+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
26 Ғинуар , 20:00

ӘСӘЙ БИРГӘН БӘХЕТ Рәйсә ИҪӘНБАЕВА

 Сания сәй табыны әҙерләгән өҫтәл янында уйға ҡалып, тәҙрәгә текләгән дә, бер нәмәгә иғтибар итмәй ултыра бирҙе. Яһап ҡуйған сәйе лә күптән һыуынды, үҙе лә көндәгесә эшкә ашыҡмай, күңеле тартманымы, әллә эшләгән эшенән бөгөн ял итергә уйланымы, үҙе лә аңламаны. Уның кисә күргән киноһы әллә ниндәй хәтирәләргә алды ла китте... Төп герой үҙенең яратҡаны икенсе кешегә кейәүгә сыҡҡас, туй алдынан шул ҡыҙға: “ Мин һине көтөрмөн. Тормошоңда ярҙам кәрәкһә, ауыр саҡтар булһа, миңә ышан!”– тигәйне. Шул кино геройы уны бала сағына, йәшлек йылдары хәтирәһенә әйҙәне лә инде.

ӘСӘЙ БИРГӘН БӘХЕТ Рәйсә ИҪӘНБАЕВА
ӘСӘЙ БИРГӘН БӘХЕТ Рәйсә ИҪӘНБАЕВА

 Ул ваҡытта уның менән ошолай, ошоға оҡшашыраҡ хәл булғайны шул. Ул бала сағынан алып, ниңәлер гел малайҙар менән уйнаны. Эргәләрендә былай башҡа ҡыҙҙар ҙа булманы шул. Шуға ул үҫә төшөп, уҡырға ингәс тә, училищела уҡығанда ла егеттәр менән дуҫ булды.

Эйе, теге йылдарҙа Юныс уны шул һүҙҙәр менән киске йәштәр уйынынан оҙатҡайны.

 – Ярай, Юныс, көтөп ыҙалама, ауылда ҡалғансы, берәй ергә барып уҡы. Һин бит машина йөрөтә беләһең. Атайың кеүек тимер аттарға маһирһың, Диләфрүҙ апай әйткәнсә, – тип, йылмайып ҡуйҙы.

 – Юҡ, мин уҡыу тураһында әйтмәйем, икенсе нәмә тураһында әйтергә уйлағайным.

 – Әйт һуң. Нимә тураһында?

 – Сания, һиңә берәйһе оҡшаймы? Ней ҡыҙҙарҙы әйтмәйем. Берәй егетте оҡшатҡаның бармы?

 – Әлбиттә. Һин мине беләһең дә инде. Мин ҡыҙҙар менән дуҫ булыуға ҡарағанда егеттәр менән дуҫлашыуға “за”. Улар серҙе ныҡ тоталар, күп һөйләмәйҙәр. Нимә тиһәң дә егеттәр менән дуҫлыҡ, урыҫтар әйтмешләй “ как за каменной стеной” белдең? – тип, Юныстың яуырынына усын һалды.

 – Аңлашыла. Мин уны ла әйтергә теләмәнем. Мин һине, – туҡтап торҙо ла, ике ҡуллап Санияны яуырынан тартып үҙенә бороп, сикәһенән үбеп алды.

 Быны көтмәгән Сания албырғап ҡалды, кеше күреп ҡуймаһын тигән шикелле, ҡараңғы төндә йән-яғына ҡараны. Юныс ҡапыл ғына ҡулдарын алды ла:

 – Ғәфү ит, был үҙенән үҙе килеп сыҡты.

 – Ә мин һиңә бөтөнләй икенсе үтенесте еткерергә уйлағайным. Әйтәйемме? Уны бик ныҡ сер итеп Фәнилә әйтте.

 – Нимә тине.

 – Юныс, Фәнилә һине ярата бит. Оҡшата ҡалһаң, уға иғтибар ит әле.

 – Юҡ. Булмай. Сердце занято. Әйтәйемме? Мин һине хәҙер ике йыллап яратам, – тине лә тағы ҡосаҡланы, тик был юлы ул Санияның битенә үрелмәне, – Мин һине шулай гел генә ҡосаҡлап алып йөрөр инем. Хатта һине күтәреп йөрөтөргә лә ризамын. Яратам мин, аңлайһыңмы. Беҙ хәҙер теге йылдарҙағы уйынсыҡтар менән бүлешә алмай йөрөгән малайҙар йәшенән үттек. Әсҡәт тә һине ярата. Ул башта миңә әйтте. Беҙ бит дуҫтар. Һиңә юл ҡалдырҙыҡ. Кемде һайлаһаң да беҙ дуҫтар булып ҡалырбыҙ.

 Улар шулай аңлашып бөтмәйенсә айырылыштылар, ә Сибай вокзалында уны Әсҡәт оҙата килгәйне. Улар үҙҙәре ятҡан ятаҡты ремонтлайҙар, шуға ла ауылда түгел ине... Бөтә студент егеттәрҙе саҡырып ун көн ярҙам итергә йәлеп иткәндәр. Уның менән дә йылы ғына хушлаштылар, тик Әсҡәт поезд ҡуҙғалыу тураһында хәбәр иткәстәр ҙә Санияның ҡулына хат тотторҙо.

 – Өфөгә барғас уҡырһың, – тине лә вагондан һикереп төштө.

 Ул әле лә Өфөгә нисек барып еткәнен хәтерләй алмай. Берҙән, Юныстың әйткәндәре албырғатһа, икенсенән, Әсҡәттең хаты сумкаһында ятһа ла, уны тотоп алғанда, ҡулдарын өтөп, күҙгә күренмәгән ялҡын менән йөрәген яндырҙы. Нисек инде дүрт-биш йәштән бергә уйнап үҫкән дуҫтарың икеһе бер юлы һине ярата... Нисек?.. Былай булыуы мөмкин түгел. Ул бит уларҙы дуҫ итеп ярата, башҡаса булыуы ла мөмкин түгел. Шул уйҙар йомғағын сисә алмай Өфөгә нисек барып етеүен әле лә теүәл генә хәтерләй алмай. Әле бына шул кино геройҙарын уйлап, үҙе тураһында уйға бирелеп, сәғәтенә ҡараһа, дәрескә лә биш минуттай ғына ваҡыт ҡалған. Ҡапыл ниндәйҙер уй килеп, мәктәп директорына шылтыратты. Уныһы урынында булмай сыҡты. Хәнифә Заһитовнаға шылтыратты ла:

 – Хәнифә Заһитовна, бөгөнгө көнгә миңә отгул бирегеҙ әле, ниңәлер хәлем юҡ, давлениемы икән, баш әйләнә, – тип, бер аҙ хәйләләп, ял һорап алды.

 – Ярай, фельдшерҙан справка йәки отгулға заявлениеғыҙ булһын Сания Рәфилевна, – тип, трубканы һалды.

 Балаларҙы мәктәпкә оҙатҡас, яйлап йөрөп ял көнө йыйыштырып бөтөрмәгәндәрен йыйыштырып, керҙәрен йыуып, уйҙарынынан арынырға теләне, тик төш ауыуға ул, ысынлап та, бик ҡаты башы ауыртып ятырға мәжбүр булды. Үҙ алдына “Бына, юрағаның юш килә” тигәне ошолор инде. Бер ҡарамаған телевизор ҡарап, нимә уйланып йөрөргә инде миңә, тип үҙенә көйөп алды. Шулай тип уйлап өлгөрҙәмө-юҡмы, ҡапыл ғына йөрәге бик ҡаты итеп сәнсеп алды. Ошо минутҡа тиклем, башын яулыҡ менән һыға бәйләп бөтөр тип көткән Сания, хәлһеҙ генә килеш аптечка һауытынан йөрәк дарыуы эҙләй башланы. Нитроглицерин табып тел аҫтына һалды ла ятып тороға тип диванға ҡарай атланы. Шул ваҡыт уға өй эсен йылытып торған ҡояш нуры күҙенә һирпелде. Ҡалай ныҡ ҡыҙҙырырға уйлай, тип уйланы, аръяғын хәтерләмәй.

 – Сания, Сания, Сания тейем, нишләнең, ниңә улай ятаһың, – тип, сикәләренә һуғып, һыу һирпеп торған ҡәйнәһен күреп аптырап китте.

 – Килеп инһәм, һинең ярты кәүҙәң диванда, ярты кәүҙәң иҙәндә, нимә булды? Эшкә барманыңмы?

 Йыуған керҙәрең эленмәй өйөлөп ята. Әллә ҡайта килеп ҡабаланып йөрөп эшләп, давлениең тағы күтәрелеп йығылдыңмы, – тип, һорауҙар яуҙыра-яуҙыра, керҙәрҙе күтәреп сығып китте.

 Сания ипләп кенә башын күтәрҙе, тик күҙ алдары ҡараңғыланып китеп, кире башын яҫтыҡҡа терәне. Ипләп кенә ҡулдарын йөрөтөп ҡараны. Шунан үҙенә үҙе диагноз ҡуйған врачтай булып “Дәә, эштәрең хөртәйә яҙған бит, Сания, ” – тип һөйләнеп алды.

 Ҡәйнәһе тыштан инде лә, сәй ултыртып, газға ут төрттө.

 – Һин, килен, тағы былтырғы кеүек ныҡлап ауырып китмә. Инеп һине күргәс, ҡурҡып киттем. Икегеҙ ҙә тиң генә балаларҙы үҫтерегеҙ инде. Йылдар тыныс, йәшәү хәҙер хөрриәт. Бар нәмәгеҙ етеш, – тип һөйләнә-һөйләнә картуф бешерергә ултыртты.

 Сания ҡәйнәһенә ҡарап алды ла:

 Алай ҙа ғына ҡәйнәм арыу. Уҡытыусыларҙың да төрлөһө була. Ә бына уның ҡәйнәһе ысын уҡытыусы инде. Өйҙә лә шул, кеше араһында ла, мәктәптә лә шулай ине. Хәҙер ана пенсияла булһа ла, ауылдағы өс килененә алмашлап аҙна, ун көнгә бер килеп хәлдәрен белеп тора. Ана былтыр ауырығанында ла ул шулай килеп сығып, больницаға оҙаттырғайны, айға яҡын ятып ҡайтты. Бына бөгөн ул килмәһә, нимә булыр ине икән. Сания хатта уйларға ла ҡурҡты.

 Кәрәкле дарыуҙарын эсеп, хәле арыуланғандай булғас, ҡәйнәһе менән йомортҡа ҡурып, сәй эсеп алдылар. Картуфты балалар менән иренә ҡалдырҙылар.

 – Килен, әле һиңә килгәндә, юлда директорығыҙҙы күргән инем. Йәш кеше икән, былтырҙан бирле мәктәпкә бармағас, кем икәнен дә белмәйем. Үҙе танытып килеп, күрешеп торҙо. Ул һиңә килергә тип сыҡҡан икән. Иртәнгерәк рәттә ине. Шунан мине күргәс, бар йомошон миңә әйтте лә, үҙе директорҙар кәңәшмәһенә сығып китте, шикелле.

 – Ниндәй йомош икән һуң?

 – Министрлыҡта бер төркөм ғалимдар дәреслектәрҙе яңы программа талаптарына ярашлы төҙөү буйынса кәңәшмә үткәрәләр икән. Шунда һәр райондан берәр уҡытыусыны, йәки завучты саҡырырға уйлайҙар ти. Завучтың ике балаһы балалар баҡсаһына йөрөй, шуға уны ебәреп булмай, ә һинең балаларың икеһе лә мәктәптә уҡыйҙар. Өлкән кластарҙа, – тине. Шуны әйтергә булған икән. Шуға уйлаһын әле, тигәнерәк фекер әйтте.

 Сания, ниңә мине ебәрәләр икән, берәй тәжрибәлерәк оло уҡытыусы барҙыр ҙа инде. Районда бер-ике генә мәктәп тә түгел, ҙур район, башланғыс мәктәптәрҙән тыш ҡына ла әллә күпме мәктәп бар, тип уйлап алды.

 Шул ваҡыт гөрләшеп ике балаһы ла ҡайтып инде.

 – Оһо, өләсәй килгән, – тине ҡыҙы Гөлиә.

 – Әсәй, һине эй һорайҙар. Әсәйең ауырыймы әллә, тиҙәр.

 – Һин нимә тинең, Сәлим?

 – Эйе, тип алданым.

 – Эйе, балам, әсәйең, мин килгәндә, ауырып ята ине. Ярай мин килдем. Йөрәге ауыртҡан.

 – Шунан нимә эштәнең, өләсәй?

 – Дарыу биреп, сәй эсерҙем. Ана йыуған керҙәрен дә сығарып элә алмаған.

 Балалар икеһе лә тын ҡалдылар. Гөлиәһе – етенселә, Сәлиме дүртенселә уҡый. Инде байтаҡ эштәрҙә ярҙам итергә тырышып, ҡул араһына инә башланылар.

 Ҡәйнәһе балаларҙың бүлмәһенә инеп, уларҙың хәбәрҙәрен, тыңлап, дәфтәрҙәрен ҡараштыра. Сания ипләп кенә атлап алғы бүлмәгә сыҡты ла, газ плитәһе өҫтөндә бешерергә ултыртҡан ашын ҡараны. Көн дә кисләне, хәҙер Байғужа ҡайтыр, тип уныһын йүнәтергә тип, итен алып әҙерләп кенә өҫтөн ябып ултыртып ҡуйҙы.

 Гел генә ул ошондай саҡта әсәһенең әйткәнен хәтеренә ала: “Иреңдең һаулығын ҡара, ирең булһа, иркә булырһың, балаң булһа ҡәҙерле булырһың, эшең булһа ихтирамлы, өлөшлө булырһың. Ҡатын яҙмышы ошолар менән һиммәтле”– тигәйне ун биш йыл бергә торған көндәрен билдәләгәндә. Ошоға тиклем дә улар бер-береһен бик ихтирам итеп йәшәйҙәр ине. Бына әсәһе ниңә улай тип әйткәндер, әллә иҫкәртергә теләнеме, әллә ҡыҙының берәй ғәйепләрҙәй яғын күрәме, Сания аптырап та ҡалды. Тик аҙаҡ бер бесән сабышырға барғанда әсәһенән һорай ҡуйҙы.

 – Әсәй, һин минең берәй ғәйепле ҡылығымды һиҙәһеңме әллә?

 – Юҡ та. Ниңә улайтып һорайһың?

 – Теге ваҡыт яҙғыһын аш табынында “Иреңдең һаулығын... ” тип бер теләк әйткәйнең дә инде.

 – Ә-ә-ә, уны әйтәһеңме? Атайың беҙҙе ташлап китмәҫтән алда ҡәйнәм әйткәйне миңә. Тик ул ололарҙан ҡалған һынамыш, тип әйтте. Унан мине шунда иҫкәрткәйне. Иреңде үҙеңә тиң күр, үҙең уға тиң булырға тырыш тип тә өҫтәне. Үҙенең тормош күҙәтеүенән сығып әйткәндер инде. Бына атайың үлгәс, гел шуны иҫләй инем, шуны һиңә әйтергә тырыштым. Бер уйлаһаң кешенең тормош тәжрибәһенән сығып уйланылған бит инде ул. Ҡәйнәм ана әле лә бар, тик улы өсөн ҡайғырып йәшәй. Өйҙән сыҡмай, кеше менән аралашмай. Әбейҙәр сәйгә саҡырһа ла бармай, өй эсендә лә, урамда. Ҡайһы берҙә ҡурҡып та китәм. Ауырып ятып ҡуймаһын. Ул бит ир бәхете күрмәгән, ике ҡыҙын, бер улын яңғыҙ үҫтергән бит инде. Ире һуғышта үлгән, ярай атайың ҡайтҡан, яралы булһа ла, тәрбиә булғас, атайың да етмешкә етә яҙҙы инде.

 – Зато һин, әсәй, итәк тулы бала тигән шикелле ҡалдың инде.

 – Йууҡ. Биш бала, күп буламы? Ана башҡаларҙы ҡара. Унан һеҙ бит үҫеп еткәнсе. Атайлы булдығыҙ. Барығыҙҙы ла эйәле-башлы итте. Ни эшләйһең. Һаулыҡты һатып ҡына алып булһа, күптәр алыр ине. Берәү берәүҙең ғүмерен аралай алмай. Аныһы ла бар. Ғүмер буйы фермала эшләнем, берегеҙ ҙә ҡамасау булманығыҙ, берегеҙҙең ауырығанын белмәнем. Өләсәйегеҙ генә һеҙҙең өсөн үҙе ауырығандай булып йөрөнө... Бына әле лә, бесән мәлендә бәләкәй апайыңа киткәйне, мәшәҡәт булмайым тип, мин уже һағындым. Шул тиклем өйрәнгәнмен. Өйҙә нимәлер етешмәй. Ҡырҡ йылға яҡын бергә йәшәнек бит инде. Үҙең уйла хәҙер миңә лә етмеш булырға яҡынланы. Ана ҡайҙағы әбей, тип әйтәләрҙер ҙә әле.

 – Юҡ, әсәй, кем әйтһен. Берәү ҙә берәүҙең урынын алып йәшәмәй бит.

 – Былай ғына әйтәм инде.

 Эйе, Санияның әсәһе атаһы үлгәндән һуң да ҡәйнәһен үҙенән ебәрмәне. Ике балаһыы үҙҙәренә алырға теләгәйнеләр. Өләсәһе лә ҡаршы килде. “Һеҙҙе мин егермегеҙ тулыр-тулмаҫтан эйәле-башлы иттем, килен менән ана утыҙ йыл йәшәнем. Минең семия ошонда, нигеҙем ошонда. Атайығыҙ ҡорған. Ағайығыҙ яңыртҡан. Был нигеҙҙе ташлай алмайым. Ыҙаламағыҙ. Ҡунаҡ булып барһам да, йәшәргә бара алмайым”, – тип, килене менән көн күрә.

Әсәһе ҡәйнәһе менән шулай оҙаҡ йәшәгәнгәме, бик ололарса һөйләшә, һәр әйткәнен ныҡ уйлап, кешегә барып етерлек, аҡыл булырлыҡ итеп өйрәтеп ҡуя. Санияның шулай ике яҡтан да бәхете бар инде. Ҡәйнәһе лә тартып ҡына тора. Әле ире Байғужа менән ун алты йыл торалар, ҡәйнәһе менән бер ауыҙ һүҙгә килешкәндәре юҡ. Былай айырым торалар инде. Айырым булһа ла ҡайһы бер килендәр ҡәйнәләре менән әрепләшергә, әсерәк итеп әйтеп, үҙен өҫтөнөрәк, хужараҡ итеп тойорға тырышалар, тип уйлап, хатта ҡыуанып та алды. Бына бөгөн дә... Ҡәйнәһе килмәһә, нимә булыр ине икән...

 Шулай уйланып йөрөгәндә генә өйҙә телефон шылтыраны.

 – Эйе, тыңлайым... Һаумыһығыҙ! Минме? Ярай. Нисәлә? Аңланым.

 Мәктәптең профком председателе Динар Яҡупович шылтырата ине. Иртәгә иртәнсәк профком ултырышы була һәм йыл һөҙөмтәләре буйынса сығыш яһарға ҡуша ине. Бик хәле булмау, сырхауланыңҡырап торһа ла, риза булды.

 Иртәгәге көнгә ныҡлап әҙерләнер өсөн ҡәйнәһе менән кәңәшләшеп алырға кәрәк, тип уйланы. Ни тиһәң дә мәктәптә утыҙ йыл эшләгән кеше. Уның кәңәше урынлы булыр.

 – Ҡәйнәм, Байғужа ҡайтып ашап алғас, минең бер эшемә үҙегеҙҙең кәңәштәрегеҙҙе биреп ебәрһәгеҙ ине.

 – Ниндәйерәк эш ине ул?

 – Иртәгә профком ултырышында йыл йомғаҡтары буйынса һөйләргә ине.

 Шул ваҡыт тышта машина килеп туҡтаған тауыш ишетелде.

 – Ана, Байғужа ҡайтты, – тип, ҡәйнәһе тәҙрә эргәһенән китеп аш бүлмәһенә сыҡты.

 Ҡашығаяҡ шылтыраған тауышҡа ишектең асылып ябылғаны ишетелмәне, тик ҡайныһының:

 – Әбей, иртән сығып киткәйнең, әле һаман юҡһың. Байғужаны өйлән тип өгөтләгәнеңдә, ул һиңә нимә тигәйне? Киленгә килен булаңмы, тимәнеме? – тип, бик дорфа ғына итеп өндәшкәне ишетелде.

 – Сания ҡайҙа, әсәй?

 – Өйҙә, ана, ауырып киткән.

 – Тағымы?

 – Ниңә улай тейһең. Ауырыу һорап та, һайлап та килмәй. Мин килмәһәм, был мәлгә тиклем нимә булыры бер Хоҙайға ғына билдәле.

 Ипләп кенә баҫып Сания аш бүлмәһенә сыҡты ла:

 – Һаумыһығыҙ, ҡайным. Ғәфү итегеҙ инде. Бына уйламағанда ғына инде, нимә булғанын да аңғарманым, Башым ғына ауырта ине.

 – Ярай әле мин дә аңғармаҫтан килеп сыҡтым, – тине, ҡәйнәһе Йәнифә.

 – Ярай, ярай, ауырыу бар нәмә инде, мин тәк әйттем инде. Иртән үк сыҡты ла юҡ булды. Әле бында сыҡҡайным, Байғужа осраны. Бер йөк тимер-томор тейәгән, складҡа бармай, тура өйгә елдереп ултыра. Берәй һүҙ тейер тип тә уйламай.

 – Атай, әбит мәле бит. Беҙҙең завсклад әбитен боҙмай. Унан миңә комбайн, трактор нәмәләре нимәгә, алып тормайым бит инде. Мин техникала йөрөһәм дә, техника байлығынан алыҫ кеше икәнде беләң. Бесәнде ҡул менән сабабыҙ, ҡул менән йыябыҙ. Кәбәнен дә шулай. Ҡышҡыһын ғына инде трактор менән һөйрәтәбеҙ. Шулар өсөн миңә нимәгә тимер йыйырға. Еңел машина бар, шул етте.

 – Ана киленде иртәгә балнисҡа апар, тикшеренһен.

 – Ярай һуң, предтан һорайым да.

 – Иртәгә булмаҫ ул. Былай хәлем яҡшырҙы ла инде. Бер аҙ йыл аҙағы эштәрен бөтөрөп, каникулға сыҡҡас, фельдшерҙан направление алып барырмын, автобус менән генә. Бушҡа мәшәҡәтләнмәйек. Унда барһаң, тикшерелер өсөн бер көн кәрәк, ашыҡһаң. Яйлаһаң ике – өс көн китә. Былай мин түләүле кабинеттарға инергә тырышам.

 Бик яйлап ҡына, Байғужа әйткәнсә, “әбит” яһанылар.

 Санияның бер ҙә генә ире менән барғыһы килмәй ине. Уның менән барһаң, тағы ла ашығысыраҡ йөрөргә тура килә. Һәр кабинетҡа инеп сыҡҡанды ишек төбөндә көтә. Үҙенсә хәстәрләп тора. Нимә тип әйттеләр, нимә булған, тип һорай башлай. Кеше араһында шундай яйһыҙ минуттар яһағыһы ла килмәй инде. Тағы бер сәбәбе сығып тора, ниңәлер әсәһе килергә ҡушҡан, тик ни өсөн шулай ашығыс икәнен дә әйтмәгән хатында. Хатты ике көн элек алһа ла, был турала Байғужаға әйтмәгәйне. Әсәһенә яуап хаты яҙып һалғанда ла каникулға сыҡҡас, көн һорап барырмын тип яҙғайны. Икенсе райондан булғас, көн эсендә генә барып ҡайтып булмай. Байғужа менән барһаң, тағы йомош алырға килгән һымаҡ, бер ултырып сәй эсеп, берәй сәғәт һөйләшеп өлгөрәңме юҡмы, сәғәтенә ҡарай башлай. Әсәһе янында, исмаһам, берәй тапҡыр ҡалып йоҡлап ҡайт тип тә ҡалдырмай.

 – Ярай, Сания, имсәк имдең, туйҙың, ҡайтайыҡ, – ти башлай, – һин хәҙер ҙур ҡыҙ бит инде, тегендә уже балаларың асыҡҡандыр, – тип сәғәтенә ҡарап ала.

 Шулай машина менән барғас, саҡрымдар алыҫ арамы, барып көнө бер әйләнеп була. Тик бына был юлы, әсәһе яҙған хаты буйынса, уға нисек тә яңғыҙы барырға кәрәктер, берәй әйтер һүҙе барҙыр. Ауырыйым да тигән бит әле.

 

 2

 Шулай ҙа ҡәйнәһе барҙа килешелгән буйынса, ул ысынлап та каникулға сыҡҡас поликлиникаға барып тикшереүҙәр үтте. Уның ҡан баҫымы юғары булып, йөрәгенә лә ауыртыуға юл ҡуйған тинеләр. Ҡараған терапевт менән кардиолог уны дауаланырға һалырға булды. Был турала ире менән ҡәйнәһенә еткерҙе лә, кардиолог менән һөйләшеп бер көн Хәйбулла яғына барып, әсәһенең хәлен белмәксе булды.

 Ҡәйнәһе менән ошо турала кәңәшләшеп тә алды. Уныһы:

 – Бар килен, бар. Ауырып та торғас, ҡоҙағый бәлки көтөп тә торор. Врачың менән һөйләш тә. Үҙеңә нисек уңайлы, шулай эшлә. Байғужа менән үҙем һөйләшермен. Белгәненән белмәгәне әлегә арыуыраҡ булыр.

 Ҡәйнәһенең шулай ихлас һөйләшеүенән хатта ҡыуанып, күңеле күтәрелеп, ул әсәһенә барырға уйлап вокзалға китте. Асҡарҙан Сибайға билет булды, тик бына Сибай вокзалында Аҡъярға билеттар һатылып бөткән. Бәләкәй автобус булғас, урынһыҙ билет та һатмайҙар. Иртәгәгә ҡалдырһам инде, тип уйлап тора ине, бер ҡатын йүгереп килде лә:

 – Кемгә Подольскиға билет. Миндә бар, алығыҙ, – тип, билет күрһәтте.

 Сания шул билетты алды, көн йылы, аръяғына “попутка” көтөрмөн, тип уйланы. Ул ҡатын 4-5 йәшлек бала менән килеп ултырҙы.

 – Ҡалай ҙа һәйбәт булды әле. Бына һөйләшергә лә иптәш булды. Апай, аптырамағыҙ, мин шулай тел биҫтәһерәк кешемен инде. Әле бына племянницамды алып ҡайтып барам. Һеңлем инде. Әсәһенә лә билет алғайным. Ваҡыты еткәс, бармаҫҡа булды. Ҡайғы инде.

 – Уға ниңә ҡайғыраһың? Икенсе юлы барыр. Бына ҡыҙын һағынһа, иртәгә үк килеп етер.

 – Белмәйем инде, килерме икән. Иптәшем әйтте инде, буш менән булаһың, тип. Тыңламағайным.

 – Ниңә улай бик өмөтһөҙ, ҡайғыға ҡалған кешеләй көрһөнәһегеҙ?

 – Бар инде сәбәптәре, – тине лә Санияның юлдашы тынып ҡалды...

 Сибайҙы сығып бер-ике саҡырым үтеүгә юлдашы яңынан телгә килде. Был ваҡытта Сания автобустың уң яғынан ҡыҙҙырған ҡояш йылыһына иҙерәп тә бара ине.

 – Апай, әллә йоҡлап киләһегеҙме? Бынау йәмле, ҡояшлы көндә юлды булһа ла ҡарап барайыҡ. Беҙҙең был яҡтар торғаны бер сәхрә бит ул. Әллә күпме тигеҙлек. Байтаҡ ер күренә. Мин шулай юл күҙәтеп, йә һөйләшеп барырға яратам. Бая бар инде тигәнде һеҙгә һөйләп күңелде бушатайым, тигәйнем. Миңә шул тиклем ҡыйын. Бындай хәлде мин кисергәнем юҡ ине. Бары родильныйҙа ятҡанда ҡайһы бер ҡатындарҙың “ Эй ошо ҡорһаҡтан шул тиклем ҡотолғом килә, ялҡтым, ”– тигәндәренә аптырай инем. Шулай ҙа була икән. Бына әле һеҙгә һөйләгем килеп китте, ялҡтым мин был серҙән. Был хәбәр үҙенә күрә сер инде ул. Тик юлда осраған осраҡлы кеше был серҙе белһә лә, тарата алмай, тип уйлайым. Башҡа кешеләр белһә лә таныш кеше тураһында булмағас, ул сер булып ҡала. Бына елде генә алығыҙ. Уның ҡайһы яҡтан иҫкәнен беләбеҙ, ә ҡайһы ерҙәрҙән, ниндәй кешеләр араһынан, ниндәй ағастар башынан үткәнен белмәйбеҙ. Ел ел булып ҡала. Сер ҙә шулай тип уйлайым, – тине лә Санияға ҡарап алды.

 Санияның йөҙөндә ҡыҙыҡһыныу ғәләмәте сағылғандай булды.

 – Ниндәйерәк сер булыуына, ҡайҙа, кемгә һөйләүеңә ҡараптыр инде ул, – тине.

 – Эйе шул.

 Тағы ла байтаҡ тын барҙылар, күршеһенең алдындағы ҡыҙыҡай башын ҡырын төшөрөп йоҡлап килә, ҡулындағы кәнфите ҡулынан күлдәгенә йәбешкән. Уны апайы ипләп кенә алып сумкаһына урап һалып ҡуйҙы. Бер аҙ күршеһенә боролдо ла, тыңлаһаң да, тыңламаһаң да тигән шикелле, ипләп кенә һөйләй башланы. Улар автобустың иң артҡы урындарында ултырғас, уларҙы ишетеүсе лә, иғтибар итеүсе лә юҡ ине. Алдарында тик йәш егеттәр генә ултыра.

 – Беҙ әсәйемдең ике генә ҡыҙыбыҙ, тик икебеҙ ике атайҙан. Әсәйемдең тәүге ире, әлеге апайымдың атаһы Сибайҙа комбинатта водитель булып анау ҙур машинала руда ташыған. Шунда ул аварияла машинаһында янып үлгән. Апайға бер йәш кенә булған. Әсәйемә ул ваҡытта егерме ике йәш. Әсәй бер йыл яңғыҙ йәшәгән дә, минең атайға кейәүгә сыҡҡан, ул ҡайҙалыр юл төҙөгән ерҙә эшләгән. Мин иҫ белгәндә лә уны дорожник Әхәт тип йөрөтәләр ине. Әсәй шул тиклем һылыу. Шуға ла уны бала менән алырға теләүселәр булғандыр инде. Әсәй асылып бер нәмә лә беҙгә һөйләмәне. Беҙҙең өләсәй, ҡартатайҙар булдымы – белмәйбеҙ. Кеше менән аралашманылар. Мин әле лә атайҙың бер генә туғанын да белмәйем. Ҡай ваҡыт уйлап ҡуям: ул ҡайҙан, ниндәй кеше икән, тип. Бер шулай һорағайным, ҡул ғына һелтәне лә “ Башты ҡаңғыртма!” – тине. Бына шулай беҙ бер тамырһыҙ кешеләрбеҙ. Теге ниндәй үлән әле, ел ыңғайына тәгәрәй ҙә, ҡайһы ерҙә ята шунда кипкән дә түгел, үҫкән дә түгел, йәшәй бирә бит. Беҙгә күрше инәй гел генә “ Һеҙ, балам, анау ҡамғаҡ кеүекһегеҙ” – ти торғайны. Бына шулай. Минең кейәүгә сыҡҡаныма өс йыл. Әсәйем хатта “Уҡы ҡабаланма, йәшһең, ” – тип тә әйтмәне. Иптәшем мине көсләп Стәрлетамаҡҡа культпросветҡа уҡырға индерҙе. Бына алла бирһа быйыл бөтәм. Иптәшем дә аграрныйҙа ситтән тороп уҡый. Былай арыу ғына йәшәйбеҙ. Бер бала үҫеп килә, бына хәҙер икәү булып уйнарҙар әле. Мәрйәмде садикка урынлаштырам. Бирмәйем мин уны апайыма. Башта эсеүен ташлаһын, шунан ҡарарбыҙ.

 Бына беҙ икебеҙ ҙә әсәйгә оҡшамағанбыҙ. Ниңә беҙ һиңә оҡшамағанбыҙ икән тип һораһаҡ, әләй ҙә генә оҡшамағанһығыҙ, ти ҙә, һүҙ сурытмай. Икебеҙ ҙә атайҙарға оҡшағанбыҙ. Шуға апай менән беҙ бер мәлде бер беребеҙ менән эт менән бесәй шикелле булып алдыҡ. Бер мәл тигәнем ошо һуңғы өс-дүрт йылда инде. Апай эскелеккә һалыша башланы. Әсәй атайҙы өйҙән ҡыуып сығарҙы, ә мин бәләкәйҙән интернатта уҡығас, өйҙәге хәлде яҡшылап белмәйем дә. Гел генә, ниңә мине генә интернатҡа бирәгеҙ, ана апай менән бергә бирегеҙ, тип илаулайым. Улар өндәшмәй. Уның да сәбәбе булған икән. Атай ҡаршы килгән. Әсәй үҙе атайҙан дүрт йәшкә өлкәнерәк булһа кәрәк, уныһын да белмәйем. Бына шулай уларҙың икеһе лә минең өсөн бер асылмаған, сиселмәгән йомаҡ. Ҡайһы берҙә мин үҙем тураһында ла, әллә мин етемме икән тип тә уйлап ҡуям. Мин бит уларҙың беҙҙе яратҡанын, һөйгәнен хәтерләмәйбеҙ. Тик алтынсыла уҡығанда атайым беҙҙең йоҡо бүлмәһендә апайымды ҡосаҡлап сәсен һыйпап, маңлайынан убеп торғанын күргәс, “ Ниңә мине лә шулайтып яратмайың, атай, ”– тигәс, атай. “Үҫә бир әле, яратырмын, ” – тип арҡамдан һөйөп китте. Шул мәлдә апай ҡапыл ғына кейәүгә сыҡты Мин шуға ла шул тиклем һөйөнгәйнем. Хәҙер уйлайым да, уның кеүек атайҙарҙың йәшәргә лә хоҡуғы юҡ.

 Мин алтынсыла уҡығанда ҡапыл ғына апайҙы кейәүгә бирҙеләр. Килеп тикшереүсе юҡ, апай уҡымай, әле уға уҡып бөтөргә лә байтаҡ ваҡыт бар бит. Мин етенселә уҡығанда бына ошо ҡыҙын тапты. Еҙнәй булған кеше, онотҡанда бер килә. Балаға боролоп та ҡарамай. Әсәй уны көсләп “Бынай атайың” тип өйрәтә. Мәрйәм уны атай тип әйтергә өйрәнде. Тик бер килгәнемдә, еҙнәй оло тауыш сығарып, ишекте шарт ябып сығып китте.

 – Минең арттан килеп йөрөмәгеҙ. Ана иреңдән һора, атаһының кем икәнен. Ҡыҙыңдан һора.

 – Өйҙә еҙнәй кеше сығарғандан да былайыраҡ яман тауыш ҡупты. Атай кейемен тотоп сығып китте. Әсәй апайҙы ултыртып алып бөтәһен дә һөйләтеп алды. Атай әсәй больницала ятҡанда, өйҙә иптәштәре менән эскелек ойоштороп, иптәштәрен оҙатҡас, йоҡларға ятҡан апайҙы көсләгән. Ул шунан башлап гел генә апайҙы енси мөнсәбәткә дусар иткән. Әсәй өйҙә булмаған саҡта апай шулай күнеп йәшәргә мәжбүр булған. Атай шуға ла уны интернатҡа бирҙертмәгән. Ун биш йәшендә ауырға ҡалғас, бына ошо еҙнәйҙе үҙе табып, өгөтләп өйләндергән. Тик еҙнәй ҙә танауына еҫ ингәс, бала үҙенеке түгеллеген һиҙгән. Ете ай ҙа тороп өлгөрмәгәнеләр ошо ҡыҙы тыуҙы. Мәрйәм точно атайға оҡшаған ине. Ошонан һуң атай әсәйгә ҡул ҡалҡытһа ла, элекке кеүек апайҙы ирекһеҙләй алманы. Өйҙө стройканан, әсәйгә дворник булып эшләгән өсөн биргәйнеләр, значит, атайҙың хоҡуғы юҡ. Уны прописканан төшөрөп ҡыуҙы. Тик бына былтыр әсәй онкологик ауырыу менән ярты йылға яҡын ятып үлеп ҡалды. Апайға бит әле саҡ 21 йәш, ә ул уже төпкөлгә төшөп бара. Ҡыҫҡаһы, ул күптән инде шунда – төпкөлдә... Бына шуға апайҙы алып ҡайтып үҙебеҙҙә эшкә урынлаштырып, ҡарап, әллә юлға төшмәҫме, эсеүен ташламаҫмы тигәйнем.

 – Еҙнәй булған кешене күргәнегеҙ бармы һуң?

 – Был юлы эшләгән еренә барҙым. Атай менән бергә эшләй ул. Атай мине күргәс, йылмайып килеп, арҡаға ҡулын һалғайны, мин алып ташланым да, мин һинән баш тартам, судҡа биреп при всех эшләйем. Миңә боролоп та ҡарама. Һинең кеүек кешенең булыуынан булмауы яҡшыраҡ. Үҙеңдең боҙоҡлоғоңдан үҙең һығылып үл, бер тамсы йәшем түкмәм, тинем. Ә ул йөҙө лә ҡыҙармай.

 – Мин бына пенсияға сығып алайым әле, унан күҙ күрер, алиментҡа судҡа бирәм, тигән була. Намыҫһыҙ. Әсәй, бахыр, уны ҡайҙан тапҡандыр, аңламайым. Асылып бер нәмә һөйләмәне бит ул. Шуны ғына белдек. Атайҙы сығарғас һөйләне. Атай ун дүрт йәшендә Стәрлелә холоҡ төҙәтеү колонияһында дүрт йыл ултырып, армияла булып ҡайтҡан икән. Әсәй кем диме менән барҙы икән, аңламаныҡ.

 Еҙнәй былай арыу кеше инде, тип уйлайым, бына шул атай апайҙы еҙнәйгә барғас та ыҙалатҡан бит. Еҙнәй өҫтәренә барып сыҡҡан. Апай шул тиклем йыуаш, ҡурҡаҡ, өндәшмәҫ. Етмәһә, уны бер ҡайҙа ла эшләтмәнеләр. Еҙнәй әйтә, апайың икенсе ергә китеп, эсмәй йәшәргә риза булһа, мин ҡаршы түгелмен, тей. Инде өйләнешкәндәренә биш-алты йыл бит инде. Бергә түгел. Ун һигеҙе тулғас, ЗАГС-та булдылар. Еҙнәй үҙе детдомда үҫкән ул. Әсәләре аварияла үлгән. Әсәләренең матур ғына өйө лә бар Сибайҙа. Ниңә өйләнгән ыңғайы шунда алып китмәгән икән. Үҙем дә аптырайым. Былай еҙнәй артыҡ йыуаш та түгел инде. Кем белә. Улар икеһе бер-береһенә күнеп йәшәһә, йәшәр ҙә китер ҙәр ине.

 – Атайың ҡайҙа йәшәй?

 – Бомж булып йөрөй ине, бер шуның кеүек әшнәһе үлеп ҡалған. Шуның өйөндә йәшәй. Уның ҡатыны өйҙө алам тип судлаша, тиҙәр ине. Белмәйем, нимә килеп сығыр.

 Шулай һөйләшеп барып Подольскиға килеп тә еттеләр. Сания хәҙер аръяғына билет алып юлын дауам итергә уйланы. Яңы танышы уны бик төшөп ҡалып, туҡтап, кискә ире машина менән алып барырға вәғәҙә итһә лә, ҡалмаҫҡа булды.

 – Исемеңде әйт, адресыңды. Туҡайҙың “Шүрәле”һендәге кеүек. Берәй юл төшһә, үҙең кил, Әбйәлил, Әхмәт ауылы Сания апайың булырмын.

 – Мин Сәрә Акмалова, завклуб булып эшләйем.

 Юлдағы осрашыу Санияға был юлы тик онотмай уйланырға ғына тура киләсәген аңғартты. Ышанһаң – ышан, ышанмаһаң...

 Шул ваҡыт күңелендә әллә ниндәй бер яуыз уй килде: ниңә Хоҙай шуларҙы ерҙә йөрөтә икән, уйылһын да ер йотһон ине...

 Сания әсәйе менән осрашыуға күңеленә бер фажиғәле яҙмыш серен тейәп юлланды. Әсәһе ниндәй хәбәр менән ҡаршылар. Ниндәй әйтер һүҙҙәре бар.

 Ғөмүмән, төптән уйлап ҡараһың, һәр нәмәнең үҙ сере, һәр күренештең үҙ мөғжизәһе бар. Кеше яҙмыштары, шатлығы менән оҡшаш булһа ла, ҡайғылары менән айырылып тора бит. Яҙмыштар күктә яҙыла, тиҙәр, ҡай берәүҙәр кеше яҙмышын үҙе яҙа ти. Бәлки уныһы ла дөрөҫтөр. Тик был юлы Санияның аңына ниндәйҙер ғиллә менән шундай уй килде. Яҙмыш күктә әҙәм балаһы тыуғанға тиклем маңлайына тәҡдир тип яҙылалыр ҙа, кеше шул яҙыуҙы яҙмыш итеп тормошонда әүәләп уҙалыр. Был тормошта ашар ризығы, эсер һыуы бөткәнсе, шул тәҡдирҙе үтәйҙер, тигән һығымтаға килде.

 Юлдар ҙа шул тәҡдирҙен бер яҙыуылыр. Юлдағы осрашыуҙар ҙа яҙмышыңдың бер күренешелер. Берәүҙәре уйландыра, икенселәре өйрәтә, өсөнсөләре күҙ йәшеңде түктерә. Юлдарҙағы осрашҡан юлдаштар ҙа Хызыр Ильяс тарафынан сығарылған тәҡдирҙәге яҙмыштың бер өлөшөндәге кешеләрҙер. Берәүҙәре – Бәйғәмбәр һыны булып, икенселәр – иблес, өсөнсөләре ен еле булып юлсыға ҡағылалыр ҙа уйға ҡалдыра, йәшәргә өйрәтәләрҙер. Барыһы ла күктә шулай хәл ителәлер...

 Сәрәнең дә, апайының да, Сәрәнең алдында йоҡлап барған сабыйҙың да, Санияның да яҙмышы шулай тәҡдир ебе менән яҙылғандыр. Яҙмышыңда яҙылғанды күреп бөтмәй гүргә лә инмәйһеңдер...

 Алда Аҡъяр вокзалы. Әсәйем ниңә улай ныҡ үтенеп, шылтыратҡан һайын саҡыра икән, тигән уйҙар менән Сания артыҡ ҙур булмаған юл сумкаһын тотоп вокзалға төштө.

 

 3

 Вокзалдан төшөп бер нисә аҙым атлап өлгөрҙөмө юҡмы, алдына әсәйенең күршеһе килеп сыҡты, хатта күрмәй ҙә ҡалды. Ул шулай ҡабалан кеше ине инде. Килеп тә сыҡты, хәбәрен дә һөйләй башланы.

 – Сания, һине лә күрер көн бар икән, ә. Туйың булды, мин Мәмбәттә булып ҡалдым. Әсәйең килен сәйенә алды, мин ҡайтҡас, ә мин шул көндө үк улым ауырып, уның янына китеп барҙым. Ҡунаҡҡа киләһегеҙ, хәҙерге бейек забурҙар бер нәмә лә күрһәтмәй, хатта ишеттермәй ҙә. Нисә балаң булып китте инде. Әйт тә, нисә йыл күрмәгәнде иҫәптәп әйтәм. Үәт әй, барбер ҙә һине таныным. Минең шул зрителный памит һәйбәт шул. Алай ҙа ғына Хоҙай мине шулай яралтҡан, әй, – тип, башта бөтә хәбәрен һөйләп, шунан уны ҡосағына алды.

 – Һаумыһығыҙ, Ишһылыу апай!

 – Әәәй, минең шул ашығыу. Һаумы, Сания! Һаулыҡ та һорашмай, нисә йылғы хәбәрҙе һөйҙә лә ташта, үәт әй. Әй онотоп торам, кисә әсәйеңдең инеп хәлен белеп сыҡҡайным. Һине көтә ине. Әле белмәйҙер ҙә әле. Ҡасан килер икән, тей ине. Ээй, мин шулай оңҡот бит инде. Ҡайһы берҙә шул ишеткәнде онотоңҡорап та таштайым мин. Ҡана булмаһа, мин алдан барып, һөйөнсө алайым әле, күршемдән бер самауыр сәйен эсмәй сыҡмам инде күстәнәсең менән, – тип, алдан йыбырҙата баҫып атлап китеп тә барҙы, унан артына боролоп ҡарап, – һин ашыҡма, яйлап бар, әтеү мине ҡыуып етәң бит, һин йәшһеңдәйе, – тип, фарманын да бирҙе.

 Сания Ишһылыу апайының бойороғон тыңлап, яйлаңҡырап шул күршеһе тураһында уйланы. Ҡапыл йылмайып ебәрҙе. Эйе, Ишһылыу апайҙары хәтәр ҡыҙыҡ апай ине. Ишбулат ағай уны Юлдыбайҙа уҡығанда алып ҡайтҡайны. Шул ыңғайы Санияның әсәйҙәрен дә саҡырып алдылар. Шунда Ишбулат ағай:

 – Мин уны матур булмаһа ла, уҡымаһа ла, әсә-атаһы булмаһа ла, исеме минеке кеүек башланғас, алдым да ҡуйҙым, – тигән икән.

 Атаһы менән әсәһе шулай көлөшөп һөйләп алғайнылар. Ысынлап та ул Ишбулат ағайға бик тап килгән еңгәй булды. Береһе утын ярһа, икенсеһе өйә, береһе ер ҡаҙһа, икенсеһе шунда ҡыйҙарын алып, тигеҙләп йөрөй, хатта бағана соҡорон да бергә ҡаҙып, бергә бағана ултырталар. Эшкә бер талымһыҙ еңгәй булды. Эшкә талымһыҙлығы уның һүҙгә лә талымһыҙлығына тиң ине. Икеһен Санияның атаһы гел генә:

 – Күрҙеңме, әбей, силәгенә күрә капҡасы тура килгән был ике шилманың, Сәриә еңгәнең маҡтап һүҙе бөтмәй, һоҡланып күҙе туймай инде хәҙер, – ти торғайны.

 Бына әле шул еңгәһе тулы ғына кәүҙәһе менән туйтаңлата баҫып, йыбырлап ҡына уларға ашыҡты. Сания ҡапыл ғына вокзал янындағы магазиндан бына шул Ишһылыу еңгәһенә һөйөнсө бүләге алырға уйлап шунда боролдо. Матур эре биҙәкле яулыҡ алды ла ике-өс өй аша торған үҙҙәренең өйөнә ашыҡты.

 Ул барып ингәндә, Ишһылыу еңгәһе электр самауырын ҡайнатып та өлгөргән, йүгергеләп өҫтәл әҙерләй ине. Сания шул ваҡыт әсәһен еңгәһе янында күрмәгәс:

 – Әсәй, мин ҡайттым, – тип, ҡысҡырып ебәрҙе.

 Төпкө бүлмәнән таяҡҡа таянып әсәһе килеп сыҡты. Сания, асҡан ауыҙын ябырға онотҡан турғай шикелле, тын алырға ла ҡурҡып әсәһенә баҡты.

 – Һаумы, балам. Бына һине лә күрер көн булды. Бер йыл була яҙҙы бит килмәгәнеңә. Әллә эшеңдән бушамайһыңмы? Хат та яҙмайһың. Мин хәҙер бына шулай инде, – тине, таяғын күрһәтеп, – Килмәһәң, өлгөрмәм, тип уйлағайным, бына яҡшы булды.

 – Шулай шул, әсәй. Мин дә эштән бушай алманым, унан әҙерәк сирләп, балниста ятып алдым. Уның араһында балалар ҡышҡыһын грипп менән оҙаҡ ҡына яттылар. Бушап булманы шул. Әсәй, ғәфү ит инде, – тип, әсәһен ҡосаҡлап алды.

 Шул ваҡыт Ишһылыу еңгәһе килеп, Сания менән бергәләп Мәҙинәне сәй өҫтәле янына алып килеп ултырттылар.

 – Бирешмә әле, Мәҙинә апай. Һин ашығыу менән, унда һине көтөп тормайҙар. Ер ҡуйыны иркен ул. Һәр кемгә Хоҙай урын бүлгәндер әле. Мин һинһеҙ нимәштәйем. Ишбулат та китте. Ҡәйнәм дә. Мин дә яңғыҙҙайы. Бер-беребеҙгә ҡуш булып йәшәйек әле. Ана Фариза ҡайынбикә 90-ды үтте. Йәшәй әле. Бабайы менән улын көтә. Бер ҡош телендәй булһа ла хәбәр алмайынса, үс итеп, йәшәйем дә йәшәйем тей. Балалары ярҙам итәбеҙ тип килһә, гел генә үҙем, мине хәрәкәттән туҡтатып, үтерер китәгеҙме? Бабай менән ағайғыҙ хәбәр ебәрмәне бит әле тей ҙә ҡуя.

 – Уларҙан ниндәй хәбәр көтә һуң?

 – Улар икеһе лә бер көндө һуғышҡа киткәндәр, тик бер генә хаттары ла булмаған. 45-се йылдың апрелендә икеһенең дә үлеүе тураһында хәбәр килгән, икенсе улы ул ваҡытта пошта ташый ине. Шул йыйған инде. Тик ул береһенә лә әйтә алманы, баяғы һуҡыр эсәге шартлап, ер һөргәндә, үлеп ҡалды. Бына шул юғалған хәбәрҙе үҙе күрмәгәс, ышанмай. Селсәүит ваенкаматтан яҙҙырып алғайны ла ул, барыбер ышанмай. Элек өндәшмәне, хәҙер шулай ғына тей. Әле өс балаһының балалары ла ярҙам итә, тик үҙе күберәк хәрәкәт итәм әле, тип уларҙы ла тиҙерәк ҡайтара һала.

 – Юююҡ, Ишһылыу, миңә ундай ҡарттыҡ кәрәкмәй, тик бына тубығым ғына ҡаҡшата. Йәшәгән тиктем йәшәрмен. Ғүмер һорамайым, үлем һорамайым, тик аптырағандан ғына инде. Хаста итеп кенә, кеше ыҙалытып ятырға тура кимәһен. Шунан ҡурҡам.

 – Әсәй, ҡасанан бирле шулай булдың һуң. Көҙ килгәндә өндәшмәй инең бит.

 – Әллә инде, әллә анау картуф алғанда билем дә ауыртҡайны. Үҙем шунан да күрәм. Вырашҡа ла барманым, ҡәйнәмдең таяғы ятҡан, һәйбәт булды, тип таяндым да киттем. Хәҙер өрәндем инде.

 – Мин дә вырашҡа бар тейем дә ул.

 – Миңә унда барып нимә бар, ана эшләп йөрөгөн йәштәр барһын. Күпме шулай ауырыйҙар. Аллаға шөкөр инде, эшләгәндә ауырыманым.

 Сания әсәһенең һөйләгәнен тыңлап, үҙенең ауырыуы тураһында бер һүҙ ҙә әйтмәҫкә булды. Нимәгә уны тағы борсолдорорға, тип уйланы. Улар шулай һөйләшә һөйләшә сәй эсеп. Сания Ишһылыу еңгәһенә һөйөнсө бүләген биреп оҙатып ҡалды. Уны оҙатып ингәс, өйҙә әсәһе менән Сания араһында өнһөҙ һөйләшеү булғандай булды. “Мин уға барлыҡ серҙе асһам, енләнеп илап китмәҫме?” – тип уйланы әсәһе. “Мин үҙемдең ауырыуым тураһында әйтеп, уны тағы ла нығыраҡ ҡайғыртырмын бит, ” – тип уйланы Сания.

 Көн кискә табан ауышҡас, бер-береһе тураһында хәлдәрен белешкәс, һүҙҙе шулай ҙа әсәһе башланы.

 – Сания балам, донъя хәлен белеп булмай, һин беҙҙең ғаилә тураһында бөтә дөрөҫлөктө, ахыр килеп, бөгөн белергә тейешһең. Нисек ҡабул итәһең, аныһын үҙең уйла. Тик һиңә башта ауыр булыр, тик барыбер мине аңларһың, ғәфү итерһең...

 – Әсәй, нимә һөйләйһең? Ниндәй дөрөҫлөктө? Аңламайым.

 – Эйе, аңламайһың. Туғандарыңдың барыһына ла һөйләнем. Улар ҙа әле аңлапмы, ҡабул итепме бөтмәйҙәрҙер, килгәндәре юҡ. Өфөләге ағайың менән еңгәң генә килеп, мине аңлауҙарын, һине үҙ туғаны итеүҙән баш тартмауҙарын белдерҙеләр.

 – Нисек?...

 – Шулай балам. Ағайыңа йәш ярым ине. Һин беҙҙең ғаиләгә икенсе бала булып индең. Атайың теләмәне, мин үҙем тәҡдим иттем. Мин һине “Ирем киҫәге-итем киҫәге” тип ҡабул иттем. Ул ваҡытта һиңә ун биш көн ине.

 – Нисек? Нисек итем киҫәге?... Әсәй булған кеше һуң?

 – Балам, тормош һынауҙары шул тиклем ҡатмарлы. Уны тик көслөләр генә еңеп сыға, тей торғайны атайың. Бына шулай беҙ атайың менән еңеп сыға алдыҡ. Атайың бөтә дөрөҫлөктө тик миңә генә әйтеү-әйтмәүҙе ҡалдырҙы. Был серҙе беҙ өсәүҙән башҡа тағы берәү белгән булһа, ул һеҙгә барығыҙға ла яңылыш килеп етеп, һеҙҙе тарҡатыр, тип уйланыҡ, шуға һуҙып булһа ла әйтергә булдыҡ. Мин әйтергә тейеш.

 – Тимәк, мин һеҙҙеке түгел. Кемдеке? Кем минең әсәйем?

 – Балам, тыныслан. Һиңә бер нәмә булһа, мин күтәрә алмам. Ул ваҡыттағы минең үлеп терелеүем, был юлы терелеүемә тура килмәҫ. Мин Хоҙайымдан тик һинән алда китеү ваҡыты ғына һорайым. Миңә һинең ҡайғыңды күрергә яҙмаһын тип теләнем. Тик мине Хоҙайым ғәфү итер. Башҡа балаларым менән һинең хаҡыңа был аҙымды яһайым. Туғандарыңдан ғына биҙмә, балаҡайым. Мин ошо күкрәк һөтө менән үҫтерҙем һине. Һине алғанда, мин әле ағайыңды имеҙә инем. Һин был күкрәгемде, игеҙәк балалар шикелле, ағайың менән талап имдегеҙ. Икегеҙҙең дә ҡайғығыҙҙы мин күтәрә алмам. Ағайың ике йәше тулып уҙһа ла, имеүен ташларға теләмәне. Шуға һине мин йәше тулыуға имеүҙән ташлаттым. Һин иммәгәс, ул үҙе теләп ташланы, ҡабат имергә ынтылманы. Ә бит ул әрҙәһәң генә иммәй ҡаса ине. Атайығыҙҙы мин, йылдар үткәс, ғәфү итер көс таптым, ләкин һеҙҙең ҡайғығыҙҙы күтәрә алырлыҡ миндә көс булмаҫ. Теге йылдарҙа мин ҡайғымды һеҙгә баҫтым. Илаһағыҙ – иланым, көлһәгеҙ – көлдөм. Һеҙ минең йөрәк, йән ярамдың дауаһы булдығыҙ.

 – Тимәк, беҙҙең атай бер үк буламы? Ниңә шулай?

 –Шулай, балам. Атайың һинең әсәйең менән бергә уҡығанда дуҫлашҡандар, бәлки, яратҡандыр ҙа, уныһын әйтә алмайым. Тик беҙ атайың менән һөйөшөп өйләнештек. Йылдан ашыу йөрөгәс, ул армияға китте. Өс йыл хеҙмәт итте. Ҡайтҡас та бер айҙан өйләнештек. Бына шулай. Тик бына әсәйең менән ул ҡасан осрашҡан, нисек, мин әйтә алмайым. Дөрөҫөрәге мин уға һөйләргә ирек бирмәнем. Мин уны миңә хыянат итте, тип, кисерә лә алманым. Ағайыңды етем итмәйем тип айырылманым, сөнки мин атайһыҙ үҫтем, уның ауырлығын беләм. Атайһыҙ икәнһең, һин башҡа балаларҙан кәмһең. Шуға күрә мин түҙҙем. Тик иң ауыры алда булды. Һинең әсәйһеҙ ҡалыуың мине тетрәндерҙе. Ошо тетрәнеү миңә һине алырға этәрҙе. Атайың ҡаршы ине. Ул нимә уйлағандыр, әйтә алмайым. Беҙ һинән һуң өс бала булғансы хистәр, серҙәр, тойғолар тураһында һөйләшмәнек. Бары ике өйҙәш кеше кеүек донъя көттөк, Аҡсалар уртаҡ, кәрәк-яраҡты кәңәшләшеп алабыҙ, бергә ашайбыҙ, бергә ятып йоҡлайбыҙ. Түшәктә ул – ир бурысын, мин ҡатын бурысын үтәйбеҙ. Марат булғас ҡына мин атайыңды ғәфү итер көс таптым, тип әйтә алам. Ҡәйнәм дә бик аҡыллы кеше ине, ләкин был серҙе ҡәйнәм дә белмәне, бәлки, белеп тә сер итеп һаҡлағандыр. Бары һине алғас, беҙ бына ошо Аҡъярға күсеп килдек. Былай беҙҙең йәшәгән еребеҙ ҙә шул. паспортыбыҙҙа теркәлгәнсә, Күгәрсен районы ине. Бына шулай, балам.

 – Ә әсәйем?

 – Ул һине ауырлыҡ менән тапҡан, выраштар ҡотҡара алманы. Бәлки үҙе лә теләмәгәндер. Ике аҙна тигәндә, мине янына саҡыртып, баланың атаһы минең ирем булыуы тураһында әйтте. Ике көндән ул үлгән, ә миңә бына ошо хатты ҡалдырған ине. Мин уны асып уҡыманым. Асыуым бик ныҡ сағы ине. Һалып ҡуйҙым, – тип, таушалып бөткән конвертты икенсе конвертҡа һалып, почта штемпеле менән һуғылған конверт бирҙе. Тышында “асмаҫҡа” тигән яҙыу ҙа бар ине.

 Сания ҡалтыранған ҡулдары менән конвертты алды. Ҡырҡ йылға яҡын уҡылмаған хат. Хәҙер уны кем уҡырға тейеш, тигән уй килде Санияға.

 – Балам ул хатты һин уҡырһың. Унда бар дөрөҫлөгө яҙылғандыр, сөнки әсәйең минең менән осрашҡанда бары “Аңла, мин уны яраттым. Шуға унан бала булыуын үҙем һораным. Әле хәлем насар. Белеп булмай. Доктор ҙа тура әйтмәй. Миндә бала табыу менән бәйле булмаған ауырыу булырға тейеш, тип уйлайым. Ике көндән Өфөгә ебәрергә һөйләштеләр. Тимәк, мин, бәлки, өмөтһөҙмөндөр. Бала – уныҡы. Мин китһәм, ул һинеке булыр. Етем итмә. Ирең менән мин һөйләшмәйем, шулай вәғәҙәләшкәйнек. Мин уны борсомаҫҡа, бары үҙем генә көтөргә риза булып унан һорап алдым был баланы, ” – тине. Атайың да осрашырға бармаған, бәлки, теләмәгәндер. Бәлки, яратмағандыр. Был турала беҙ Марат тыуғансы һөйләшмәнек. Һинең турала беҙ, бер ваҡытта ла өйгә алып ҡайтып имеҙә башлағандан алып һөйләшмәнек. Һин башта минеке булдың, сөнки атайың ҡаршы ине, тора бар беҙҙеке булдың. Бына шул.

 Шул ваҡыт Сания тороп әсәһенә ҡаршы атланы ла ҡосағын йәйеп, әллә ҡосаҡларға теләне, әллә ҡолап барғанда, таяу эҙләнеме, ибәйтһеҙ итеп “ Әсәәй!” тип ҡысҡырып әсәһенең аяҡ аҫтына йығылды. Әсәһе тиҙ генә тороп, телефонына йәбеште. “ Тиҙ ярҙам” машинаһы килеп еткәндә, ул иҫенә килеп, ултырғысҡа ултырып, сумкаһынан ниндәйҙер дарыу алып тел аҫтына һалғайны. Врач уны тыңлап ҡарап, тағы ниндәйҙер дарыуҙарға рецепт яҙып, сығып та китте.

 Бөтә нәмә лә үҙ мөҙҙәте етмәй алдыңа килмәй, тиҙәр бит. Был хәл дә шулай булды, тик бына Сания ғына үҙенең шундай аяныслы яҙмышы тураһында белмәйенсә үҫте. Башҡа туғандарынан айырылманы, тик уны ағаһы Садиҡ ҡына үтә яҡын күреп, ҡурсып ҡына алып йөрөнө. Әсәләре бөтәһен дә тиң күрҙе, шулай ҙа ул Сания менән нығыраҡ аралашырға тырыша ине, уның бала саҡта һәр аҙымын күҙәтеп, һаҡлап ҡына алып йөрөнө, ә өс һеңлеһе гел генә “Һеҙ икегеҙ ҙә Сания апайҙы яратағыҙ, Садиҡ ағай ҙа. Ана беҙҙе малайҙар үсекләһә лә, Садиҡ ағай өндәшмәй үтә лә китә. Сания апайҙы үсекләй башлаһалар, ҡолаҡтарын бороп китә”, – тип ошаҡлашып бер булдылар. Шулай ҙа үҙ-ара татыу үҫтеләр.

 Сания таңды саҡ аттырҙы, төшкөлөккә автобусҡа сығыр кәрәк икәнен уйлап, хатты таң менән уҡырға булды. Ипләп кенә конвертты асып, әсәһенең хатын ҡулына алды. Хатты еҫкәп ҡараны. Әсәһенең еҫе тойолмаймы? Бына уның үҙ әсәһенең ҡулы менән яҙылған хат... Нисә йылдар һаҡланған. Мин уны ғәйепләй алмайым. Ул да һөйөлөүгә хаҡлы, яратҡан кешеһенән бала тоторға теләгән. Теләгенә ҡушып Хоҙайҙан ғүмер һорамаған. Мин һине ғәйепләмәйем, әсәйем, тип уйланы ул.

 “Мәҙинә, көсөң етһә иреңде ғәфү ит!... Ул һиңә хыянат итмәне. Ул һине шул тиклем яратҡанын аңлай инем. Тик мин үҙемдең яратҡан кешемдән бала теләнем. Бөтә ғәйебем шунда. Мин унан бер кисте инәлеп һораным. Бер кис миңә уның бәхет биреүе, мине бәхетле итеүе кәрәк ине. Мин ул бер кисте унан бала һораным, ләкин ул был аҙымға барманы. Тағы күпмелер ваҡыттан һуң мин үтенесемде ҡабатланым. Ул тыңланы. Шуның өсөн дә мин уға рәхмәтлемен. Тик ул миңә аҙаҡ: “Гөлнәҙек, минең һинең менән мәктәптәге дуҫлыҡ ул мөхәббәт булмаған, аңла. Мин Мәҙинәне генә яратам. Әле лә минең уйымда Мәҙинә. Әгәр был хәлде Мәҙинә белә ҡалһа, ул мине ғәфү итмәйәсәк. Ул ғорур кеше. Ул шул илаһи ғорурлығы менән мине үҙенә табындырҙы. Ул һинең кеүек сибәр түгел, тик уның ошо ғорур, кешелекле эске донъяһы матур. Мин уның күләгәһе булырға әҙермен. Ҡабат минең юлыма сыҡма,” – тине. Мәҙинә, һин бәхетлеһең, бәхетең менән шатланып йәшә. Сабит бәхеткә хаҡлы кеше. Һин уны ғәфү ит. Ташлап китмә. Мин булмаһам, Саниямды һиңә тапшырам. Үлгәндәрҙең теләге кире ҡағылмай. Һиңә бәхет теләйем! Һин былай ҙа бәхетлеһең. Шул бәхетеңде юғалтма! Гөлнәҙек. ”

 Рәхмәт, әсәй, үҙеңдә көс табып, Мәҙинә әсәйемде яфаларҙан ҡотҡарырға, атайымды ғазаптан азат итергә теләгәнһең. Тик Мәҙинә әсәйем генә үҙенсә хәл итеп, күпме ваҡыт атайымды ғәйепһеҙ ғәйепле тамғаһы менән йәшәткән...

 Алда әле Санияға әллә күпме үҙ ҡусты-һеңлеләре, ағаһы менән осрашаһы, Күгәрсен районына барып Гөлнәҙек әсәйенең туғандары менән танышып, ҡәберенә сәскә һалыу бурысын да үтәйһе кәрәк буласаҡ...

 Мөхәббәтте хөкөм итеп буламы һуң?!! Юҡтыр... Мәҙинә әсәйҙең дә, Гөлнәҙек әсәйҙең дә, атайҙың да бер генә лә минең алда ғына түгел Хоҙай алдында ла ғәйебе юҡ бит, тип уйланы Сания.

 Әсәйҙәрем, атайым, мин һеҙҙе ғәфү итәм!...

 Сания ошо яҡты уйҙары аша әсәһе Мәҙинә менән хушлашып, автобус туҡтлышына ашыҡты. Әсәһе уны тәҙрә аша күҙ йәштәренә төйөлөп, ҡул болғап оҙатып ҡалды.

 Кеше донъяла үҙенә тәғәйен яҙмышын үҙе күтәрә. Берәү ҙә икенсе кешенең яҙмышын еңеләйтә алмай, ғазаптарын еңеләйтеп, шатлығын бүлешә алһа ла... Тормош йөгөн күтәреү тик үҙеңә генә тура килә. Уны нисек итеп күтәреү үҙеңдең был тормошто ни кимәлдә яратыуыңа, ни кимәлдә киң күңелле, изгелекле булыуыңа бәйле шул...

Фото: ru.pinterest.com

Автор:
Читайте нас: