-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
29 Ғинуар , 20:00

ӘЛФИӘ Гөлнара Мостафина

Беҙ, малайҙарҙың, ҡояш ҡыҙҙырып, тау баштары ҡарҙан әрселә башлау менән уҡыу ҡайғыһы китә. Мәктәптән ҡайтабыҙ ҙа, портфелдәрҙе ырғытып, унан-бынан ғына ҡапҡылай һалып, тауға ашығабыҙ. Ҡараңғы төшкәнсе туп һуғабыҙ, йүгерәбеҙ, уйнайбыҙ. Ҡайтҡас, әсәйҙең һуҡраныуы аҫтында йыуынып, ас ҡорһаҡты тултырып алаһың да, өйгә бирлегән эште эшләһәң эшләйһең, эшләмәһәң юҡ, әүен баҙарына китәһең.

ӘЛФИӘ Гөлнара Мостафина
ӘЛФИӘ Гөлнара Мостафина

Бер көндө дәрескә бөтөнләй әҙерләнмәнем. Әллә ни шәп уҡымаһам да, “ике”ле алғы килмәй, шуға йоҡонан торғас та портфелемә китап тултырып, ике перәник һалып алдым да мәктәпкә ашҡытым. Тиҙерәк берәйһенән өйгә эште күсерә һалыр кәрәк.
Класҡа ингәндә Марат та, Әсләм дә килгәйне инде. Миңә иғтибар итеүсе лә юҡ. Күптәр бер-береһенән күсерә-күсерә өйгә эш “әҙерләй”. Мин дә йәһәт кенә көндәлекте һөйрәп сығарҙым. Математиканан 132-се күнегеү бирелгән икән. Мәсьәлә сисергә. Марат янына килдем:
- Матемдан эшләнеңме?
- Әсләмдән күсерҙем. Әсләм – Хәлимдән, Хәлим Әлфиәнән күсергән шикелле. Дәфтәрҙе, ана, портфелдән ҡарап ал!
Үҙе, башын да күтәрмәй, урыҫ теленән әҙерләп маташа.
Урыҫ теленән, төшөп ҡалған хәрефтәрҙе ҡуйып, күсереп кенә алырға. Уныһы рәп-рәхәт. Инде башҡорт теле ҡалды. Көндәлеккә яҙып та алмағанмын икән.
- Эй, Әсләм! Башҡорт теленән күсерт әле!
- Унда һөйләмдәр төҙөргә ҡушылған, үҙең уйла!
Маҡтансыҡ, берәү эшләгән, имеш. Ярай, миңә лә көнөң төшөр әле. “Инәлттең” тигән ҡиәфәттә ҡулдарҙы кеҫәгә тығып, эргәһенән эре генә үттем дә Илмир янына барып баҫтым.
- Башҡорт теленән өйгә эшеңде бир әле!
Уныһы ла: “Үҙең яҙ!” – тигән булды.
Харап икән! Нимә, былар миңә күсертмәҫкә һөйләшкәнме әллә?
Иң яҡшы уҡыған Әлфиәгә инәлергә тура килде. Уныһы ла кәзәләнә башлағас, сырылдатып, портфелен тартып алдым. Илмир, Әлфиәне яҡлашып: “Бир әле портфелен!” – тип һикереп торҙо.
- Ха-ха-ха! Әлфиә әллә кәләшеңме? – тип хахылдай башлағайным, теге бурҙаттай ҡыҙарып, урынына кире ултырҙы.
- Ха-ха-ха! Әлфиә әллә кәләшеңме? – тип хахылдай башлағайным, теге бурҙаттай ҡыҙарып, урынына кире ултырҙы.
Иркенләп дәфтәрен астым да һүҙмә-һүҙ күсереп тә алдым. Булды бит! Дәрескә ҡыңғырау шылтырағансы, өйгә эштәрҙе “әҙерләп “ тә бөттөм.
Рәшиҙә Усмановна барыбыҙ менән дә иҫәнләшкәндән һуң, өйгә эштәрҙе тикшерә башланы. Үс иткәндәй, мине баҫтырҙы. Әлдә Әлфиәнән күсереп өлгөргәнмен! Яйлап ҡына уҡый башланым: “Минең яратҡан шөғөлдәрем – сигеү, һүрәт төшөрөү, бейеү. Әсәйемә һауыт-һаба йыуышам, бешеренергә ярҙам итәм...”
Тирә-яҡтан хихылдашҡан тауыштар ишетелде. Иң һәйбәт уҡыусынан күсергәс ни, хата булыуына шикләнмәйем, артабан уҡыйым: “Буш ваҡытта ҡурсаҡтарыма кейем тегәм...”
Көлөү көсәйгәндән-көсәйҙе. Һәр һүҙемде етди генә тыңлап торған Рәшиҙә Усмановна ла йылмайҙы. Мин, аптырап, Әсләм дуҫҡа ҡараным. Уныһы, ултырырға ишаралап, ҡул һелтәй. Әлфиәһе, “һиңә шул кәрәк!” тигәндәй, тел күрһәтә. Аптырап Маратҡа ҡараным.
- Үҙең тураһында хикәйә яҙырға ине бит, туңбаш! – тип бышылданы ул көлкө аралаш. Шунда ғына башыма барып етте.
Тирә-яҡтан һаман үсекләйҙәр, ҡурсаҡ уйнатаһың икән, тип хихылдайҙар. Әлфиәгә йәнем көйҙө. Әйтерһең, оятҡа ҡалыуыма ул ғәйепле. Илмиры ла нисек ауыҙ йырған була. Малайҙар бер-ике тәнәфес буйына күҙҙе лә астырманы. Эстән асыуым килһә лә, һыр бирмәҫкә тырышам, Әлфиәнән үс алырға уңайлы мәл көтәм. Үҙен дә көлкөгә ҡалдырмаһаммы!
Теләһәң, яйы сығып тора икән. Оҙон тәнәфескә саҡырып ҡыңғырау шылтырағас, бөтәһе лә кемуҙарҙан ашханаға сапты. Класта бер нисәү генә ҡалдыҡ. Әлфиә тырышып-тырышып нимәлер яҙа. Үҙен үсектерергә теләп, дәфтәрен тартып алдым. “Сәр-р” итеп ҡалды теге:
- Нимә эшләйһең ул, Искәндәр! Бир дәфтәремде! Кеше көндәлеген уҡырға ярамай! ..
- Ә-ә-ә, шулаймы ни? Көндәлекме ни әле был... Миңә уҡырға ярай ул!
- Бир!
Әлфиәнең илай яҙып ҡыуалауы мине ҡыҙыҡтырып ҡына ебәрҙе. Нимә яҙған була икән.
Коридоға уҡ кеүек атылып сыҡтым да баҫҡыс аҫтына инеп йәшендем. Йәһәтләй һалып һуңғы битте астым:
15 май. Илмир миңә, дуҫлашайыҡ, тине. Ул яҡшы малай. Бөгөн Искәндәрҙән дә яҡлашып маташты. Яҡлаусың булғанда ҡайһылай рәхәт!..”
Мин, Америка асҡандай, класҡа һөрәнләп барып индем:
- Тыңлағыҙ, тыңлағыҙ! Һеҙгә хәт-тәр шәп яңылыҡ әйтәм! Илмир Әлфиәне, Әлфиә Илмирҙе ярата! Ышанмаһағыҙ, уҡып ишеттерәм. “Илмир миңә, дуҫлашайыҡ, тине. Ул яҡшы малай. Яҡлаусың булғанда ҡайһылай рәхәт!..”
Быларҙы уҡып сыҡҡас, барыһы ла эстәрен тотоп көлә башлар, тип көткәйнем, әммә иҫе киткән кеше булманы. Киреһенсә, бер миңә, бер Әлфиәгә, бер Илмиргә ҡаранылар. Шулай ҙа миңә ҡушылып ауыҙ йырыусы малайҙар ҙа табылды. Таҡтаға ҙур итеп “Әлфиә +Илмир” тип яҙып ҡуйғас, илар сиккә етешкән ҡыҙыҡай бүлмәнән сығып йүгерҙе. Ҡәнәғәт көлөп торғанымда, Илмир йоҙроҡлап яңағыма тондормаһынмы!
- Алйот һин, белдеңме! – тине лә ул да коридорға атылды.
Һуңғы дәрестәр көсөргәнешле үтте. Кемдеңдер ғәйепләп, кемдеңдер үпкәләп, ҡайһы берҙәренең, киреһенсә, йөпләп ҡарауын тойҙом. Әммә үҙем эстән тантана иттем: шәп булды!
Кисен әсәйем магазинға ебәрҙе. Кеше байтаҡ ҡына. Апайҙар, әбейҙәр гәпләшә-гәпләшә сиратта тора. Мин дә улар артынан баҫтым. Магазинға әйбер килгән, йәшник, тоҡтар араһында боролорға урын да юҡ. Һатыусы апай төптәге ҙур тоҡто һөйрәп сығара башланы. Уға ҡамасауламаҫҡа була, апайҙар ситкә шылды. Ҡапыл уртаға сысҡан килеп сыҡты. Магазин эсе сыр-сыу, тауышҡа күмелде. Кемдер сысҡанды тоторға маташты.
Ҡурҡып ҡалған бахыр сысҡан, башы әйләнеп, ҡасыр урын тапмай, уртала әйләнеп тик йөрөй. Ҡапыл, аңғармай ҙа ҡалдым, әлеге сысҡан ботом буйлап өҫкә үрмәләп менде лә китте. Тотондом сәбәләнергә! Сысҡанды эләктерергә маташам, әммә ул да йылғыр, әле артҡа ҡаса, әле алға күсә. Шул ваҡыт магазиндағы апайҙар ҙа онотолдо, ишек төбөндә торған Әлфиәне лә абайламағанмын. Сысҡаным һикереп төшөп йәшниктәр араһына инеп юғалғас, тотондо апайҙар көлөргә! Әлфиә генә көлмәй ине.
Ғәрлегемдән, кәрәкле әйберемде лә алып тормай, тышҡа атылдым.
Бына шулай ҙа булып ҡуя. Әлфиә шәп ҡыҙыҡай булып сыҡты: мәктәптә берәүгә лә был турала ләм-мим. Шундай яҡшы дуҫы булыуға Илмирҙән көнләшеп ҡуйҙым әле.

 

Автор:
Читайте нас в