+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
29 Май , 13:00

ҒАИЛӘ МӘШӘҠӘТТӘРЕ

(Хикәйә) Фәнзил менән Миңзәлә Медицина институтында бер осор уҡыһалар ҙа, район үҙәгендәге дауаханаға килеп эшләй башлағас ҡына, бер-береһен таптылар. Бер йылдарҙа уҡыныҡ, ләкин бер тапҡыр ҙа осрашманыҡ, ошонда ғына таныштыҡ, бер-беребеҙҙе яратыштыҡ, өйләнештек, тип әйтһәләр, кешеләр ышанмай. Фәнзил – терапевт, Миңзәлә – педиатр. Эштәре ауыр, шуға, икеһенең дә табып булыуы бер-береһенә таяныс булды. 

ҒАИЛӘ МӘШӘҠӘТТӘРЕ
ҒАИЛӘ МӘШӘҠӘТТӘРЕ
Район ҙур, сирлеләр күп, йәштәрҙең тәжрибә яғы ла етешмәй, шуға кәңәш йә ярҙам эҙләп дауахана ҡаласығы эсендә бер-береһен эҙләп йөрөгән саҡтары аҙ булманы. Дауахана коллективы ҙур, ләкин бер-береһен яҡшы беләләр, ә бына ирле-ҡатынлыларҙың бер-береһенә мөрәжәғәт итеп, ярҙам эҙләп йөрөүҙәре коллективта бик хупланмай. Һәр кем үҙ аллы хәл тергә тейеш.
Медицина институтында уҡыған ваҡыттан уҡ шундай ләҡәп йөрөй: отличниктарҙан – бик шәп табип, ә насар уҡыусы студенттарҙан бик шәп баш табип сыға. Фәнзил ошо һүҙҙе тормошҡа ашырыу өсөн барыһын да эшләне һәм ун йыл да үтмәне, әлбиттә, баш табип түгел, ләкин хужаның урынбаҫары, уң ҡулы булыуға өлгәште.
Уҡығанда 4-тән, 5-тән кәм баһа алмаған Миңзәләгә, юғары вазифаға ынтылмаһа ла, тырышырға тура килде. Уны ла күрҙеләр, оҙаҡламай, ул балалар поликлиникаһында баш табип булып эшләй башланы. Шулай итеп, ун биш йылдан артыҡ ваҡыт үтеп тә китте. Үҙҙәренең бер малай, бер ҡыҙ үҫә, балаларын улар табип итеп күрә. Ниңә ғәжәпләнергә, Айрат менән Гүзәл тыуғандан алып дауахана һәм уның тормошо менән яҡындан танышып үҫтеләр һәм үҙҙәрен ошо ауыр һәм яуаплы һөнәргә әҙерләнеләр.
Миңзәлә балалар поликлинкаһында эшләп, байтаҡ ҡына маҡтауҙарға, наградаларға лайыҡ булды. Был бүләктәрҙә, әлбиттә, иренең дә бер аҙ йоғонтоһо булғандыр. Ләкин байтаҡ ҡына йылдар элек ниндәйҙер етешһеҙлектәр өсөн Фәнзилгә юғары вазифаһын ҡалдырырға һәм бүлексә мөдире, ҡыҫҡаһы, ябай табип булып күсергә тура килде.
Эргәһендә Миңзәлә булғас, Фәнзил был юғалтыуҙы әллә ни ауыр кисермәне һымаҡ. Ҡатыны ирен тынысландырырлыҡ һүҙен дә тапты, ярҙам да итте, ситкә лә типмәне. Фәнзил бәлки эстән янғандыр, ләкин һиҙҙермәне, зарланманы, тәүҙәрәк асыуланғаны ла тойолманы. Бер көн үҙе һымаҡтар менән эсеп, эштән бер сәбәпһеҙ һуңлап ҡайтҡас һәм тауыш ҡуптарғас, Миңзәлә шуға иғтибар итте: ире үҙгәрә, әллә үҙенә йомола, бер һүҙ сыҡһа, шунда уҡ кире ҡарашын, хатта мәғәнәһеҙ дәғүәләрен белдерә башлай. Миңзәлә быларға, ваҡытлы күренеш, вазифаһын ҡалдырыуҙы ауыр кисерә, тип тәүҙә уны аҡлаған һымағыраҡ булғайны, ләкин ире көндән-көн ҡырыҫлана, түҙеп торғоһоҙға әйләнә башланы.
Бер көн телевизорҙан кино ҡарап ултырғайнылар, шул, ҡәҙимге мелодрама инде. Ҡатыны менән ҡыҙы, кино тамамланғас, күҙ йәштәрен һөртөп алдылар.
Фәнзил китте асыуланып:
– Тапҡанһығыҙ иларға сәбәп! Бер уйнаш ҡатынды йәлләйһегеҙ! Ундайҙарға шул кәрәк! Йөрөмәһендәр, донъя бысратып! – тип әйтеп һалды.
Ҡатыны менән ҡыҙы аптыранып кухняға сығып киттеләр. Кинонан алған тәьҫораттарынан арынмағайнылар әле, һөйләшеүҙе шунда дауам иттеләр. Шунда Гүзәл әсәһен ғәжәпләндерерлек һүҙ әйтте:
– Әсәй, һин беҙҙең атайҙың көндән-көн үҙгәреүенә иғтибар итәһеңме?
– Әлләсе тағы, – тип әсәһе һиҫкәнде. – Бәлки һиңә генә шулай тойолалыр?
– Нисек тойолалыр? – тип көлөмһөрәне ҡыҙы. – Һин иғтибарлап ҡара, әсәй, ул бит хәҙер бөтөнләй икенсе кеше. Күрмәйһеңме ни, ул һинең һәр һүҙеңде инҡар итә, ергә һалып тапай һәм аяҡтарын һөртә.
– Сеү! Өндәшмә! – Әсәһе ҡурҡынып ишек яғына ҡараны. Әйтерһең, ире шым ғына тыңлап тора инде.
– Нисек өндәшмә? Һин – баш табип, ул – ябай табип. Һин көнө-төнө эштә, эштәрең бара. Ул бит һинән көнләшә, әсәй.
Сәйнүктәре ҡайнап сыҡты, ләкин сәй эсеп торманылар, тиҙ генә икеһе ике бүлмәгә сыҡтылар. Дөрөҫөрәге, бер-береһенән ҡастылар. Миңзәлә, йоҡларға ятҡас, байтаҡ боршаңланы. Үҙе һиҙмәйме һуң инде, ҡыҙы дөрөҫ әйтә бит. Мәктәп тамамаларға торған ҡыҙ шул хаҡта һөйләгәс, башҡалар һиҙмәй ҡаламы һуң инде?
Бәхәс бының менән генә тамамланманы, йома яңы, бығаса булмаған яҫылыҡҡа күсте, Фәнзил өйөнә ҡунырға ҡайтманы. Ҡайтмаған икән, ҡайтмаған, ни хәл итәһең, бәлки берәй эше килеп сыҡҡандыр. Ҡайтһа, ҡайтыр, һөйләһә, һөйләр.
Йәкшәмбе кис ҡайтты һәм ул иҫерек ине. Фәнзилдең тормошонда бығаса күрелмәгә яңы сифат асылды – ул өйҙә ятып эсә торған эскесегә әйләнде. Тәүҙә – 4-5 көн, һуңынан – аҙналап, аҙаҡ оҙаҡлап эсте.
Тормошта бар ундай кешеләр. Йәшәйештәге уңышһыҙлыҡ, карьералағы хаталар абындырып ҡуя. Тик һәр береһе күтәрә алмай, ошо ауырлыҡтарҙан сығыу юлдарын эҙләй һәм күпселек осраҡта, үкенескә ҡаршы, хәл ителешен шешә төбөндә таба.
Араҡыға күнеккән организм көндән-көн күберәк талап итә, араҡы эләкмәһә, ирҙең кәйефе бик тиҙ боҙола, асыулана, башҡаларҙан, ғәйепһеҙҙәрҙән, үс ала башлай. Фәнзил менән булған осраҡта хәл күпкә ҡатмарлыраҡ төҫ алды. Сөнки уның ҡатыны Миңзәлә – баш табип, абруйлы белгес, ә ул үҙенең уңышһыҙлыҡтарында тормош иптәшен ғәйепле һанай.
– Әсәй, был көн һайын шулай дауам итәсәкме? – тип һораны ҡыҙы иҙәндә хырылдап йоҡлап ятҡан атаһына күрһәтеп.
– Ә һин нимә тәҡдим итәһең, ҡыҙым? – тине Миңзәлә. – Ул бит һинең атайың. Әллә сығарып ташлайыҡмы?
– Белмәйем, әсәй. Һин үҙең хәл ит. Минең бындай шарттарҙа йәшәгем килмәй.
– Атай ни эшләп эсә башланы? – тип аптыранды улы. – Минең бүлмәләге шифоньерға спирт ҡойолған һауыт ултыртып ҡуйған. Аҡрынлап, шуны имеп йөрөй.
Иртәгәһен ауыр һәм яуаплы һөйләшеү булды. Булмаҫ ине, Фәнзил эшкә иҫерек барған, кем менәндер “баш төҙәткән”. Балаһын күтәреп килгән бер әсә, араҡы еҫен һиҙеп ҡалып, тауыш күтәргән.
Мәсьәлә көтмәгәнсә хәл ителде. Тап шул көндәрҙә һаулыҡ һаҡлау даирәһендә “оптимизация” тип аталған сираттағы, һәр береһе аңлап етмәгән, ябай халыҡ хупламаған, етәкселәр, һәр ваҡыттағыса, ҡуш ҡуллап ҡаршы алған үҙгәртеп ҡороуҙар башланды. Шуның һөҙөмтәһендә, бер сәғәтлек кенә юлда ятҡан район үҙәгендәге дауахана етәкселеге етди етешһеҙлектәре өсөн тулы составында отставкаға ебәрелде. Кадрҙар даирәһендә барлыҡҡа килгән бушлыҡты тултырыу өсөн, яуаплы иптәштәр күрше райондарға иғтибарын йүнәлтте. Урынбаҫар кәрәк ине, күҙҙәренә Фәнзил Фәләнбаевтың анкетаһы салынды һәм ҙур эштә һынап ҡарарға, тигән фарман яңғыраны.
Яуаплы иптәштәр алдына килеп баҫҡанда кисәге эскесе олпат, уйсан, аҡыллы һәм түҙемле, эш мәшәҡәттәре баҫҡан белгескә әйләнгәйне. Һәүетемсә генә эште башлап ебәрҙе, эскәне тойолманы, тупаҫлығын тамсы ла һиҙҙермәне.
Йома кис өйгә ҡайтҡас, улы, ҡыҙы һәм ҡатыны дүртәүләшеп ултырып телевизорҙы әлеге мелодрама ҡаранылар. Фәнзилгә яҡын ине – зәңгәр экранда күренгән һынауҙарға дусар ителгән ҡатын-ҡыҙҙың холоҡ-фиғеле, ир-егеттәрҙең ҡыйыулығы һәм батырлығы. Ҡайһылай тормош ҡатмарлы, тип аҡыл һатты йорт хужаһы үҙенә һыйынып ултырған телевизор ҡараусыларға. Хатта тауышы ҡалтыранып китте һәм эстән генә яңы эш урынында яңы урынбаҫарға лайыҡлы иғтибар өлгөләре күрһәтеп йөрөүсе яңғыҙ баш шәфҡәт туташын иҫкә төшөрҙө. Йәше үтеп бара, ә үҙе һаман кейәүгә сыҡмаған. Ә дүшәмбегә тиклем ике көн бар әле. Ҡара әле, тормош йәмләнеп китте түгелме һуң?
 
Р.ҒӘЛИМОВ.
Автор:
Читайте нас: