-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
9 Февраль , 20:00

Мәххәпәтһеҙ

Туғандарыбыҙға эйәреп аят мәжлесенән һуң яҡын кешебеҙҙең ҡәберен зыярат ҡылырға барҙыҡ. Мосолман зыяраты булһа ла яҡындарының ҡәберҙәрен тәртипкә килтереүсе ҡатын-ҡыҙҙар күренә, тын ғына ҡәбер эргәһендә баҫып тороусы ир-аттар ҙа бар. Рәттәр буйлап барғанда күптән мәрхүм булғандарҙы хәтерләп үтәм, яңы гүр эйәләренә баш эйәм. Күптән түгел ергә тапшырылғаны күренеп торған, яһалма сәскәләргә күмелгән ҡәбер рәшәткәләренә тотоноп урта йәштәрҙәге ҡатын илай. СВО-ла ҡатнашып мәрхүм булған яугир ҡәбере, ҡатыны һөйөклө ирен иҫкә алырға килгәндер. Тауыш тынһыҙ үкһегән ҡатындың янына барып йыуатырлыҡ һүҙҙәр һөйләгән булдым, бындай саҡта бары дежур һүҙҙәр, электән килгән, йыуатыу әйтемдәре генә иҫемә төштө.

Мәххәпәтһеҙ
Мәххәпәтһеҙ

Асылып күңел бушатыр кешеһе булмағанмы, бәлки сыҙар әмәле ҡалмағандыр, ваҡыты ла, урыны ла ҡулай түгеллеген белә тороп, бына нимәләр һөйләп күңелен бушатты ул миңә күҙ йәштәре аша.
- Һеҙ ирегеҙгә яратып, үҙегеҙ теләп сыҡҡанһығыҙҙыр, тормошта осраған ниндәйҙер ауыр саҡтарын да бергә еңелерәк кисерәһегеҙҙер. Бына миңә ауыр булды, яратмағаныма сыҡтым, йөрөгән егетемдең хыянатына үс итеп, иремдең айыҡ сағында ҡушҡан һәр һүҙе сығырымдан сығарғас, һәр ҡылығы һарыуымды ҡайнатҡас, аралашырға ынтылыуы, көндәлек эштәремдә ярҙам итергә теләүе лә йәнемде көйҙөргәс, ҡалғанын үҙең уйлап ҡара, эскән ваҡыттарын бөтөнләй күрә алманым, тын алышын, үҙ ыңғайына тыныс булырға тырышып йәшәүен, бер нәмәгә ҡыҫтырылмай, өндәшмәй генә диванда ултырһа ла, хатта йоҡлап ятыуҙары ла ҡанымды ҡыҙҙыра ине.Күрә алмай инем күҙ көйөгөн, уның йәнәшәһендә тыным ҡыҫылып, минең үҙемдең тиремә һыйыша алмаған саҡтарым күп булды. Нимә эшләйһең, түҙергә тырышам, балаларым хаҡына тигән булып үҙемде алдаштырам, ә был сәбәп түгеллеген үҙем генә беләм, үҙемдең булдыҡһыҙлығымды, унһыҙ яңғыҙ донъя көтә алмаҫымды бик яҡшы белгәнгә. Ирем белә минең ялҡаулығымды, өндәшмәй, түҙә, үткәрә белә, боларған донъямды, бысыраҡ һауыт-һабамды күрмәмешкә һалыша.
Аҙаҡ үҙемдең һәпрәлегемдән толҡа тапмай, өйөм ҡаҡаша башлағас ҡырып-йышып донъямды таҙарта башлайым, йыуылмаған сепрәк, йолҡолмаған ҡый, йышылмаған ҡашығаяҡ ҡалмай, таҙартырын таҙартып, ялтыратырын ялтыртып бөткәс, арып-талып туҡтап ҡалам, кем өсөн тырышам, балаларым өсөн тиер инем улар был саҡтарҙа ҡурҡалар ғына, ҡурҡмай ҡайҙа барһындар, унда һалма, быға теймә, тегендә баҫма, улай ярамай, былай бармай...Надзиратель...Минән ҡырҙараҡ, алыҫыраҡ булырға тырышалар балалар, беҙҙең ғаиләлә алсаҡ һөйләшеү юҡ, көлөүҙәрендә лә ихласлыҡ юҡ, йөҙҙәрендә һағайыу ҡатып ҡалған, әйтерһең мин бер яуыз ҡатил, минән бары ҡурҡыуҙары ғына һиҙелә.
Быны аңлайым, тағы күңел төшөнкөлөгөнә биреләм, тәүге мөхәббәтемде һағынам, эргә-тирәмдә үҙемдең яҡындарым, ғаиләм, ә мин яңғыҙлыҡтан ни ҡылырға белмәйем, башымды ҡайҙа тығырға, болоҡһоған күңелемде нисек асырға, ҡыйырһытылған балаларыма яратыуымды ҡайһылайтып белдерергә. Бешеренәм, әммә наҙ, һөйөү, теләк, асыҡ күңел менән ихласлыҡ ҡушылмағас, бешергәнемдең таты юҡ, астан үлмәҫкә, эсте тултырырға кәрәк булған өсөн генә ашайҙарҙыр. Ризыҡ мул, әммә яҡындарымды хәстәрлекле әсәй булараҡ ысын күңелдән, ихластан һыйлай белмәйем, өҙгөләнәм, бәргеләнәм, өҫтәлде күтәрә һуғып аунатҡым килә, әммә ярамай, мин әсә, һәр хәлдә әсәй нисек була, шулай булырға тырышам. Ауырыумы был, тән ауырыуымы, йән ауырыуымы, мин кемгә кәрәклемен һуң тигән уйҙар тыуа, минһеҙ уларға ауыр буласаҡмы? Уларға??? Был телгә ҡайҙан килгән һүҙ, ошоғаса ҡулланылмаған, әммә үҙенең барлығын һәр саҡ белдергән, сит, ят һүҙ. Балаҡайҙарым, бәпестәрем, мөхәббәтем, ирем һүҙҙәре урынына ошо һүҙ ҡуллана башланыммы, мөхәббәтһеҙ.
Кешегә лә асыла алманым ошоғаса, илай ҙа алманым бөгөнгәсә, бына әле күҙ йәштәре йөрәктәге таштарын иреткәс кенә һиңә, бөтөнләй белмәгән-күрмәгән кешегә күңелемде асам, ә күрше-тирәләрем, туғандарым белмәне минең кисерештәремде, белмәҫтәр ҙә... Ҡайҙан белһендәр, кеше алдында бер ваҡытта ла ирешеп-талашманыҡ, икеһе лә бер-береһенә тап килгән, тип һоҡланыусылар күп булды. Һиҙенгәндәрҙер, әммә бәйләп һөйләрлек сәбәп тапманылар, төпсөп һорашыусыларҙан хәлемде үҙем йәшерҙем, һөйөп-һөйөлөп йәшәгән ҡатын ролен уйнаным, эшлекле бисә булып күрендем, хәстәрлекле әсәй булып ҡыландым. Эйе ҡыландым кешеләр алдында, өйҙәгеләр белделәр кем икәнлегемде, өндәшмәнеләр, ҡаршы килмәнеләр, түҙҙеләр...
Белмәнем шул иремдең бер саҡ сабырлыҡтары һынырын, ҡасан да булһа ла мине ташлап китерен, яныуҙарыма, көйөүҙәремә түҙмәй үҙем алдан үлермен кеүек ине, хәҙер уйлайым да үҙемдең башыма ҡыҫыр ҡайғы һалып, үҙемә яңғыҙлыҡ теләп йөрөгәнмен, оло һағышты юрап килтергәнмен. Имеш яратмайым иремде, тәүҙә минең үҙемде кем ярата һуң, тип уйлап ҡарарға булған, тәүге мөхәббәтен онота алмай имеш берәү, килде ирем үлгәс, һырпаланды, һөйөүен белдерҙе, аҡса иҫәбемә күпме аҡса күскәнен һораны, бына нимә ҡыҙыҡһындырған уны. Ә мин беренсе мөхәббәт тип яндым-көйҙөм, иремдең, ҡулымдағы бәхеттең ҡәҙерен белмәнем, балаларыма ,,Уның балалары" булды әрләү һүҙҙәрем, ,,Атаң балаһы" , ирем алдында ҡабатларға яраттым был һүҙҙәрҙе, бары уны кәмһетер өсөн.
Алдан белдермәне ниәтен, әммә күптәнән уйланып шундай ҡарарға килгәнен әйткәс, юғалып ҡалдым. СВО хәрәкәте башланыу менән үҙ теләге менән китергә ғариза яҙған, әйтмәне, һиҙҙермәне, бары иғтибары, наҙҙары ғына артты, был мине бары ытырғандырҙы ғына, күҙенә ҡарап ,,ерәнгесһең мәххәпәтһеҙ" тинем. Белһәмсе алданыраҡ унда китергә йыйынғанын, телемде тыйыр инем исмаһам, шунда ла өндәшмәүен әйт.
Китер көнөн дә кешенән белдем, ғәйебемде юйырға теләгәндәй иркәләнгем килде, ә ул ҡырға этәрҙе, белде ул башҡаса кире ҡайтмаҫын. Страховка аҡсаһы, түләнәсәк компенсациялары тигеҙ өс өлөшкә бүленәсәген белдерҙе, балаларға, һәм миңә. Кейәүгә сыҡһам балаларҙы ташламаҫҡа үтенде, тәүге мөхәббәтемә сыҡмаҫҡа, уның ышанысһыҙ юлдаш буласағын белдерҙе. Тыныс, хатта бер аҙ ирониялы шаярыу ҡатыш әйтте был һүҙҙәрҙе, әйтерһең санаторияға китә, хәйер, ялды белмәне ул, ҡайҙа инде уға ял йорто.
Ата-әсәһенә ерләү расходтарын һалмаҫҡа теләне, кәрәк саҡта ярҙамһыҙ ҡалдырыуына үкенде. Шулай булды, ата-әсәһенә барырға теләһә һәр саҡ арҡыры төштөм, тауыш сығарҙым, улары өндәшмәне, үҙ яйына йәшәнеләр.
Китеренә ышанманым, ҡайғырманым, үлеп ҡайтырын һиҙһәм дә, хатта унан ҡотолоу юлы тип ҡабул иттем, СВОға китеүен. Ирем сығып китеү менән югерергә теләнем тәүге мөхәббәтемә, кеше һүҙенән оялдым, балаларымдан тартындым, үҙенең килерен көттөм. Һәм килде, иремдең аҡсаһы килгәнме-юҡмы икәнлеген белешергә, нисәмә йылдар яратып йөрөгән кешемдең һөмһөҙлөгөнә шаңҡып ҡалдым, ошомо минең һөйгән кешем?..
Шунда ғына үҙемдең ғүмерлек мөхәббәтемде тапҡанлығымды аңланым, мәңгегә юғалтҡас. Балаларым аталары батырҙарса һәләк булғанын ишеткәс миңә нәфрәтләнеп ҡаранылар, күҙ ҡараштарынан, атайҙың башына еттең, тигәнде аңларға була ине. Миңә ирек бирер өсөн киткәнлеген аңлар йәштәләр, кире ҡайтмаҫҡа теләгәнлектән ҡаһарманлыҡҡа ынтылғандыр, балаларының киләсәген уйлап, аҡсаға интекмәһендәр өсөн батырҙарса һәләк булғандыр, хәҙер генә шулай уйлайым. Бәлки мин үҙен, тиҫтәләрсә йылдар бергә йәшәгән иремде белмәгәнмендер ҙә, аңларға, уның да уй-хистәре барлығын белергә теләмәгәнмендер, һәр хәлдә ихлас һөйләшеп ултырғаныбыҙҙы хәтерләмәйем. Эш тураһында, көндәлек бурыстар, бойороҡ, оторо һөйләшеүгә ҡоролғайны минең аралашыу.
Тормошом икегә бүленде, элек һәм хәҙер, ошоғаса ғаиләм булған, мине яратҡан кешем булған, ирем вафатынан һуң балаларым ҡайғынан ҡара яндылар, мине үҙҙәренә яҡын ебәрмәнеләр, йыуатырға һүҙ ҡушһам бары нәфрәтле ҡараштарына төртөлдөм. Ҡартатай, ҡәртәсәйҙәренә ылыҡтылар, уларҙа уртаҡ ҡайғы, уртаҡ юғалтыу, бер-береһенә терәктәр, кәрәктәр. Мин үҙем күптән теләгән яңғыҙлыҡта ҡалдым, үкһеп-үкһеп кеше күҙенән ҡасып иларға теләгән яңғыҙлыҡта, бәреп-һуғып, ҡысҡырып-боларып енләнергә теләгән яңғыҙлыҡта, теләгән еремә барырға, нимә теләһәм шуны эшләргә теләгән яңғыҙлыҡта. Әле бер теләгем дә юҡ, кәрәкмәй ҙә, күрмәгәндең күргеһе килә, күргәндең ҡоҫҡоһо килә, ниңә шуны элек аңламағанмын. Элек тәкәбберлектән тиремә һыйышмаһам, хәҙер ташландыҡ берәҙәк эттән дә насарыраҡ тормошом, олорға ғына ҡалды. Балаларым минең бар икәнлегемде дә тоймайҙар, һәр теләгемде үтәргә әҙер булған ирем юҡ, бығаса мин яратмайым, теләмәйем, ҡамасауламағыҙ тигән һүҙҙәр онотолдо, хәҙер кемгә мин кәрәк, мине кем ярата, бына мин булғанмын икән ул мөхәббәтһеҙ әҙәм. Ярай әлегә күңелемдең ҡайҙалыр мөйөшөндә өмөт ҡуҙы ялтырай, ваҡыт үтеү менән аталарын юғалтыу ҡайғыһы баҫылғас балаларым бәлки кисерер, ҡайны-ҡәйнәмә терәк булырға тырышырмын, ғәфү итмәҫтәрме, сәсем менән ер һепереп булһа ла ризалыҡтарын алырға тырышыр инем. Ә иремдең рухы алдында мәңге юйылмаҫ гонаһтарым бар, ирлек ғорурлығын ашатланым, ҡатын бурысымды үтәмәнем, тоғро ҡатын булһам да тәкәбберлегемде байраҡ итеп күтәрҙем. Уның һуңғы бүләге, иркемде күтәрерлек тә көсөм юҡ, ташлап сығып китһә етәкләп алып ҡайтыр инем, кире ҡайтыр ергә китмәне, илап еңеләйер өсөн күҙҙәремдең йәше сыҡманы, йәнем-булмышым ҡатты, йәшәр өсөн ынтылышым да, хәлем дә юҡ.
Бына әле ҡәберенә килгәс күҙ йәштәрем йылға булып йырылды, кисерә алырмы мине берҙән берем. Ғүмерем алыҫтағы миражға алданып үткән дә киткән, ҡулымдағы бәхетемде юғалтҡанмын, иремә һөйөүемде белдерһәм ҡайтыр ине уттар-һыуҙар кисһә лә, ашҡынып, үлемдең күҙенә төкөрөп ҡайтып етер ине, өйҙән сығып киткәндә үк япрағы төшкәйне инде, төңөлгәйне минең яратыуымдан. Мин уның китеүенә ҡыуанмаһам да, тыныс ҡабул иттем, тик былай ауыр булырын белмәнем. Аҡса, ирек ҡыҙыҡтырҙы, балаларҙың киләсәге ныҡлы булһын тип теләнем, барлы-өйлө буласаҡтарына ҡыуандым, аталы-арҡалы үҫһендәр тип ниңә теләмәнем икән.
Мине ашыҡтырып зыярат ҡапҡаһынан туғандар ҡул болғанылар, ҡайтырға ваҡыт. Мин ҡыйынһынып ҡатынға ҡарайым, ул үкһеүенә быуылып миңә ҡуҙғалырға ҡушып ҡулын иҙәне.

Гөлдәр әбей.

Фото: cont.ws

 

Автор:
Читайте нас в