-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
21 Март , 20:35

ЯЛҒАН НИКАХ

Рәшит КӘЛИМУЛЛИН (Хикәйә) Әсәһе Гүзәлде өйҙән ҡыуманы-ҡыуыуын. Әммә һәр саҡ бер фекерҙе башына һеңдерергә тырышты: ауылда эш юҡ, йәштәр барыһы ла ҡалаға китә, һыйыр һауып һәм йәшелсә баҡсаһында ҡаҙынып ҡына кеше була алмаҫһың. Туғыҙынсыны бөткәс, Гүзәл район үҙәгендә бухгалтерлыҡҡа уҡып алды ла, үҙ ауылына ҡайтып, һатыусы булып урынлашты. Тап шул саҡта әсәһе ҡалаға китергә өндәй башланы ла инде.

ЯЛҒАН НИКАХ
ЯЛҒАН НИКАХ

Ҡалала

 

Ә бит уныһын үгәй атай ҡоторта ине. Ул Гүзәлде был өйгә килгән көнөнән үҙһенмәй. Тегеһе лә арҡыры, тура һүҙле шул. Бер саҡ Гүзәл уның әсәһенә шулай тип әйткәнен дә ишетеп ҡалды:

– Ҡасан кейәүгә сыға инде был күҙ көйөгө...

“Ысынлап та...” – тип уйлай ҡуйҙы ҡыҙыҡай. Класташы Зилә яңыраҡ яҙҙы бит уға: ҡалала һәйбәт ергә урынлашҡан, эш хаҡы арыу ғына, фатирҙы ҡуртымға алып йәшәй... Тәүге мәлгә уға барып һыйынырға була бит, адресы бар, артабан күҙ күрер әле. Сираттағы хеҙмәт хаҡын кеҫәһенә һалып, әсәһе лә ун мең һум өҫтәгәс, ҡалаға сыҡты ла китте Гүзәл.

Ҡала уны яғымлы ҡаршыланы тип булмай – бигерәк шаулы, бөтә ерҙә ығы-зығы ла этеш-төртөш... “Ошо адрес буйынса нисек барырға?” – тип Гүзәл биш-алты кешенән һораны. Уларының яуап бирергә ваҡыты ла юҡ, ахырыһы – ҡайһы яҡҡалыр ҡул һелтәп күрһәтәләр ҙә китеп тә баралар. Шулай ул көс-хәлгә эҙләп тапты. Зилә ҡала ситендә йәшәй икән, үҙәктән бер сәғәт барырға кәрәк. Ишекте туҡылдатып торҙо, берәү ҙә асмай. Шунан подъезд эргә­һендәге эскәмйәлә көтөп улты­рырға булды.

Зилә кис кенә күренде. Тәүҙә аптыраны, шатланды, әммә, Гү­зәлдең ҙур сумкаһын күргәс, кәйефе юғалды, шикелле. Баҡһаң, ул фатир түгел, ә бер хужабикәлә бүлмә генә алып тора икән.

– Фатирҙы ҡуртымға алыу ҡый­бат шул, – тине ул төшөнкө тауыш менән.

– Һин эш хаҡым һәйбәт тигәйнең бит.

– Ауылдыҡы менән сағыштырып булмай инде, тик бында тормош та ҡиммәтерәк. Үҙең күрерһең барыһын да.

Улар хужабикәнән үтенеп-ялбарып һорарға кереште: “Гүзәлде, эш һәм торлаҡ тапҡансы, бер аҙнаға ғына индереп тороғоҙ инде”. Ахырҙа тегеһе ризалашты. Тик: “Бер көнгә лә артыҡ түгел. Һинән – ике мең һум”. Күнергә тура килде инде, ни эшләйһең.

 

Осто-осҡа ялғап...

 

Тиҙҙән Гүзәл Зиләнең хаҡлы икә­нен дә аңланы: ысынлап та, ҡа­лала бөтә нәмә өсөн түләргә кә­рәк икән – һабынын да һатып ал, бәрәңгеһен дә, трамвайҙа ла тү­ләй­һең... Эш табыуы ла еңел булмай сыҡты: бөтәһенә лә тәжри­бә­ле һәм юғары белемле бухгалтер талап ителә. Гүзәлгә йәнә һатыусы булып урынлашыуҙан башҡа юл ҡалманы.

Фатир табыу өсөн риэлторға ла түләргә кәрәк. Тәүҙәрәк улар, тәби­ғи, гәзиттәрҙән, урам бағанала­ры­нан төрлө иғландарҙы үҙаллы эҙ­ләп ҡараны. Тик уларҙағы тор­лаҡ­ты ни ғәжәп менәндер кемдер эләктергән булып сыға. Дәфтәр битенә иғландар яҙып, йәбештереп тә сыҡтылар, тик быларына шылтыратҡан кеше булманы.

Риэлторҙары ла ҡыйбат һорай икән. Бер иғланда ғына уға шарттар ауыр түгел һымаҡ күренде. “Һеҙ аҡса түләйһегеҙ, ә беҙ фатирҙар исемлеген тотторабыҙ. Хужалар менән үҙегеҙ килешәһегеҙ. Бер нин­дәй гарантия ла бирә алмайбыҙ”.

Гүзәл аҡса түләне лә, исемлекте алып, адрестар буйынса сығып китте. Беренсеһендә ҡуртымға индереп өлгөргәндәр ҙә икән. Икен­сеһе: “Беҙ ундай иғлан бирмәнек”, – тип ишекте шарт ябып ҡуйҙы. Өсөнсө адрес бөтөнләй булмай сыҡты.

Дүртенсеһе буйлап китеп барғанда, Гүзәл аҡсаһынан елдәр иҫкәнен аңлай ине инде. Дөрөҫ һиҙемләгән: ишекте асҡан егет был фатирҙы кисә генә ҡуртымға алыуын әйтте. Гүзәл, бала кеүек, иланы ла ебәрҙе. Егеткә уны тыныслан­дырырға, хатта сәй эсерергә тура килде.

– Ҡайғырма инде. Икенсе фатир табырһың, – тине ул.

– Эйе һиңә, ә бөгөн ҡайҙа ҡунырға, вокзалдамы?

– Быға саҡлы ҡайҙа ҡуна инең?

– Әхирәтемдә. Тик унда башҡаса индермәйҙәр, фатирҙағы хужабикә бик уҫал.

– Әйҙә, миндә йәшә, – тине егет, күп уйлап тормай.

Гүзәл ҡурҡып китте: нисек инде таныш булмаған егет янында йәшәргә? Ул әллә нимә уйла­маҫмы? Әммә егет (исемен Тимур тип атаны) үҙенең тәртипле кеше булыуы тураһында әйткәс, ҡыҙыҡай ҙа бында йәшәргә ризалашты.

Тағы ла бер аҙнанан ул егеттән һис шикләнмәй ине инде. Бүлмә эҙләү кәрәклеген Гүзәл тамам онотто. Етмәһә, хужалар юҡ, коммуналь фатир икән, күрше бүлмәләрҙә кемдәр йәшәүендә берәүҙең дә эше юҡ, ҡуртым өсөн аҡса килеп торһа булды.

Гүзәлдең эш хаҡы ҙур түгел, ләкин Тимурҙыҡы менән бергә ҡушһаҡ, осто-осҡа ялғап йәшәргә етә. Ул үҙе район үҙәгенән икән, ата-әсәһе уҡырға тип ебәргән, ә Тимур дәрестәргә йүнләп йөрө­мәгән һәм уны студенттар исемле­генән сығарғандар. Хәҙер ул тыуған йортона ҡайтырға ҡурҡа, уҡып йөрөйөм, тип алдай, үҙе складта эшләй.

Иртә һайын уҡшыта баш­лағас та Гүзәл бының нимәне аңлат­ҡанын төшөнмәй әле. Иҫкергән билмән ашағанмындыр, тип уйлай. Эштә саҡта томра бүлмәлә башы әйләнгәс, хеҙмәттәш ҡыҙыҡай унан һорай ҡуя:

– Ауырға ҡалманыңмы икән?

– Белмәйемсе, – тип ҡурҡып китә Гүзәл. – Табипҡа күренергә кәрәктер миңә...

– Эй, ауыл ҡыҙыҡайы, – ти тегеһе, – тест аша белергә лә була бит. Ишеткәнең бармы шуны?

Гүзәл ундай нәмәне белмәй ҙә икән, хеҙмәттәшенә ентекләп аң­латырға тура килә. Әлбиттә, Гүзәл ауырлы булып сыға. “Ә туйға аҡсаны ҡайҙан алырбыҙ икән?” – тип борсола ул. Был хаҡта Тимурға әйткәс, тегеһе көлөп ебәрә:

– Туй? Ниндәй туй ул тағы? Миңә һинең кеүек “лимита” ниңә кәрәк? Мин фатиры булған ҡала ҡыҙына өйләнәсәкмен.

– Ә беҙҙең бала буласаҡ бит! – ти Гүзәл төшөнкө тауыш менән.

– Миңә һинең балаң кәрәкмәй, – тип ҡырт киҫә тегеһе. – Ғөмүмән, беҙгә айырылышырға кәрәк, тип уйлайым.

Гүзәл илай башлай, уны кире күндерергә тырыша. Әммә Тимур уны тыңларға теләмәй ҙә, әйбер­ҙәрен күтәртеп ҡыуып сығара.

 

Ялған никах

 

Нимә эшләһен, Гүзәлгә Зилә әхирәтенә барыуҙан башҡа сара ҡалмай, әммә фатир хужабикәһе ауырлы ҡатынды индереү тура­һында ишетергә лә теләмәй.

– Ә һин нисек – баланы табырға итәһеңме? – тип ҡурҡып ҡына һорай әхирәте.

– Әлбиттә, – тип аптырай Гүзәл, – ә һин минең осраҡта тапмаҫ инеңме?

– Үҙең ҡара инде, – тип иңба­шын һелкә ауылдашы. – Тик ул саҡта әсәйең янына ҡайтырға тура киләсәк.

Гүзәл, ауылға нисек ҡайтырын, йөклө ҡорһағы менән әсәһе алдына баҫырын уйлап, ҡайғыға бата. Үгәй атаһы, моғайын, йортҡа ла ин­дермәҫ.

Район үҙәгендәге вокзалда иламһырап автобус көтөп ултыр­ғанда уның эргәһенә ауылдашы Айҙар килеп ултыра. Ул Гүзәлдән өс йәшкә өлкәнерәк. Ҡыҙыҡайҙың уның менән әллә ни аралашҡаны юҡ. Шулай ҙа бер саҡ, Айҙарҙы армияға оҙатыу кисәһен үткәргәндә, Гүзәл аяғын ҡаймыҡтыра, һәм Айҙар уны өйөнә күтәреп алып ҡайта. Зилә менән икәүләп уға армияға хаттар ҙа яҙалар, тик Айҙар әйләнеп ҡайтҡанда, ул район үҙәгенә уҡырға киткәйне инде.

– Ниңә балауыҙ һығырға булдың әле? – ти егет.

Шул саҡ Гүзәл, үҙе лә һиҙмәҫтән, уға бөтә ҡайғыһын бер юлы һөйләп бирә: аҡсаһын алдап алып ҡалыуҙарын да, эше тураһында ла, ҡалала бөтә кешенең уҫал булыуы һәм йәшәргә урын юҡлығы хаҡында ла, иң мөһиме – Тимур тигән бер бәндәнең уны ауырлы ҡалдырып ҡасыуын да йәшермәй.

– Һин минең үгәй атайҙы бе­ләһең бит – нисек ҡайтып күренергә инде хәҙер, – тип көрһөнә ул.

– Ә беләһеңме нимә – әйҙә, беҙҙә йәшә. Мин бөтәһенә лә, “минең балам”, тип әйтермен.

Гүзәлдең уға шаҡ ҡатып ҡара­ғанын күреп, егет шулай тип тә өҫтәй:

– Ҡурҡма, һиңә тырнаҡ менән дә теймәҫмен. Сериалдарҙа нисек тип атайҙар әле? Ә-ә, иҫкә төштө – “фиктив никах”.

– Ә һиңә ул ниңә кәрәк? – тип аптырап һорамай булдыра алмай Гүзәл.

– Нисек әйтергә... Һин миңә оҡшайһың. Балаларҙы ла яратам мин. Һиңә бурысым да бар – мин армияла саҡта эс бошорғос мәлдәр күп булды, Зилә менән икегеҙ яҙған хаттар ғына күңелде күтәрә ине.

Гүзәл ни өсөн был ялған никахҡа риза булыуын белмәй ҙә ҡалды тиерлек. Хәйер, башҡа юлы ла юҡ ине шул. Тиҙ генә аҙмы-күпме туған-тыумасаны йыйып һәм артыҡ ҙурҙан ҡупмай ғына туй үткәрҙеләр. Ауылда был һәр саҡ сабыйҙың “ва­ҡытынан алда” тыуырға тейеш­легенә ишара. Ысынлап та, ете ай ярымдан бәпес донъяға ла килде.

Сабыйы тыуыуға Гүзәл был никахтың юрамал ғына эшләнеүен онотҡайны инде, ул ире менән ихластан донъя көтөүгә тотонғайны.

Фото: kurer-sreda.ru

Автор:
Читайте нас: