Йор һүҙле, ғорур ир:
- Ҡыҙлы йорт – нурлы йорт. Мин һөйөклө аҡҡоштарымды бешер - бешмәҫ малай - шалайға тиңләп тә тормайым, - тип, ҡайҙа барһа ла, ҡыҙҙарын бәләкәйҙән үҙе менән бергә алып, маҡтап, күтәрмәләп йөрөтөр булды
- Эшләгәнегеҙ минең өсөн булһа ла, өйрәнгәнегеҙ үҙегеҙ өсөн булыр, балам, - тине донъяның әсеһен-сөсөһөн күп күргән уҙаман. - Быны шулай эшлә, тегене былай ит, - тип аҡыл һатып тормай һәр эштең асылын ҡыҙҙарына ла аңлата килде.
- Эшләгәндә көс түгел, ә таҫыллыҡ кәрәк, тип ваҡ-төйәк эшкә бер ҡасан да урам буйлап кеше эҙләп йөрөмәне.
Бына хәҙер ҡыҙҙары бер-бер артлы үҫеп етеп, ярҙамдары шөйлә тейә башлағас, һөйөнөп бөтә алмай. Улары, кәрәк икән, аш-һыуҙы ла оҫта итеп яраштыра, тегеү - бәйләмде лә ҡойоп ҡуя, кәрәк икән, атын да егеп-туғара белә. Һынатмаҫтар!
Тормош көтөүе йылдан-йыл еңелләште, ҡыҙҙары ла буй етте. “ Хәҙер ни йәштәрҙе элекке һымаҡ димләп биреү юҡ бит инде, үҙҙәре танышалар ҙа эйәртеп ҡайталар.Тәүфиҡлы, иманлы егеттәр осраһын, тиң кешеләр менән тормош ҡорһондар ине,” - тип теләп, төнө буйы уйланып сыҡҡыланы.
Бер көн ҡаланан ялға ҡайтҡан ҡыҙҙарын эргәһенә саҡырып алып, һүҙ башланы:
- Балалар, үпкәләмәһәгеҙ, бер нәмә әйтер инем. Аталары бик мөһим хәбәр әйтергә булғанда ғына ошолай һүҙ башлай, тип ҡыҙҙар һағайып ҡалды.
- Күреп тораһығыҙ, әсәйегеҙ менән беҙ татыу йәшәйбеҙ. Мин "йортауай" әсәйегеҙҙән уңдым, шуға донъябыҙ ана нисек гөлт итеп тора. Хоҙайға рәхмәт, тәүфиҡлы булып үҫтегеҙ, аҡылығыҙ теүәл. Кәңәшем шул: күңелегеҙ ятҡан егетте һайлағыҙ, тик ул тормош көтөрҙәй ышаныслы ысын ир булһын. Ана, алма ла ағасынан алыҫ төшмәй, баштан дөрөҫ һайлағыҙ.
Атай фатихаһынан һуң оло ҡыҙы Йәмилә 1 майға дуҫлашҡан егетен күрһәтергә алып ҡайтты. Ғиндулла ағай егетте шимләнгән бал балы менән һайлай-һыйлай кис буйы һөйләшеп, төрлөсә ҡылын тартып ҡараны. Тәү ҡарашҡа тыныс, тәрбиәле, "норма" белгән арыу ғына егет, тип һығымта яһаны. Бер һауа алыштырырға сыҡҡанда:
- Ошонда бәҙрәфте күсереп ултыртырға булғайным. Кейәү, нисек уйлайһың, барамы? - тип кинәйәләп, яңы урынды күрһәтте. Кейәү егет аңлап алды:
- Ярар, хәйләкәр ҡарт, мин дә ауыл малайы бит, бер яйын табырмын, - тип план ҡорҙо.
Ғиндулла ағай иртән иртүк көтөү ҡыуып ҡайтып, эшенә барып килде лә, сәй эсергә ҡайтты. Ул арала ҡатыны аласыҡтағы өҫтәлгә яңы айыртҡан ҡаймағын, эҫе ҡоймағын теҙгән, самауыры шыжлап ултыра.
- Йәштәр йоҡлай бирһен әле, - тип торһалар, кейәү егет ҡара тиргә батып килеп инде.
- Бәй, кейәү, һин ҡайҙан былай? Йүгереп килдеңме әллә? Әйҙә, йыуын да сәй эсәйек, - тип өҫтәлгә саҡырҙылар. Йәүҙәт бер нәмә өндәшмәй шым ғына килеп ултырҙы ла мыш-мыш килеп, сәй һемереүен белде. Сәйгә әппәр иткәс:
- Әйҙә әле, ҡайным, ошолай ярар микән, - тип тышҡа эйәртеп алып сығып китте.
Аҙбар мөйөшөнән боролоуға тау булып мәтеле ер ятҡанын күргәс, Ғиндулла ағайҙың иҫе китте. Тәрән соҡор янына барып баҫтылар.
- Үәт, кейәү, булған был! Аңлы икән, ҡасан тороп, ҡасан өлгөргән, тип эстән генә һоҡланып ҡуйҙы.
- Булдыҡлыһың, маладис! Шунан икәүләшеп соҡор өҫтөнә имән бағаналарҙан нигеҙ ҡороп, бәҙрәфте күсереп тә ҡуйҙылар.
- Дастуйный кейәү булмаҡсы, уның ышығында йәшәрһең, ҡыҙым, - тип ризалығын бирҙе атай. Ике яҡта ла өсәр көн гөрләтеп туй үткәрҙеләр. Хәҙер улары Себергә сығып китеп, арыу ғына йәшәйҙәр, йыл да тейәнешеп ҡайталар.
Бер йылдан һуң, йәмле йәйҙең бер көнөндә, Гөлсирәһе был аҙнала егет алып ҡайтам, тип хат ебәрҙе. Бесән ваҡыты етә, артыҡ ҡул мишайтламаҫ, тип шатланып китте Ғиндулла ағай. Урманда бер аҡлан күреп ҡайтҡайны, шуны кейәүе менән башлап ебәрер. Йома кис ҡайтҡан кейәүе менән мунсанан һуң ярты төн уҙғансы бал балын тәмләп, әңгәмәл
әшеп ултырҙылар. Атайҙан иртә ҡалған алсаҡ егет һүҙгә оҫта булып сыҡты, алдағы хыялдары менән дә бүлешеп, кәңәшләште.
- Кейәү, һитәле бал балы аҙаҡ кәрәгеңде бирә ул, самалап ҡап, тип иҫкәртһә лә, кейәү егет “шәрбәтле һыу” инде тип, һалған берен тотҡолап бирҙе.
- Ярар, үҙ мәйелең, тик иртәгә иртүк бесән сабырға барабыҙ, онотма, - тине Ғиндулла ағай. Буласаҡ кейәү бал балының ҡөҙрәтен белмәй ине әле! Иртәнсәк торам тиһә, аяҡтары быуынһыҙ булған да ҡуйған! Ә сәғәт дүрттә тороп өйрәнгән ағай һин дә мин йүгереп йөрөй. Ул күптән инде бер ҙур ғына бәрәнде салып, эш итеп, холодильникка тултырып ҡуйҙы. Аласыҡта аш бешкән, ҡоймаҡ ҡойолған.
- Хәлең юҡмы? - бөтәһен күреп, аңлап торған Ғиндулла ағай ярты көрөшкә бал һондо. Үҙе эскелек менән мауыҡмаған ағай урҙаһы йомшаҡ кешене яратмай ине. - Шулай, кейәү, тормош өйрәтә... Сәй эскәс, кейәүе менән ат егеп сығып киттеләр.
- Был яҡтың тәбиғәте иҫ киткес матур икән, - тип һоҡланып барҙы ялан яғында үҫкән егет. Аҡланға барып еткәс, атты тышап ебәрҙеләр, арбаны күләгәгә ҡуйҙылар.
- Аҡлан ҙур түгел, оҙаҡҡа бармаҫ, - тип Илсур көс-ғәйрәтен күрһәтергә була аяҡтарын кирә биреп килеп баҫты. Уның артынса Ғиндулла ағай төштө. Егет бара торғас, шыбыр тиргә батты, шулай ҙа һыр бирмәҫкә тырышты. Икенсе бакуйҙы үксәһенә баҫып килгән ҡайныһынан аяғын саҡ-саҡ алып өлгөрөп сығып етте.
- Кисә ныҡ булған икән, хәл етмәйерәк бит әле...
- Нишауа – нишауа! Йәш кеше бирешмәй ул! Байрам байрам менән, ә эш үҙ урынында була инде, кейәү,- тине йылмайып, шап-шаҡтай баҫып торған Ғиндулла ағай.
- Ҡалай бынау айран шәп! Эс, кейәү! - тип егеткә өс литрлыҡ бидонды һондо. Тағын ике бакуй сыҡтылар.
- Әллә ял итеп алабыҙмы, ҡайным?
- А-а-анау ҡыуаҡҡа етербеҙ инде. Иртәнге һалҡында ыратып ҡалырға кәрәк. Ысыҡ кипһә, салғы үлән өҫтөнән шылып тик тора ул. Ғиндулла ағай хәҙер үҙе алдан төшөп алып, ҡолас ташлап, рәхәтләнеп китеп сапты ла сапты. Илсур ҡалышмаҫҡа тырышты, оят үлемдән көслө бит. Ул ауылда үҫһә лә, күптән ҡулына салғы тотмағас, онотҡан. Улар яғында совхоздары мал аҙығын техника менән эшләтеп, үҙҙәре үк килтереп тә бирә. Тағын бер нисә бакуй сыҡтылар. Инде кәзә майы сыҡһа ла, егет өндәшмәне.
- Әйҙә, тамаҡ ялғап алайыҡ әле, кейәү! Ғиндулла ағай таған ҡуйып, усаҡ яҡты, ашты йылытып алды ла, һыу ҡойоп, сәйнүк аҫты. Илсур шул арала ҡоро-һарыны йыйып, тураҡлап ҡуйҙы. Ярты суйын аш, берәр тауыҡ бото ялт итеп кенә ҡалды. Илсур яңы сабылған бесән өҫтөнә салҡан төшөп ял итергә ятҡайны, ойоп китте. Йүнсел Ғиндулла ағай, кейәүе серем иткәнсе, атын Иҙелгә төшөрөп һыу эсерҙе, шунан дәдәндәрен ҡарап, солоҡ балы алып килде. Яңы бал менән төрлө үләндәр һалынған хуш еҫле сәй эсеп туйғыһыҙ ине! Илсур ҡайныһынының шул тиклем тик тормаҫ йәнле булыуына һоҡланды, үҙенең шыйығыраҡ булыуына оялып, ары һынатмаҫҡа тырышты. Аҡланды киске һарҡында яйлабыраҡ ослап ҡуйҙылар.
- Ҡыҙым, кейәүгә тел ярҙамы кәрәк буласаҡ, гел кәңәшләшеп йәшәгеҙ. Сәмселлеге бар, бирешмәҫ. Насар кеше түгел былай, - тине ул. Кейәүе мал таба белә, бер йыл эсендә машина алып, хәлле генә йәшәп яталар. Шөкөр!
Йылдар уҙҙы. Хоҙайға тапшырып, төпсөк ҡыҙы ла быйыл ҡыш көнө башлы-күҙле булды. Күрше ауылға килен булып төшкән ҡыҙы менән кейәүенең эштәре тауыҡ сүпләһә лә бөтөрлөк түгел, шуға ла Ғиндулла ағай йәш кейәүен эшкә саҡырырға яйын тура килтерә алмай йөрөй ине. Бына бөгөн кисләтеп кенә килгән балаларына атай кеше шатланып бөтә алманы. Хәл - әхеүәл һорашып, сәй эскәс, «һөйөнөсөн» белдерҙе:
- Бәрәңгем күмелмәй ята, кейәү, ҡалай йәтеш булдығыҙ әле.
- Ҡайным, хәҙер ни, ҡараңғы төшә, бер - ике көндән килеп китермен.
- Ярты сәғәтлек эш өсөн ваҡытыңды бүлеп, ҡабат-ҡабат килеп йөрөп буламы. Әйҙә, кейәү, тәүәкәлләйек! Ул аҙбарҙан йәһәтләп атын алып та сыҡты.
- Ат уҫал, сыпранлар. Үҙем ултырайым, һине тыңламаҫ ул. Кейәү, һин һуҡаны тот!
- Әйҙә, малҡай! Үҙе бик сос, һәр эште тиҙ эшләп өйрәнгән Ғиндулла ағай бында ла шул холҡон ҡыуҙы. Һуҡа тотҡан йәш кейәү сығынсы ат ыңғайына өлгөрөргә тырышып, шәп йөрөнө. Ҡара тире сыҡты, галоштарын атып
бәреп, бураҙна башында ҡалдырып бөттө, нәскиҙәре сиселеп тороп ҡалды, тешәнһә тешәнде, ләкин һынатманы.
- Эшләһәң, эш ҡарышмай инде ул, кейәү. Бына, өлгөрҙөк бит! - тип ҡәнәғәт йылмайҙы ҡайныһы.
- Кейәү эшкә ҡатҡыл, тормош көтөрлөк. Тик күңеле йомшаҡ, үҫтереп торорға кәрәк, - тип ҡыҙына ҡараны.
Шулай итеп, Ғиндулла ағай кейәүҙәрен үҙенсә һынап, аҡыллы кәңәштәрен биреп, ҡыҙҙарының донъя көтөүҙәренә риза булып, йәшәп ятҡан көнө әле.
Гөлназ НАФИҠОВА-ҒӘБИТОВА.
Фото: www.instagram.com