-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
10 Ғинуар , 16:30

БӘХЕТЕМӘ КҮҘ ТЕЙҘЕ

(Хикәйә) Яҙғы ҡояш нурҙары бүлмә эсен яҡтыртып, Назлияның йөҙөнә төштө. Ул һаман да йәйелгән урынында иркәләнеп ята бирҙе. Ҡатын үҙен бик бәхетле тойоп, урынынан торҙо. Ире бүләк иткән эре ҡыҙыл сәскәле халатын кейеп, аш-һыу бүлмәһенә уҙҙы. Сәй ҡайнатырға ҡуйҙы. Ә төшкө ашҡа нәмә әҙерләргә икән, тип уйланды. Уның һөйгәне әле эштә. Шуға ла яҡынын тәмле аштар менән һыйлағыһы килә ҡатындың.

БӘХЕТЕМӘ КҮҘ ТЕЙҘЕ
БӘХЕТЕМӘ КҮҘ ТЕЙҘЕ
Яратҡан ире Ғәлиәскәр һәр саҡ Назлияға оҡшаған әйберҙе алырға тырыша. Ниндәй генә эш башлаһа ла:
- Ә һин нисек теләр инең? - тип һорай ҡуя.
Шуға ла Назлия үҙен бик бәхетле ир ҡатыны итеп тоя. Бына бөгөн улар өйләнешкәнгә ун ике йыл. Тәмле ризыҡ бешереп, кискә байрам өҫтәле әҙерләргә кәрәк, тигән ҡарарға килде ҡатын.
Назлия мәктәптә уҡытыусы булып эшләй. Балаларҙы ярата ул. Үҙе уҡытҡан математика фәнен дә ярата, шул сәбәплелер инде балаларға яҡшы белем бирә, маҡталып эшләй. Коллегалары ла ярата үҙен, сөнки исеменә күрә есеме тигәндәй, Назлия ысындан да наҙға эйә. Йомшак күнелле, ярҙамсыл, мәрхәмәтле кеше.
Улар яратҡан ире Ғәлиәскәр менән Наза исемле ҡыҙ тәрбиәләйҙәр.
Назлия төшкө ашты әҙерләп, тамағын туйҙырҙы ла мәктәпкә эшкә йүгерҙе. Ә кисен ҡайтканда Наза ҡыҙы дәрес әҙерләй, ире эштән ҡайтып етмәгән ине.
- Ҡыҙым, атайың төшкө ашҡа килмәнеме?
- Юҡ, мин өйҙә саҡта ҡайтманы.
- Бөгөн беҙҙә байрам, - тине Назлия.
- Ниндәй байрам, әсәй? - тип һораны аптырашта ҡалған ҡыҙы.
- Бөгөн беҙ атайың менән өйләнешкәнгә ун ике йыл. Әйҙә, ҡыҙым атайың ҡайтыуға тиҙ генә байрам өҫтәле әҙерләйек. Район үҙәгенә йыйылышҡа киткәндер, шуға төшкө ашҡа ҡайталмаған ахырыһы.
- Әйҙә әсәй.
Назлия ҡыҙы менән бик бай байрам өҫтәле әҙерләнеләр. Тик ниңәлер ире һуңға ҡалып китте, һаман да юҡ ине. Киске ете булды, һигеҙ тулды. Назлия иренең кеҫә телефонына шылтыратырға булды. Шул саҡ телефон үҙе шыллтыраны. Назлия сумкаһында телефонын эҙләп таба алмай интекте.
- Ят номер. Алло, эйе Назлия Хәлитовна булам. Эйе.
Артабан Назлия диванға барып утырҙы. Телефондағы кеше нәмәлер һөйләне лә, һөйләне...
Телефонын тотҡан килеш диванға йығылып һушын юғалтты ҡатын. Быны күреп торған Наза йүгереп әсәһе янына килде.
- Әсәй, нимә булды һиңә? Әсәй тор-тор, күҙеңде ас!
Назлия күҙен асты, тултырып бер ҡыҙына ҡараны ла үкһеп-үкһеп иларға тотондо.
- Әсәй, нимә булды? Илама, әсәй!
Нимә эшләргә белмәгән Наза әсәһенә ҡушылып илай башланы. Ҡыҙының илаған тауышына һиҫкәнеп уянғандай булды Назлия.
- Илама, ҡыҙым, илама, ныҡ бул! Атайың инде бер ҡасан да ҡайтмаясаҡ.
- Нисек атайым ҡайтмаясаҡ? Ҡайҙа киткән?
- Китмәгән, үлгән атайың. Юл һәләкәтенә осраған.
- Нисек үлгән? - тигән һүҙҙәрҙән һуң Наза ҡысҡырып иларға тотондо.
- Балам, илама, тыныслан, - тигән һүҙҙәрҙе ишетерлек түгел ине Наза.
Ҡыҙына ҡушылып Назлия тағы ла үкһергә тотондо.
Бәхеттәренә күрше генә йәшәгән коллегаһы, мәктәп директоры Мәрзиә Мөсәғит ҡыҙы килеп керҙе.
Иҙәндә илап ултырған Назлия менән Назаны торғоҙоп диванға ултыртты, һыу эсерҙе.
- Дөрөҫ хәбәр икән. Ауыл Советы рәйесе хәбәр иткәс тә ышанмайынса хәлегеҙҙе белергә кергәйнем.
- Эйе, дөрөҫ. Ҡәйнә-ҡайным оло кешеләр. Был ҡайғыны нисек күтәрерҙәр? Үҙҙәренән алда яратҡан улдарын, берҙән-бер балаларын күмергә яҙған булған икән...
Икенсе көнөнә Ғәлиәскәрҙе район үҙәгенән мәйетхананан алып ҡайттылар. Ауыл халҡы бик күп йыйылды. Бер көн өйөндә ҡундырғас, икенсе көнө ерләнеләр. Назлия бер иҫенә килеп, бер иҫен юйып йөрөнө. Ҡыҙын етәкләп, янынан ебәрмәне. Кемдер нимәлер әйтте, ҡайғы уртаҡлашты. Назлия ишетерлек, аңларлыҡ хәлдә түгел ине.
****
Май айының матур алмағастары сәскә атҡан саҡта булды был хәл. Өс йыл ғүмер уҙҙы. Ергә тағы матур яҙ килде. Алмағастар сәскә атты. Бөгөн иренең йыллығын үткәрҙе Назлия. Был өс йыл эсендә күп нәмә үҙгәрҙе. Тик йөрәк яраһы ғына йүнәлмәне. Ғәлиәскәрҙең үлеменән һуң бер йыл уҙыуға ҡәйнәһе вафат булды. Ике йыл үтеүгә ҡайныһы ла мәңгелеккә китеп барҙы. Был үлемдәрҙе бик ауыр кисерҙе Назлия, сөнки ул етем үҫте. Иркәләп-яратып өләсәһе генә үҫтергән ине Назлияны. Кейәүгә сығып бер йыл уҙыуға өләсәһе вафат булды. Хәҙер килеп бер таянысы ла ҡалманы уның. Бик ауыр Назлияға, ҡыҙын үҫтерергә, донъя мәшәҡәттәрен атҡарырға кәрәк. Әлдә, яратҡан эшем бар, тип уйлап ала ҡатын.
Бер ваҡыт үҙ уйҙарына сумып, Назлия район үҙәгенә барырға сыҡты. Автобус килергә ваҡыт бар ине әле. Туҡталышҡа килеп етеүгә, бер еңел машина килеп туҡтаны. Водитель бик алсаҡ ир булып сыҡты. Барғансы ауыҙы ябылманы. Һорашты, үҙе һөйләне. Район үҙәгендә водитель булып эшләй икән. Һөйкөмлө ир-егет. Бик тиҙ килеп еттеләр 40 км араны. Һиҙелмәй ҙә ҡалды..
- Мин һеҙҙең ауыл яҡҡа бер нисә сәғәттән һуң кире барам. Теләһәгеҙ, ике сәғәттән һеҙҙе ошонан килеп алырмын, - тине Васаф. Ир үҙен шулай тип таныштырғайны.
- Ярай, мин риза, сөнки автобус кискә генә була беҙҙең тарафҡа, - тип, бик ихлас шатланды Назлия.
Эштәрен бөткәс, ике сәғәт үтеүгә, һөйләшелгән урынға тағы килде. Васаф уны көтә ине инде.
Ҡайтыу яҡҡа ҡуҙғалдылар, Васаф бик асыҡ кеше, оҙон юл һиҙелмәй ҙә ҡалды. Ауылға еткәс:
- Йортоғоҙға тиклем илтәм. Ҡайһы яҡта йәшәйһегеҙ? - тип һорашты ир.
- Юҡ, рәхмәт. Кәрәкмәй.
- Минең өсөн бер ҡыйынлығы ла юҡ, - тип өҙмәй ҙә ҡуймай Назлияны йортона тиклем килтереп ҡуйҙы.
- Әйҙә, сәй эсергә керегеҙ! - тигән булды ҡатын.
- Мөмкин булһа, керәбеҙ.
Күршеләренән уңайһыҙланһа ла, Назлия яңы танышын сәйгә саҡырҙы. Васаф та ялындырып тора торған кеше булманы.
Шул көндән һуң Васаф аҙнаһына ике-өс тапҡыр кереп сыға башланы. Наза ла уға өйрәнә башланы. Килгән һайын буш килмәне, күстәнәс, Назаға бәләкәй генә булһа ла бүләк тотоп килә ине.
Бер көн, Назаның 14 йәше тулған көнө, ҡыҙы менән әсәһе өҫтәл әҙерләп йөрөгән саҡта, Васаф килеп инде. Назлияға - сәскә гөлләмәһе, Назаға бүләк тотторҙо.
- Ҡайҙан белдегеҙ минең тыуған көн икәнде? - тип һораны аптырашҡа ҡалған ҡыҙыҡай.
- Белдем, уныһы сер, - тине Васаф.
Өҫтәл артына ултырғас, ул Назаны ҡотланы. Аҙаҡ тағы һүҙ һорап, Назлияға үҙенә кейәүгә сығырға тәҡдим яһыны һәм алтын муйынсаҡ бүләк итте.
Бер аҙна самаһы ваҡыт уҙғас, Назлия менән Васаф никах уҡыттылар. Яңы тормош башланды. Наза ла Васафҡа эйәләште. Көн артынан көн уҙҙы, тағы ла бер йыл ғүмер үтеп китте. Назаның бөгөн 15 йәше тулды. Назлия ҡыҙы хөрмәтенә дуҫтары, яҡындары менән ҡырға сығып байрам ойошторорға булды.
Байрам бик күңелле үтте. Тик Васаф эсһә, холҡо насар икәнлеге асыҡланды. Артабан да эштән һуң, арыным тип, бер-ике рюмка эсеп ебәрер булды. Бер көн картуф алып бик арынылар. Васаф Назлияға көсләп бер рюмка араҡы эсерҙе. Үҙ ғүмерендә араҡыны ауыҙына ла алмаған ҡатын ҡамыр булып ҡаты йоҡоға талды.
Икенсе ваҡыт тағы сәбәп табып, көсләп эсерҙе ҡатынын Васаф. Нисек кенә ҡаршы төшһә лә, үҙ һүҙен һүҙ итә белә ине Васаф. Бер көн Назлия эшкә тора алманы, йоҡлап ҡалған ине эшенә. Был хәл тағы ҡабатланды. Һәр саҡ таҙа һәм бөхтә йөрөгән ҡатын кискеһен күберәк “төшөрһә”, иртәнсәк ҡулына нимә эләгә, шуны кейеп эшкә йүгерә ине. Әлбиттә, был коллегаларының күҙенә салынмай ҡалманы, тик улар әйтергә уңайһыҙландылар, дөрөҫ аңламаҫ, тип уйланылар. Ҡайһы бер көндәрҙә иртән эшкә килгәнендә Назлиянан араҡы еҫе аңҡып торған саҡтар ҙа булғылай башланы. Мәктәп уҡыусылары барыһын да күрә, һиҙә һәм түкмәй-сәсмәй өйгә ҡайтып һөйләйҙәр ине.
Бер көн урамда ауыл ғәйбәтен һөйләргә яратҡан Ғәйшә исемле ҡатын директор Мәрзиә Мөсәғит ҡыҙын туҡтатты:
- Нимә, хәҙер мәктәпкә эсеп бармайынса уҡытып булмаймы әллә? Ана, яҡшы Назлияны әйтәм, дәрестә аяғынан да баҫып тора алмай, эсеп килә тиҙәр. Директор булып шуны күрмәйһегеҙме?
Был һүҙҙәрҙән һуң мәктәпкә Мәрзиә Мөсәғит ҡыҙы бик ҡыҙып барып инде, Назлияны математика кабинетынан барып тапты.
- Назлия Хәлитовна, был ни хәл? - тип һүҙ башланы директор. - Һеҙ иң бөхтә, иң уңған уҡытыусы инегеҙ. Бөгөн кейеп килгән әйберҙәрегеҙгә ҡарағыҙ әле – бөгәрләнгән, бысраҡ. Ауылда һеҙҙң хаҡта яман хәбәрҙәр йөрөй. Һеҙгә нимә булды?
Назлия башын эйҙе. Әйтер һүҙ тапманы. Аңлай ине ул үҙенең һаҙлыҡҡа батып барғанын. Ҡайһы бер көндәрҙә эш кейеме кейеп йоҡлап киткән саҡтарында үҙенә-үҙе аптырап уянған саҡтары ла булды.
Мәрзиә Мөсәғит ҡыҙы һүҙен тағы дауам итте:
- Һеҙ белмәгән кеше менән тормошоғоҙҙо бәйләнегеҙ. Бәлки, ул ғәйеплелер?
- Юҡ, Васафтың бер ғәйебе лә юҡ. Ғәйеп миндә генә, тигән булды ҡатын.
Шул көндән һуң үҙен ҡулға алырға тырышты ҡатын. Ләкин һуң ине инде, сөнки араҡы күрһә, үҙенең эсәһе килгәнен тоя, тыйыла алмай тағы эсә ине.
Наза ҡыҙы:
- Эсмә, әсәй, һин араҡы эскән кеше түгел бит. Нимә булды һиңә? Әсәй, мин Васаф ағайҙан ҡурҡам, һин өйҙә булмаған саҡта бүлмәмә керә, насар һүҙҙәр һөйләй. Кейенгән сағымда ишекте асып ҡарап тора. Теге ваҡыт мин мунса төшкән саҡта, мунсаға кереп сыҡты. Шундай ҡурҡтым, керҙе лә сығып китте. Мин: «Әсәй, әсәй!» - тип ҡысҡырҙым, һин ишетмәнең, йоҡлай инең.
Айнып бөтмәгән Назлия нәмәлер уйларлыҡ хәлдә түгел ине:
- Ҡуй, юҡты һөйләмә. Васаф ағайың һине ярата. Әллә нәмәләр һөйләмә. Үҙеңә ноутбук алып бирҙе, тиеүҙән ары китмәне.
Бер көн Мәрзиә Мөсәғит ҡыҙы мәктәптә йыйылыш үткәреп, көн тәртибенә Назлия Хәлитовнаның тәртибен тикшереүҙе ҡуйҙы. Һөйләшеү бик ҡыҙыу барҙы. Кемдер ғәйепләне, кемдер яҡлашты.
Мәктәп директоры:
- Назлия Хәлитовна, һеҙ ирегеҙ үлгәс үҙегеҙҙә көс табып, матур итеп йәшәп киттегеҙ, яҡшы итеп ҡыҙыңды тәрбиәләнең. Һәр саҡ өлгөр уҡытыусы булдың. Нимә булды һиңә? Бәлки, яңы тормош иптәшең ғәйеплелер һинең эсеүеңдә? Беҙ уның тураһында бер нәмә лә белмәйбеҙ бит. Ул - ситтән килгән кеше.
- Уның ғәйебе юҡ, - тигән булды тағы ла Назлия.
Был һөйләшеүҙән һуң Назлия үҙенә эсмәҫкә һүҙ бирҙе. Ләкин тағы ла көсө етмәне. Алкоголизм уның ҡанына таралған ине инде. Бәлки, дауаланыу ярҙам итер ине лә, уныһына ҡатын ашыҡманы.
Бер көн эштән ҡайтып тәмле аш бешерҙе, өй йыйыштырҙы, мунса яҡты. Өйҙәгеләр барыһы ла кисен йыйылышты. Наза ҡыҙы ҡайтып кергәс тә:
- Урра, әсәй тәмле аштар бешергән. Өй таҙа, күңелле, - тип шатланды.
- Эйе, мунса ла яғылған.
Киске ашты ашап алғас, барыһы ла мунса кереп сыҡҡас, Васаф Назлияны тағы эсергә көсләне. Назлия тағы рюмкаға үрелде. Был юлы башҡа саҡтағынан да күберәк эсте ҡатын.
Икенсе көнөнә төшкә яҡын ғына уянды. Башы сатнай, эшкә барырлыҡ хәле юҡ ине. Өйҙәгеләр ҡайҙа, Наза нишләп уятманы икән? Ҡыҙының йоҡлаған урыны йыйылмаған. Аптырап ҡуйҙы Назлия. Васаф эшкә киткән ине.
Ҡатын тышҡа сыҡты, мунсаға инеп сыҡты. Түбәһе ябыулы утынлыҡта күҙенә ниндәйҙер алһыу төҫтәге нәмә салынды. Бик иғтибар итмәне. Кире үтеп барғанында ниндәй күлдәк тора икән тип, барып ҡарарға булды. Һәм шаҡ ҡатты.
- Эй Хоҙайым! Балам, был һинме? Нимә булды һиңә? - үҙе илай, үҙе һыҡтай башланы Назлия.
Утынлыҡта алһыу төҫтәге матур күлдәген кейгән Наза ҡыҙының йәнһеҙ кәүҙәһе эленеп тора ине.
- Ҡыҙым, ҡыҙым! Ҡотҡарығыҙ!
Тауышты ишетеп күршеләр керҙе. Милиция саҡырттылар. Тикшереү башланды. Медэкспертиза уҙғарғас, ҡыҙҙы төндә көсләүҙәре асыҡланды. Шунда ғына Назлия ҡыҙының әйткән һүҙҙәрен иҫенә төшөрҙө. Барыһын да милицияға һөйләп бирҙе. Васафты эҙләй башланылар. Ул эштә булмаған. Ауылдан ҡасып сығып киткән икән, юлда тотоп өлгөрәләр ҡәбәхәтте.
Васаф Волгоград ҡалаһынан килгән, үҫмер ҡыҙҙарҙы көсләгән өсөн ике тапҡыр төрмәлә ултырып сыҡҡан әҙәм аҡтығы булып сыҡты. Ғаиләһе менән айырылышҡан, 17 йәшлек улы барлығы ла билдәле булды. Эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре медэкспертиза менән таныштырғас:
- Ул ҡәбәхәтте үҙ ҡулым менән үлтерәм, - тип ярһып-ярһып иланы Назлия.
Ҡыҙын күмеп ҡайтҡас, ҡатын үҙ уйҙарына сумды. Ире Ғәлиәскәр, ҡыҙы Наза менән бәхетле йәшәгән мәлдәрен күҙ алдынан үткәрҙе.
Ире улгәс тә үҙендә артабан йәшәргә көс тапты, ҡыҙын үҫтерҙе, донъя көттө. Тормошонда осраған бер йүнһеҙ кеше бар тормошон селпәрәмә килтерҙе ҡатындың.
Өләсәһенең һүҙҙәре иҫенә төштө:
- Ҡыҙым, бәхетеңде һаҡлай бел, күҙ тейеүҙән ҡурсала!
Бәхеткә лә күҙ тейә ахырыһы был тормошта. Бик бәхетле булырға ла ярамай күрәһең.
- Ниндәй тыныс, бәхетле тормошта йәшәгәнмен. Ысынлап та, бәхетемә күҙ тейҙе, - тип һөләнде үҙ алдына ҡатын.
 
Сафия МӨСЛИМОВА.
 
Ирина Рыбакова һүрәте.
Автор:
Читайте нас в