-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
5 Февраль , 20:00

Ҡарғыштан алғыш яҡшы

Иртәнсәк эшкә сыҡҡанда ярым ҡаранғы подъездың ишеге төбөнә ҡуйылған ҡумтала нимәнендер сыйнай-сыйнай йыбырлағанын шәйләнем. Эйелә биреп ҡараһам – яңы тыуған дүрт-биш бесәй балаһы. Аңғанса булмай, артымда мыяулаған тауыш ишетелде. Бесәй икән. Әсәләре ҡайҙандыр килеп сыҡты. Бәлки, өҫкө ҡаттарҙа тамаҡ ҡайғыртып йөрөгәндер.

Ҡарғыштан алғыш яҡшы
Ҡарғыштан алғыш яҡшы

– Ҡылғанһың икән, урамда берәҙәк бесәй аҙ ине. Улар тағы күбәйә икән былай булғас, – тинем үҙенең әсәлек йомошона тотонған бесәйгә.

Ояһына нисек йәтешләп ятырға самалап торған инәһен тойған бесәй балалары уғата йәнләнеп китте. Тыңламаған аяҡтарын ҡыймылдатып, уға яҡыныраҡ шыуырға маташалар, морондары менән еҫ килгән яҡҡа ынтылалар, сабырһыҙланып сыйнайҙар. Бесәй, ятҡан ыңғай, һәр береһен ялап, мин бында, борсолмағыҙ, тигәндәй, иркәле мырылдап алды. Имсәккә етешкәс, балалары ла тынып ҡалды.

Күрәһең, бесәйҙе хайуан йәнле берәйһе подъезға индереп һалған. Мал кеше өсөн муллыҡ сығанағы булһа, эт менән бесәй – уның ярҙамсыһы ғына. Тәүгеһе – һунарҙа, йорт-ҡураны һаҡлауҙа, икенсеһе – сысҡанға ҡаршы көрәштә. Шуға ла урамда берәҙәк мал булмай, ә эт менән бесәй – аҙым һайын. Ярҙамсыға бит кеше һәр саҡ мохтаж түгел. Уларҙың, тамаҡ яуы булып, күбәйеп китеүе лә бер кемгә лә кәрәкмәй.

Өйгә инеп сыҡҡан һайын бер килке баяғы бесәй балаларына ҡарап торам. Уларҙың йәшәргә тырмашып ятыуҙары, инәләренең үҙ үрсемен мөкиббән китеп бағыуын тамаша ҡылам. Хайуандар донъяһына хас ошондай тәбиғи ынтылыш кешеләрҙең бөтәһендә лә булһа ине, тип ҡуям шунан.

...Көндәрҙең береһендә, уйҙарыма сумып урам буйлап китеп барғанда, юлымды тәнңтрәкләп саҡ атлаған бесәй балаһы ҡыйҙы. Йәне әллә ҡайһы ерендә саҡ эленеп торған меҫкен аяҡтарын көскә һөйрәй. Йөнө ҡаҡашып, тимгел-тимгел уҡмашып тора. Ишетелер-ишетелмәҫ мыяулай, бер күҙен әллә ҡарға суҡып алған, әллә бәғерһеҙ бала-саға имгәткән – уның урынында яра. Үтә лә имәнес ҡиәфәттә ине бесәй балаһы. Минән килгән тән йылыһынмы, хәрәкәтемдеме, әллә еҫемдеме тойоп, туҡтап ҡалды, башын бороп, ялбарыулы тауыш сығарҙы. Йә, Хоҙай, ниндәй ғазаптар кисерәлер инде был меҫкен – йөрәк һыҙлап ҡуйҙы. Минең тарафтан өмөт юҡлығын аңлап, буғай, тағы бер-ике аҙым атланы ла, ҡоймаға терәлеп, ергә хәлһеҙ ауҙы. Шул урында уҡ йән бирҙе әллә, башҡа ҡуҙғалманы.

...Подъезда биш бесәй балаһы инә һөтөн һура. Көнләп түгел, сәғәтләп үҫәләр, нығына баралар... Кискеһен эштән ҡайтҡанда бесәй балаларына ғәҙәттәгенән оҙағыраҡ ҡарап торҙом. Күп тә үтмәҫ, күҙҙәре лә асылыр, йомшаҡ матур йомғаҡ булып, йүгерешеп йөрөрҙәр ошонда. Шунан... Иҙәндә улар ҡалдырған таптар күренә башлар, яман еҫтәре танауҙы ярыр... Әлбиттә, бесәй балаларын урамға ҡыуып сығарасаҡтар. Ә унда... Эттәр, бала-саға, машиналар... Урамда тамаҡ хәстәрләү ҙә үҙҙәренә ҡаласаҡ.

– Эйе, – тинем үҙ алдыма. Сығарған хөкөмөмдө шулай раҫланым була әйттем быны.

Иртән күҙҙәремде асҡанда, таң яңы һарылана башлағайны. Ғәҙәттәгенән бер сәғәткә алдараҡ уяндым. Ҡатынымды борсомаҫҡа тырышып, ипләп кенә торҙом. Икенсе бүлмәгә сығып кейендем. Әйләнгән һайын сәғәткә күҙ ташлайым – бер минутҡа ла һуңларға ярамай.

Подъездағы бесәй, ғәҙәттә, ишек асҡан беренсе кеше артынан үҙ йомошо менән тышҡа сыға. Ошоно иҫәпкә алып ҡорҙом да инде планымды: инәләре сығып киткән арала балаларын урларға булдым.

Ысынлап та, ишекте асҡайным, бесәй тышҡа атлыҡты. Ниәтем изге, тип, үҙемде-үҙем ышандырырға тырышһам да, күңелемдә икеләнеү тойғоһо...

Бала сағымда булған бер хәл иҫемдән сыҡмай.

– Бушанған бит был нәҫтәкәй, – тине өләсәйем, тамаҡ һорап, аяғы тирәһендә уралған бесәйгә ҡарап. – Ҡана, ҡаймаҡ туғып һөт бирәйем меҫкенкәйгә. Һин, улым, ҡараштыр әле, ҡайҙа икән балалаған урыны.

– Таптым, өләс. Бында, урындыҡ аҫтында улар. Бишәү, – бесәй балаларын үҙем күргем килгәнгә, ике әйттереп торманым, барлыҡ мөйөш-һәйеште тиҙерәк ҡарап сыҡтым. Бер туҡтауһыҙ хәрәкәттә булған кескәй төйөрсөктәр миңә үтә лә меҫкен күренделәр. Тотоп ҡарағым килһә лә, тейергә ерәндем. Ҙур башлы, йомоҡ күҙле – имәнестәр ине улар.

Кис булды, йоҡларға яттыҡ. Өн менән төш араһында ниндәйҙер тауыш ишетәм: «Ярлыҡасы, Раббым, йән алмаҡтан түгел, бисараларҙы йәлләп ҡылған ғәмәлем, – өләсәйемдең ялбарыулы шыбырҙауы, имеш. – Был донъяла тилмертеп йөрөткәнсе, күҙҙәре асылмаҫ элгәре өлгөрәйем, тимен. Бөтәһен дә аҫырай алмайым, күрше-тирәлә бесәйһеҙ өй юҡ. Ни ҡылмаҡ кәрәк? Сараһыҙҙан гонаһлы булыуым. Кисерә күр, Хоҙайым». Өй эсе ҡараңғы. Шәм яҡтыһында өләсәйемдең йыбырлаған нимәнелер, ике ҡуллап алып, биҙрәләге һыуға төшөргәнен шәйләйем. Был эштең айышына төшөнә алырлыҡ хәлдә түгелмен, зиһенем йоҡонан албыраған.

Иртәнсәк торғас та урындыҡ аҫтына йомолам. Бесәй балаларының хәлен белергә. Һәм шулай уҡ тиҙ килеп сығам.

– Бесәй балаһы берәү генә...– аптыраулы ҡарашымды өләсәйемә төбәйем.

– Керис алып киткәндер, – тип яуапланы ул был һорауҙы көткән кешеләй бер ҙә аптырамай. Үҙе нишләптер минән күҙҙәрен йәшерҙе.

Тупһаға сығып ултырҙым. Ҡояшлы йәйге иртә миңә көндәгесә ирәйеүле тойолманы. Шулай миңрәүләнеп ултырғанда, баяғы төшөмдө иҫләнем – әллә бесәй балаларын өләс һыуға батырҙымы? Төш түгел, өн булдымы икән күргәнем? Үҙем дә уйламаҫтан, һикереп торҙом, өй ишегенә уҡталғандай иттем дә, йыуынты һыу түккән урынға – кәртә артына – йүгерҙем. Үле лә, тере лә бесәй балалары күренмәне унда...

Ваҡыт үткәс, ҙурайып, тормоштоң әсе-сөсөһөн татығас ҡына өләсәйемдең бесәй балаларын батырып үлтергәненә шигем ҡалманы. Уны ғәйепләрлек бер генә лә дәлил килтерә алманым. Урамда тәғәм ризыҡҡа тилмереп, ҡыйналыуҙан күҙ-баштары ҡанһырап йөрөгән эт-бесәйҙе күрмәй үтеү ҙурыраҡ гонаһ икәнен беләм хәҙер...

Тәүәккәлләп эйелдем дә, бесәй балалары ятҡан ҡумтаны ҡулыма алдым. Күп ҡатлы йорттарҙа йәшәүселәр сығарған көнкүреш ҡалдығын йыйыусы махсус машина килгәнсе ҡумтаны контейнерға сығарып өлгөртөргә кәрәк. Ишекте астым. Икеләнеп, оҙағыраҡ тороп ташлағанмын, күрәһең, йомошон йәһәтләп ослаған бесәй подъезға килеп тә инде. Ҡумта ултырырға тейешле урынға барҙы ла, туҡтап ҡалды. Ояһының урынында булмауына хафаланып, саҡырыулы мыяуланы. Инәһенең тауышын ишеткән балалары кемуҙарҙан сыйнарға керештеләр. Бесәй миңә төбәлде. Ҡарашы: «Был ни эшләүен, кеше? Балаларымды нишләп алдың?» – тигәндәй һораулы һәм аптыраулы ине. Салбарымдың балағына башы менән берҙе генә ышҡынды ла, арткы аяҡтарына баҫып, ҡумтаға ынтылды, ялбарыулы мыяуланы. Ҡумтаны кире урынына ҡуйыуҙан башҡа сара ҡалманы. Бесәй миңә рәхмәтле ҡарашын ташлап, иркәле мырылдай-мырылдай, балалары янына инеп ятты.

Төшкөлөккә ҡайтыуыма подъезда ҡумта юҡ ине.

– Өй алдын йыйыштырыусыға йөҙ һум биргәйнем, бесәйҙе балалары менән подъез-дан олаҡтыр, тип. Молодец, әйткәнде эшләгән икән, – беренсе ҡатта йәшәгән күршенең тауышына тертләп киттем. – Урамда йөрөгән эт-бесәй шул уҡ ҡый бит. Йыйһын, кәрәк ергә урынлаштырһын – уның эше. Өйҙә, вазалағы кәнфит – татлы ризыҡ, ә инде ни рәүешлелер ул ерҙә аунап ятһа – ҡый. Урыны ла, тимәк, ҡыйлыҡта.

– Ҡайҙа ҡуйҙы икән? – һорауым урынһыҙ ине. Проблема хәл ителгән, ә нисек, ни рәүешле – уныһы мөһим түгел дә баһа.

– Бәлки, икенсе подъезға күсереп ултыртҡандыр. Унан да йөҙ һум алһа, эсен тишәме ни, ә? – күршем тормошто ҡатмарлаштыра торған кешеләрҙән түгел инде былай.

– Эйе шул, – тигән булдым. Шулай ҙа кире эшкә сыҡҡанда контейнерҙар ҡуйылған урын тирәһен байҡап киттем. Беҙҙең бесәйҙең эҙҙәре күренмәй ине унда.

Бер нисә көн үтте. Бесәй балаларын онота ла башлағайным инде. Саң борҡолдатып асфальт һепереүсе апай менән, ғәҙәттәгесә, һаулыҡ һорашып үтеп киттем дә, туҡтап:

– Беҙҙең подъездағы бесәйҙе ҡайҙа ҡуйҙығыҙ? – тип һораным үҙем дә аңғармаҫтан.

– Бесәйҙе? – Апай ҡайтарып һораны. Күрәһең, көндәлек мәшәҡәттәр теҙмәһендә, ул эпизод хәтеренән юғалып та өлгөргән. – Ә-ә-ә, бесәй балаларынмы? Икенсе подъездан? Мин уларҙы приютҡа тапшырҙым.

– Ниндәй приют тағы? – аптырарға сират миңә етте.

– һуң, гәзиттә яҙҙылар ҙа баһа, берәҙәк эт менән бесәйҙәр өсөн приют асылды, тип. Һеҙҙең бесәйҙәр унда беренселәрҙән булып урын алды. Хатта аҡса ла түләйҙәр. Бер башҡа – йөҙ һум. Алты йөҙ бирҙеләр миңә, рәхмәт әйттеләр.

– Китсе! – Бесәй балаларының бәхетле яҙмышына ҡыуаныу ҙа, кешеләрҙең дә шул тиклем мәрхәмәтле була алы-ҙарына аптырау һәм һоҡланыу ҙа ята ине был ауазымда.

– Ҙур бер эшҡыуар асҡан ти уны. Вис аҡсаһын үҙе түләй, имеш. Ныҡ байҙыр, берәҙәк хайуанҡайҙарҙы аҫрауға алғас, ишшу аҡсаһын да түләгәс. Асарбаҡтар, беҙҙе лә алығыҙ, тип килеп китәләр, ти хатта.

– Быныһын шапырталарҙыр. Кеше көнлө эт менән бесәй түгел бит улар. Эшләргә ҡулдары, әйтергә телдәре бар.

– Эйе, хайуанҡайҙар телһеҙ шул. Уларҙың аһ-зарҙарын кем ишеткән дә, кем белә...

Фото: gas-kvas.com

Автор:
Читайте нас: