+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
2 Ғинуар , 20:00

Әсә ҡоло

Иртәрәк килгәнмен икән автовокзалға, автобусға хәтлем арыу уҡ ваҡыт бар. Буш ваҡытымды үткәрергә теләп, яҡындағы киоскынан туңдырма алып, урамдағы эскәмйәгә ҡунаҡланым. Эҫе йәйҙә шул тәмлекәс кенә күңелгә ята. Ҡулымдағы туңдырманы тәмләй-тәмләй ара-тирә үткән-һүткән кешеләргә ҡарап алам. Кемдәрҙер минең кеүек ваҡыт үткәрә алмай йонсоһа, икенселәр ҙур-ҙур сумкаларын күтәреп автобусына ашыға. 

Әсә ҡоло
Әсә ҡоло

 Күбеһенсә, ҡатын-ҡыҙ йөрөй икән тип уйлап ҡына ҡуйғайным, автовокзал ишегенән сайҡалыңҡырап бер ир күренде. Бар хәленсә төҙ атларға тырышһа ла, тығыҙ ғына кәүҙә ауырлығы үҙенекен итәлер инде. Ирҙең аяҡтары бөгөлөп-бөгөлөп ала. Өҫ-башы нишауа ғына. Килешле генә джинсы салбар, өҫтөнә ап-аҡ еңһеҙ футболка кейгән. Ҡайҙа ҡарама ошо эскән кеше тип икенсе яҡҡа боролоп ултырҙым. Инде иркенләп ирей башлаған туңдырмамды тәмләгәйнем генә, артымда ғына:
– Мө-ө-өмкинме? – тигәнде ишетеп, әйләнеп ҡараһам, баяғы иҫерек тора. Эскән кешене былай ҙа йәнем һөймәй, етмәһә, ят ир-ат. Был кешегә иғтибар ҙа итмәй туңдырмамды ашай бирәм. Иҫерек әҙәм минең яуап биргәнде лә көтөп торманы, ауыр кәүҙәһе менән йән көскә гөрһөлдәп эскәмйәнең икенсе осона ҡунаҡланы. Әллә эскәмйә тигеҙ ерҙә ултырманы, әллә мин бик ныҡ ҡураныс, ир килеп ултырыу менән арыу ғына һелкендем. Ярай әле эскәмйә ситенә тотоноп ҡалдым, юғиһә, туңдырмам менән бергә ауыр инем. Алла һаҡлаһын, ояты ни тора. Асыуымдан бүртенеп, шарт-шорт сумкаларымды алып, тороп китәйем генә тигәндә, ҡаты уҫлаптай ҡулдар беләгемдән эләктереп алды.
– Ултырығыҙ! Мин тешләшмәйем. – Шул ыңғайы мине кире тартты. Был юлы мин артым ауыртҡансы эскәмйәгә һеңдем.
Был ниндәй хәл! Ниндәйҙер сит ир, етмәһә, иҫерек миңә бойороҡ бирә! “Ҡотҡары­ғыҙ!”– тип яу һалырға ғына йыйынғанда, ул һуҡ бармағын ирененә ҡуйып: “Төс-с-с!”– тине. Мин ҡурҡып, уға ҡарап ҡаттым. Ул бик иҫе китмәй генә, һул күҙен ҡыҫып, йылмайып ҡуйҙы. Шул арала “йылмайһа, матур ғына икән” тигән уй мейемде ярып үтте. Үҙ уйымдан үҙем оялып, тағы ла ситкәрәк шылып ултырҙым.
Мин өндәшмәгәс, ул да тынып ҡалды, тик оҙаҡҡа түгел.
– Шауламағыҙ, һылыу! Атыу мине хәҙер алып китһәләр, ҡайтып етә алмай ҡалам.
Тағы әллә нәмәләр ауыҙ эсенән мығырланы. Тик мин генә уны ишетмәнем, ишетергә лә теләгем булманы.
Автобусым килеү менән, тиҙерәк тороп йүгерергә стартта ултырам.
Бер ваҡыт был ир ипләп кенә минең янға шылып ултырҙы ла, ҡулын эскәмйә арҡалығына һалды. Йәнәһе лә, ҡосаҡлап ултыра. Был хәтлем дә әрһеҙлеккә иҫем китеп:
– Нишләүегеҙ был? – тип ҡысҡырып ебәрҙем. Был иҫерек минең ҡысҡырыуҙы ҡолағына ла элмәне. Үҙен тыныс тотто, миңә эйелеңкерәп, шыбырлап ҡына:
– Ваҡытлыса ғына минең ҡатыным булып тороғоҙ әле. – Асыуымдан күҙемде тәгәрәткәнгә иғтибар ҙа итмәй, эйәге менән ымлап: – Ана, күрәһегеҙме, теге автобус ҡырында полиция тора, документ, билет тикшерәләр, – тине.
– Һеҙҙең билетығыҙ барҙыр бит?
– Юҡ.
– Нисек юҡ?
– Мин вахтала булғанда билет хаҡы артҡан икән, аҡсам етмәй ҡалды.
– Эсеүгә тотҡансы билет алырға ине, – тинем.
Полицияны күргәс, ҡыйыулана төштөм. Үҙе вахтала эшләйем, ти, үҙенең аҡсаһы ла етмәгән. Әллә алдаймы? Бәлки, үҙенсә танышам тип уйлайҙыр? Бер туҡтауһыҙ һорауҙар башта ҡайнай ғына.
Түҙмәнем:
– Вахтала шулай оҙаҡ булдығыҙмы ни? Билет хаҡы артҡанын да белмәйһегеҙ, – тинем.
– Юҡ, өс ай.
– Ө-өс ай? – Асыуым аптырауға күсте. – Һеҙҙеңсә, өс ай әҙ ваҡыт булғас, күбе күпме инде ул?
Ул бик аптырамай ғына яуапланы:
– Ярты йыл.
Ишеткәнемә үҙем ышанмағанлыҡтан, бүтән һорау башыма килмәне. Ярты йыл ирһеҙ, атайһыҙ, улһыҙ ғаилә нисек йәшәй икән ул? Асыуым әҙерәк баҫыла төштө, әңгәмәсемә өйрәнеп тә барам, буғай. Уңайһыҙланһам да, бер һорау бирергә булдым:
– Ә ғаиләгеҙ?
– Юҡ минең ғаиләм.
– Атай-әсәйегеҙ ҙә юҡмы?
Ир бер аҙға тынып ҡалды. Нимәлер уйланымы, фекер тупланымы. Ултыра торғас:
– Бар. Атайым да, әсәйем дә. Хатта ҡустым да бар ине.
– Нисек инде?
– Мәрхүм ул. Ауырыуы башына етте.
Ул оҙаҡ ҡына өнһөҙ ултырғандан һуң һүҙен дауам итте:
– Ә әсәй менән атайға мин кәрәкмәйем, зато минең аҡса кәрәк! Мин бит үҙ әсәйемдең ҡоло.
Ул асылып китеп, үҙенең тормошон бәйән итте. “Мин иҫ белгәндән атайым менән әсәйем эсте. Беҙҙе өләсәй ҡараны тиерлек.

Әсәйҙәр оҙайлы запойға киткәндә, өләсәйҙә йәшәй инек. Тегеләр кеше хәленә килһә, беҙ өйгә кире ҡайтабыҙ. Кешесә йәшәп кенә китһәк, берәй ҡунаҡтан һуң тағы эскелек башлана һәм айҙар буйы һуҙыла. Беҙ тағы ла өләсәй ҡарамағына күсәбеҙ.
Шулай өләсәй ауылында йәшәп ятҡанда, ҡапыл ғына икенсе ауылға күсендек. Дөрөҫөрәге, ҡыуылдыҡ. Атай-әсәй кеше әйбере урлап тотолған. Яңы ауылға күскәс, эсеүҙәре әҙерәк булыр тип уйлағайным. Юҡ. Булмағас, булмай икән. Бында ла өй проходной дворға әйләнде. Беҙгә иғтибар булманы. Яңы ерҙә яңы мәктәп.
Талаптар икенсе. Тәүҙә башҡаларҙан айырылманыҡ, барыһы ла яҡшы һымаҡ. Тик тора-бара “ҡара һаҡал үҙең менән йөрөй” тигәндәре ошолор, беҙгә “алкаш балалары” тип ҡарай башланылар, айырҙылар. Ошолай эт типкеһендә үҫкән арала үҙ-үҙебеҙҙе ҡарарға өйрәндек. Ашарға бешереү, өҫтөбөҙҙө йыуып кейеү. Ир бала булһаҡ та, өйҙө таҙа тотоу беҙҙең бурыс ине. Тик бына уҡыуҙы алдыра алманыҡ. Бер генә яҡшы яғым булды – килешле итеп кейенеү. Үҙемде ҡарап йөрөнөм. Ваҡытында сәсем кәрәгенсә алынды, кейемем таҙа, одеколон еҫе өҙөлмәне. Шуғалыр ҙа ҡыҙ- ҡырҡын эргә-тирәмдә күп уралды. Бик иртә ҡатын-ҡыҙҙың тәнен татыу ҙа ошоға сәбәпсе булды. Ун ете йәшемдә оло ирҙәр төҫөнә индем. Үҙ йәшемдәге ҡыҙҙар “мужик” тип ҡарай башланылар.
Ҡыҙҙар, кәйеф-сафа, эскелек минең күңелемдә лә тиҙ урын алды.
Айлап дәрестәргә йөрөмәй инем. Мәктәпте тамамлағанда ла, һуңғы имтиханға күрше ауылдағы туй мәжлесенән табып алып ҡайтып, парта артына ултырттылар. Үҙегеҙ аңлағанһығыҙҙыр, һылыу, мәжлестән һуң ниндәй хәлдә булғанымды... Уҡытыусылар ярҙамында мәктәпте саҡ тамамланым. Үҙ хәлемде үҙем белгәс, юғары уҡыу йорто тураһында уйламаным да. Һөнәри училище менән генә сикләндем. Йәш саҡ шулай шау-гөр үтте лә китте.
– Ә ҡустығыҙға нимә булды ?
– Ҡустым йөрәк сире менән яфаланды. Беләһеңме, һылыу, нимәһе үкенес?
– Нимәһе?
– Бәләкәйҙән уның йөрәге ауыртҡанын әсәй белгән, тик табиптарға йөрөтмәгән. Операция кәрәк булған бит. Аҙаҡ һуң булыуы асыҡланды.
Ишеткәндәремдән шаңҡып ултырғанда, ул тағы һүҙгә килде:
– Ҡара әле, һылыу ҙа һылыу, тип өндәшәм, исемегеҙ нисек ул? Мин, мәҫәлән, Марат булам. – Ул, ихлас йылмайып, уң ҡулын һуҙҙы. Һуҙылған ҡулды яуапһыҙ ҡалдырһаң, уңайһыҙ булыр тип ирекһеҙҙән мин дә ҡулымды бирҙем:
– Гөлкәй.
– Матур исем. Гөл. Тимәк, сәскә!
Ул баһа көткәндәй күҙҙәрен миңә төбәне. Ә күҙҙәре күкһел ине.
Әйтерһең дә, төпһөҙ упҡын. Беҙҙең яҡта бындай күҙҙәрҙе “буҙ күҙ” тиҙәр. Шул уҡ ваҡытта ҡарашында моңһоулыҡ та, наҙ ҙа, өмөт сатҡылары ла күренә. Ҡапыл диспетчерҙың тауышына һиҫкәнеп киттем. Ул мин ултырып бара торған автобус тотҡарлана икәнен хәбәр итте.
– Өйләнгәнһегеҙме? – Был һорау үҙенән-үҙе әйтелде. Мин оялышымдан ҡулдарым менән ауыҙымды ҡапланым. Тик әйткән һүҙ – атҡан уҡ. Бар, тотоп ҡара. Марат оялыуымды аңланы. Баяғы кеүек матур йылмайҙы ла:
– Ҡайҙан. Әйттем бит, мин әсәй ҡоломон, – тине, уфтанып.
– Нисек инде улай?
Ул хәбәрен дауам итте:
– Өйләнмәнем. Хәйер, алкаш балаһына кем ҡыҙ бирһен дә, ҡайҙа алып ҡайтам мин уны. Айныға алмай интеккән кешеләр янынамы? Үҙем дә хәҙер...
Йылдар үтте. Яҙмыш еле төрлө ерҙәргә илтте, күп нәмә үҙгәрҙе. Хәҙер инде ҡырҡҡа еттем. Ауылда йөрөгәнсе тип Себер тарафтарына сығып киттем. Ауыҙыңды тыйып эшләһәң, аҡсаһы ла бар. Тик бер мәсьәләне яйға һалып булманы. Ул да булһа – аҡса. Эш хаҡы күскән банк карточкаһы әсәй ҡулында булды. Әйткәндәй, атай-әсәй һаулыҡтары ҡаҡшағас, эсеүҙе ташланы.
Тәүҙәрәк айҙар буйы эшләгән эш хаҡымды юлда юғалтып ҡуйыуҙан, урлатыуҙан ҡурҡып әсәй ҡулына бирҙем. Ҙур аҡсалар ҡулға эләгә башлағас, тырышып донъя көтөргә керештеләр, төҙөлөш менән булдылар. Емерелеп ятҡан кәртә-ҡуралар яңынан тороп ултырҙы. Үҙебеҙҙең йәшәгән йорт тип күҙ йомдом. “Аппетит приходит во время еды”, тигән кеүек әсәйҙең “запрос”тары үҫкәндән-үҫте. Матур йәшәй башлағастары, туғандар араһында абруй күтәрелде, хатта туғандарҙың береһе: “Ҡустым, молодец, әсәйеңде ҡарайһың, алтынға күмдең”, – тине. Ысынлап та, әсәйҙең муйынында ике ҡат алтын сылбыр, һәр бармаҡта төрлө алтын балдаҡтар. Ә минең ошо йәшемдә ни кола, ни двора. Шул ваҡыт мин әсәйҙең ҡоло икәнемде аңланым. Себер араһында ауылда ла ҡалым эштәре менән булыштым. Тик унда ла шул уҡ хәл, эш хаҡы тура әсәй ҡулына эләгә ине. Тора-бара үҙемә тип ҡалдырған кеҫә аҡсама ла әсәй хужа булды. Бирмәһәң, мең сәбәп табыла. Ҡаты ғауға сыға. Мин иң алама, эскесе, аҡса тота белмәгән, ата-әсәһенә аҡса йәлләгән, ҡәҙер күрһәтмәгән балаға әйләнәм.
Мин үҙ ҡолағыма үҙем ышанмай, шаңҡып ҡалдым. Шулай ҙа була микән ни ул? Бәлки, ул алдайҙыр? Үҙ әсәһе үҙ балаһының ауыҙынан тартып аламы ни?
– Ә атайығыҙ нимә ти һуң?
– Атаймы? Атай шулай уҡ, әсәй ҡоло. Бөтә эшләгән аҡсаһын тиненә хәтлем ҡайтарып ҡулына тоттора. Үҙенә тәмәкегә лә ҡалмай. Иң ҡыҙығы, әсәй яҡлы. Бер шулай ғауға ҡупҡанда, атай: “Бөтә әйберҙәреңде ал да, айырым сыҡ”, –тине. “Мин, бөтә әйберҙәремде лә алһам, һинең йоҡлар карауатың да булмаясаҡ”, – тинем уға. Ысынында шулай ине, бөтә өй йыһаздары минең аҡсаға алынған. Беләһеңме, Гөлкәй, мин бит бер ҡатын менән йәшәп тә ҡараным. Уның балаһы ла бар ине.
– Шунан? – Минең ҡыҙыҡһыныуым арта төштө.
– Шул. Тулы ғаилә кеүекбеҙ, мине хөрмәт итте, яратты, балаһын да матур ҡарай. Мин, ир булараҡ, өйгә аҡса алып ҡайтырға тейеш. Ә аҡса юҡ, ул әсәйҙә.
– Аңлатып ҡараманығыҙмы һуң?
– Толк булманы. “Кеше балаһы ҡарап ятҡансы, беҙҙе ҡара”, – тине әсәй. Ә беләһеңме, мин нимәгә балалы ҡатынға индем?
– Нимәгә?
– Беренсенән, эскән, өйһөҙ, яртылаш ҡартай­ған иргә кем барһын? Икенсенән, минең үҙ балам булмаясаҡ. Бер дауахана тупһаһын тапағанда, асыҡланды.
– Бала саҡта ауырығанһығыҙҙыр?
– Әллә. Бала саҡта ауырыманым да кеүек. Бер генә тарих иҫтә ҡалған ҡалыуын.
– Ниндәй тарих ул?
Ул ҡайҙалыр алыҫҡа төбәлеп һөйләүен тағы ла дауам итте. Әйтерһең дә, ул бала сағына әйләнеп ҡайтты.
– Бер кис, ғәҙәттәгесә, атай-әсәй эскән. Өйҙә шау-шыу ҡупты. Атай әсәйҙе туҡмай башланы. Беҙ ҡустым менән бәләкәй булһаҡ та әсәйҙе яҡлап араларына төштөк. Ене ҡоторған атай беҙҙе эске кейем менән генә тышҡа ҡыуып сығарҙы ла, ишекте эстән элде. Тышта һалҡын көҙ. Тәүҙә илашып ишек туҡманыҡ. Асыусы булмағас, күндек. Көҙгө әсе ел үҙәктәргә үтеп өшөтә. Бөтөнләй теш-тешкә теймәй башлағас, эт аҫтына ташлаған иҫке фуфайканы алып ябынып ултырҙыҡ. Төн уртаһында бәҙрәфкә сыҡҡан әсәй беҙҙе күреп ҡалып, өйгә индерҙе. Шул ваҡытта беҙ ауырыныҡ. Бәлки, минең түлһеҙ булыуым шунандыр ҙа. Дөрөҫөн әйткәндә, беҙ не жили, а выживали.
Тынлыҡ. Һәр кемебеҙ үҙ уйында. Мин бөтөнләй ишеткәндәремде башыма һыйҙыра алмай ултырам. Етмәһә, күҙгә йәштәр төйөлдө. Аңғармаҫтан, ҡараштар осрашты. Күк күҙҙәр мөлдөрәмә тулы йәш ине. Күрәһең, икебеҙ ҙә ҡараңғы һалҡын төндә дер-дер ҡалтыраған балаларҙы йәлләй инек.
– Аҡсағыҙ күпме етмәй?
– Ә, нимә?
– Билетҡа тейем, күпме етмәй?
– Ю-ю-юҡ, мин һеҙҙән аҡса һораманым бит.
– Һорамаһағыҙ ни, мин бирәм.
– Ю-ю-юҡ, юҡ уңайһыҙ.
Мин бик ныҡышҡас, аҡса алырға ризалашты. Тик бер шарт ҡуйҙы: бурысын минең телефон номерына ҡире ҡайтара.
Сәғәт ярым һөйләнеп ултырып айығып та китте. Беҙҙе әллә ысын ирле-ҡатынлы тип уйланылар, килеп бәйләнеүселәр ҙә, билет тикшереүселәр ҙә булманы. Ниңәлер, ошо ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә был кешене ғүмерем буйы белгән кеүек тойолдо.
Марат мин биргән аҡсаны ҡушып кассанан билет алды ла, тағы ла эргәмә килеп ултырҙы. Был юлы ул шундай шат ине. Йөҙөнән йылмайыу китмәне.
Ул күҙҙәрен мөлдөрәтеп миңә ҡарап:
– Ун минуттан автобус ҡуҙғала, оҙатаһыңмы?
– Оҙатам. – Ысынлап та, мин уны оҙаттым. Автобус ҡуҙғалғанда элекке таныштар кеүек бер-беребеҙгә ҡул болғап һаубуллаштыҡ.
Өйгә ҡайтып бер аҙна тирәһе ваҡыт үткәс, телефонға Мараттан аҡса күсте тигән СМС килде. Тағы ла бер көн үткәс, курьер бер ҡосаҡ аҡ роза тотторҙо. Гөлләмә эсендә хаты ла бар ине: “Гөлкәй һылыу, был сәскәләр һеҙҙең күңел сафлығы төҫө. Ярҙамығыҙ өсөн рәхмәт! Алла бойорһа, юлдар тағы осраштырыр...”

Гөлбикә ҺӨЙӘРҒОЛОВА.

Фото: ru.wallpaper.mob.org

Автор:
Читайте нас: