+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
12 Март , 17:00

БАЛ, ТИП ҮРЕЛГӘНЕМ... Таңсулпан ҒАРИПОВА

(Хикәйә) Нур менән ҡар ҡушылыуҙан ҡыҙыл ялҡын булып күҙҙе ҡамаштырған оҙон юлды күҙәтәм. Тигеҙ юлда яңғыҙ сана табаны аҫтында тынлыҡ боҙоп ҡар шығырлай, был юлдың да, сана менән ҡар сығарған был көйҙөң дә иге-сиге булмаҫ кеүек...Эргәмдә толопҡа уранған әсәйем йоҡомһорап килә, ә, бәлки, йоҡламайҙыр ҙа, ошо ялан юлылай икһеҙ-сикһеҙ уйҙарына тарығандыр. Ә бына толоп салғыйҙары менән ҡар һепереп, әлдән-әле янтайған сананы ауыуҙан ҡурсып, зәңгәрһыу йәшкелт күҙҙәрен генә ҡалдырып, һаҡал-мыйығына ҡылау һырытып атлаған баһадир кәүҙәле ир — минең атайым ул.

БАЛ, ТИП ҮРЕЛГӘНЕМ... Таңсулпан ҒАРИПОВА
БАЛ, ТИП ҮРЕЛГӘНЕМ... Таңсулпан ҒАРИПОВА

Сананан артта ҡалып, тағы берәү юлға буран һалған көрт менән алыша — уныһы беҙҙең ут күрше Бибинур апай. Ҡат-ҡат япмалы (әберкәле) күлдәк кейгән, күк фуфайка өҫтөнән һуғылған аҡ мамыҡ шәл ябынған, ирҙәрсә киң аҙымлап, баҙыҡ баҫып атлаған, беҙгә туған тейеш ошо апайҙы кеше илай белмәй икән тип һөйләй. Шуныһы ла ысындыр: беренә-бере етә үҫеп килгән өс ҡыҙлы был өйгә мин дә инеп йөрөйөм. Ингәнемдә лә, тышта йөрөгәнемдә лә мин уның тик шаярғанын ишетәм, хатта эштән ҡайтҡанында ла ул әҙәмсә атлап түгел, һөрән һалып һайтылдап таҡмаҡ әйтеп, бейеп ҡайтып инә. Әйткәндәй, уның ирен һуғышта үлгән, үҙен өс бала менән егерме дүрт йәшендә тол ҡалған, тиҙәр. Бибинур апай үҙе: “Балаларҙың атаһы һау, ҡайтасаҡ!” — ти. Көтә. Ҡыҙҙарын да көттөрә. Хатта ҡышҡылыҡҡа һуйған ҡаҙҙарын да ашап бөтмәйҙәр, йәйгә ҡалдыралар. “Быныһын атай ҡайтҡас, бергәләп ашарбыҙ”, — тиҙәр. Бына шул Бибинур апай китеп бара беҙҙең менән. Ҡайҙа тиһегеҙме? Ҡунаҡҡа! Етмәһә, ни етте ауылға түгел, Сибайҙың үҙенә! Шуныһы ла мәғлүм булһын: саҡырылып. Саҡырыу хатын уҡығандарын үҙем тыңлап торҙом. Әсәйемдең бер туған һеңлеһе саҡырып яҙған, көнөн, сәғәтен күрһәткән. Унда хатта Бибинур апайға сәләм яҙылған ине, атайым ниңәлер был сәләмде уға икенсе төрлөрәк итеп еткерҙе:
— Йыйын, ҡарындаш, Сибайға саҡырғандар. Әйҙә, эсеңде бушатып йөрөп ҡайт.
Бибинур апай үҙе лә: “Ысын саҡырғандармы? Мине ләме?” — тип төбәшеп торманы, иҙән таҡтаһын һындыра яҙғансы тыпырлап бер бейене лә ҡойон шикелле өйөрөлөп сығып та китте. Миңә иһә Бибинур апайҙың талымланып тормай ҡунаҡҡа барырға риза булыуына ҡарағанда, атайымдың “эсеңде бушатып” тигәне ирмәк тойолдо: ҡунаҡҡа кеше, киреһенсә, эс тултырырға бара түгелме?! Бына әле лә иртән иртүк йөрәкһеп кенә ҡапҡылаған ризыҡтан эсем өҙөлөп кенә килә, алда һыйланасаҡ танһыҡ ҡала һыйы күҙ алдыма килеп күңелде йылытмаһа, тын юлда яңғыҙ ат менән илле саҡрымды үтеү ауырға тура килер ине ул...
Ҡалаға килеп еткәнде лә, өйгә нисек ингәнде лә белмәйем — йоҡланылған. Уянып киткәнемдә, мәжлес ҡыҙған ине. Ҡыҙған тип шуға әйтәм: йыр-бейеү тауышынан стеналар шыңғырап тора ине.
Ҡунаҡ-төшөм ваҡытында балалар иғтибарҙан ситтә ҡалыусан. Шуға күрә лә үҙ йүнемде үҙем күреп, тамаҡ ялғап алыу ниәте менән, табын янынан ҡыуылып китеүҙән ҡурҡып ҡына, әсәйем ултырған ергә яҡынланым.
Ауыл ҡунағындағы шикелле ҡоштабаҡ-ҡоштабаҡ ит бүҫелеп ултырмаһа ла, йыуаса-бауырһаҡ ише нәмә өҫтәлдә сәселеп ятмаһа ла, һый тигәнең байтаҡ ине бында. Минең күҙ төшөрлөк ашамлыҡтар ҙа хәтһеҙ күренә: перәниге, кәнфите, күпереп торған аҡ ҡаластары бар. Бәләкәй генә быяла һауыттарға һарғылт-һорғолт шыйыҡсалар һалынған, павидламы, үәринйәме тигәндәре микән? Улай ҡупшы ғына һауытта ятырлыҡ булғас, берәй бик тәмле нәмәләрҙер.
Әсәйем миңә бер һыныҡ икмәк алып бирҙе, үҙенең сынаяҡ аҫтына сәй ҡойҙо, шунан һуң минең турала, әйтерһең, бөтөнләй онотто. Сынаяҡ аҫтындағы сәй менән бер һыныҡ икмәк оҙаҡҡа барманы, шулай ҙа, күңел көрәйә төшөп, өҫтәл тирәләй (ҡала мәжлесе өҫтәл тирәләй ҡорола икән) ултырғандарға күҙ ташларлыҡ хәлгә килдем.
Бында ирҙәр менән ҡатындар айырым-айырым ултырышмаған, Бибинур апай әйтмешләй, пупалам урынлашҡандар. Минең атай — тирә-яҡта дан тотҡан йырсы. Ул әле “Урал”ын, “Түрәкәй’ен, “Сибай”ын ҡалдырмай һыҙҙыра ғына! Йырҙы бейеү алыштыра. Ирҙәр әлдән-әле: “Ҡоҙаса бейеһен әле! Алыҫтан килгән ҡоҙаса бейеһен!“ — тип ҡысҡыралар. Алыҫтан килгән ҡоҙаса — Бибинур апай — инде ултырҙым, сәйгә йомолдом тигәндә кире төшә бейергә. Бейеп китә, таҡмағын ҡойоп китә:

Ҡоҙалар, ҡоҙасалар!
Һеҙҙә нисек, беҙҙә шулай
Бейеп күңел асалар!
Һи-и! Ҡи-йыу!..
Тра-та-та-та, тигән саҡта,
Тырһылдата ғына баҫ!
Эйе-эйе, тигән саҡта,
Эйелдерә генә баҫ!

Килештерә! Өҙә баҫа. Әйтерһең дә, бөгөн бата-сума, йәйәүләп илле саҡрым юл үтмәгән, ә кейенеп-яһанып, уҡалы камзулдар, селтәр-ҡашмауҙар һалынып ошо мәжлестә бейер өсөн генә күктән килеп төшкән. “Алыҫтан килгәндәр бына шулай ул!” — тигән маһайыулы ҡарашымды алда ултырған йыуан-йыуан ҡоҙасаларға төбәп-төбәп алам, ләкин улар быны һиҙмәмешкә һалыша, Бибинур апай бейергә төшһә, бер-береһенең ҡабырғаһына төртөшөп, ирендәрен бүлтәйтешеп, шыҡырая ла китәләрсе?! Ә был ҡоҙасаларҙың ирҙәре, тәҡәттәре ҡороп, бейеүсене маҡтай:
— Хоҙай бирһә, бирә бит!
— Әйтерлек тә түгел, шәпте ҡоҙаса!
— Ел-де-е!..
Атайымды ҡарындашының оҫталығы ҡыуандырһа ла, сәй эсә алмай аңҡап йөрөүе оҡшаманы, шикелле:
— Сәй эсеп алһын әле! Эҫе итеп кенә сәй яһап килтерегеҙ Бибинурға!
Бибинур апай ултырғысҡа ултырыуға бөтә ир затының иғтибары тағы уға төбәлде.
— Бынау һимеҙ бауырһаҡ һиңә ҡарап ята, ҡоҙаса!
— Мампасиҙы алдыңа ҡуяйым әле!
— Ҡоҙасаға үәринйәне үҙ ҡулым менән ҡаптырайым!
Уф! Ҡара янды бит ҡоҙасалар. Ирҙәренең йомартлығын, ҡунаҡсыллығын былар ниңә хупламай икән? Үҙ сиратымда мин дә Бибинур апайҙы, форсат сыҡҡанда, маҡтап ҡалырға булдым һәм теге йыуан ҡоҙасалар ғына ишетерлек итеп:
— Ә ул илай белмәй, — тип хәбәр һалдым. Үҙемә ҡалһа, кеше өлөшөнә төшкән иң ҙур мәртәбә шул иламауҙыр тип һанайым мин. Үҙемдең бит ике күҙ ҙә баштың иң һыулы урынына уйылған. Ҡоҙасаларҙың береһе минең һүҙгә иғтибар итте:
— Кемде илай белмәй тиһең, аҡыллым?
— Бибинур апайҙы әйтәм: уның иламағанын ауылда бөтә кеше белә!
Һүҙгә инде икенсе йыуаны ла ҡушылды:
— Шулай уҡ бер ҙә иламай тиме, үҫкәнем?
— Бер ҙә! Анттыр!..
Был ҡоҙасалар минең менән шулай шыпырт ҡына һөйләштеләр ҙә йәнә шымтайҙылар. Ә ирҙәренең күҙе — Бибинур апайҙа!
— Ҡоҙасама павидланы яҡынайтайым әле!
Ирекәй йоҡа ғына быяла һауытҡа һалынған көрән шыйыҡсаны уның алдына эткән арала, миңә “үҫкәнем” тип өндәшкән ҡоҙаса баяғы бәрәкәтле һауытҡа һалынған һарғылт шыйыҡсаны Бибинур апайҙың алдына ҡуйҙы һәм беренсе тапҡыр алсаҡланып:
— Тәмләп эсер инең, ҡоҙаса, баллап, — тине. Уға икенсеһе ҡушылды:
— Эйе лә баһаң! Ҡапҡылап эсер инең, ҡалағың юҡмы әллә?
— Бар-бар! — Ҡыҫтатырға яратмаған Бибинур апай баяғы кескәй һауыттағы шыйыҡсаны ҡалаҡ тултырып алып ауыҙына оҙатты. Был саҡта ирҙәр уны шаулап ҡыҫтауын белде, теге ике ҡоҙаса тантаналы рәүештә бейеүсегә ҡараны. Һағайҙылар. Бибинур апайҙың күҙҙәрендә йәш тулышты ла сөбөрләп бите буйлап ағып китте.
— Аһ-аһ! Ниңә илайһың, ҡоҙаса?!
Мәжлес тынды. Бибинур апай йәш ҡатыш сәйен һемерҙе лә атайыма ҡараны:
— Илайым шул. Бер бейеүем бейелмәй ҡалған — шуны йәлләп илайым!
— Ниндәй бейеү?! — Атайым урынынан ырғып торҙо.
— Нурфаизә!
Һәм китте Бибинур апай тыпырлап. Болоттай урғылды, ҡойондай өйөрөлдө, тәрән күлдәй ойоно...
Таҡмағы ла бит әле ниндәй:

Үлгән кеше тороп бейей
Нурфаизә көйөнә!

Ҡунаҡлап ятыу бөтөп, ҡайтыр яҡҡа йылдам юртҡан ат санаһында килгәндә, мин тағы бер һөйләшеүҙең шаһиты булдым:
— Ағай. — Бибинур апай йоҡомһорап килгән әсәйем ишетмәҫлек итеп кенә өндәшә. — Теге... бәләкәй һауыттағы һары нәмә ни булды ул?
— Ниңә?..
— Миңә теге йыуан бисәләр шуны ҡаптырҙы бит...
— Һа! Горчица ла ул!
— Горчица?!
— Молодец, кире төкөрмәнең!
— Төкөрмәү менәнме?! — Бибинур апай быны бик әсенеп әйтте, күрәһең, иламай йәшәп-йәшәп бөтә кеше алдында, етмәһә, табында, күҙ йәше күрһәтеүенә ҡаты ғәрләнә ине.
...Бал, тип үрелгәнем ыу булған саҡтарҙа һине хәтерләйем, Бибинур апай. Күҙ йәштәремде тыйыу ҡөҙрәтемдән килмәһә, үлгән кешене тергеҙерҙәй таҡмаҡҡа — тормош таҡмағына — бейергә төшәм.

https://shonkar.com/articles/-bi-t/2023-02-01/bal-tip-relg-nem-hik-y-ta-sulpan-aripova-3126986

 

 

Автор:
Читайте нас: