+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
27 Ғинуар , 20:05

Аппағым

Баҡсаға терәтеп эшләнгән эскәмйәлә оло йәштәге Садиҡ* бабай менән ултырабыҙ. Ул әллә ҡояштың йылы нурҙарына кинәнестән, әллә йоҡомһорап, күҙҙәрен йомған, мин аяғым тирәләй бушамай уралған бөжәкте күҙәтәм. – Минең аппағым нимәгәлер көйә, – бабай кинәт тынлыҡты өҙә, – ана, биҙрәләрҙе ҡалай зың­ҡылдата.

Аппағым
Аппағым
Ихата яғына ҡолаҡ һалам:
– Әлләсе, Фәйхүнә әбейҙең кәйефе былай яҡшы кеүек ине.
Садиҡ бабай ирен сите менән йылмайып ҡуйҙы:
– Хәҙер бесәйҙе әрләһә, тимәк, ысынлап та, көйә...
Ҡолаҡты ҡарпайтам. Күп тә үтмәне, Фәйхүнә әбейҙең ҡыс­ҡырғаны ишетелде:
– Ҡоромағыр, бырысь! Был бесәйе аяҡ аҫтына инеп бара, йығылта инде!
Садиҡ бабай һуҡ бармағын тантаналы өҫкә күтәрә:
– Ишеттеңме?! Үәт!
– Инәйекме әллә?
– Эйе шул, мин үҙ-үҙемә дошман түгел, – бабай шым ғына көлә. – Йөҙ боҙоҡта инеп, эҫеһенә эләкмәйек. Саҡ ҡына баҫылһын да аппағым, шунан инербеҙ.
Тәүҙә – ҡапҡа яғына, шунан бер-беребеҙгә ҡарап, заговорсылар ише йылмайышабыҙ. Фәй­хүнә әбейҙең галуштарының ихата эсендә бер яҡынайып, бер алыҫайып шаптырлағанын шым ғына тыңлайбыҙ. Унан “мәңге туймаҫ” тауыҡтарға, “зимагур” эткә, “әрәмтамаҡ” турғай һәм күгәрсендәргә, “әллә ҡайҙа олаҡҡан” Садиҡ бабайҙың күлә­гәһенә лә өлөш сыға.
– Фәйхүнә әбей ҡарасман ғына бит, нишләп һеҙ уны “аппағым” тиһегеҙ? – босоножкама үрмәләп менгән бөжәкте ипләп кенә һелкетеп төшөрәм.
– Йәш сағында һәләк аҡ ҡына ине ул, – Садиҡ бабай йылмая.
– Һуң һеҙ уның менән һуң ғына өйләнештегеҙ түгелме? – аптырап уға ҡарайым. – Әллә йәш саҡтан таныш инегеҙме?
– Йәш, тип... уны димләгән­дәрендә миңә алтмыш алты, уға алтмыш та тулмағайны. Шуғаса бер-беребеҙҙе белмәнек, тиһәң дә була. Ете йәшкә кесе булғас, ныҡ йәш, матур, аҡ ҡына йөҙлө күренде. Күргәс тә, был мине эшкә һанамаҫ, кире борор, тип ҡурҡтым. Һәм ул борҙо ла. Юҡ, тупһанан уҡ түгел. Ҡайнағаларым менән бергә барғайныҡ (мәр­хүмдәр инде улар). Фәйхүнә беҙҙе индерҙе, йүгереп йөрөп өҫтәлен әҙерләне, сәй эсерҙе. Уны ҡарап ултырам, үҙемдең ҡулдар ҡалтырай, хас та ун алты йәшлек малайҙыҡы кеүек, был мине ҡабул итмәҫ, тип ҡайғырам. Ҡалай ҙа һыр бирмәҫкә ты­рышҡан булам, һөйләшеүгә арлы-бирле һүҙ ҡыҫтырам. Ҡайнағам килеүебеҙҙең сәбәбен әйткәс, Фәйхүнә миңә ҡарамай ғына: “Бабайымдың вафатына йыл да үтмәгән, урын-түшәге лә һы­уынмаған, һеҙ ни яр аҫтынан яу сыҡҡандай, килештереп йөрөй­һөгөҙ инде...” – тип көрһөндө. Ҡәйенбикәм килеп тыуған уңай­һыҙ хәлде һылап-һыйпарға ашыҡты: “Фәйхүнә, беҙ ошо ауылға күсеп килгәс тә, һинең менән яҡындан аралашып, ҡул­дашып йәшәйбеҙ, һин – үҙе­беҙ­ҙең кеше, Садиҡ та, кейәү булараҡ, үҙ кеше. Ике шәп яңғыҙ ҡауышһа, тип тырышҡан көн. Йә башҡалар йортоңа эҙ һалыр...” Фәйхүнә ҡулын һелтәне: “Әллә кемгә кәрәгем бар ине”. Ҡул суғындағы беләҙектәре сың-сың итеп ҡалды. Минең йөрәк туланы ла китте шул мәлдә.
– Ғашиҡ булдығыҙ ҙа ҡуйҙы­ғыҙмы?
– ... Тыныслыҡ бөттө. Беҙ ҡаты­ным Разия менән тыныс йәшәнек, ул йомоғораҡ ине. Апаһы менән нимәгәлер асыуланышҡандар ҙа, ғүмер буйы ҡәйенбикәләр менән аралашманыҡ. Разия арабыҙҙан китеп барғас, ҡәйенбикәләр уны ерләшергә килде лә, шунан һуң улар минең шәхси тормошто рәтләшергә, Фәйхүнә менән таныштырырға кереште. Фәй­хүнәгә барып ҡайтҡандан һуң ике аҙна ваҡыт үтте, ни йоҡлап булмай, ни ашап булмай. Түҙмәнем, бер кисте матайға ултырҙым да Фәйхүнәгә юлландым. Барып еткәндә ҡараңғы төшкәйне. Матайҙы тырылдатып ҡапҡаһы төбөндә оҙаҡ ултырҙым: ҡабыҙам да, газға баҫып торғас, һүндерәм, шунан йәнә ҡабыҙам... Ҡапҡа дөбөрләтергә шөрләтә. Һөйләнә-һөйләнә килеп сыҡты был бер заман: “Башҡа ерҙә урын тапманығыҙмы?!” Йәштәр йыйыл­ған, тип уйлаған. Ҡараңғылыҡҡа күҙе өйрәнеп, мине танығас, аптыраны: “Бәй, ни эшләп йөрөй­һөң, кеше ҡурҡытып?” “Әйҙә, ултыр”, – тим ҡыйыуланып. Беҙгә, ир затына, ҡатын-ҡыҙҙың бер аҙ инәлткәне оҡшай. Был да инәлтә-инәлтә саҡ ултырҙы. Миңә шул ғына кәрәк тә инде – апҡайттым да киттем үҙен. Эй, ҡысҡыра, кире борол, тип, үҙе нығыраҡ билемә йәбешә. Өй янына килеп еткәс, туҡтағайным, матайҙан пырылдап осоп төштө лә, унда минең һыйыр ҡалды, уны нимә тип уйлайһың, тип көйә: “Иртән елене тулышыр, кем уны көтөүгә ҡыуыр, бар кешенең ҡото осор”. “Һыйырыңды ла хәҙер барып алып ҡайтам, – тинем ышаныслы. – Ҡош-ҡортоң булһа – уларҙы ла алып киләм. Беҙҙең йәштә оҙон-оҙонға һуҙырға ваҡыт юҡ. Һин миңә оҡшайһың, мин һиңә оҡшайым, бергә йәшәйбеҙ ҙә китәбеҙ”. “Ҡара һин уны, минең өсөн дә хәл иткән, – тип күҙенең ағын әйлән­дерә, – бәлки, һин миңә бөтөнләй оҡшамай­һыңдыр!” Ә мин тоям – оҡшата ул мине, оҡшата, шуға ла тыпырсына, тулай. Билдең ауыртыуын да онотоп, уны күтәреп өйгә индерҙем: “Был өй оҡ­шамаһа, яңыһын һалам, әйт кенә!” Иҙәнгә баҫҡан Фәйхүнә бирешмәй, һаман үҙенең һы­йырын һөйләп, сығыу яғын ҡарай: “Кире алып бар, йәки йәйәү ҡайтам!” Буйға бәләкәй, тос ҡына кәүҙәле Фәйхүнә ҡурсаҡтай ғына күренә миңә, уны йәйәү төндә бер үҙен нисек ҡай­та­раһың?! Бер яҡтан, һис тә ыҡҡа килмәгәненә йән көйә. Һуң, йәш ҡыҙ бала түгел дәһә шулай кәзәләнергә? Икенсе яҡтан, уның ихлас ҡаршылашыуы, ҡарышыуы ҡанды ҡыҙҙыра, йө­рәкте йышы­раҡ тибергә мәжбүр итә, йәшеңде – етмеште ҡыу­ғаныңды, оноттора.
Шундай ҡаршылыҡлы уй-тойғолар солғанышында Фәй­хүнәне ауылына кире алып барып еткерҙем. Килә торғас, уның “...бәлки, һин миңә бөтөнләй оҡшамайһыңдыр” тигән һүҙен иҫләнем бит. Әллә был мине ысынлап оҡшатмаймы, әллә үҙемдең уйҙырманы ысынға аламмы, тигән шик тыуҙы. Хәҙер ҡапҡаһы төбөндә һаманғаса миңә һырт йөнөн ҡабартыуын дауам итһә, башҡа килмәйем дә, инәлеп тә йөрөмәйем, тип уйлайым. Инәлеп йөрөргә башҡа бисәләр бөткәнме, үҙемдең ауылда ғына тиҫтәләгәне бар, тип ҡәһәтләнәм. Ә йөрәк, их, тик улар Фәйхүнә түгел шул, тип ярһый. Был матайҙан ғәҙәтенсә һөйләнә-һөйләнә төштө, ҡулдарын һал­даттар кеүек һелтәй-һелтәй, ерҙе иҙә баҫып ҡапҡаһына табан атланы. Хатта һаубуллашмай ҙа, тип эстән үпкәләп, рулде йолҡоп алырҙай янып ултырам. Ҡап­ҡаһын асҡас, Фәйхүнә ҡапыл артына боролдо. Фара яҡтыһынан күҙен ҡаплап: “Ир икәнһең”, – тине лә инеп китте. Ике һүҙ! Ни бары ике һүҙ, ә ниндәй көскә эйә улар! Нисек ҡайтып еткәнемде лә иҫләмәйем. Остом ғына!
Быға тиклем ошо хәлгә еткәнсе ҡанатлан­ғаным да булманы. Разияға бер һүҙем юҡ, һәйбәт, тоғро ҡатын, яҡшы әсәй булды, ләкин йөрәкте улай яндырманы. Яндырырлыҡ форсаты ла эләк­мәне. Беҙҙе донъя баҫҡандыр. Йәшләй өйлә­нешеп, шундуҡ бер-бер артлы балалар тыуып, эшкә күмелеп йәшәлде. Тормош бик ауыр булды, етешһеҙлек ир­кенләп тын алырға ирек бирмәне. Разия менән нисек ҡауышҡанды ла йүнләп хәтерләмәйем. Мин уны алып ҡайттым да йәшәнек тә киттек. Тәүге балабыҙ тыуғас ҡына силсәүиткә барып, загсҡа индек. Уға ла еңел булмағандыр ҡәйнә менән йәшәүе. Әсәй ҡарсыҡ уҫал ғына ине. Ҡартайып бөгөлгәнсе, бөтә киленен дә усында бейетте. Разияға бигерәк тә күп эләкте. Шуғалыр ҙа әсәйҙең кәре бөткәс, уны тәрбиәләп ҡарауҙан баш тартҡандыр. Үҙемдең дә һаулыҡ самалы, тиһә лә, ысынында уҫал ҡәйнәһен ғәфү итә алманы шикелле. Әсәйҙе һеңлем алып ҡайтып аҫраны. Үлер алдынан, мине үҙ өйөмдән ҡыуҙығыҙ, тип рәнйеп ятты бахыр. Мин Разияның һүҙе аша үтә алманым. Ғаиләлә ир хужа, тиһәләр ҙә, ҡатындың баш булыуы бер кемгә лә сер түгел. Ҡатының, әсәйеңде ҡарамайым, тиһә, ҡайҙа бара­һың? Ҡаршы сыға алмай, уның һүҙенә күнәһең. Әсәй алдында шулайтып бурыслы, ғәйепле булдым да ҡалдым. Уның вафатына ҡырҡ йылдан ашыу ғүмер үтте, ә ғәйеп тойғоһо, иҫкә төшһә, йөрәкте әүәлгесә арыуыҡ ауыр иҙә.
– Әсәйегеҙ нимә сәскән – шуны урған, ҡатынығыҙға ҡарата ҡаты булғас, кемгә үпкә?! – үҙ уйҙарына сумған Садиҡ бабайҙы йәлләнем.
– Уныһы ла бар, – ул уфтана. – Ә шулай ҙа Разияға ҡарата күңел һыуынды. Әсәй тере сағында һуңғы күрешкәндә, башымдан һыйпаған булды. Ҡул күтәрерлек түгел, һөйләшерлек тә хәле юҡ ине үҙенең. Эйел, тип ҡарашы, бармаҡ остары менән ымланы. Башымды эйгәс, ҡулын көскә күтәреп, түпәмде һыйпап, һөй­гәндәй итте. Баламдың сәскенәһе ағарған, тип шыбырланы... Мин, ул саҡта ҡырҡ йәшлек ир, хас та бәләкәй бала кеүек түгелеп илап ебәрә яҙҙым. Саҡ тыйылдым. Тамаҡҡа төйөр тығылды. Ана шул төйөр нисәмә йылдар буйына тамаҡта торҙо, Фәйхүнәне ос­ратҡас ҡына яҙылды, юҡҡа сыҡты. Аппағымды бер йылға яҡын яуланым.
– Һеҙ ҙә ныҡыш, әй!
– Ныҡыш булмай ни. Йөрәк йәш ҡала бит ул. Теләһә кемде алып, йәшәп булмай, хис-тойғолар, бер-береңде оҡшатыу, тартылыу кәрәк. Фәйхүнә лә ана шул “ир икәнһең” тигән һүҙе менән өмөт ҡуҙын дөрләтте лә ебәрҙе, ҡанатландырҙы, күңелде үҫтерҙе. Үҙ тормоштары менән йәшәгән балалар ҙа хатта, миңә ҡарап, һин, атай, йәшәреп киттең түгелме, тип көлә башланы. Ә мин өй һалырға тотондом! Йәш кәләш әйттерергә йыйынаһыңмы ни, тип ауылдыҡылар ауыҙ йырҙы. Садиҡ ҡартайған көнөндә алйыған, тиеүселәр ҙә табылды. Ә мин үҙ йәшемде оноттом. Алтмыш алты йәш нимә ул, тфү, ир кеше өсөн сүп кенә! Өйҙө ҙурҙан итмәй, “һә” тигәнсе күтәреп, һис бер ауырлыҡһыҙ төҙөнөм. Күңел йырлап ҡына торҙо. Ә күңел йырлаһа, эш тә ырай, бөтәһе лә ыңғай ғына килеп тора. Төҙөлөш материалдары ла, өмәсе-ярҙамсылары ла... Үҙем бер туҡтауһыҙ Фәй­хүнәгә барып йөрөнөм. Уны алып ҡайтып, өйҙөң төҙөлөшө менән таныштырҙым, пландар менән бүлештем. Тик “был юлы миндә ҡалыр”, “был юлы бергә йәшәргә ризалашыр”, “был юлы мине үҙендә алып ҡалыр” тигән өмөттәрем аҡланмай ҙа ҡуя. Ныҡ тора! Мин, ғүмерҙә һис кемгә бер бөртөк сәскә бүләк итмәгән кеше, уға сәскә, фәлән-төгәнен бүләк итергә әүәҫләндем. Егет менән ҡыҙ кеүекбеҙ. Ҡырынып, ыҫпай­ланып, одеколон-модеколонын һөртөп, осрашырға саҡырам. Йә йылға буйында ҡаҙ-өйрәк ҡыуып йөрөйбөҙ, йә ҡырҙа муйыл, балан тирәбеҙ, йә мин уның ихата-йортонда арлы-бирле эшен эшләйем. Фәйхүнә миңә кинәт кенә һирпелеп ҡараһа йә ҡашын һикертһә, ух, беләктәрҙә тау-таш аҡтарырлыҡ көс бүртеп китә! Өйҙө төҙөп бөткәс, йәп-йәш кәләште алғандай, һандыҡтары менән күсереп алып ҡайттым мин уны. Аллы-гөллө әрмәк-балаҫтарын түшәп, ҡорған-селтәрҙәрен элеп, юрған-мендәрҙәрен өйгәйне, йортобоҙ терелде лә китте, ҡот ҡунды! Самауыр шажлатып ебәреп, ҡоймаҡ ҡойоп, күрше-күләнде, балаларҙы саҡырып, ҡунаҡ күрҙек. Бына шулайтып Фәйхүнә әбейең менән сәсте сәскә бәйләнек.
Садиҡ бабай шуҡ йылмайып, минең яҡҡа эйелә:
– Разия әбейең менән айырым йоҡланыҡ, был йәш кеше йәш инде, айырым йоҡлар өсөн мин һиңә кейәүгә сыҡманым, тип һүҙҙе ҡыҫҡа тотто. Айырым йоҡлар булһаң, ҡайтам да китәм, тип ҡурҡытты. Шуға ла ысразыу киң карауат алдырҙы.
Мин пырхылдап көлдөм дә ебәрҙем. Ыңғайыма бабай ҙа көлдө. Икәүләп тыйыла алмай көләбеҙ. Ҡапҡа асылып, Садиҡ бабайҙың аппағы – Фәйхүнә әбей күренде:
– Былар ҡайҙа юғалды, тиһәм, бында ултыраһығыҙ икән. Нимәгә хихылдайһығыҙ?
Беҙ Садиҡ бабай менән бер-беребеҙгә ҡарашып, һаман көлгәс, Фәйхүнә әбей ҙә йыл­майҙы:
– Ике бисура һеҙ. Керегеҙ, әйҙә, сәй һыуына.
Мөхәббәтлеләрҙең сәйе лә тәмле, нисек баш тартаһың? Их кенәйем...
 
Баныу ҠАҺАРМАНОВА.
* Бөтә исем дә үҙгәртелгән.
Фото: triptonkosti.ru
Сығанаҡ: https://ye102.ru/articles/mahsus/2020-09-25/appa-ym-765242
Автор:
Читайте нас: