Таҡы-тоҡо йылытылған өйҙә ҡыш бауырын оҙатҡас, биреште Бибихаят. Асығыуы ла, һыуыҡтары ла үҙәгенә үтте. Бар йыйындыһын фермала эшләгән ҡыҙына тотона. Наҡыҫ ризыҡтың ғүмерен оҙайтам тип, бер валсыҡ та ҡапмаған көндәре бар. Иң ҡурҡҡаны – аслыҡтан күбенеп үлеү. Йотлоҡ йылдары иҫенә төшһә, арҡа һөйәктәре сымырлап китә. Хәле бөтә барғанын һиҙгән әбей ҡыҙына һүҙ тиште.
– Балам, бүтән мәл булһа, теләгеңә хис ҡаршы килмәҫ инем. Сыҡмаған йәндә өмөт бар. Һуғыштан имен-аман әйләнеп ҡайтһа, һыңарыңды әйтәм, күрмәмме тиеүҙәрем инде. Аңлағанға – ишара, аңламағанға – юҡ сара, тигәндәй, әллә шул Ғилемханға сығаһың да ҡуяһыңмы? Күҙ алдында үҫте. Үҙе арыу күренә. Фазиланан бүтәнгә күңелем ятмай тигән һүҙе лә йөрөй икән, – тине.
Фазила ҡырт киҫте:
– Үлһәм дә уға барасағым юҡ!
Әсәле-ҡыҙлы бүтәнсә һүҙ ҡуйыртманылар. Икенсе көндө Фази ланы Бибихаят ятҡан килеш ҡаршыланы. Ҡыҙ йәне асырғанып әсәһе янына сүгәләне…
Илауҙан шәмәреп бөткән Фазила төнгө урамдан атлай. Тереклек тең әҫәре лә һиҙелмәй. Әйтерһең, оло ауыҙлы Мәскәй Ташҡыяны йотҡан да ҡуйған.
Бына уға кәрәкле йорт. Ҡыҙыҡай баҡсаға үтеп тәҙрәгә сиртте. Фазила йомошон әйтеп бөтөр-бөтмәҫтән Ғилемхан ашығып өйөнә инде.
Төнгө ҡунаҡ егеттең йоҡоһон осорҙо. Йома көн тәңгәлләп Бибихаят йортона юл тотто. Ғилемхан буласаҡ ҡәйнәһе менән йәпләп һөйләште. Фазила эштән ҡайтҡанда һурпа еҫе таралып, шыҡһыҙ өй эсе яҡтырып киткәндәй ине. Хәле рәтләнеүгә барған әсәһе түрбашта ҡыштырлап йөрөп ята.
Ҡапыл ишек асылды. Тупһала Ғилемхан, Ғәлиәбаныу апай менән Искәндәр мулла күренде. Эштең айышына төшөнгән ҡыҙ тышҡа уҡталды. Беләгенән матҡып эләктергән ҡатҡыл ҡулдар тупһаны ашатларға ирек бирмәне. Ғилемхандың иң кәрәк саҡта ҡәтғи ҡарар ҡабул итә торған һәләтен баһалап бөтмәгән ҡыҙ бер мәлгә баҙап ҡалды… Фазилалар урамында ул төндө ҡыҙҙар йоҡламаны: тиңдәш- тәре көнләште, тол ҡалған йәш ҡатындар мендәрҙәрен ҡосоп көрһөндө. Фазиланың ғына берәүҙә лә эше булманы. Үҙен бүре ауыҙына ҡыҫталған бәрәс хәлендә тойоп, өнһөҙ генә боһанып йәш түкте.
4
Ә болоттар ҡуйырҙы һаман…
Юғалған тигән хәбәр килеүгә йыл үткәс, көтмәгәндә ФазылФазиланың игеҙ һыңары һуғыштан ҡайтып төштө. Аяғы аҡһаған, һулдан ҡул суғы өҙөлгән. Фазылды алға иңкеш өйөндә берәү ҙә ҡар шыламаны. Егет аптырап йән-яҡҡа ҡаранып торған арала күршеһе Нәсимә бер тынала ауыл яңылыҡтарын түкте. Ташҡыялағы үҙгә решкә баш сайҡап аптыраған Фазыл үҙен тәүгә көсһөҙ хис итте. Фазыл ҡайтҡан, тигән хәбәр бер сәғәт эсендә ауылды урап сыҡты. Кешеләр уның эргәһенә ашыҡты. Ғилемхан да килде. Өйөнә саҡырһа ла, барманы. Аҙна-ун көн үтеүгә колхозда ышаныслы ир ҡулы өҫтә леүенә ҡыуанған Ғилемхан Зөбәйләне склад мөдирлегенән бушатып, Фазылды ҡуйҙы.
Барлы-юҡлы ашлыҡты алыр мәл етте. Иренең төшкө ашҡа ҡайт- ҡан мәлен файҙаланып, ҡулсыр ҡыҙын ҡалдырып, Фазила ата йортона йүгерҙе. Игеҙәге икәү-ара һөйләшәһе һүҙҙәре барын тенәү гөн шипкертен белдереп ҡуйғайны. Баҫыуға ашыҡҡан Ғилемхан ҡыҙын күтәреп оҙаҡлаған Фазила артынан китте.
Өй ишеге ярым асыҡ. Фазылдың гөрөлдәүек көслө тауышы ихатаға уҡ ишетелә
– Ҡайт! Балаң берәү саҡта айырыл. Боралҡылар ҡулында йәшәмә- һәң дә асҡа үлмәҫһең. Саҡ ҡына ла Хәләфте уйламаныңмы? – тип ярһыны егет.
– Ҡалайтайым һуң, – Фазила иламһыраны. – Тормош баҫмаҫ тупһаға баҫтыра икән. Әсәй шешенә башланы. Асҡа үлмәһәм, бәлки, Фазылымды күрер инем, тип тәҡрарланы. Ғилемхан һин уйлағанса, эскернә түгел. Әсәйҙе лә ҡараны. Ә Хәләфте мин һөймәгән, тиһеңме?
«Һөймәгән тиһеңме, һөймәгән, һөймәгән». Ошо һүҙҙәр Ғилемхан- дың мейеһен бырауланы, зиһенен тарҡатты. Ишекте шарран асты ла, өйгә үтте. Йоҡлаған балаһын урындыҡҡа һалды. Аңшайып ҡалған Фазиланы, уйнашлыҡта ғәйепләп, һауһаҡ ҡулы менән һуғып осорҙо. Һеләүһен тиҙлегендәй әйләнеп, һауала аҫылынып ҡалған ҡулы ыңғайында, ҡайнағаһына тондорҙо. Фазыл һике аръяғына гөрҫ итеп барып төштө. Береһе ҡул суҡһыҙ, икенсеһе төйнәк бармаҡлы бәһ леүәндәй ике ир еңешә алмай оҙаҡ ойпалашты. Балаһының зәһәрһыу аҡырыуы Ғилемханды айнытты. Ҡатынының ҡулынан Гөлйөҙөмдө һыпыра тартып алып сығып китте. Фазила ул көндө ир йортона ҡайтманы, ҡурҡты. Ғилемхан да килмәне. Имсәк таптырып көн һайын мыжыған балаһын Фазилаға алып барыуҙан башҡа сара юҡ ине. Тәҡәтһеҙ булып һөйгән Фазилаһыҙ үткән көндәр Ғилемхан өсөн ғазапҡа әйләнде. Ҡарамаҡҡа йәмһеҙ Зөбәйләне көндөҙ күреп ытыр ғанһа ла, төндәрен уның менән түшәк бүлеште. Ирҙәүкә Зөбәйлә шайы ла ярата алмайһың бит, тип ҡайсаҡ үкһене. Фазилаһының зитына тейергә тип, Ғилемхан ҡатындар менән сыуалыуын дауам итте.
5
Сүп өҫтөнә – сүмәлә
Ғилемхан Йыһанияға ла күҙ атып йөрөй. Ҡара һылыу, ҡураныс ҡына булғанғамы, был ҡатынды ҡурсаҡ тип йөрөтәләр. Нәфсеһе ташһа ла, нисек эләктерергә белмәй ул. Бөгөн булмаһа, ҡабат бер ҡасан да булмаясаҡ, типме, колхоз рәйесе ҡараңғы тартылыу менән һалдат ҡатынына юл алды. Ярым ҡоролған ҡорған аша өйҙә бер нисә һынды абайланы. Соҡалаҡ тирәләй сүгәләп ултырғандар ҙа, сыуал ауыҙына тартылған эре ҡуҙҙарға ҡарап ҡатҡандар. Тере ҡуҙҙар ҡараңғы өйҙө яртылаш яҡтыртып, күләгәләр хасил итә.
– Ҡарағыҙ әле, бисәләр, бынау күләгә минең Хәләфемдең һынына оҡшаған, – тип ҡысҡырҙы Сәлиха. Тол ҡатын Фәймә бойоғоп урынынан торҙо. Иренең үлгән тигән хәбәре килеүгә өс йыл үтһә лә, көтә, өмөтләнә бисара ҡатынҡай. Аҙаҡ күләгәләрҙең береһен Йыһа нияның ире Ғәбдрәхимгә оҡшаттылар. Бисәләрҙең юрауҙары Хоҙайҙың амин тигән сағына тура килгәндер. Хәләф тә, Ғәбдрәхим дә һуғыштан имен-аман әйләнеп ҡайтасаҡ әле.
Бисәләр ҡубарылышып ҡайтырға йыйынды. Тәҙрәгә боролған ыңғайҙа кеше шәүләһе аңғарған Йыһания кемдеңдер йорт тирәләй йөрөүен һиҙҙе. Салт уй йәшен тиҙлегендәй Ғилемхандыр тип һығымта яһаны. Ирҙең изем итеүенә ишек келәһе тотҡарлыҡһыҙ ысҡынды. Һәм… Ауыр әйбергә башы менән бәрелгән саҡырылмаған ҡунаҡ киҫкә кеүек ауып барғанын тойҙо. Иҫенә килгәндә, ҡушкө бәкте Ғилемхандың күкрәгенә терәп Йыһания тора ине. Бармаҡтары тәтегә баҫырға әҙер, телмәре ҡыҫҡа.
– Тороп артың менән сыҡмаһаң, йәҙрә менән дөпөлдәтәм. Тағы ла баҫаһы итһәң, нәфсеһеҙ һәләүәңде ҡыйып, Зөбәйләңә бүләк итеп ебәрермен. Хуш, биғәйбә, – тине Йыһания ярһып.
Эш ҡыйрата алмағанына ғәрләнеүе бер булһа, бәләкәс кенә бисәнең аяҡ аҫтында ятыуына икеләтә үртәлде, янды. Йыһания кешеҡара алдында рисуай итеүенән шигәйеп, берғауым фермала күренмәйерәк торҙо. Бөгөн эшкә килеүенә Фазиланың тәл булыуы күңелен елкендерҙе. Нәфрәтенән шартлар сиктә йөрөгән кеше тимәҫ һең. Ҡара, күрә алмауҙың эҙе лә ҡалмаған икән. Йөҙө аҡһыл ланып, һурылып киткән ҡатынын ҡосоп һөйгөһө килде. Үҙен күрмәмешкә һалышҡан Фазила ҡыҙыл мөйөшкә – кешеләр араһына ашыҡты. Ошонан һуң, Ғилемхандың бар хәстәре ғаиләһен өйөнә ҡайтарыу булды. Көндән-көн Фазилаһын яратыуына инанды. Һағынды, юҡһынды.
6
Һуғыш башланғандың өсөнсө яҙы ҡабаланып-ҡарһаланып килде. Апрель баштарында уҡ ерҙәр елһенеп ҡороно. Келәттәрҙәге һуңғы орлоҡто сәсеүгә әҙерләнеләр. Бер бөртөк бойҙайҙы тәләфләгән өсөн дә яуап бирәсәген яҡшы аңлай Фазыл. Таң һарыһынан төнгәсә үҙе лә баҫыуҙан ҡайтып килмәй.
Фазиланың да ут кеүек көйрәп йөрөүе: ҡыҙылса менән ауырыған ҡыҙының тәненән ҡыҙылсаһы тәңкәләнеп ҡойолоп бөтмәйенсә ыҙаланы.
Илле алла, алтмыш мулла менән сәсеү тамамлаған көн иҫ киткес сыуаҡ елһеҙ булды. Тотам да ҡалмай үҙенә эйәреп йөрөгән Зөбәй- ләнән ҡотолор көн булыр икән, тип Фазыл гимнастеркаһын ағасҡа элде лә кисеүгә йыуынырға төштө. Йыуынғас, ашҡа саҡырҙылар. Килгәс тә кейеменә үрелмәне. Ауыл яғынан саң борхолдатып килгән көймәле мотоцикл күренде. Хәрби кейемдәге ике кеше Фазыл менән күреште. Сәсеү эштәре менән ҡыҙыҡһынып йөрөйҙәр, имеш. Олора- ғының күҙе ағаста торған гимнастеркаға төштө. Түш кеҫәһен ҡап шаны. Кире әйләнеп килде лә, Фазылға ҡарап:
– Дәүләт милкенә ҡул һуҙыусылар һиҙелмәйме? – тип һораны.
Фазыл баш сайҡаны.
– Ә быныһы кемдең гимнастеркаһы?
– Минеке.
– Тимәк, фронтовик. Һуғыштан ни сәбәпле ҡайттығыҙ?
Фазыл ғәрипләнгән ҡулын күрһәтте.
– Тимәк, халыҡ урламай, уның ҡарауы, фронтовик ҡурмас ҡыҙҙыра.
– Башта иҫбатларға кәрәк.
– Шулаймы ни? Хәҙер булдырабыҙ, – тине лә, гимнастеркаға үрелде. Унан ике ус бойҙай түкте. Үҙ күҙҙәренә үҙе ышанманы Фазыл.
– Ә быны нисек аңлатырһығыҙ? Хәлде асыҡлағансы һеҙҙе ҡулға алырға тура килә, иптәш Йыһаншин.
Фазыл бойҙай урлаған, тигән хәбәр ауылды даңғыртты. Ғилемхан ышанырға ла, ышанмаҫҡа ла белмәне. Игеҙәгенең хәлен ишеткән Фазила был ваҡиғала Ғилемхандың ҡулы уйнауына шикләнмәне лә. Ирен уғата күрә алмаҫ булды.
Бер-ике көнгә генә һаҡ аҫтына алынған Фазылды ҡайтарманылар. Ҡәһәрле һуғыштың бишенсе яҙы килде. Ауыл кешеләре нисек тә тырышып-тырмалашып ҡара ергә аяҡ баҫты. Һуғыш яландары нан күңелле лә, күңелһеҙ ҙә хәбәрҙәр килә торҙо. Ауылда ҡәҙимге тормош дауам итте.
Тауҙарҙан өйәр булып киткән ҡар һыуынан ташҡан Атбатҡан йылғаһына һыулауға төшкән арыҡ һыйырҙарҙың береһе төпкәрәк ингән, ахыры, көслө ағымға тора алмай аға башланы. Ике ус бойҙай өсөн төрмәгә киткән Фазылды иҫләп, үҙе лә һиҙмәҫтән, һыйыр арты- нан ташланды Фазила. Яр буйында шарылдашҡан һауынсыларҙың тауышын да ишетмәне. Хәлдән тайғансы йөҙгән Фазила аҙаҡҡыһын хәтерләмәй. Күк атында яр буйлап йән-фарман сапҡан кешене генә аңғарҙы булһа кәрәк…
Яҙғы эңер ҡуйылығы өйгә һирпелеүгә күҙҙәрен асты Фазила. Аяҡҡулын ҡапшаны. Ҡайҙа ятҡанлығын төшөнмәне. Туҡта, әсәһенең борсолоулы йөҙөн ҡайҙа, ҡасан күрҙе һуң? Ҡаҙ күпмәһендә сумып ятҡандан ғына Ғилемхандың йортонда икәнен аңланы. Эҫе мәтрүшкә сәйен тота һалып ҡәйнәһе килеп етте. Ҡыҙын күтәргән Ғилемхан ҡатыны эргәһенә сүгәләне. Өсөһөнөң дә күҙҙәрендә бәхет осҡонда рын күреп, Фазила йылмайғандай итте.
– Ҡабат бер ҡайҙа ла ебәрмәйем, берәүгә лә бирмәйем, – тип эҫе тынын бөркә-бөркә һөйгәнен иркәләне Ғилемхан.
Еңеү көнөн Ташҡыя халҡы иген яланында ҡаршыланы. Изге хәбәрҙе еткерер өсөн ат башы менән сабып килгән Солтан малайын күккә сөйҙөләр. Ҡайһы берәүҙәр үкһеп иланы, ҡайһылары геү килеп ҡысҡырышты. Ғилемхан эште туҡтатырға ҡушты. Ҡаҙандарҙа күп итеп бойҙай бутҡаһы бешерергә әмер бирҙе. Еңеү бутҡаһы ябай булырға тейеш түгел тип, ҡай ике аралалыр ҡаймағын да килтерткән.
Ауыр йылдарҙа ла колхозды йөгөндөрмәй алға һөйрәгән Ғилемхан оҙаҡ йылдар етәкселек эшен йөкмәне.
Эпилог
Ут йәшел төҫкә буялған рәшәткәле баҡса буйында сал сәсле тиҫтер ике ҡарт ултыра. Ҡаласа кейенгәне төҫкә-башҡа йәшерәк, ыҫпайыраҡ күренә.
Был – Фазыл ҡарт. Ул ҡарттарға хас булмаған ҡыҙыулыҡ менән ярһып-ярһып нимәлер һөйләй. Түҙмәй, урынынан тороп китә, йәнә ултыра. Үҙен тәҡәтһеҙ булып көткән машина хужаһына ниҙер әйтте лә, тағы йорт хужаһы эргәһенә йүнәлде.
– Ике ус бойҙай урлауыңа кәнттә ышанмайым. Минең был эштә һис ҡыҫылышым юҡ, Хоҙай алды!
– Һинән башҡа кем йоғонһон миңә? – тине Фазыл ҡарт иламһырап.
Ғүмере буйы йән әрнеүе менән йәшәгән Фазылдың тауышы ҡалтыранды. Тамағы төбөнән зәғиф сыйылдау ишетелде.
– Ут булмаһа, төтөн сыҡмаҫ ине. Бәлки, һин кеше иңе менән эшләткәнһеңдер. Аяҙ көндө күк күкрәгән кеүек теге хәрбиҙәр тиген килеп төшкәндәр тиһеңме? – Фазыл хәбәрен теҙҙе лә теҙҙе. – Хәйер…
– Әйтеп бөтөр, нимәһен бисәләр ише икеле-микеле ултыраһың?
Ғилемхан бабай һарғайған күҙҙәрен зәңгәр күккә төбәне лә:
– Зөбәйләнең эше, – тине.
– Булмаҫ!
– Һинән арҡылы минән үс алды ул. Ен таяғын алыштырған бисә! Йәнәһе, һине ебәргәс, Фазила миңә әйләнеп тә ҡарамаясаҡ. Бер атҡанда ике ҡуянға тоҫҡарға уйлаған ул.
– Ә органдарға кем хәбәр иткән?
– Уныһы ла миңә ҡараңғы. Бәлки, осраҡлылыҡ булғандыр. Бәлки, Зөбәйлә, уларҙы алдан күреп ҡалып, бойҙай һалып өлгөргәндер.
Йылдар ашаһында ҡалған сәсеү тамамланған көндә салт иҫенә төшөрөп зиһене таралды Фазыл ҡарттың. Зөбәйләнең тоҡ төбөндә ҡалған бойҙайҙы ҡырынды-ниһе менән инәлеп һорап алғаны бөгөн гөләй күҙ алдына килде. Берғауым һантырап ултырҙы. Үҙен көтөп көтөккә әйләнгән такси водителенең саң борхотоп эргәһенән ҡуҙға- лып китеүен дә аңғарманы.
– Бәлки, ҡурҡынысынан да һалғандыр, тим, һинең кеҫәңә, теге хәрбиҙәрҙе күреп ҡалғас.
– Зөбәйләнең битенә сыртлатып бер төкөрәһе ине.
– Юҡ инде ул хәҙер. Киткәненә байтаҡ булды. Ир ишараты күр мәй, яңғыҙлыҡта ыҙалы ғүмер кисерҙе меҫкен.
– Һин ҡараманыңмы ни?
Яндырай холоҡло ҡайнағаһына Ғилемхан яуап бирмәне.
– Эх! Ошо ерҙә, – Фазыл ергә төртөп күрһәтте, – кендегем ҡаны тамған ерҙә һеҙ түгел, мин хужа булып йәшәргә тейеш инем, шулай түгелме ни боралҡы ә? Ғүмерем ахырынаса сит ерҙәрҙә йәшәргә һеҙ мине мәжбүр иттегеҙ? – Фазыл ҡарт быуыла-быуыла ярһыны.
– Донъялыҡтағын донъялыҡта ҡайтарайым тигән икәнһең. – Ғилемхан ҡарт көлөмһөрәне.
– Был тәңгәлдә лә хаҡ түгелһең һин, ҡайнаға! Һинеке кеүек үк минең ҡан-бабам Юлғотлоноң да тыуған ере ул Ташҡыя. Һин белмә һәң дә, олатайың белергә тейеш ине. Ҡан бабамдың яҙмышы үтә мажаралы булған. Мөҡәддәре үҙ ирке менән яҙылмаған. Шуға ла илен ташлап китергә мәжбүр булған. Быуынында етенсе булып тыуған ир бала ғына иленә ҡайтып төпләнергә тейеш булған. Был бәхет атайым иңенә төшкән. Яубаҫаровтар нәҫеле атайымдан һуң ғына ишәйә башлаған. Мин үҙем дә белмәнем, ниндәй ауыр йөктө йөкләп йәшәгәнебеҙҙе. Атайым үлем түшәгенә ятҡас ҡына был турала һөйләне. Ҡалғаны һиңә хәжәт түгел! Күрәһең, һинең кеүек, минең дә был ергә хоҡуғым бар!
Һүҙем бөттө тигәндәй, Ғилемхан ҡарт тынып ҡалды. Уның күҙҙәренән бөрсөк-бөрсөк йәш тәгәрәп төштө. Дерелдәгән ирендәрен ҡайнағаһына күрһәтмәҫ өсөн ныҡ итеп ҡымтыны.
Иркен тын алды. Ғүмере буйына йөкмәгән таштай ауыр йөктө бер тынала бушатҡан кешегә оҡшағайны ул.
Шул саҡ өйҙән йәшел күлдәк итәктәрен елберләтеп, ғәжәп матур булып ҡартайып килгән әбей сыҡты. Бабайы ҡырындағы таныш булмаған ыҫпай ҡартҡа ҡарап тартынғандай итте. Бер ҡараны, икене…
Ят кешенән ниндәйҙер таныш һыҙаттарҙы эҙләгәндәй ине уның ҡарашы. Күптән бәхилләшкән игеҙәген сырамытҡандай ҙа итте. Әллә күпме икеләнеп торғандан һуң, һеңкелдәп Фазыл ҡарттың ҡулдарына йәбеште.