+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
25 Ғинуар , 20:00

ЯҢЫ ЙЫЛ

(Хикәйә) Хәлимә йәшләй генә ҡалаға сығып киткән ине. Гөлсейәләрҙән өс өй аша ғына уларҙың өйҙәре. Әсәһе Мәхмүзә инәй ҡарт инде хәҙер. Яңғыҙы ғына тора. Гөлсейәләргә көн аша тиерлек килеп йөрөй әбей.Иркәләтеп кенә үҫтергән бер бөртөк кенә ҡыҙы Хәлимә Мәхмүзә әбейҙең. Һигеҙҙе бөттө лә ҡалаға сығып китте. Ниндәйҙер училищены бөткән тиҙәр. Оҙаҡ йылдар стройкала эшләгән, хәҙер ни менән көн күрәлер кешегә билдәһеҙ. Эсеүгә һалышҡан тип тә ишетелде. 

ЯҢЫ ЙЫЛ
ЯҢЫ ЙЫЛ
Бик күптән тыуған ауылына ҡайтып әсәһенең хәлен дә белгәне юҡ. Әле бына шул апайҙы осратыуына Гөлсейә шатланып бөтә алманы. Әгәр ул осрамаһа, ҡайҙа барыр ине ул ят ҡалала?
Хәлимәгә ҡыуана ҡыуана эйәреүсе Гөлсейәнең квартираға килеп инеү менән, йөрәге "һулҡ" итеп сәнсеп ҡуйҙы.
Өй эсен томан кеүек тәмәке төтөнө сорнап алған. Бер төркөм ҡатын-ҡыҙҙар өҫтәл артында тәмәке тартып, араҡы эсеп, күңелле генә гөжләшеп ултыралар ине инде.
- Ауылдан һеңлем килде, исеме Гөлсейә - тип Хәлимә барыһы менән дә таныштырып сыҡты. Яһалма керпектәр, бүрттерелгән бүлтәйеп торған иренле, самаһыҙ биҙәнгән ҡатындар һәр береһе ҡул биреп Гөлсейә менән күрешеп сыҡтылар.
- Таныш булайыҡ, мин Надя булам.
- Гөлсейә.
Надя тигәне алсаҡ ҡына ихлас күренде ҡыҙға.
- Ә мин Света.
Светаһы ҡылансыҡланып ҡына күреште. Шаян хәбәрҙәр һөйләп көлдөрҙө.
- Альбина.
- Саша.
- Данил.
- Ваня.
Ир егеттәр ҙә ҡул биреп күрешеп бөткәндән һуң, ҡыҙҙы әйҙүкләп түргә индереп ултыртып ҡуйҙылар. Улар ингәндә үк башланған мәжлес күңелле генә дауам итте.
Эльвира әхирәтенә тип алып килгән күстәнәстәрен Гөлсейә Хәлимә апаһына бирҙе. Апаһы ҡыуанды ауыл күстәнәсенә, Гөлсейәне ҡосаҡлап суп та суп үпте.
Гөлсейә асыҡҡан булһа ла, ризыҡҡа ҡағылырға ҡыймай ултыра бирҙе. Бүре өйөрөнә килеп ингән кәзә бәрәсе хәлендә ине ул ошо ваҡытта. Һауыт - һаба бысрағыраҡ, өҫтәлдәге һый ниғмәт тә артыҡ оҫталыҡ һалынмай ғына, зауыҡһыҙ әҙерләнгән ине. Өй эсендәге бысраҡлыҡҡа, ҡотһоҙлоҡҡа аптырап ҡалған ҡыҙ, үҙ әсәһенең нур балҡытҡан өйөн, тәмле татлы аш һыуҙан һығылып торған өҫтәлен күҙ алдына килтереп, күңел төбөндә үкенес хисе барлыҡҡа килде. Өфө тип сығып китеүенә үкенеп бөтә алманы. Әгәр ауылда ғына ҡалған булһа, әсәһе бешергән билмәндәрҙе ашап ҡына ултырыр ине. Клубҡа сығыр ине. Моғайын Васил да сыҡҡандыр әле.
Ҡыҙға араҡы ҡойоп бирҙеләр. Света эргәһенә килеп тороп ҡыҙҙы эсергә ҡыҫтаны. Коля еҙнәһе әле ул ризыҡты, әле был ризыҡты балдыҙы алдындағы тәрилкәгә һалды. Еҙнәһе былай арыу кешегә оҡшаған. Ҡыҙға яҡын туғаны һымаҡ ҡәҙер-хөрмәт күрһәтергә тырышты. Саша тигәне бигерәк әрһеҙ булып сыҡты. Ҡулын ҡыҙҙың йә яурынына йә биленә һалды. Гөлсейә ҡурҡыуға төштө. Ҡыҙ ванна бүлмәһенә инеп һығылып ҡына илап алды. Телефондан уға быға шылтыратты, тик һөйләшеп ҡуйғандай береһе лә трубканы алманы.
Хәлимә апаһы ҡыҙҙы ҡабат өҫтәлгә саҡырҙ. Үҙе арыу ғына ҡыҙып та алған ине. Яңы йыл сәғәте һуҡҡан ваҡытта ҡунаҡтар барыһы ла тиерлек иҫеректәр ине инде. Байрамды шау гөр килеп ҡаршы алдылар. Кемеһелер ҡысҡыра ҡысҡыра тост әйтте, кемдәрелер илашты, иреште. Аҡыртып ҡуйылған музыкаға бейеп маташтылар. Иң аҙаҡтан килеп ингән Рома исемле ир Гөлсейәгә ысынлап бәйләнә башланы. Бейергә төшөргә һөйрәкләне, ҡыҙ бейемәйем тип ҡаршылашып ҡараһа ла, күтәреп тигәндәй алып сыҡты. Көслө ҡулдарҙың һыға ҡосаҡлауынан йырыла алмаған ҡыҙ, ҡалтырана ҡалтырана өйөрөлөргә мәжбүр ине. Йөрөй торғас Рома ҡыҙҙы үбергә ынтылды, араҡы еҫе борҡоп тороусы һаһыҡ ауыҙҙан көс хәл менән ысҡынды ҡыҙ. Ул арала ҡайҙалыр юғалып торған Хәлимә килеп инде. Романың Гөлсейәгә бәйләнеүен күргәс, ҡыҙҙы икенсе бүлмәгә алып сыҡты.
- Бәпесем, һин арының шикелле. Урын һалам, йоҡлайһыңмы?
- Йоҡлар инем апай.
Йоҡо бүлмәһендә өс карауат тора. Төптәге карауатта бер ҡыҙ йоҡлап ята ине. Ҡара ҡаршы тороусы ике карауаттың береһендә бер ҡарт ята ине. Ҡарттың ҡаршыһындағы карауатҡа Гөлсейәгә урын һалып биреп, Хәлимә ҡунаҡтар яғына сыҡты .
Коля еҙнәһенең атаһы тинеләр бабайҙы. Бабай әллә иҫерек инеме, әллә аҡылға зәғиферәк булдымы, таяғын болғап ҡыҙға һуғырға киҙәнде. Гөлсейә ҡурҡып ята торғас сыҙаманы, ҡысҡырып илап ебәрҙе. Тауышҡа Хәлимә менән Коля йүгереп инделәр. Хәлде аңлағас, Хәлимә йоҙроҡтарын төйөп ҡартты туҡмай башланы. Уға Коляһы ҡушылды. Бабайҙы иҫһеҙ итеп туҡмап һалып ҡуйғас, икәү ара талашып алып киттеләр. Улар мәжлес барған бүлмәгә сығып китеү менән ҡыҙ ырғып торҙо. Тәҙрә төбөндәге карауатта ятыусы ҡыҙ ҙа тороп ултырған ине. Гөлсейә шул ҡыҙ баланан үҙенә такси саҡыртыуын үтенде.
Такси килеү менән, Гөлсейә апаһы менән хушлашып та тормайынса, йүгереп сығып ултырып китте. Таңғы сәғәт биш тулып килә ине инде. Вокзалға килеп төшөп ҡалды ул. Төнгө вокзалда кеше күп түгел, ләкин йөрөп тороусылар бар. Кемеһелер ултырған килеш серем итә. Һыуыҡ, ҡотһоҙ вокзалда үҙен тыныс тойған ҡыҙ эскәмйәгә килеп ултырып күҙҙәрен йомдо.
Улай былай үтеп йөрөүсе милиционерҙарҙың барлығы күңеленә һиллек өҫтәне. Мәхшәрҙән ҡотолоуына ҡыуана ҡыуана йоҡларға тырышты, әммә йоҡлай алманы.
Кире ҡайтыуға поезд кискә генә була.
Ҡыҙ көнө буйы вокзалда ултырып саҡ кисте еткерҙе.
Ауылына ашҡынып ҡайтты ул. Өйҙәренә килеп инеү менән, ҡотолдом тип шыбырланы.
Икенсе көндө кис клубҡа сыҡты Гөлсейә. Байрамға ҡаланан йәштәр күп ҡайтҡан ине. Клубта йәнлелек, шау шыу.
Класташтарының ҡосағынан йырылып ҡыҙ күҙҙәре менән берәүҙе эҙләне. Аҡ бейеү иғлан ителгәс, ҡыйыу рәүештә Василдың алдына барып баҫты Гөлсейә.
Көй ыңғайына еңел генә өйөрөлдө улар. Ҡыҙ маңлайын егеттең сикәһенә терәне, күҙҙәрен йомдо. Ошо кешенән дә ҡәҙерлеһе юҡ икәнен йөрәге менән тойҙо ҡыҙ. Ҡала ла, фатиры ла ҡиммәтле машинаһы ла, буй етмәҫлек ҡала егете лә кәрәк түгел ине уға.
Моңло көй дауам итте. Ҡыҙ һәм егет өйөрөлдө лә өйөрөлдө ...
 
Фото: ejansura.ru
Автор:
Читайте нас: