+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
11 Ғинуар , 20:00

ДӘРТ

Ғәли ҒАТАУЛЛИН (Хикәйә) Хәйерлегә булһын, үләм, ахыры, мин-тәсбих тотҡан Нәбиулла бер ҙә тикмәгә баш осона килеп ултырмаҫ. Берҙән-бер һуңғы юлында аҙаша күрмәһен, тип һаҡлай инде ул мине. Арса оҫталары теккән түбәтәй кейеп алған үҙе. Килештерә-ә. Тик һаҡал-мыйығы ғына бик үк мосолманса түгел, күрше баҡсаһында кәбеҫтә кимереп йөрөүсе кәзә тәкәһенекенә оҡшаған, тип әйтәйемме инде. Нисек кенә булмаһын, шәп кеше ул минең тиҫтер Нәбиулла. Уның ата-әсәһе шундай ярлы инеләр, хата ситән өйҙәре лә юҡ ине, Нәбиулланың бала сағы ер аҫтында — землянкала үтте. Ер ҡараһы күҙенә лә һеңгән, күреүенең рәте юҡ, тип уны һалдатка ла алманылар — ғәрлегенән илай-илай беҙҙе һуғышҡа оҙатып ҡалды ул. Әммә һуңынан, завферма булып алғас, күҙҙәре асылды Нәбиулланың, мин һиңә әйтәм — бер ҙә йәмһеҙ һауынсыларға абынып йығылманы.

ДӘРТ
ДӘРТ

Ирҙәрсә күркәм, ныҡ ине, дәртен ғүмер баҡый теҙгендә тота белмәне. Ҡул аҫтындағы ҡатындарға ушы китеп, яйы сыҡҡанда һыйпап-мыйпап ҡына, ләкин һис ниндәй тауыш-ғауға сығармайса ғына эшләне, йәшәне ул. Ул етәкләгән ферме районда алдынғылыҡты бирмәне. Һөт кенә түгел, үрсем дә әйбәт ине, тик ауылда, мөдирҙең тас үҙе кеүек, ҡара бөҙрә сәсле балалар ҙа күренгәләп-күренгәләп ала ине.

Пенсияға сыҡҡас, инде кикереге шиңгәс, тәүфиҡ эйәһенә әйләнеп, пеләшен түбәтәй менән ҡапланы, ҡулына тиҫбе тотто Нәбиулла бажа. Әпәттеки шул абыҫтайҙарға яҡыныраҡ булайым, тигәндер инде... Үҙенә килешә былай, шығыр-мығыр тәсбих тартыуҙарында ла ниндәйҙер серлелек бар. Шәп кеше һин, бажа: эштә терәк булдың, һирәк-мирәк мәжлестәрҙә күңелле табындаш инең. Эх, Нәбиулла, һиңә әйтер һүҙем бар ҙа бит, тик телде ҡуҙғатырлыҡ та егәр юҡ, күҙҙәреңә генә ҡарап ятырға ҡалды, еп бишмәт. Көтмәгәндә... Һис уйламағанда. Һиҙәм инде, һиҙәм...  Мәңге йәшәр кеүек инем бит.

...Мин һине, үҙемде белгәндәй беләм, тик теге саҡта, беҙ һине партияға алырға уйлағанда, ул ҡатындарым менән партияғыҙға һыйып бөтмәм мин, тип һүҙҙе уйынға бороуыңды аңламаған инем. Хәҙер төшөндөм — һин алдаша, ике йөҙлө була белмәгәнһең. Әгәр шул саҡ партияға кергән булһаң, һин хәҙер ҡартайғас, тиҫбе тотмаҫ инең! Күпме доға өйрәнгәнһең. Көйләп-мығырҙап уҡынып ултырыуың һыҙланған йәнгә еңеллек бирә. Алла, бажа, әллә ысынын да, бармы икән, ә?! Мин уны үҙ ғүмеремдә бар ҙа тимәнем, юҡ та тимәнем. Әле лә икеләнәм кеүек. Алламы инде шунда, беҙ белмәгән башҡа — икенсе донъя, бәлки, барҙыр ул, Нәбиулла! Бая һаташыу булманы ул, юҡ, булманы, беләһеңме, бажа, дөм ҡараңғылыҡты ҡыл ярған күҙ ҡамаштырғыс нур ағымына эләгеп осоп киттем мин. Осҡан һайын тағы ла яҡтыра, ҡайҙандыр сихри аһәң ишетелә, — ул тауышты аңлатып ҡына биреп булмай. Осаһы ла осаһы, алдағы балҡышҡа кереп юғалаһы килә. Юғала алманым — нур һүнде... Иҫемә килеп күҙемде асһам — ҡаршымда әпәт һин, бажа. Бик тә эсәһем килгән ине, рәхмәт, ирендәремде сылаттың. Был донъяла ныҡ терәк булдың һин, Нәбиулла бажа. Китеп барһам бәхил бул! Хоҙай бирмешҡалған ғүмерең рәхәттә үтһен!

Һинең ҡырға кем килеп баҫты ул? Ә, Ғата бит, Ғата тиҫтер. Танымай ҙа торам. Ҡапҡаһы төбөнән дә йыраҡ китә алмаған ауырыу кеше һөйрәлеп килгәс, минең хәлдәр, ысынлап та, мөшкөл күрәһең.

Ғата тиҫтер, күҙҙәреңде селт-селт йомғалама! Әллә инде илай. Иҙрит... Телем булһа. Йеңдерер инем, киптерер инем күҙ йәштәреңде һинең. Минең ҡаршымда булған гонаһтарыңды уйлап күҙең дымланалыр әле һине. Күңелең тыныс булһын, кисерә барҙым мин уларҙы. Теге саҡта, пилорамала эшләгән сағында, өй һалып аҙапланған көтөүсе Хәләфкә биргән дүртәр метрлы ҡырыҡ ете штук таҡта тураһында мине белмәй тиһеңме әллә? Һе, белмәҫ. Хәләф аҡса бирмәксе булған, һин алмағанһың. Мәгәресен, көмөшкәһен генә, кәләпүш иҫнәй-иҫнәй, эскәнһегеҙ. Әгәр ҙә мәгәр, шул саҡ аҡса алған булһаң, керендерә инем мин һине, Ғата. Хәләфкә йүнле-башлы ярҙам итергә яй табылмағанға үҙемдең дә йөрәк яна ине. Ярай һин хәлде бер аҙ еңеләйттең.

Мутлыҡтарҙы шаҡтай эшләнең инде, йәштәш. Ағастың төп менән осы колхозға ҡайтып, урта өлөшө — абҙар-ҡура йүнәтеп ятыусы колхозсыларҙың ихатаһына барып кергән саҡтар ҙа күп булды. Хаҡы, әпәт тәки, шул һаҫыған көмөшкә. Һине, Ғата, эсә тиһәләр ҙә, иҫерек сағыңды күрмәнем. Уныһын да оҫта ғына башҡара, йәшерә белдең.

Ауылыбыҙ төҙөк икән — бында һинең дә өлөшөң бар, Ғата тиҫтер! Рәхмәт һиңә! Колхозсы эш аты бит ул. Эшләй ҙә эшләй. Эшләгән хаҡын бер ваҡытта ла, хатта элек тә, алып бөтө алманы. Ә һин беҙҙекеләргә үҙ көстәрен, колхоз мөлкәте менән, яйлап ҡына, самаһын белеп кенә, аҙмы-күпме ҡайтара килдең. Ҡайһы сағында үҙеңә эләкте инде, йәштәй — мин әйтергә тейеш инем. Әгәр ҡатыраҡ бәрелгән булһам — кисер! Рәнйемә.

Шулай ҙа, бер үпкәм бар һиңә, Ғата. Ҡулыңдан оҫта балтаһы төшмәһә лә, үҙ өйөңде яңыртманың. Ә бит мин һиңә, әллә өй башларға инде, тип һөйләнгәс, иҫеңдәме, Яман соҡор буйындағы диләнкәне киҫкәндә, иң елле йөк атын — Пидәшкәне биргән инем. Оҙон арбаһы-ние менән. Үҙе аңлар, яйлап ҡына буралыҡ ағасты ташыр, тип биргән инем. Тик һинең уйың, әпәттеки, тегеләйгә боролған булып сыҡты — күрше ауылдағы бер яңғыҙ әкәйне мунсалы иттең һин. Мунсалымы ғына икән?

Үҙем урынға ҡалғас ҡына мин һинең холҡоңдо аңланым, йәшти, ғүмерең буйы, белепме, белмәйме, һауап йыйғанһың һин.

Ә минең гонаһтар Ғата, шаҡтайҙыр инде. Үҙем тигәнсә генә йәшәй ҙә, эшләй ҙә алманым — райком берҙе ҡуша, райсовет икенсене. Бына уларҙың ҡыршауында һин бейергә тейешһең. Причом — әйбәт бейергә! Өҫтәгеләр ҙә разый булһын, иң мөһиме, ауылдаштарың оҡшатһын. Маҡтанып әйтеүем түгел, нисауа “бейенем” бит мин, Ғата!? Тирә-яҡтың төшөнә лә кермәгән эштәрҙе майтарҙыҡ беҙ. Колхоз ныҡ, бай булды. Мине алып ташлағас, күпме талаһалар ҙа, ҡарайып ергә сүкмәне. Йөрәк әрней, Ғата — беҙ халыҡҡа, илгә хеҙмәт иттек. Юҡты бар иттек, закондарҙы ирекһеҙҙән урап үткән саҡтар ҙа булды... Рәхәтен әлеге хәсис етәкселәр күрә. Ә ябай халыҡ бер тинһеҙ. Бына шуға йөрәк яна, Ғата! Һуңғы йылдарҙағы әрнеү-һыҡраныу мине аяҡтан йыҡты ла, ахыры. Унһыҙ ҙа рәте киткән йөрәккә күпме кәрәк инде. Беҙ бит ил кендеге инек. Хәҙер ни көнгә ҡалдыҡ... Эх-х, Ғата, тальянды бер тартып ебәрһәм, йөрәк яныуҙарым баҫылыр һымаҡ. Иҫеңдәме, йәшлектә:

— Эх, беҙҙең “Нати”ҙар,

Баҫыуҙа бигерәк матурҙар, — тип башлаған йырыбыҙ бар ине. Уның ахырын Нәбиулла гел генә үҙенсә түңәрәктәр ине:

— Шул “Нати”ҙы күрһәләр.

Ҡыҙҙар тәгәрәп ятырҙар.

Һин дәртле булманың, йәштә. Өйләнеүең дә һуң, бер балалыҡ хутың ҡалғас ҡына булды. Һинең, исмаһам, ир бала, ә минекеләр — гел ҡыҙ. Малай булмаҫмы, тип мендәр аҫтына балта, бысҡы һалып йоҡлаған саҡтар ҙа булды. Карауат аҫтына ат һабанына тиклем һалып ҡараным. Юҡ инде... Бөттө минең фамилия! Нәҫел ебе өҙөлдө...

Һинең берҙән бер малайың да буйҙаҡ килеш ҡартайып килә. Теге саҡта, передовиктар район слетына барғас, әйттем мин һиңә, әйҙә, күрше колхоз дояркаһын малайыңа кәләш итеп алып ҡайтабыҙ, тинем. Тыңламаның. Үҙ ишен үҙе табыр, тинең. Ә теге ҡыҙ һуңынан герой булды, балалары — гел малай. Йәл ҡалды шул ҡыҙ, колхозға ниндәй шәп кадр ине.

Ғата йәштәш, әйбәт йәшәнек, әйбәт эшләнек беҙ һинең менән, һиңә тамсы ла рәнйешем юҡ. Күҙемә ҡара — аңла — бәхиллегемде бирәм мин һиңә!

...Арыным... Теге күҙ ҡамаштырғыс нур...

Шаҡтай онотолоп ятҡанмын, ахыры. Яныма инде күпме кеше йыйылған. Да-а, хәлдәр... Нүжәли... Сара, райкомдың элекке секретары, ҡырымда ултыра түгелме һуң?! Шул үҙе, идрит. Ник килдең һин, Сара? Һин мине был хәлемдә күрергә тейеш түгел инең. Или ярай, үҙең дә хәҙер әллә ни түгелһең инде. Әбей булғанһың. Эх. Сара... Ярай инде, мине һуңғы юлға оҙатырға килгәнһең икән — ултыр, бына шулай күҙемә генә ҡарап тор. Сара, беҙҙең дә шәп саҡтар бар ине бит, ә! Кешеләр белдеме, һиҙендеме — бәреп әйтеүсе булманы...

Элек, нишләптер, райкомдың өсөнсө сәркәтиптәре йә ирен һанға һуҡмаған, йә ялғыҙаҡ кәнфит ханымдар булыусан ине. Беҙҙә лә шулай. Иллә сибәр инең, Сара. Түңәрәк йөҙөндә ҡара ҡаштарың һыҙылып ятыр ине. Иң иләҫләндергәне — зәп-зәңгәр күҙҙәрең ине. Төпһөҙ ине. Кабинетыңда, президиумда Сыңғыҙхан ғәскәре лә яулап алмаҫтай крепость кеүек ултырыр инең. Ә ысынбарлыҡта — һинән дә наҙлы, ир-ат иркәһенән туя белмәүсе ҡатын-ҡыҙ күрмәнем мин. Йә, Хоҙай, кисер гонаһтарымды!

Гонаһ Сараның беҙҙең округтан депутат булып һайланыуынан башланды. Ул өс саҡырылыш рәттән депутат булды. Шәп депутат ине. Үҙе лә эшләне, беҙҙе лә йүгертте. Шатлана-шатлана йөрөнем, өйгә лә ҡайтып керә алманым ул саҡтарҙа. Депутатҡа халыҡ наказы, тигән булып кәртинкә кеүек өс ҡатлы мәктәп һалдыҡ, районда иң беренселәрҙән булып газ үткәрҙек, асфальт заводы ойоштороп, кәзә һуҡмаҡтарына тиклем асфальт  түшәнек. Һин бит инде күптәр ҡулынан үткән инең. Минең менән сыуалғанда ла тик торманың, ахыры. Беренсе сәркәтип икәүҙән-икәү генә осрашҡанда: “Ни хәл, бажай?” — тип төрттөрә ине.

Әгәр шул саҡ, һин тәҡдим яһағас, ҡатынымды итәк тулы балалары менән ташлап сығып киткән булһам, мин артабан ни намыҫ менән йәшәр инем?! Халыҡ ҡаршыһында мыҫҡал да абруйым ҡалмаҫ ине.

Һиңә лә шулай тинем. Өндәшмәнең... Киттең.

Ә мин, Сара, һуңыраҡ шуны аңланым — беҙҙең арала мөхәббәт, ысынлап та, булған бит — булған! Шул беҙ ике дүрәкте тауҙай эштәрҙе атҡарып сығырға көс биргән. Ләкин был ниндәйҙер сәйер мөхәббәт. Башҡаларҙың ғишыҡ емеше булып балалары тыуа, ә беҙҙеке — рәсми тел менән әйтһәк, социаль-көнкүреш объекттары.

Бик бирешмәгәнһең әле, Сара. Тик күҙҙәрең генә тоноҡланған. Әллә һин дә илайһың инде? Ҡуй, кәрәкмәй! Килеүеңә рәхмәт, Сара! Йөрәкте ҡыҫҡан божра бушағандай булды. Тернәкләрмен әле мин, Алла бойорһа, мин һине мари урманындағы үҙебеҙҙең аулаҡ аҡланға алып барырмын әле. Еләк ашарға ғына инде.

Сара бик илайһың, үҙеңде ҡулға ал! Һин бит ауыр саҡтарымда миңә көс бирә инең. Сара, балаларым ник ҡайтмай икән? Эй һағындым үҙҙәрен! Күреп ҡалырға ине. Ҡыҙ бала һинеке түгел инде ул... Теге саҡта һин алдыртҡан бала малай ине — ма-лай! Минеке, тинең. Бына шул больница сүплегендә ҡалған улымды күрәһем килә, бик килә. Һағындым мин уны, Сара. Алла ғына кеше йәнен алала. Беҙ Алланан да өҫтөн булғанбыҙ. Ниндәй гонаһ...

Сара, һинең ҡул дерелдәй, ә минең-йән...йән... Ник дерелдәй, шул тиклем дә тартылып сыңлай... Тағы нур... Эй, яҡтыларҙың яҡтыһы...

Янымда бер шәүлә. Кем һин? Ә, Мөнәфис, һин икәнһең. Дүрәк тә инде һин, әжәл көткән кеше янына гармун күтәреп киләләрме ни?! Хәйер, гармуның булмаһа, сәйерерәк күренер инең. Беҙ һинең менән егерме йыл эсендә күпме генә юлдар үтмәнек тә, ҡайҙа ғына булманыҡ — тальяның үҙеңдән ҡалмаҫ ине, машинаның артҡа утырғысына кәшмир яулыҡҡа төрөлөп ҡуйылған булыр ине ул... Эштәр бешеп етмәгән сағында күңелһеҙләнеп китһәм, һин, минең күңелде күтәрергә теләп, яйын табып, ҡулыңа тальяныңды алаһың — болотто тарата, йәшәү дәртен ҡуҙғата ине гармун моңо. Кәйеф шәп булһа, мин, артҡы ултырғысҡа ҡырын төшөбөрәк, тартып ебәрәм гармунды. Һин, руль бороғолай-борғолай, йырлайһың. Шәп һинең тауыш. Тыңҡыш танау Салауатың бер ситтә торһон.

— Тыуған яғым — гөлдәр иле,

Боронғо Болғар иле,

Бөгөнгө көрәштә, хеҙмәттә

Еңгән батырҙар иле.

Башҡорт урманында ла, ҡаҙаҡ далаһында ла, чукча сумаһында ла һайраттыҡ без тальянды. Ә иң шәбе, хәтереңдәме икән, Мәскәүҙә булды. Теге, керамзит заводын төҙөр өсөн фатиха алалмай ыҙаланғанда. Барҙыҡ шулай Мәскәүгә. Инде нисәнсегә. Мин Госпланға кереп киттем. Һин машинала, урамда ҡалдың. Эй көтәм кәрәкле кешене, эй көтәм — юҡ ҡына бит. Секретары: — Кремлдә, — ти. Инде көн кискә ауышҡанда килеп керҙе был. Беләм мин уны, ике килеүемдә лә: “Теге нимәнән юғары һикереп йөрөмә”, — тип мине бороп сығарған ине.

Ул да, Иван Петрович та, мине таныны. Приемныйҙа уны көтөүсе кәттәләр күп ине, улар менән эйәген һелкетеп кенә иҫәнләште лә, минең янға килеп ҡулын бирҙе.

— Урамда фәлән номерлы “Волга” һеҙҙекеме? Яңлышмаһам, Башкириянан бит һеҙ, — ти. “Эйе”, — мин әйтәм.

— Көтөгөҙ! Мин һеҙҙе иң һуңынан ҡабул итермен, — ти.

Ҡабул итте Иван Петрович. Минең ҡағыҙҙарға күҙ йүгертеп сыҡҡас, бер һүҙ ҙә әйтмәйсә, уларҙы өҫтәл тартмаһына бикләп ҡуйҙы. Хыялымда инде төҙөлөп бөткән завод ишелде лә төштө шул саҡ... Шунан һуң Иван Петрович беҙҙе Мәскәү ҡырындағы дачаһына ҡунаҡҡа саҡырҙы. Был беҙҙең өөсн көтөлмәгән хәл ине. Аптыраныҡ беҙ, Мөнәфис.

Өҫтәл артына ултырғас, Иван Петрович ябай ғына ҡырлы стакандарҙы мөлдөрәмә тултырып тост әйтте:

— Үҙебеҙҙең Башҡортостан өсөн күтәрәйек әле бер, егеттәр!

Күҙҙәребеҙ шар булды — баҡһаң, Иван Петрович Баҡалы керәшене икән!  Хәлдәр... Ул һинең, Мөнәфис, “Волга”ның быялаһы төшөрөлгән ишегенән аяҡтарыңды һуҙып ятып ҡына гармун һайратыуыңды ишеткән, күргән икән. Рәхмәт, Мөнәфис, шул саҡ нәҡ кәрәкле саҡта, нәҡ кәрәкле урында гармун уйнауыңа рәхмәт! Нисек тура килә тиген, ә?!

Башҡала мәрйәһенә өйләнгәндән һуң Баҡалыға ике-өс кенә ҡайтып килгән Иван Петрович тыуған яғын ифрат һағынған ине. Бик килешле итеп Мөнәфискә ҡушылып йырланы.

Еҙ ҡыңғырау тағып ҡына,

Аттарҙа сабып ҡына,

Ҡайтыр инем йәшлегемә

Тик һине алып ҡына.

“Эх, егеттәр, мин бит ауыл егеттәренең гармун тартыуын, шул гармунға ҡушылып йырлауҙарын шундай һағындым, бары тик ауылса ғына, ысын итеп яңғыраған  моңға шундай һыуһаған инем. Рәхмәттәр һеҙгә. Баҡалыға ҡайтҡандай булдым”.

Ҡара төнгә ҡәҙәр, һинең менән, Мөнәфис, алмаш-тилмәш гармун тарттыҡ. Рәхәтләнеп, арымай-талмай тарттыҡ, ә Иван Петрович, еңдәрен һыҙғанып, иҙеүҙәрен шыр асып, егеттәрсә башын килешле генә артҡа ташлап, йырланы ла йырланы. Тыпырҙап бейеп тә алды. Беҙҙән һис ҡыйынһынмай илап та алды, әйтерһең дә, керәшен ауылының бер мужигы инде.

— Минең атайым ауылдың шәп йырсыһы ине. Мин дә йырһыҙ йәшәй алмайым. Тик был Мәскәүҙә урыҫса ғына таҡмаҡтарға кәрәк. Эш, ҡатын арҡаһында мин бит әсәйҙе ерләргә лә ҡайталманым, — тине ул, әрнеп. Һәм шундай итеп һүгенде, бороп-бороп ҡатлап шундай итеп һүгенде, уның һүгенеү һөйләме, мин уны һуңынан яҙып алдым, илле ете һүҙҙән тора, ләкин араһында бер генә оятһыҙы ла юҡ ине. Бындай һүгенеүҙе бары тик үҙ диненән, үҙ мөхитенән мәжбүри айырылған кеше генә килешле итеп борғолай-һырғалай ала.

Икенсе көндө беҙҙең эштәр, бер ниндәй тотҡарлыҡһыҙ, түңәрәкләнгән ине инде.

Шулай итеп, Мөнәфис, һинең тальян Мәскәүҙе яулап алды, колхозды заводлы итте. Шәп егет ине Иван Петрович! Тик Баҡалыға ғына балҡып ҡайта алманы. Һәм ҡайта ла алмаҫ инде — Мәскәү зыяратында уның баш осонда тәре тора...

 Күп кенә хәтирәләрҙе иҫкә төшөрҙөң бит әле, Мөнәфис. Килеүеңә рәхмәт! Һине күргәс, йөрәк һыҙлауын да онотоп ебәргәнмен. Эх, туҙан туҙҙырған саҡтарҙы хәтерләтеп бер һыҙҙырып ебәрһәң ине, Мөнәфис! Ҡушылып йырламаһам да тыңлап ҡарап ҡына торормон.

Маладис, Мөнәфис, һин мине күҙ ҡарашымдан да аңлайһың инде ул, ана шулай, яйла гармуныңды, уйна, әйҙә, уйна! Кеше һүҙен тыңлама.

...Гармун моңо. Ҡолаҡтың сыңлауы аша баштараҡ әллә ҡайҙан, йыраҡтан ишетелер-ишетелмәҫ кенә булып ҡына торҙо ла, аҡрын-аҡрын ғына яҡыная төштө. Инде көйөн дә самалап, айырып була — “Юлдар”ҙы — минең иң яратҡан көйөмдө уйнай Мөнәфис!

— Биҙмәгәндәй йәшәү бәхетенән,

Юл йөрөүҙән мәңге биҙмәм мин....

Уйна, Мөнәфискәйем, уйна. Уйларға ла ҡурҡам — тоноҡ ҡына булһа ла ишетә башланым түгелме һуң мин?! Йөрәктәге ялҡында ла һүрелгәндәй, һүрелә төшкән кеүек.

Юлдар, юлдар, ауыр булһа булһын,

Тик һуңғыһы ғына булмаһын.

Бер үк тальяның талпыныуынан туҡтай күрмәһен, Мөнәфис! Ҡырыңдағы кешеләр, әжәл ҡосағындағы Хоҙай бәндәһе янында ниндәй гармун уйнау ул тағы, тип һиңә асыуланып, сәйерһенеп, аптырап ҡарап торһалар ҙа — уйна! Тыңлама береһендә! Тик миңә ҡара. Күҙеңде һөртөп ҡара, ниңә миңә күҙ йәштәреңде күрһәтәһең — мин ҡыҙғаныс бәндәме ни. Бына шулай. Йылмайып, дәртләнеп, осоп китерҙәй булып уйна — минеңсә.

Тальян моңо йөрәктең тимер ҡыршауын бушатты, тәндәге тамырҙар буйлап ҡандың һиҙелер-һиҙелмәҫ кенә ғөжөлдәп ағыуы ла ишетелгән кеүек. Тағы бушлыҡ. Ҡараңғы бушлыҡ. Рәхәт бушлыҡ. Әллә тибрәнеп кенә осам, әллә йөҙәм...

Кем минең ҡулыма ҡағылды, кем уны күкрәгем өҫтөнә ҡуймаҡсы була? Ә, райондың элекке хужаһы бит. Минең хәлде ишетеп килеп еткән инде был. Үҙ кейәүен колхоз рәйесе итер өсөн мине, утыҙ ике йыл хужалыҡты тартҡан кешене, юҡ-бар сәбәптәр табып, эштән бушатҡан кеше бит был! Ни намыҫы етеп ул минең яныма килгән, еп бишмәт! Мин уға мәңгелек рәнйештәмен. Минең бит әле эшләрлек хутым бар, теүәлләйһе эштәр ҙә бихисап һәм, шикләнмәй әйтә алам — халыҡ ҡаршыһында абруйым да ҙур ине. Ә был, хәсис, мине сүплеккә ташланы. Һәм ни өсөн, кем өсөн — никудышный кейәүе өсөн. Күрһәтте кейәүе үҙенең кемлеген — бер нисә йыл эсендә колхозды һуҙып һалды. Аҡыртып таланылар. Иртәнән кискә тиклем бил бөккән ауылдаштарымдың һуңғы ыштан-күлдәктәрен һалдырҙылар. Бынан да әшәкелек буламы икән? Юҡ! Ни йөҙҙәре менән минең ҡырыма бабалы-кейәүле килеп баҫҡандар былар?! Нимә, был ҡарттың үлгәнен күреп шатланайыҡ әле, тип килдегеҙме? Етмәһә, ҡулдарымды күкрәккә ҡуйып маташа, яффил. Ясин сыҡмаҡсы булаһыңмы? Шиш һиңә!

Килеүегеҙгә улай ҙа рәхмәт, әгәр ҡара йөҙөгөҙҙө күрмәһәм, мәңгелеккә иҙерәп тә киткән булыр инем, бәлки. Эй шатланыр инегеҙ, нәкәнис осланыҡ быны, тип һөйөнөр инегеҙ. Шалишь! Ғүмер баҡый мин дуҫтарымды көйөндөрмәнем. Мөнәфистың гармун моңо мине мәңгелеккә йоҡоға талыуҙан уятып, зиһенемде яҡтыртты. Ә һеҙ, епбишмәттәр, мине йәшәргә сәмләндерҙегеҙ. Юҡ инде, Хоҙай бирмеш ошо матур донъяларҙы мин һеҙҙең кеүек әшәке йәндәргә ҡалдырып китмәмен, ахыры, Алла бойорһа!

— Ал шаҡшы ҡулыңды?!

Сеү, ни был? Миңә табан эйелгән ҡара йөҙ, тертләп, ҡулын тартып алды түгелме һуң? Ярабби Хоҙа, әллә ауыҙымдан һүҙ сыҡтымы?! Йөрәк асыһы әллә телемде астымы? Тағы өндәшеп ҡарайым әле.

— Күҙемә күренмәгеҙ — во-он!

Ярабби, ҡолағым яңылыш ишетмәйҙер ҙә инде — йомшаҡ булһын, әлегә хәлһеҙ булһын, ә шулай ҙа минең үҙ ауыҙым менән әйткән һүҙҙәрем бит был!

Ике ҡара шәүлә сығып китте.

Етмеш дүрт йәшлек пеләш башына һалдат кепкаһын егеттәрсә ҡыңғыр һалған Мөнәфис, тальянына ҡушылып, йырлай, аҡрын ғына, тәмен белеп кенә йырлай. Хас та беҙҙеңсә — ҡарттарса.

— Типһен йөрәк. Һүнмәһен дәрт,

Дәртлеләргә яҡты юлдар бар.

Моң ойота, иҙерәтә, күңелде йылыта...

Фото: triptonkosti.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: