-6 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
7 Февраль , 20:00

Көмөш бирнә

Ғүмер дауамында өйҙәге иҫке шкаф йәки өҫтәл тартмаларында, өләсәйҙән ҡалған һандыҡ  мөйөштәрендә кәрәк-кәрәкмәгән әллә күпме әйбер йыйыла. Әлеге мөйөш-һәйештә күптән иҫкергән йәки ташланған кейем һәҙәптәрен, ҡул сәғәтенең буш  корпусын, күҙлектең һыныҡ мөгөҙөн, ниндәйҙер сүре йә ҡурғаш  китеген, бүтән шаҡы-шоҡо  табырға мөмкин. Мин ваҡ-төйәк араһынан  балыҡ тотоу өсөн ялтырма эҙләнем, күрәһең, үҙем ҡасандыр һалғанмын да онотҡанмын. Аҡтарына торғас үҙе  йәлпәк, үҙе һәлмәк ҙур ғына көмөш тәңкәгә юлыҡтым. Тәңкәгә ҡуйы һаҡал-мыйыҡлы әҙәм башы сүкеп төшөрөлгән, батшалыр, ахыры. Бының ише тәңкәләрҙе, Николай тәңкәләрен, ҡасандыр беҙҙең әсәйҙәр муйынсаҡтарына бәйләй, сәс толомдарының осона таға торғайны.

Көмөш бирнә
Көмөш бирнә

Берәй ғалим миңә яуап бирһен –  нимә  һуң ул хәтер? Оҙаҡ йылдар буйы ниндәй код рәүешендә һаҡланған һуң ошо тәңкә һәм уға бәйле ваҡиғалар минең мейелә? Бит әлеге көмөш киҫәге, әгәр миңә    әлеге ялтырма кәрәк булмаһа,   тағы оҙаҡ йылдар, хатта быуат буйы онотолоп ятыр ҙа  берәй көн сүплеккә ташланыр ине. Мәгәр ошо тәңкә минең уста ҡапыл тоҡанып-ялтырап китте лә, гүйә, алты-ете йәштәрҙәге малайҙы, шул йәштәр тирәһендәге ҡыҙыҡайҙы үҙенең  нуры менән яҡтыртып ебәрҙе...

Ул беҙгә күрше йәшәгәндәрҙең берҙән-бер ҡыҙы ине. Ул  күршеләрҙең  кемдәр икәнен, беҙгә ниндәй мөнәсәбәттә булғанын юҫыҡ хәтерләмәйем. Күрәһең,  ҡәҙимге тыныс һәм аралашыусан     булғандарҙыр. Ингеләй торғайнылар, сәйгә ултырғандары ла иҫтә. Күршеләрҙе беҙҙән кипкән  тәпәш ситән айырып тора ине. Шуға ла уларға әлеге ситәнде ашаҡлап  ҡына керергә мөмкин  булды. Әммә әҙәп  һаҡлап күршеләр – беҙгә, беҙ уларға урам аша, йәғни ел ҡапҡа аша йөрөй торғайныҡ.

 Күрше ихатала минең тиҫтер, бәлки саҡ ҡына бәләкәйерәктер, ҡыҙыҡай йәшәгәнен һиҙәм, ҡай саҡ үҙен күргеләп тә ҡалам. Тауышы көсһөҙ, ныйылдап ҡына сыға, әйтерһең дә, ул янындағы кемгәлер нимәлер һөйләй. Әммә яуап алғаны һис ишетелмәй. Ул йәштә ҡыҙҙар мине бөтөнләй ҙә ҡыҙыҡһындырмай, улар  ниңә был донъяға тыуа һәм малайҙарҙан башҡа уйнай, йылғала ташбаш тотмай, ә мәңге шул сепрәк ҡурсаҡтары менән генә уйнай икәнен аңламай инем.

Һәм бына  бер көн  күрше ҡыҙы ситән араһынан ҡараны ла өндәште:

–  Эй, малай, әйҙә минең менән уйнарға.

Эйе, ныйылдыҡ ҡыҙыҡай менән генә  уйнарға ҡалғайны. Әммә, әмәлгә  ҡалғандай, ул  көн миңә уйнарға иптәш  юҡ ине, сөнки беҙҙең  урам малайҙары мине рәнйеткәйне. Беҙҙең яратҡан «һуғыш» уйынында бер минең генә ҡорал  ағастан түгел. Беҙҙең «командир» Азат, атайым  Верхне-Уралск йәрминкәһенән алып ҡайтҡан аҡҡурғаш  көбәкле пугачты уйнатып торорға бир, тип бәйләнде бит. Бирһәм, уйынсыҡты бер ҡасан да кире ҡайтармаясағын һәм оятһыҙ рәүештә үҙенең наганы тип иҫбатлаясағын бик яҡшы беләм. Бирмәгәс, Азат миңә берҙе тондорҙо,  күткә типте, ә  ҡалған малайҙар, уға ярамһаҡланып, шарҡылдап көлөштө. Билдәле, мин ғәрләндем дә улар янына башҡа бер ҡасан да уйнарға бармаҫҡа ҡарар иттем. Шуға ла күп уйлап тормай тәпәш ситәнде һикереп кенә сыҡтым да ныйылдаҡ күрше ҡыҙыҡай янына килеп, үҙем аңламаған һәм ҡыҙығы аҙ меҫкен уйынсыҡтар менән булашырға мәжбүр булдым.

Ситән эргәһендә генә йыуан ҡайын түмәре тора ине. Уны ярырға ололарҙың да көсө етмәгән, күрәһең  –  йөҙөндә  түмәр ярғыс балта сапҡан эҙҙәр бар. Ошо йыуан түмәргә, түмәр эргәһендә ятҡан таҡта киҫәгендә ҡыҙыҡайҙың уйынсыҡтары теҙелгән. Сынаяҡ, төрлө төҫтәге сәскәләр төшөрөлгән сыбар тәрилкә ярсыҡтары, ҡабырсаҡ, ваҡ таштар, төрлө төҫтәге сепрәк ярпылары,  ҡалай сәй һауыты, төҫлө ҡағыҙ йәбештерелгән флакондар теҙелгән. Ә  түмәргә терәтеп сепрәктән тегелгән һәм химик ҡәләм менән күҙҙәре буялған ҡурсаҡ һөйәлгән. Ҡурсаҡ алдында аҡ металдан ҡойолған егерме тинлек дәүмәлендәге тәңкә  лә ята.

Ниндәй уйын ҡыландырҙыҡ, ҡыҙыҡайҙың уйынында минең ниндәй ҡатнашлығым булды, мин аңламаным. Ул туҡтауһыҙ ниҙер ләпелдәне, күрәһең, ололарға оҡшатырға тырышып тауышын үҙгәртте лә йә иркә, йә асыулы һүҙҙәр менән  ҡурсағына  өндәште. Бәлештәр «бешерҙе», мине, беҙгә килгән ҡунаҡтарҙы «һыйланы».

Беҙ төшкә тиклем уйнаныҡ, дөрөҫөрәге, ул уйнаны, ә  миңә күңелһеҙ, минең «һуғыш»та   уйнағы килә, йылғаны сығып, шырлыҡ араһында засадаға ятҡы килә, һыу инге, яр башынан сөңгөлгә һикерге килә. Ә мин ҡыҙыҡайҙың сепрәк бисура менән һөйләшкәнен тыңлап ултырам.

Бер мәл әсәһенең тауышы ишетелде:

– Фәрхиҙә, сәй эсергә кер.

Көмөш тәңкәгә бармағын төртөп, ҡыҙыҡай былай тине:

–  Һин китмә. Һин бит ир кеше, наганың бар. Мин сыҡҡансы тәңкәне һаҡлап ултыр.

– Уны бер кем алмаҫ, уға лавкала бер ҡармаҡ та һатып алып булмай, – тинем мин.

– Улай тимә.  Көмөш тәңкә ләһә,  өләсәйемә уны батша үҙе бүләк иткән.Өләсәйем был тәңкәгә һыйыр һатып алып була, ти.

Ҡыҙыҡай сәй эскәнсе мин уның көмөш тәңкәһен һаҡлап ултырҙым.Һарай башында шыҡырҙаған һайыҫҡандан башҡа тәңкәне урларлыҡ йән эйәһе күренмәне. Мин рогаткамды тоҫҡаным да  атып ебәрҙем – ҡош осто.

Ҡыҙыҡай сәй эсеп ихатаға сыҡҡас мин дә ҡайтып сәй эсеп килдем.

Бер нисә көн шулай бергә «уйнағас», ул миңә былай тине:

– Һин малайҙар янына китмә, мин һиңә өйрәндем, һинһеҙ миңә күңелһеҙ булыр.

Мин уны тыңламаным, әлбиттә, йылға буйына йүгерҙем. Малайҙар «армияһы» һыу инеп сыҡҡандан һуң яр ситендәге ҡомлоҡта ҡыҙына ине. Тауыш-тынһыҙ ғына ҡаршыланылар, бер Азат ҡына мыҫҡыллы йылмайып минең пистолетҡа күҙ һалды. Мин сисендем дә  ҡоралды  үҙем менән алып һыуға төштөм. Һыуҙан сығып бер аҙ ҡомда ҡыҙынып ятҡандан һуң кейенәйем тиһәм, ыштандың һул балағы төйнәлгән булып сыҡты. Ул йылдарҙа малай-шалай трусик кеймәй торғайны, ыштан ғына кейә, шул уҡ ыштан менән йоҡлай, хатта мәктәпкә бара. Ныҡ бәйләнгән төйөндө сисә алмағас ғәрлектән иланым да өйгә бестәтәү   ҡайтырға мәжбүр булдым. Төш ваҡыты ине,атайым өйҙә. Ул өндәшмәй генә төйөндө систе лә:

– Үҙ-үҙеңде яҡларға өйрән, һуҡһалар – ысдача бир. Һуғышыуҙан ҡурҡма, аяғыңдан йыҡһалар, тор ҙа йәнә һуғыш. Тормошоңда ундай  Азат  ишеләр күп буласаҡ.

Һуңынан аңлауымса, атайым хаҡлы булған...

Шулай ҙа мин Азаттың ҡырағай «армияһына» кире барманым. Фәрхиҙәгә яйлап өйрәнеп, ситәнгә яҡын  уның хыялындағы өйөндә «йәшәүемде» дауам иттем: юрамал ғына лавкаһынан нимәлер һатып алдым, байлыҡты – көмөш тәңкәне һаҡлауымды дауам иттем.

Бер ваҡыт ҡыҙыҡай былай тине:

– Һин һәйбәт егет. Араҡы эсмәйһең, һуғышмайһың.  Үҫкәс минең кейәү булырһың. Сельсоветта беҙҙе теркәрҙәр. Яңы йорт һалырбыҙ, һыйыр һатып алырбыҙ, бергәләп сәй эсербеҙ, беҙҙең  ике ҡыҙыбыҙ, ике улыбыҙ булыр. Беҙ уларға ап-аҡ ҡалас, ҡаймаҡ ашатырбыҙ, вәт.

Мин ололарҙың өйләнешкәнен белә инем,ана,  атайым әсәйемә өйләнгән. Әммә ҡай саҡ араҡы эсә шул. Тик улар ололар, ә мин олоғайырға теләмәйем.  Атҡа атланып ыштан балағын төйнәгән өсөн Азатты ҡамсы менән ярыр өсөн генә үҫмәгәндә. Мин үҙемде Фәрхиҙәнең ире итеп һис күҙ алдына килтерә  алмайым – әле ул  үҙенең иҫәр уйыны һәм бер кемгә лә хәжәте булмаған  тәңкәһе менән ялҡыта, ә олоғайғас, уның менән ни эшләрмен?

Тәңкәгә бармағы менән төртөп, ул хәбәрен дауам итте:

– Ә был тәңкә минең бирнә буласаҡ. Сельсовет беҙҙе теркәгәс мин уны һиңә бирермен.

О, нисек минең бынан ҡасып Азаттың «армияһына» ҡушылғым һәм был ситән аша бер ҡасан да аша  сыҡмағым килде!

Беҙҙең уйындарҙы ямғырҙар өҙҙө. Тәүҙә ул ауылды күк күкрәү оҙатыуында биҙрәнән ҡойған кеүек ҡаты ямғырҙар менән баҫты, унан тынмай быҫҡаҡларға тотондо. Был ике аҙна дауам итте. Бындай көндәрҙә уйнап та булмай, һыу инерлек тә түгел. Әсәйем: «Оҙаҡламай урыҫ  спасы башлана, тимәк, йәй бөтә», – тине.

Мин өйҙә ултырам, ҡыҙыҡайҙы бөтөнләй күрмәйем. Ихатаға сыҡҡанда һаҡ ҡына күршеләр яғына ҡарайым да Фәрхиҙә ситән араһынан күреп ҡалып уйнарға саҡырмаһа ярар ғына ине, тип уйлайым.

Бер аҙҙан ямғыр ҡатыш ҡар яуа башланы һәм төнгө һыуытыуҙары менән көҙ яҡынлашты. Йәй эсендә буйға тартылып киткән Азаттың «армияһы» малайҙары беренсе класҡа уҡырға төштө, улар булмағас, урам бушап ҡалды. Беҙҙең урамда мин мәктәп йәшенә етмәгән берҙән-бер малай инем. Шуға ла мине малайҙарға тартты, ситтән генә мәктәптең серле тәҙрәләрен күҙәтәм, ҡыңғырау яңғырап уҡыусылар урамға һибелгәс, ҡайтып китәм.

Фәрхиҙә ситән янында башҡаса күренмәне. Өйҙәре яғынан үткәндә тәҙрәнән ҡарап миңә йылмая, ҡарашы менән оҙатып ҡала ине. Ниңәлер, уның  көлөүен бигүк күргем килмәй һәм йәһәт кенә башымды ситкә борам. Ҡышҡы елдәр иҫеп тәҙрәләргә аҡ һырҙар төшә башлағас, ул күренмәй башланы.

Ҡышын мин Азат «армияһына» әйләнеп  ҡайттым. Мәктәпкә йөрөп әҙ булһа ла аҡыл алған малайҙар йәй көндәрендәгесә хәҙер мине ҡыйырһытмай. Ҡыш та  ҡыҙыҡ беҙҙең өсөн. «Һуғыш» уйыны уйнайбыҙ, иҫке ҙур ат санаһын тау башына һөйрәп мендерәбеҙ ҙә ҡыҙҙарҙың сыр-сыу  килеү тауыштары  аҫтында йылғаға тиклем тауҙан шыуып төшәбеҙ.

Яҙ килде. Йылға аръяғындағы муйылдар сәскә атты, һандуғастар һайраны, кәкүк саҡырҙы, ихатала тауыҡтар ҡытҡылданы. Май башындағы ямғырҙарҙан һуң йылытҡас ситән буйындағы йәш кесерткән үҫеп китте. Ә ситән артындағы ихатала Фәрхиҙәнең тауышы ишетелмәне. Мин инде уны бер аҙ онотҡайным да, күңелдә һағыш юҡ, «өй» уйыны ла иҫтән сыҡҡан.

Бер көн, кискә табан ихатаға сыҡһам, сәйер өн-ауаз ҡолаҡҡа салынды – кемдер ыңғыраша бит. Ыңғырашыу күршеләрҙең солан таҡтаһы аша ишетелгәндәй. Кемдер ауыртыуға сыҙай алмай өҙөп-өҙөп «А-а-а-а», – ти. Өйгә ингәс мин әсәйемдән унда кем ыңғыраша ул, тип һораным. Әсәйем, Фәрхиҙә, өйҙәрендә тынсыу, шуға соланға сығарғандар, тине. Ә мин һаман, ниңә ыңғыраша һуң, тип ныҡыйым. «Ауырый, меҫкен бала, – тип  яуапланы әсәйем. – Ҡыш башынан яфалана».

Таҡта стена ашаһынан Фәрхиҙәнең ыңғырашҡанын   байтаҡ ваҡыт ишетеп йөрөнөм. Шунан тауыш тынды.

Бер көн әсәйем:

– Бар, кер күршеләргә. Фәрхиҙә һинең инеүеңде һорай, – тине.

– Юҡ, кермәйем, – тип  киреләндем.

– Ул ҡаты ауырый. Тиҙҙән үлә. Беҙгә күрше... Бергә уйнанығыҙ. Бар, хушлашып сыҡ.

Быға тиклем үлергә ятҡан кешене күргәнем юҡ ине. Ике олатайым да мин тыуғансы үлгән. Бер өләсәйем шулай уҡ үлгән, икенсеһе иҫән һәм йыш ҡына беҙгә сәй эсергә килә.

Ниндәйҙер ауыр тойғо менән индем күршеләргә. Өйҙөң бәләкәй генә бүлмәһендә ауыр еҫ, сир еҫе. Фәрхиҙә уң ҡулдағы стенаға терәлгән һикелә ята. Керҙем дә ишек төбөндә туҡтап ҡалдым. Мөршиҙә апай һике ситендә ултыра һәм нимәлер тегә. Ҡыҙы яғына баш ҡағып:

– Яҡыныраҡ кил, – тине.

Ҡыҙыҡай миңә ҡараны. Бәләкәйләнеп ҡалған аҡ, нурһыҙ йөҙөндә күҙҙәре ҙурайып киткән, ҡарашы һүнгән, элекке ише шатлыҡ-ҡыуаныс осҡондары юҡ. Элекке осрашҡандағыса йылмайһа ла эреләнеп киткән тештәрендә йоҡа ғына ирендәре тартылды.

Юрғаны аҫтынан кипкән ҡамыш кеүек нәҙек ҡулдарын сығарып ул минең усҡа көмөш тәңкәне һалды ла саҡ-саҡ ишетелерлек тоноҡ тауыш менән:

– Был һиңә, – тине һәм өҫтәне. – Вәт...

Шунан  ҡулдарын юрған аҫтына йәшерҙе, юрғанын башы аша бөркәнде лә стенаға боролоп ятты.

Ҡайтыу менән тәңкәне иҫке һандыҡтың  төбөнә ташланым да оноттом.

Бер нисә көндән әсәйемдән уның  вафаты һәм ерләүҙәре хаҡында ишеттем. Үлеме минең  битараф күңелемдә әллә ни йәлләү тойғоһо уятманы. Кистәрен ихатаға сыҡҡанда мин күршеләрҙең таҡта соланы аша уның ыңғырашыуын ишетәм йәки өйҙәре тапҡырынан үткәндә  тәҙрәнән күрәм һымаҡ.

«Уйынсыҡ» кәләшем минең тормошомдан бына шулай  китеп барҙы, үҙенең балаларса уйынында  ололар тормошо хаҡында хыялланып, берҙән-бер байлығын –  бирнәһен тапшырып китте.

Әсәйем:«Алаһы Тәғәлә баланы йәлләне лә үҙенә алды», – тине.

Әмир ӘМИНЕВ тәржемәһе.

Фото: garnil.club

Автор:
Читайте нас: