+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
22 Май , 20:25

Һөйөүме, әллә баламы?

 Был тормошта  Гөлсимәнең барыһы ла бар. Яратҡан ире, мәктәптә яҡшы билдәләргә уҡып йөрөгән улы, күңел һалып башҡарған эше, етеш донъяһы. Бер хәсрәтһеҙ, бер нәмәгә мохтажлыҡ кисермәй йәшә лә йәшә лә бит. Ләкин күңелен ғүмер буйы һыҡратҡан бер әрнеүе бар Гөлсимәнең. Йылдар үткән һайын үҙен нығыраҡ һиҙҙертеп иҫенә төшә . Ул - 15 йыллап күрмәгән ҡыҙы Айзилә.

Һөйөүме, әллә баламы?
Һөйөүме, әллә баламы?

Ул уны балалар табыу йортонда түгел, ә тәүге ирендә ҡалдырып, мөхәббәте артынан сығып китте. Йәшлектәге был аҙымы аҙаҡ ғүмер буйы йөрәген әрнетте.

Гөлсимә ата-әсәһенән бик йәшләй ҡалды. Шуға мөктәптә яҡшы уҡыһа ла, юғары уҡыу йортонда иркәләнеп кенә атай-әсәй елкәһендә уҡыу бәхете теймәне. Апай-ағайҙары ла һәр береһе үҙ мәшәҡәтенә батҡайны.  Гөлсимә мәктәпкә һуң пионервожатый булып эшкә керҙе. Тырышып, бөтә күңелен һалып башҡарҙы хеҙмәтен. Матур, аҡыллы ҡыҙға егеттәр ҙә иғтибар итмәй ҡалманы. Шулай ҙа быйыл ғына юғары уҡыу йортон тамамлаған Ғаяз уның артынан бер тотам ҡалмай йөрөй башланы. Уҡытыусылар ғаиләһендә үҫкән егет  үҙе тәртипле, үҙе аҡыллы. Ләкин һәйбәт тип кенә йөрәккә бойороп булмай. Ҡыҙ оҙаҡ үҙенең күңеленә оҡшағанын эҙләне.  

– Был заманда ҡайҙан табаһың Ғаяз кеүек һәйбәт егетте. Уны һайламаһаң , аҙаҡ үкенерһең, – тигән кәңәштәрен бирҙе уҡытыусылар ҙа, туғандары ла.

Мәктәптән тыш барлыҡ саралар бергә үтә. Ошо рәүешле улар бер-береһенә яҡынайҙы. Егет ҡыҙға бөтә яҡлап та терәк-таяныс булды. Гөлсимә Ғаяздың гел эргәһендә булыуына өйрәнеп китте.  Егет тәҡдим яһағас, унан да яҡшыһын тапмаҫмын тигән уй менән ризалыҡ бирҙе.

Ҡәйнәһе, ҡайныһы йортонда йәшәүе  уңайлы ине Гөлсимәгә. Ҡәйнәһе эштән ҡайтыуына бөтә эшен бөтөрөп, ашарға бешереп ҡуя.

–Ситтән тороп булһа ла пединститутҡа уҡырға инде.  Һиңә һөнәр алырға кәрәк, – тигәс, ҡәйнәләренең был кәңәшен дә тыңланы. Сөнки үҙенең дә ире менән тиң булғыһы, уҡытыусы булып эшләгеһе килә ине.

Бер йылдан бәләкәстәре Айзилә тыуҙы. Ҡәйнәһе балаһын ҡарағас, уҡыуы өҙөлмәне, ярты йыл һайын сессияһын барып тапшырҙы. Шулай итеп өсөнсө курсҡа ла барып етте. Яҙмышын хәл итә торған ваҡиға ла ҡышҡы  имтихандар ваҡытында булды.

Төркөмдәштәре менән күмәкләп Иҫкесә Яңы йылды билдәләргә  ниәтләнеләр. Байрамда Гөлсимәнең эргәһенә Өлфәт исемле егет тура килде. Элек дәрестәр мәлендә артыҡ иғтибар итмәһә лә, әле һүҙҙәре тиҙ беректе. Гөлсимә хатта бер аҙға ире барлығы тураһында ла онотто. Аралашыу бының менән генә туҡталманы.Өлфәт имтихандарға әҙерләнгәндә ярҙам һорап Гөлсимәгә килә башланы. Әле бер лекцияһын алып торҙо, әле икесеһен. Рәхмәт йөҙөнән Гөлсимәне  кафеға саҡырҙы.

Йәш ҡатын  бының яҡшыға илтмәүен аңлай ине, ләкин “Өлфәт – дуҫ ҡына” тип күңелен йыуатты, ауылға ҡайтҡас, барыһы ла онотолорона өмөт итте.

Ләкин  Өлфәт уға башкөллө ғашиҡ булғайны.  Хатта Гөлсимәнең кейәүҙә икәнлеген, балаһы барлығын белһә лә үҙенең хистәренә хужа була алманы. Гөлсимә ауылға ҡайтып киткәс тә, уңайы сыҡҡан һайын  шылтыратты, хәлдәрен белеште.

Йәйге сессияла аралашыуҙы туҡтатам, ныҡлап әйтәм, тигән ҡәтғи ниәт менән барһа ла, Гөлсимәнең был уйы килеп сыҡманы. Улар хис-тойғоларына ҡаршы тора алманы.  

Өлфәтте күреп башы әйләнде,  ире лә, балаһы ла онотолдо. Егет менән үткән һәр минут күңеленә рәхәтлек бирҙе. Өлфәтте  оноторға кәрәклеген аңлаһа ла, быны эшләй алманы.

–Айырыл иреңдән, сыҡ миңә кейәүгә , балаңды ла алып  кил. Бергәләп үҫтерербеҙ. Йәшәргә минең  фатир бар, эш урынын да үҙемдең  мәктәптән белешеп ҡуйырмын, –тигән һүҙҙәренә иҫерҙе Гөлсимә. Өфөләге тормош үҙенә тартты. Ире үҙенә тиң булмаған һымаҡ тойолдо.

– Ярай, ҡайтып һөйләшермен, – тине ул артыҡ вәғәҙә бирмәй генә һәм ауылына ҡайтып китте.

Был юлы өйҙәгеләр күңелһеҙ генә ҡаршы алдылар Гөлсимәне.

– Һинең ҡалала икенсе ир менән осрашып йөрөүең беҙгә ишетелде. Беҙ һине уҡытырға, кеше итергә тырыштыҡ. Аш менән атҡанға, таш менән атыуың ошо буламы? Ана, кейемдәреңде сумаҙанға йыйып ҡуйҙыҡ. Ал да сығып кит. Бала беҙҙе менән ҡала, – тине ҡәтғи итеп ҡәйнәһе.

Ә ире һөйләшеү түгел, Гөлсимәне күрергә лә теләмәне. Ул ҡатынының хыянатын кисерә алманы.  

Шулай итеп, уйламағанса тиҙ генә тормош юлдары айырылды. Ҡәйнәһе баланың үҙҙәрендә ҡалыуы өсөн дә барлыҡ тырышлығын һалды. Зәп-зәңгәр күҙле өс йәшлек Айзилүген шулай ҡәйнәһенең йортона ҡалдырып китте. Яҙмышының бындай боролош алырын уйлап, Гөлсимә бик өҙгөләнде.

Өлфәте уны балда-майҙа йөҙөрөп кенә йәшәтте. Ҡатыны өсөн өҙөлөп торҙо. Коллектив, таныштары өсөн улар үрнәкле ғаилә, оҙаҡ йылдар эшләгән абруйлы уҡытыусылар ине.

Ауылына ҡайтҡанынада нисә тапҡыр барҙы икән ул ҡыҙын күрергә. Ләкин ҡәйнәһе тупһанан да үткәрмәне. ”Баланың күңелен яралап йөрөмә. Уның әсәһе бар. Донъяға килтергән әсә түгел, уны ҡарап үҫтергәне әсә”,– тип ҡырт киҫте.

Гөлсимә белә ине Ғаяздың яңынан өйләнеп йәшәп ятҡанын. Шулай ҙа сабыйына ҡарата һағыныу хисен баҫырлыҡ түгел ине шул.

Айзиләгә нисек барып өндәшергә, үҙенең ҡылығын нисек аҡларға белмәй, йылдар артынан йылдар үтте. Ситтән генә уның яҙымышын һорашып, белешеп торҙо.  Айзиләнең баш ҡалаға педагогия университетына уҡырға инеүен ишетеп бик һөйөндө. Бер ҡалала йәшәгәс, күрешеү юлдары ла асылыр, тип өмөтләнде. Хатта ҡайһы ятаҡта, нисәнсе бүлмәлә йәшәгәнен дә белеште.

Бер көндө күп итеп күстәнәстәрен алды ла бөтә батырсылығын йыйып, ҡыҙы янына китте.

Йөрәге атылып сығырҙай булып барып инде бүлмәләренә.

– Миңә Айзилә кәрәк ине, –тине ул ишек асыусы ҡыҙға.

- Инегеҙ Айзилә бында,- тигән яуапҡа бер мәл күҙҙәре ҡараңғыланып киткәндәй булды.

Бүлмәнең төпкө мөйөшөнә урынлашып алған ҡыҙын шунда уҡ таныны Гөлсимә. Үҙенең йәш сағына оҡшап тора ине ул.

– Айзилә, ҡыҙым. Мин һинең атайың яғынан туғаның. Беҙ аралашып йәшәмәнек, шуға мине күргәнең юҡ. Элек атайым менән һинең олатайҙарың һүҙгә килешкәндәр ҙә, шуға  аралары өҙөлгән, – тип алдарға мәжбүр булды Гөлсимә.

Айзилә менән матур ғына итеп һөйләшеп ултырҙылар. Ҡыҙы менән  күрешкәндән  һуң йөрәге бер аҙ баҫылғандай тойолдо.  Икенсе тапҡыр үҙенә саҡырып, адресын тотторҙо. Ләкин был турала әлегә ата-әсәһенә әйтмәҫкә кәңәш итте. Быны электән аралашмағас, оҡшатмаҫтар тиеп аңлатты.

Килде Айзиләһе. Әллә нисә тапҡыр саҡырғас, бер шәмбе көн Гөлсимәнең ишеген ҡаҡты.

Иренә серен әйтһә лә, улына  алыҫ туғаным тип таныштырҙы. Ризыҡтың  ниндәйен генә әҙерләмәне. Өлтөрәп йөрөнө ҡыҙы алдында. Һыйланып, ҡунып,  ял итеп ҡайтып китте Айзиләһе. Күстәнәстәрен дә мул итеп бирҙе, бер аҙ аҡса тотторҙо. Был Гөлсимәнең күңеленә шул тиклем ҙур ҡәнәғәтлек тойғолары бирҙе.

Тиҙҙән Айзилә үҙенең курсында уҡыған Дамир исемле  егет менән дуҫлаша башланы. Бик әҙәпле,  аҡыллы егет Гөлсимәгә лә оҡшаны. Йыш ҡына улар икәүләшеп килеп киттеләр.

Бер көндө Айзилә ҡояштай балҡып килеп инде һәм Дамирҙың кейәүгә сығырға тәҡдим яһауын һәм үҙенең ризалашыуын белдерҙе. Гөлсимә лә ҡыҙы өсөн шат ине.

Тиҙҙән Айзилә ауылына Дамир менән бергәләп ҡайтып китте. Ата-әсәһен егете менән таныштырға теләне. Ләкин икенсе аҙнаһына Гөлсимә янына ҡыҙы иларҙай булып килеп инде.

–Атай-әсәйем дә, өләсәйем дә кейәүгә сығыуыма ҡаршы. Хатта минең ауырлы булыуыма ла иғтибар итмәнеләр. Бала табып, уҡыуыңды ҡалдырыр булһаң, бер тин дә ярҙам итмәйәсәкбеҙ, ҡайтып та йөрөмә тинеләр, – тине Айзилә күҙ йәшенә быуылып.

–Айзилә, улай өҙгөләнмә. Һинең яныңда һине яратып, һинең өсөн өҙөлөп торған Дамирың бар. Мин дә ярҙам итергә әҙер. Бер-берегеҙҙе тапҡанһығыҙ икән , өйләнешегеҙ. Сабыйың да уҡыуыңа ҡамасауламаҫ, үҙем ҡарашырмын. Ә уҡыуыңды , ысынлап та, туҡтатырға кәрәкмәҫ. Был ваҡытлыса ғына һынау бит, –тине Гөлсимә ҡыҙын ҡосаҡлап.

Айзиләнең күңеле үҫеп, йөҙө нурланып балҡып китте. Был шатлығы менән бүлешергә Дамиры янына ашыҡты.

ЗАГС-ҡа ғариза биреп, был ваҡиғаны иң яҡын кешеләре менән генә билдәләнеләр. Йәштәр үҙҙәре шулай хәл иткәйне. Гөлсимәнең эштән биргән бер бүлмәле фатирҙарында йәш ғаилә тормош башланы.. Дамир уҡып та, эшләп тә өлгөрҙө. Гөлсимә лә ҡулынан килгәнсә ярҙам итте, быға ире лә ҡаршы түгел ине.  

Гөлсимә  әллә нисә йылдар йөрәгендә һаҡлап йөрөгән серен Айзилә сабыйы менән балалар табыу йортонан сыҡҡан көндө әйтте.

–Айзилә, һин бер ҙур серҙе белергә тейешһең. Һинең алда минең ҙур ғәйебем бар. Шуны аңлап ғәфү итһәң ине, – тип бер тында бөтә тормош юлын һөйләп бирҙе.

Айзилә был хәбәргә әллә ни аптыраманы ла һымаҡ.

–Үҙемә ҡарата шул тиклем йылылыҡты, һөйөүҙе тойҙом мин. Әсәйҙәргә генә хас тойғоно  башҡа хис менән бутау мөмкин дә түгел . Икенсенән, мәктәптә уҡығанда бер класташымдың “Һинең үҙеңдең әсәйең Өфөлә,һинең менән йәшәгәне ысын әсәйең түгел” тигән һүҙҙәре лә күңелгә инеп ҡалғайны. Ышанмаһам да, күңелемдә һәр ваҡыт был шик йәшәне. Үпкәләмәйем, һиңә. Сөнки һин миңә шул тиклем ауыр саҡта ярҙам ҡулыңды һуҙып, мине ни тиклем яратыуыңды дәлилләнең, –  тип ҡосаҡлап алды.

Иңенән ҙур йөк төшкән һымаҡ булды Гөлсимәнең. Тормошонда яңы маҡсат, яңы ынтылыш барлыҡҡа килде. Тиҙҙән фатирын да ҡыҙы исеменә күсерҙе. Ейәнен дә ҡарашты, ә  Айзилә уҡыуын  ташламай ғына юғары белемле булды. Студент йылдарында ул үҙ  яртыһын да тапты, дипломын да алды. Бәхетенең тулы булыуы өсөн тап әсәһенә рәхмәтле ул.

Ә бөгөн ул ире һәм сабыйы менән ауылға йыйына...

Резеда ШӘНГӘРӘЕВА.

Фото: triptonkosti.ru

Сығанаҡ: https://bashgazet.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/2023-10-29/y-me-ll-balamy-3497350

Автор:
Читайте нас: