+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
29 Ғинуар , 16:00

Яратҡанғалыр инде...

Ғәли ҒАТАУЛЛИН (Хикәйә) Был донъяла башҡа һис бер ни юҡ, был донъяларҙа бары тик перспективаһыҙ, тип туҙҙырылған ошо ауыл-илдең урыны ғына бар һәм дә Аҡ бабай өйөнөң шар асыҡ тәҙрәләренән һибелеп кесерткән, дегәнәк баҫҡан нигеҙҙәр араһында ҡаңғырып йөрөгән моң ғына бар. Түңәрәк күл һыуҙарында,Аттар эсерһәң ине; Тыуған-үҫкән илдәреңдә,Ғүмер кисерһәң ине.

Яратҡанғалыр инде...
Яратҡанғалыр инде...

Гармундың шөлдөрҙәре һуңғы тапҡыр зыңлап алғас, өйҙә тынлыҡ урынлаша. Аҡ бабай яй ғына урынынан ҡуҙғала.

— Әйҙә, балаҡай, ихатаға сығып инәйек — йырыу тәмен бөтөрөп эсеп тормабыҙ инде. Әйтәм генә, һин үҙең генә ҡара. — Мин — юҡ.

Таҡта стена арҡылы ҡарсығының кеткелдәгене ишетелде:

— Бар, бар, тиҙ бул! Ҡунаҡ ҡыҙы, таяғына таянып, инде баянан бирле ҡапҡа төптәрендә баҫып тора. Һи-һи. Үҙе беҙҙең яҡҡа ҡарай, ахры, күҙлек быялалары бәк ялтырап-ялтырап китә. Йәһәтерәк сыҡ инде! Юғиһә, шул яҡҡа ни ғүмер ҡаҙалып ултырғайның, ҡарт мүкләк!

Ихатаға сыҡҡас, Аҡ бабай, минең янтыҡҡа еңелсә генә төртөп, кет-кет көлдө:

— Вәт-ә, иҫләп торған икән. Көнләшә инде ул, хе-хе... Дә-ә, һин Хәҙисәне йәш сағында күрһәң икән — кәртинкә ине! Ҡыҙы янына ҡалаға күскәс кенә бөтөрөндө. Таш һалҡыны һеңде, ахры, бахырға. Хәҙисәнең бер малайы элек үҙебеҙҙә бригадир ине. Беҙҙең ауылға ҡаныҡтылар бит бер мәл: “Ауылығыҙ кескенә, өмөтһөҙ, центрға күсегеҙ!” — тинеләр йыйылыш һайын. Тик бер кем дә һелкенмәй... Ипләп кенә кибет ябылды. Ферма бар ине — малдарын үҙәккә ҡыуҙылар — эшһеҙ ҡалдыҡ. Ике балаға мәктәп тотоп булмай, тип уныһына йоҙаҡ элделәр. Йәштәр юҡ, тип клубты һүттеләр. Ә халыҡ һаман тамыр ҡуптармай. И әйткәндәр бригадирға, Хәҙисә малайына: “Или ауылыңдан күсенәһең, или, партия указын үтәмәгәнең өсөн партбилетыңды өҫтәлгә һалаһың!” — тигәндәр.И вчү — трактор санаһына өйөн ултыртып китте Хәҙисә малайы колхоз үҙәгенә. Ҡулы еңел булды, мөртәттең, өс йәйҙә бөттө ауыл тырым-тырағай таралып... Ә бит кеше кендеге киҫелгән ерҙә генә бәхетле була ала. Ул мөхит — уның Иле! Мине һуғышта әллә ҡыҙыл сепрәк, ниндәйҙер ҡалалар өсөн ҡан ҡойған тиһеңме? Хир — мин үҙебеҙҙең Биләрҙе бирмәнем фашистарға! Фашист еңә алманы, эйе, ә үҙебеҙҙекеләр бөтөрҙө, һытты. Биләрҙе лә. Илде лә. Заразылар! Шулай, балаҡай, әллә ниндәй уйҙар килә инде башҡа... И-и, әллә ҡартая  башлағанмын инде, хе-хе, гүпсим онотҡанмын — әйҙә әле, күрһәтәйем, ни яһаттым бит мин!

Йылт-йылт атлаған Аҡ бабайға эйәреп алма баҡсаһына керҙем. Унда, урталыҡта, йәйгелек өсөн генә таҡтанан эшләнгән аласыҡ бар — шуның ишеген асты Аҡ бабай.

— Ана, күрәһеңме, хе-хе?!

Инде ҡайырылары ҡыршылып бөткән имән бүкәнгә мәрмәр таштан яһалған сардуған һөйәлгән ине. Уға Аҡ бабайҙың егет сағындағы рәсеме ҡуйылып, исем-шәрифтәре көмөш хәрефтәр менән яҙылған.

— Төҫө оҡшаманы. Өй йәшелгә буялған, ҡапҡа-ҡойма — зәңгәр, был таш бер үҙе ҡарайып тора — ихатаға төс түгел! Шуның өсөн бында, ышыҡҡа кертеп ҡуйҙым. Юғиһә, ихатала ине. Асыҡ төҫлө таштан икенсене яһатырмын, ахры. Барыбер әбейеңә лә эшләтергә кәрәк. “Гел үҙеңде генә ҡайғыртаһың. Давай, миңә лә ҡәбер ташы!” — тип битәрләй бит, юғиһә, хе-хе.

— Бетондан да сардуған эшләгән инең бит, Аҡ бабай. Быныһы ниңә инде?

— И, балаҡай, моданан артта ҡалмаҫҡа кәрәк — хәҙер кемдә ундай килбәтһеҙ сардуған бар — фасуны бөттө уның. Мин уны, аҙбарҙың бер мөйөшө баҫыла башлағас, шунда ҡыҫтырып ҡуйҙым. Шәп булды. Үлсәп эшләнгән кеүек. Тимерҙән дә бер сардуған эшләгән инем әле үҙемә. Нисауа ине. Үҙемә лә оҡшай ине. Әбейең дә килештерҙе. Әммә ләкин Әмир дуҫ алданыраҡ китте. Ауыр тупрағы еңел булһын. Уға бирҙем. Йәл түгел, һәйбәт кеше ине. Игелеген күрһен... Ҡара әле, балаҡай. Хәҙисәгә лә сардуған яһатып бүләк итһәм, килешеп бөтөрмө икән, ә?! Юҡтыр...

Үҙем Аҡ бабайҙың һөйләгәнен тыңлайым, ә саратский шөлдерҙәренең зыңынан, әбей менән бабайҙың ипле йырҙарынан иләҫләнгән, иҫергән, ҡайҙалыр талпынған күңел, ҡара сардуғанды күргәс, әллә нишләп китте: барыр юлдарың, ҡылаһы ғәмәлдәрҙең нөктәһе булып ниҙер иҫкәртәлер кеүек ул.

Ә көләс йөҙлө Аҡ бабай ҡайсандыр күкрәп йәшәгән, ә хәҙер инде таратылған, туҙҙырылған һөйөкле ил-ерен тарих кендегенә беркетергә теләгәндәй, аҡ сардуғандай баҫып торалыр кеүек.

Фото: bgbug.ru

 

Автор:
Читайте нас: