Татлы хыялдарға бирелеп киткеләне, килгәндән бирле Ғаян ҡойған һауыттарҙы бер-бер артлы түңкәреү ҙә үҙенекен итте: башы еңелсә әйләнә, тәне йомшарып, еңеләйеп киткән кеүек, быуындары ла ойой... Шулай ултырған еренән Тамъян артына йығылып йоҡлап киткәнен һиҙмәй ҙә ҡалды. Табындағылар уның бөгөнгө ҡыланышын бөтөнләй көтмәгәйне, барыһы ла аптырашты: шым ғына йөрөгән, кеше менән артыҡ аралашмаған, иркә Тамъян бөгөн килеп барыһын да уҙҙырып ултырасы, бына һиңә мә! Быға тиклем уның насар ҡылыҡтарҙан азат булыуында класташтарҙың шиге булмағайны, ләкин улар егеттең йоҡоһон бүлергә баҙнат итмәне, түшенән гитараһын ғына алып ситкә ҡуйҙылар ҙа үҙ алдарына ултырыуын белделәр. Сихри төн, усаҡ, йондоҙҙар, яҡты хыялдар – барыһы ла әүәлгесә, тик Тамъян ғына был түңәрәктән ситтә...
Аҙмы-күпме ваҡыт үткәндер, тамағы кибеп, Тамъян ятҡан еренән ғырылдап килеп торҙо. Табын тирәһендә халыҡ һирәгәйгән, күптәр парланышып ситкәрәк шылған. Машиналар эргәһендә үҙе кеүек “ауған” бер нисә егетте шәйләне ул. Ә иң сәменә тейгәне ҡаршыһында Зөһрәнең ултырыуы ине. Урынынан ҡымшанмаған да тиерһең, һаман да шунда ултыра.
Өҫтәүенә эргәһенә уҡыу алдынғыһы, миҙалсы Йәмил ултырған да шым ғына Тамъяндың гитараһын сиртә. Егеттең быға тиклем бер ҡасан да уның гитарала уйнағанын ишеткәне лә, күргәне лә булманы. Ул ғына ла түгел, уйлап та бирмәне. Ә ул апаруҡ ҡына килештереп сиртә, хатта Тамъяндан бер ҙә генә кәм түгел. Ярай, быныһы “черт с ним”, Зөһрәнең күҙен дә алмай Йәмилгә текләүе, ара-тирә йылмайып ебәреүе оторо ярһытты Тамъянды. Хатта уларҙың араһы яҡынайғандан-яҡыная кеүек, Зөһрә Йәмилгә ҡарай шыла биреп ултыра төҫлө тойолдо уға. Ул үҙенең барлығын онотҡан йәштәргә: “Мин торҙом, ҡайҙа таралыштығыҙ?” – тигәндәй, тамаҡ ҡырҙы, тәмәкеһен тоҡандырҙы ла Йәмил менән Зөһрәгә яҡынланы. Улар ҙа быны күрмәне түгел, күрҙе, тик Йәмил уйнауынан туҡтаманы. Тамъян был икәү эргәһенә килеп сүгәләне, тартып бөткән төпсөгөн сиртеп осорҙо ла һүҙ башланы:
– Йә, алтын малай, мыҫҡыл итеп ултырмасы минең ҡоралды. Нимәнелер алыр алдынан башта хужаһынан һорарға кәрәк, тип өйрәтмәнеләрме әллә һине, вундеркинд? – тип тә өҫтәне. Уның был ҡылығын аңламаған Йәмил:
– Ни бит, Тамъян, үҙең йоҡлап киттең дә, бер аҙ уйнап ҡарарға тип алып ҡына торғайным. Үпкәләрһең тип уйламаным, – тине.
– Һаулығың ҡаҡшар, бәлки, бер нисә тешеңдән дә ҡолаҡ ҡағырһың тип тә уйламаныңмы? – Тамъян үҙе лә һиҙмәҫтән ҡыҙҙы. Быны күргән Зөһрә лә һүҙгә ҡушылды:
– Ҡуйсы, Тамъян, улайтма, һинең гитараң икәнен барыһы ла белә, ватмаған-емермәгән бит уны Йәмил, уйнар ҙа кире бирер.
– Ир-ат һөйләшкәндә ҡатын-ҡыҙ ҡушылмай ине элек, һин дә ауыҙыңды асмайыраҡ тор! – көтмәгәндә Тамъян Зөһрәгә лә ҡаты бәрелде.
– Ә һин ҡыҙ кешегә тауыш күтәрмә, Тамъян. – Йәмил, гитараны хужаһына һоноп, Зөһрәне яҡлашырға итте.
– Хәҙер һин мине өйрәтә булаһыңмы, ботан? Миндә эшең булмаһын, нимә теләйем – шуны эшләйем. Кәрәк икән, “галстук” итеп тә кейҙерермен, гитара бар ни ҙә юҡ ни! – Ул үҙенә һонолған музыка ҡоралын ситкә һуғып осорҙо. Тамъяндың башында хәҙер бер генә уй. Зөһрәнең алдында Йәмилдең тетмәһен тетеп, уҡытып, кемдең кемлеген күрһәтергә. Был арала табын тирәһендәге тауышты ишетеп, башҡалар ҙа йыйыла башлағайны.
– Ҡуй, Тамъян, класташ, юҡҡа ҡаңғырмасы! Йә, үҙең берәрҙе моңло итеп йырлап ебәр әле. – Ҡыҙҙар уның ыңғайына килеп тә, алдаштырып та ҡараны. Тик бушҡа ғына. Тамъянды былайтып ҡына тынысландырырлыҡ түгел ине. Ул үҙен тотоп торған егеттәр аша ҡысҡыра, Зөһрәнең генә түгел, эргәлә ҡыҙҙар барлығын да онотоп, теләһә ниндәй һүҙҙәр һөйләп, һаман Йәмилгә ынтыла, уның алҡымынан алмаҡсы итә. Был күренешкә бөтөнләй хәтере ҡалған Зөһрә шым ғына Йәмилде ҡултыҡланы ла алыҫҡараҡ, һыу буйына әйҙәне. Улар артынан йүгерергә тырышҡан Тамъянды егеттәр ебәрмәне, ярһыған гитарист уларға ташланып, уңлы-һуллы тондора башланы. Ҡыҙҙар сырҡылдап ситкә ҡасышты. Шул мәл егеттәр күмәкләп доңҡ итеп ергә ауҙы. Аяуһыҙ алыш бара ине. Ерҙәгеләр, ҙур бер йомғаҡты хәтерләтеп, көрмәкләшә-яғалаша бирҙе, тас-тос йоҙроҡ тауыштары ишетелде лә нисек тиҙ башлағандар, шулай тиҙ генә туҡтанылар ҙа. Күҙ асып йомған арала булды барыһы ла. Аҫта ятҡан Тамъяндың танауы емерелгәс, ярһыуы бер аҙ баҫыла төштө, тик егеттәргә һаман янауынан туҡтаманы. Класташтары, булдымы инде тигәндәй, уға ҡарап торҙолар ҙа ебәрҙеләр. Байрам кәйефе ҡасты. Әммә егеттәр тиҙерәк хатаны төҙәтер өсөн табынға, ҡыҙҙар яғына ҡарай атланы. Тамъян уларға эйәрмәне. Тәмәкеһен тоҡандырҙы ла йыуынырға, өҫ-башын рәткә килтерергә тип йылғаға табан ыңғайланы. Яр башында ултырған Йәмил менән Зөһрә уны күргәс, бер аҙ ҡаушай төштө. Ни тиергә лә белмәй торған ерҙән Йәмил:
– Тамъян, ғәфү ит, былай булырын күҙ алдына ла килтермәгәйнек бит, – тип һүҙ башланы.
Тик Тамъян уға ҡул ғына һелтәне, йәнәһе, кәрәкмәй һинең ғәфү үтенеүең:
– Һеҙ берегеҙ ҙә ни булырын күҙ алдына килтермәйһегеҙ! – Уның тауышы һаман да янаулы ине.
Быны һиҙгән Йәмил өндәшмәне, Зөһрә лә ипләп кенә, “өндәшмә” тигәнде белгертеп, уның беләген ҡыҫты. Ҡул-битен йыуғас, Тамъян машиналар яғына ҡарай атланы. Эстән ул ҡара яна ине. Беренсенән, оҡшатҡан ҡыҙы Зөһрә теге ботан менән, шунан ышан инде хәҙер ҡыҙҙарға! Ошо мәл Тамъяндың күңелендә донъялағы барлыҡ гүзәл заттарға ҡарата асыу ҡатыш нәфрәт тойғоһо уянған кеүек булды. Икенсенән, кемдең кемлеген күрһәтә алмауы эсен тырнай. Бөтә класташ ҡыҙҙарың алдында туҡмалып-тапалып аҫта ятсы әле, өҫтәүенә танауыңдан борҡоп ҡан аҡһын! Нисауа, күрһәтер әле һеҙгә Тамъян үҙенең кемлеген, көнөгөҙ төшөр әле, килерһегеҙ.
Ошондай уйҙар менән ул атаһының “Нива-Шевроле”һына менеп ултырҙы. Шуны ғына көткәндәй, башында ҡапыл ғына бер зәһәр уй тыуҙы. Килтергән әйберҙәр, класташтар ике машинаға һыймай, әйҙә, хитланһындар ҡайта алмай. Йәйәү атларға алыҫ, ауылдан 20 саҡрым самаһы киттеләр. Шунан беленер ҙә Тамъяндың ҡәҙере, тик һуң булыр, терһәк яҡын да, тешләп булмай шул. Яңы планынан бик ҡәнәғәт ул, йылмайып, көҙгөгә ҡараны ла тимер атын ҡабыҙып, газға баҫты.
Артынан сыҡҡан бер-ике класташын шәйләмәне лә, уларҙың: “Ҡайҙа киттең, Тамъян? Әйҙә, беҙҙең эргәгә ултыр, һөйләшербеҙ-аңлашырбыҙ!” – тигәнен ишетмәне лә. Таң атыуға күп ҡалмағайны. Тамъяндың тамағы кибә, башы сатнап ауырта. Етмәһә, танауы ла картуф шикелле күбеп-ҡабарып киткән. Ул салон эсен байҡаны. Әмәлгә ҡалғандай, артҡы ултырғыста бер нисә һауыт һыра ятып ҡалған икән. Тап киноларҙа күргәнсә, һыңар ҡулы менән рулде тотоп, икенсеһе менән артҡа үрелеп, туҡтамай ғына бер һауытты алды ла асып һыра һемерә башланы. Уға ошолай барыу оҡшай ине. Атаһының машинаһы ла шәп шул, елдәй елә генә!
Күпме барғандыр шулай, Тамъян самалай алмай, әммә ҡайһы йүнәлештә барыуын тоҫмалларға тырышҡанда һуң ине инде. Һыра һемереп, үҙ уйҙарына алданып барып юлдан ситкәрәк тайпылғанын абайламағайны ул. Ҡәҙимге тиҙлек менән елгән машина уң яҡ ситкә сығып, юл буйынан аҡҡан ҙур булмаған йылғаның йырынына осто. Был ваҡытта Тамъян бер ни уйларға ла, ҡысҡырырға ла, хатта ыһ та итергә өлгөрмәне. Ҡаты ғына итеп рулгә башы бәрелеү менән иҫен юғалтты...
Аңына килгәндә ул өйөндә ине инде. Эргәһендә баштарын һәлендереп, ғәйепле төҫ менән ата-әсәһе ултыра. Тамъян уларға ҡарамай, улар иһә, үҙ сиратында, улдарынан күҙҙәрен алмай. Был ҡараштарҙан уға эҫеле-һыуыҡлы булып китте, етмәһә, башы түҙеп торғоһоҙ итеп ауырта, хатта икегә ярылып килгән кеүек. Өҫтәүенә, ата-әсәһе һораша башлаһа, ни тип яуап бирер Тамъян? Ул бит бер ни хәтерләмәй. Хәтерләгәне лә урынлы-урынһыҙ, осһоҙ-ҡырыйһыҙ. Улының уйҙарын уҡыған шикелле, әсәһе:
– Борсолма, һине Йәмил машинаһы менән килтерҙе, эргәһендә Зөһрә лә бар ине, – тине. – Врач килеп ҡараны, иҫән-һау ҡалыуыңа аптырай, һынған-сатнаған ерең юҡ, башың ғына ныҡ һуғылған, мейең һелкенмәгән, – тип теҙҙе...
Үткән эштән төш яҡшы, ти халыҡ. Тамъян да ул көндө тиҙерәк оноторға тырышты. Тик ихатала ултырған ватыҡ “Шевроле” һәм эргәһендә йыш ҡына шул металл ҡалдығына текләп торған атаһы ара-тирә егеттең хәтерен яңырта ине.
Мәктәпте тамамлаған йәштәрҙең күбеһе уҡыуын дауам итеү маҡсаты менән ҡалаға китте, һәр төрлө уҡыу йорттарына һынау тотто. Тик Тамъян ғына был хаҡта уйланырға ашыҡманы, сөнки уның киләсәген был юлы ла ата-әсәһе “ҡайғырта” ине. Әсәһе ныҡышып йөрөп, теләнселәп тигәндәй, район үҙәгенән улына нефть техник университетына маҡсатлы йүнәлтмә алып ҡайтты. Был әлеге уҡыу йортона бөтә райондан берҙән-бер генә йүнәлтмә ине, һәм ул “бәхетле” хужаһын тапты. “Бирәм тигән ҡолона сығарып ҡуйыр юлына”, – тип халыҡ белмәй әйтмәгән икән. Йә, Хоҙай, бер килһә, килә икән дә ул уңыш!
Ҡалаға, документтар тапшырырға барыр алдынан, Тамъян барасаҡ уҡыу йортонда атаһының хеҙмәттәше Валераның эшләүе асыҡланды. Был факт иһә, үҙ сиратында, Ғарифты ныҡ һөйөндөрҙө һәм улын уңышлы ғына уҡырға индереп ебәреүенә тағы ла ышаныс өҫтәне. Башланған эш – бөткән эш. Шулай итеп, Ғариф байтаҡ күстәнәстәр тейәп, ҡалаға туп-тура хеҙмәттәше йортона барып төштө, күрешергә, йәнәһе.
Күрештеләр, һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәне хәрби юлдаштарҙың, һүҙ ыңғайында Ғариф улы хаҡында ла иҫкә төшөрөп алды. Һәм, ниһайәт, ике көн ҡунаҡ булғандан һуң, ул ҡыуана-ҡыуана ҡайтырға сыҡты. Бик ҡәнәғәт ине Ғариф, үҙ-үҙенән түгел, әлбиттә, ә хәрби дуҫының һүҙҙәренән. Ҡәнәғәт булмау мөмкин дә түгел шул! “Не беспокойся, Гарифьян, поступит твой сынок, сам лично займусь”, – тине бит. Өҫтәүенә: “Мое слово – тут на вес золота!” – тип тә ебәрҙе. “Былай булғас булды, был һорау ҙа хәл ителде!” – тип һөйөндө Ғариф. Шулай артыҡ көсәнмәйенсә, тир түкмәй, мәсьәлә сисмәй генә “уҡырға инеп”, студент булып та китте Тамъян.
Ҡалаға килгәс, Тамъян байтаҡ ҡына үҙаллы тормошҡа өйрәнә алмай яфаланды. Студент тормошо уның өсөн ят һәм сит ине, ә теүәл фәндәр уға бөтөнләй ҡара урман булып тойолдо. Бешеренеп ашай белмәгәс, Тамъянға кафе, ашханала туҡланырға тура килде. Аҡсаһы һәр саҡ етәрлек булды, ата-әсәһе район үҙәгенә сыҡҡан һайын карточкаға мул ғына итеп “тамыҙып” китә ине.
Ул, башҡа егеттәрҙән айырмалы, бер ваҡытта ла: “Аҡсам бөтөп килә бит әле, “шабашка”ға сығырға кәрәк!” – тигән уйҙар менән янманы. Тәүге өс айын дөйөм ятаҡта йәшәп тә, һаман өйрәнә алмаған Тамъян, ундағы шау-шыуға, тейешле шарттар булмауға һылтанып, ата-әсәһенә фатирҙа йәшәргә теләүен белгертте. Ғариф менән Зифа быға ҡаршы түгел ине, тик улдары ғына тырышып уҡыһын, йөҙҙәренә ҡыҙыллыҡ килтермәһен һәм кеше араһында үҙен кәм тоймаһын, ә улар бының өсөн барыһын да эшләйәсәк!
Фатирҙа йәшәй башлау ҙа Тамъяндың тормошона артыҡ үҙгәрештәр килтермәне, уҡыуы ла ыраманы. Өҫтәүенә эргәһендә дөйөм ятаҡтағы ише егәрле, иртә менән тороп сәй ҡайнатыусы, дәрескә тип уятыусы бүлмәләш егеттәре лә юҡ ине.
Тәү ҡарамаҡҡа ябай ғына күренгән ваҡлыҡтар Тамъяндың киләсәк булмышын төҙөнө. Ул көндән-көн тиерлек дәрестәргә һирәгерәк йөрөй башланы, хатта кәйефенә ҡарап, бөтөнләй бармаҫ та булды. Ҡайҙандыр уның фатирҙа тороуын белеп ҡалған ике-өс курсташ егеттәре лә Тамъяндың “хәлен белергә”, ҡунаҡҡа йышлай башланылар.
Был егеттәр ҙә ябайҙарҙан түгел ине. Береһе – Октябрьский ҡалаһынан, түрә малайы, икенсеһенең атаһы – баш ҡалала сауҙа-сервис комплексы хужаһы. Ә өсөнсөләре инде бөтөнләй бер сиккә лә һыя торғандарҙан түгел! Атай-әсәйһеҙ үҫеүенә ҡарамаҫтан, бәләкәйҙән үк балалар колонияһына эләгеп, үҙенсә “тормоштоң әсе-сөсөһөн татыған” егет ине.
Яңы дуҫтарының үҙе кеүек бошмаҫ, “бай”, ҡурҡыу белмәҫ һәм күңелсәк булыуҙары Тамъянға оҡшаны. Башҡа студенттар дәрестә ултырғанда, мәсьәлә сискәндә, был дүрт егет күңел аса, ресторан-казиноларға йөрөп, бильярд “тәгәрәтеп”, кәрт “һуғып”, һыра һемереп көн үткәрер булды. Ә кистәрен Тамъяндың фатирына йыйылышып “курортҡа” барыр булдылар.
Дуҫтарҙың “бәйләнеш ептәре” ныҡ ине, иҫерткес үләндәр табыу улар өсөн бер ни тормай! Тик түлә генә, хәҙер үк өйөңә килтереп ҡалдырырҙар. Тора-бара бындай мәжлестәргә тағы ла бер “йәм” өҫтәлде, егеттәр “курорт”ҡа үҙҙәре менән бергә “төнгө күбәләктәрҙе” лә йөрөтөр булды.
Дуҫтар үҙ тормошон, курсташтарынан айырмалы, шулай сағыу, мажараларға бай һәм күңелле итеп ҡорорға теләне. Һәм, әйткәндәй, уларҙың был тырышыуҙары бер ҙә насар килеп сыҡмай ине...
Шулай көн артынан көн, ай артынан ай үтә бирҙе, беренсе курс аҙағына ла яҡынлашты. Тамъяндың уҡыуында алға китештәр күҙәтелмәне. Ярай әле, шул “дядь Валера”һы бар – уҡыуын бер аҙ йүнләп, рәткә килтереүсе. Зачет-имтихандар буйынса килеп тыуған һәр бер мәсьәлә менән тиерлек Тамъян уға мөрәжәғәт итер, телефонын алып, һәр һорауҙы “дядь Валера”ға йүнәлтергә әүәҫләнде.
Ул булмаһа, хәлдәр бөтөнләй мөшкөлләнер ине. Ауылға ҡайтып килгәс, атай-әсәйе ебәргән күстәнәстәрҙе алып барып биреп, сәләмдәр еткереп, бер аҙ һөйләшеп ултырғайны уның менән Тамъян. Тик дуҫтарының тәүге шылтыратыуы менән, ул хушлаша һалып, тиҙерәк сығып тайыу яғын ҡараны. Дядь Валераның уның менән етди һөйләшергә теләүе, кафедрала эш урыны һәм башҡа яҡшы тәҡдимдәре булыуы тураһында Тамъян уйлап та бирмәне...
Көндәрҙең береһендә Тамъянға уҡыған еренән шылтыраттылар һәм декан урынбаҫары саҡыртыуын әйттеләр. Сәбәбен егет һорашып та торманы, уҡыуы буйынса һорауҙар күп, ғәҙәттәгесә, бер аҙ шелтәләп алырғалыр ниәте, тип уйланы. Саҡырған ергә бармау – гонаһ, ти бит халыҡ, ашыҡ-бошоҡ йыйынды ла Тамъян уҡыу йортона китте.
Саҡырылған кабинетҡа барып ингәс, декан урынбаҫары урынында “дядь Валера”һын күреп, Тамъян саҡ ултыра төшмәне. Уның йөҙө ҡараңғы, сырайы һытыҡ ине. Ишектән килеп ингән егетте ашыҡмай ғына ҡарашы менән баштан-аяҡ йөрөтөп сыҡты ла: “Тамъян, уҡыуҙан бер нисә көнгә бушатам, ауылыңа ҡайтып кил, атайың ҡаты сирләй икән...” – тине. Был һүҙҙәрҙән һуң Тамъяндың башы әйләнеп, ҡолаҡтары шаулап, күҙ алдары ҡараңғыланып китте. Аяҡтарын һөйрәп, стенаға тотона-тотона саҡ килеп сыҡты ул тышҡа. Сыҡты ла, тәмәкеһен быҫҡытып, автовокзал яғына юлланыр өсөн туҡталышҡа ыңғайланы...
Вокзалға килеп еткәндә, Тамъяндың район үҙәгенә һуңғы автобус әле генә ҡуҙғалғайны. Сираттағы автобус уның районы аша үтә, тик ул сәғәт ярымдан ғына юллана. Оҙаҡ көтөргә теләге юҡ ине Тамъяндың, шуға күрә ул таксистар эргәһенә барып һөйләште лә өлкән йәштәрҙәге ир күрһәткән аҡ “Калина”ға инеп ултырҙы...
Юл буйы йоҡлап килгән Тамъян нисек ҡайтып етеүен дә, биш сәғәт ваҡыт үтеп, кис етеүен дә абайламаны. Өйҙәренә етәрәк, ҡапҡа төбөндәге машиналарҙы, йыйылған халыҡты күреп, йөрәге дөпөлдәп тибергә тотондо. Таксисҡа аҡсаһын түләгәс, рәхмәтен әйтергә лә онотоп, ул өйҙәренә ҡарай “осто”. Өйгә килеп ингәс тә, әсәһенең шешенеп бөткән күҙҙәрен, ҡараштарын аяҡ аҫтына төбәп, бер тирәгәрәк йыйылып ултырған туғандарын, инәй-олатайҙарын күреп, саҡ ҡына һуңлағанын аңланы Тамъян: атаһы Ғариф киткәйне инде. Дөрөҫөрәге, ул ҡатыны Зифа менән улы Тамъянды ҡалдырып киткәйне... Мәңгегә, баҡыйлыҡҡа...
Ғарифты һуңғы юлға оҙатырға тотош ауыл халҡы йыйылды. Күп кеше өсөн уның шулай ҡапыл китеүе көтөлмәгән хәл һәм шикле күренде. Берәүҙәр уны йөрәк өйәнәге борсоған тип фараз итте, икенселәр мейеһендә яман шеш булған, һәр саҡ башы ауырта ине, тип күрәҙәләне. Нисек кенә булмаһын, хәҙер улар араһында оҫта ҡуллы, тыныс, һәр эшкә ипле һәм ихлас Ғариф юҡ инде. Изге эштәрен, яҡты иҫтәлектәрен генә ҡалдырып китте ул. Йәне йәннәттә булһын, тип теләне йыйылыусылар... Атаһы артынан әсәһе лә оҙаҡ торманы: был бер-береһен яратҡан кешеләргә хас ғәмәл, тиҙәр бит.
…Көҙ. Киске ҡараңғылыҡта тик ауыл йорттарының тәҙрәләрендәге уттар ғына бер аҙ яҡтылыҡ нуры һибә. Тынлыҡты боҙоп, тышта ыжғыр ел уйнай. Ара-тирә ауыл эттәре абалап өрә. Күк йөҙөн ҡара болоттар ҡаплаған, көндәр боҙолорға, бөгөн иртән ҡарлы-ямғыр яуырға тора. Ер йөҙөндә көҙ, үҙенең сираттағы хакимлығын урынлаштырып, үҙ ҡанундарын тәҡдим итмәксе.
Һил ҡараңғылыҡта бер шәүлә күренә. Урам осонан нөктә булып ҡына күренгән был шәүлә яҡынайған һайын оҙонайып, кеше һынын хәтерләтә. Аҙымдары ауыр, яй. Ерҙәге япраҡтарҙың ҡыштырлауына, аяғындағы кәлүштең ҡопторлауына, уңлы-һуллы сайҡалып килеүенә ҡарағанда, ул бик айыҡтан да түгел кеүек. Ара-тирә ниҙер мығырлап, үҙ алдына һөйләнеп, берсә илағаныраҡ та кеүек, үтенеүле, ялбарыулы тауыштар сығара, кемдәндер ғәфү үтенә, берсә ауыр уфтанып та ҡуя... Был әллә шәүлә, әллә Тамъян ине.
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите.