+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
20 Март , 21:00

БЫЯЛА БАНКА

Фәрүәз СӘЙФУЛЛИН (Хикәйә) Хәбирә күршеләре менән талашмай тора алмай. Аҙна һайын тип әйтерлек, ҡысҡырыш-талаш тыуып тора. Участка инспекторы, хакимиәт вәкидәре уны ипкә саҡыра торғас, арып бөтҡән инде. Бына әле ауыл хакимиәте башлығы үҙе килеп еткән. Хәбирәнең өйө хакимиәт урынлашҡан бинаға яҡын булғас, ығы-зығыны ишетеп ҡалғандыр инде.

БЫЯЛА БАНКА
БЫЯЛА БАНКА

- Хәбирә апай, - тине башлыҡ, - етәр инде теңкәгә тейеүең. Исмаһам, бөгөн тынып тор. Хәҙер Өфөнән ҙур түрәләр килергә тейеш. Оятҡа ҡалдыраһың бит.

- Минме ни, үҙҙәре башлай бит, - тип Хәбирә күршеләренә күрһәтте.

- Эйе, эйе, улар башланы, беҙ шаһиттар, - аяҡтарында саҡ баҫып торған ике ир һүҙгә ҡушылды.

- Ә былары кемдәр була? – тине ят ирҙәргә ҡарап башлыҡ.

- Улар минең таныштарым, ҡунаҡҡа килгәндәр. Тамаҡҙур ауылынан.

Хакимиәт башлығын күргәс, быға тиклем кәртә аша тиргәшеп торған күршеләре лә килеп етте.

- Көндә талаш, ыҙғыш, һуғыш бында, - тип ошаҡларға тотондо күршеһе. – Бигерәк тә, кис. Эсеп-ҡыҙып алалар ҙа, ҡысҡырыша, һүгенә башлайҙар. Балаларҙы боҙалар. Бәләкәй ҡыҙым уларҙан әллә күпме насар һүҙҙәр отоп алған. Улым эскелеккә әүрәп китеп бара. Берәй сара күреп булмаймы шуларға? Ут сығарып ебәреүҙәре бар. Хоҙай һаҡлаһын. Өйө ауыл уртаһында. Бөтә ауыл янып бөтөр.

- Замечание яһаһаң, тоҡана ла китә, - тип һүҙгә ҡушылды икенсе күршеһе. - Эсһә, һеҙҙекен эсәмме ни, ти. Пенсия алған көн был йорт һабантуйға әйләнә. Өйөн ауыл ситенә күсереп ултыртырға ине.

Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, Хәбирә тоҡанып китте. Йоҙроҡтарын төйнәп, һөйләп торған күршеһенә ташланды. – Күсерермен мин һиңә. Яңағыңды…

Хакимиәт башлығы ярһыған ҡатынды саҡ тотоп ҡалды.

- Ярай, - тине лә йомшағыраҡ булырға тырышып. – Тынысланығыҙ. Бына түрәләр килеп китһен дә, аҙаҡ күмәкләп һөйләшеп алырбыҙ. Ә һеҙ, ҡунаҡ ирҙәр, барығыҙ күҙ алдынан юғалығыҙ. Юҡһа, участковыйҙы саҡырып, бикләтеп ҡуям.

Был һүҙҙәрҙе хакимиәт башлығы махсус рәүештә әйтә. Сөнки белә: ҡунаҡтары артынан Хәбирә лә сығып китә. Тирә-яҡ бер аҙ булһа ла тынып ҡала.

***

Хакимиәт башлығы Хәбирә тураһында байтаҡ ҡына мәғлүмәт туплаған инде. Күрше райондың Тамаҡҙур ауылында туғыҙ бала тапҡансы йәшәп ятҡан ул. Бабайы үлгәс, балаларын ҡалдырып, икенсе ауылға һуғыш инвалидына тормошҡа сыҡҡан. Биш йыл ярым йәшәгәндән һуң ул бабайы ла донъя ҡуйған. Шунан уны икенсе бер ауылдан бер ҡарт күсереп алып ҡайтып киткән. Дүрт йылдан һуң быныһы ла гүр эйәһе булған. Ярты йыл самаһы үткәс, икенсе ауылға тағы бер бабайға сыҡҡан. Уныһы үлгәс, әле йәшәп ятҡан ауылға килеп эләккән ул. Ире Мөхөтдин ярты йыл элек донъя ҡуйып ҡуйҙы. Ул иҫән саҡта ла Хәбирә эсә ине. Ул үлгәс, тамам ҡотороп китте. Үҙен бәйҙән ысҡынған эт кеүек тоя башланы. Эсмәгән көнө юҡ. Нимә генә эшләп ҡараманылар инде уның менән. Хакимиәткә саҡырып та, өйөнә барып та һөйләштеләр, штраф та һалдылар - файҙаһы юҡ. Уның холҡон үҙгәртергә өмөт өҙөлгән инде. «Икенсе ауылдан берәй бабай килеп алып китһә ине», - тип хыяллана хакимиәт башлығы.

Хәбирәне юллап бабай килмәне. Ахырыһы, килмәҫ тә инде.

***

Әсәләре бабайға сығып киткәс, балалар ҡайғырышты. Туғыҙ бала үҙҙәрен әкиәттәге кәзә бәрәстәре кеүек хис итте. Иң өлкән апаларына мөлдөрәп ҡаранылар. Егерме алты йәшлек Мөслимә тәүҙә туғандары менән бергә: «Нишләрбеҙ икән инде?» - тип юғалып ҡалһа ла үҙен тиҙ ҡулға алды. Кейәүгә сығырға йөрөгән еренән туҡталды. «Был хәтлем балалар менән ғаилә ҡороп йәшәп алып китеп булмаҫ. Иптәшем мәшәҡәттәрҙе күтәрә алмаҫ. Биҙер. Ғаиләм тарҡалыр. Кейәүгә сығып, ғаилә ҡорһам, балаларға ла иғтибар кәмер», – тип уйланы ул. Әхирәттәре, таныштары: «Балаларыңды детдомға бир ҙә, кейәүгә сыҡ. Мөхәббәтеңде һаҡла», - тиһәләр ҙә, үҙенсә эшләне. Туғандары янында ҡалды.

Иң тәүҙә өйҙә йыйылыш үткәреп алды. Үҙенә етәһе ҡустыһы Сәлим менән һеңлеһе Менәүәрә Сибайҙа профессиональ-техник училищела уҡып йөрөйҙәр ине ул ваҡытта. Улары апаһын аңланы. Ҡулдан килгәнсе ярҙам итергә вәғәҙә иттеләр. Быныһына Мөслимә шатланды.

Бәләкәстәре хәлдең айышына төшөнөп етмәгәйнеләр әле. Ике йәш ярымлыҡ Рәсимә Мөслимәнең йөрәген бигерәк тә һыҙлата ине. Ул көнөнә әллә нисә тапҡыр: «Әсәйем ҡайҙа?» – ти ҙә һорар ине. Уртансылары ла: «Әсәйемде барып алайыҡ», - тип былай ҙа нишләргә, ни уйларға белмәй йөрөгән Мөслимәнең йөрәгенә ут өҫтәй торғайны.

Ҡыйын, бик ҡыйын ине был ваҡытта Мөслимәгә. Бер яҡтан кейәүгә сығырға йөрөгән егетенән айырылыуы ауыр булды. Уныһы, ҡаңғырып йөрөнө-йөрөнө лә, Мөслимә ҡырт киҫкәс, ауылдан сығып китте. Ҡайҙа йөрөүен дә хәбәр итмәне. Өйләнәм, тип ҡанатланып йөрөгәндә, хыялдарының ҡапыл ғына юҡҡа сығыуынан уңайһыҙланғандыр инде. «Нишләйһең, шулай килеп сыҡҡас, - тип йыуата Мөслимә үҙен. – Миңә лә яратҡан кешемде юғалтыу еңел түгел».

Мөслимәнең мәҡтәптә лаборант булып эшләүенең ярҙамы тейҙе ошо ауыр ваҡытта. Беренсенән, туғандарын көнө буйы мәктәптә күреп йөрөй. Күҙ уңында тота. Икенсенән, уҡытыусылар менән һөйләшеп, уларҙың уҡыу сменаларын көйләй. Шул арҡала өлкәндәре бәләкәй туғандарын өйҙә алмашлап ҡарап тора. Уҡытыусыларға, мәктәп администрацияһына рәхмәт. Йүгереп кенә ҡайтып туғандарына күҙ-ҡолаҡ булып килергә Мөслимәгә рөхсәт итәләр.

Бына бөгөн, шәмбе көн, ул мәктәптән ҡайтып инде лә:

- Балалар, әйҙәгеҙ, өмә яһап, өйҙө йыйыштырып алайыҡ, - тине. – Ҡалала уҡыған ағайығыҙ менән апайығыҙҙың ҡайтыуына өйөбөҙ ялт итеп торһон.

Балаларға был тәҡдим оҡшаны. Һәр береһе әйткәнде көтмәй, эшкә тотоноп китте. Һигеҙ йәшлек Мансурҙың быяла банкаларҙы пакетка тултырып, тышҡа алып сығып барғанын күреп, Мөслимә:

- Ҡайҙа алып алып бараһың уларҙы? – тине.

- Сүплеккә. Сығарып ташлайым.

- Ташлама, улар кәрәк булыр әле.

- Эйе, нимәгә кәрәкһен. Әсәйем юҡ таһа.

- Әсәй булмаһа, беҙгә кәрәк.

- Эйе, башҡа һуғырғамы?

Шунда ғына Мөслимә аңлап алды. Әсәһе эсеп ала ла, ҡайһы балаһы осрай, шуның башына банка менән һуға торғайны. Уның үҙенең башында ла шул банканан ҡалған шрам бар. Ул күҙҙәренән килеп сыҡҡан йәштәрен балаларҙан йәшерҙе. “Эсеп тик йөрөнө шул әсәйем, - тип уйланы. – Балаларҙы табыуын тапты, ә ҡараманы. Уларға аҡырып-баҡырып тик йөрөнө, туҡманы. Тәүҙә иҫерек сағында сығырынан сыҡһа, аҙаҡ айныҡта ла яуыз булды”.

Шуға Мөслимә әсәһенең сит районға сығып китеүенә һөйөнөп тә ҡуя. «Балаларҙы имгәтер, үҙе кеүек ҡыйыш юлға төшөрөп, боҙоп бөтөр ине», - тип уйлай.

Балалар яйлап тыныслана бара һымаҡ. Шуға ҡыуана. Әсәләрен һирәк телгә ала башланылар. Ләкин Мөслимә уларға оноторға бирмәй. «Әсәй, әсәй» тип үҙе йыш һөйләргә тырыша. «Бала үҙенә ғүмер биргән кешеләрҙе оноторға тейеш түгел», - тип иҫәпләй. Шуға ла ҡайһы берәүҙәрҙең: «Суд аша әсәйеңдең балаларға хоҡуғын бөтөрт тә, пособие юлла. Үкһеҙ етемдәргә дәүләт ныҡ ярҙам итә бит», - тигәненә лә ризалашмай. Бер нисә урында эшләп, бәрәңге, йәшелсә, емеш-еләк үҫтереп, туғандарын ас-яланғас итмәй.

***

Үткән ғүмер – аҡҡан һыу тигәндәй, йыл артынан йыл үтә торҙо. Еңелдәре лә, ауырыраҡтары ла булды уларҙың. Һигеҙ туғанын тәрбиәләп үҫтерҙе Мөслимә. Мөхәррәмгә рәхмәт. Кейәүгә сыҡмағанына үпкәләп юғалған егет дүрт йылдан әйләнеп ҡайтты. Себерҙә эшләп йөрөгән икән. Өйҙәренә лә инеп тормай, туп-тура Мөслимәләргә килеп төштө ул. Еңелсә генә туй үткәреп, өйләнештеләр. Себерҙә йыйған аҡсаһын бергәләп тотондолар.

Балалар ҙурайып апай йортонан берәм-берәм осоп сыға торҙо. Бөтәһе лә, юғары белем алып, илебеҙҙең төрлө мөйөштәрендә эшләп йөрөй. Күбеһенең ғаиләләре бар. Әсәһе сығып киткәндә, ике йәш ярымлыҡ булған Рәсимә лә быйыл институттың һуңғы курсында уҡып йөрөй.

Апалары менән еҙнәһен һис тә онотмайҙар. Йыш ҡайтып, ярҙам итеп торалар. Күмәкләшеп бала саҡтарын хәтерләп ултыралар. Көлөшөп тә, илашып та алалар.

Мөслимә үҙе лә ситтән тороп юғары белем алды. Пединститут тамамлап, бөгөн мәктәптә уҡытыусы булып эшләп йөрөй. Мөхәррәм менән ике бала үҫтерәләр. Өлкәне Зилә ун беренсе синыфта уҡый. Мансуры - һигеҙенселә. Уҡыу алдынғылары.

Күрше районда йәшәгән өләсәләрен дә онотмайҙар. Бына бөгөн Зилә өләсәләренән ҡайтырға тейеш. Каникул аҙағына тиклем өләсәйемә ярҙам итеп киләйем тип киткәйне, ике көн үткәс, ҡайтам тип шылтыратты. Мөслимә уның ҡайтыуына ҡоймаҡ ҡойоп йөрөй.

- Әсәй, мине унда ҡабат ебәрмә, - тип һүҙ башланы Зилә, ҡайтып кергәс. – Өләсәйем эсеп тик йөрөй. Өйө һарай кеүек. Йыйыштырһаң, ярты көндә ҡабат борала. Алкаштар йыйылып, бысратып бөтә.

Мөслимә быларҙы, Зилә һөйләмәһә лә, белеп тора инде. Балаларын унда ебәргеһе килмәһә лә ебәрә лә ҡуя. Әсәһен йәлләй. «Ашарына юҡ, - тип дауам итте Зилә, - Себерҙән Айрат ағайымдан посылка килгәйне, уныһын юлда уҡ самогонға алмаштырып эскән дә иҫереп ҡайтып керҙе. Мин барҙа Минзилә апайымдың почтанан ебәргән аҡсаһын да эсеп бөттө. Балаларың ауыҙынан өҙөп һиңә аҡсаһын да, посылкаһын да ебәреп ята, ә һин әрәм-шәрәм итәһең. Шул эсеүеңде ташлаһаң булмаймы, тигәйнем, мине әрләп ҡыуып ҡайтарҙы. Йомортҡа тауыҡты өйрәтмәй, ти».

Мөслимәгә быларҙы ишетеү ауыр. Шуға ла Зилә нәмәлер әйтергә тип уҡталғас, туҡтатты. «Ҡуй, ҡыҙым, һөйләмә. Былай ҙа башым ауыртып тора. Беләм инде уның холҡон. Ҡоймаҡ аша. Былай ҙа ике көн эсендә һурылып киткәнһең», - тип ҡыҙына сәй ҡойҙо. Үҙе кеҫәһенән ниндәйҙер дарыу сығарып йотоп ебәрҙе.

***

Әсәһе аҙып-түҙеп йөрөһә лә, балалары уға ҡул һелтәмәне. Туғыҙ балаһы туғыҙ яҡтан ярҙам итеп торҙо. Алмашлап үҙҙәренә лә алып ҡайтып ҡаранылар. «Йәшә беҙҙә, ҡайтма шул ауылыңа», - тинеләр. Хәбирә ҡалманы. Балалары янында үҙен ирекһеҙ, ситлектәге ҡош шикелле тойҙо. Бер-ике көн йәшәй ҙә ауылына ҡайтып китә.

- Алтын кеүек балаларының ҡәҙерен белмәй, - тип һөйләшәләр ине ауыл халҡы.

- Балалары уға оҡшамаған бит әле, - тип аптырашалар. – Ямандан яҡшы тыуыр, яҡшынан да яман тыуыр, тип юҡҡа әйтмәгәндәр икән боронғолар. Ана, һәйбәт ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән кешеләр ҙә аҙып-туҙып йөрөй. Ә бының…

Мөслимә туғандарының әсәһенә оҡшамағанына һөйөнә. Теге ваҡыт, улар бәләкәй саҡта, әсәһе кеүек булып ҡуймаһындар, тип борсолғайны. Аллаға шөкөр, береһе лә эсмәй, тартмай, тырышып донъя көтәләр. Туғандарының әсәләрен иғтибарһыҙ ҡалдырмауына, ҡәҙер-хөрмәт итеүенә лә шатлана. Үҙе уларҙы шулай итеп тәрбиәләргә тырышты бит. Әсәһенең икенсе бабайы үлеп киткәс, әҙерәк борсолғайны. Бында ҡайтып, элекке тормошон дауам итеп, балаларҙы боҙоп ҡуймаһын тип. Улай булманы. Сираттағы бабайы уны тағы ла алыҫҡараҡ күсереп алып ҡайтып китте. Алыҫта булғас, балалар уны һирәгерәк күрҙе. Ә был Мөслимәгә балаларҙа әсәһенә һөйөү тәрбиләргә ярҙам итте.

***

Әсәһенең больницаға эләккәнен ишеткәс, Мөслимә ул йәшәгән ауылға ашыҡты. Ул килеүгә туғандары йыйылып бөткәндәр ине инде.

- Ни булған? Хәле нисек? – тип һорай һалды туғандарынан.

- Бергә эскән иптәштәренең береһе башына быяла банка менән һуҡҡан. Талашып киткәндәр ҙә. Әле реанимацияла ята.

Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, Мөслимәнең күҙ алдары ҡараңғыланып китте. Ул ике ҡулы менән башына тотондо. Бармаҡтары башындағы бәләкәй саҡтағы шрамға тейҙе.

Бер уның ғына түгел, эргәһендә торған бар туғандарының да бөгөнгө ҡайғынан башы ауырта кеүек тойолдо уға.

01. 2012 й., Сибай.

Фото: club.foto.ru

 

 
Автор:
Читайте нас: