Күрәһең, берәйһен алып килгән. “Ҡана, сығып ҡарайым әле”, – тине лә Маһинур ҡарсыҡ, яулығын төҙәтеп бәйләп, иңенә камзулын ташланы ла соланға йүгерҙе. Ул арала шығырҙап бәләкәй ҡапҡа асылғаны ишетелде. Солан аша сыҡҡас, күрҙе хужабикә: Йәүҙәт үҙе генә, имеш.
– Нихәл, Маһинур инәй? – ауыл советы рәйесенең йөҙөнә уңайһыҙ йылмайыу ятты. – Һиңә мәшәҡәт арттырып йөрөйөм бит әле. – Йәүҙәт кәрәкле һүҙ эҙләне, ахырыһы, туҡтап ҡалды. – Ней бит әле…
– Ней бит әле? – Эсендә ниндәйҙер көсөргәнешле уйҙар ҡайнай башлауға ҡарамаҫтан, хужабикә йылмайғандай итте. – Әйт һуң!
– Ҡунаҡтар алып килдем үҙеңә. – Йәүҙәт ҡәҙимге хәленә ҡайтты, ахырыһы, йөҙө асыла төштө. – Йәшлегеңдән булыр улар, инәй!
– Атаҡ, атаҡ! Уныһы ниндәй һүҙ була тағы? – Маһинур ҡарсыҡтың кәйефе бер аҙ ҡырыла биреп ҡуйҙы. – Машинаңдамы ни улар?
– Эйе. – Йәүҙәт йылмайҙы ла аңлашылмаған телдә ни өсөндөр ҡысҡырып ебәрҙе. – Ди Гэстен! Коммен зи цу мир! (Ҡунаҡтар! Былай килегеҙ! – авт.)
Һе, берәү немецса белә, имеш. Йәүҙәт Сафиндың ҡасандыр мәктәптә сит телдәрҙән дәрес биреп йөрөгәнен онотмағайны хужабикә. Шуның менән маҡтанып алырға булдымы икән ни? Бәй, туҡта әле, немецса һөйләшкәс, ҡунаҡтары ла немец була түгелме ни? Ҡарсыҡтың һорау бирергә асылған ирендәрен машина ишеге сыйылдауы һәм бер-бер артлы күренгән эшләпәле ир һәм ялбыр сәсле ҡатын баштары яптырҙы.
– Вилкоммен һайзен! (Рәхим итегеҙ! – авт.) – тип һаман немецса хәбәр һатыуында булды Йәүҙәт. Шунан ғына хужабикәгә табан боролоп:
– Ней, инәй, һин уларҙы рәнйемәй генә ҡунаҡ ит инде, – тине. – Теге Ғилметдин бабай, хәтерләйһеңдер, һинең йәштәрҙәге кеше, Германиянан ҡайтып килә бит. Ҡарсығы ла бар.
– Ғилметдин? – Маһинур ҡарсыҡтың тәне эҫеле-һыуыҡлы булып китте.
– Ғилметдин?! Хоҙайым, ни саҡлы ғүмер үтте! Ҡасан булған хәл! Ул егет, ә мин еткән ҡыҙ инем дә баһа! Хоҙайым! Бәй, уны ни...
Ул һүҙен әйтеп бөтөрөргә өлгөрмәне, ҡапҡаның был яғына инеп баҫҡан оло йәштәге ир менән ҡатынды күреп, тынып ҡалды. Өҫтөнә әллә һоро күлдәк, әллә джемпер кейеп, бер ҡулына, ахырыһы, пинжәген элгән, икенсеһенә ҙур сумка тотҡан, һаҡал-мыйығы ярайһы етешкән, ҡарсыға танаулы эшләпәле ирҙе ул теләһә-теләмәһә лә таныр ине – Ғилметдин. Бындағылар ише арҡаһы ла көмөрәймәгән, йөҙ-битен дә йыйырсыҡтар сыйғыламаған кеүек. Икенсеһенең етендәй сәстәре бөҙрәләнеп, яурынына етә яҙып тора. Йәш булмаһа ла, төҫ ташламаған, һылыу ғына күренә, дуңғыҙың, ирендәре бөрөлә биреп, күҙҙәре ихлас йылмайған ише һынап ҡарай.
Бер-береһенә ҡарашып бер аҙ торғандан һуң Ғилметдин:
– Нихәл, Маһинур? – тип ҡатынына бер генә ҡарап алды ла хужабикәнең ҡосағына ташланды. Бөтә тәне менән ҡалтырай ине ул. – Күпме көттөм мин был көндө, – тип көсһөҙ генә бышылданы.
Маһинур ҙа, быуынһыҙланып, үҙен-үҙе онотто. Күпме ваҡыт үткәндер, беренсе булып Ғилметдин аңына килде. Ғәйепле төҫ менән тағы ла ҡатынына ҡараны ла:
– Был фрау минең ҡарсыҡ була инде, – тине. – Марта исемле.
– Эйе шул, фрау Марта. – Ҡатын, ап-аҡ тештәрен күрһәтеп, Маһинурға ҡарап йылмайҙы.
Ни өсөндөр был йылмайыу Маһинурға яһалма тойолдо, унан бигерәк ят ҡатындың башҡортсаһы ғәжәпләндерҙе. Беҙҙеңсә лә белә икән.
Һуңғыһы Ғилметдингә йүнәлтелгәйне. Быны шунда уҡ аңлаған ир:
– Эйе шул, – тип асыҡлыҡ индерҙе. – Үҙем өйрәттем.
– Маһинур инәй, – тип һүҙ ҡатты бығаса барыһын да шым ғына күҙәтеп торған Йәүҙәт, – ҡунаҡтарҙы ишек алдында тотма инде!
– Эйе лә баһа, – тип өтәләнде хужабикә. – Әйҙәгеҙ, өйгә үтегеҙ! – Онотолоп китеп булһа кәрәк, ул аяғындағы калоштарын да һалмай тупһа аша атланы. – Хәҙер сәй ҡуйырмын. – Һуңғы һүҙҙәр көйләп әйтелде.
Район үҙәгендә йомошо барлығын әйтеп, Йәүҙәт китеп барҙы. Ҡунаҡтарын диванға ултыртып, телевизорҙы ҡабыҙҙы ла хужабикә сәй табыны әҙерләргә тотоноп китте. Ара-тирә ҡунаҡтарына күҙ һалғыларға ла онотманы. Тегеләр ҡулдарын бер тегеләй, бер былай йөрөтөп, үҙҙәренсә ниҙер һөйләнде. Телде аңламаһа ла, һиҙенде Маһинур, уның донъяһы тураһында фекер алышалар. Ғилметдиндең ара-тирә ризаһыҙлыҡ белдереүенә ҡарағанда, ҡатынына бында ниҙер оҡшамай.
Хужабикә бар булған һыйын өҫтәлгә ҡуя башлауға, Ғилметдин дә, сумкаһын асып, күстәнәстәрен сығарырға кереште.
– Был кофе була, – тине ул, төрлө һүрәттәр менән сыбарланған быяла банканы асып, – тегендә күберәк шуны эсәләр. – Ҡулдарын етеҙ йөрөтөп, ҡунаҡ өҫтәлгә ялтырауыҡлы ҡағыҙҙарға төрөлгән ҡупшы күстәнәстәрен дә теҙҙе. Иң аҙаҡ ҡулы ҙур ғына шешә һөйрәп сығарҙы. – Шнапс, немец араҡыһы, – тип йылмайып аңлатма индерҙе үҙе. – Эсербеҙҙер бит, Маһинур?
– Үҙегеҙ ҡарағыҙ. – Ҡоро ғына яуапланы хужабикә. Ул был тиклемен үк көтмәгәйне. – Миңә ярамай. – Һуңғыһы йомшағыраҡ яңғыраны.
– Беҙгә ярай. – Ғилметдин Мартаһына ҡарап йылмайҙы ла, шешәне асып, шәшкеләргә эсемлек ҡойҙо. – Юлдан арып килгәс, мотлаҡ кәрәк ул. – Форвертс, Марта! (Алға! – авт.).
Ауыл ирҙәре кеүек, ауыҙына тейһә, иҫермәйенсә туҡтамаҫ, тип эстән генә хафаланыуы бушҡа булғанын тойҙо Маһинур. Ғилметдин шәшкегә һалғанын икегә бүлеп эсте лә ҡабат шешәгә үрелмәне.
Төшкө сәйҙе, ара-тирә һүҙ ҡушҡылап, өндәшмәй тиерлек эстеләр. Тамаҡ ялғағандан һуң, Марта бер аҙ серем итеп алыу уйы менән диванға һуҙылды. Шуны ла самаланы Ғилметдин, бер ниндәй тартыныу йәки оялыу тойғоһо һиҙмәй, үҙен өйөндәге кеүек тота ине Мартаһы. Маһинур ҙа, быларҙы өнһөҙ генә күҙәтеп, немканың ире менән артыҡ иҫәпләшеп бармауын һиҙмәй ҡалманы. Хәйер, быға ғәжәпләнмәне лә ул, Ғилметдин бит Германияла үҙ кеше түгел, ә әсир. Ана бит, исемен дә үҙҙәренсә ҡушҡандар: Гельмут. Әсир менән ни теләһәң, шуны ҡылып була торғандыр.
Ниндәй генә тарафтарға һуҡтырһалар ҙа, һүҙ берекмәй ҙә ҡуя. Ә бит ниндәй татлы хыялдар менән ҡайтҡайны Ғилметдин! Күрәһе ауылдаштар, тыуған нигеҙ, һөйләшеп бөтмәй торған һүҙ юҫыҡтары. Ни булған уға? Уларға? Әйтерһең дә, сит кешеләр тап булышҡан да улар араһында бер ниндәй ҙә уртаҡлыҡ юҡ.
Түҙмәне Ғилметдин, пинжәген иңенә һалды ла, ишек алдына сығып, шундағы бер түмәргә терәлеп, тирә-яғына күҙ һалды. Ана, ҡояш сығышы яғында бәләкәй генә халыҡ телендә “түмәләс” тип атап йөрөтөлгән ҡалҡыулыҡ. Ҡыш етһә, шунда тирә-яҡтағы бала-саға эркелешеп сана һәм саңғы шыуҙы. Гөр килеп торор ине тирә-яҡ уларҙың шат тауыштарынан. Күҙ бәйләнеп, өйҙәргә ут алмай тороп, береһе лә ҡайтырға ҡуҙғалмай, хатта ашау ҙа онотола.
– Ултыраһыңмы? – тигән тауышҡа ныҡ итеп тертләне Ғилметдин. Башын күтәрһә, бер яҡ ситтәрәк ҡулына буш биҙрә тотоп хужабикә тора.
– Эйе, – тип һүҙ ҡушҡанға шатланып, йылмая биреп өндәште ҡунаҡ. – Анауы түмәләстә сана шыуған саҡтарҙы иҫләп ултырам. Харап күңелле саҡтар булған.
– Ә хәҙер шыумайҙар, – Маһинур көрһөндө лә, биҙрәһен бағанаға элеп, солан ишегенә табан атланы һәм, күп тә үтмәй, ҡулына бәләкәй генә бүкән тотоп, кире әйләнде.
– Ниңә хәҙер шыумайҙар? – Һорау үтә лә бер ҡатлы яңғыраны. – Әллә?..
– Бала-саға ҡалманы, Ғилметдин, шуға. – Маһинур бүкәнен бер яҡ ситкәрәк ҡуйып ултырҙы ла бер аҙҙан ҡунағы күптән көткән һорауын сығарҙы. – Ҡарсыҡ булғас, тим, бала-сағаң да барҙыр, ә, Ғилметдин? – Хужабикә, күҙҙәрен ҡыҫа төшөп, иргә ҡараны. Был үтә лә ҡыҙыҡһыныусан, хатта талапсан һорауҙы яуапһыҙ ҡалдырыу мөмкин түгел ине.
– Минән бала булмай, тинеләр. – Ғилметдин башын түбән эйҙе. Күңелен йыш ҡына ғазаптарға дусар иткән, артабан бер аҙ баҫыла төшкән хәл-тойғо ине был. – Күрәһең, Хоҙай Тәғәлә минең ниместе арттырыуымды теләмәгән, – тип урынһыҙ ғына шаяртҡан булды ир. Ә үҙенең ике күҙе тулы йәш ине.– Ә һинекеләр күпме? Ҡайҙалар? – тигән һорау үҙенән-үҙе яралды.
– Минекеләр …юҡ. – Маһинурҙың да тауышы төшөнкө ине. – Мин кейәүгә барманым бит. Һине көттөм…
Ғилметдиндең йөрәген уртаға ярҙы был хәбәр. “Мине көткән. Ә мин?” Уның башы тағы ла нығыраҡ эйелде. Йәшлек мөхәббәтенең күҙенә тура ҡарарға сикһеҙ дәрәжәлә оят ине. “Кисер мине!” тип әйтһенме? Был бит буш хәбәр”.
Шул саҡ өй ишеге асылып китте лә тупһала Марта күренде, әммә ары атларға ҡыйманы ул. Эстән генә көнләшеү кеүек тойғо күңеленә шом һалыуға ҡарамаҫтан, ишекте эс яҡтан ябырлыҡ көс тапты үҙендә. “Һөйләшһендәр, ҡамасауламайым, ә бит ҡабат улар бер ҡасан да осраша алмаясаҡ”, тигән уй килде.
Өйгә инеп, диванға ултырҙы ла Марта, тәрән көрһөнөп, ҡараштары менән урамды иңләргә кереште. Был ике бәхетһеҙҙең ошо көнгә ҡалыуына беҙ, немецтар, ғәйепле. Ана бит, атайым да Сталинград янында ятып ҡалды. Ни ҡалғайны уға бында, урыҫ донъяһында? Беҙҙекеләр һуғышты башламаһа, ул да, моғайын, үҙенең бәхетен немец кешеһе менән бәйләр ине.
Ә тыштағылар был минуттарҙа тирә-яҡта ниҙәр булып ятыуын шәйләрлек хәлдә түгел ине шул. Тулыһынса күп йылдар элек үтеп киткән дәүерҙә сәйәхәт итә ине шикелле улар. Тик был хис-тойғо оҙаҡҡа һуҙылманы, ысынбарлыҡ тарафынан ҡыҫырыҡланды.
– Һинең ҡапыл ҡайтып күренеүең минең һушты алды әле, – тип һүҙҙе икенсе юҫыҡҡа күсерҙе хужабикә. – Һаман иҫкә килә алмай йөрөлә, ахырыһы. – Артабан ихлас көлөү яңғыраны. – Нисек улай ҡайтаһы иттең?
– Көтмәгәндә булды шул. – Ғилметдин хәбәрен ҡыҫҡараҡ тоторға була, пауза яһаны. – Мартаға Сталинград янындағы һуғышта үлеп ҡалған атаһының зыяратын күреп ҡайтырға мөмкин, тигән хәбәр еткергәндәр. Ул сат йәбеште лә ҡуйҙы: “Барам да барам!” Китер көнө яҡынлашҡас, мине лә өгөтләргә кереште: “Әйҙә, тыуған яҡтарыңды күреп ҡайтырһың!” Баш тартыу гонаһ булыр, тинем дә тәүәккәлләнем. – Бер аҙ тынып торғас, – ҡартая килә, бала саҡ, йәшлек хәтирәләре шундай иҫкә төшөп йонсота, хатта... – Тауышы ҡалтырап, ҡунаҡ тынып ҡалды.
– Бер башлағас, әйт әле, нимес еренә нисек барып эләктең һин? – Маһинур ҡунағына текләп тигәндәй ҡараны.
Ишетер ҡолаҡҡа килешһеҙ яңғыраһа ла, уға ла яуап бирергә кәрәк ине. Бер аҙға ғына ҡаушаны Ғилметдин, ни рәүешле яуапларға? Һуғышта төрлө хәлдәр була, яраланып, иҫтән яҙаһың да, һушыңа килгәндә, эргәңдә ҡораллы дошман баҫып тора, тиергәме? Юҡ, был ҡәнәғәтләндермәҫ, сөнки әсирлеккә бирелгәнсе, үлеп ҡалғаның яҡшыраҡ, тигәнде генә аңлайҙар бит бында. Тәрбиә шулай, бер ни ҙә ҡыла алмайһың.
– Оҙон һәм бик күңелһеҙ хәбәр ул, Маһинур. – Ғилметдин көрһөндө. – Һөйләй башлаһаң… – Ул һүҙен бөтөрмәне, дөрөҫөрәге, дауам иткеһе, йәғни аҡланғыһы килмәне. – Уны белеүҙән һинең бер ерең дә артмаҫ!
– Ә мин беләм. – Бала саҡтан тура һүҙле хужабикә был юлы ни өсөндөр ситкә ҡараны. – Тик үҙеңдең ауыҙыңдан ишетке килгәйне…
– Беләһең? – Ғилметдин үҙ тауышына үҙе аптыраны. Кем һөйләне уны һиңә, тип һорарға иткәйне лә тыйылды. Һүҙ көрәштереү китәсәк, ҡунаҡҡа ҡайтҡан кешегә был килешмәй.
Хөсәйен, лысма һыу плащын сисеп, сөйгә йәйеберәк элде лә, сәйнүктән һыу һалып эскәс, һикегә терәлде. Аҙбар эсендә ҡураларҙы тәртипкә килтереп йөрөп, арығайны ул. Бер аҙ хәл йыйырға ла тамаҡҡа әҙерләргә кәрәк, балалар уҡыуҙан ҡайтып килер, тигән фекер үҙенән-үҙе төйнәлде. Ни бынау ҡатын ваҡытһыҙ ауырып китте, тип әсенде ир. Хәйер, йөклө кешегә ҡарата улай тип әйтергә лә ярамайҙыр. Ауырыу бит һорап килмәй берәүгә лә. Ә балаһын тыуҙырырға иртәрәк шикелле.
Өҫтәлдә ятҡан махорка ҡабын алып, гәзит йыртты ла тәмәке төрә башланы Хөсәйен. Тышта инде нисәнсе көн ямғыр быҫҡаҡлай, тәмәке төтәтергә уңайлы урыны ла юҡ. Ошонда, мейес алдында ултырмағанда. Уның уйҙарын бүлеп, ҡаты итеп ишек шаҡынылар. “Атаҡ, ҡайһыһы йөрөй бындай йүнле кеше этен дә сығармаҫ көндә?” Хөсәйен тамағын ҡырҙы ла көр тауыш менән:
– Ишек бикле түгел. Керегеҙ! – тип ҡысҡырҙы.
Тупһала ҡалҡыу ғына буйлы, өҫтөнә һары плащ кейеп, ҡара шәл ябынған йәш һылыу ҡатын күренде. Итектәрен соланда һалған булһа кәрәк, ойоҡсан.
– Ғәфү итегеҙ, Хөсәйен ағай һеҙ булаһығыҙмы? – тине ул, өй хужаһын ҡараштары менән бырауларҙай итеп.
– Эйе, мин булам. – Тәмәкеһен мейес ҡашағаһына ҡуйып, Хөсәйен артабан ни эшләргә белмәй ҡатып ҡалды. – Ә һеҙ кем?
– Мин бик йыраҡтан киләм, ағай. – Ҡатын, уңайһыҙ йылмайып, ян-яғына ҡаранды. Ултырырға урын самалай ине ул. – Бер кешене эҙләйем.
– Ә һеҙ тәүҙә өҫтөгөҙҙө һалығыҙ! – Өй хужаһы артһыҙ ултырғысты ишеккә яҡыныраҡ шылдырҙы. – Бына ошонда…
– Рәхмәт. – Ояла-тартына өҫтөн һалып, сәсен тәртипкә килтергәс, ҡатын тәҡдим ителгән урынға сүгәләне. – Мин ваҡытығыҙҙы күп алмам.
– Исемегеҙ кем була? – Хөсәйен тәмәкеһен урап бөтөрөргә була ҡулына алды. – Кемде эҙләйһегеҙ? – Бер аҙ торғас, өҫтәне, – ярҙам итә алһам…
– Маһинур мин. – Ҡатын арыған ҡиәфәт менән йылмайҙы. – Ғилметдин Ҡунафин тигән кешене эҙләйем. Күптән.
Хөсәйен яуап ҡайтарырға ашыҡманы. Тәмәкеһен урап бөтөрөп, мейес алдына сүгәләне лә, тоҡандырып, бер-икене һурғас:
– Ҡунафин, тиһең инде? – тип һораны. – Ғилметдин. – Өй хужаһы ғәйепле кешеләй йылмайҙы. – Бер ҙә иҫкә төшөрә алмайым шул. Ҡасаныраҡ күрҙем икән мин ул кешене? – Әсе төтөндән сытайған йөҙ килеүсегә төбәлде.
– Һеҙ уның менән һуғышта бергә булғанһығыҙ, тинеләр. – Ҡатын, ян кеҫәһенән кескәй генә һүрәт сығарып, өй хужаһына һондо. – Бына.
Өй хужаһы, һүрәтте ҡулына алып, берауыҡ һүҙһеҙ торҙо. Башын сайҡап, тамағын ҡырҙы ла:
– Иҫкә төштө Ғилметдин, – тине ниндәйҙер сер йәшеренгән тауыш менән. – Осрашырға тура килгәйне шул. Ҡырҡ беренсе йылдың йәйендә…
Хөсәйен тәмәкеһен аллы-артлы бер нисә тапҡыр ҡомһоҙланып һурҙы ла, мейес төбөнә ырғытып, аяғүрә баҫҡас, ҡунағына бер аҙ ҡарап торҙо. Нисегерәк еткерергә һиңә был хәбәрҙе, тип уйланды, ахырыһы.
– Эҙләгәс, ҡайтмаған, тигән һүҙ була инде, – тип дауам итте ул, ҡайтанан һикегә ултырып. Бер килке урамға ҡарап торғандан һуң, – ҡайта торған ерҙә түгел шул ул, һеңлекәш, – тип көрһөндө. – Әруахтар донъяһынан ҡайтыу юҡ.
– Ә уның ҡәбере ҡайҙа?! – Ҡатын бирешергә теләмәне. – Үлгәндәрҙең ҡәбере була ла инде.
– Ҡәбере тиһең инде. – Хөсәйен, урынынан ҡуҙғалып, тәҙрә төбөнә барып баҫты. – Мин уны йыраҡтан ғына күҙәтә алдым шул. Теләһәгеҙ, һөйләйем.
Ҡатын өндәшмәй генә башын һелкте.
…1941 йылдың йәйе. Хөсәйен ул саҡта колхозда бригадир булып эшләй ине. Һуғыш сыҡҡас, уны ла алдылар. Ғилметдин менән ул Көнбайышҡа юл тотҡан вагонда осрашты. Башҡортлоғон самалап, һүҙ ҡатҡайны, һөйләшеп киттеләр. Икеһенә лә егерме генә йәш, өйләнеп, ғаилә ҡорорға өлгөрмәгәндәр. Фронт һыҙығына етмәҫ элек үк уларҙың эшелоны фашист бомбардировщиктарының көслө утына эләкте. Ҡот осҡос мәхшәр! Бомбалар әле бында, әле тегендә ярыла. Поезд туҡтаны, унан эркелешеп сыҡҡан ҡыҙылармеецтар яланға һибелде. Командирҙар ҡысҡырып ҡарай, тик уларҙы кем ишетһен! Бомбаларын ташлап бөтөргәс, самолеттар кире Көнбайышҡа китеп юғалды.
Тирә-йүн тып-тын. Әйтерһең дә, тере йән эйәһе ҡалмаған. Хәйер, бомбалар тауышына ҡолаҡ тонғанға ғына шулай тойолған икән. Һирәгәйгән ҡыҙылармеецтарҙы бер урынға туплап, тиҙ генә мәйеттәрҙе бер соҡорға йыйып күмделәр ҙә ҡояш байышына табан тәпәйләнеләр, ләкин оҙаҡ атларға тура килмәне, сафтарҙы ҙур ғына йөк машинаһы ҡыуып етте лә унан төшкән ике офицер менән бер нисә ҡыҙылармеец винтовкалар, пуля һәм гранаталар өләшкәс, яҡындағы урман ситендә фронт тоторға ҡушылды.
– Ҡара уны, сигенәһе булмағыҙ! – тип пистолетын күккә сөйөп янаны иң ҙур командир. – Ҡояш байып, күҙ бәйләнгәс кенә ҡуҙғалырһығыҙ!
Ҡыҙылармеецтар ас, исмаһам, поход кухняһы ла күренмәй. Арлы-бирле окоп соҡоп, урынлашып та өлгөрмәнеләр, дошман пушкаларҙан ут асты. Быныһы инде тиҙҙән һалдаттар һөжүмгә күсә тигәнде аңлата ине. Снарядтар, сыйылдап, уңлы-һуллы, ҡайһы берҙәре хатта окоптар өҫтөндә ярыла. Әсе шартлау һәм уға ҡушылып яраланғандар тауыштары – тамуғың дә кәрәкмәй. Әле окоп төбөнә боҫоп, әле башын күтәреп, тирә-яғына күҙ һалған Хөсәйендең ҡолағына бер саҡ:
– Стой! Ты куда, трус! – тип ҡысҡырған һәм винтовка затворы шылтыраған тауыш салынды. – Да я тебя!
Ул тауыш килгән яҡҡа күҙ һалды. Ҡыҙылармеецтарҙан кемдер, һикерәндәй-һикерәндәй, артҡа табан йүгерә. Күрәһең, был мәхшәрҙән ҡасып ҡотолорға теләй. Туҡта, һыны таныш кеүек тәбаһа! Бәй, Ғилметдин бит. Ул арала атыу тауышы яңғыраны һәм теге ҡыҙылармеец, һөрөнөп китеп, ергә ауҙы. Ниндәй хурлыҡлы үлем, тип уйларға ла өлгөрмәне Хөсәйен, яҡында ғына ярылған снарядтың ярсығынан һул яҡ сикәһе яраланып, йәш һуғышсы окоп төбөнә ҡоланы ла иҫтән яҙҙы.
…Дөм-ҡараңғы төн. Төпһөҙ күктә иҫәпһеҙ-һанһыҙ йондоҙҙар ғына емелдәшә. Ҡайҙандыр әллә ухылдаған, әллә ыңғырашҡан тауыштар салына ҡолаҡҡа. Иҫенә килгән Хөсәйен, көслө һыҙлау һиҙеп, һул яҡ сикәһен һыйпаны, ҡулы йәбешкәк ҡанға буялғас, ул көндөҙ дошман снарядынан яраланғанын хәтеренә төшөрҙө. Ә ҡалған иптәштәре ҡайҙа? Ул аяғүрә баҫып, тирә-йүнен байҡарға иткәйне лә, берәй аҙашҡан пуляға юлығыуҙан ҡурҡып, яйлап ҡына окоп ситенән башын ҡалҡытты. Тегендә-бында һибелеп ятҡан түмгәктәрҙән, улары ла, моғайын, мәйеттәрҙер, бер ни ҙә күҙгә эленмәне. Кеҫәһенән марля сығарып, яраһын бәйләргә самалағайны ла ҡолағына ишетелер-ишетелмәҫ кенә “Помогите!” тигән тауыш салынды.
Эсенә йылылыҡ йүгерҙе Хөсәйендең, тимәк, ул бында яңғыҙы түгел. Ҡыҙылармеец сайҡала-сайҡала, тауыш килгән яҡҡа ыңғайланы. Күп тә барманы, бомба иҙгән бер соҡорҙа уң аяғын ҡосаҡлап ятҡан кешене тап итте. “Ғилметдин!” Шатлыҡ тойғоһон көслө шик ситкә ҡыуҙы: “Дезертир!”
– Һин? – ят тауыш менән һораны Хөсәйен.
–- Үлмәнеңме ни, тиһеңме? – Көсһөҙ генә шыбырҙаған Ғилметдин асыуын йәшермәне. – Мин йәшәргә тейеш, Хөсәйен! Аңлайһыңмы, йәшәргә!
Нимә тиһен Хөсәйен? Бер кемдең дә үлгеһе килмәй. Былай ҙа күреп тора бит уның ни рәүешле йәшәргә ынтылғанын. Бына кем менән уртаҡлашырға тура килә уға яҙмышты. Эх, белгән булһамы, был яҡҡа табан аяҡтары ергә теймәй шатланып ынтылаһы урынға, тиҙерәк ҡасыуҙы хәстәрләр ине.
Ул арала таң да беленде. Һүҙһеҙ генә яраларын бәйләшкәс, көнсығышҡа ыңғайланылар. Дөрөҫөрәге, күберәк төнөн хәрәкәт итеп, көндө берәй ышыҡта үткәрергә тырыштылар. Ғилметдин ара-тирә һүҙ ҡушып ҡараһа ла, Хөсәйендең әңгәмәне дауам иткеһе килмәне. Ирекһеҙҙән иш булған юлдашына ҡарата йылы тойғо юҡ ине уның күңелендә. “Ҡурҡаҡ, һатлыҡйән! Ана шундайҙар арҡаһында сигенәләр ҙә инде”. Шулай фекер йөрөттө йәш ҡыҙылармеец.
Көндәр яйлап уҙа тора, ә бараһы юлдың осо-ҡырыйы күренмәй, сөнки дошман йылдам алға бара. Бармай тағы, ул бит – танкыла йә мотоциклда.
– Былай бармай, Хөсәйен! – тип һүҙ башланы бер кис Ғилметдин. – Ни хаҡына интегергә? Беҙ шыр тиле түгел дә баһа! Әллә беҙ ошонда ятып үлһәк, Гитлер һуғышты туҡтатыр, тиһеңме? Юҡ! Һин теләһәң ни эшлә, ә мин әсирлеккә төшәм. Тереләй тотоп ашамаҫтар, фашист та кеше бит.
– Ә антың? – тип асыулы яуапланы Хөсәйен. – Һин был тыуған илеңде һаҡларға ант бирҙең.
– Һаҡларға, эйе. Тик ошонда ятып үлергә түгел. – Ғилметдин боролоп, юлдашына арҡаһын ҡуйып ятты. – Миңә йәшәргә кәрәк. Тегендә мине кәләш көтә. Ә һуғыш тиҙҙән бөтәсәк.
Хөсәйен тынлыҡ һаҡланы. Арып килеп, йоҡо баҫа башлағайны уны.
Һандуғас һайрауына күҙҙәрен асып ебәрһә, ҡояш ярайһы күтәрелеп тә өлгөргән. Һиҫкәнеп, ян-яғына күҙ һалһа, юлдашынан елдәр иҫкән, винтовкаһы ғына аунап ята. “Тимәк, дошман яғына шылған”. Ҡалҡына биреп, Хөсәйен уның эҙе оло юлға табан барыуын күрҙе. “Бәй, күҙ күреме ерҙә берәү туҡмаҡлай бит, моғайын, шул үҙелер. Юҡ, ҡыуып етеп, туҡтатырға кәрәк!” Ҡыҙылармеец, бар көсөн туплап, алға ынтылды. “Хәҙер ҡыуып етә ул һатлыҡйәнде”. Эсендә асыу торған һайын ҡабара барҙы. “Хәҙер, хәҙер. Ана, юлда дошман танкылары күренде”.
Ләкин тырышыуы бушҡа булып сыҡты, Ғилметдин дүрт аяҡлап тигәндәй юлға сыҡты ла, ни ғиллә, ике аяғына баҫып, ҡулдарын өҫкә күтәрҙе.
– Ана нисек, – тип һуҙҙы бығаса шым ултырған Маһинур. – Пленға төшкән тәки, ҡәбәхәт! – Ул үҙен үҙе белештермәй, ҡысҡырып ебәрҙе. – Ә мин уны бында нисәмә йыл эҙләйем. Бармаған урын ҡалманы. – Ҡатын мышҡылдай башланы.
– Юҡ, һеңлекәш! – Хөсәйен ҡалҡынды. – Төшмәне. Уны фашист танкы ер ҡорто урынына иҙеп китте. Шуға уның ҡәберен таба алмағанһың һин...
– Төп башына ултыртҡан ул һине. – Ғилметдин, ниҙәндер ҡәнәғәт булып, ике усы менән тубығына һуғып алды. – Хәйер, ул саҡта алдаша белеү үҙе бер бәхет булғандыр әле. Танышҡан көндә үк уға күңел ятмағайны шул. Иҫәнме икән үҙе?
– Белмәйем. – Маһинур, башын күтәреп, күккә ҡараны ла урынынан тороп, ишеккә табан атланы. – Һинең Мартаң һаман йоҡо һимертәме? – тине, ҡунағына ҡарамай ғына.
– Булыр. – Ғилметдин дә ҡуҙғалды. – Үткән төн аэропортта йоҡо эләкмәне бит. Ҡарале, Маһинур, – тине ул, ян-яғына ҡаранып, – һин миңә балта менән бысҡы бир ҙә, йүнәтәйем бынау ҡоймаларҙы, ә…
– Хәҙер алып сығам. – Хужабикәнең эскерһеҙ тәҡдимгә күңеле булды, ахырыһы, киң итеп йылмайҙы ла соланға табан йүгерекләне.
Ҡояш офоҡҡа инеп юғалғансы тиерлек Ғилметдин ҡанатланып эшләне: соҡор ҡаҙыны, бағаналар ултыртты, бысты, юнды, ҡаҙаҡланы. Бер аҙҙан иренә ярҙамға Марта ла ҡушылды. Сикһеҙ ҡәнәғәт ине икеһе лә күңел арбатырлыҡ эш табылыуға. Киске йоҡоға талғанда ирҙең йөҙөндә йылмайыу балҡый ине.
– Мин ауыл буйлап йөрөп ҡайтайым әле, – тине Ғилметдин, иртәнге сәйҙе эсеп бөтөргәс. – Тыуған нигеҙ ҙә һағындырҙы.
– Мин дә һинең менән! – Марта ла урынынан ҡуҙғалды. Өйҙә ултырып ялыҡҡайны ул.
– Беләһеңме, Марта, – Ғилметдин һиҙҙермәй генә хужабикәгә күҙ һалды. – Бында мосолман традициялары буйынса йәшәйҙәр. Ә уларҙа етәкләшеп йөрөү ғәҙәте юҡ. Һин өйҙә генә ултыр инде, йәме?
Фрау, ниҙер әйтергә теләп, ауыҙын асҡайны ла, әммә үҙенең бында сит кеше икәнлеген иҫенә төшөрөп, тыйылды.
Ә урам тып-тын, берәй әҙәм йәки башҡа йән эйәһе күренһәсе. Ә элек бынан бала-саға тауышы өҙөлмәй ине. Ғилметдин, киң аҙымдар менән тыуған нигеҙе яғына табан атланы. Күп тә барманы, ҡаршыһына йәйге ҡояшта ҡара янған малай тап булды, бәләкәй генә велосипедҡа атланып алғайны ул. Ҡыҙыҡһынып, ят кешегә бер аҙ ҡарап торҙо ла:
– Һаумыһығыҙ, бабай? – тип, күҙҙәрен ҡыҫа төштө лә, ниҙер көткәндәй, ҡарап тора башланы.
– Иҫәнме, улым? – Ғилметдин күңеле булып йылмайҙы. Ана бит, бала-саға ниндәй итәғәтле булып үҫә. – Рәхмәт һаулыҡ һорашҡаныңа.
Бер аҙ барғас, фырт ҡына кейенгән ике ҡыҙ осраны. Үҙ-ара ҡыҙып-ҡыҙып ниҙер тураһында бәхәсләшә ине улар, ят кешене хатта иғтибарға ла алманылар шикелле.
Әлбиттә, илле йылдан ашыу ғүмер эсендә ауылдың йөҙө ныҡ үҙгәргән. Элекке һалам башлы бәләкәй генә өйҙәр урынын ҡарағай бүрәнәләрҙән һалынған, шифер йәки ҡалай түбәле күпкә иркендәре биләгән, ситән ҡоймаларҙы штакетник ҡаҙаҡланғандары алмаштырған. Тик ни ғиллә, ҡайһы берҙәрендә кеше йәшәмәгәне тыштан уҡ күренә: йорттарҙың түбәләре асыла төшөп, тәҙрәләре ҡойолған һәм ҡоймалары ауып ятҡандары ла осрай. Тимәк, хужалары яҡты донъянан йәки ситкә бәхет эҙләп китеп барған.
Шулай уйлана-уйлана атлай торғас, Ғилметдин түмәләс тапҡырында булырға тейешле тыуған өйө нигеҙенә лә килеп етте. Ҡасандыр бында кеше төйәге булғанын белгертеп үҫә торған кесерткән йәки сәнскеле үләндәр күҙенә салынманы. Беленер-беленмәҫ соҡор, күрәһең, нигеҙ генә тороп ҡалған. Ә бит элек бушаған урынға яңы нигеҙ күтәреү ғәҙәте була торғайны. Тимәк, кешеһе табылмаған.
Тыуған төйәге нигеҙенә ҡарап, күңелһеҙ уйҙарға батты Ғилметдин. Хәтере яңыра төштө уның. Бала сағынан төрлө күренештәр, ата-әсәһе кисә генә булған кеүек күҙ алдынан үтте. Юҡ, үтмәне, ике күҙенә лә йәш тултырҙы.
– Тыуған нигеҙеңде һағынып ҡайтҡанһың икән. – Арт яҡтан килгән ҡарлыҡҡан тауышҡа Ғилметдин ҡаты тертләне.
Боролоп ҡараһа, түшенә орден-миҙалдар тағылған ярайһы таушалған костюм-салбар кейгән оло йәштәге кеше уға ҡарап баҫҡан. Ҡулында – тимер таяҡ.
– Һине ни, Ғилметдин абзый, тәүҙә хәбәрһеҙ юғалды, унан һуң һуғыш сыҡҡан йәйҙә үк үлеп ҡалған, тигән хәбәр килде лә баһа, – тип дауам итте ҡарт, ике ҡулы менән таяғына таянып. – Ә һин имен-һау йөрөп ятаһың, имеш.
Маңлайын йыйырып, күпме генә уйланһа ла, Ғилметдин был кешенең кемлеген иҫенә төшөрә алманы.
– Ғәфү ит, – тине ахырҙа, кипкән ирендәрен ялай-ялай. – Танымайым бит. Ахырыһы, һин минән йәшерәк.
– Кәшфулла. – Ҡарт шул хәлендә ҡала бирҙе. – Мине белеп тә еткермәйһеңдер шул. Һине армияға алғанда, мин малай ғына инем бит.
– Шулай ҡартайырға ла өлгөрҙөңмө? – Ғилметдин шаяртты.
– Нужа күп күрелде шул. – Кәшфулла хәтере ҡалғанын йәшереп торманы. – Уның ҡарауы, һин йәшәргәнһең. – Ян-яғына ҡаранып алғас, – нимә ти әле урыҫ? На ногах правды нет. Әйҙә ултырайыҡ! – тине.
Ғилметдин яуап ҡайтарманы. Яйлы урын табып терәлде лә Кәшфуллаға ҡарап тора башланы. Әйтер һүҙе булғанға оҡшай, тыңлап ҡарайыҡ, йәнәһе.
– Был нигеҙҙә һуңғы йән эйәһе атайың мәрхүм булды, абзый, – тип көтөлмәгән яҡтан һүҙ башланы Кәшфулла. Әсәйең рак сиренән унан күпкә алда китеп барҙы. Яңғыҙы бик ныҡ интегеп йәшәне атайың.
Йә, хәҙер ни әйтерһең, тигәндәй, ул Ғилметдингә ҡараны. Ә ул быларҙы кисә үк Маһинурҙың ауыҙынан ишеткәйне. Ике ҡустыһының һуғышта үлеп ҡалғанын да. Үткәндәрҙе кире ҡайтарып булмай, башыңды ташҡа бәреп илаһаң да.
– Ни өсөн элегерәк ҡайтманың? Ярҙам итер инең, тиһеңдер, ә Кәшфулла? – Ғилметдин күңелһеҙ көлөмһөрәне. – Шулаймы?
– Һуңлабыраҡ ҡайтҡанһың шул, абзый. Элегерәк… – Кәшфулла ни әйтергә теләгәнен асыҡламаны. – Тәүҙә бит һине хәбәрһеҙ юғалды, тинеләр.
– Эх, Кәшфулла! Һин дә бит һуғышта булғанһың. Моғайын, унда бик күптәрҙең ятып ҡалыуын, әсирлеккә эләгеүен беләһеңдер. Бына мин…
– Һин плен бирелгәнһең. Ишеттем кисә. – Кәшфулла янтайып, кеҫәһенән папирос сығарҙы. Ашыҡмай ғына ҡабыҙып, бер-икене һурғас, – Германияла йәшәгәнһең икән. Ә беҙҙең өсөн әсирлеккә төшөү – хыянат. Шулай бит, абзый?
“Ҡарале, һуғыш бөткәнгә лә илле йыл, ә был һаман шул саҡтағы коммунистар һүҙен һөйләй, тип уйлап алды Ғилметдин. Юҡ, ауыҙын ябырға кәрәк! Бала-сағалай булмағанды ҡабатламаһын!”
– Уны, энекәш, окопта ултырып, һөжүмгә йөрөмәгән, бомба-снарядтар шартлауын үҙ ҡолаҡтары менән ишетмәгәндәр һөйләй, – тине ул мөмкин тиклем тынысыраҡ тон менән. – Ә кем үҙ күҙе менән күреп, ҡолағы менән ишеткән…
– Аныһы шулай. – Кәшфулла бәхәсләшергә ашыҡманы, күрәһең, яйын көттө. – Тик пленға үҙе теләп бирелгәндәр ҙә булған бит…
– Һуғыш сыҡҡан йылда улар ике миллион ярым булған, – тип һүҙ ҡыҫтырҙы Ғилметдин.
– Тыуған илгә хыянат иткәндәр. – Кәшфулла ирендәрен ҡыйшайтты. – Беләбеҙ.
– Уныһын һәр кем үҙенсә аңлай. – Ғилметдин дә бирешергә йыйынманы. – Минеңсә, улар Совет власы өсөн һуғышырға теләмәгән.
– Ана нисек һуҡтырҙың, Ғилметдин абзый. – Кәшфулланың күҙҙәре ялтырап китте. – Һин хәс тә теге РОА-лар (Русская освободительная армия. Гитлер Германияһы яғында һуғышҡан частар – авт.) кеүек һөйләйһең.
– Ниндәй РОА? – Ҡапылғара аңламаны Ғилметдин, сөнки был төшөнсә тураһында уға бик һуңлап ишетергә тура килгәйне. – Мин белгәнде һөйләйем.
– Былтыр Поляковкаға шунда хеҙмәт итеп, бик яман ҡыйратылғас, Америкаға китеп ҡотолған берәү ҡайтҡан булған. – Кәшфулла тағы ла папирос ҡабыҙып, ләззәтләнеп һурғас, – Кәперәйеп йөрөй, ти, малай, – тип дауам итте. – Бер туҡтамай маҡтана, ти. Тәк, төндә теге йоҡоға талғас, өйөнә үрт һалғандар ҙа шунда тонсоғоп үлгән ти, ҡәбәхәт! – Кәшфулла ласҡылдатып аяҡ аҫтына төкөрҙө.
– Быларҙы һин миңә ни тип һөйләйһең әле, Кәшфулла? – Ғилметдиндең асыуы эсенә һыймай башланы. – Үткән эшкә салауат. Һин бит оло кеше.
– Бер ҙә үтмәгән! – Кәшфулла тәмәкеһен аяғы аҫтына һалып тапаны. – Дошман ул үлгәс тә дошман булып ҡала. Белдеңме?
Яуап көтөп тормай, Кәшфулла таяғын яурынына һалды ла китеп барҙы. Ғилметдин аптыраны, ни әйтергә теләне икән ул? Әллә мине лә шул Поляковка урыҫы кеүек күрәме? Ул бит үҙенекеләргә ҡорал күтәрмәне. Ғөмүмән, тауыҡ һуйырға ҡулы күтәрелмәй торғайны. Хәйер, ни тип баш ҡатырам әле, бөтмәҫ бында кәшфуллалар ҙа хөсәйендәр.
Ул урынынан ҡуҙғалып, бала сағы үткән тирә-йүнгә тағы ла бер ҡараш ташланы. Ошонда тамыр йәйҙе уның тормошо. Һәр ҡарыш ер изге булып тойолорға тейеш тә баһа! Ә ни өсөн ниндәйҙер һалҡынлыҡ һибелә был урындан? Әллә шулай тойола ғынамы? Ғилметдин ҡарт тағы ла тирә-яғын күҙләне, ниндәйҙер мәғәнә эҙләне. Әммә уның был ынтылышы һөҙөмтәһеҙ тамамланды. Ят итә.
Өҫтөнә ябырылған көс еткеһеҙ ауыр хис-тойғонан арынырға була, ҡарт һыу буйына атланы. Бала һәм үҫмер йылдарында тиҫтерҙәре менән сыр-сыу килеп һыу ингән урындарҙы тегендә, Германияла, саҡта әллә нисә тапҡыр төштәрендә күреп, һаташып уянғанын иҫенә алды. Ана, ҡуйы булып үҫкән тал-өйәңкеләр, һауаға тейерҙәй олғашҡан тирәктәр. Ярһып, күңелен биләгән ашҡыныулы уйҙар солғанышында үтте был араны Ғилметдин. Тик…
Эйе, улар кемуҙарҙан ярышып йөҙгән, саптыр-соптор килеп сумған йылға бик ныҡ һайыҡҡан, урыны менән хатта һикереп аша сығырлыҡ булып ҡалған. Яҙғы ташҡында килгәндәрҙер инде, ары-бире йыуан ағастар ҙа аунап ята. Күрәһең, уларҙы йыйып алырҙай кешеләр ҙә ҡалмаған. Эйелеп, һыу менән бит-ҡулын сайҡаны ла ир бер йыуан тирәк төбөнә килеп сүгәләне.
Ана, тегендәрәк Маһинур менән йыш ҡына йондоҙҙар күҙләп, тулы айға ҡарап ултыра торғайнылыр. Ҡасандыр. Илле йыл үтеп тә киткән. Һағыш баҫты ирҙең күңелен. Шулай ғүмер үтеп китеп тә барамы икән ни? Ә бит йәшәлгән кеүек тә булманы! Ауыр кисерештәрҙән тағы ла күҙҙәргә йәштәр тулып, түбән тәгәрәне. Эх, бер үкереп илаһаң ине. Ғилметдин үҙе лә һиҙмәҫтән ян-яғына ҡарап алды. Күҙенә бер кем дә салынманы.
Кисерештәр тағы ла көсәйә төшөп, сикһеҙ ауыр һағыштар аҫтында атланы ул Маһинур йәшәгән йортҡа. Иртән сәй менән генә хушланған ашҡаҙан да аҙыҡ талап итә, имеш. Мартаһы уны ишек алдында ҙур сумка эргәһенә ултырып ҡаршыланы.
– Оҙаҡ йөрөйһөң, – тип ҙур ризаһыҙлыҡ белдерҙе ҡатын, иренә тура ҡарап. – Мин һине әллә минән ҡасып китеп барҙымы, тип борсолам. – Беҙгә бөгөн үк китергә кәрәк бынан, Гельмут! – Мартаның күҙҙәрендә зәһәр уттар йылтыраны. – Мин бында бер минут та ҡала алмайым.
–- Ни булды тағы ? – Ғилметдин нигеҙ буйына сүгәләне. – Ҡайҙа хужабикә?
– Белмәйем, ҡайҙалыр сығып китте. – Марта ҡулын һелтәне. – Холҡһоҙ нәмәкәй икән ул.
– Әрләштегеҙме ни? – Ғилметдиндә лә асыу тойғоһо тоҡанды. – Иплерәк булмай инеме ни? Һин бит бында үҙ өйөңдә түгел.
– Такси саҡырт, Гельмут! – Ҡатын тауышын күтәрҙе. – Минең ҡулдан килмәй.
– Уның өсөн телефон табырға кәрәк бит әле. – Ҡарт урынынан ҡуҙғалды. Уның үҙендә лә бынан тиҙерәк китергә кәрәктер, тигән уй ҡуҙғала биреп ҡуйғайны. Ул ҡапҡаны асып, урамға атланы. – Мин хәҙер.
– Донъяңды онотоп йөрөмә тағы! – Марта, урынынан тороп, өй ишеген тартты.
Күп тә барманы Ғилметдин, Маһинур үҙе тап булды. Ҡулында – ауыр ғына күренгән сумка. Кәйефе боҙолмағанға оҡшай.
– Һин ҡайҙа былай, Гельмут? – Ҡарсыҡ шаяртты. – Төшкө аш етеп килә бит. Асыҡманыңмы әллә?
– Аш ҡайғыһы юҡ әле. – Ғилметдин дөрөҫөн әйтергә булды. – Ҡайһы тирәлә телефон бар, Маһинур?
– Ни эшләтәһең телефонды? – Һорауға һорау яңғыраны. – Бынан Германияға звонить итеп булмай.
– Ә мин шаяртмайым, Маһинур! – Ғилметдин Мартаһын күҙ алдына килтерҙе. – Беҙгә ҡайтырға кәрәк.
– Ҡарсығың ҡоторттомо ни? – Маһинурҙың кәйефе ҡул менән һыпырып алғандай юҡҡа сыҡты. – Тиҙ генә ҡылтайып бара үҙе.
– Әрләштегеҙме ни? – Баяғы һорауын ҡабатланы ҡарт. – Ни бүлештегеҙ һуң?
– Мин, әллә Ғилметдин бөтөнләйгә ҡайттымы, тигәс, теге нәмәкәйең туҙҙы ла китте. Үҙ ҡулы менән алып килеп, ҡалдырып китергә ул шыр тилеме ни! Әйтмәгән һүҙе ҡалманы. Мин дә ауыҙ йомоп торманым. Холоҡ насар бит, Ғилметдин. Үҙемде тыя алмайым да ҡуям. – Маһинур буш ҡулы менән ҡунағының терһәгенә ҡағылды. – Бөгөнгә ҡуҙғалмағыҙ инде! Иртәгә берәй нимә уйларбыҙ, ә?
Һүҙ көрәштереүҙән мәғәнә юҡ ине. Улар ҡунаҡ, ә ҡунаҡ – хужаның ишәге. Мартаны икәүләп тынысландырҙылар. Ә ул күнде, күнмәй ҡайҙа барһын, үҙ илендә түгел бит. Иртәгә, тек иртәгә.
Төшкө ашты Маһинур йырлай-йырлай әҙерләне. Ниндәй генә ризыҡ ҡуйылмағайны өҫтәлгә: ҡаҡлаған ҡаҙ ите, ҡаҙылыҡ, бәлеш, тоҙланған ҡыяр менән помидор, еләк ҡайнатмаһы… Өсәүләп шнапстан да ауыҙ иткәс, йылмая-көлә ике сәғәттән күберәк гөрләшеп ултырҙылар ҙа ҡуйҙылар. Үпкәләшеү онотолдо.
Кисен өйгә берәм-һәрәм ауылдаштары килде. Күберәге – оло йәштәге ҡатын-ҡыҙ. Ике-өс ир ҙә бар, тик уларҙы танымай Ғилметдин. Күрәһең, Маһинур саҡырған. Башҡортта ҡунаҡ күрһәтеү тигән йола онотолмаған бит. Танһыҡҡа ла ине был күңел асыу, сөнки һуңғы йылдарҙа бер-береңә йөрөшөү ғәҙәте ситкә ҡуйыбыраҡ торолдо. Йырлаштылар, бейештеләр. Иртә менән һөмһөрө ҡойолоп йөрөгән Мартанан да шат кеше юҡ ине шикелле араларында. Был уның өсөн, ысынлап та, ҙур байрам ине. Немец былай күңел аса белмәй шул.
– Ярай әле бая иҫәрләнеп ҡайтып китмәгәнмен, – тип бер нисә тапҡыр Маһинурға өндәште ул. – Һин мине ғәфү ит инде!
Шнапсты ярайһы мул һемергәс иһә:
– Мин һине Дойчландҡа (Германия – авт.) саҡырам, – тип тә ысҡындырҙы. – Бабай ҙа табып бирермен.
Иртәгәһенә такси саҡырыуҙың кәрәге булманы. Ҡунаҡтарҙы аэропортҡа саҡлы уҡ Маһинурға туған тейешле Әхмәҙи илтеп ҡуйырға ниәтләнде. Сәй эсеп, арлы-бирле итеү менән өйгә тағы ла ауылдаштар килә башланы: оҙатырға. Буш ҡул менән килмәгәндәр, кемдер ҡаймаҡ, кемдер – һөт, эремсек, ҡорот, һары май, ҡайнатма тотоп алған. Бындай ихласлыҡты ғүмерендә тәү тапҡыр күргән Мартаның тағы иҫе-аҡылы китте:
– Ҡайһылай йомарт халыҡ икән был башҡорт!
Хушлашырға килеүселәр араһында гармунсыһы ла бар. Бер саҡ ҡыҙып китеп бейергә төштөләр.
– Баҫ әйҙә, Өммөгөлсөм, иҙәндәре бөгөлһөн! – тип йыр һуҙҙы ирҙәрҙән берәү.
Ҡосаҡлашып-илашып хушлаштылар. Машинаға инеп ултырғанда, ҡунаҡтарҙың икеһенең дә күҙҙәре тулы йәш ине. Шатлыҡ менән моңһоу айырылышыу сағылышы.
– Киләһе йәй тағы ҡайтығыҙ! – тип ҡысҡырҙы кемдер. – Көтәбеҙ.
Машина саң борхотоп боролмаға инеп юғалғансы унан күҙен алманы Маһинур. Сикһеҙ дәрәжәлә ауыр ине уға. Йәшлек менән осрашып-хушлашыу шулай була икән.
Сығанаҡ һәм фото: /bashgazet.ru/