-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
6 Февраль , 20:00

Умырзая яҙын сәскә ата

Алинаның хәле тамам бөттө. Шәберәк йүгерергә нисек кенә тырышмаһын, булдыра алманы. Ҡысҡырып та ҡараны, әммә өнө сыҡманы. Артынан ҡыуыусыһының ҡайнар тынын инде арҡаһы менән тойҙо. Ҡапыл эләгеп йығылды, тора алмағас, аҡтыҡ көсөн йыйып шыуыша башланы һәм... уянып китте.

Умырзая яҙын сәскә ата
Умырзая яҙын сәскә ата

Был төшө, ҡат-ҡат видео ҡараған кеүек, йыш ҡабатланып, күңеленә шом һалды. Сәлимә әбейгә саҙаҡа бирергә кәрәк булыр, тип, хәйерлегә юраны ла, эшенә йыйына башланы. Әсәһе сменаһынан һаман ҡайтып етмәгән. Табип булып эшләй ул. Нисәмә йыл инде халыҡ сәләмәтлеге һағында. Шифалы ҡулдары күпме кешене аяҡҡа баҫтырған! Ә ҡулдары, ысынлап та, тылсымлы, белмәгән эштәре юҡ. Юҡтан ғына бар итә белә ул. Әле лә әсәһе бәйләгән кофтаны, ул теккән куртканы кейҙе лә, эшенә юл тотто. Өйҙәре янғас, бер нәмәһеҙ тороп ҡалдылар. Донъяны яңынан йыйыуы бик еңел түгел икән. Ул кейемгә ҡытлыҡ, ул ашауға. Әммә әсәһе бирешә торғандарҙан түгел, кеше тупһаһында йөрөмәҫ өсөн, ссуда юллап, өй һала башланы. Яйлап булһа ла, эш күҙгә күренеп ырай. Быйыл, бәлки, күсенерҙәр ҙә. Өмөтө бик ҙур, әлбиттә. Бөтәһе лә әлеге лә баяғы аҡсаға барып төртөлә шул. Эшенең хаҡын алып, әсәһен бик шатландырғыһы килә Алинаның. Оҙаҡламай өләсәһенең йылы етә, Ҡөрьән сығартып, бағышлап уҡытырға хыяллана ул.

Бөгөн дә һәр ваҡыттағыса иртәрәк килеп, магазин ишектәрен шар асып ҡуйҙы. Өҫ кейемен сисеп, алъяпҡысын таҡты. Кәштәләрҙән йәһәт кенә еүеш сепрәк менән үтеп сыҡты, касса аппаратын ҡабыҙҙы. Халыҡ та оҙаҡ көттөрмәҫ. Ҡыҙыҡ ул Алинаның эше. Кемде генә күрмәй, кемдәр менән генә аралашмай. Ҡайһы берәүҙәре даими һатып алыусыға әйләнеп бөттө инде. Киң эшләпә яратыусы ханым осоп тигәндәй инеп, тиҙ-тиҙ генә хәбәрен һөйләр ҙә, сығып китер. Пенсияға яңы сығыусы апай ҙа Алинаның бушыраҡ сағында эшләгән йылдарын һағынып, хәтирәләре менән уртаҡлашыр. Ә бишенсе класта уҡыусы шаян малай дәрестәре бөтөү менән килеп етер ҙә, мәктәп хәлдәре менән таныштырыр, мутлыҡтарын фаш итер. Репетицияның ваҡытын әйтергә тип әхирәте инеп сығыр. Кискә табан егеттәр әүҙемләшер. Иғтибарын йәлеп итер өсөн ни генә ҡыланмаҫтар. Тик Алина уларға битараф. Искәндәргә генә күңеле ята уның. Ә иң “ҡыҙығы” байрам көндәрендә инде. Абруй ҡаҙанған ил ағалары араҡы еҫе аңҡытып, танымаҫлыҡ сүрәткә инеп бөтә.

Көнө бик матур башланды Алинаның. Яратҡан уҡытыусыһы Мәликә Закировна ингәс, бүлмәгә нур тулғандай булды. Касса артынан йүгереп сығып уны ҡосаҡлап алды. Хәл-әхүәл белештеләр.

- Эй, балаҡай, уҡыған сағыңда һиңә шундай өмөттәр бағлай инем, - тине уҡытыусыһы әрнеп. – Мәктәпте тамамлағанда исмаһам бер “дүрт”ең дә сыҡманы бит. Олимпиадаларға күпме әҙерләнем үҙеңде. Ошонда кеше кешеһе булып торорһоң, тип кем уйлаһын!..

- Мәликә Закировна, юҡ өсөн ҡайғырмағыҙ инде, зинһар. Эшем үҙемә оҡшай ул, етмәһә, хужаһы – нәҫел кеше, Ғәтиә инәйҙең кесе ҡыҙы Зәмирәне беләһегеҙҙер? Үҙеңдеке – үҙеңдеке инде, ни тиһәң дә.

- Белмәй ни, бик яҡшы беләм, уны ла уҡыттым бит. Балаҡай, эш аҡсаға барып етһә, ғәҙәттә, дуҫ-туған, намыҫ төшөнсәләре юғала ла ҡуя шул. Кеше яманларға яратмайым, әммә бер үк һаҡ була күр инде!

Уҡытыусыһынан һуң Сәлимә әбей күренде. Ғәҙәттәгесә, яулығын матур итеп ябынған, ыҫпай кейенгән. Бигерәк ихлас бит әле үҙе. Намаҙ уҡыған кеше шулай һөйкөмлө буламы икән, тип уйлай ҡыҙ. Дингә, әхлаҡҡа ҡағылышлы бар һорауға ла яуабы әҙер уның. Сәғәттәр буйы һөйләшһәң дә, ялҡытмаҫ. Ағинәй:

- Ҡуй, балам, кеше йөрөй башлар, ҡайтайым, эшеңде бүлдермәйем, - тигәс, Алина, саҙаҡа бирергә ниәтләгәне иҫенә төштө, әбейгә аҡса һуҙҙы.

- Ярай улайһа, намаҙҙан һуң һинән өмөт итеүселәр рухына уҡырмын, иҫән-һау ғына эшлә инде, - тине лә сығып китте.

- Йә, оҙаттыңмы ҡарсығыңды, бөгөн бынан сыҡмаҫ, тип тора инем, - тип ишек алдында күрше магазин һатыусыһы Зөлфиә пәйҙә булды. – Беләһеңме, һиңә бер эшлекле тәҡдим бар, - тине ул бышылдауға күсеп. - Юл аша ғына күмәртәләп һатыу магазины асҡандар, хаҡтары – инәкәйем-атаҡайым! Һинең менән минең магазиндағы ат хаҡылай түгел, төшөңә лә ингәне юҡ! Һинән хәбәр сыҡмаҫ, сер итеп кенә әйтәм: әйберҙәре шул уҡ, исмаһам, көнөнә бер нисә һауыт майонез ғына алып һатһаң да, ярап ҡала бит инде. Ә айырмаһын кеҫәңә – шым ғына һалдың-ҡуйҙың! Бер аҙ үҙебеҙгә лә аҡса эшләү зыян итмәҫ, эйе бит? Хужаларҙың килеме былай ҙа нисауа ғына, бер ерҙәре лә кәмемәҫ, бер ярҙамсы ла таптым инде. Йә, әйт, һиңә нимә алырға?

Бындай тәҡдимдән Алина телһеҙ ҡалды.

- Ҡуй инде, минән булмаҫ ул, - тип көскә әйтә алды.

- Кит, мәмәй, форсат менән файҙаланып ҡалырға кәрәк, ә һин ҡурҡаһың! Улай булғас, ултыр тоғро эт кеүек ошонда ғына! Байрамдарҙа бер ялһыҙ эшләүеңде лә дауам ит! Ҡулдан килмәй, имеш! Һатыуҙа намыҫ тигәнде бер аҙ онотоп тормаһаң, йәшәп булмай ул! Һине бит бында сүп урынына ла күрмәйҙәр, эшсе берәмек! Әллә эш хаҡы алырмын, тиһеңме? Ҡарарбыҙ! – тине лә күршеһе, күндерә алмағас, йән асыуы менән өҙә баҫып сығып китте.

Үәт донъя китте, тип аптыраны ҡыҙ, күршеһенең сослоғона хайран ҡалып. Ә һуңынан эш биреүсеһенең күҙҙәренә нисек ҡарар икән? Етмәһә, магазин хужаһы Рәлиә, намыҫһыҙ эшләүенә күҙен йомоп, уны балалары хаҡына ғына ҡыумай тора. Алинаны үҙенә эшкә саҡыра, эш хаҡы ла күберәк, тик, бөгөндән эшләй башлай алмай, сөнки әле эшләгән магазинында ревизия үткәрелмәй һаман ҡала килә.

Бына бер тына кеше кәмеп, коридор тынып ҡалды. Алина кәштәләге әйберҙәрен тигеҙләп теҙҙе лә, тимер рәшәткәле тәҙрә янына килеп баҫты. Тышта яҡты, рәхәттер инде! Исмаһам, ҡояш та төшмәй бит тәҙрәһенә. Шул саҡ урамда бер малай йүгерек гөрләүектәрҙә кәмә йөҙҙөргәнен күреп ҡалды. Балалыҡ ихласлығы менән донъяһын онотоп уйнай! Берсә кәмәһе тирәләй йүгергеләп йөрөй, берсә тын ҡалып күҙәтә. Бына уйынсығы шәп йөҙөп килеп, ҡапыл боҙға бәрелеп ватылды, һыуға ҡапланды. Малай түгелеп иларға кереште. Кәмәһен тотоп, бер ир янына йүгерҙе. Атаһы икәне күренеп тора: уны ҡосоп, арҡаһынан ҡағып алды, күҙ йәштәрен һөрттө, кәмәһен төҙәтергә тотондо.

Атайлы бала арҡалы, тигәндәй, атаһы иҫән булһа, Алина ла бер ауырлыҡ кисермәйенсә, уның ҡурсалауында иркәләнеп кенә үҫер ине. Ана бит, урамдарының теге башындағы әхирәте Әлиәне атаһы аҙна һайын вокзалдан биш минутлыҡ юл өсөн дә машинаһына ултыртып, күстәнәстәр менән тулы сумкаларын автобус эсенә индереп үк бирә. Ни ағаһы әрмелә. Көтөргә күп ҡалманы инде, әммә үлеп һағынды үҙен. Их, атаһы иҫән булһа... Класташтары һымаҡ юғары уҡыу йортонда мотлаҡ уҡыр ине. Медицина йәки сәнғәт юлын һайлар ине, сөнки табип һөнәренә бәләкәйҙән үк ғашиҡ булды, үҙен табиптай хис итеп, бөтәһен “дауаларға” яратты. Ә йыр-моңға һөйөү әсәһенең бишек йырҙарынан башланғандыр. Хоҙай күңелдәрҙе иретерлек моң да, һылыулыҡты ла ҡыҙғанмаған ҡыҙҙан. Мәҙәниәт йортондағы сараларҙа даими сығыш яһай ҡыҙ. Сәхнәләге сығыштарын халыҡ мөкиббән китеп тыңлай, һуңынан дәррәү алҡышлай...

...Көтмәгәндә татлы хыялдарын бүлеп, һалым инспекцияһы хеҙмәткәре килеп инде. Рәсил Ғәлимов эшҡыуарҙарҙан һалым түләтеү өсөн яуаплы. Алинаға һынсыл ҡараш ташлап, бер ҡап шырпы һатып алды. Кассанан чек сыҡҡанын түҙемле генә көттө. Әйберҙәрен ҡулына тотоп, нимәлер әйтергә теләп туҡтаны, әммә кире уйлап, шулай уҡ йомшаҡ баҫып сығып та китте. Ҡыҙ еңел һулап кәштәгә барып терәлде, һуңынан ултырғысына барып ултырҙы. Рентген кеүек ҡарашына сыҙап ҡара уның! Әйтерһең, бар уйҙарын, ҡылған эштәрен үтәнән-үтә күреп тора. Ҡурҡмаҫлыҡ та түгел шул: һатыуҙан килгән аҡсаны касса аша тулыһынса үткәрергә ҡушылмай. Ризаһыҙлыҡ белдерһәң, һинең эш урынына сират торалар, тигәнде тағы ишетәсәкһең. Тамам биҙҙе ул “ҡара” бухгалтерияны алып барып, үҙен енәйәтсе кеүек хис итеүҙән. Күпмелек тауар ҡайтҡан, көнөнә күпмелек һатҡан, күпмеһен тапшырған – барыһы ла бер ҡара дәфтәрҙә теркәлә бара.

- Алина! Алина! – тине магазин хужаһы Зәмирә, йөҙөп тигәндәй инеп. – Ә һин беләһеңме икән, кеше йәйелеп ултырған һатыусыны яратмай! Былай ҡыланһаң, магазинға башҡа инмәүҙәре лә мөмкин бит. Яуаплылыҡ тигән төшөнсә лә булырға тейештер бит кешелә, шулай түгелме? Эшһеҙ ултыраһың икән, белмәгәйнем. Әйтәм быйыл аҡса кәмерәк сыға. Былтыр был ваҡытта уны көрәп ала инек. Ни тиһәң дә, былтыр һин һатмай инең шул!

- Халыҡ йөрөмәгәс, бер аҙ хәл йыйырға ине, - тип аҡланды ҡыҙ ғәйепле йөҙ менән. Быйыл бит һатыу нөктәләре лә күберәк асылды, тип әйтергә уҡталғайны, тамағына тығылған төйөр быға ирек бирмәне. Шул мәлдә урындағы хакимиәттә вазифа биләүсе Сәриә Зәки ҡыҙы инде.

- О, мин кемде күрәм, һаумыһығыҙ! Әйҙәгеҙ, үтеп китегеҙ, бына әле генә тауар алып ҡайттым, Һеҙ бит хәлүә яратаһығыҙ, ҡарағыҙ әле, ниндәй йомшаҡ, хатта таралып тора, ә еҫе һуң! Мммм, – тип киң йылмайҙы магазин хужаһы, ҡыҫыҡ күҙҙәрен тағы ҡыҫа биреп. – Ни хәл унан баш тарта алаһығыҙ?

- Кешене нисек ылыҡтырырға белерһең инде ул. Ярай, һинеңсә булһын. Ҡайҙа, үлсәп бир әле ошо киҫәкте. Тик валсыҡтарын һалып ҡуйма, - тип Сәриә Зәки ҡыҙы Алинаға ымлап хәлүәнең яңы ғына бүленгән бер киҫәгенә төртөп күрһәтте.

- Ҡайҙа, үҙем һалышайым әле, - тине лә, магазин хужаһы ярҙамлаша башланы. – Бер генә киҫәк кемгә етә инде ул, икене һалайыҡ. Беҙгә, мәҫәлән, бер ултырып сәй эскәндә икәүһе лә аҙ, - тип йылмайырға тырышты, һатып алыусының берсә үҙенән, берсә ҡулындағы эре аҡсанан күҙҙәрен алмайынса.

- Юҡ, юҡ, бер генә киҫәк етә тип әйтеп торам бит, артығы кәрәкмәй, - тип ныҡышты тегеһе.

Ул сығып китеү менән Зәмирәнең йөҙө боҙолдо, хатта ҡыҙарып китте.

- Бер генә киҫәк, имеш! Уның аҡсаһы, хәлүәне тотош һауыты менән алһа ла, кәмемәҫ. Хәстрүш, нисек ҡылана, кеше булған! Берәү хакимиәт янында йөрөй бит! Оноттомо икән ни “өс”кә көскә уҡығанын! Саҡ икенсе йылға ҡалдырмағайнылар үҙен. Нисек кенә әйләндерһәң дә, шул уҡ алкаш балаһы булып ҡала инде! – тип үҙ алдына һөйләнде. Бер аҙҙан ҡысҡырыбыраҡ өҫтәне:

- Бөгөн тауарға ебәрмәйем. Беләһеңме ниңә? Сөнки көтөп алған ревизияң үтәсәк. Әҙерлән!

...Ревизия һөҙөмтәләре буйынса ярты йыллыҡ эш хаҡы күләмендә аҡса етмәй ине.

- О-о-о, ҡыҙый, ҡара әле, өҫтөңә сыҡҡан аҡса нисауа ғына бит! – тине кибет хужаһы, ҡәнәғәтлеген йәшерә алмайынса. – Йә, ҡайҙан ғына алып түләрһең икән? Әсәйеңә бер ссудаһын ҡапламайынса икенсеһен бирерҙәрме ул? Ағайыңдан файҙа юҡ, атайың да теге донъянан ярҙам итә алмаҫ. Так что, һеңлем, кәм тигәндә ярты йыллап эшләргә тура киләсәк әле һиңә.

Был һүҙҙәре ҡыҙҙың йөрәгенә хәнйәр булып ҡаҙалды. Күҙ алдары ҡараңғыланып китте, һауа етмәүҙән хәле бөттө, тыны ҡыҫылды, йөрәк тәңгәлендә ауыртыуы көсәйгәндән-көсәйә барҙы. Ғәрлегенән үҙен ҡайҙа ҡуйырға белмәне. “Валидол” төймәләрен бер-бер артлы кәнфит урынына һура башланы.

Туҡта, ниңә улай килеп сыҡты һуң әле? Коробкаларҙан полиэтилен ҡапсыҡтарға тултырғанда ҡайһы бер аҙыҡ-түлектең ауырлығы етмәгәнен күрә ине, шунан ғына йыйыла аламы икән әллә бындай сумма? Башында йөҙ төрлө уй, ҡайһыһында туҡтарға ла белмәне. “Ҡара дәфтәр”ендәге һандарҙы ҡабат-ҡабат барлап сыҡты. Накладнойҙарын ҡараштыра башланы. Шул саҡ береһендәге сәйер яҙыу күҙенә салынды. Унда бер йәшниктә ҡырҡ шешә араҡы тип яҙылғайны. Бының бит булыуы мөмкин түгел! Араҡы магазинға даими ҡайтарылып тора, шуға Алина бер йәшниктә егерме генә икәнен белә. Ниңә элегерәк иғтибар итмәгән икән? Хәйер, тауар ҡабул иткәндә, ғәҙәттә, кеше эштән ҡайта, шуға ул  ҡағыҙҙарын ҡайһы ваҡытта күрмәй ҙә ҡала ине. Зәмирәгә күрһәткәс:

- Һе, ундай ғына яңылышлыҡтар була инде, килтер һуң, әйҙә, бурысыңды кәметәйек, - тип, өҫтөнә сыҡҡан сумманы үҙгәртте. – Һин ҡалғаны тураһында уйла!

Алинаның күҙҙәренән йәш аҡты ла аҡты. Ҡулъяулығы лысма һыу булып бөттө. Инде “Валидол” ҡабын бушатҡас, икенсеһе артынан дарыуханаға китте. Бәхеткә, ул йыраҡ түгел, шул уҡ бинала урынлашҡан. Бында кеше күп кенә икән бөгөн. Сиратҡа баҫты.

- Алина, нимә булды? – тигән тауышҡа ҡыҙ тертләп китте. Искәндәр бит был! – Берәй хәл булдымы әллә? Ниңә илайһың?

Үҙенә күрһәтелгән иғтибарҙан Алина үкһеп иларға кереште. Егет уның тыңлауһыҙ бөҙрә сәстәрен сикәһенән алып, яуырынан ҡосто ла тынысланғанын түҙемле генә көттө. Хәлде һөйләп биргәс, ҡыҙға еңелерәк булып китте.

- Аңлашылды. Тапҡанһың нимә өсөн иларға, етте, тыныслан. Ундайҙар менән икенсе телдә һөйләшергә кәрәк, - тине Искәндәр етди тауыш менән. - Судҡа бирһәң, һис шикһеҙ, еңеп сығасаҡһың. Беләһеңме, икенсе аҙнала минең практика башлана. Был эшкә мотлаҡ тотонорбоҙ. Ни тиһәң дә, минең буласаҡ һөнәрем – кеше хоҡуҡтарын яҡлаусы.

- Юҡ, Искәндәр, тәҡдимең өсөн рәхмәт, тик мин Зәмирә апайҙы судҡа бирә алмайым. Уның бит балалары бар, етмәһә, еҙнәй бер ҡайҙа ла эшләмәй, - тине Алина бер аҙ уйланғандан һуң.

Өҫкә күҙҙәре менән ишараланы:

- Унда барыһын да күреп торалар бит.

- Сиратыңда тор, мин хәҙер киләм, - тине лә егет, дарыухананан сығып китте. Дарыуын алып кире килгәндә магазинда Искәндәр ҙә тора ине. Һораулы ҡарашын бер Зәмирәгә, бер уға төбәп, бер ни аңламай торҙо.

- Әйҙә, илаҡ ҡыҙыҡай, курткаңды ал да, киттек, оҙатып ҡуям. Ә Зәмирә апайыңа һин бер тин түләргә лә, бер көн эшләргә лә тейеш түгелһең, - тине егет Алинаның ҡағыҙҙарын үҙенә тоттороп. Һуңынан уҫал, етди тауыш менән өҫтәне:

- Шулаймы, Зәмирә апай?

- Эйе, нәҡ шулай, - тип магазин хужаһы ауыҙ эсенән генә асыулы мығырланы.

Алина урамға атылып уҡ сыҡты. Сағыу ҡояшҡа күҙҙәре сағылды. Ә һауаһы һуң! Бина эсендәге ауыр еҫтән һуң башы әйләнеп китте хатта. Наҙлы ел алтын сәстәре менән уйнаны. Йырлай-йырлай гөрләүектәр аға. Тәбиғәттең шундай хозурлығына һоҡланыуҙан саҡ мәхрүм ҡалмаған бит!

Шул саҡ кемдер һаҡ ҡына уның елкәһенән ҡосто. Әйләнеп ҡараһа, Искәндәр умырзая гөлләмәһе тотоп йылмайып баҫып тора ине.

- Былары, илаҡ ҡыҙыҡай, һиңә, - тип сәскәләрҙе аптырап ҡалған Алинаға һуҙҙы. Ҡыҙҙың ҡулынан алып башлығын кейҙерҙе лә:

- Тағы сирләүең етмәгән, - тип ҡултыҡланы.

Яҙ – үҙгәрештәр, яҡтылыҡ, өмөт тулы миҙгел. Ҡар-боҙ менән бар күңелһеҙлектәр иреп бөтөр, бәхет-шатлыҡтар наҙлы гөлдәр булып сәскә атыр.

...Юлда килгән әлеге икәүгә донъя түңәрәк. Тормош тигән оло юлдың башында ғына әле улар. Һәм, әлбиттә, уны матур итеп үтәсәктәр.

Фото: kartinki-cvetov.ru

Автор:
Читайте нас в