+28 °С
Облачно
Сәсмә әҫәрҙәр
13 Февраля 2024, 15:00

Кендек әбейе Талха ҒИНИӘТУЛЛИН

Хикәйә Ғәйшә әбей беҙҙең аймаҡ­тың кен­дек әбейе ине, ә ай­маҡ ҙур, ауыл­дың ярты­һын тәшкил итә. Үт­кән быуаттың башындағы болға­нышлы йылдар­ҙа, төпкөл ауыл­дарҙа врачтар ҙа, акушеркалар ҙа юҡта, Ғәйшә әбей – ул заманда әле йәш сағы – түлле ҡатындарҙың ҡарынынан яҡты донъяға сығып, кешелекте дауам итәсәк үрсемде ҡабул итә башланы. Уның ҡул арты ифрат еңел ине – ауыр тыуымдар булманы, булһа ла бик һирәк. Бала табыусы әсәләр уға мөкиббән ышана, шун­лыҡтан ул килһә, тамам тынысланалар ҙа үҙ сәғәтен сабыр ғына кө­тәләр. 

Кендек әбейе Талха ҒИНИӘТУЛЛИНКендек әбейе Талха ҒИНИӘТУЛЛИН
Кендек әбейе Талха ҒИНИӘТУЛЛИН

Моңло тауышы менән кү­ңелле генә һөйләшеп, хәбәренә ара-тирә доғалар, таҡмаҡтар ҙа ҡыҫтырып, кендек әбейе ҡаҙ майын буласаҡ әсәнең ҡорһағына мул ғына итеп һөртә лә, йомшаҡ бар­маҡ­­тары менән һыйпап, ауыртыныуын еңеләйтеп тынысландыра, бөтәһе лә һәйбәт осланырына өмөтләндерә.

Революцияға тиклемге йыл­дар­ҙан алып донъяға күпселек малай­ҙар тыуҙы. Улар таҙа, теремек, бар ағзалары ла теүәл булып тыу­ҙы, ерҙәге һауаны һулап ҡысҡырып ебәрҙеләр, сәптерҙеләр, әйтерһең дә, тәүге һулыш алдыҡ, бына беҙ донъяға килдек, был ергә беҙ хужа буласаҡбыҙ, үҙебеҙҙең кем икәнде күрһәтербеҙ әле, тип әйтергә теләйҙәр ине.

Хәҙер миңә, туғыҙынсы тиҫтәне ҡыуған ҡартласҡа, Ғәйшә әбей ҡа­бул иткән малайҙарҙың береһе икәнлегемде уйлау сәйер һымаҡ. Ғәйшә әбей әйтә торғайны: мин ифрат ауыр тыуғанмын икән – башым бигерәк тә ҙур булған. Ә балалар тыуыуға бәрәкәтле тип иҫәпләнгән ана шул егерме бишенсе йылғыларҙан хәҙер үҙем генә йөрөп ятам...

Малайҙар күп тыуһа, һуғыш сы­ғыуға, тимәк, Аллаһы Тәғәлә халыҡ­тың имен тормошон шайтан балаларынан һаҡлау өсөн яугирҙәр әҙер­ләй, ти торғайны йәнә Ғәйшә әбей. Утыҙынсы йылдарҙа ул ҡабул иткән ошо буласаҡ ил һаҡсылары бөтә аймаҡты тултырҙы, икенсе бри­гаданың ат һарайында, кеше­ләргә, аттарға йоҡларға ҡамасау­лап, төн уртаһына тиклем тамаҡ ярып ҡысҡыра-һөрәнләй һуғыш уйыны уйнаны. Беҙ ҡорал ярата инек, ысын винтовка, нагандар хаҡында хыялландыҡ, тик уларҙы ағастан яһап алыуҙан башҡа сарабыҙ юҡ ине.

Егерменсе йылдар башында тыуған ҙурыраҡ малайҙар башта­раҡ ҡыҙылдар һәм аҡтар, Мортазин, Блюхер булып уйнаны, хәҙер, бер аҙ үҫкәс, аҡ майкалар ке­йеп, беҙҙең өсөн тормошҡа аш­маҫлыҡ хыял – мәктәп алдында волейбол һуҡты. Ә беҙ, граждандар һуғышын онота төшкән ыбыр-сыбыр, үҙе­беҙгә “дошман” итеп кемде һай­ларға белмәй аптыраныҡ. “Беҙ фашистан ҡурҡмайбыҙ, штык ме­нән уға ҡаршы барабыҙ”, – тип йыр­лайбыҙ, әммә ошо фашис­тарҙың капиталистар менән бергә Германияла йәшәгәнен беләбеҙ, тимәк, улар – немец, тик беренсе герман һуғышында беҙгә әсирлеккә эләккән һәм шул саҡтан бирле үҙенең мәрйә ҡатыны Марья менән беҙҙең ауылда йәшәгән немец Франц һис беҙгә “дошман” була алмай. Был немец бик оҫта ҡуллы ине, ауыл­дың сепараторҙарын, сәғәттәрҙе, йоҙаҡтарҙы төҙәтә, етмәһә, беҙҙе төрлө ауырыуҙарҙан, ололарҙы теш һыҙлауҙан дауалай торғайны. Йәйҙәрен беҙ Францтың төрлө еләк-емешкә бай йәшелсә баҡса­һына төшөп ҡыяр урлайбыҙ. Ул беҙҙе күрә, әммә ниңәлер ҡыумай, башҡортса ла, немецса ла һүген­мәй, аптырап ҡарап тик тора. Беҙгә оялышып табан ялтыратыу өсөн был да етә.

Ауыр крәҫтиән хеҙмәте иң­дәрен баҫҡан ҡатындар ҡарынынан кендек әбейе сығарған бөтә малайҙар ҙа һау-таҙа, хәрби хеҙмәткә яраҡлы булып үҫте. Тауҙан сана менән шыуып төшкәндә ҡар өйөмөнә сумып йәки йоҡа боҙ өҫтөнән йү­гергәндә, боҙ ватылып китеп, һыуға төшөп һыуыҡ тейҙерһәм, Ғәйшә әбей мине үлән төнәтмәһе һәм си­хәтле ҡулдары менән дауаланы. Нисек дауаланымы? Мин “массаж” тигән һүҙҙе тәүге тапҡыр һуғыштан һуң Мәскәү янындағы бер сана­торийҙа ишеттем һәм уның нимә икәнен үҙемдә татып белдем. Тулы кәүҙәле йәш шәфҡәт туташы хушбуй аңҡып торған йомшаҡ ҡулдары менән арҡамды ышҡыны, һыпырҙы, ҡайһы саҡ еңелсә генә шапылдатып һуҡҡылап та алды, ә миңә, кон­тузия алған неврастеникка, тәнемә ҡатын-ҡыҙ ҡулы ҡағылы­уынан рәхәт булһа ла, һис еңеллек килмәне. Ә Ғәйшә әбейҙең ҡатынҡы ҡулдарынан минең һөйәктәр шы­ғыр­лай, һынғандағы ише шартлап-шартлап китә ине. Ул мине мунса ләүкәһенә һуҙып һала ла һөйәк менән тиренән генә торған яшыҡ кәүҙәмде ҡаҙ майы менән майлап ыуырға керешә, үҙе әйтмешләй, һыуыҡ тейеп ҡаймылған йөрәгемде үҙ урынына ултырта. Һыйпамай, ышҡымай, ә устары менән ауырттырғансы ҡабырғаларыма һуға, йоҙроҡтары менән төйгөсләй, унан эҫе ташҡа мул ғына һыу һирпә лә эҫе миндек менән сабырға тотона. Йыуындырғас, хәлем бөтөп мунсанан сығам, иҫте юғалтыр хәлдә мендәргә ауам, унан үлән төнәтмәһе эсәм дә ҡаты йоҡоға талам. Иртәгәһенә яңынан тыуғандағы ише терелеп уянам, сәй эсәм дә йәнә һуғыш уйнарға ат һарайына йүгерәм.

Ниһайәт, ысын һуғыш баш­лан­ғас, фронтҡа тәүгеләрҙән булып беҙҙең ағайҙар китте. Ҡайһы бер малайҙарҙың революцияға тиклем тыуған һәм күптән ғәскәри хеҙмәттә булған атайҙары шулай уҡ берен­селәр рәтендә алынды. Торараҡ мәктәп алдында аҡ майкалар кейеп волейбол уйнағандарға ла сират етте. Улар араһында Ғәйшә әбей­ҙең берҙән-бер улы ла бар ине. (Ире юҡ, революциянан һуңғы йыл­дарҙа ауыр физик эштән, ярым ас тормоштан, етешһеҙлектән ирҙәр иртә үлә торғайны). Һуғышҡа китеү­селәрҙе оҙатҡанда Ғәйшә әбей: “Улар барыһы ла – минең балаларым. Иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын­дар, тип доғалар ҡылырмын”, – тип ҡала. Ә беҙ, ат һарайы герой­ҙары, китеүселәргә көнләшеп ҡа­райбыҙ, йәнәһе, ағайҙар тиҙҙән немец фашистарына ҡаршы һуғы­ша­саҡ, ысын винтовкаларҙан ата­саҡ, ә беҙ үҫеп өлгөрмәй ҡалабыҙ, сөнки һуғыш оҙаҡламай Ҡыҙыл Армияның еңеүе менән тамамла­насаҡ. Беренсе герман һуғышында ҡатнашҡан ҡарттар, етмәһә: “Беҙҙекеләргә ҡаршы һуғышырға немецҡа ҡайҙа инде ул, улар бит һуғыша белмәй. Буденныйҙың мыйығын күреү менән ҡасасаҡтар”, – тип йәнде үртәй.

Ә бит беҙгә лә, ат һарайы герой­ҙа­рына ла, эләкте дары еҫкәү. Дө­рөҫ, ул Сталинградтан һәм Курск дуғаһынан һуң булды. Ҡырҡ өсөнсө йылдың яҙында мине, ун һигеҙ йәшлек һалдатты, яңы ғына ат һарайының бесәнлегендә һуғыш уйыны уйнаған малайҙы, фин снайперы мушкаға алды. Әммә мин фин пуляһынан сосораҡ булып сыҡтым, алданым тегене. Ғөмүмән, бергә хеҙмәт иткән иптәштәремдең мәйеттәрен күргәнсе, ныҡлап беренсе ҡурҡыу тойғоһо кисергәнсе ысын һуғыш минең өсөн барыбер ҙә ҡыҙыҡ уйын булып күренә ине...

Беҙҙең аймаҡтан һуғышҡа етмеш ике ир-егет алынды, шуларҙың һигеҙе генә әйләнеп ҡайта алды. Улары ла сатан-сулаҡ булып, тә­нендә мина, снаряд ярсыҡтары, контузияланған мейе һәм һынған рух менән ҡайтты. Фәрүәз менән Тәлғәт аҡылдан яҙҙы, Ғабдулла эскелеккә бирелде, һөҙөмтәлә бауыр циррозынан үлеп ҡуйҙы, Шәф­ҡәт ниндәйҙер ағыулы шыйыҡса эсеп үлде, Бәлхиәне үпкәһендәге немец ярсығы һәләк итте. Колхоз­дың ат һарайы һәм һуғыш геройҙарынан бер Рәйес кенә етмеш биш йәшенә етә алды, ул да эселеп бөтмәгән араҡы шешәһен ҡосаҡлап йән бирҙе...

Мең туғыҙ йөҙ илле бишенсе йыл­да, һуғыш­тан һуңғы ауыр йыл­дарҙа, сит яҡтарҙа йәшәп, эшләп, иҫән-һау көйө ауылға ҡайтып төштөм. Минең былай ҡапыл пәйҙә булыуыма ауылда бер кем дә шатланманы. Әгәр атай-әсәйең көтмәй икән, һин – етемәк, бер кемгә лә кәрәгең юҡ. Ғәйшә әбейҙән шуны белдем: уның берҙән-бер улы Әхмәт хәбәрһеҙ юғалған. Хәбәрһеҙ юғалған ғына, һәләк булмаған бит. “Бәлки, ҡайтып та килер, бына һаман көтәм, доғалар уҡыйым. Ә һине һуғышта дошман тимеренән Аллаһы Тәғәлә аралаған. Ул һине юҡҡа ғына тере ҡалдырмаған, бел. Дөрөҫ, намыҫлы йәшә, ҙур кеше бул. Миңә лә шатлыҡ булыр. Һеҙ барығыҙ ҙа – минең балаларым. Имен тормош өсөн йәшәһен, тип ҡулыма алдым һәр сабыйҙы, ә балалар, ҡанлы һуғышҡа китеп, баштарын һалды...” Илле бишенсе йыл­да ҡайтыуымда Ғәйшә әбейҙе, етмеш йәште уҙһа ла, әллә ни ҡарт итеп күрмәнем. Унан һуң тағы биш йыл ҡайтырға насип булманы. Һуғыштан һуң ун йыл буйы тамам йонсоған, хәлһеҙләнгән, хәйерсе­лек­тән саҡ сыға, аслыҡтан саҡ ҡотола башлаған ауыл миңә аяғы­на саҡ баҫҡан ауырыу һымаҡ ҡы­йыуһыҙ ғына йылмайғандай күрен­де. Колхоздың ат һарайында һу­ғыш­тан һуң тыуған малайҙар һуғыш уйнамай, ғөмүмән, ауылда бала-саға бик аҙ ине.

Ғәйшә әбейҙе мин урамда, өйө тапҡырында, осраттым. Был юлы ныҡ ҡартай­ғайны, сүккән, бөкрәй­гән. Мине таныны ла һораны:

– Бына һин дә ҡайттың. Тегендә Әхмәтте осратманыңмы?

Мин уның зиһене лә ҡартай­ғанын аңланым.

– Юҡ, әбей, осратманым...

– Ә мин һаман үҙебеҙҙең аймаҡ малайҙарын көтәм. Хәбәрһеҙ юғалғандар ҡайта, тип һөйләйҙәр. Көтәм дә көтәм бына.

Әбейҙең аңы тамам буталды, алйыны, тинеләр ауылда. Иҫән­дәрҙе танымай, үлеләрҙе эҙләй икән. Аймаҡ буйлап йөрөй, берәй­һенең ҡапҡа төбөндә туҡтай, әммә кермәй, оҙаҡ итеп баҫып тик тора. Берәйһен тап итһә йәки өйҙән хужабикә сыҡһа, һорай: “Үзбәк ҡайтманымы әле?” Кешеләр быны аңлай һәм уйынсалап: “Юҡ, ҡайтманы әле”, – тип яуаплай.

Киләһе ҡайтҡанымда Ғәйшә әбей мәрхүмә ине инде. Бәләкәй өйөнөң тәҙрәләренә таҡта ҡағыл­ған, бағаналары ҡыйшайған асыҡ ҡапҡаһынан үлән баҫҡан таш­лан­дыҡ ихатаһы күренә.

Миңә, һуңғы йылдарҙа Ғәйшә әбей гел генә район үҙәгенә илтеү­се оло юлға сыҡты ла йөрөнө, тип һөйләнеләр. Һуғыш йылдарында гармун һыҡраныуына ҡушылып, ауыл егеттәре йырлай-йырлай ошо таш юлдан һуғышҡа киткәйне һәм күбеһе әйләнеп ҡайтмағайны. Көн­дөң ниндәй тороуына ҡарамаҫтан, кендек әбейе ошо юлға сыҡҡан да томанлы алыҫ офоҡтарға текәлеп торған. Үҙенең малайҙарын көтөп ала алмайынса, бына шулай гүргә ингән...

Әмир ӘМИНЕВ тәржемәһе.

Фото: bondik-kids.ru

Автор:
Читайте нас