Юл ситендәрәк, бөтөнләй икенсе йүнәлештә китеп барһам да, ашығып әбей янына килеп, ҡулынан әйберҙәрен алып, үҙен етәкләп, светофор янына килтерҙем дә ҡасан, нисек сығырға икәнен аңлата башланым. Һөйләп бөтөп әбейҙең йөҙөнә ҡарайым, тик уның йөҙөндә бер ниндәй үҙгәреш, эмоция кеүек ғәләмәттәрҙе күрмәнем. Башымде һелкеп, ҡысҡырыңҡырап:
– Аңланыңмы, инәй?– тип, һораным.
Эйе,тигәнде аңлатып башын һелкте, ә мин тынысланып, ары юлымды дауам иттем.
Был хәлдән һуң байтаҡ ваҡыт үтеп китте. Инәйҙе онотоп та бара инем. Әҙме юлда осраҡлы осраусылар. Бына әле Сибай ҡалаһында педучилищеның ҡабул итеү имтихандарына бер туғанымды алып килдем. Ниңәлер ҡаланың үҙәк урамдарында йөрөп, ундағы үҙгәрештәрҙе ҡарарға, ял да итермен тигән уй менән ҡала буйлап сығып киттем. Һуғышта ҡорбан булғандар өсөн яңы обелиск ҡуйғандар, мин уны әле булһа күргәнем юҡ. Шунда уҡ шул обелиск янына йүнәлдем. Эргәһендә йәштәр, ҡатындар балалары менән ипле генә һөйләшеп уҙалар, туҡтап ҡарап торалар, фото төшәләр. Бер яҡ ситтәрәк эскәмйәлә ял итеп тә ултыралар. Икенсе эскәмйәлә оло ғына әбей ултыра. Ҡырҙан ҡарағанда, ул илап ултырған кеүек. Мин өйҙән сыҡҡанда төшлөккә күтәрелгән ҡояш ҡыҙҙырып арыным тигән шикелле, болот араһына сумырға ашыҡты. Күккә ҡараным да: “Зонтигымды ла алмағанмын бит әле”, тип, үкенеп алдым. Баяғы эскәмйәлә ултырған әбей яғына ҡараным. Уның эскәмйәһе тирәк аҫтына ышыҡланып ҡына ултырған кеүек. Шуның янына ашыҡтым. Барып еткәс, оло кеше таныш булмаһа ла, минең ғәҙәтемә инеп киткән: һаулыҡ һорашам. Бындай саҡта, ҡалала күптәр мине туҡтатып “Беҙ һинең менән танышбыҙмы әллә? Мин хәтерләмәйемсе һеҙҙе”, – тип һорашып алалар. Ҡалала хәҙер байтаҡ йыш булырға тура килгәс, ҡайһы берәүҙәр минең һаулығымды алып, йылмайып үтеп китәләр. Ҡала ҡала инде. Таныш булмағандар, бер- береһе менән танышырға ла ынтылып бармайҙар. Бына шуға күрә ҡала тормошо ауылдыҡынан айырылалыр. Миңә ҡалһа, ауыл тормошо йәнлерәк тә, йәмлерәк тә тойола. Һәр кемде яҡын дуҫың, танышың, хатта туғаныңдай күргән осраҡтар ҙа йыш була.
Шуға ла мин ауылсараҡ ҡыланам, улай ғына ла түгел, мин кешеләр менән аралашырға, эс-серенә төшөнөргә тырышам. Ҡалала был мөмкин түгел, миңә ҡала тормошо бөтөнләй оҡшамай. Хатта стеналаш йәшәгән күршеләренең дә кем икәнен, ни эшләүҙәрен белмәйҙәр, белергә лә теләмәйҙәр кеүек. Миңә был юлы байтаҡ булырға тура килгәс, училище эсендәге таныштар менән генә аралашыу бер төрлөрәк булғанға күрә, танышыу юлы эҙләй башлауымды үҙем дә һиҙә башланым. Ваҡ ҡына һибәләгән ямғырҙан ҡасып, баяғы эскәмйәгә йүгерҙем. Ҡулсатырҙарын йәйеп, балаларын етәкләгән ҡатындар ҡайтырға ашыҡтылар. Мин эскәмйәгә барып еткәс, теге әбейҙе танып ҡалдым. Ул, теге ваҡыт уны юлдан сығырға өйрәткән, ярым таныш әбейем булып сыҡты.
– Һаумыһығыҙ, инәй! Арыу ғына ултырыумы?
Инәй кеше әллә ишетмәне, әллә уйҙарына ныҡ бирелгәнме, өндәшмәне. Байтаҡ ултырғас:
– Балам, һаулыҡ һорашһаң, телең ҡалмаҫ ине. Мин һине таныным бит. Теге ваҡыт осраштыҡ бит, – тип һалды.
Мин оялып, нимә әйтергә лә белмәнем, тик уның ишетмәүен аңлап алдым. Был миңә бик ныҡ ҡына дәрес булды, инде ҡысҡырып әйтермен.
– Инәй, ҡулсатырығыҙҙы йәйеп баш осона ҡуйығыҙ, һыуланаһығыҙ бит, – тинем, арыу ғына ҡысҡырып, яйлап ҡына әйттем.
– Уныһын аса белмәйем. Сығыр алдынан кейәү ҡулға тоттороп сығарғайны ла ул, – тип, миңә ҡарап ҡулсатырын һуҙҙы.
Мин уны асып, башы осона ҡуйып, ҡулына тотторҙом.
– Ошонда килһәм, бер генә лә ҡайтҡым килмәй, балам. Ана бабайымдың фамилияһы яҙылған. Шуға ҡарап тик ултырам. Ваҡытты ла онотам, ашау ҙа юҡ, асыҡмайым да. Гел генә уның һүҙҙәрен хәтерләйем. Һуғыш тураһында балаларға һөйлә әле, тип һорай башлаһаң:
– Уның нимәһен һөйләйһең. Ул балаларҙың урамдағы уйыны түгел инде. Немес – һиңә, һин уға тоҫҡап, тейһә лә, теймәһә лә атаһың инде. Мин штрафбатта рота командиры булдым бит. Беҙ иң алда атакаға сығабыҙ, ҡалғандар беҙҙең арттан.
–Ҡурҡыныс булғандыр, – тигән булам.
– Була инде, тик ней, һин ҡурҡһаң, башҡалар ҙа ҡурҡа, ҡурҡырға хаҡың юҡ. Һин артҡа сигенһәң, һинән арттағылар, һинән алда сигенә. Быға хоҡуҡ юҡ. Әгәр шуны үтәмәһәк, бөгөн беҙ шул нимес ҡоло булыр инек, йәки ана шул мейестәрендә яндырып, үстәре ҡаныр ине. Алда– дошман, артта – Ватан. Улар еңәбеҙ, баҫып алабыҙ, тип өҫкә менеп килә. Беҙ бирмәйбеҙ, ҡыуабыҙ, өңөндә юҡ итәбеҙ, тигән үс менән ҡоралландыҡ. Күҙ биш минутҡа серем итһә, әсәйем “еңеп ҡайтығыҙ”, тип уятҡан һымаҡ уянып китәм. Һеҙҙе уйламаған көн булманы, тей торғайны, – тине лә, тынып ҡалды.
– Бабайығыҙ ҡасан үлде? – тип ҡысҡырып уҡ һораным.
– Бына ун һигеҙ йыллап була инде. Һуғыштан ҡайтып иркенләп ун ете йыл йәшәп ҡалдыҡ. Шул һуғыш яралары иртәрәк алып китте инде.
– Улай икән, – тинем.
– Әйҙә, балам, беҙгә барайыҡ. Бөгөн оҙаҡлап ултырып булманы. Анау ҡояшты әйтәм, биреште анау өймәкләшкән болотҡа. Йәйге селләлә лә шулайтып торғас инде. Ҡыш буйына ҡар яуҙы. Йәй төҫө күрһәтмәй йәй үтеп тә бара.
– Инәй, ул һеҙҙең менән бергә ҡайғырып илап тормаймы икән?
– Ыстырам, ҡояш, болот уны ҡайҙан белә?
– Инәй мин былай әйтәм. Былай итәйек. Һеҙ гел генә күңелле уйҙар уйлағыҙ. Бабайығыҙҙы һағынһағыҙ, уның менән йәшәгәндәге күңелле хәтирәләргә бирелегеҙ, – тигән булам.
– Ай мынау йәштәр, йәшмен тимәй. Йомортҡа тауыҡҡа аҡыл өйрәтә, уңғыры, – тип, яулығын ауыҙына ябып көлгән булды.
Беҙ яйлап ҡына, әбей менән ҡултыҡлашып, уның әйткән адресы буйынса атлап киттек. Өйөнә ҡайтып еткәс, әбей йүгерекләнде лә китте. Тиҙ генә сәй ултыртып, газына ут тоҡандырҙы.
–Ҡыҙым, бынауында, кисә кис әхирәт килгәндә, бешергән кәтлит менән кәртүгем бар ине. Йылытһам ашарһыңмы. Былай мин яратам ул, ашайым.
– Һеҙ ашағанда, мин ҡарап ултырмам инде, мин дә ашармын,– тип, көлөшөп алдыҡ та сәйгә ултырҙыҡ.
Сәй артында мин инәйҙең ысынлап та ишетмәүен аңлап, һорарға баҙнат иттем.
– Инәй һеҙ ҡолағығыҙға анау ишеттерә торған аппарат ҡуйҙырмайһығыҙмы. Әллә былай ишетәһегеҙме?
– Юююҡ, балам, ишетмәйем дә, ҡуйҙырмайым да. Кешенең ауыҙына ҡарап аңларға өйрәнгәнмен мин. Хәҙер утыҙ биш йыл бит инде шулай йәшәгәнгә. Бабайымды ишеттем. Балаларымды ла ишетәм. Кеше яйлаңҡырап һөйләһә, кешене лә ишетәм мин.
Уның һөйләүе буйынса, уның ире һуғыштан ҡайтып үлгән, ә теге обелискта һуғышта вафат булғандарҙы яҙғандар. Әллә иренең фамилияһы менән бер иш фамилялы кеше яҙылдымы икән, тип уйлап алдым.
– Инәй, ирегеҙҙең фамилияһы теге обелискта юҡтыр ул. Унда һуғышта һәләк булғандар яҙылған бит. Еңеү менән ҡайтҡандарҙыҡын тиҙҙән яҙып тағы бер обелиск эшләрҙәр ул, – тинем.
– Шулаймы ни? Уны миңә бер балам да әйтмәй бит әле. Бер егеткә әйтеп, фамилияһын табып алдым да, шул тип тик йөрөйөм бит, көн дә ҡайғы яңыртып. Әтеү теге минең ҡәйнештер ул. Ул да Ҡорбанов Әҙеһәм Рамаҙан улы, ә минең бабай Ҡорбанов Әмир Рамаҙан улы. Теге егет, фамилиялары тулы яҙылған, ә ҡалғандары баш хәрефтәре генә, тигәйне шул.
– Бәлки яңылыш та яҙылғандыр, сельсоветҡа барып һорашманығыҙмы һуң?
– Йууҡ, теге ваҡыт балнистан ҡайтҡас, мин унда аяҡ баҫырға ҡурҡып ҡалдым ул. Хәҙер ярты ҡартайҙым инде. Хатта вис ҡартайҙым. Балалар ҙа ҙурайҙы.
– Нисә балағыҙ бар?
– Нисә, тип инде ике ҡыҙым инде, тағы ҡыҙымдың ҡыҙҙары менән дүртәү була.
– Нисек, һеҙҙең ҡыҙығыҙ ғаиләһе һеҙҙең менән йәшәйме?
– Йууҡ,– тип, үҙенең ҡырҡа ҡаршылыҡлы тауышы менән “йуҡ” тип һуҙа биреп, уйламайыраҡ әйтеп ебәрҙем,- тип, яулыҡ осон әйләндереп, ауыҙын яба биреп көлөп ҡуйҙы.
– Ниңә улай итеп, сәйер генә йәшереп көләһегеҙ?
– Бабайым ишетеп ҡалмаһын. Улар вис кенә белеп торалар тей бит. Һөйләй белмәй һөйләйең, ишеү көләң, тип үпкәләр.
– Һуң уны үҙегеҙ үлде тинегеҙ бит.
– Ана шуны әйтәм инде, улар беҙҙең тормошто вис кенә күҙәтеп йөрөйҙәр, тип, аңдамайыңмы, балам, әллә юрый мине һөйҙәндерәңме. Һин йәшһең, улайтып үҙеңә гонаһ алма, балаҡайым. Минең ҡыҙымдан да йәшһеңдер әле.
– Әллә инде. Ул ҡыҙығыҙҙың йәшен белһәм– әйтер инем.
– Ыстырам, үҙем ҡыҙҙарым, тип ултырам, әйтмәнемме әле. Белеп ҡуй балам, беҙ әле һинең менән яҡшы уҡ таныштар бит инде. Оло ҡыҙым Фәриҙә, егерме һигеҙ йәштә үлеп ҡалды, кесе ҡыҙым Фәндиҙә, егерме туғыҙ йәштә. Аталары үлгәндә береһенә егерме, икенсеһенә ун ике генә йәш ине.
–Ә теге ейәнсәрҙәрегеҙ һеҙҙең менән торалармы, – тип һорап өлгөрмәнем, телефон зыңғырланы.
– Ай әттәһе, һүҙҙән бутҡа бешереп, онотҡанмын бит, кейәү килергә тейеш ине, – тип, һөйләнә-һөйләнә телефонға ашыҡты.
Мин тиҙ генә кейемдәремде эҙләп алып сығырға тип, ишек янына килеп кейенә башланым.
–Әлееү. Тыңдайым. Эйе мин. Юлға сыҡтыңмы. Килеп еттеңме. Ярай, хәҙер сәй ултыртам. Ярай- ярай, бер нәмә лә эштәмәйем, бер ҡайҙа ла сыҡмайым. Бер үҙеңме, кейәү, кейәү. Әллә ишетмәне инде,– трубкаһын ҡулына тотоп, аптыраған ҡараш менән телефонына ҡараны, ә унда пип-пип, тигән тауыш ишетелә.
–Инәй, ул трубканы һалған бит инде, бер нәмә лә әйтмәй бит, – тинем.
– Кемдән инеп шылтырата икән, үҙе килеп еттем, тинеме шул, аңдаманым,– тип, һөйләнде.
– Ярай, инәй, хуш- һау булып тороғоҙ,– тип, мин ишек тотҡаһына үрелдем.
– Аһ- аһ, ҡайтаһыңмы балам, килеп йөрө, өйҙө белдең. Мин кеше кигәнде һәләк яратам ул, үҙем ишетмәһәм дә, һөйҙәшергә, бигерәк тә һөйҙәргә яратам.
Мин хушлашып ҡайтырға сыҡҡанда, көн ярайһы төшлөктән уҙғайны. Ҡояш, тултырып ҡуйған шар кеүек, минең уң яғыма сығып, асырғанып көс етмәҫ эш башҡарған кешеләй эҫе тыныуын бөркә. Нимә ҡыланһаң да, мин һиңә ярҙамсы түгелмен инде, тип уйлап күк йөҙөнә ҡараным да, моғайын иртәнге ҡойоп киткән ямғырға, йәнә болотҡа асыуы киләлер, уның һәүетемсә генә яйлап үтер ғәмәлен боҙҙолар бит. Хәҙер бына шуны ерҙәге кешеләргә ҡыҙыу нурҙары аша асыу итеп еткерәлер. Ҡояштың бындай ҡылығын, һәр ямғырҙан һуң, ҡапыл ғына аяҙып киткән көндә йыш ҡына күҙәтергә була. Мин эстән генә асыуың алда әле, былай ҡыҙҙырһаң, тағы болот үҙ фарманы менән килеп етер, тип, уйлап ҡуям. Ысынлап шулай була ла. Мин ирекһеҙҙән теге исемен дә белмәгән инәй тураһында уйлай башланым. Балаларының йәштәрен уйлағанда, ул минең әсәйемдән күпкә йәш булырға тейеш, тик уның ҡасандыр бик матур булған йөҙөндәге һыҙаттар күптән юғалып бөтөп бара, бары көлгәндә генә шуҡ һылыулығы, юҡ юғалманым әле, мин бар, йәшендереп кенә ҡуйҙы хужам, тигән төҫлө сағылды, минең өсөн. Юҡ, мин һис шикһеҙ, был инәйгә ( күңелем менән апай, тип әйткем килде) киләсәкмен. Минең ҡылығым шулай: күңелем менән ниндәй серле нәмәне тоям, йә күрәм, уның төбөнә төшөп аңламайынса ҡуймайым. Шуға мине әсәйем гел генә, эй ҡара тырыш- бөтмөрөм-кетмерем, тип арҡамдан һөйөп ала. Бөтмөрөн аңлайым инде, ә кетмере нимәгә инде... Үҙенән бер һорағайным:
– Бынағайыш, шуны ла белмәйеңме? Һинең дә бер белмәгән нәстәң бар икән. Ул бәләкәй генә еҫкәнеп нимә лә булһа табырға тырышып йөрөгөн нәстә инде, шул.
Тимәк, мин шул нәстә – кетмер булам инде.
Шуны уйлап алһам, миңә лә күңелле булып китә. Кемдеңдер артынан эйәреп, өлгөрмәһә– эҙенән табып йөрөгөн бәләкәй генә кеше күҙенә мөләйем булып сағылған, әсәйем әйткәнсә, нәстә булып сығам инде. Әсәйем һәр саҡ күңеленә яҡын әйберҙәрҙе нәстә тип әйтергә, төбөнә төшөргә, нимә лә булһа белергә тырышыуҙы кетмер менән сағыштырырға ярата. Бына быныһын күпме һораһам да серен һөйләмәй.
– Һәр кемдең дә кешегә һөйләмәй торған бер сере булырға тейеш. Ул серем дә булмаһа, Мин күлдәгем менән бер ҡат ҡына булып ҡалам бит. Һәр кемдең күңел кәштәһе күп төрлө, уның асылыры, асылмаҫы ла була. Бына быныһын асылмаҫы, тип аңла,– тип, ауыҙҙы яба.
Әсәйем шулай бик лөғәтләп, урын еренә еткереп, сағыштырыу, мәҡәл әйтемдәр менән һөйләргә ярата. Уның телмәрен тыңлаһаң, тик бына китапта яҙылғанса ғына һөйләй һымаҡ. Кәрәк урында урындағы диалекттарҙы ла оҫта итеп ҡуллана, әйтерһең бер уҡыған кеше. Тик уның бөтә уҡыуы алты йәшенән ун ике йәшенә тиклем ауыл абыстайында доғалар ятлауҙан ғына тора. Ун ике йәшенән ул апайҙары, ағайҙарының балаларын ҡарашып үҫә. Улары артель эшендә. Хәтеремдә үҙем уҡырға барғас, өйгә килгән гәзиттәрҙең исемдәрендәге хәрефтәр менән өйрәтеп маташтым.
– Ярай, уҡытыусы апай, “Совет Башҡортостаны”, “Октәбер байрағы”, “Ленинсе” хәрефтәрен белдем, етәр миңә. Унан башҡа ла икмәк-тоҙлоҡ урыҫсам бар. Бәйгетауҙағы байрамдарҙа урыҫтар менән һөйләшергә. Башҡортсамдан хоҙай айырмаһын, йәме, – тип, мине уҡытыусы булыуҙан туҡтатты.
Уның ҡарауы өйгә газета-журналдар килһә, әсәйем:
– Бөгөн “Совет Башҡортостаны” менән “Октәбер байрағы” килгән,– тип, индерә.
Әсәйемде бына шул инәй менән сағыштырам да, ул күпкә йәш, тип уйлайым, ана өҫтәлендә нисә төрлө китап, гәзит ята. Тимәк, уҡый белә. Шулай булғас ул революциянан һуң тыуған, тик шунан ғына ауыл ерендә ликбез, уҡытыр өсөн биналар бүлеп, мәктәптәр асыла бит. Мин хәҙер ошо асышымдың ысынлығын иҫбатлар өсөн, был исемен дә белмәгән инәйгә тағы һис шикһеҙ барырға сәбәптәр эҙләй башланым. Ошондай мәшәҡәтле генә хыялый уй менән йөрөгөндә, мине ҡапыл ғына конференцияға саҡырҙылар, ул тамамланыуға, уҡыуҙар башланып китте лә бер нисек тә сәбәп сығыңҡырамай торҙо. Теге йәйге осорҙан ете-һигеҙ айлап ваҡыт үтеүгә, яңы танышым инде минең менән осрашҡан хәлде бөтөнләй онота башлауға, мине тағы ла ҡалаға эшем буйынса уҡырға, йәғни белемде камиллаштырырға саҡырҙылар. Был юлы мин күстәнәстәр һалып, тик шул инәйгә генә барғандай әҙерләнеп барҙым. Бер аҙналыҡ уҡыуҙың ике көнөн, кураторыбыҙ минең курсташ булғас, файҙаланмаҡсы булдым. Курсташ булһа ла – артыҡ иркәләтмәне. Расписаниелағы һуңғы көнөндә уҙғарыласаҡ үҙенең ике пар дәресенең конспектын миңә уҡып, конспект төҙөргә бирҙе лә, тик шунан ғына уҡыу тураһында танытма биреп, дәрестән бушатты. Уныһына ла рәхмәт инде. Зилә шулай БИРО- ла эшләй башлағаны бирле, эшкә бик талапсан булып китеүенә лә ҡыуандым. Зилә беҙҙең үҫә, тип байтаҡ курсташтарға маҡтап та алдым. Беҙҙән тик ул ғына шулай үҫкәндәй тойолдо.
Мин тиҙ генә әлеге инәйҙең йортон эҙләп таптым. Ҡышҡы көндә артыҡ тышҡа сыҡмай йәшәп, инәй бик ныҡ ялҡып та киткән икән. Мине лә һис онотмаған. Бик ныҡ ҡыуанып китте.
–Ээй балаҡайым, онотторорға булдыңмы, әллә теге ваҡыт үпкәләп киттеңме? Анау кейәү вакзалға инеп шылтыратҡан да, һин дә сығып киттең, ул да килеп инде. Үҙе бик шаян инде. Килеп инде лә “Ҡәйнәм, ят еҫ бар, әллә бабайға барҙыңмы, әллә үҙе килеп йөрөймө?”– тимәһенме.
– Һеҙ нимә тинегеҙ?
– Унан ҡурҡып тормайым инде. Ҡурҡҡан башты ҡайҙа аҫырайым. Бисәләр саҡырып сығарҙым, тинем. Тәмлекәстәр һорай. Мин әйтәм күстәнәс итеп һалып бирҙем.
– Шулай инде. Бисәләр ҡунаҡҡа килһә, бысранған пасуданан башҡа нәмә ҡалмай,– ти.
– Ярай, инәй, мине онотмағанһығыҙ. Мин дә һеҙҙе иҫләп кенә йөрөнөм. Теге ваҡыт күп итеп һөйләшербеҙ, тип уйлағайным, килеп сыҡманы. Бына килдем әле, – тип, өҫтәлгә күстәнәстәремде теҙҙем.
– Ээй, күпме ауыл күстәнәсе килгән, ҡана мин сәй ултыртайым әле. Бик яйлап ултырып сәйләп алырбыҙ. Минең дә һиңә һөйләр нәмәләрем күүүбул.
Бөгөн инәй миңә йәшерәк төҫлө күренде, ниңә уны мин инәй тип әйтеп ҡуйғанмындыр уныһын белмәйем. Ысынлап та, ул мин уйлағанса, ана шул революциянан һуң, һәр урында ликбездар, мәктәптәр асылған мәлдә тыуған да, уҡырға ла йөрөгән. Минең һорайыуыма ла ул шылтырата көлөп яуап бирҙе.
– Ҡайғы ҡайҙа бараһың?– тип, һорағандар тей ҡайғынан.
– Ҡайғыртырға барамын, – тигән тей.
– Нимәгә ҡайғыртаһың? – тигәндәр.
–Ҡайғыра белмәгәнде тилертәм, ҡайғыра белгәнда башта ҡайғыртып ҡартайтам, аҙаҡ яңы һулыш биреп йәшәртәм, шатлыҡтың ҡәҙерен аңларҙар,– тигән тей.
Бына шул икенсеһе мин булғанмындыр инде. Ун биш йыл ҡайғырҙым. Ағармаған сәсем ҡалманы, биттәрем сырыш менән ҡапланды, йөҙөмә һары төштө. Бер ваҡыт, һинең менән һуңғы осрашҡандан һуң, көҙгөгә ҡарай ҡуйҙым. Уныһын да әле бәләкәй ҡыҙым алып килде лә:
– Әсәй, һиңә нисә йәш? – тип һорай.
– 53
– Һиңә әсәй етмеш йәш бирергә була, бына көҙгөгә ҡара әле,–ти.
Мин көҙөгөгә ҡарап нисек һуштан яҙмағанмын.
– Апай, мин һеҙҙе хәҙер апай тейермен инде, минең әсәйҙән һеҙ ун йәштән күпкә йәшерәкһегеҙ. Әсәйемә етмеш йәш.
– Улай икән. Әйтәһең инде.
– Ә бына һеҙ ысынлап та йәшәреп ҡалғанһығыҙ. Сере барҙыр бит.
– Сере тип ней инде. Мин үҙемә ҡартайырға ирек бирмәйем. Оло ҡыҙым мәңгелек йортона күсте тигәйнем бит теге ваҡыт. Мин ҡайғырып баламдың балаларын йәшәүҙән төңөлдөрә алмайым. Әсәләрен оноторға мөмкинлек ҡалдырмайым. Үгәй әсәй менән татыу йәшәһендәр тип, тырышып, тырмашҡан көн. Улар алдында дәртле йөрөргә ынтылам, улар бошонмаһын да, ҡайғырмаһындар ҙа тип теләйем. Бөтөн сере шундалыр инде. Ап- аҡ сәсле, шаҡтай йәшмен. Ниңә үлгән артынан үҙемде тереләй үлек итеп тойорға, тип уйлайым. Ана ҡояш та офоҡҡа барып етһә, таңдағы ҡояш кеүек йомшаҡ нурҙары менән ерҙе наҙлай бит. Беҙ ҙә шулай, балам, һәр беребеҙ икенсе кешегә ҡояш дәрәжәһендә булырға тейешбеҙҙер, тип уйҙайым.
Шулай һөйләшә- һөйләшә сәй эсеп алғас, Мөнирә апай (исеме шулай икән) миңә дивандан ултырырға тәҡдим итте, унан алдыма ҡарап ултыр тип фотолар йәбештерелгән элеккерәк албом тотторҙо. Беренсе битендә олпат ҡиәфәтле, мыҡты кәүҙәле, һалдат гимнастеркаһының түшенә әллә күпме хәрби миҙал, орден таҡҡан сағыу сибәр ир кеше фотоһы тора. Уның янында ҡулына салғы тотҡан, һылыу оҙон ҡара сәстәрен сәсүрмес менән алдына үреп төшөргән, башына аҡ яулыҡты артҡа ҡайырып бәйләгән, эргәһендәге иргә бер аҙ оҡшаған кеүек йәш бер ҡатын һул ҡулын бөйөрөнә таянып төшкән. Мин уларға оҙаҡ итеп ҡарағанымды күреп ҡалған апай яныма килеп:
– Был минең ирем Әмир инде, ә быныһы мин. Ул һуғыштан шул кәртешкәгә төшөргөс алып ҡайтты. Ул бесән башланғас ҡына ҡайтты. Мин бесәндә йөрөй инем. Эргәмдә әлеге шул үлгән ҡыҙым Фәриҙә йөрөй. Уға өс йәш яңы тулған сағы. Бына шул бесән сапҡан ергә, колхоз яланына килешләй бик күптәрҙе төшөргән. Мине лә төшөрөп алды.
– Ҡыҙы атаһын күреп ҡыуанғандыр инде.
– Әллә инде, кемеһе ҡыуанды икән. Ҡыҙым бер ағай килде, тей. Әмир көлә. Бына шулай уларҙың араһы йылы ла, һыуыҡ та булманы. Бер-береһе өсөн һыҙланып та, ҡайғырып та торҙолар, тик Әмирҙең, балаҡайым, тип алдына алып һөйгән сағын бик һирәк күрҙем, ә бына бәләкәй ҡыҙын бик яратты.Бер мәлде Фәриҙә уҡырға барған саҡ ине.
– Әсәй, атай ниңә гел генә Фәндиҙәне алтыным да, алмам да,тип ярата, алдына ала, мине улайтманы,– тип һорай, мин нимә тиергә лә белмәйем.
– Һин ул юҡта тыуҙың бит, ул ҡайтҡансы, үҫеп тә ҡуйҙың, Фәндиҙә кеүек бәләкәй генә булған булһаң, һине лә яратыр ине,– тейем инде.
– Ниңә мин алдан тыуғанмын, мин хәҙер тыуғым килә.
Мин шунда Фәриҙә ҡыҙыма ярҙам итеү юлын үҙемсә эҙләп, Әмиргә әйттем.
Бер ваҡыт Әмир:
– Ҡана, минең үҫкән ҡыҙым, нисә бишкә көсө етмәй ҡайтты икән мәктәптән. Булмаһа, бир сумкамды үҙем күтәрешәйем, – тей.
– Биштәрем юҡ, булһа ла улар еңел була, ауыр булмай. Әсәй, һин өйрәттеңме атайҙы? – тип, миңә ҡарай.
– Нимәгә балам, командирға өйрәтеү кәрәкмәй, бына әсәйең генә һине мин юҡта үҫтергән дә ҡуйған Бер аҙ әсәйеңә үпкәләнем, ә һин молодец, самый командир ҡыҙыһың, тей.
Шунан алып Фәриҙәм асылып, атаһының эс бауырына инеп барған бала булды. Улар атаһы менән хатта туйына ла икәүһе кәңәшләшеп әҙерләнделәр. Минең Әмир менән бер бәләкәй генә алдағыбыҙ уларҙың үҙ- ара һөйөүен ҡайтарҙы. Шунан алып мин һуғыш ваҡытында атайһыҙ үҫкән балалар менән атай араһындағы мөнәсәбәтте ҡайтарыу тураһында ҡатындарға гел генә һөйләп торам.
–Бына, апай, һеҙ минең күҙгә ҡараған кеүек тыңлайһығыҙ ҙа бөтәһен дә ишетәһегеҙ. Ҡасанан бирле шулай булды ул?
– Һуғыш касафаты инде. Тегендә ирҙәр дошман утына тура ҡарай, ә бында, тылда ауыр эш ҡарарға, уйларға ваҡыт ҡалдырмай, фәҡәт эш кенә һорай. Яҙғы сәсеү ваҡыты ине. Минең Әмиргә кейәүгә сығып ҡына ҡалған мәлем. Ул ашыҡтырҙы инде. Мин һуғышҡа китәм, әллә ҡайтып була, әллә юҡ. Минән нәҫел ҡалһын, тей. Тиҙләп яусыланы ла, өйләнешеп тә ҡуйҙыҡ, ә үҙе ҡырҡ икенсе йылдың яҙында һуғышҡа китте. Персиҙәтел уның урынына мине ер һөрөргә ҡалдырҙы. Колхозда ике трактор, икеһендә лә бронь менән ҡалған ирҙәр ер һөрә. Әмир үгеҙ менән һөрә ине. Зәйнулла – уның ярҙамсыһы. Ярҙамсы, үгеҙ башын тейешле яҡҡа борор өсөн кейҙерелгән үгеҙ йүгәненең башынан тотоп йөрөй. Артта һабандың төрәндәре ергә нығыраҡ батып, тәрән бураҙна ярһын өсөн, ике яҡ тотҡаһынан тотоп ергә батырып, баш һөрөүсе килә. Бына шул Зәйнулла Әмирҙең урынын, ә мин Зәйнулланың урынына торорға тейеш булдыҡ. Әмирҙе оҙатҡан көндөң иртәгеһенә, иртә менән ер һөрөргә үгеҙ егеп, Зәйнулла килеп етте. Башта шаяртҡан булды.
– Бына миңә кейәүгә сыҡһаң, өйҙә ултырыр инең, икенсе кеше бында йөрөр ине, хәҙер әйҙә үгеҙ менән егеләһең инде. Их, Әмир йәлке инде, ҡатыны миңә ҡалды, – тип һөйләнгән булды.
Уның был айыуҙай килбәтһеҙ кәүҙәһенә, суҡмарҙай ҡулдарына, бәләкәй биҙерсә йыуанлығы аяҡтарына ҡараһың, хатта ибәйтһеҙ ҙур ауыҙы менән табаҡтай битенә был шаяртыу бер нисек тә килешмәй ине. Бына шундай булған өсөн дә уны һуғышҡа алмағандарҙыр инде. Миңә ул теге урыҫ әкиәтендәге батырҙарҙың береһе кеше араһына йөрөгән һымаҡ тойола торғайны.
– Ауыҙыңды үлсәп ас, күгәрсен инеп китер,– тигән булдым, турғай ҙа тимәнем.
Башҡа бер нәмә лә әйтә алманым, тик ул егеттән ҡурҡыуым көндөн- көн үҫте генә. Уның янына барырға ла, ҡараңғыла оҙаҡлап ҡалырға ла ҡурҡа инем. Шулай ҙа персиҙәтел мине унан икенсе урынға күсермәне, ишеү:
– Ҡурҡаһыңмы, ҡурҡма, ул әле үҫеп етмәгән бит әле, – тип, көлгән була.
Бер көнө шулай ямғырҙан һуң ер һөрөргә сыҡтыҡ. Мәте төрәнгә тығыла, хатта тракторҙар ҙа ултыра. Зәйнулла бер туҡтауһыҙ төрәнде таҙалай. Үгеҙҙе әрҙәй.
Шулай һөрөп йөрөй торғас, бик ҡаты нәмә ҡолаҡҡа килеп тейҙе, күҙгә уттар күренде, ҡапыл бөтә донъя яҡты бер ялҡын утына әүерелде лә дөм ҡараңғы булды. Мин артабан нимә булғанды хәтерҙәмәйем. Тик бер ваҡыт:
– Иптәп күтәрегеҙ, күрмәйегеҙме, ҡолағынан да, танауынан да, ауыҙынан да ҡан килә бит. Әйттем мин һиңә, уның балаһы буласаҡ, Әмиргә яуап бирәсәкһең, бер- бер хәл булһа, тип әйтмәнемме мин һиңә? Ана хәҙер иҫенә килтер инде. Ана враш менән бергә бар!
– Кем ерҙе һөрә?
– Кем һөрә, имеш, кем үгеҙ башын тота тиген, дурак, придурок. Ниңә һуғаһың уға?
– Мин уға һуҡманым бит, нисек тейгәнен мин ҡайҙан беләйем.
– Кем өйрәтте һиңә сыбыртҡы башына ҡурғаш кастет ҡуйырға? Кем?
– Үҙем беләм.
Бына ошондайыраҡ һөйләшеү булғанын миңә аҙаҡ һөйләнеләр. Миңә бик оҙаҡ балниста ятырға тура килде. Фәриҙә лә шул балниста тыуҙы. Уны әсәйемә ҡалдырып тағы эшкә сыҡтым, был юлы үгеҙ башын тоторға түгел, ә кантур йыуып, пошта ташырға сыҡтым. Был ғына эште башҡармайым, кантурҙы иртәнсәк йыуырға ҡушмай, поштаны иртән алып киләм дә бесәнгә, йәки ырҙынға эшкә барам. Ҡараңғы төшөүгә, кантур йыуам. Бөтәһе труттин инде. Өс йыл эшләп инде арый башланым, һуғыш бөттө, ә Әмир һаман юҡ. Бына шул август башында ғына ҡайтты. Ҡырҡ дүрт, ҡырҡ биштең башында киткәндәр илле икенсе йыл башында саҡ ҡайттылар. Минеке ҡырҡ икелә киткәс, ҡырҡ биш- йәй ҡайтты. Үҙе камандир ҙа булған икән Мәскәүҙә паратта ла булған, тағы бер ике айлыҡ эше лә килеп сыҡҡан, шуға һуңлап ҡайтты.
– Ун һигеҙ йыллап ҡайғырғас, бик матур йәшәгәнһегеҙҙер апай.
– Матур тип, тормоштоң төрлө сағы булды инде. Мин балаларҙың атаһы булһын тип, барыһын да күтәрҙем инде. Аталы бала арҡалы бит инде. Улар бәхетлерәк. Үҙем атайһыҙ үҫкәс, улар атайлы булһын тинем. Минең атайҙың илле алтынсы йылда ҡағыҙы килде. Бына шунда кәртешкәләр араһында, – тип бер ҡағыҙ алып бирҙе.
Ул ҡағыҙҙа :” Хөрмәтле Сабира Әхәт ҡыҙы Кусимова! Һеҙҙең ирегеҙ, 1937 йылдың 18 февралендә ҡулға алынып ошо уҡ йылдың 23 мартында үлем язаһына хөкөм ителгән. 1956 йылдың 11 июнендә ирегеҙҙең эше яңынан ҡаралып, уның ғәйепһеҙ булыуы асыҡланды һәм ул аҡланды”, тигән яҙыу ине.
Атайҙан миңә ошо ғына яҙыу ҡалды. Миңә унда ун өс йәш ине һәм 56-сы йылға тиклем шул “халыҡ дошманы“ ҡыҙы булып уҡымай йәшәнем, дөрөҫөндә, земләмкә эштәп йәшәнек. Өйөбөҙ ана магазин склады булып китте. Әмир ҙә беҙгә икенсе райондан килеп эшләп йөрөгөн комсомул етәксеһе ине. Миңә өйләнгән өсөн уны комсомулдан сығарҙылар, тик һуғыш үҙенекен эшләне. Беҙ яҙылышып өлгөрмәнек. Уны тегендә, киреһенсә, уҡыған кеше, тип рота командиры итеп ҡуйғандар. Ҡайтҡас, икенсе урынға күсергә, тип әйтеп ҡараны Әмир, тик әсәйҙе ҡалдырғы килмәне, ә ул урынынан ҡуҙғалырға теләмәне.
– Һеҙ шунан бөтөнләй ишетмәнегеҙме?
– Эйе, ишетмәнем. Йылдар үтә торҙо Миңә “Кантузия” апай тигән ҡушамат өҫтәлде, тик мине берәү ҙә һаңғырау тип әтә алмай. Мин шул тиклем кешеләрҙең ауыҙына ҡарап аңларға, ишетергә өйрәндем. Уның өсөн күп тырыштым инде. Һәр өн әйткәндә ауыҙ, тел нисек хәрәкәт итә– шуны өйрәндем. Бына шуға ишетәм кеүек. Шулай ҙа ишетеү өсөн миңә кешенең йөҙөн күреү мөһим. Шулай һаңғырау ҡатын менән йәшәгеһе килмәнеме, бер мәлде ирем дә юҡҡа сыҡты. Ике йыллап ҡайҙа икәнен белмәнем. Ике йылдан һуң ҡайтты. Ғәфү үтенде. Икенсе районда бер балалы ҡатынға ингән булған, әлдә балаһы булмаған. Ҡайтты.
– Миңә һинән башҡа Фәндиҙә менән Фәриҙәнән башҡа бер кем кәрәкмәй, Ғәфү ит, Мөнирә, тей.
– Ғәфү иттем. Һөйөүҙең көсө шул ғәфү итә белеүҙәлер, тип уйлайым мин. Бәлки хаталанамдыр, Тик мине икенселәй уйларға берәү мәжбүр итә алмаҫ. Әмир яратмаҫлыҡ түгел ине шул. Ул да мине яратҡан.
– Мин һине ебәрәм, яратҡаның булһа, шуға бар. Ғүмер буйы һаңғырау менән йәшәмәҫһең, тигәйнем.
– Мөхәббәт берәү менән берәүҙең бергә күнеп йәшәүендә түгел, берәүҙең икенсеһеҙ йәшәй алмауында. Мин һинһеҙ йәшәүҙе күҙ алдына ла килтерә алмайым. Мин тере ҡайтһын тип, көнө -төнө эшләгәнһең, минең өсөн контузия алғанһың, минең өсөн бала үҫтергәнһең, минең өсөн асыҡҡанһын, тик ас булмағанһың, минең өсөн ыҙалар күргәнһең, тик өмөттән юйылмағанһың. Барыһы ла минең өсөн. Мин һинең өсөн, балаларым өсөн утты, һыуҙы кистем, дошман утына тура ҡараным. Барыһы ла һеҙҙең өсөн. Минең һинән башҡа кешем юҡ,– тип, мине ҡосаҡланы ла маңлайымдан үбеп алды.
Бына шул һүҙҙәре өсөн мин уны онота алманым, шул һүҙҙәре өсөн уға тоғро булдым. Күптәр килде һоратырға . Ҡәбер тупрағы һыуынһын, тинем, ә ул әгәр һөйһәң, йылдар үтһә лә һыуынмай икән. Бына контузям мине нисек ташлап китмәһә, һөйөүем дә мине яңғыҙ итмәне. Бына хәҙер ҡартайҙым да инде, тик барыбер һөйөү кешене ерҙә моңло ла, зарлы ла, шатлыҡлы ла, бәхетле лә итә, балаҡайым. Балаларымды, уларҙың балаларын һөйәм, улар бит – Әмир ҡаны. Шулай булғас, мин мөхәббәттән, мөхәббәт минән айырылмай, бер бөтөн булып күҙ йоморбоҙ инде. Бер мәлде ҡыҙыҡ та булып алды әле: балалар минең һаңрау икәнде белгәс, теге, ней гыруппа алып бирәбеҙ, тип бальнисҡа йөрөтәләр. Мин уйҙайым: ярар әйҙә йөрөһөндәр. Миңә һәҙер аҡса кәрәкмәй. Кейем бар, ашарға етә, артһа үҙҙәренә булыр, тип риза булдым. Шунан, ней, камисияға индек. Теге минән һораша, мин яуап бирәм. Бышылдаңҡырап та әйтә. Мин тағы яуап бирәм. Шунан теге выраш бисәгә әйтәм:
– Һин бышылдамай ғына әйт! –тейем.
– Ишеткәс, ниңә килдегеҙ инәй?– тип һорай
– Ишетмәгәнгә.
– Һуң һәр һорауға ҡабатлатмай яуап бирәһегеҙ бит?
Мин әйтәм:
– Һин миңә күренмәй әйтеп ҡарале.
Теге яңынан башланы, мин ишетмәйем дә ҡуям. Шунан ул миңә ҡарап :
– Ҡасан контузия алдығыҙ?–тип, һүҙ ҡуша.
– Ыстағафирулла, контузия булырға, мин һуғышта буманым бит. Был ваҡытта мин кантузияның нимә икәнен шаҡтай аңлай инем инде.
– Һеҙҙә– контузия, ике ҡолағығыҙ ҙа ишетмәй. Мин шуны әйтәм, нисек булды тип.
– Ә-ә-ә, теге үгеҙ ҡыуған сыбыртҡыһы менән Зәйнулла һуҡҡайны, ер һөргәндә.
– Ирегеҙме?
– Юҡ, юҡ. Ул туҡмаманы. Анда ул һуғышта ине. Ирем вабшем, эсмәне лә тартманы ла, йәне йәннәттә булһын инде, – тинем.
– Шунан группа бирҙеләрме, Мөнирә апай?
– Эйе. Әҙме-күпме өҫтәнеләр инде. Ярай инде, уныһына ла рәхмәт. Ул кантузияны һуғыш булмаһа ла алғанды ана шунда ғына белдем әле. Ҡыҙыҡ булып китте.
Ҙур булмаған был ҡалала мин шулай тыл һалдаты менән осрашып, байтаҡ ҡына дуҫлашып алдым. Хәҙер мин ҡалаға килән һайын, Мөнирә апайға һуғылмай ҡайтмайым. Уның һуғыш осоронда күргәндәрен һөйләтеп, күҙ алдына килтереп, тын ғына тыңлайым. Үҙенең һуғыш осоронда күргән ауырлығын берәүгә лә һөйләмәй икән. Һөйләп бөтһә, гел генә:
– Һин уны кешегә һөйләмә инде, көлөрҙәр, бөтәһе лә күргән бит ундай ауыр осорҙо, – тип, зарланмай, һаман да балаларын, уларҙың балаларын ҡайғыртып көн итә.
Бына ниндәй уйҙар менән йәшәй һуңғы һуғыштың тыл һалдаты. Йөрәге мөхәббәтле, тәне яралы, һуғыштан әллә нисә саҡрым алыҫлыҡта контузия алған тыл һалдаты... Һеҙ булғанға, ал -ял белмәй көс түккәнгә беҙ бит бәхетлебеҙ ҙә бурыслыбыҙ ҙа, тип әйткем килде, тик әйтергә баҙнат итмәнем. Уның алыҫтарҙа ҡалған йән яраһы менән тән яраһын ҡуҙғатҡым килмәне.
Баймаҡ.