“Һаҡ булығыҙ, ишектәр ябыла!”
Тәмәке төпсөгөн аяҡ аҫтына ырғытҡан ир заты, әлеге һүҙҙәрҙе генә көткәндәй, туҡталыштағы халыҡ янынан бәрелә-һуғыла эскә уҙҙы. Трамвай ҡуҙғалып китеүгә, күпмелер сайҡалып торҙо ла, тәҙрә янындағы буш урынға сүгәләне. Үҙе янына ҡарсыға кеүек осоп килеп еткән кондукторға асыуланып ҡараны, үҙ телендә тоҙлап-борослап, ете быуынын иҫкә алып һүгенгәндән һуң, кирелә төшөп, салбарының ике кеҫәһен әйләндереп күрһәтте:
– Извини, мамаша, нет у меня ни копейки.
– Эсергә тапҡанһың бит әле, билетҡа ла табырһың. Юҡ икән – йәйәү йөрө! Давай, давай, йә түлә, йә сығып ысҡын! – Кондуктор ҡатын, һинең ишеләр менән шулай ғына һөйләшеп була, тигәндәй, йөҙө менән ишеккә ымланы.
Ир заты шаҡтай эскән, шулай ҙа ул урамда аунап ятыусы иҫеректәр кеүек түгел – бөхтә итеп үтекләнгән салбары, ҡыҫҡа еңле йәшкелт күлдәге, салбар ҡайышына беркетелгән күн сумкаһы шул хаҡта һөйләй ине. Урта йәштәрҙә генә булһа ла, сәсе арыу уҡ салланған; араҡы шауҡымынан күҙҙәренең төҫө тамам шыйыҡланған, йөҙөнә тилеләрсә ҡиәфәт сыҡҡан. Бына ул, ҡашын емереп, әле булһа янында баҫып торған кондукторға күтәрелеп ҡараны, унан кинәт яралы айыу кеүек үкереп ебәрҙе:
– Күрә алмайым! Берегеҙҙе лә күрә алмайым! Ненавижу эту страну! Был дәүләт мине эшһеҙ, аҡсаһыҙ ҡалдырҙы, ненавижу! Ә бит башта нисек алданы, ә! Матур итеп һайрап, кредитҡа фатир бирҙе, машина бирҙе. Икенсе ҡулы менән эшемде тартып алды. Не-на-ви-жу, всех ненавижу! Рвачи, сволочи! Ниндәй ҙур илде талап бөтөрҙөгөҙ, аҙым һайын магазин асаһығыҙ, ә? Таш зиндандар төҙөйһөгөҙ, мәңге йәшәргә килгән һымаҡ ҡыланаһығыҙ… Ә мине араҡы эсертеп миңрәтмәксе булаһығыҙ, өндәшмәһен, тонсоҡһон тиһегеҙ. То-то, эсмәйем мин, бер тамсы ла эсмәйем. Эйе, бөгөн эстем, дуҫтар һыйланы, сөнки минең бер тин дә аҡсам ҡалманы – эштән ҡыҫҡарттылар. Насар эшсе булғанға түгел, шефҡа коттедж һалырға бармаған өсөн. Барманым, бармайым да. Минең эштән һуң үҙ өйөмдә, балаларым янында булғым килә. Ә ул мине таш өйөргә саҡыра, подонок. Лучше башты элмәккә тығам мин...
Кондуктор, ҡулын һелтәп, яңы пассажирҙар янына атланы.
Ир, йәмһеҙ тауыш менән аҡыра-аҡыра, ҡулдарын йоҙроҡлап, тубығын төйөргә кереште. Бына уның күҙ ҡарашы алда ултырған йәш ҡатындың яулығына төбәлде. Бер аҙҙан иҫерек ир күҙ асып йомған арала урынынан һикереп торҙо һәм ҡырағай йәнлек кеүек ҡатынға ташланды. Трамвайҙағы халыҡ ни ҙә булһа аңлап өлгөргәнсе, уның башынан яулығын һыпырып төшөрҙө һәм үҙен бар көсөнә елтерәтә, типкеләй башланы.
Ҡатындың сырылдап ҡысҡырыуын ирҙең ҡарлыҡҡан тауышы күмде:
– Һинең кеүек шахидкалар ғына минең башҡа етә алмаҫ! Нимә, мин ултырған трамвайҙы шартлатырғамы иҫәбең? Мә һиңә шуның өсөн, мә, мә… Эшһеҙ ҡалдырып, ағыу ашатып, хаҡ күтәреп тә үлтерә алмағас, шартлатып үлтермәксе булаһыңмы? Бөтһәк, барыбыҙ ҙа бергә бөтәбеҙ, беҙҙе бер кем дә ҡотҡара алмай! Һине яулыҡ та, Алла ла, Бог та ҡотҡармаясаҡ! Беҙҙе күреүсе, ишетеүсе юҡ! Мода күрһәтеп йөрөйһөң, мусульманка, имеш… Ненавижу, всех ненавижу!
– Нимә ҡарап тораһығыҙ, психбольной бит был әҙәм!
– Кондуктор!
– Үлтерәлә-ә-әр, күрә тороп кеше үлтерәләр!
Трамвай эсе ҡолаҡ тондорғос сыр-сыу, ҡысҡырыш менән тулды. Кемдер ишеккә һыйынды, кемдер ситкә тайпылды. Арттараҡ ултырған йәш-елкенсәк, айыу бейеткәнде ҡарағандай, ҡыҙыҡ итеп тамаша ҡылды; олораҡ ҡына ир, кинәт иҫенә төшкәндәй, ҡулына бөгәрләп тотҡан гәзитен йәйеп уҡырға кереште; кемдер, бик бирелеп, тәҙрә аша тышҡы донъяны күҙәтте…
Көтөлмәгән хәлдән юғалып ҡалған ҡатын сараһыҙҙан битен ҡаплаған ине. Көслө йоҙроҡтар әле эсенә, әле күкрәктәренә төшә башлағас, кинәт йөҙөн асты ла янындағы әҙәмгә ҡараны. Киҙәнергә күтәрелгән ҡул һауала аҫылынып ҡалды. Ҙур булып асылған күҙҙәр, ул күҙҙәрҙә сағылған тетрәнеү һәм ҡурҡыу, һиҙелер-һиҙелмәҫ дерелдәгән ирендәрҙәге доға һүҙе ирҙе айнытып ебәргәндәй булды. Ул бысраҡ иҙәнгә теҙләнеп, ҡатындың оҙон итәгенә йәбешә-йәбешә ғәфү үтенергә тотондо:
– Прости, ради Бога, прости… О Бог, прости грешного…
“Йә Раббым, Һинән башҡа бер кем ярҙамсы түгел...” Ярылып ҡанаған ирендәре доға итеп әлеге һүҙҙәрҙе ҡабатлаған ҡатында үҙ алдына йылмайырлыҡ көс табылды: әле генә “бер кем дә ҡотҡара алмай, беҙҙе ишетеүсе юҡ” тип лаф орған әҙәм үҙе лә Аллаһтан ярлыҡау һорай ине.
* * *
“Беҙҙе күреүсе, ишетеүсе юҡ”. Үҙ туҡталышына еткәнсе үк трамвайҙан төшөп ҡалған Мәҙинә, йәйәү атлаған ыңғайға шул һүҙҙәрҙе ҡабат-ҡабат иҫкә алып, аҙымын ҡыҙыулатты. Мөмкин тиклем тиҙерәк өйөнә ҡайтып еткеһе, бысраҡ ҡулдар ҡағылған яулығын, күлдәген сисеп, тап-таҙа һыуҙа сайҡағыһы, ғөмүмән, шау-шыулы урам тормошонан бер аҙға булһа ла ҡотолғоһо килде уның. Битарафлыҡ, өмөтһөҙлөк, аҡылһыҙлыҡ солғап алған был урындан дүрт диуар араһына ҡасып ҡына ҡотолоп булмаҫлығын бик яҡшы аңлаһа ла, ҡатын ниндәйҙер ныҡышмаллыҡ менән йүгерә үк башланы. Ғәжәп, ул тән ауыртыуын тоймай ине. “Беҙҙе Күреүсе һәм Ишетеүсе бар”. Күңелендәге ошо уй йәненә лә, тәненә лә бер ни тиклем еңеллек биргәндәй булды.
Дүртенсе ҡатҡа күтәрелеп, фатир тупһаһын аша атлап ингәс кенә аяҡтарының хәле бөттө, көс-хәл менән йоҡо бүлмәһенә үтте. Ҙур көҙгөлә ҡиәфәтен күргәс, Мәҙинә, ҡыбырларға ла ҡурҡҡандай, оҙаҡ ҡына үҙенә ҡарап торҙо. Ҡатындың ап-аҡ яулығында бысраҡ бармаҡ эҙҙәре ярылып ята, зәңгәрһыу оҙон күлдәгенең иҙеү төймәһе ебендә генә аҫылынып ҡалған, ең осоноң селтәре умырылып төшкән. Сикә буйы күгәреп сығырға ла өлгөргән, ирененең бер мөйөшөнә ҡан уҡмашып ҡатҡан, һул иңбашы үлтереп һыҙлай… Ярай әле Шамил эштән ҡайтып өлгөрмәгән, ҡатынын был ҡиәфәттә күрһә, йөрәге ярылыр ине. Мәҙинә, ғәҙәтенсә көлөмһөрәп, яулығын тағатып төшөрҙө, соңҡа тирәһенә йыйып ҡуйған сәсенән биҙәкле ҡаптырманы ысҡындырҙы. Ҡоңғорт сәстәре тулҡын-тулҡын булып иңбашына таралды. Ул шкафты асып, ҙур таҫтамалын, намаҙ уҡығанда кейә торған киң күлдәген үрелеп алды, унан ванна бүлмәһенә йүнәлде. Камилы мәктәптән ҡайтып ингәнсе рәхәтләнеп йыуынырға, донъя ваҡлыҡтарынан арынып торорға, намаҙ уҡып алырға ине иҫәбе.
Әйҙә, аҡты ҡаранан айырмаған бәндәләр уның кеүектәрҙе мода күрһәтеп йөрөй тип уйлаһын. Беҙҙе ишетеүсе юҡ, тип күҙ йәшен түккәндә ҡотолоу сараһы итеп шешәгә үрелһен. Кемдәрҙер шуны ғына көтә лә инде. Мейеһе шыйыҡланған, өмөтөн юйғандар менән идара итеү күпкә ҡулай ҙа баһа. “Һаҡ булығыҙ!” Аһ, шул һүҙҙәрҙе һәр кемдең ҡолағына берәм-һәрәм ҡабатлап сығаһыңмы ни… Күңеленә иман нуры ингән кеше генә аҡылдан шашҡан был донъя ҡаршыһында теҙ сүкмәйәсәк, үҙ аҡылын юймаясаҡ. Мәҙинә быны ҡот осҡос һынау алдында ҡалғанда аңлаған ине...
* * *
Алмағастар сәскә атҡан мәл. Мәҙинә урамдағы гүзәллеккә, хуш еҫкә хозурланып йөрөгәндән һуң, ял итергә уйлап, өй ҡаршыһындағы артлы эскәмйәгә килеп ултырҙы. Тирә-яҡтың матурлығына һоҡланыуын белдергәндәй, йөрәк түрендәге сабыйы ла ҡуҙғалып ҡуйҙы. Рәхәт итеп тағы, тағы ҡуҙғалды. Мәҙинә, ике усын эсенә ҡуйып, улының үксәһен эҙләп маташты, яҙ ҡояшының иҫерткес йылыһы аҫтында иҙерәп, күҙҙәрен йомдо. Янына ниндәйҙер йәмһеҙ заттың килеп баҫыуын күрмәгән дә икән – шул мәлдә ҡурҡып уянып китте. Эскәмйәнең бер башында ҡап-ҡара йөнтәҫ һәм ҡот осҡос нәмә баҫып тора ине. Ҡатын сырылдап ҡысҡырырға теләне – ауыҙынан бер өн дә сыҡманы. Теге ҡотһоҙ иһә, ни яҡын килмәй, ни йыраҡлашмай – үсекләгән шикелле башын ҡырын һалып тик тора.
– Кем һин? – Мәҙинә, бар көсөн йыйып, бер ситкәрәк шыуышты.
– Әжәл мин. Июнь айында берегеҙҙе алып китергә тейешмен. – Буш мискә эсенән сыҡҡандай ҡалын тауыш урамды яңғыратты.
Июнь айында? Мәҙинә, ҡото осоп, йәнә эскәмйә мөйөшөнә шыуышты.
– Ниңә, ни өсөн, ниңә һуң? – Ҡатындың ялбарыулы тауышынан ҡурҡыпмы, ҡарындағы бала һелкенеп алды.
– Һин киҫәткәнде тыңламаның!
Шулай тине лә ҡара нәмә тауышһыҙ ғына артҡа сигенә башланы.
– Зинһар өсөн, минең яҡындарыма ҡағылма! Үҙемде алып китһәң кит, яҡындарыма ҡағылма, ишетәһеңме? – Мәҙинәнең үҙәк өҙгөс тауышы, алмағастарға бәрелеп, ҡайтауаз булып яңғыраны...
– Һаташаһың буғай, уян әле.
Мәҙинә Шамил өндәшкәнгә тертләне, күҙен асты. Башта үҙенең ҡайҙалығын аңламай торҙо, ҡурҡынған ҡарашы менән алмағастарҙы, артлы эскәмйәне эҙләне. Йоҡо бүлмәһендә, киң карауатта ире эргәһендә ятҡанын төшөнгәс кенә бер аҙ еңел һулап ҡуйҙы. Ҡарынындағы балаһы ғына һаман тибенеп тынғыһыҙлана ине.
Йоҡоһо ҡасҡанын аңлап, Мәҙинә әкрен генә тороп ултырҙы, аяҡ остарына ғына баҫып, тәҙрә буйына килде. Йоҡа ҡорғандар аша таң яҡтыһы һарҡылып ингән ине, йәш ҡатын, йәнен айҡаған төштө оноторға, уйҙарынан ҡыуырға теләп, ҡорғанды ситкәрәк этәрҙе лә урамға күҙ ташланы. Шул мәлдә үк ҡото осоп, аһылдап, артҡа тайпылды. Аҫта, өй ҡаршыһындағы тротуар янында рәт-рәт теҙелгән алмағастар шаулап сәскә атҡан, артлы эскәмйәнең бер башында иһә ҡап-ҡара нәмә шәйләнә ине.
– Йоҡоң йоҡо булманы, әй. – Шамил да тороп ултырған икән. – Нимә булды тим, Мәҙинә? Әллә ауырыйһыңмы?
– Унда… Унда… – Мәҙинәнең һөйләм төҙөп әйтерлек тә хәле юҡ ине, ул ҡулы менән тәҙрәгә ымланы.
Бесәй етеҙлеге менән һикереп торған ире тәҙрәгә ташланды, ашыға-ҡабалана урамға күҙ һалды. Аптырарлыҡ, ҡурҡырлык нәмә күрмәгәс, һораулы ҡарашын ҡатынына төбәне. Әҙме-күпме тыныслана төшһә лә, Мәҙинә урынынан ҡымшанманы.
– Эскәмйә буйында… – тип кенә әйтә алды.
Шамил, иңбаштарын йыйырып ҡуйҙы ла, аптыраттың инде, тигән ҡиәфәт менән йәнә тәҙрәгә боролдо. Унан йөҙөн балҡытып йылмайҙы ла:
– Машинаны алып киткәндәрме әллә, тип торам… Сүп пакетынан ҡурҡтыңмы ни? – тип Мәҙинәһен ҡосаҡлап алды.
– Сүп пакеты? – Мәҙинә, батырлығын йыйып, иренең иңбашы аша тәҙрәгә үрелде. Эскәмйәнең бер мөйөшөндә, ысынлап та, ҡап-ҡара сүп пакеты тора ине. Йыйыштырыусылар әле алып китергә өлгөрмәгән, күрәһең…
Шулай ҙа күргән төшө, уның өн менән буталыуы Мәҙинәнең йәненә тынғылыҡ бирмәне. Көн буйы иҫенә төшөп яфаланы, оноторға теләп тә онотолмаҫ булып, ҡара зат күҙ алдына килеп йөҙәтте.
* * *
Июнь айының һуңғы көндәре. Донъялағы иң тәмле еҫтәрҙе үҙенә йыйған бала, ирендәрен супылдатып имгән еренән, мамыҡ кеүек йомшаҡ сәсен әсәһенең күкрәгенә терәп, иҙрәп йоҡоға талды. Мәҙинә уның бәләкәс танауын, күбәләк ҡанат елпегәндәй дерелдәп алған оҙон керпектәрен, маңлайына бәреп сыҡҡан ике-өс бөртөк тир тамсыһын рәхәтләнеп, тәмләп күҙәтеп ята торғас, үҙенең дә йоҡомһорап китеүен һиҙмәй ҙә ҡалған.
Татлы өн ҡот осҡос төш менән алмашынды. Сабыйын имеҙеп ятҡан Мәҙинә, ишек буйында ҡап-ҡара нәмәне күреп, диуарға һыйынды. Таныны ул уны – бер көн генә төшөндә ҡурҡытҡан, “мин – әжәл” тип ҡотон алған нәмә ине. Ҡатын, ҡулындағы бәләкәй йомғаҡты ҡалтыранған кәүҙәһенә нығыраҡ ҡыҫып, һаман, һаман диуарға һыйынды; теге ҡотһоҙ барыбер яҡынлашты. Мәҙинә, ни эшләргә белмәгәнлектән, бисара ҡиәфәттә арлы-бирле ҡаранды, ишектән инеп килгән аҡ халатлы табиптарҙы күргәс кенә еңел һулап ҡуйҙы. Тик улар, әле балаға, әле ҡара нәмәгә ҡарап, “беҙ ярҙам итә алмайбыҙ” тип әкрен генә баш сайҡанылар. Шул миҙгелдә Мәҙинәнең күҙендәге өмөт нәфрәт уты менән алмашынды, ул, үҙендә ниндәйҙер көс тойоп, сабыйын күкрәгенә ҡыҫты. “Балам, мин һине үҙем генә ҡотҡара алам икән”, – тип бышылдап, сабыйының йөҙөнә эйелде. Ул да булманы, теге ҡарасҡы балаға килеп йәбеште, сәйер йылмайып, уны ике ҡуллап үҙенә тарта башланы. Шыбыр тиргә батҡан Мәҙинә, баланың ипләп кенә күкрәгенән айырыла барыуын һиҙеп, ҡурҡып уянып китте. Имеҙеү ваҡыты үткән, аҡ кейемле шәфҡәт туташы ингән, баланы әкрен генә ҡулына алып маташа икән.
– Уятырға ҡыҙғандым үҙегеҙҙе, тәмләп йоҡлай инегеҙ, – тине ул, Мәҙинәнең һүҙһеҙ һорауына яуап итеп.
Әле булһа төшөнән арынып бөтә алмаған ҡатын киҫкен хәрәкәт менән баланы үҙенә тартты:
– Юҡ! Юҡ!
– Тынысланығыҙ, өс сәғәттән һуң алып килербеҙ, тағы имеҙерһегеҙ. Ә хәҙергә барыбыҙға ла йоҡларға кәрәк. Шулай бит, бәләкәс? – Шәфҡәт туташы, яғымлы итеп һөйләшә-һөйләшә, палаталағы сабыйҙарҙы арбаға теҙеп ятҡырҙы ла, тыныс төн теләп, сығып китте.
“Тәмләп йоҡлай инегеҙ”, тинеме?.. Бер-береһен ҡабатлаған ниндәй ҡурҡыныс төштәр булды һуң был? Нимә бимазалай, нәмә тылҡый һуң әле йәнде?
Мәҙинә, тынысланырға теләп, әкрен генә коридорға сыҡты. Унда төнгө уттар ғына ҡалған, постағы шәфҡәт туташы ла ҡайҙалыр инеп юғалған; дауахананың һиҙрәп бөткән төнгө күлдәген кейгән ҡатындар берәм-һәрәм сығып, арлы-бирле йөрөп алалар ҙа, тәҙрә аша төнгө урамға күҙ ташлап, бер аҙ баҫып торғас, һалмаҡ ҡына атлап, йәнә палатаға инеп китәләр. Мәҙинә тәҙрә янында байтаҡ баҫып торҙо, ҡарашы билдәһеҙлеккә төбәлгән, уйҙары күргән төшө тирәһендә генә бөтөрөлә ине…
Иртәнге ығы-зығынан һуң сабыйҙарҙы имеҙергә таратып сыҡтылар. Мәҙинәгә генә балаһын килтереүсе булманы. Шәфҡәт туташы: “Табип рөхсәт итмәне, үҙе аңлатыр”, – тине лә ҡыҙыу-ҡыҙыу атлап сығып китте. Йөрәге табанына йүгергән Мәҙинә уның артынан уҡ ишеккә ташланды, ҡаршы инеп килгән табипты күргәс, иҫәнләшергә лә онотоп:
– Ни эшләп баламды бирмәйһегеҙ, ни булды? – тип өҙгөләнеп һорарға ашыҡты.
– Әйҙәгеҙ, тыныс булырға тырышайыҡ әле, Йосопова. Уны һеҙгә имеҙергә лә бирергә тейеш түгелдәр ине, нимә ҡарағандарҙыр… Ҡан группағыҙ ҙа тура килмәй. Тураһын әйтәм – балағыҙ ауырыу. – Табип таҙа кәүҙәле, ҡара күҙлек кейгән олораҡ мәрйә ине. Ул, ике ҡулын халат кеҫәһенә тығып, түргәрәк үтте, Мәҙинәгә карауатҡа ултырырға ымланы. – Күп тигәндә бер ай йәшәйәсәк. Бындай осраҡта медицина көсһөҙ… Һеҙҙең өсөн отказ яҙып сығып китеү яҡшыраҡ булыр. Бында уны һуңғы көнөнә тиклем тәрбиәләрҙәр. Һеҙ иһә үҙегеҙҙе тәртипкә килтерегеҙ, ике йылһыҙ балаға уҙмай тороғоҙ. Барыһы ла үтер…
– Юҡ! Юҡ! – Мәҙинә нәҡ кисәгеләй үрһәләнеп ҡысҡырып ебәрҙе. Бына ул, бына ул төштәрҙең ысынбарлыҡ менән үрелеүе!..
“Һин киҫәткәнде тыңламаның!” Кем, ҡасан, нимә тип киҫәтте һуң уны? Нимәне тыңламаны, нимәне дөрөҫ эшләмәне Мәҙинә? Шул тиклем бәләкәй, шул тиклем гонаһһыҙ, шул тиклем көтөп алынған сабыйға ни өсөн әжәл ҡул һуҙмаҡсы була? Төштә күргән ҡара, йөнтәҫ заттың “мин – әжәл” тип ҡурҡытыуы йәнә ҡолаҡ төбөндә яңғырағандай булды, Мәҙинә, аңын юғалтып, иҙәнгә шыуып төштө.
“Һин киҫәткәнде тыңламаның! Тыңламаның… маның… ның…” Гүйә даң-доң килеп, сүкеш менән ике сикәгә ике яҡтан һуғалар ине. Кәүҙәнең бөтә күҙәнәге һулҡылдай, аяҡтар ғына ойоп, һелкенмәҫлек булып ҡатҡан кеүек. Мәҙинә көс-хәлгә керпектәрен күтәрергә маташҡайны, күҙ ҡабағының ауырлығынан йәнә ҡараңғылыҡҡа сумды. Бер аҙҙан һыҙыҡ ҡына булып асылған керпектәр араһынан ниндәйҙер яҡтылыҡ үтеп инде. Ҡатын үҙен уратып алған аҡ халатлы кешеләрҙе абайланы, ҡарашына уларҙан ситтәрәк баҫып торған, оҙон аҡ күлдәк кейгән ниндәйҙер бабай салынып үтте. Уның йөҙө, ҡыҙғаныулы ла, шелтәле лә, һынаулы ла ҡарашы шул тиклем таныш ине, тик, күпме генә тырышһа ла, Мәҙинә уны ҡайҙа, ҡасан күргәнлеген иҫенә төшөрә алманы. Бабай ниҙер әйтергә теләп ирендәрен ҡыймылдата ине, ҡатын, уны яҡшылабыраҡ ишетергә теләп, башын ҡалҡытты, күҙҙәрен ҙур итеп асты.
– Уф, аңына килде! – Янында баҫып торған табип ҡул һырты менән маңлайын һөртөп алды, шәфҡәт туташына нимәлер эшләргә ҡушып, бүлмәнән сығып китте.
– Ҡурҡыттығыҙ бит! Йөрәгегеҙ бигерәк насар икән! Хәҙер беҙ әйткәнде генә тыңлағыҙ, зинһар…
Мәҙинә, йөҙөнә табан эйелгән аҡ яулыҡлы ҡыҙҙың иңбашы аша үрелеп, баяғы бабайҙы яҡшылабыраҡ күрергә теләне. Тик унда бер кем дә юҡ ине. “Беҙ әйткәнде генә тыңлағыҙ, зинһар...” Яғымлы йылмайған ҡыҙҙың һүҙенә ҡайҙандыр йыраҡтан шул бабайҙың тауышы ҡушылғандай булды: “Ҡыҙым, әйткәнде тыңла, зинһар...”
Айгөл ӘХМӘТҒӘЛИЕВА.
Фото: arnfoto.ru