Әсәһе менән, ҡосаҡлашып, күрешеп алғас, һөйөнсөләүсе Нәфисә менән бергәләп өйгә инеп, ул арала йыйылған туғандары, күрше-күлән менән күмәкләшеп сәй табынына ултырҙылар. Донья хәлдәре, башҡа яңылыҡтар тураһында һөйләшеп бөткәс, Әлмир, сумаҙанын асып, әсәһенә алып ҡайтҡан бүләкте тапшырҙы. Бүләге лә ниндәй бит әле. Үҙе хеҙмәт иткән Германиянан. Ҡайтырға күп ҡалмағас, ялға сыҡҡанында магазинға ингәйне, күҙенә шунда уҡ сем ҡыҙыл төҫтәге, ҡатлы-ҡатлы итәкле күлдәк ташланды. Әсәһенең кәүҙәһенә тап килеп торған кеүек тә булғас, ҡыуанып, алып ҡуйғайны.
Флүрә улы бүләк иткән, үҙенә тап-таман булған күлдәкте кейеп тә алды. Бигерәк килешеп тора, ул ҡыҙыл төҫө, ул ҡатланып торған итәктәре. Көҙгө алдына баҫып, уйға батып торған әсәһенән Әлмир: “Ни булды, әллә оҡшамаймы?”- тип һорай һалды. “Оҡшамаған ҡайҙа ул, бик тә оҡшай. Ошондай ҡыҙыл күлдәкте ҡартатайың миңә һуғыш бөткән йылы алып ҡайтҡайны Германиянан, шуны хәтерләп торам әле. Ул ваҡытта ла шулай йылы, ҡояшлы май айы ине”...
“Флүрәнең атаһы ҡайтҡан, Флүрәнең атаһы ҡайтҡан!”- тип ҡысҡырып киткән ҡыҙ баланың хәбәре “һә” тигәнсе таралып та өлгөрҙө ауыл араһында. Һәр кем, бигерәк тә ирҙәрен, улдарын көткән ҡатын-ҡыҙ, аталарын һағынған бала-саға уларҙың өйөнә табан ашыҡты.
Ҡаҡса кәүҙәле Әмирйән ағай килешеп торған һалдат кейемендә, түшенә тағылған орден-миҙалдарын сыңлатып, килгән кеше менән ихласлап ҡосаҡлашып күрешә, шатлыҡтан аҡҡан күҙ йәштәрен һөртә-һөртә барыһына ла иғтибар бүлергә тырыша.
Бер ситтәрәк торған Бибикамалды күреп ҡалып күтәреп алды ла, арҡаһынан тупылдатып һөйөп төшөрҙө. Атаһының инде ҡайтмаҫын белгән ҡыҙ шаулап аҡҡан күҙ йәштәрен тыйа алмай иланы ла иланы. Бына бит, Флүрәнең атаһы ҡайтҡан, ә минеке юҡ. “Эх, был һуғыш булмаһа ине, эх, был нимес-фашистар ҡайҙан килеп сыҡты икән?”- тигән әсе уйҙар әле ун йәше лә тулмаған баланың мейеһен ярып үтте.
Ә Флүрәнең шатлығының сиге юҡ, атаһы бит уға Германиянан күлдәк алып ҡайтҡан, ҡып-ҡыҙыл, итәктәре ҡатлы-ҡатлы. Үҙенә килешеп тора. Бөтә булған ҡыҙ-ҡырҡындың күҙе уның күлдәгендә ине. Күмәкләп йылға буйына төштөләр, шау-гөр килеп уйнаған балаларҙың араһында Флүрәнең тауышы иң көрө, күлдәге иң сағыуы ине.
Уйындың иң ҡыҙған мәлендә кемдер: “Флүрәнең күлдәге бит ниместеке!” - тип ҡысҡырып ебәрҙе. Күбеһе атайһыҙ ҡалған балаларға, ҡайғыларынан арына алмай йөрөгәндәргә, оҙаҡ барған һуғыштан миктәгән, немецтәргә бөтмәҫ нәфрәт тойғоһо менән тулы күңелдәренең сиге ташып сыҡты. “Нимес күлдәге, фашист күлдәге бит!”- тигән күмәк тауыштар араһынан Флүрәнең: “Теймәгеҙ, атайым алып ҡайтҡан бит,”- тигән өҙөк- һуҙыҡ ҡысҡырыуы ишетелеп ҡалды. Күлдәккә ҡыҙған, бигерәк тә етем ҡалғандар, үс-нәфрәтен шул арала матур итәкле күлдәккә төшөрҙөләр, бер аҙҙан сағыу нимес күлдәгенән бер ни ҡалмаған ине...
“Бына ошо ваҡиға хәтеремдә уйылып ҡалған. Ул ваҡытта иптәштәремә үпкәм ныҡ ине, тора-бара уныһы ла онотолдо. Бер аҙҙан, барыһын да аңланым, кисерҙем. Тик балаларға күрһәтмәһен беҙ үткәргән михнәттәрҙе”, - тине Флүрә, эргәһендә шым ғына тыңлап ултырған улының арҡаһынан һөйөп.
Хәми ӘБҮБӘКИРОВ.
Фото: emilia-spanish.ru