+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
23 Апрель , 20:45

Кеше яҙмыштары Әнүзә Мәжитова

(Хикәйә) Ял йортона барып урынлашҡас, таныштар булмаҫмы, тип шифахананың биләмәһе буйлап киттем. Бер юлы танышып та сығырмын. Кире боролғанда күреп ҡалдым мин ул ҡатынды.  Моңһоу ҡараштарын алыҫҡа төбәгән апайҙы ҡайҙалыр күргән һымаҡ булғас, уға яҡынланым. Һүҙ ҡушҡанды ла ишетмәне, ахрыһы. Икенсегә һаулашҡас ҡына, һин кем ул, тигәндәй, ҡарашын миңә төбәне. Таныным мин уны. Бала сағым үткән ҡалала ҡала араһында йөрөгән автобустарҙың береһендә кондуктор булып эшләне. Күрер күҙгә һөймәләкле был апай үҙ ғүмеремдә меңләп күргән кондукторҙар араһында күңелемә шул тиклем уйылып ҡалғайны.

Кеше яҙмыштары Әнүзә Мәжитова
Кеше яҙмыштары Әнүзә Мәжитова

Автобусҡа ингән һәр кешегә мөләйем генә итеп "туғаным" ," һеңлем", "ҡустым", "үҫкәнем", тип өндәшә ине ул. Мин , үҫмер ҡыҙ , уның таҡҡан биҙәүестәренә ҡыҙығып ҡарай инем. Автобусҡа инер - инмәҫтән уны күҙҙәрем эҙләп табам . Ябай ғына быяланан булған был биҙәүестәр уға шул тиклем килешә ине. Мәктәптән ҡайтҡанда ла ул эшләгән автобусҡа ултырырға тырыштым.
Минең сәләмемде алғас , уны ҡайҙан белеүемде бер тынала һөйләп бирҙем дә тынып ҡалдыҡ.
- Эй, туғаным рәхмәт инде минең турала күпме хәтирәләр йөрөткәнһең өсөн, - тине ул.
Күптәнге танышымды осратҡас минең дә күңелем булды. Яйлап ҡына ашханаға бергә атланыҡ.
Исеме лә ят булып сыҡты апайҙың - Ғилминур. Көн һайын шифахананың ҡапҡаһына килеп, кемделер көтә лә кире инә. Һорашмайынса түҙә алманым. Улын көтә икән ул.
- Эшләгән дәүерҙә барыһына ла ипле һүҙ ҡушҡас, ябай ғына булһа ла матур биҙәүестәр таҡҡас, мине кеше бер ниндәй ҡайғы - хәсрәтһеҙ тип уйлайҙарҙыр инде. Ә тормош юлым шул тиклем һикәлтәле булды бит ул минең, - тине Ғилминур апай.
Биш туғаным менән әсәйҙән бик иртә етем ҡалдыҡ. Иң өлкәне булған миңә урта мәктәпте тамамлау менән эшкә төшөргә тура килде. Кондукторҙар кәрәк , тигән иғланды күрҙем дә эшкә урынлаштым. Әле бына хаҡлы ялға сыҡҡас, шифаханаға путевка бирҙеләр.
Әсәй булмағас , йәшәүе шул тиклем ауыр булды. Береһенән - береһе бәләкәй һеңле - ҡустылар. Атай бер нисә тапҡыр өйләнеп ҡараны. Ҡатындар килеп әҙерәк йәшәп ҡарай ҙа кире китәләр. Беҙҙе атай бахыр ҡараны инде.Ҡул аҫтына кергән ҡыҙ булараҡ , уға ярҙамлаша инем. Шулай йәшәнек. Туғандарым үҫеп, бер - бер артлы төрлө ергә таралышып бөттө. Атай ҙа ныҡ ҡартайҙы. Төп йортта йәшәп, түшәктә ятҡан атайымды ҡарап, ялға ҡайтҡан туғандарымды көтөп, уларға аҡсалата ярҙам итеп йәшәнем. Бергә уҡыған класташ ҡыҙҙарым күптәнән тормошҡа сығып , бала - сағалы булып бөттө. Ә мин һаман яңғыҙ. Төҫкә лә матур булмағас, ир- егеттәргә лә битараф инем. Ә шулай ҙа бер егеттең күҙ ҡарашын тоя инем. Үҙем дә һиҙмәҫтән автобусҡа ингән пассажирҙар араһында шул егетте күҙ ҡарашым менән эҙләп маташам. Бер көн килеп һүҙ ҡушты, киноға саҡырҙы. Яуап бирергә кәрәк икәнен дә аңламай аңра кеше кеүек уға ҡарап тик торам. Исемемде шул тиклем матур итеп әйтте.
Боронғоса исем ҡушҡанығыҙ, тип атай - әсәйемә үпкәләй инем. Сәлих исемле был егеттең ауыҙынан сыҡҡан исемем шул тиклем матур булып ишетелде.
- Беләһеңме, Ғилминур, исемең нимәне аңлата? - тип бер һораны ул.
- Юҡ, - тип башымды эйәм.
- Ғилем нуры бит һин. Ғилминур, - тип яуапланы.
Шулай итеп . Сәлихҡа тамам ғашиҡ булдым. Оҙаҡ та йөрөмәнек, өйләнешеп тә ҡуйҙыҡ. Хәҙер уйлайым да, яратам, тигән һүҙе лә булмаған кешегә тормошҡа сыҡ та ҡуй, имеш.Ҡарт ҡыҙ булып ҡалғансы тип тә уйлағанмындыр инде. Туй яһап торманыҡ. Атай ҙа ул ваҡытта мәрхүм ине, туғандарым да ҡайтып торманы, шылтыратып ҡына ҡотланылар. Ике ҙур сумкамды күтәреп, Сәлихтең йортона килен булып төшөп, ЗАГС - ҡа барып яҙылышып та ҡуйҙыҡ. Әсәһе менән йәшәгән һөйгәнем тәүҙә ныҡ һәйбәт булды. Яҡшы һүҙ ҡушты. Эшемдән барып ҡаршы алды. Ә ҡәйнәм тәүге көндән үк мине эскә тартманы, яратманы. Эшләгән эшемдән йөй тапты. Ашарға ултырһаң, мин бешергән ризыҡты ашаманы. Өҫтәл артынан торорға өлгөрмәйһең, ашаған һауыт - һабаны йыуынды биҙрәһенә тыҡты. Йоҡларға ятһаҡ , беҙ йоҡлаған бүлмәгә инеп ятты. Бер йыл эсендә ҡоро һөлдәгә ҡалдым. Эш хаҡын тиненә хәтлем таптырып алды. Сәлих әсәһенә ҡаршы бер һүҙ өндәшмәне. Минән алда Сәлихтең өс тапҡыр кәләш алып, барыһының да ялҡау, эшһөймәҫ икәнен, уларҙы һыйҙырмай ҡайтарып ебәргәнен ҡәйнәм аша белдем. Бына ни өсөн иремдән бер ваҡытта ла яратам тигән һүҙ ишетмәгәнем икән. Бөтәһе лә ҡәйнә ҡушыуы буйынса эшләнелгән . Бала саҡтан ауырлыҡты күреп үҫкәс, гел шулай булмаҫ эле, тип йәшәй инем. Ул арала ауырға ла ҡалғаным. Төн уртаһында эсеп ҡайтып миңә ҡул күтәрәргән Сәлихтең ялан аяҡ өйҙән ҡыуып сығарыуы сыҙамлығымдың һуңғы нөктәһенә еткерҙе. Ҡара көҙ. Бикле торған ата йортона килеп йығылдым. Ҡаланың бер осонан икенсе осона хәтлем ҡырпаҡ ҡарҙа ялан аяҡ атлап ҡара, иртәгеһенә тора ла алманым. Бер өшөп, бер туңып , Сәлих типкән эсемдең ауыртыуына сыҙамай "Ашығыс ярҙам" саҡырырға мәжбүр булдым. Ауырымды һаҡлай алманылар, көн менән төндө бутап, иҫем инәрле - сығарлы булып, бер ай дауаханала яттым. Хәлемде дуҫ ҡыҙымдан башҡа, килеп белеүсе лә булманы. Алыҫта йәшәгән туғандарыма хәбәр итеп тә торманым. Өйгә шылтыратһам , алманылар. Дауаханан сыҡҡас, Сәлихте күрмәксе булып өйҙәренә барҙым. Ҡәйнә кеше тупһанан да үткәрмәне, соланда ултырған әйберҙәрем һалынған сумканы күрһәтте. Ҡыҙыҡһынып, бүлмәнән башын сығарып ҡараған ят ҡатынға аҡырып, ишекте ябырға ҡушты. Сәлихтең алған бишенсе ҡатыны ошолор, тип уйланым. Шулайтып, минең ғаиләле булып йәшәргә тигән хыялым да селпәрәмә килде. Һуңынан ҡәйнәнең бер танышы ул ҡатынды ла ҡыуып сығарыуы тураһында һөйләне. Әсәһенең улы ғына булып йәшәгән Сәлих тә онотолдо. Яратҡан эшемдә эшләүемде дауам иттем. Өйгә ҡайтһаң, яңғыҙлыҡ, исаһам балам булһа ине, тип илаған көндәрем әҙ булманы. Ә Ринат исемле ирҙең йортома килеп ремонт эшләүен үҙем һораным. Ҡатыны менән күп бала тәрбиәләгән кешегә аҡса ла күп кәрәк бит инде. Эшем бөткәс тә һирәкләп килә башланы. Эйе , күңел тигән нәмә йылылыҡ теләй бит инде. Йоҡларға ла ҡала башланы.Күңелем болғанып, ауырға ҡалғанымды белгәс , ҡыуанысымдың сиге булманы. Ринатҡа, кейәүгә сығам , тип , башҡа килеп йөрөмәүен үтендем. Ышанды, маҙаһыҙлап йөрөмәне. Малай таптым. Исемен дә үҙем теләгәнсә ҡуштым - Ғаян. Күренекле, атаҡлы, күренеп торған билдәле кеше булһын тип . Бөтә наҙымды, булмышымды улыма бағышланым, ҡыуаныстарымды уға һөйләнем. Башҡа ир -ат тупһамды аша атлап инмәне. Яҡын әхирәтем генә бар серҙәремде белде, кемгәлер эсеңде бушатып һөйләһәң еңел була бит.
Ун дүрт йәшендә паспорт алырға барғас , атаһының исемен һорағандар. Бик күңелһеҙләнеп ҡайтты. Бәләкәй сағында, атайың юҡ , аварияға осраған, тип һөйләй инем. Әле алдай алманым, атайыңдың икенсе ғаиләһе бар, тинем. Кем белгән уның атаһын эҙләр тип. Әхирәтем дә ярҙам иткән , эҙләп тапҡан Ринатты. Эшкә килгәнендә, балаларым күп, аҡса етмәй, тип һөйләгән Ринаттың, үҙ эшен асып, етеш йәшәгәнен, ун балаһы барлығын, уларының да гел ҡыҙҙар икәнлеген, ҡатынының яңыраҡ мәрхүм булғанын мин ҡайҙан беләйем инде?
Ғаян атаһын күрергә барғас , үҙенең копияһы булған үҫмерҙе күреп, Ринат саҡ ҡоламаған. Йөрәк баҫымы күтәрелгәс "Ашығыс ярҙам " саҡыртҡандар хатта. Гел тоғро булып, бер генә лә алдай белмәнем шул. Улыма ла дөрөҫлөктө һөйләгән булдым. Ә ул шуға үпкәләне. Үҙенә йомолдо, күберәк Ринат эргәһенә йөрөнө. Үҫкән ваҡытта малайға атай кәрәгерәктер инде.
Сәлих тураһында ла ишеттем. Алып ҡайтҡан килендәрен ҡыуа торғас , әсәһе мәрхүм булғас, яңғыҙы йәшәй , тинеләр. Ярай , үҙе һайлаған яҙмыш...
Шул ваҡыт , Ғилминур апай һеҙгә килгәндәр , тип шылтыраттылар. Мин дә уның артынан эйәрҙем. Ҡапҡа янында торған егетте ҡосағына алып, ике һыу тамсы кеүек улына оҡшаған олпат иргә ҡулын бирҙе Ғилминур апай. Уларҙың бәхеткә тулышҡан йөҙҙәренә ҡарап , ҡыуанысымдан йылмайған ауыҙымды йыя алмай һоҡланып ҡарап торҙом.

Фото: redzhina.ru

 

Автор:
Читайте нас: