+22 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
27 Март , 21:20

ЯЗА

Наилә ХӘМБӘЛИЕВА (Хикәйә)- Рәмил Гөлйөҙөмдө язалап үлтергән.Йөрәк өшөткөс хәбәр ҡаланы йәшен тиҙлегендә урап үтте. Телдән телгә күсә торғас, төрлөләнде, ҡайһы ере уйҙырмаға әүерелде. Күрше өлкәнең бәләкәй генә ҡалаһында башҡорттар күп йәшәй. 80-се йылдарҙа пед һәм медучилищелары булған был ҡалаға мәктәпте бөтөп, яҡын ауылдарҙан уҡырға күмәкләп баралар. 

ЯЗА
ЯЗА

Ҡулдарына диплом алғас та, күптәре шунда эшкә ҡала, ғаилә ҡора, төпләнә. Ҙур ғына машиналар төҙөү заводында ла башлыса ошо райондың башҡорт егеттәре, ҡыҙҙары эшләй.
Ҡуйы урмандары, зәңгәр күлдәре менән һәр кемде арбарлыҡ был ҡаланы ҙур ауыл тип тә атап булыр ине. Үҙәге булған оҙон урамды йәйәү үтерлек. Ашығып йүгереп барғаныңда, осраған бер яҡташты сәләмләп, хәл-әхүәл һорауына яуап биреп хәл бөтә.
Ләйлә был ҡала техникумына яратҡан һөнәрен табып түгел, яратҡан апаһынан айырыла алмай уҡырға инде. Рәмилә апаһы йүнәлтмә буйынса килеп, ҙур төҙөлөш тресында инженер булып эш башлаған ине. Ләйләгә дөйөм ятаҡтан урын бирһәләр ҙә, апаһы йәшәгән ятаҡтан ҡайтышманы.
Районға бер поезд йөрөү сәбәпле, төрлө урында уҡыған, төрлө ерҙә эшләгән район йәштәре бер-береһе менән таныш ине. Исемләп белмәһәләр ҙә, йөҙгә танып, һаулашып йәшәнеләр. Ял көндәре шығырым тулған поезд вагондары башҡортса һөйләшеүҙән гөрләп торҙо. Осрашыу хөрмәтенән ҡыҙмаса булып өлгөргән егеттәрҙең гармун тартып, йыр һуҙып ебәреүе, ҡыҙҙарҙың шырыҡ-шырыҡ көлөшөп сер түгеүҙәре поезд вагонын ауыл клубына тартым итеп тә ебәрә ине.
Шул поезда тыуған ауылдарына ҡайтып, ял көндәрендә бер-береһен һағынып өлгөргән ғашиҡтар ине Гөлйөҙөм менән Рәмил. Был парға һоҡланмаған кеше юҡ ине. Икеһе лә һомғол, сибәр. Егеттең йөҙөндә тәкәбберлек сағылып китһә, ҡыҙ сафлыҡтың, ихласлыҡтың үҙе ине.
Рәмил армиянан ҡайтып, эшләп йөрөнө, Гөлйөҙөм уҡый ине әле. Өйләнешергә вәғәҙә бирештеләр.
Гөлйөҙөмдөң ата-инәһе баштан уҡ ҡаршы булды бер бөртөк ҡыҙҙарының был егет менән осрашыуына. Өйләнешеү тураһында хәбәр сығарыу менән, фатихаларын бирмәнеләр.
Сәбәбен әйтмәне Гөлйөҙөм егетенә. Әммә, атай, инәй һүҙенән сыҡмаясағын аңлатты. Үҙе лә шул мәлдән алып һалҡынайғандай булды Рәмилгә ҡарата. Егеттең намыҫына тейҙе был хәл.
Һөйгәнен өгөтләп тә, күндерергә була инәлеп тә ҡарағас, ҡурҡытыуға күсте.
Нисә йыл яратышып, үҙен ҡурсалап, яҡлап йөрөткән егеттең ҡурҡыныс аҙымға бара алырына ышанманы Гөлйөҙөм.
- Беҙ мәңгегә бергә булырға ант бирҙек, Гөлйөҙөм. Мин антыма тоғромон. Ә һин?
- Ғәфү ит мине, Рәмил. Эш атайымда ла, инәйемдә лә түгел инде хәҙер. Мин һине яратмайым. Быны әле генә аңланым. Ғәфү ит...
- Яратмайһың?! Нисек яратмайһың? Мин нимә эшләргә тейеш хәҙер? Һин минән көлдөң, мәсхәрә иттең. Дуҫтарымдың күҙенә нисек ҡарармын? Әсәйем килен көтә. Уға нимә тип әйтермен? Юҡ инде, Гөлйөҙөм. Минеке булмаһаң , башҡаныҡы ла булмаясаҡһың.
Ятаҡты яңғыратҡан “Ҡара ҡом” йыры аша бер кем дә сәскә кеүек ҡыҙҙың ярлыҡау һорап ялбарыуын ишетмәне. Был ҡара сәғәттәрҙә ҡара күңелле егеттең ҡара уйын башҡарыуы береһенең дә күҙ алдына килмәне.
- Беҙ бергә булырға тейеш инек. Ләкин был донъяла беҙгә ҡауышырға рөхсәт бирмәнеләр. Һөйгәнемдең ата-инәһе быға кәртә ҡуйҙы. Мөхәббәтебеҙгә тоғро ҡалып, теге донъяға бергә китергә тип һүҙ ҡуйыштыҡ.
Хөрмәтле суд! Был ҡарарҙы Гөлйөҙөм ҡабул итте. Һинһеҙ йәшәй алмам, тине. Ә миңә нимә ҡала? Уның һорауы буйынса башта уны үлтерҙем. Тик бына...Үлергә тип ятаҡтың һуңғы ҡатынан да ырғып ҡараным, поезд аҫтына ла ташландым. Килеп сыҡманы. Һәр ваҡыт миңә кемдер ярҙамға килде...
- Ә беҙҙең ғәзиз балабыҙға кемдеңдер ярҙам итеү мөмкинселеген дә ҡалдырманың. Тотҡонлоҡта язалап үлтерҙең.
Ҡара ҡайғыға батҡан атайҙың йөрәк ярып сыҡҡан һүҙҙәре яуапһыҙ ҡалды...
Дүрт һыны теүәл, берәй ере һыныу түгел, сыйылып та ҡуймаған, күҙҙәренә туп-тура ҡараған был егеттең оятһыҙлығынан суд залында ултырғандарҙың ғына түгел, судьяның да күңеле ытырғанып ҡуйҙы.
Төрлө дәлилдәр килтереп, үҙен төрлөсә йәлләтергә тырышыуына ҡарамаҫтан, суд ғәҙел хөкөм сығарҙы. Рәмилде ун дүрт йылға төрмәгә яптылар.
Егетенең үлем менән янауын Гөлйөҙөм яҡын әхирәтенә әйтеп ҡуйыуын белмәй ине ул.
- Кешеләрҙә нисек яңылышмаҫҡа? Ниндәй матур йөҙҙәрҙә лә хәүеф-хәтәр йәшеренгәнен, нурлы күҙҙәрҙә лә шайтан уты яныуын ҡайҙан аңлап ҡалырға? Һөйгәнеңдән алданмаҫ өсөн, мөхәббәтте яҡты яҡта йәшәтер өсөн ниндәй булырға һуң?
Апаһының итәгендә түгелеп илаған Ләйләнең йәш йөрәге һыҡтаны ла, һыҡтаны. Белеп йөрөгән, осратҡан һайын һоҡланып ҡараған, ысын һөйөү ошолай була икән тип хыял төйнәгән Ләйлә оҙаҡ, бик оҙаҡ яйлап алды күңелен.
...Белмәй ине ул, Гөлйөҙөмдөң тәнен язалаған кеүек, тегендә, төрмәлә лә йәш, эскерһеҙ ҡыҙҙарҙың йәндәрен язалауын дауам итерен Рәмилдең. Төрлө тарафтарға осҡан мөхәббәт хаттарында матур һүҙҙәргә төрнәлгән мәкер, яза ятыуын, ул язаның ҡасан да булһа үтәләсәгенә ышанып, күңел байрамы ойошторғанын да белмәй ине. Хәйләһеҙҙәрен саҡырып алып, тән байрамдарын да ойошторасағын белмәй ине.
Тәүбәгә килеп, Гөлйөҙөмдөң яҡты рухынан ғәфү үтенмәгән кеүек, ул ҡыҙҙарҙан да бер ваҡытта ла ғәфү үтенмәҫен дә белмәне мөхәббәттең ысын, ҡайнар ҡосағын татып та ҡарамаған ҡыҙ.

 

Автор:
Читайте нас: