте, уныһын ҡайҙа йәшерергә?
Ул тағы ла эләгә-йығыла тышҡа йүгерҙе. Кәзә, бер ни булмағандай, ергә һеңеп бөткән лапаҫтың башына менеп баҫҡан да ябылған ҡабыҡты һыҙырып маташа. Гөлбәҙәр әбей, оҙон һайғау алып, кәзәне төртмәкләй башланы, ләкин малҡай лапаҫтың ослайып ҡалҡып торған ҡыйығына менеп китте лә, Гөлбәҙәр әбейҙе үсектергәндәй, уға ҡарап тора бирҙе.
Урам буйынан үргә юрттырып 3 – 4 һыбайлы үтте, артынса Үмәр ҡарттың ел ҡапҡаһы төбөнә лә бер һыбайлы килеп туҡтаны.
Гөлбәҙәр әбей, һайғауын ҡулынан ысҡындырмай, баҫҡан урынында тора бирҙе. ҡапҡанан килеп ингән һалдат, ҡулына күҫәк күтәреп, урам уртаһында баҫып торған әбейҙе күргәс, бер-ике аҙым артҡа сигенеп ҡуйҙы ла: «Но-но, не шути, бабка!» – тип, ишек алдында ултыр­ған төпһөҙ ағас күнәкте тибеп ауҙар­ҙы ла өйгә инеп китте.
Күп тә тормай, яурынына үҙе дәүмәллегендәй һыҙырылған ҡабыҡ күтәреп, түбәтәйе менән тирләгән маңлайын һөртә-һөртә Үмәр ҡарт килеп инде. ҡабығын ергә ырғытты ла һалдаттың артынан өйгә ыңғайланы. Гөлбәҙәр әбей ҙә күҫәген урам уртаһына ташланы ла улар артынса өйгә инде.
Ап-аҡ кейемдәге, аҡ фуражкалы, яурынына арҡыс- торҡос ҡайыштар аҫҡан был һалдат өйгә ингәс тә, кәстрүлдәрҙе асып, һике аҫтарын ҡарап, ниҙер эҙләне. Гөлбәҙәр әбей ҡыҙының аяҡ осона барып ултырҙы ла:
– Хворай, хворай, – тип бер туҡтау­һыҙ ҡабатланы.
Һалдат Сәмсиһан янына килеп, бер аҙ ҡарап торғас, күҙе түрҙә, болан мөгөҙөнә элеп ҡуйған оҙон аҡ йөн шарфҡа төштө. Шарфты алды ла муйынына урай һалып та ҡуйҙы.
Үмәр ҡарт: «Мояныҡы, болит», – тип, муйынын күрһәтеп тә ҡараны, һалдат аңларға ла теләмәне. Өйҙә алырлыҡ бер нәмә лә тапмағас, һалдат урамға сыҡты. Артынан бер тотам да ҡалмай Үмәр ҡарт менән Гөлбәҙәр әбей эйәрҙе. «Кәзәгә генә теймәһә ярар ине», – тип уйлап, Гөлбәҙәр әбей ҡурҡа-ҡурҡа ғына лапаҫ башына күҙ йүгертте. Бәхеткә күрә, кәзә лапаҫ башынан төшөп киткәйне, бер ерҙә лә күренмәне.
Ҡапҡанан 4 – 5 һалдат килеп инде. Иң алдан командирҙарылыр, уң яҡ ҡабырғаһына ҙур күн сумка аҫҡан, һул яғында – кобура.
– Здорово, старик!
Үмәр ҡарт менән иҫәнләшкәс, һалдаттар үҙ-ара һөйләштеләр ҙә сығыр яҡҡа ыңғайланылар.
Үмәр бабай, ятып ҡалғансы, атып ҡал, тигәндәй, белер-белмәҫ теле менән командирҙарының алдына сыҡты ла, аҡ шарфты муйынына урап алған һалдатҡа күрһәтеп:
– Мояныҡы, болит, – тип, муйынына күрһәтеп, һөйләнде.
Командирҙары нимәлер әйткәс, теге һалдат шарфты сисеп, ҡапҡа бағанаһына ырғытты.
– Йә, Хоҙай, иҫән-һау ҡотолдоҡ, – тип, Гөлбәҙәр әбей өйгә инеп китте.
Һыбайлылар өй һайын йөрөп, ашарға эҙләп, күҙгә эләгерҙәй матурыраҡ әйберҙәрҙе йыйыштырып йөрөнө, унан һуң йәйләүгә табан елдерҙеләр.
Күп тә тормай, улар саң-туҙан болото күтәреп, йәйләү яғынан кире сабып килде һәм йән-фарман Арышпар яғына ҡарай китте. Юлда тик ҡайһы берәүҙәренең аттарынан төшөп ҡалған, кешеләрҙән тартып алған серге-түшәктәр генә ятып ҡалды…
 
Әнисә АҪЫЛҒУЖИНА.
 
Автор:
Читайте нас: