-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
28 Ғинуар , 10:00

Баҡыяс

Хәйҙәр ТАПАҠОВ Хәҙер беренсе сентябрь көнө мәктәпкә йыйынғанда гелән “баҡыяс” һүҙе иҫкә килә лә төшә. Кеҫәмә баҡыясҡа тәғәйен беҙҙең бала саҡ тәмлекәсенә оҡшаш чупа-чупсты һалмайҙар күптән, шулай ҙа һаман да башы үтмәҫ ҡайсы менән мөнтәлгән ауыл малай ише нимәгәлер ымһынам, өмөт итәм. Өмөтөм аҡлана гелән, мәктәп ба-лалары йомарт, барлыҡ кеҫәләремде баҡыяс тултырып матур һүҙ, яҡты ҡараш, ихлас мөнәсәбәт, эскерһеҙ аралашыу һалып ҡайтаралар.

Баҡыяс
Баҡыяс

  Йүгереп йөрөп әсәйем мине мәктәпкә әҙерләй. Эргәлә ятҡан Бүребай баҙарына йәйәүләп барып мәктәпкә тигән кейем-һалым, уҡыу өсөн кәрәк-яраҡ, “Алифба” китабын, арифметика дәреслеген алып ҡайтты. Хәйбулла районындағы Бүребай ҡасабаһы эргәлә, тиһәм дә ул Һаҡмар аръяғында, беҙҙең ауылдан утыҙ саҡрым тирәһе йыраҡта ята. Әсәйем ҡара таңдан һыйырҙы һауып көтөүгә ҡыуғас уҡ ҡуҙғалғайны, шул көтөүгә эйәреп тиерлек, көс еткеһеҙ әйберҙәр күтәреп арып-талып ҡайтып инде. Иртәгеһен инде көнө буйына мине мәктәпкә әҙерләү хәстәре башланды. Йолаға ярашлы ир баланың сәсен ир кеше алырға тейеш булғанға алдан әйтеп ҡуйылған саҡырыуға ярашлы сыбыҡ осо туғаныбыҙ – Рим сәс алғыс машинкаһы булмағанлыҡтан ҡырҡҡыға тартым ҡайсыһын тотоп килеп етте лә аулаҡты яратам, тип мине йәйге өйгә, ишек алдындағы усаҡлыҡ, тип аталған ергә индереп артһыҙ ултырғысҡа трусикҡа ғына ҡалдырып ултыртып ҡуйып эшкә кереште. Уның аулағын күптән беләм, төшөнөп бөткәнмен, тыныс ултыра алмаһаң яҫы ус маңлайға, йә соңҡаға сәпелдәй, ары ла сыҙамаһаң елкәнән ҡалҡытып арт һыныңа тибеп алыуҙан да тартынмай ағай тейеш кеше. Маңлайға ике тапҡыр еңелсә эләктереүҙе, ҡолаҡты бороп алыуҙы, шунан икеһенән бер юлы юғарыға тартыуҙы иҫәпкә алмағанда был юлы сәс алыу сағыштырмаса имен-аман тамамланды. Эргәләге стенаға ҡаҙаҡланған көҙгөгә күҙ атҡайным унан миңә көҙ башында ҡышҡылыҡҡа тип ҡорһаҡ йөнө апаруҡ ҡалдырып алынған “кәзә бәрәсе” ҡараны. Ярай, шуныһына ла шөкөр, тимәк тағы ике ай тирәһенә язаға бәрәбәр ҡыйналыуҙан ҡотолдом, тигән һүҙ.

       Элек нишләптер тотош ауылға иң күп тигәндә биш-алты ҡара мунса була торғайны, улар тотош ауыл халҡы өсөн уртаҡ мөлкәт иҫәпләнде. Ҡара мунса тигәнең - мейесенең өҫ яғына тумалаҡ йылға таштары өйөп һалынған, тар эләүкәле, башында алабута, әрем үләндәре тирбәлгән тупраҡ ҡыйыҡлы, әҙәм башы ғына һыймалы ҡырҡ ҡоршау тәҙрәле өкәлтәк инде шунда. Түбә таҡтаһы, дүрт яҡ стенаһы бер иле самаһы ҡором менән ҡапланған. Һаҡһыҙ ҡағылһаң ҡараға буялып ҡайтып инереңде көт тә тор. Ығышып, төнгә саҡлы ҡалып мөштөрҙәһәң, һуңғы сиктә быялаһыҙ йылпылдаҡ шәмде тоҡандыраһың, уныһы ла миндек елпеүенән һүнергә әҙер. Тын алғыһыҙ эҫелә мунса ыҫы шәм төтөнөнә уҡмашһа эсмәйенсә лә аңҡы-тиңкегә ҡалып иҫерергә мөмкин. Ҡараңғыла йыуыныу - тома һуҡырға ҡалып төртәләнеүгә тиң, мәгәр, ни хәл итмәк, бары менән байрам, көнө ҡоро түгел, сиратлап яғып шул мунсаларға төшәләр. Ир бала ир кеше менән мунсаға барырға бурыслы ла бит, тик әйләнгән һайын күрше-тирәләге ир-атҡа ялынып йөрөү әҙәпһеҙлек, шуға күрә мине әсәйем йыуындыра, ғәҙәттә. Йылымыс һыу тултырылған  кәритәгә ултырам да башымды баҫып, күҙҙәремде сытырҙатып йомоп ике услап сатымды ҡаплайым, боҫормалайым, бар һаҡланыу сарам шул. Киттек кәртә аҫтынан арғы осҡа. Әсәйеңде ҡатар етәкләп мунсаға барып булмай бит инде ул, шуға ыштаным бөрмәһен бөрөп тотоп уны алыҫтан күрә-күрә арт яҡтан юрғалайым.

       Шулай итеп эңер төшөүгә ғәмһеҙ бала саҡтан уҙып иҫ белеү осорона бағышланған таҙарыныу көнө аҙағына ла етте. Тәнде йыуҙыҡ та бит, әммә самимилыҡ, хыялыйлыҡ һеңешкән бер ҡатлы күңел шул килеш ҡалды, уны сайып төшөрөү, йыуып алыу мөмкин түгел. Шуғалыр ҙа мин һаман да яланаяҡ рухлы тәбиғәт балаһы.  

            Иртәгеһен инде таң менән мине кейендереү мәшәҡәте көтә. Мәшәҡәт, тим, сөнки әсәйем, әллә нисә төрлө булһа ни асыу, бер үк кейемде ҡат-ҡат систереп ҡа-баттан кейендерә, иҙән буйлатып атлатып ҡарай, әйтерһең билдәле әртисте сәхнәгә сығырға әҙерләй инде. Бына, ниһайәт өҫтөмдә еңһеҙ аҡ күлдәк, балаҡ остары резинкалар менән бөрөлгән ҡара сатин ыштан, шнурҙары ни сәбәптәндер үксә тәңгәлендәге тишектәргә килтереп бәйләп ҡуймалы сандалийға тартым шипатайҙар. Булғас булһын, типтер инде арлы-бирле мөнтәлгән йомро башыма “Тройной” һөртөлә. Одеколондың сифаты шул тиклем дә шәп, ҡағыҙына “өсәүле” тип юҡҡа ғына яҙмағандар, уның ҡырҡыу еҫе өс аҙымға түгел, утыҙ-ҡырҡ аҙымға етеп аңҡый. Ҡайтанан өй түрендәге көҙгөгә күҙ атам, унан миңә инглиз короленең вариҫынан һис тә кәм булмаған кәттә малай ҡарай.

     Яңы кейемде күрһәтеү йолаһына ярашлылыр инде әсәйем:

       - Бар күрше-тирәлә йөрөп әйлән! - ти.

       Ҡыуанып ризалашам.

            Баҡыяс, тигән диалект бар. Ул һүҙҙең тура мәғәнәһе тығыҙ, беше, тигәнде аңлата. Мәгәр беҙҙең яҡта берәй яңы кейем кейеп сыҡһаң тотоп, йә һыйпап ҡар-айҙар ҙа маҡтағандай итеп “баҡыясҡа бер лампас!” тиҙәр, ә кескәйҙәрҙең иһә кеҫәләренә тәм-том тултыралар, баҡыр аҡса һалалар. Беренсе класҡа уҡырға барырға йыйынғанда шулайтып, яҡын тирәләргә ҡуҫтарланыуымды күрһәтеп, күҙ менән ҡаш араһында төрөк солтанынан былайыраҡ байып киткәнем хәтерҙә.

       Хәҙер беренсе сентябрь көнө мәктәпкә йыйынғанда гелән “баҡыяс” һүҙе иҫкә килә лә төшә. Кеҫәмә баҡыясҡа тәғәйен беҙҙең бала саҡ тәмлекәсенә оҡшаш чупа-чупсты һалмайҙар күптән, шулай ҙа һаман да башы үтмәҫ ҡайсы менән мөнтәлгән ауыл малай ише нимәгәлер ымһынам, өмөт итәм. Өмөтөм аҡлана гелән, мәктәп ба-лалары йомарт, барлыҡ кеҫәләремде баҡыяс тултырып матур һүҙ, яҡты ҡараш, ихлас мөнәсәбәт, эскерһеҙ аралашыу һалып ҡайтаралар. 

Фото: zelengarden.ru

Автор:
Читайте нас: