-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
15 Апрель , 20:00

СИҒАН ЙЫРЫ Сабир ШӘРИПОВ

(Хикәйә) Тиҙ йөрөшлө поезд бәләкәйерәк кенә бер станцияға килеп туҡтаны. Өс минутҡа ғына. Бына вагон ишектәре асылды, төшөр кеше төшә, менәре менә. Кеше күп түгел, әллә ни ығы-зығы һиҙелмәй.— Гөлсара, бикләй һал, ишекте яп тиҙерәк! — Фазила өҫтәп «Сиғандар баҫа!» тип әйтергә лә өлгөрмәне, ике ҡыҙҙың аяҡтары араһынан тиерлек, маймылдай үрмәләп, ҡара бөҙрә сәсле өс-дүрт малай-шалай, ҙур шоморт күҙҙәрен алаңлатып, берәм-һәрәм эскә йомолдо. Уңарсы имсәк балаһын яурыны аша күкрәгенә яҫы шәлъяулыҡ менән бәйләгән ҡатын (камзул һымаҡ еңһеҙ күлдәктән, әле йәй башланыр-баш­ланмаҫ мәл, нисек өшөмәйҙер), артынса йәнә йәшерәге һәм йәмһеҙ генә көмрө ҡарсыҡ, тығылышып, аһ та уһ инә башланы.

СИҒАН ЙЫРЫ Сабир ШӘРИПОВ
СИҒАН ЙЫРЫ Сабир ШӘРИПОВ

— Туҡтап тороғоҙ, ҡабаланмағыҙ!
— Әле пассажирҙар төшөп бөтмәгән бит.
— Билетығыҙҙы күрһәтегеҙ!
— Ниңә нахаллашаһығыҙ инде... Пассажир иптәштәр!
Студентка-проводницалар алмаш-тилмәш «пассажир иптәштәр»гә инструкция буйынсараҡ, артыҡ ҡаты бәрелмәҫкә тырышып, юҡҡа ғына һүҙ ҡатҡан булды, әрһеҙ юлаусыларҙы тәртипкә саҡырып маташты. Ҡайҙа ул! Сиғандар һиҙҙе инде: бүтән вагондарҙа кадровый проводницалар, улар менән тәмһеҙләшеү, төрткөләшеү ҡуба. Ваго­нына әллә инәһең, әллә ауыҙ асып тороп ҡалаһың. Бында, исмаһам, йәш ҡыҙҙар, нисек тә килешергә булыр, килешмәгән хәлдә нисек тә төп башына ултыртыуы өс тин бер аҡса, йәнәһе. Йәш ҡыҙҙар тиҙ ышаныусан, хәйләһеҙ була.
Сиғандар өс кешегә бер билет һуҙҙы, уныһы ла иҫке булып сыҡты.
— Беҙгә Владимировкаға ғына ба­рырға, — балалы ҡатындың туҡтарға уйы ла юҡ. — Сабый хаҡына хәлгә керегеҙ!
— Үткәрегеҙ инде, матурҡайҙар. Үҙегеҙгә «дипломат» һатабыҙ, — йәше­рәге дефицит әйбер менән әүрәтмәксе. Шунан, сирыла төшөп, иламһырап та ебәрҙе: — Ошо поездан ҡалмаҫҡа ине. Төнгә ҡалабыҙ.
Ҡарсыҡ иһә уратып-нитеп торманы:
— Билет бар, үт әйҙә. Эстә, ирҙә­ребеҙҙә.
- ?!
Ысынлап та, был мәлдә вагонға дөбөр-шатыр сиған таборы килеп тулғайны инде. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың иҫке билет күрһәтеүҙәре, йәлләтергә маташыуҙары алдаштырыу өсөн генә булған икән, төп «көстәре» артҡы ишектән, проводницалар әйтмешләй, «рабочий ишек»тән ябырылғандар. Ни аралалыр ике яҡлап өс-дүрт плацкартты биләп, ауыр-ҙур төргәктәрен, сумкаларын, тоҡтарын бер бүлемгә өйөп тә ҡуйғандар. Үҙҙәренең һин дә мин ултырыуҙарын әйт әле. Ишек биген нисек астылар икән? Моғайын, алдан сабыулаған ҡарасман малай, арғы осҡа үтә һалып, асҡыс яратҡандыр. Өскөл тишемле асҡысты эшләп алыуы йә сәлдереүе ҡыйынмы ни?!
Ни ҡылһын инде ҡыйыуһыҙ ҡыҙҙар?
Улар — икәү, тегеләр — егермеләп. Исмаһам, милиция-фәлән дә күренмәй. Булһалар ҙа, хәйер, әллә ни эш ҡыра алмаҫтар ине. Юҡ, сиғандар менән һағыраҡ, алды-артыңды ҡарабыраҡ эш итеү хәйерлерәк. Юғиһә... Ана бит, кисә генә бригадирҙары һөйләп торҙо: Кишинев — Томск поезына, имеш, бер көтөү юлаусы сиған көсләшеп ултырған. Янъял ҡуптарырға самалаған проводницаны тегеләр хәнйәр күрһәтеп, ҡотон алғандар, шунан бүлмәһенә бикләгән дә ҡуйғандар. Аҙаҡ, шарап һемерә-һемерә, йырлашып-көлөшөп, гитара сиртеп, ал­дағы станцияға тиклем ултырып барған­дар ҙа, бер ни булмағандай, төшөп тә ҡалғандар.
— Бригадирға әйтәйекме? — тине Фазила икеләнеп кенә.
— Әлләсе... ҡуй, — тине Гөлсара, вайымһыҙ күренергә тырышып. — Влади­мировкала төшәбеҙ, тинеләр бит. Ярты сәғәтлек юл... Унан... Ҡыҙыҡ халыҡ та инде былар.
— Тапҡан ҡыҙыҡ! Тикшереү килһә, нимә тиербеҙ?
— Үҙҙәре яуап бирерҙәр. Беренсе мәртәбә юлға сыҡмайҙарҙыр әле. Күрҙең дә инде нисек ингәндәрен...
Фазила үҙенекен тылҡыны:
— Начальникҡа барам. Шул ҡотһоҙҙар өсөн бәләгә ҡалаһым юҡ.
— Теләгәнеңде генә эшлә. — Гөлсара күтәрмәле баҫҡысты ябырға ынтылғайны, шул арала тамбурға сыҡҡан бер сиған егете уға ярҙамға килде. Үҙе мәрәкәләп маташа.
— Ҡыҙҙарға тимер күтәрергә ярамай, тиҙәр. Ҡана әле, үҙем.
Фазила фырт ҡына кейенгән ҡыйғас мыйыҡлы егеткә ҡырын ғына ҡарап алды: яҫы ҡайыш, яғаһы сигеүле-суҡлы ап-аҡ күлдәк, ҡара туфли — төҫөнә-кәүҙәһенә кейеме килешеп тора суҡынғырҙың. Шулай ҙа ҡыҙ, ниңәлер, сирҡанған кешеләй йәмрәйеп ҡуйҙы һәм тәүәккәл генә вагонға үтте. «Тәртип урынлаш­тырасаҡ...» — тип уйлап ҡалды Гөлсара әхирәте хаҡында. «Баҫҡынсылар»ҙы бригадирға ошаҡлау ниәтенән һүрелде, күрәһең...
Поезд һиҙҙермәй генә ҡуҙғалды ла юлын дауам итте. Вагон эсен көңгөр-ҡаңғыр һөйләшеүҙәр, сабыйҙарҙың ниҙер таптырып мыжығаны, эҫәңгерәп шыңшығаны, әсәләрҙең уларҙы йә наҙлы, йә асыулы йыуатҡаны күмде. Тәүҙәрәк сиғандар шым ғына килде, тора-бара тауыштары көрөрәк яңғыраны, телгә бөткәндәре көлкө-мәҙәк сәсә башланы. Берәүҙәре кәрт һуға, икенселәре газета-журнал уҡый, донъя хәлдәре хаҡында гәпләшә. Замана уландары, ҡәҙимге кешеләрҙән әллә ни айырылмайҙар икән былай үҙҙәре. Тик «сиғандар» тигән һүҙ генә Гөлсараның күңелен әллә ни эшләтә, сихри, серле уйҙарға тарта.
Билетһыҙ пассажирҙар ана шулай үҙ ғәмдәре менән мәшғүл. Билетлылар иһә төпкәрәк, бер тирәгәрәк һырыҡҡан.
Ысынлап та, Фазила вагон буйлап ары-бире йөрөп әйләнде, сиғандарҙы шауламаҫҡа, салонды ҡый-һай менән сүпләмәҫкә, кәрәкмәгәнгә бүтән вагондарға һәптәндәп йөрөмәҫкә димләне. Уның өгөт-нәсихәтен телгә бөткән сиған егеттәре көлкөгә һабыш­тырҙы, хатта үпкәләткәнсе мәрәкәләп тә алдылар.
— Үҙе комсомолка... — тип башланы берәүһе, ауыҙын йырып. Ысынлап та, Фазиланың бойцовкаһында «ССО» значоктары менән йәнәш комсомол значогы ла балҡый ине. 
— Үҙе спортсменка... — икенсеһе ҡыҙҙың спорт салбарына төрттөрҙө.
Тәүге егет «йомғаҡлап» ҡуйҙы:
— Үҙе ҡалай һимеҙ!
Мәҙәкселәр шулай, иң ауыртҡан еренә бәрелеүҙәрен дә уйламай, ҡыҙҙың күңелен китте, намыҫын ғәрләндерҙе. Ул иһә, үсеккән бала төҫлө турһайып, проводниктар бүлмәһенә ашыҡты. Ашауын наҡыҫайтып, йоҡоһон ҡыҫҡартып ҡарай ҙа бит, тәбиғәт биргән буйы-һыны шулайҙыр инде, ни ҡылһын? Хатта былтыр, имеш, тәмәке кешене ябыҡтыра, тигән фекерҙе ҡайҙалыр уҡығайны, үҙе лә бер-ике мәртәбә йәшереп кенә сәсәй-сәсәй сигарет төтәтеп ҡараны. Ябыҡмағас ябыҡмай инде.
— Хам! Елғыуарҙар! — Фазила, үҙ алдына һөйләнеп, «дежурка» ишеген шарт асып эскә үтте һәм ишекте дарһыл­датҡансы ябып ҡуйҙы.
Гөлсарамы? Уға, ысынлап та, сиғандар ят та, яҡын да, серле лә кеүек.
«Ниндәй ғәжәп тоҡомдан һуң улар? Бөҙрәләнеп, күпереп торған ҡара сәсле, ҡарағусҡыл битле кешеләр... Ҡайһы ғына ҡитғаларға таралмаған улар! Һин­дос­тан, Австралия, Америка, Африка... Ниндәй генә телдә һөйләшмәй, ниндәй генә дингә табынмайҙар. Христиандары ла, католиктары ла, мосолмандары ла бар. Ҡайһы милләт менән нығыраҡ аралаша, аҙмы-күпме шуларҙың ғөрөф-ғәҙәтен үҙләштерәләр. Әммә барыбер үҙҙәренең ғөрөф-ғәҙәтенә, йолаларына ла йәбешеп ятҡан көндәре. Быуаттар буйы илдән илгә сиған таборҙары күсеп йөрөгән. Ниндәй ҡөҙрәт, ниндәй көс йөрөткән? Гитара зыңлатып, аҡсаға ла, бушҡа ла моңло көйҙәр йырлап, осраған берәүҙең киләсәген юрап, йә төрлөсә һемәйтеп, дәртле бейеүҙәр менән арбап...
Һөнәрле халыҡ! Беҙҙең илдәге сиған­дар, әлбиттә, замана сиғандары. Күпселеге күптән инде ултыраҡ тормошта әҙәмсә йәшәй, эшләй. Ә быларға нимә ҡалған? Ниндәй елдәр ташланы һеҙҙе сәфәргә? Ҡытлыҡтанмы әллә туҡлыҡтанмы ерҙәр гиҙәһегеҙ? Ни йәм табалар икән өймәкләшеп юл йөрөүҙән? Араларында ҡәҙимгесә эшләп, уҡып йөрөгәндәр ҙә бар кеүек. Берәүһе ана бая газета уҡып, иптәштәре менән хатта донъя сәйәсәте тураһында гәпләшеп килә ине. Шулай ҙа ҡыҙыҡ, ғәжәп серле, тылсымлы һеҙ, сиғандар, сиғандар! Хикмәтлеһегеҙ...»
Фазила вагонда «тәртип урынлаштыр­ғанда», моңһоу ҡарашын тәҙрә аша лапаҡ ҡына урманлы дала киңлектәренә төбәгән һабаҡташы Гөлсараның башында ошондай уй-фекерҙәр сыуалды.
— Ҡараҡаш-матурҡас, берәйһе рәнйеттеме әллә?
Егеттең һорауы ипле генә, наҙлы ғына тойолғас, беҙҙең ҡыҙ ҙа һәүетемсә           яуапланы.
— Юҡсы... Яҙатайым контролерҙар килеп сыҡһа, ни тиермен икән тип кенә борсолам әҙерәк.
Йәштәрҙең әңгәмәһе үҙенән-үҙе ҡуйыра барҙы.
— Борсолма юҡҡа. Беҙҙең братты белә улар, белә. Кәрәк кешеһенә аҡса төртә торған ғәҙәт тә бар бит әле.
Был хәбәр оҡшаманы Гөлсараға. Әллә шуға, әллә эш вазифаһын иҫләп, ул да «дежурка»ға инде, үҙе, ниңәлер, ишекте тулыһынса япманы.
Бер аҙҙан ҡыҙҙарҙың ярым асыҡ бүлмә ишегенә әлеге фырт егет яурыны менән терәлде, ә ҡултығы аҫтынан был вагонға иң алдан юл ярған малай алғараҡ сығып баҫты, әммә үҙе ни эшләргә белмәй аптыраны, ССО формаһы кейгән апайҙарға, берсә өлкән юлдашына алан-йолан ҡаранды, үҙе йылмайған була. Ап-аҡ тештәрен йылтыратып, эскерһеҙ йылмая.
— О ромэнэ! Бында тағы бер фәрештә бар икән дәһә, — тип һүҙ ҡушты күңелсәк егет. — Хәйерле көн!
Егеттең сәләмен ҡеүәтләгәндәй, йылғыр малай ҙа уң ҡулын өҫкә күтәреп төшөрҙө: йәнәһе, сәләм!
— Хәйерле кис теләү дөрөҫөрәк булыр.
«Фәрештә» тигәнде йәнә төртмәс һүҙ тип ҡабул иткән Фазила, әлбиттә, тырт-мырт һөйләште.
— Эйе шул, көн кисләп тә бара, имеш. Әле беҙҙә төш мәле, шуға буталып китәм, ахырыһы.
Фазила:
— Ҡайҙа ул «беҙҙә»? Һеҙҙең ерегеҙ барҙыр шул, — тип кемдән нисек үс алырға белмәгәндәй әсе телләнде. Көләс егеттең иһә бер ҙә хәтере ҡалманы.
— Беҙҙә, тимәк, ҡояшлы Молдавияла! — Шунан Фазилаға шоморт күҙҙәре менән тура ҡарап өҫтәп ҡуйҙы: — Әгәр һеҙҙең хәтерегеҙҙе ҡалдырғанмын икән, ғәфү үтенәм. Беҙҙең нәҫел ҡайһы осраҡта уралтмай-нитмәй һибә борсаҡты, шуны ла белегеҙ.
— Харап... — Фазила, турһайып, ни сығырға, ни урынында ҡалырға белмәй аҙапланды.
Гөлсараға иһә был ыҡсым кәүҙәле һылыу егет оҡшай ине. Һүҙгә йор, әммә сама белә, күҙ ҡараштары алсаҡ, үҙе һәләк бөхтә, игелекле... Ҡыҙ йылмайып, малайға өндәште, гүйә ул Фазиланы тынысландырырға, сиғандарҙы, кире­һенсә, йәберләмәҫкә теләй.
— Исемең нисек, иптәш? — «Иптәш» тигәнде Гөлсара йәтеш кенә әйтеп һалды.
Малай яуап бирергә икеләнгәс, тоғро күҙҙәре менән ағаһына ҡараны.
— Радж иптәш, үҙең түгел, исемең ҡыҙыҡһындыра проводницаларҙы, оял­ма, әйтеп ебәр,— тине егет.
– Радж, — малай ҙа өлкәндәрҙең көлөүенә ҡушылды. Хатта Фазиланың да йөҙөнә аҙмы-күпме кәйеф сатҡылары йүгергәндәй итте.
— Ә үҙеңдеке нисек? — Малай ололарса олпатлыҡ менән Гөлсараға шундай һорау бирҙе.
(Дауамы бар).
Шул саҡ бая вагонға күҙ ҙә йоммай «Билет бар ул...» тип йырмаслап менгән көмрө ҡарсыҡтың өндәшеүе ишетелде.
—Януш, аяҡ аҫтында уралмағыҙ әле, — ҡарсыҡтың үтенесе әллә ни ҡәтғи түгел, шулай ҙа тауышы ғәмле һәм шелтәле сыға. — Етешмәгән ерегеҙ юҡ. Былай ҙа баш ҡатып бөткән...
— Рәхмәт, Михайловна, рәхмәт. Сибәркәйҙәргә үҙемде нисегерәк таныштырырға тип баш вата инем, әлдә хәлгә индең. — Януш йәнә барыһын да көлкөгә һабыштырмаҡсы ине. Әммә үҙе Раджды етәкләп был тирәнән тиҙерәк шылыу яғын ҡараны. Сиғандарҙың ир-аты сал сәсле ҡарсыҡтарҙы ҡурсаларға һәм хөрмәтләргә тейеш. Был уның өсөн генә түгел, бәлки бөтә сиғандар өсөн ҡанун.
— Ҡыҙҙарым, — тин мөрәжәғәт итте Михайловна, Гөлсара менән Фазилаға алмаш-тилмәш ҡарап. Үҙе шул арала Янушҡа бармаҡ янарға ла өлгөрҙө. — Бер сабыйыбыҙ ҡыҙамыҡлап тора, шуға дарыу юҡмы?
Гөлсара шунда уҡ етдиләнде һәм ҡарсыҡ артынан эйәрҙе:
— Тәүҙә ҡарайыҡ әле. Нисә йәштә?
— Йәш ярымлыҡ ҡына. Замана балаһы инде, бигерәк йомшаҡай. һыуыҡ алдырғандыр. Вагонда тирләй, төшһәң, ел һуға. Сыныҡмаған шул әле. Ни шифалы үләндәремде алмағанмын, хәйерһеҙҙе...
Институтта медицина сестралары курсында ихлас ҡына шөғөлләнгәйне ике ҡыҙ ҙа.
Әбейҙең һүҙе раҫ: балала температура. Гөлсара ауырыу өсөн аптечканан кәрәкле таблеткалар алып килде, уларҙы нисек ҡулланырға кәрәклеген өйрәтте, компресс яһарға кәңәш бирҙе лә үҙ бүлмәһенә атланы. Сиғандар уны рәхмәтле ҡараштары менән оҙатып ҡалды.
Бер аҙҙан бөксәйеңкерәп атлаусы ҡарсыҡ «дежуркаға» ҡабат килде.
— Йөҙ йәшә, ҡыҙым. Шәбәйер минең һөйөклө ейәнем, күр ҙә тор. Рәхмәт һиңә, — тине ул Гөлсараға һәм өс-дүрткә бөкләнгән бер һумлыҡ аҡса һуҙҙы.
— Юҡ, юҡ, дарыу бушлай бирелә, — тине Гөлсара, сәбәпһеҙгә уңайһыҙланып, — Владимировкала мотлаҡ станцияның медпунктына инегеҙ, йәме.
— Ал, балам, ал, — тине ҡапыл ғына пәйҙа булған көрәк һаҡаллы сиған ҡарты. Ә ул ниңә бында килгән?
— Рәхмәт, улай оҡшамай, — ҡыҙ йәнә ҡыҙарынды. — Рәхим итегеҙ, ултырығыҙ.
Ҡарттар һикегә ултырышты һәм хужабикәнең сәй-шәкәренә ҡыҫтатмай ғына үрелделәр.
— Үҙеңә рәхмәт яуһын, ҡыҙым, — быны ҡарт бик уйсан итеп әйтте. Шулай ҙа ҡалын тауыш булыр икән кешелә, ҡысҡырһа, тау ишелмәҫ тимә. — Сиған яҡшыға яҡшы, яманға үҙенән дә яман ул.
Сиғандар, сиғандар... Бына бығаса Гөлсараның улар менән йүнләп күҙмә-күҙ аралашҡаны юҡ ине шикелле. Китаптарҙан уҡып, киноларҙан ҡарап, осраҡлы кешеләрҙән имеш-мимештәр ишетеп кенә фекер йөрөттө түгелме улар хаҡында? Ҡыҙҙың зиһенен бер генә мәлгә ысынлы-бушлы хәбәрҙәр сорнаны.
...Имеш, сиғандар колхоздың һәйбәт-һәйбәт биш-алты атын ҡыуып алып киткәндәр. Ауылда саҡта, беренсе класҡа уҡырға төшкән көҙҙә, хәтеренә һеңдергәйне ҡыҙыҡай был шомло хәбәрҙе.
...Имеш, улар ғәрсел уҫал халыҡ, һуғышһалар, бысаҡҡа бысаҡ киләләр. Атаһы бер мәжлестә шулай һөйләнеп ултырҙы түгелме әле?
...Вәт көлкө! Ағаһын Өфөлә бер сибәр фалсы кәкре ҡайынға терәтеп киткән.
Өфөлә аҙналыҡ курста уҡып ятҡан Гөлсараның ағаһы. Урам сатында йәп-йәш күрәҙәсегә тап була.
— Дай погадаю, добре жигет! — тип һүҙ башлай фалсы. Бер ҡатлыраҡ егет ыҡ-мыҡ иткәнсе, уның ҡулына сат йәбешә.
— Күпме аҡсаң бар?
— Биш һум ғына...
— Етә, шул етә. һинең ҡараштарың бигерәк игелекле!
Ай-вайына ҡуймай икән теге, тәки албырғатып, юҡты-барҙы юрап, аҡсаһын ала, өҫтәүенә, йыуатып ҡуя, шунан әмәл дә өйрәтә.
— Алданы был мине тип уйлама. Ҡайтҡас, киске һигеҙҙә «появись, пятерка!» тиерһең дә, аҡсаң ятҡан кеҫәңә өс мәртәбә һуғырһың: өр-яңы ике бишлек ятыр. Берәү урынына — икәү. Күр ҙә тор!
Ҡайта ағаһы, ҡунаҡханалағы бүлмәләше киске табынға саҡырһа ла, ултырмай — сәғәт бына-бына һигеҙ тулмаҡсы. Бер саҡ был йыуынғыс эргәһендә ниҙер мығырлап, кеҫәһенә шап та шоп һуҡҡылай икән.
— Ни эшләүең был? — тип ҡыҙыҡһына иптәше. Юғалып ҡалмай ағаһы:
— Әллә ниндәй май йоҡҡан...
«Шул кәнтәйгә ышанған мин ахмаҡ», — тип ағаһыпың ихлас һөйлән көлдөргәне бар ҙаһа.
...Сыуаш ҡыҙы Тамара һуң? Институтта уҡый, күрше группанан. Былтыр электричкаға төшһә, ике сиған тотам да артынан ҡалмай, ти. Артыҡ аҡсам юҡ, бына ҡайтырлыҡ өс һум ғына бар, тип ҡарай, барыбер йөҙәтәләр, ти. Аптырағас, көшөлөгөн һурып сығара, аҡсаһын күрһәтә. Күрһәтеүе була — өс һумынан яҙа. «Шунан башҡа аҡсам юҡ, бына бит...» — тип буш көшөлөгөн асһа, унан да ҡолаҡ ҡаға. «Бирегеҙ, көшөлөгөм кәрәкмәй, аҡсамды ғына бирегеҙ»,— тип осһоҙло ғына йөҙөгөн сисә — ул да Аллаһы әкбәр! Кире ятаҡҡа ҡайтып, Гөлсаранан үтескә юллыҡ аҡса алып китте шул Тамара.
...Алдау ике осло була. Быйыл ғына вахтершанан ишетте бер ғибрәтле хәлде. Һүҙсән апай, белмәгәп-ишетмәгән хәбәре юҡтыр. Уның күршеһе «Өфө» универмагына алты йөҙ һумдан күберәк аҡса менән инә. Затлы келәмгә сираты яҡынайған икән. Әлеге лә баяғы, өс әрһеҙ алыпһатар ҡатын һырып ала быны. Ал да ал, тип импорт итекте мул ғына хаҡҡа елгәрмәкселәр. Ҡыҙыҡҡанға — ҡыҙыл тигәндәй, итек тә кәрәк, тип аҡсалы асыҡ ауыҙ дефицит тауарҙы аяғында самалап ҡарарға уйлай. Бер аулағыраҡ мөйөшкә һыйыналар; һатып алыусы уң итекте кейеп, һулына үрелһә — «һатыусыларҙан» елдәр иҫкән, аҡса һалынған сумкаһы күренмәй. Илап, ҡараҡтарҙы ҡарғап ҡайтып инә был өйөнә. Ире мут ҡына өйҙә үсәй икән. Йәтеш булған, фәлән дә төгән... Баҡһаң, аҡса янсығын өйҙә онотоп сығып киткән икән. Һемәйәһе урынға уғрыларҙы үҙе аңғармаҫтан һемәйткән шул. Улар «тәҡдим иткән» итекте ни эшләткәндер, быныһы ҡараңғы.
Күп инде ул имеш-мимештәр, донъя тулы. Ә киноларҙа, китаптарҙа улар күберәк көслө рухлы, һәләтле, тәүәккәл тоҡом итеп һүрәтләнә. Ә тормошта, дөрөҫөрәге, студентка Гөлсараға осрағандары, һи-и, әллә кемдәр түгел инде түгелен. Шулай ҙа бынау яҫы һаҡаллы, ғәйрәтле тауышлы ҡартҡа нисә йәш икән? Әбейгә, моғайын, етмеш тирәһелер. Күҙҙәре нурһыҙланған, ҡул-биттәре ныҡ һурыҡҡан. Ҡартҡа ла шул сама барҙыр. Өйҙә генә мейес башында ҡырын ятһаларсы... Һай, әйтеүе генә анһат. Үҙ ғүмерҙәрендә әллә күпме тарафтарҙы гиҙеп, гелән ҡайҙалыр ынтылыусы күңел хәсиәттәрен баҫып, үҙ хис-моңдарына иҫереп, бүтәндәрҙе тилертеп йөрөгәндәрҙер әле. Әсеһен дә, сөсөһөн дә татығандарҙыр...
Әллә нисәмә юҫыҡтағы уйҙар үтте Гөлсараның башынан ҡапыл ғына.
Гөлсараның йәшерен уйын һиҙгәндәй, ҡарт тамаҡ ҡырып ҡуйҙы.
— Дарыу хаҡын алманың, исмаһам, күрер көндәреңде алдан әйтеп бирәйем, — тине ҡарсыҡ. — Сәйең тәмле булды, ҡулыңдан һөйөн. Ҡояш-алла гел яҡтыртһын барыр юлыңды.
Михайловнаның тәҡдименә ҡарт аҫтыртын ғына йылмайып ҡуйҙы. Шулай ҙа ул белә: таборҙарында элек иң оҫта, иң сос, иң табышлы ине, Зита хәҙер бик һирәк кенә тотона был кәсебенә. Иң шәп бейеүсе, иң моңло йырсы ла ул ине.        '        
Юҡҡа ғынамы ағайым һинең өсөн атай-ағайҙарыңа биш арғымаҡ биргән. Биш арғымаҡ! Төркмәнстандан ике аҙна буйы ҡыуған. Төндә, тик төндәрен генә эйәргән. Йондоҙҙарға ҡарап тапҡан килер юлды... Шулай уйланды ҡарт үҙенең бер туған еңгәһе — әле ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡыҙға бәхетле киләсәк, һыу һөлөгөләй йәр, ғаилә бәхете, әсәлек ҡыуанысы юраған йәмһеҙ ҡарсыҡ хаҡында. Ниҙер һорай ҡыҙҙар, үҙе ниҙер әйтә. Шунан ҡарт сиған тәҙрә аша һағышлы күҙҙәрен баҡты, ирекһеҙҙән хәтирәләргә сумды.
— Зита, ошо тирәнән үткәйнек түгелме ни беҙ? Элек...
— Ҡамасаулама әле, дуңғырлаҡ тауышын менән, — ҡарсыҡ һуҡранып алды, әммә хискә бирелеп өҫтәп ҡуйҙы. — Үткәйнек, һуғыштан алда үткәйнек, эйе. Ағайыңдың айырым фургоны бар ине. Дағалы аттары уйнаҡлап ҡына тора ине. Һай, ғүмерҙәр, аға ла аға...
Шунан Михайловна Гөлсараның арҡаһынан өләсәйҙәрсә наҙлап һөйҙө лә ҡәйнешенә баҡты.
— Беләһеңме, Микола, был ҡыҙҙың исеме нисек?
— Гульсара! — Ҡарсыҡ «л»ды ҡатыраҡ, «р»ҙы ҡалтыратыбыраҡ әйтте. — Шәп исем, ә беләһеңме, уның кендеге ҡайҙа ҡырҡылған?
— Хәҙер ни донъя буталып бөткән бит, — ҡарт Гөлсараның күҙҙәренә текләне, ҡыҙ иһә бер ҙә тартынманы: — Уралдан түгелме? Шул яҡтыҡына тартҡан күҙҙәре.
— Өҫтөнә баҫтың, ҡартлас, нәҡ өҫтөнә. Яйыҡ буйынан тыумышы.
— Яйыҡ, Яйыҡ... Шул йылға баш алған яҡтарҙа йәйләнек тәһә бер йыл. Табор башлығы ине олатай, мәрхүм...
— Зәңгәр-зәңгәр сатырҙар ҡороп йәйләнек. Шулай, Микола, йәйләнек. Һауа ниндәй шәп ул яҡтарҙа. Ул емеш-еләк! Иҫләйһеңме, ҡара айғыр...
Ләкин ҡарсыҡ артабан һүҙ ҡуйыртманы. Әллә ҡасанғы ҡара айғыр мажараһын һөйләһә, сиғандарҙыҡына тартымыраҡ йөҙлө бынау һөй- мәлекле ҡыҙ уларҙы әллә дөрөҫ аңлар, әллә юҡ.
— Хәтерләйем, хәтерләйем... — тигән булды ҡарт, «һүҙ бөттө» тигәнгә ишаралап. — Шөкөр, ҡыҙым, сәйеңә, ҡартайыу, һыҙланыу белмәй ғүмер ит.
«Ҡара айғыр... Ҡара айғыр... Нисек кенә булды әле һуң ул ваҡиға?» Ҡарт, хәтирәләргә сумып, ашыҡмай ғына ағас төрөпкәһенә ҡапыл ғына аңлап булмаҫлыҡ селтәр-биҙәктәр сигелгән янсыҡтан тәмәке онтағы тултырҙы, шунан һәлмәк атлап тамбурға сыҡты. Радж менән Януш баянан бирле шунда ине. Сөнки улар бер-береһенә әйтмәй генә «дежурка»ның ҡарттарҙың бушағанын көтә.
— Ҡара айғыр... Аҫау айғыр, — тип һөйләнде ҡарт үҙ алдына һәм ауырттырмай ғына Радждың маңлайына сиртте. — Һеҙҙең ҡулығыҙҙан килмәҫ инде беҙҙең йәшлектәге ише саялыҡтар! Һөнәрһеҙерәк әҙәм булырһығыҙ, ахырыһы.
— Ниндәй айғыр иҫегеҙгә төштө? — тип һүҙ ҡушты Януш ҡартҡа хөрмәт менән.
— Бынан көньяҡта, һыбай бер аҙналыҡ юлда, беҙҙең ише ат яратҡан халыҡ йәшәй. Шунда, Яйыҡ буйында, сатыр ҡороп ятабыҙ. Шәп инде кәсеп: мискә һатабыҙ, арба йүнәтәбеҙ, ат дағалайбыҙ, — төрлөсә алыш-биреш итәбеҙ инде шулар менән. Урындағы кешеләр менән татыу ғына йәшәйбеҙ. Ә бер көп килеп, улар беҙҙе милиционерҙар менән бергәләшеп ҡыуып ебәрҙе. Баҡһаң, колхоздарының өйөр айғыры һәләк булған икән. Беҙҙән күрәләр, түләтергә маташалар. Аптыраныҡ, алйыныҡ, ахырыһы, аҡса бирҙек тә ары күсеп киттек инде. Әтеү бер-икәүебеҙҙе төрмәгә тығалар ине. Теге айғырҙы бүтән таборҙағылар эләктерергә маташҡан икән. Аҙаҡ ишеттек: баш бирмәҫ айғыр, өйөрөн аралап, тегеләй ҙә былай сапҡан. Үҙенә йүгән кейҙерергә маташҡан берәүҙең аяғын һындыра типкән. Асыуынан иптәштәре айғырға аталар. Өс-дүрт тапҡыр. Тиҙ генә йығылмағандыр инде ҡыҙып алған мәхлүҡ. Шулай, сиған атты урлаһа урлаһын, ләкин һәләк итмәһен. Быны берәү ҙә хупламай. Ата-бабаларыбыҙ ҙа хупламаған. Нахаҡҡа яла яғылды инде, — тип ҡарт һүҙен осланы ла матур-матур һырҙар ырылған төрөпкәһен, күҙен секерәйтә-секерәйтә, ләззәтләнеп һурҙы. Ҡарт «тарих» һөйләгәндә, Михайловна менән Гөлсара араһында түбәндәге һөйләшеү барҙы.
— Миңә һеҙҙең тормошоғоҙ оҡшай, — тип әйтеп һалды ҡыҙ, уйламағанда иләҫләнеп. Тик ни өсөн, ҡайһы яғы менән оҡшай? Был хаҡта, ниңәлер, өндәшмәне.
— Оҡшай икән — таборға рәхим ит. Төҫөң-башың беҙҙең ҡанға тартҡан, ҡуш ҡуллап алабыҙ. Иң шәп егетебеҙҙе димләрбеҙ, — ҡарсыҡ та эскерһеҙ һөйләй ине шикелле хәбәрен. — Тик... барыбер сиған ҡатынының яҙмышы ауыр ул, балам. Ай-һай, ауыр була. Элек уғата аяныслы ине, ай, түҙеп торғоһоҙ ине. Болан балаһылай уйнаҡлап йөрөгән ҡыҙ ғына ҡайғы-хәсрәт белмәҫ ине. Инде кейәүгә сығып, яулығын маңлай уратып бәйләнеме, беҙҙең ир-ат өсөн ул әҙәм түгел. Әҙәм мәсхәрәһе, яңылыш арба тәртәһен аша атлағанға ла ҡамсы эләгә торғайны. Бөтә ауыр, бөтә бысраҡ эш төшә ине беҙ, бисаралар, елкәһенә. Аҙ ғына ҡарыштыңмы — һуҡ та йыҡ, эт тә йыҡ. Һыйыр һауҙырмай торғайнылар. Йәнәһе лә, изге малға ҡағылырға гонаһлы йәндәрҙең хаҡы юҡ. Ҡуй инде... Хәҙер генә ул бер аҙ еңеләйҙе донъялар. Ә былай, ҡыҙым, олоғайған ҡатындарҙы беҙҙең ир-ат ҡәҙер итә, тыңлап ҡына тора. Элеккене ҡыуғандар ҙа осраштыра осрауын. Ҡыл да ҡыбырлатмай, ҡайһы берҙә көнө-төнө кәйеф-сафа ҡорорға ла әүәҫ беҙҙекеләр. Ҡатын-ҡыҙ тапһын, ашатһын, кейендерһен — рәхәт шул. Ни эшләйһең инде, яҙмыш ҡушҡас. Үҙем дә бына иҫәрләнеп сығам да китәм бит. Туҡран тәүбәһе инде, йыл да «ҡабат таборға эйәрмәйем!» тиеүҙәрем. Һөрлөгөшөп китеп барабыҙ бына әле лә.
Эйе, Гөлсара был табор өлгөһөндә лә күрҙе инде: ирҙәре ҡатындарына ҡарағанда күпкә бөхтәрәк, затлыраҡ кейенә, күбеһе ауыр эштән йонсоғанға ла оҡшамай. Бәй, үткән рейста тамбурҙа ҡатынының битенә сабып ебәргән мөртәт тә сиған ине ләһә!
— Туҡтағыҙ әле! Ниңә уға һуғаһығыҙ? — тигәс, теге Гөлсараға, аҡ тештәрен ялтыратып:
— Иртәнге «гимнастика» файҙалы була, — тип ыржайып-йылмайып маташҡайны бит әле. Һиҙгәйне күңел, һиҙгәйне: кемделер еренә еткереп «һаумағанға» асыуланған ире. Һәр хәлдә: «Асыҡ ауыҙ, шунан ни бары бер һум ғына алдыңмы?» — тигәнен асыҡ ишетте бит.
Михайловна үҙҙәренең ир-атын яманлағанда, проводница ҡыҙ әле генә үрҙә яҙылған йәмһеҙ ваҡиғаның шаһиты булғанын иҫкә алды һәм көрһөнөп ҡуйҙы.
Ишектә «лентяйка» тотҡан Фазила күренде.
— Ярай, үкенеп тә ни хәл ҡылаһың? Ҡайғырырға ярамай ул, бер уйлаһаң, үтер ғүмер өсөн... Барайым әле үҙебеҙҙекеләр эргәһенә,— тип ҡарсыҡ биҙәктәре уңып бөткән иҫке генә шәлен рәтләй башланы. Күренеп тора, заманында шәле лә бик аҫыл булған.
Гөлсара Михайловнаға ҡапыл ғына һорау бирҙе:
— Әйтегеҙсе, Михайловна, һеҙ бына осраҡлы кешеләрҙең яҙмышын юрайһығыҙ. Үҙегеҙ... ышанаһығыҙмы? Әллә аҡса өсөн генә...
— Һай, мут икәнһең, — тине ҡарсыҡ ирәүәнләнеп һәм һуҡ бармағын янап ҡуйҙы. Бармағында төҫө дәүмәле имән сәтләүеген хәтерләткән оҙонса ҡашлы йөҙөк ялтлап китте. — Нисек кенә әйтәйем... Бер һүҙҙе мең ҡабатлаһаң, барыбер хаҡлыҡҡа төртөләһең бит ул. Моңло ла күп, зарлы ла күп был донъяла. Бәхетлеһе, бәхетһеҙе бар тигәндәй. Зарлының зарын ҡиәфәте һөйләй. Шунда «ҡармаҡлайһың» инде. Сабыр ит, туғанҡай, аҡылың камил, сибәрлегең зарур, ашар ашың мул, тик бәхетең генә самалы. Хоҙай тәғәләнән түгел, эргәңдә уралған йылан уйлы бәндәләрҙән һаҡлан, фәлән дә төгән. Бер кәрткә төшкән һүрәттәргә ҡарайһың, бер кешенең усындағы йыйырсыҡтарын барлайһың, берсә үҙеңдең баштан үткәндәреңә таянаһың, һынамыштарыңды иҫләйһең. Бына, ҡыҙҙарым, беҙҙең кәсептең асылы шунан ғибарәт. Ышанған кеше — ышана, ышанмағаны — ары тора. Ә кешегә ышанысһыҙ йәшәргә ярамай, һис ярамай. «Өмөтһөҙ — шайтан» тигән мәҡәл бөтә халыҡта ла бар ул. Һеҙҙә лә барҙыр, шулаймы?
Гөлсара уйсан ғына баш ҡаҡты, әбей, йәшенә күрә түгел, йылдам ғына сыға башланы. Әммә туҡталып, һүҙен ослап ҡуйҙы.
— Ҡыҙыҡайҙар, әйтергә онотҡанмын, алғы вагонда яуыз ниәтле сиғандарҙы күреп ҡалған Микола. Әллә ни ҡылмаҫтар, ну урлашыуҙары ихтимал, ти. Уяуыраҡ йөрөгөҙ, йәме.
* * *
Күп тә үтмәне эйәрсәне менән Януш килеп инде.
— Михайловнаның әкиәтен тыңлап кинән¬гән ҡыҙҙар менән танышыу дауам итә, — тип ҡыланыбыраҡ һүҙ башланы Януш.
— Таныш булайыҡ: беҙ — студенткалар әле, каникул осоронда сиған «ҡуян»дарҙы поезда ташыйбыҙ.
— Ҡуянлыҡҡа ҡуян, әммә йөрәктәре ҡуяндыҡы түгел, — тип ҡәҙимгесә әйтте Януш. Шунан үҙ кешеләй өҫтәп ҡуйҙы: — Әҙерәк һөйләшеп барайыҡ инде, ҡыҙҙар.
— Нимә тураһында? — Гөлсара шулай тине, һәм артабан әңгәмә ике арала дауам итте. Ҡыҙыҡ ҡына килеп сыҡты һөйләшеүҙәре.
— Нимә тураһында тип ни...
— Януш, ысынлап та, һеҙ ҡайҙан килә ятаһығыҙ?
— Әйттем бит: ҡояшлы Молдавиянан. Берцы ҡалаһында вино әсетеү заводында эшләйбеҙ. Яңы урожайға тиклем бушбыҙ, — сыҡтыҡ та киттек.
— Сер булмаһа, ҡайһы тарафтарға юл тоттоғоҙ?
—    «Саҡыра беҙҙе ҙур төҙөлөштәр — БАМ, КамАЗ һәм Уренгой» тип йырлайҙар бит әле. Шул яҡтарға елдерәбеҙ.
—    Һин шәп төҙөүселер инде, — тип төрттөрҙө Фазила, юрый «һин»гә күсеп. — Йә булмаһа, геүләтеп самосвал йөрөтәһеңдер.
Януш өндәшмәне, бер ҡатлы кешеләй көлөмһөрәп ҡуйҙы.
—    Һөйләмәһәң һөйләмә, барыбер беләбеҙ,— тип Фазила сәменә тейҙе егеттең.
— Белгәс, шул: консервалау өсөн ҡалай ҡапҡастар һатабыҙ. Хәҙер йәй, көҙгә кешеләр ай ҙа вай эҙләйәсәк. Ҡыяр тоҙларға кәрәкме? Кәрәк! Кешеләр ары саба, бире саба — магазинда юҡ. Ә сиғанда — рәхим ит. Өсләтә хаҡҡа елгәрәләр — ну бар.
Ҡыҙҙар Януштың тел төбө айышына төшөнмәне. Әллә шапырына, әллә, киреһенсә, үҙ¬ҙәренең аҫтыртын кәсебен яманлай.
— Бына был «һандуғас» та үтемле тауар, — тип ымланы егет, Гөлсараның йоҡа сумкаһына ҡарап. Уның тышынан әллә ниндәйерәк ят прическалы Алла Пугачева текләй ине. — Күп ул беҙҙә уның ише сумкалар. Тағымы? Итек, «дипломат» та бар шикелле. Күрҙегеҙ бит беҙҙең тоҡтарҙы — үҙе бер магазин.
— Януш, ҡара әле, гитара! — Радж өҫкө һәндерәгә ымланы. Малайҙың күҙҙәре осҡонланды: бына хәҙер күрһәтер әле Януш һеҙгә кемлеген! Һуҙып ҡына ебәрһен әле сиған йырын!
Януш иҫе китмәгәндәй генә үргә баҡты, шунан рөхсәт һораны.
— Көйләнмәгән бит әле, — тине Гөлсара.— Ҡустыма бүләккә алғайным да...
— Аты булһа, уны дағалау бүстәк, — тип эре сирттерҙе егет. Шунан ул гитараны үрелеп алды ла, чехолын ысҡындыра-ысҡындыра, үҙе ҡыҙҙарҙың хәл-әхүәле менән ҡыҙыҡһынды.
— Һеҙ ҡайҙан инде, ҡыҙҙар?
— Тыуған еребеҙҙән, — Фазиланың һаман сиғандарға күңеле иремәгән, күрәһең.
— Юҡ инде  беҙ улай килешмәнек, — тип йәнә мәрәкәләне Януш.
Гөлсара:
— Өфөнән, — тип ҡуйҙы бер аҙҙан.
— Өфөнән... Өфөнәнме? Әһә, Салауат Юлаев командаһы! Ишеткәнем бар. Ярай, ҡайҙа уҡыйһығыҙ инде? — Януш гитараны, арлы-бирле сиртеп, көйләргә лә тотондо.
— Институтта.
— Кемлеккә, әгәр сер булмаһа?
— Инженер буласаҡбыҙ.
— Эш хаҡы күпме биреләсәк һуң? Аҙаҡ, диплом алғас.
Гөлсара яуап бирергә ҡыйынһынды. Егет быны үҙенсәрәк аңланы.
— То-то. Кәм тигәндә — йөҙ илле, күп тигәндә — ике йөҙ. Космос заманында был әллә ни килешеп бөтмәй инде. Ярай инде, ни эшләйһең? — Егет мәғәнәле генә күҙ ҡыҫты. Гитараны ул көйөнә килтергәйне инде.
— Януш, уйна инде тиҙерәк! — Радж малайҙарса түҙемһеҙләнә.
— Ә нимәне? «Чебурашка»нымы?
— Юҡ та, «Табор китә, китә алыҫҡа» тигән йырҙы.
Тәүҙә гитара диңгеҙ тулҡындарылай сыңланы, ярһыны, йырсыны ла, тыңлаусыларҙы ла үҙәк өҙгөс һағышҡа, хистәр даръяһына саҡырҙы. Шунан йыр башланды. Сиған йыры...
Ах, сиған йыры! Гүйә, күктән ҡаңғылдашып ҡаҙҙар оса, ҡылғанлы далала ҡуш аяҡлап аттар саба... Гүйә, еҙ ҡыңғырауҙарын зыңғырлатып, тройкалар елә, беләҙектәрен, сулпыларын сыңлатып, һығыла-бөгөлә сиған ҡыҙы бейей. Ниндәй наҙлы, хәсрәтле, әммә тормошто сикһеҙ яратыу менән һуғарылған был йыр. Гүзәл йыр! Саф мөхәббәтте ололаусы, азатлыҡты, рухи иректе данлаусы һоҡланғыс йыр! Хәйер, шулай инде: сиғандарҙың йыры йә үҙәк өҙгөс хисле, бәғер итен һыҙырҙай тетрәткес моңло, йә яҙғы ташҡындай дәртле, күңел елкендергес темпераментлы була.
Һәммәһе лә бер аҙға өнһөҙ ҡалды. Тынлыҡты ишек шаҡыған тауыш боҙҙо. Микола ҡарт икән. Йөҙө ҡәнәғәт.
— Һынатманың, Януш, маладис. Ҡыҙҙарҙы албырғатма. Владимировкаға етәбеҙ.
Бына поезд ҙур ғына станцияға килеп туҡтаны. Ошонан, Владимировканан, Януштар икенсе яҡҡа барыусы поезға ултырып китәсәк.
Сиғандар төркөмө һә тигәнсе әйберҙәреп перронға ташып өйә башланы. Гөлсара ла, вагондан төшөп, Януш менән Радж эргәһенә килде. Бер ҡыҙ, ниңәлер, Гөлсараға йәмрәйеп ҡарап үтте. Көнләгәндер...
— Молдавияга юл төшһә, беҙгә, Берцы ҡалаһына, мотлаҡ һуғылығыҙ, — тине Януш Гөлсараға. Ихлас әйтә ине егет, мәрәкәләргә лә теләмәй ине.
— Ә ҡайҙан табырға һеҙҙе?
— Музыкант Януш, Сиған урамынан, тиһәгеҙ, бөтәһе лә әйтер.
— Эйе, уны беҙҙә беләләр, — тип ҡеүәтләне Радж да ғорурлыҡ менән.
Нәҡ шул саҡ эргәләренә аһылдап Фазила килеп етте. Асыулы ла, әрнеүле лә кеүек.
— Әйттем бит мин һиңә, әйттем. Вагондан әллә күпме әйберҙе сәлдергәндәр.
— Нимәне? Ипләп һөйләсе...
— Нимәне, имеш. Ҡара, тәҙрә ҡорғандарың ҡайҙа осҡан? (Ысынлап та, вагондың бер нисә тәҙрәһе генә ҡорған барлығын белдереп, ағарып тора ине.) Икеме-өсмө матрас юҡ. Кешеләрҙең простыня-фәләндәрен... Фазила ни эшләргә белмәй иламһырап ебәрҙе.
Януш бөтәһен дә аңланы. Шунан ул Радждың ҡолағына ниҙер шыбырлағайны, теге Микола эргәһенә сапты. Гөлсара шул яҡҡа күҙ һалды. Микола ҡарттың төҫө үҙгәргәйне, ул үҙ телендә кемдәрҙелер бик яман һүгә, ниҙер бойора ине.
Тиҙҙән ике сиған ҡатыны бик ҙур төйөнсөк күтәреп, вагонға алып инде. Фазила юғалған «малды» тәфсилләп һанап алды: бөтәһе лә тула. Микола ҡарт ғәйепле кешеләй аҫҡа баҡҡайны.
Станцияның арғы осонда «йәшел ут» тоҡанды. Гөлсара, сиғандарҙың күмәкләшеп ҡул болғауына үҙе лә ҡул болғап, вагонға күтәрелде.

Фото: rtek24.ru

Автор:
Читайте нас: