+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
30 Ғинуар , 17:00

Сираттағы яңы йыл әкиәте

(Хикәйә)Гөлнәзирә яңы ғына һатып алған фатирының ун бишенсе ҡатынан Яңы йылды ҡаршыларға әҙерләнгән ҡалаға ҡарай. Шул тиклем дә матур күренеш асылыр икән! Эх, тип уйлап ҡуйҙы ҡыҙ, ниңә егерме биш ҡатлы түгел икән был йорт? Киске сәғәт етеләр тирәһе, урамда кешеләр әҙерәк күренә, машиналар ҙа кәмей башланы. Ана, түҙемһеҙерәк малай-шалай фейерверктарын да гөпөлдәтә. Кем белә, бәлки ун ике тулғас сығып йөрөргә йыбанғандарҙыр.

Сираттағы яңы йыл әкиәте
Сираттағы яңы йыл әкиәте
Ҡыҫҡаһы, был Яңы йылды ҡыҙ яңғыҙы ғына ҡаршыларға мәжбүр буласаҡ. Юҡ, юҡ, ҡунаҡтары бар ине уның. Мәҫәлән, ошо фатирҙы һатып алып биргән атаһы менән әсәһе, бер туған ҡустыһы – ҡатыны, ҡыҙы менән, Стәрлетамаҡтан ике туған һеңлеһе улы менән килергә тейеш ине. Атаһы сирләп китте лә, килмәҫкә булдылар. Ә ҡустыһына эштән “Янғантау”ға юллама биргәндәр. Ун көнгә. Ә ике туған һеңлеһе, бер егет танышҡан да, ата-әсәһенә күрһәтергә ауылға ҡайтып киткән. Шулай итеп ҡыҙ, аҙыҡ-түлек тулы һыуытҡыс менән Яңы йылды яңғыҙ ғына ҡаршылаясаҡ. Аҙыҡ-түлектең дә ниндәйе бит әле! Баймаҡтарҙың магазинынан, барып, ике ҡаҙы, ярты кило ҡалъя, бер ҡаҙ һатып алғайны. Хатта алма тултырып ҡаҙ бешереп, туңдырып та ҡуйғайны. Быларҙы ул ай буйы ашаһа ла, бөтөрә алмаясаҡ.
Ә, шулай ҙа, әсәһе дөрөҫ әйтә: “Борсолма, ҡыҙым, аҙыҡ-түлек булһа, ашаусыһы табыла ул уның”. Әсәһе шулай, ти. Яңы йылды ул бигерәк ярата. Егерме йылдар элек әсәһе ике йәшлек Гөлнәзирәне яңғыҙы ғына тәрбиәләгән булған. Өләсәһе менән икәүләп Яңы йылды ҡаршыларға ултырғандар икән, күршеләрендәге Фәтих ағай менән Гөлсөм апай кергән. “Әйҙә, беҙгә керегеҙ, бергәләп ҡаршылайыҡ”, – тип саҡырғандар. Инде өҫтәл артына ғына ултырғандар икән, Гөлсөм апайҙың ҡустыһы килеп кергән. Рифат исемле егет ауылына ҡайта алмай тороп ҡалған да, апаһын эҙләп килгән. Килеү менән, юғалып ҡалмаған, Гөлнәзирәнең әсәһенә күҙе төшкән. Ошо көндән Яңы йыл улар өсөн – иң ҙур байрам.
Гөлнәзирә – яңғыҙ. Үҙе эшләгән ерҙә бер егет менән танышҡайнылар, былай ышаныслы ғына күренә һымаҡ ине. Аҙаҡ билдәле булды: күп һөйләй, һөйләгәндән күберәк эсә, етмәһә, ҡыҙҙар менән нисек йөрөүе хаҡында, булғанын-булмағанын ҡушып, алдаштырып, шаштырып һөйләй икән. Гөлнәзирә ундайҙарҙы яратмай. Һуңғы килгәнендә һөйләшеп тә тормай, ҡыуып ебәрҙе.
Инде ашарға ғына ултырам тигәйне, ишек шаҡынылар. Өлкән генә бер апай, һеҙҙә һыу бармы, тип һораны. Крандарҙы бороп ҡарағайнылар, һалҡын һыу юҡ, уның ҡарауы, эҫе һыу бар икән. “Эҫе һыу, эҫе һыу, 105-тә эҫе һыу бар!” – тигән хәбәр йорт буйлап таралды. Бер генә күнәк, бер генә сәйнүк, өс кенә литр, тип кешеләр йыйыла, сират тороп һыу алалар, Гөлнәзирәгә рәхмәт уҡыйҙар. Эҫе һыуҙың ни, бөтәһе түгел, алығыҙ әйҙә. Ҡайһылары икешәр кереп сыҡты, күршеләр үҙҙәре шаярта, һиңә һыуҙы һатырға кәрәк, тиҙәр. Байтаҡ ташынылар һыуҙы. Рәхимә исемле апай өс-дүрт тапҡыр кереп сыҡты. Ун дүртенсе ҡатта ике бүлмәле фатирҙа йәшәй икән, бөгөн ҡунаҡ саҡырған булған. Ярай, һыу юҡлығын алданыраҡ һиҙеп ҡалған, юғиһә, емеш-еләген дә йыуа алмай ултырыр ине.
– Исемең кем? – тип һораны ул.
– Гөлнәзирә.
– Ҡайһылай матур исем. Әллә берәйһен көтәһеңме?
– Көткән кешем юҡ, апай, әсәйем менән атайым, ҡустым килергә тейеш ине, һеңлем килергә тейеш ине, эштәре килеп сыҡты, төрлө сәбәп арҡаһында, өйҙә ҡалдылар.
– Әйҙә, атыу беҙгә ин, бергәләп Яңы йылды ҡаршыларбыҙ, – тине Рәхимә, ҡыҙҙы ҡултыҡлап уҡ алды.
– Ҡуй, апай, рәхмәт, үҙем генә ҡаршылармын әле Яңы йылды.
– Әллә егетеңде көтәһеңме? – тип ныҡышты һаман апай.
– Юҡ, апай, бер кемем дә юҡ, яңғыҙ мин.
– Улай булғас, ни эшләп яңғыҙ ултыраһың? Әйҙә беҙгә, һине ҡалдырмайым.
Ныҡышты ла ҡуйҙы Рәхимә апай, ләкин Гөлнәзирәне тәки ризалата алманы. Нисек инде, тәү күргән кешегә ҡунаҡҡа барып ултырһын ул?
– Беҙҙә кеше күп булмай, – тине Рәхимә апай, – һеңлем килә кейәүем менән, ҡыҙы менән улын эйәртә. Шунан ун берҙәрҙә улым дежурҙан ҡайтырға тейеш, керәм, тине. Бәлки тағы берәйһе килеп сығыр.
– Рәхмәт, апай, үҙегеҙ ҙә күмәк икәнһегеҙ, матур итеп ҡаршылағыҙ, – тине.
Ашап алды, сәй эсте, тағы ла тәҙрәнән ҡарап торҙо. Ҡара әле, ошо миллион кеше йәшәгән ҡаланың иң юғары нөктәһенән ҡарап торсо әле! Милиондан артыҡ кеше! Шул ваҡыт тағы ла ишек шаҡынылар. Йүгереп барып ишекте асһа, үҙе менән бер йәштәрҙәлер, бер полицейский тора.
– Беҙгә һыу биргәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәт! – тине ул, йылмайып. – Әсәйем һәм уның ҡунаҡтары исеменән, һеҙҙе үҙебеҙгә ҡунаҡҡа саҡырырға рөхсәт итегеҙ! Үҙегеҙ менән бергә ошо күнәкте һыу менән тултырып алһаҡ, бигерәк тә шәп буласаҡ!
Еңел генә, яғымлы итеп, йылмайып мөрәжәғәт итте полицейский. Кейеме үҙенә килешеп тора бит әле! Гөлнәзирә тамам ирене лә ҡуйҙы. Бер һүҙ ҙә өндәшә алманы. Аҙаҡ егеттең йәп-йәшел күҙҙәренә ҡарап:
– Һеҙгә һыу кәрәкме? – тине.
– Так точно! Һыу кәрәк! Һыу менән үҙегеҙ ҙә кәрәк! Сөнки әсәйем һеҙҙән башҡа ҡайтмаҫҡа ҡушты. Ә мин әсәйемдең был бойороғон үтәмәй булдыра алмайым.
– Һеҙ миңә ярты сәғәт ваҡыт бирәһегеҙме?
– Яңы йылға тиклем егерме биш минут ҡалыуын иҫәпкә алһаҡ, һеҙҙең ҡарамаҡта ун биш минут ваҡыт бар.
Егет һыуҙы алып, ишектән сығыуға, Гөлнәзирә, дәртләнеп-ашҡынып, иң матур кейемдәрен һайлап кейә башланы. Иң матур күлдәген кейҙе, сәсен рәтләне, өҫ-башына бер төҫ туфлиҙарын кейҙе, ике лә уйлап тормай, балконда туңып ятҡан ҡаҙҙы алды. Ул арала булмай, тағы ишек шаҡынылар. Ҡыҙ ҡаҙҙы шунда уҡ егеткә тотторҙо.
– Ҡайһылай һеҙ теүәл йөрөйһөгөҙ, – тине һәм күңелле итеп көлөп ҡуйҙы.
Ә был ваҡыт Рәхилә апай ишекте ҡыҫып ҡына, теге яҡтағы фатирҙы ҡарай ине. Ҡыҙ менән егеттең күңелле генә итеп һөйләшеп төшөп килеүен күреп ҡалғас, әллә ҡайһы арала йәштәр һымаҡ һикереп ҡуйҙы һәм сәпәкәй итеп: “Киләләр”, – тип бышылданы. Аҙаҡ Рәхилә аҫҡа сантехникка кеҫә телефонынан шылтыратты: “Сергей, һин мең тәңкәңде эшләп алдың, – тине ул, – ярай, был йортта кеше күп түгел, юғиһә, һыуһыҙ йонсоттоң, тип әрләрҙәр ине. Һалҡын һыуын да ас инде. Беҙҙең егет Аҡҡош менән танышты...”
 
Р. ҒӘЛИМОВ.
Автор:
Читайте нас: