-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
31 Ғинуар , 11:00

ҠОБА БАШМАҠ МЕНӘН ЯМАН ТӨШ

(Хикәйә) Фатиха инәй – әсәйебеҙҙең бер туған апайы. – Бейә имсәгеләй икәүгенәбеҙ, – инәй, өс бармағын бөгөп, усының эсенә йәшерә лә ике бармағын күрһәтә, – бына ошолай ғына! Инәйҙең бер балаһы ла юҡ. ,,Хоҙай, исмаһам, бер генә бөртөк сабый бирмәне", – ҡайсаҡ шулай тей ҙә илай. Күҙҙәренән субыр-субыр йәштәре ағып китә. Хоҙайҙы әйтәм, әҙәмдәренә бер тигеҙ итеп бирһә, ней булған, баланы? Бына әсәйемдә – туғыҙ бала! Ишү, етмәһә, беҙҙе игеҙәк итеп биргән. Ике бер иш ҡыҙ әсәйгә нимәгә, әллә инәйемә ҡыҙ булып барайым да ҡуяйым микән? Фатиха инәйҙең хәсрәтен еңеләйтергә тырышыуым инде. Көн һайын инәйгә йөрөүҙе кәсеп итеп алдым.

ҠОБА БАШМАҠ МЕНӘН ЯМАН ТӨШ
ҠОБА БАШМАҠ МЕНӘН ЯМАН ТӨШ

– Ней йомош, Сулпан? Әллә Винираһыңмы? – инәй һаман беҙҙе айырмай, бутай.
– Мин – Сулпан! Тик килдем. Былай, йомошом юҡ.
Шунан арба һөйрәп сығып китәм, һыу алып киләм. Картуфлығына сығып, бер-ике алабута йолҡоп ташлаған булам. Кис, малы ҡайтһа, кәртәһенә индереп ябып ҡуям.
Бына бөгөн дә килдем. Инәй женсовет ултырышына барырға йыйына. Председателе ул уның.
– Көтөү ҡайтһа,башмаҡтарҙы ялан кәртәгә индер. Һыйырҙы төпкө кәртәгә биклә. Быҙауын сығарып ебәрмә.
– Ыһы, – үҙем инәйҙән күҙемде алмайым. Матур кофты-юбкыһын кейҙе. Ирендәренә ҡып-ҡыҙыл итеп губножка һөртөп ебәрҙе. Ауылда инәйҙән башҡа бер кем ауыҙ буяп йөрөмәй. Ул быйыл сәсен дә киҫтерҙе. Оҙон, ҡуйы ине сәсе. Әле маңлай, елкә тирәһендәге сәстәре бөҙрәләнеп тора. Күҙемде ҡыҙҙырып. Минең сәсем мәскәү һымаҡ ҡаты, туп-тура.
Инәйем ,,Правда" гәзитенең яңы һанын женсавитҡа апара, шикелле, әҙерләп ҡуйған, йоҙаҡ менән асҡыстың аҫтында ята. Пленум ... съезда. Аңлап етмәйем нисәнсе съезд тип яҙылған, Брежнев, Устинов, Косыгин тип яҙылған кешеләрҙең һүрәттәре гәзиттә теҙелешеп киткәндәр. ,,Пленумдың ҡарарҙарын тормошҡа ашырылар, тимәк, бөгөнгө женсаветта", – шулай һығымта яһайым үҙемсә.
Тышҡа сыҡтыҡ. Инәйем, баяғы гәзитен ҡултыҡ аҫтына ҡыҫтырып, ишекте йоҙаҡлап торғанда, ҡапҡаны төкөп, эскенәһе көптәй булған ҡоба башмаҡ ҡайтып инде. Үҙе саҡ атлай, ауыр итеп тын ала.
– Инәй, башмаҡ ҡайтты, бикләйемме?
– Биклә һуң, – ишекте ябып торған инәйем тупһанан төшә:
– Атаааҡ, был башмаҡҡа ней булған? Ем ашаған бит, инәһеҙ. Кем келәтенә инде икән, хайырсы мал... – ҡултыҡ аҫтындағы гәзите шыуып төшә, – бар әле, Винира, сыбыҡ ал да  урам эсендә генә башмаҡты йүгерт, эсе бушаһын.
– Мин – Сулпан, инәй!
– Кем булһа ла ярамағанмы!? Ҡыуала, тигәс, эшлә ҡушҡанды...
Сыбыҡ тапманым, тупһала ятҡан ,,Правда" менән башмаҡтың осаһына уңлы-һуллы һуғып, баҫтырырға керешәм. Әллә нисә түңәрәк яһап йүгерҙек. Икебеҙ ҙә тамам бәҫтән тайҙыҡ – мин дә башмаҡ һымаҡ ҡына саҡ тын алам.
Меҫкен мал кәртә яғына бер-ике аҙым яһаны ла гөрһ итеп ергә ауҙы. Күҙҙәре ямаҡай булып аҡайҙы.
(Йә шунда күрше-күлән ирҙәргә һөрәнләһә булмаймы, берәйһе салып ҡына бирер ине).
– Бар, Винира, келәттән сөй апсыҡ әле! Йөҙлөк сөй!
– Мин – Сулпан!
Инәйҙең йәне көйә:
– Ай, инәһеҙ ҡыҙ! Әпкил бар! Башмаҡ үлеп бара бит!
Йүгертеп сөй әпкиләм.
Инәй сөй менән башмаҡтың эсен тишмәксе. Туптай булып ҙурайған ҡорһаҡҡа сөй төртөп, һауаһын сығара, йәнәһе. Улай төртөп ҡарай, былай маташтыра, үҙе йәлләй ҙә инде, сөйө тишмәне.
Башмаҡ ауыр итеп берҙе тын алды ла күҙҙәрен йомдо, оҙон керпектәре араһынан ике бөртөк күҙ йәше субырҙап ағып китте лә башмаҡ йән бирҙе.
– Үлтерҙек... – тигән булды инәй.
Шунан тупһаға барып ултырҙы:
– Баяғы гәзит ҡайҙа ул? Мин жынсавитҡа барайым.
Ә мин теткеләнеп, йыртылып бөткән гәзитте инәйгә һуҙам:
– Сыбыҡ тапманым да...
– Аһ, алама ҡыҙ, ошондағы пленум кәрәк ине бит, – инәй әллә башмағын йәлләп,әллә Громыконың теткеләнгән һүрәтен күреп илай.
– Ярай, мин ҡайттым, – инәйҙән әрләүенән туйып киттем.
– Әсәңдән һөйөнсө һора... – инәй нығыраҡ илай.
Аҫҡы урамға йүгерҙем.
– Әсәәәәәй,һөйөнсөөөө!!!!
Әсәй ҡаршы сыға:
– Нимә урам яңғыратаһың?
– Теге ней,ней... Инәйҙең башмағы үлде!
– Кеше ҡазаға һөйөнсө һорайҙыр шул. – Әсәй берҙе эләктереп өлгөрә.
Мин илап ебәрәм:
– Инәй үҙе шулай тип әйтергә ҡушты...
– Ҡайһы башмағы, үгеҙе, орғасыһы?
– Мин ҡайҙан беләйем ҡайһыһы ... ыыыы...Мин айырмайым уларҙыыы...
Киске тамаҡты ашамай ҙа йоҡларға инәм. Буҫлыҡҡансы илайым. Башмаҡ күҙ алдымдан китмәй...
Төнө буйы һаташтым, ҙур башмаҡты әйҙә баҫтырҙым, әйҙә баҫтырҙым ,,Правда"гәзите менән. Гәзиттәге һүрәттәр ысын кешегә әйләнеп бөттөләр, шунан улар мине баҫтырҙы. Мин ҡаса алмайым, аяҡтарым тыңлашмай. Ҙур ҡыҙыл ирен миңә шыбырлай: женсовет!!! Женсовет!!!
Баҫлығып килеп уянам. Урындыҡта һеңле, ҡустыларым мыш-мыш килеп йоҡлайҙар.
– Бер кемгә лә ҡыҙ булмайым! – эргәмдә ятҡан ҡустыларымды һыға ҡосаҡлап йоҡлап китәм.

С. ТАМИМДАР.
 
Автор:
Читайте нас: