+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
18 Март , 21:00

ҺАҒЫҘАҠ

Өй алдында баҡсаһы,Баҡсаһында мунсаһы.Шул мунсаға һыу ташыйНескә билле Нисаһы...  Гөлниса, үҙ алдына көйләй-йырлай биҙрәләренә һыу тултырҙы. Ире эштән ҡайтҡансы, мунсаны ла, киске ашты ла өлгөртөргә кәрәк, юғиһә көтөү ҡайтырға ла ваҡыт еткән. Ул, бер үҙе ҡалғанда, бына ошо йырҙы көйләгән була. Йыр тип, йыр ҙа түгел инде ул, ә йомаҡ. Эйе-эйе, йомаҡ. Әле өйләнешмәҫ элек ире Мансур ҡойғайны уны. “Яуабын тап,”- тип аптыратҡаны иҫендә ҡалған.

ҺАҒЫҘАҠ
ҺАҒЫҘАҠ

“Әллә. Ниса булғас, мин инде”, - тигән булды Гөлниса. Мансур ихлас көлөп ебәрҙе лә: “Бал ҡорто була, мунса тигәне умарта”, - тип аңлата башланы. Һы, йомаҡ булмай, әллә нимә булһын, әммә Гөлнисаға был һамаҡ оҡшап ҡалды, гел шуны берәй көйгә һалып йырлап йөрөр булып китте. Ә Мансур уны шаяртып:”Бал ҡортом”,- тип йөрөтә башланы. Ауыл кешеһе ул яҡҡа бик сос бит инде, ишетһә, лаҡапҡа әйләндереп тә өлгөрә. Гөлнисаны ла хәҙер үҙ исеме менән түгел, ә “Ҡортоҡай” тип кенә йөрөтәләр. Әллә, бер ҙә иҫе китмәнесе Ҡортоҡайҙың быға: бал ҡорто насар йән эйәһе түгел әле. Егәрле лә, матур ҙа, файҙалы ла бөжәк! Гөлниса бит үҙе лә эшкә шәп, иренә ярай, улын ҡарай, донъяһы гөл кеүек, бешергән аштары ашап туйғыһыҙ. Ире тапҡанды әрәм-шәрәм итмәй, кәрәк-яраҡҡа ла бик тотоноп бармай, ә һаҡлыҡ кассаһына һалып бара. Ул аҡсаның килеп ингәнен, ә кешенең тиҙерәк сығып киткәнен ярата. Үҙе лә иш янына ҡуш булһын тип тырыша: 3 һыйыр тота, уның ағын эшкәртеп, аҙнаға бер тапҡыр район үҙәгенә баҙарға алып барып һата. Йәй буйы еләк-емеш менән сауҙа итеүҙән дә байтаҡ аҡса йыйыла, көҙгә ҡарай тауыҡ, өйрәк, ҡаҙҙары өлгөрә. Ул хәтлем итте өс кешенән торған ғаилә ашап бөтөрәме инде? Аҡсаға әйләнә күбеһе. Бер башмағы үҙҙәренә ҡалһа, ҡалған икәүһе ит баҙарына юл ала. Өҫтәүенә феләк-феләк балын һата әле ул.

 Йәштән һауынсы булып эшләгән ҡатын малды ла, ҡош-ҡортто ла, баҡсаны ла, умарталарҙы ла ҡарай ҙа, файҙаһын да күрә белә. “Нисек өлгөрә?"- тиһегеҙме. Һуңғы йылдарҙа ауылдарҙа фермалар бөтөрөлгәс, үҙе әйтмешләй, “культурный” эштә, мәҙәниәт өлкәһендә эшләй: ауыл клубына йыйыштырыусы булып күсте. Эйй, был эшенән уңды ла һуң Ҡортоҡай. Аҙнаға бер тапҡыр шәмбе көнө генә асылған клубтың иҙәнен үҙе теләгән ваҡытта барып йыуа ла – шуның менән вәссәләм. Ҡалған бөтә ваҡыты, көсө үҙ йорто, үҙ хужалығы, үҙ ире өсөн сарыф ителә.

 Бер бөртөк улдары Нур Өфөлә юғары уҡыу йортонда белем ала. Гөлнисанан юрый ғына “Улың кем булырға уҡый?” – тип һорағыҙ әле. “Минең күҙ нурым ҙур кеше буласаҡ, әллә күпме һөнәр алып сығасаҡ,”- тиер, күҙ ҙә йоммайынса. Сөнки ул үҙе лә аңламай, улы менеджермы, инженермы, дизайнермы буласаҡ, әллә бер юлы өс һөнәр аламы? Юҡ, Гөлниса уҡыу, документтар юллау, һалым, газ, утҡа түләү кеүек ваҡ мәшәҡәттәр менән башын ҡатырмай, улар иренең елкәһендә.

 Ире тигәндәй, Мансур ҙа, колхоздар тарҡалғас, эшһеҙ ҡаңғырып йөрөмәне. Юғары белемле мал табибын район үҙәгендәге ветеринария дауаханаһына эшкә алдылар. Мәшәҡәте етәрлек: уларҙың ойошмаһына төрлө хужалыҡтарҙан да, фермерҙар ҙа, ябай кешеләр ҙә мөрәжәғәт итәләр. Иртәнән кискә тиклем ҡайтып та инмәй. Шуға уның үҙ малдарын ҡарарға ла, ҡатынына ярҙам итергә лә ваҡыты ҡалмай. Теләһә, бәлки, табылыр ҙа ине, ләкин Мансур башкөлләй ҡатынына һалышҡан. Ҡортоҡай хужалыҡты бик шәп алып бара бит: мал-тыуары ишәйә, ҡош-ҡорто үрсей, баҡсаһы умырып уңыш бирә, балы ла күп була уның.

- Эйе, ҡатындан уңдың һин! – тип ебәрә Гөлниса иренән маҡтау йә хуплау һүҙе ишетергә теләп. Мансур ундай саҡта көлөмһөрәп, баш ҡағып ҡуйыу менән генә сикләнә. Ни әйтһен, дөрөҫ һүҙгә яуап юҡ. Тик эсе бошҡан, үҙен ҡайҙа ҡуйырға белмәгән саҡтары ла була Мансурҙың. Кис етһә бигерәк тә толҡа тапмай башлай ул. Телевизоры ялҡытып китә, компьютерға ултырып та ҡарай. Таҙа, бөхтә, бай йыһазлы өй эсендә нимәлер етешмәй кеүек уға. Эйе-эйе, китап-журналдар юҡ та, йәшеллек юҡ уларҙың өйөндә. Гөлнисаһы нишләптер гәзит уҡырға ла, гөлдәр үҫтерергә лә яратмай. “Ваҡыт юҡ”, йә “Саң ояһы”, тип аҡлана. Мансур тәүҙәрәк гәзит-журналдарға яҙылып ҡараны, ләкин ире уҡып бөтөр-бөтмәҫтән улар юҡҡа сыға ла ҡуя. Һирәк булһа ла һатып алып ҡайтҡан китаптарҙы ла әллә ҡайҙа итә ул. Бер көндә мунса соланында туҙан баҫып ятҡан бер нисә китабын күргәйне лә, улары ла юҡ булған: шуның менән мейес тоҡандарғандыр ҡатыны.

 Көндөҙ эшкә әүрәп, күңелле генә йөрөгән ирҙе кистәрен ниндәйҙер ауыр һағыш, яңғыҙлыҡ тойғоһо баҫа. Күңеле наҙ көҫәй башлай. Ҡатыны менән ихлас һөйләшеп ултырырға, шаярып китергә, йә уны ҡосаҡлап иркәләргә теләй. Ләкин күтәрелгән ҡулы ҡапыл кире төшә, күҙҙәрендәге осҡондар ҙа һүнә. Гөлниса үҙе лә һыйынып, иркәләнеп бармай шул. Ҡырыҫыраҡмы? Әллә ярата белмәйме?.. Юҡ-юҡ, Мансур шикләнмәй: ҡатыны уны ярата. Ләкин күрһәтмәй. Әйтмәй. Белгертмәй. Эстән генә, үҙенсә ярата микән?

 Уларҙы, бер-береһенә ғашиҡ булып, шашып һөйөп өйләнештәләр тип әйтеп булмай шул. Гөлниса, ҙур кәүҙәле, ирҙәр кеүек көслө, сәләмәтлеге ташып торған, бәләкәйҙән эшләп үҫкән ҡыҙ, мәктәпте тамамлағас, башҡалар кеүек ҡалаға уҡырға китеү тураһында уйламаны ла. Уҡыуы ла бик шәп булмағас, зәңгәр хыялдар ҙа ҡороп маташманы, ә фермаға һауынсы булып килде. Ауыр эшкә тиҙ өйрәнде. Уның хеҙмәтен күрҙеләр, тырышлығын хупланылар, маҡтау ҡағыҙҙары менән дә бүләкләнеләр. Ә үҙенә күҙ һалыусы ла, “яратам” тип йөрөүсе лә, клубтағы киске уйындарҙан һуң оҙатып ҡуйыусы ла табылманы. Ул шулай “ҡартайып” барғанда, колхозға яңы ветврач ҡайтып төштө.

 Юғары белемле, малға ла, кешегә лә иғтибарлы һәм яғымлы, Мансур исемле был егет күрше ауылдыҡы ине. “Өфөлә, Аграр университетты “ҡыҙыл” дипломға тамамлаған, аспирантурала уҡып йөрөгәндә өйләнешергә һүҙ ҡуйышҡан ҡыҙы, быны ташлап, икенсегә кейәүгә сыҡҡан ти, егет, шул ҡайғыһын онотор өсөн, барыһын да күтәреп һуғып, ауылға ҡайтып киткән икән,” – тигән халыҡ араһында йөрөгән имеш-мимеш хәбәрҙәр Гөлнисаның да ҡолағына салынмай ҡалманы, әлбиттә. Ләкин егет клубҡа сыҡмай, эштә лә ҡатын-ҡыҙға артыҡ иғтибар итмәй, һөйләгән һүҙе лә эш тураһында ғына. Ҡыҙҙар төрлөсә төртмә һүҙҙәр менән шаяртырға тырышып ҡарай, ә ул бер ни ҙә өндәшмәй, йылмайып ҡуя ла эше менән була.

 Бер көн шулай Гөлнисаның йәш танаһы быҙаулай алмай ыҙаланды. Ҡыҙ уны тәүлек буйы янынан китмәй ҡарауылланы, унда ла ветврач ярҙамы менән саҡ быҙаулатып алды. Һуң ғына ҡайтырға сыҡтылар.

- Рәхмәт, Аҡбаштың кендек бабайы булдың инде, - тине Гөлниса, ул бик яҡын уҡ таныш булмаған кешегә тәүгә шулай “һин” тип өндәшеүенә үҙе лә аптыраны.

- Үҙегеҙгә рәхмәт. Мине ваҡытында саҡыртҡанығыҙ өсөн.

- Инде таң атып килә, ауылығыҙға ҡайтып тормайһығыҙҙыр инде? Беҙгә инеп, сәй эсәйек.

- Уңайһыҙ булмаҫмы? Кеше бимазалап...

- Юҡ-юҡ, минекеләр күптән йоҡлайҙыр инде. Аласыҡта киске аш ҡалған булырға тейеш.

 Егет көтөлмәгәнсә ҡыйыу ғына булып сыҡты. Элекке оялсанлығы юғалып, теле лә сиселеп китте. Яйлап ултырып аш ашанылар, сәй эстеләр.

 Ошо көндән һуң эштән тағы ла бер-ике тапҡыр бергә ҡайттылар ҙа, киләһе йомаға Мансур Гөлнисаға яусы ебәрҙе... Ике тиҫтә йыл үтеп тә киттеме шулай...

 Ҡортоҡайҙың уйҙарын һөрән һалып ҡайтып килгән һарыҡ-кәзә көтөүе бүлде. Әҙер мунсаның иҙәнен йыуып, ишеген нығытып япты ла мал ҡаршыларға йүнәлде. Һарыҡтарын индереп, һарайға бикләгәндә күҙенә бер ят ҡара тәкә салынды. Инде икенсе көн килә ошо кеше һарығы. Кисә Гөлниса уны ҡайырып, ҡыуып ебәрергә маташты, ләкин малҡай ныҡыш булып сыҡты, уның һарыҡтарынан айырылмай, бергә ҡыҫыла-ҡыҫыла кәртәгә инеп китте. Бөгөн дә ҡыуып, таяҡ менән һелтәнеп ҡараны, ҡара тәкә барыбер һөҙөшөп тигәндәй килеп инде. “Ней инәүе күренмәй. Үрелгән сепрәге лә уңып бөткән, төҫө лә беленерлек түгел. Кемдеке булыуы мөмкин?.. Ярай, иртәгә иртән көтөү ҡыуғанда һораштырырмын әле,”- тип, Гөлниса һыйырҙарын һауырға ашыҡты.

 Мунса инеп, киске ашты һуң ғына ашағандан һуң, ҡатын иренә ғәйепләгән кеүегерәк итеп теҙеп китте:

 - Бөтә кеше бесәнен эш итеп, инде ташып алып бөтөп бара. Беҙ ҡасан төшәбеҙ? Ямғырға тейһә, ҡарая бит ул. Бәрәкәте лә булмай, мал да яратып ашамай ундай бесәнде... Мансур, һин мине ишетмәйһең шикелле?..

- Ҡуй, безелдәмә әле, бәйләнсек һағыҙаҡ һымаҡ! – ире әллә шаяртып әйтте, әллә асыуланып... Кәйефе юҡ ине: хужа сираттағы отпускыһын бирмәй аптырата. Ҡортоҡай ҡул һелтәне:

- Һағыҙаҡ ағыулы була. Сағылғаның юҡ шул әле, әтеү белер инең...

 Эйе, саҡһа, яман саға Ҡортоҡай. Үткән йыл булды был хәл. Эштән былай ҙа һуңлап ҡайтып, ашарға ғына ултырғайны иренең телефоны шылтыраны.

- Эйе, Гүзәл Фәритовна... Ниңә, үҙегеҙ генә хәл итеп булмаймы?.. Ярай, хәҙер, - тигән иренең һүҙҙәренән бер нәмә лә аңламай тороп ҡалды ул. Тәҙрәнән ҡарағанда, иренең машинаһы ҡуҙғалып киткәйне инде.

“Һмм. Гүзәл Фәритовна, тиме... Харап, имеш... төн уртаһында шылтыратырға ине тағы, оятһыҙ!” – тип үртәлде ҡатын. Күңеле болара, үте таша, тынысланырлыҡ түгел ине ул. Район үҙәгендәге әхирәтенә шылтыратып, үҙенә кәрәкле мәғлүмәт тупланы, план ҡорҙо. Иртәгәһенә төшкә ҡарай, юҡ йомошон бар итеп, бер юлы һатып ҡайтырмын тип, ҡаймаҡ, һөт, май алып, район үҙәгенә китте. Ире эшләгән ойошмаға яҡынлашҡанда кешеләр төшкөлөккә тарала башлаған саҡ ине. Мансурҙың машинаһы күренмәй: ашханаға киттеме икән, әллә теге бисәгәме? Әһә, ана ике ҡатын сыҡты.

- Һеҙ булаһығыҙмы Гүзәл Фәритовна? – тип уҫал ғына өндәште Гөлниса йәшерәгенә. Уныһы баш ҡаҡты:

- Эйе, һаумыһығыҙ...

- Һөйләшә барған һүҙ бар, - тип ситкәрәк атланы Ҡортоҡай. – Һин минең иргә тағы бер шылтыратып ҡына ҡара! Эштә лә уға бәйләнеүеңде туҡтатмаһаң, үҙеңә үпкәлә.

Гөлниса теге ҡатынға һүҙ әйтергә лә ирек бирмәй ағыуын сәсә генә, “һеҙ”ҙән “һин”гә күскәнен дә, ҡысҡырып әрләшә башлағанын да һиҙмәне. Ә бит тыныс ҡына һөйләшергә, аңлашырға тип килгәйне.

 - Әгәр ҙә ошо һөйләшеүҙе Мансур Вәлиевичҡа еткерһәң, һинең ҡарт ҡына, сирле генә әсәйең бар икән, ул үҙенең ниндәй битһеҙ ҡыҙ үҫтергәнен беләсәк. Ишетһен ҡолағың!

 Гөлниса килгәндәге кеүек ҡырт боролоп, үҙенең ауыр аҙымдары менән шәп-шәп атлап китеп тә барҙы. Теге меҫкен йәш ҡатын баҫҡан урынында ҡатҡан бағаналай ҡатып тороп ҡалды. Был ағыулы сағыуҙан ай-һай, тере ҡалыуҙары ла... Эйе, ул хәл шулай тауыш-тынһыҙ ғына үтеп китте. Иренең дә, теге йәш ҡатындың да бер ғәйебе лә юҡлығын белһә лә, Гөлниса ул ҡылығы өсөн үкенмәй ҙә, оялмай ҙа. Шулай алдан сараһын күреп тормаһаң, бер көндө ирһеҙ ҙә ҡалып ҡуйырһың. Былай ҙа ирҙәр етешмәй,тиҙәр. Ул бит үҙенең бер нәмәһен дә кешегә биреп өйрәнмәгән!

 Шулай ул Ҡортоҡай, ғаиләһенә, йортона, улы менән иренә ҡалҡан булып, “дошмандарҙан” һаҡлай.

 Иртәнсәк Мансурҙың кәйефе шәп ине инде. Эшкә йыйынғанда ҡатынына:

- Мин иртәгәнән отпускыға сығам. Бесәнде башларбыҙ. Һин бөгөн үк берәй һарыҡты һуйҙырып ҡуй. Кем белә, көндәр ямғырға тартһа, өмә итергә лә тура килер.

  Малдарын көтөүгә ҡыуырға йөрөгән Гөлниса һыйырҙарын һауып бөттө лә һарыҡ ҡураһына инде. Бәй, теге тәкә һаман бында бит. Ана, мөйөштәрәк ҡалай эре генә ята. Ҡапыл Ҡортоҡайҙың башына хәтәр уй килде: “Эй, эйәһеҙ йөрөһәң әле, һиңә хужа тиҙ табылыр,” – тип һөйләнә-һөйләнә, әлеге тәкәне мөгөҙөнән һөйрәп алып барып, икенсе бүлмәгә бикләне лә ҡуйҙы.

“Ә ниңә? Үҙе килеп ингән мал. Яҙған ризыҡ теш һындырып керә, тиҙәр бит” тип аҡланған кеүек уйланы ул көтөү ҡыуғанда.

 Күрше Хәйҙәр ағай бер сәғәт эсендә һарыҡты һуйып, тиреһен тунап, эс-ҡарынын алып, шул арала итен турап та бирҙе. “Һеҙҙең ҡара һарыҡтарығыҙ ҙа бармы ни?” – тип бына-бына һорар кеүек тойолдо күршеһе Гөлнисанан. Ҡатын уға салыу һөйәгенә ҡушып, матур ғына еренән бер-ике өлөш ит бирҙе, рәхмәт әйтте, сәй эсергә саҡырып торманы.

 Үҙен бер ни булмағандай тоторға тырышһа ла, нисектер ҡыйын ине Ҡортоҡайға.Йә, мал-тыуарһыҙ кешеме инде ул? Йәки ас йәшәйме? Дөрөҫөн әйткәндә,ул нисә баш һарығы барлығын, янсыҡта күпме аҡсаһы ятыуын да ҡапылда теүәл генә әйтә лә алмаҫ әле. Йә, нимә тип кеше малына ҡул һуҙғандыр - башына һыйҙыра алмай. Ә Мансуры белеп ҡалһааа?.. Ул тиҙ генә ҡара тәкәнең тиреһен, баш-тояғын аҙбар артына барып күмә һалды. Шунан ғына эсәк-ҡарынын йыуҙы, итен туңдырғысҡа урынлаштырҙы ла тауыҡ сүпләһә лә бөтөрлөк булмаған көндәлек эштәренә тотоноп китте…

- Әллә бәрәс йолҡҡослайһың инде, Аҡтүш?—эштән ҡайтып ингән Мансур аяҡ аҫтындағы тирене ситкә типте.

- Аһ, ҡырҙан табып алып килгәндер…--тине баҡсанан сығып килгән Гөлниса, ни әйтергә белмәйенсә. Ул арала бер хәйләһеҙ, гонаһһыҙ эт һарыҡ башын кимерә башланы, эргәһендә ҡара тояҡтар ҙа ята ине. Иренең һораулы уҫал ҡарашынан ҡатын ҡойолоп төштө, тамағына тығылған төйөр һүҙ әйтергә ирек бирмәне. Мансур бөтәһен дә аңланы, шикелле:

- Инде хәҙер урлашырға тотондоңмо?.. Оятың юҡтыр һинең! - Ир кеше һуңғы һүҙҙәрен ныҡ әсенеп һәм хурланып әйтте. Гөлниса, йәшенә быуылып, аласыҡҡа инеп китте. Күптән илағаны юҡ ине, был юлы күҙ йәштәренә ирек бирҙе, улар даръя булып аҡты. Үкенеү, оялыу, ғәрлек хистәре иҙә ине уны. Былай ҙа түбән, намыҫын юғалтырлыҡ ҡылыҡ ҡылырмын,  тип уйланымы икән ул берәй ҡасан? Шулай инде, нәфсе тигән нәмә тәүҙә ҡыл нәҙеклеге генә була, ти бит! Өҙөп, йолҡоп ташламаһаң, аҙа ти. Аҙһа, арҡан йыуанлығы булып китә, ти. Ул саҡта үҙеңде быуа башлай тигәндәре хаҡ икән! Гөлниса ла донъя ҡыуҙы. Булған һайын булдырғыһы килде. Аҫраған малының да, йыйған аҡсаһының да кәмеүен теләмәй шул ул. Һаман арттыра барырға тырыша. Ирен, ғаиләһен яратыуын шулай аңлатырға теләнеме, уға ярарға тырышыуы булдымы – хәҙер үҙе лә әйтә алмаҫ. Мансурға уның менән күңелһеҙ икәнен, уның ҡайһы саҡта толҡа тапмай ыҙаланыуын, эсе бошоуын тоя ине бит инде ул. Йә, былтыр йәй санаторийға барып, дауаланып ҡайтайыҡ, тип инәлде. Сит илгә сығып, сәйәхәт итә кеше, тип тә ҡараны. “Донъяны кемгә ҡалдыраһың? Себеш, ҡорт, баҡса…”-тип теҙеп китә ундай саҡта Гөлниса…Эйе, донъяһын ҡыҙғанды шул. Бына тормошо етеш, бай, ә күңел китек. Китек кенә лә түгел, буп-буш. Ярһып та, буҫығып та оҙаҡ иланы ул. Ире инмәне лә, күренмәне лә.

 Ҡапыл Гөлнисаның күҙенә аласыҡ тәҙрәһенең башында торған һағыҙаҡ ояһы салынды. Эйе,һағыҙаҡ шул! Тапҡандар урын! Улар ҙа бит умарталарҙан бал урлай. Бал тәтемәһә, аласыҡтың өҫтәлендәге шәкәргә, ҡайнатмаларға, башҡа тәм-томға һырый. Гөлниса ояға ытырғанып та, шомланып та ҡарап торҙо. “Мин бал ҡорто түгел, һағыҙаҡ икәнмен шул! Мансур дөрөҫ әйтә!” Ире иҫенә төшкәс, ихатаға сыҡты, берәү ҙә күренмәгәс, өйгә инде. Унда ниндәйҙер ҡотһоҙ тынлыҡ урынлашҡан. Мансур юҡ. Кис еткән бит. Ҡайҙа китте икән? Бәй, шкаф башындағы юл сумкаһы ла юҡҡа сыҡҡан. Тимәк, ауылына әсәһенә ҡайтып киткән…

-  Юҡ, Һағыҙаҡ түгел мин! Ғүмер буйы Бал ҡорто булдым! Бер яңылышҡан тип, ошо донъяны, бөтә тормошобоҙҙо емереп булмай бит инде! Ни эшләргә? Эйе, нимәлер эшләргә кәрәк! Йәһәтерәк! Артабан Гөлниса былай йәшәмәйәсәк! Ғүмер бер генә, уны матур ҙа, намыҫлы ла, ҡыҙыҡлы ла, файҙалы ла итергә.Тик нисек? Эште ниҙән башларға? Иң алда хатаны төҙәтергә! Һарыҡтың кемдеке булыуын асыҡларға, итен, эс-ҡарынын, тиреһенә тиклем алып барып бирергә,”яңылыш булды, ғәфү итегеҙ,”-тиергә! Аңларҙар, ярлыҡарҙар, дүрт аяҡлы ат та абына. Унан бейеме йәшәгән күрше ауылға барыр. Ғәйебен таныр, тәүбә итер. Уны ире ярата бит, бейеме лә яҡын итә, Гөлниса ғүмер эсендә уның менән бер тапҡыр ҙа һүҙгә килешмәне, татыу булды, ҡәҙер-хөрмәт күрһәтте. Ғәфү итерҙәр…

 Ҡортоҡай еңел һулап урынынан торҙо, әллә ҡасан алынған, тик кейелмәй торған матур күлдәген, бейек үксәле туфлиҙарын кейҙе. Урамға сыҡты. Ул беренсе тапҡыр өйөн, ҡапҡаһын бикләмәне, күптән ҡайнап ултырған ашына ла, ем таптырып ҡысҡырышҡан ҡош-ҡортона ла иғтибар итмәне, көтөү ҡайтып килгәнен дә күрмәне.

 Тәүҙә уның күңеле күтәренке,аҙымдары дәртле, ҡулындағы йөгө еңел кеүек ине. Атлай торғас, тәүҙә башы түбән эйелде, унан кәүҙәһе алға бөгөлдө. Аяҡтарына таш бәйләгән кеүек ауырайҙы,тубыҡтары ҡалтыраны. Аҙымдары ла инде үтә ышанысһыҙ ине уның…

 Ә йәйге оҙон көндөң егәрле ҡояшы байыуға табан бара ине инде...

 

Автор:
Читайте нас: