+22 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
30 Май , 17:00

Онотормон тимә...

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА (Хикәйә) Ҡала артистарының концертын ҡарағас, егеттәр ҡыҙҙарҙы күрше ауылға алып китте. Булат Әлифәне кабинаға алды, Рауил ике ҡыҙ янына көплө санаға менеп ултырҙы.Йомшаҡ һалам өҫтөндә толоптарға төрөнөп ултырған ҡыҙҙар хәҙер Рауилды кәзәкләне.— Әйҙә, уртабыҙға ултыр, нимә ситтә туңып бараһың?— Өшөмәйем мин, — тигән булып һыр бирмәне егет.— Өшөмәһәң һуң, өшөгәнгә генә ҡыҙҙар янына ултыралармы?

Онотормон тимә...
Онотормон тимә...

Толоп яғалары эсенән сылтырап көлгән тауыштары ишетелеп ҡала.

— Һөйләшә белә микән һуң ул?
— Беҙҙән ҡурҡып телен йотто әллә?
Көлкөгә ҡалып күпме ултырыға була? Рауил барлыҡ батырлығын йыйып тегеләр янына шылды. Ҡыҙҙар ике яҡҡа янтайып, уны уртаға алды.
— Вәт, ҡыҫабыҙ хәҙер һине!
— Йылымы?
Ике яғындағы ике “төйөн”, туҡтауһыҙ тәтелдәне лә, туҡтауһыҙ көлдө. Рауилдан да көлдөләр, артистарҙы ла эләкләп хихылданылар, тағы әллә кемдәрҙе тикшереп, һөйләп, шунан ҡыҙыҡ таптылар. “Ҡалай мәрәкә икән былар” тип тыңлап килде егет, өндәшмәһә лә. Кәйефе күтәрелде үҙенең былар менән, ә күңеле тегендә, кабина эсендә булды...

Булат дуҫы хәтәр уның. Төҫкә әкиәт егете кеүек, ҡыйыу, шаян, гармунда һуҙып та, ҡушылып йырлап та ебәрә. Ҡыҙҙар уның юлына ҡолай ҙа ҡуя. “Булат та Булат” тип йүгереп йөрөйҙәр. Ултырғысты ҡағып ултырталар, гармунын ҡулына алып килеп тотторалар, сикләренән алмашлап “сүп” итәләр, арҡаһынан тупылдатып һөйәләр. Дуҫы китә ирәйеп. Бына шулай һөт өҫтөндәге ҡаймаҡ һымаҡ йәшәй ул ауылда. Унан ҡалһа теләгән ҡыҙын оҙата ала. Теләгәнен ҡарата, ғашиҡ итә, илатып артынан йүгертә белә.
Рауилдың холҡо уның тап киреһе инде. Былай төҫкә-башҡа ул да йәмһеҙ түгел түгеллеккә. Кәүҙәгә лә дуҫынан дәүерәк. Тик төптө бер ҡырағай инде. Ныҡ яҡындары менән генә теле асыла. Ә бына яттар янында, бигерәк тә ошондай ҡыҙҙар алдында теле аңҡауына йәбешә лә ҡуямы шул, һөйләшеп китә алмай. Ҡайһы саҡ шундай йәне көйә үҙенә. Армиянан ҡайтҡанына өс йыл булып килә, берәй ҡыҙҙың ҡулын да тотоп ҡарағаны юҡ. Булат шуға көлә унан, кәләш алһаң һин ҡыҙҙы түгел, ә ҡыҙ һине боҙа инде, тип йәнен көйҙөрә.

Тырҡылдап ҡара төтөн сығарып килгән трактор ҡыҙҙар йәшәгән йорттоң ҡапҡа төбөнә туҡтаны. Рауил ҡыҙҙар артынан уларҙың ауыр толоптарын, түшәктәрен күтәреп атланы. Булат менән Әлифә кабинанан төшөп, сана янында тороп ҡалдылар.
Ингәс тә ҡыҙҙарҙың береһе мейескә ут тоҡандырҙы, икенсеһе сәй ҡуйып ебәрҙе. Рауилды сисенеп үтергә көсләһәләр ҙә, ул әйберҙәрен тапшырҙы ла, ишек төбөндә башы өрлөккә төкөй яҙып тора бирә ине, артында ҡапыл ишек асылып китеүгә ситкә тартылды.
—Булатты туҡмайҙар-ар! – Әлифәнең тауышы сәрелдәүҙән үкһеүгә күсте. Рауил ҡапыл урынынан ҡубып тышҡа ташланды. Бер-ике һикереүҙә ҡапҡа аръяғында булып, дуҫын уртаға тәгәрәтеп типкеләгән түңәрәкте йырып килеп тә инде. Ингән ғайын берәүһен яуырыны менән этеп ебәреп, икенсеһенең яңағына ҡундырып өлгөрҙө. Туҡмаусылар бишәү булып, ярайһы уҡ иҫеректәр ҙә ине. Быны самалап өлгөргән Рауил, тегеләр аңын-тоңон төшөнгәнсе, эткеләй-төрткөләй төркөмдө Булаттан арыраҡ күсергә мәжбүр итте. Ул арала егет артынан эйәргән ҡыҙҙар урам яңғыратты:
— Егеттәр! Етәрегеҙ!
— Ағайҙар, ҡуйығыҙ, бар юлығыҙҙа булығыҙ!
— Була-ат! Булат!
Рауил “йәлп” итеп дуҫы ятҡан ҡырға ҡарап ала, уныһы тормай ҙа тормай. Әллә баш-машына һуҡтылар микән?
Тик нисек кенә иҫерек булһалар ҙа, бишәү – бишәү ине. Йоҙороҡтары яҙараҡ китеп, аяҡтары һауа телеп тороп ҡалғанда ла, улар егеткә төрлө яҡлап йәбешеп, ҡарға ҡолатып маташты. Ә Рауилға нисек тә йығылмаҫҡа, быларҙың аяҡ аҫтында ҡалмаҫҡа ине. Ул ҡул суҡмарҙарын йомарлап алып алға ҡуйҙы ла, һөжүм итеүселәрҙе үҙенә яҡын ебәрмәҫлек һелтәп торорға тырышты.
— Ах, инәңдең....! Танауҙы ҡанаттыңмы?! Бөттө һиңә!
— Мейеңде иҙ-ҙәбеҙ хә.... – аҙағын ослай алмай осоп барып та төштө үҙе.
Иҫеректәр Рауилды ҡоймаға ҡыҫырыҡланы. Ҡышҡы төндә урамда йөрөгән дә, ярҙамға йүгереп килеүсе лә юҡ. Быға өмөтләнә лә алмай Рауил. Ҡыҙҙарҙан да файҙа юҡ, улар араға инеп маташты ла, ҡыҙған ирҙәр ҡулынан тупаҫ ҡына ситкә төртөлгәс, ҡурҡышып ситкә ҡасты һәм унда ла эш хөрт икәнен аңлап, икеһе ике яҡ күршеләргә йүгерҙе. Әлифә Булаттың янына сүгәләп буҙланы, уны торғоҙорға тырышып тартҡыланы.
Арҡаһы ҡоймаға килеп терәлгәс, Рауил ҡапыл-ҡапыл ғына тунын сисеп берәүҙең башына япты ла, туңҡайта тибеп тә ебәрҙе. Икенсеһен күтәрелгән аяғынан тотоп ауҙарҙы. Шул ваҡыт өсөнсөнөң ҡулында нимәлер ялтыраны:
— Чье, давай, бысаҡҡа ҡаршы... раз такой герой...
Бысаҡлыға ҡулын һуҙғайны ғына, уң яҡтан берәүһе беләгенә йәбеште лә, уның менән айҡашҡанда, һул ҡабырғаһы аҫтын нимәлер көйҙөрөп ебәрҙе... тағы... тағы...
— А-а-аааа!.. Үлтерҙелә-әр! Үлде-е!!! А-а-аааааа.... – һуңғы ишеткәне бер ҡыҙҙың әсе сарылдауы ғына булды. Әлифәме шул?.. Ни эшләп улай... ҡысҡыр...

Осто ла осто ул. Ҡайҙалыр түбәнгә лә... өҫкә лә... Ниндәйҙер тауыштар ҙа ишетелеп ҡалды. Кәүҙәһенең боҙ булып туңған, йөрәгенең типмәй икәнен тойҙо. Бер ере лә ауыртмай, бер ниндәй хис юҡ: ҡурҡмай, үкенмәй, уйламай. Үлгән... Үлгәнен белә... Осоуҙан туҡтағандай булды... Күҙ бәбәге аша яҡтырып үткән уттар теҙмәһе юғалды... Кемдер түшенә ҡулын һалды... Ҙур, йылы ус. Был ҡулдан яйлап тәне йылыны, йылына барып... йөрәге хәрәкәткә килде: ту-уҡ... туҡ-туҡ, туҡ-туҡ, туҡ-туҡ... Кем был? Кем ула... Аллаһ! Был бит Аллаһтың ҡулы...
Рауил төндә иҫенә килде. Күҙ бәбәктәрен ауырлыҡ менән асып түбәгә төбәлде. Ҡайҙалығын аңланы. Ул – дауаханала. Ярым ҡараңғы бүлмәлә бер үҙе буғай. Яйлап барыһын хәтерләне: ҡыҙҙар... концерт... һуғыш... Әлифә ныҡ ҡысҡырҙы... әллә уға ла һуҡтылармы?.. Ул – бында... Әсәһе?! Уххх... әсәһе бит яңғыҙ ауылда... Атлай алмай. Бикле!
Егет урынынан ҡалҡынды. Эсе бөтөн биле менән ҡуша ҡалын итеп уралған. Шул тәңгәле генә кәүҙәһен тотмай аҙапланы. Шулай ҙа ул ҡалтыранып тороп ултырҙы ла, урынынан төшәм тип ынтылғанда, эргәһендәге тимер-томор приборҙар торған тумбаға таянып, уныһы шылып китеп, салтыр-солтор булып ауҙарылып төштө. Ике яҡтан ике ишек асылып китеп, аҡ халатылар пәйҙә булды:
— Уянған!
— Нишләйһегеҙ һеҙ? Ҡайҙа бараһығыҙ!
— Тот бер яғынан! Күтәрәйек ипләп кенә.
— Тыныслан... Давай, һалабыҙ.
Рауил уларҙан ысҡынырға маташты:
— Миңә... ҡайтырға кәрәк. Унда әсәй... бер үҙе...
Табип үҙенекен тыҡыны:
— Ниндәй әсәй? Үлемдән саҡ ҡалдың. Ят, тиҙәр һиңә!
Хәленән килһә быларҙы этеп-гөрөп сығып китер ине, йүгерер ине ауылына ҡарай егет, тик ҡыл өҙөрлөк тә көсө юҡ. Сараһыҙҙан ғазаплы ҡараштарын түбә түшәменә төбәп ҡатып ҡалды. Мейеһен бер һорау ғына бырауланы: әсәһе ни эшләй?

Ә әсәһе был ваҡытта ҡыҙҙар уртаһында рәхәтләнеп сәй эсә ине. Дүртенсе көн рәттән уға ҡыҙҙар килә, йыйыштыралар, йыуындыралар, ашарға бешерәләр, унан өйөн йылытып, алдына ризыҡтарын теҙеп ултыртып, ҡайтып китәләр. Уларға бит иртәнсәккә эшкә. Иртә менән иһә Булат килеп мейесен яғып китә. Рауилы теге көн ошолар менән кәнсерт тип йөрөп ауырыған бит. Әйтте инде свитыр кей, йөн ойоғоңдо онотма тип, тыңлаймы ул? Бушҡа тыҡып ултырмай бит инде әпсәһе, үпкәһе слабый бит уның, бәләкәйҙән, һыуыҡ тейһә ныҡ ята шулай. Әле йәштәр “берәй аҙнаға ғына һалдылар” тиһә лә, һиҙеп тора уның йөрәге, буйтым ауырып киткән ул, бажалый...
— Йә? – тип сабырһыҙ ҡаршылай ул утын ҡосаҡлап ингән Булатты. – Ызванит иттеңме?
— Иттем. Хәле яҡшырған, йөрөп ята тинеләр инде. Тағы бер-ике көн и... барып та алырмын.
— Шайтырың шу... – Инсебикә кибеп-ҡатҡан аяҡтарын юрған аша ыуып ултыра, үҙе егетте өйрәтә:
— Йүшкене ҡапыл тартма, балам, иптәп кенә. Атыу төбө-тамыры менән килеп төшәр. Шулай... Утыныңды ла бис тыҡма, яртылай ғына ит. Кисәгенән һыуынмаған әле. Рауил, атаһы ҡошап, өй-йортто һәйвәт ҡарай бит ул, хәзәйствинней, Аллаға шөкөр, йылы оҙаҡ тора.
Тик Рауил ике-өс көндән генә ҡайта алманы, ике-өс аҙнанан да түгел. Ҡышты ауҙарып ҡына ҡайтып инде ул әсәһенә. Ябығып, бәләкәсәйә, бөршәйә төшөп ҡалған ине. Инсебикә ҡапылда уны хатта танымай торғандай итте. Булаттың һәм анау ҡыҙҙарҙың әүәтеүенә генә әүмәгәйне шул, хәле еңелдән түгелдер тип фаразлағайны, шулай булған шул. Ҡаты ауырымаһа кеше былай бүҫкәреп уҡ ҡаламы?
Илап-буҙлап алды әсә. Улының ҡулын тарамыш устарынан ысҡындырмай, һурылған йөҙөнән талсыҡҡан ҡараштарын айыра алмай аҙапланды.
— Балам, кәштәнең аҫҡы бүлегендә пишинйә менән кәнфит бар, сәйгә ал шуларҙы. Алма ла алдыртҡайным әле, ҡайҙа ҡуйҙы икән ҡыҙҙар?.. Райхан килен ит һалып киткәйне, беште инде... Әйҙә... Ҡайҙа тотҡарланды ул килен? Һурпаһын йүнәтергә нишәп инмәй һаман? Ҡайтҡаныңды белмәй утыра микән?
— Әсәй, ярай, мин үҙем... Күршеләрҙе йонсоттоҡ инде былай ҙа.
— Йонсоттоҡ тип, күрше шулай була инде ул. Шәп саҡта мин бер күршемә лә отказ итмәнем эш-маҙарға, балларын да ҡараштым, өмәләренә лә барҙым, йомош-йоланға бис йөрөштөк. Әле лә үҙҙәре белеп инәләр, балам, һис мыжып ятманым... Теге ҡыҙҙар йыш килде. Булат ней көн дә. Рәхмәт инде барыһына ла... һау булһындар.
Уның хәбәрен бүлеп күрше еңгә килеп керҙе. Аш йүнәтте. Өҫтәл ултыртыуға ире лә ишек ҡаҡты. Уларға ҡушып икенсе яҡ күршеләрҙе саҡырҙылар. Һуңғараҡ Булат та бында ине. Күмәкләшеп Рауилдың “ҡаты ауырыҙан” имен ҡотолоуын билдәләп алдылар. Инсебикә арҡаһына терәлеп ултырып, кәсәнән ҡоротло һурпа һемерә-һемерә, бәхетле йылмайып ҡунаҡтарын күҙәтте.

Былай ҙа кеше менән аралашып бармаған Рауил хәҙер айырата үҙенә бикләнде. Дауаханаға ла йыш йөрөгән, бында өйөнә лә килә һалып ингән ҡыҙҙарҙы ла артыҡ яҡынлатманы. Икеһе менән дә бер тигеҙ, дуҫтарса ғына хәл-әүәл белеште лә, күберәген баш һелкеп йә көлөмһөрәп кенә тыңлап тик ултырҙы. Был ике сәскә кеүек һылыуҡайҙарҙың бөтә яҡтан да килгән икәнлектәрен дә күрә ул, күҙе бар ҙа инде, тик йөрәге ҡуҙғалмай уларҙың ҡарашынан да, төҫ-һынынан да. Ә бына Әлифә менән ниңәлер бөтөнләй башҡаса. Өндәшмәһә лә, хатта күҙҙәре осрашмағанда ла, унан һирпелгән һиҙелер-һиҙелмәҫ хушбуй еҫенән дә иҫерә, йөрәге ҡолаҡ төбөнә дөпөлдәй башлай. Ҡыҙ үҙе быны һиҙеп ҡалмаһын йә дуҫы аңғармаһын тип, улар менән дә осрашмаҫҡа тырыша шуға. Унан бигерәк Булаттың Әлифәне туҡтауһыҙ ҡыйырһытыуын, тупаҫлығын, һанға һуҡмауын күтәрә алмай шикелле. Ниңә улай итәлер дуҫы? Артыҡ шашҡанмы ул ҡыҙ-ҡырҡын халҡы менән? Әллә яратмаймы икән? Быныһына ышана алмай егет. Нисек итеп Әлифәне яратмаҫҡа мөмкин? Ул бит ер һылыуы, ожмах ҡошо, фәрештә...

Көндәрҙән бер көндө, дөрөҫөрәге кис, әсәһен һикәлтәгә сығарып ултыртып, йәшелсәгә һыу ҡойоп йөрөһә, ҡапҡаны һаҡ ҡына асып Әлифә килеп инде. Рауилдың ҡулындағы биҙрәһе дыңғырҙап ҡулынан төшөп китте лә, уны йәһәт алып өлгөрҙө. Ҡыҙ башта Инсебикә инәй янына килеп ултырҙы, һаулыҡ һорашты.
— Арыу әле, балам. Үҙең генәме? Булат улым ҡайҙа?
— Булат... – ҡыҙ егеткә ҡарап алды, — эштә микән?.. Мин үҙ йомошом менән килгәйнем ауылға. Канторға... ҡағыҙҙар артынан.
— Ә-ә-ә, шулайҙыр... Хәҙер, ана, һыуын ташып бөтһә сәй ҡуйыр...
— Юҡ-юҡ. Мин былай ғына... Булат һуңғараҡ алып барып ташлар, тип көтәм.
Рауил баҡсаһын тамамлауға көтөү ҡайтты. Малдарҙы ҡарап ябып, ҡыҙ алдында биҙрә тотоп ялан кәртәгә үтеп китә алмай аҙапланды хәҙер хужа. Быны Әлифә лә аңғарҙы һәм көлә-көлә килеп биҙрәләрен алды:
— Берәй халат бирәһеңме? Яулыҡ.
Һыйырҙарға быҙауҙарын ҡушып эйҙереп биреп, тулашып айҡашҡан нәмәләрҙе инәләренән айырып бәйләгәс, ҡыҙҙың кескәй ултырғысҡа йәтеш кенә итеп терәлеп тыз да быз һауып алып киткәненән сихырланып арбалып торҙо. Ошонан гүзәлерәк, ошонан илаһираҡ нимә булырға мөмкин икән? Әйтерһең, Әлифә бысраҡ ҡойроғо менән битенә сепелдәткән ала һыйыр аҫтында түгел, ә көмөш ҡыллы алтын арфа артында ултыра һәм сихри көй башҡара...
— Рауил тейем! Йоҡлап киттеңме?
— Ә?
— Ысҡындыр быҙауын.
— Хәҙер...
Һөттө сипарат аша айырта белмәй икән ҡыҙ. Рауилдың талғына ғына өйөрөлтөүенән һапты үҙенә алып маташтырып ҡараны, тик йә шәбәйтте, йә яйланы, ҡаймағы йә ҡойолоп китте, йә туҡтаны. Әлифәнең яҡынлығынан уңайһыҙланып манма тиргә төштө егет. Ахырҙа, ҡыҙ уны ҡотҡарҙы, ашарға бешерә торорға булды. Шулай бергәләшеп киске эштәрҙе тамамлап, әсәһен алып килеп, сәйгә ултырҙылар. Әлифә самауыр төбөнә ҡунаҡлап, хужабикәләрсә ҡыланып уҡ, сәй яһай башланы.
— Бына ошолай берәй килен алып ҡайтмай бит быныһы, — тип, асыуһыҙ ғына һуҡранды әсәһе. – Ҡалай күңелде булыр ине. Атыу бер үҙе бошоноп алып тик йөрөй...
— Әсәй... – Рауил тыйып өлгөрә алманы.
— Әхирәт ҡыҙҙарыңдың береһен димдәһәң ней була, Әлифә ҡыҙым. Бына беҙҙең егеткә. Еңгә була торған булһаң, Аллам биреп, һиңә ней ҡәйнешеңде күҙле-башлы итеү сөннәт.
Әлифә Рауилға төбәп ҡарап алды. Йылмайҙы. Тик йылмайыуында ниндәйҙер һағыш бар ине. Килеп ингәнендә үк уның ҡарашында ла, төҫ-башында ла бер күңелһеҙлекте, төшөкөлөктө һиҙгәйне ул Рауил.
— Минең әхирәттәрҙең икеһе лә бөгөндән киләсәк Рауилға, инәй, үҙенең теләге генә булһын.
— Әстәғәйем! Ауыҙыңа бал да май. Улай була торған булһа ней, әйҙә ниәттәйек. Ә? – Инсебикә йәштәрҙең әле береһенә, әле икенсеһенә алмаш-тилмәш ҡараны.
— Әсәй... Эсеп бөтһәң, әйҙә, индереп һалам. Миңә әле аттарҙы тышап ебәрергә кәрәк.
— Ай, Алла... Мин уға кәләш һөйҙәйем, ул миңә ат һөйҙәй... Ҡалайтырға быны, — тип һөйләнә-һөйләнә, улының беләгенә йәтешләп урынлашып, ҡулын иңенә һалды әсә. Үҙе улының яурыны аша ҡыҙға хәйләкәр баш ҡаҡты, йәнәһе, килештек!

Рауил аттарын ебәреп ҡайтты ла аласыҡҡа инә алмай бер килке урамда йөрөнө. Әлифә һаман унда ине. Һауыт-һаба йыуып урынлаштыра, тағы нимәләрҙер менән мәшәҡәтләнә шунда. Күпмелер ваҡыттан һуң, хужаның бындалығын күреп, ишек уйымына сығып баҫты. Рауил уға яҡынлашты:
— Барып киләйемме? Ҡайтҡандыр инде.
Әлифә аҙыраҡ өндәшмәй торҙо. Унан бер тәрән һуланы ла, көтөлмәгән һорау бирҙе:
— Күргәнең бармы уны?
— Бар... – үҙе һағайып ҡалды.
— Ни эшләп йөрөй?
— Ну-у... эштә...
— Эштән башҡа ваҡытта? Икенсе еңгә тапҡан тиҙәр бит һиңә.
Рауилдың теле көрмәлде:
— Нис-сек?.. Еңгә...
— Нисек таба һуң? Һин уның дуҫы ла инде – беләһең.
Егет ҡыҙға бер генә һирпелеп алды ла, эстән үрелеп йоҡа курткаһын алып кейҙе:
— Хәҙер алып киләм. Борсолма. Ултырып тор.

Ул барып ингәндә, Булат, мунса йыуынып сыҡҡан да, ҡайҙалыр йыйына ине. Былай яһана икән, ҡатын-ҡыҙ янына бара, яңылышлыҡ юҡ. Тимәк, Әлифәнең бындалығын белә.
Дуҫын күреп ул ҡоластарын йәйеп ебәрҙе:
— Хуш килдең! Сәләм!
— Сәләм.
— Как раз һин, дуҫ, әйҙә минең менән.
— Ҡайҙа? Беҙгә түгелме ни?
— Райүҙәккә ине юл. Ә һеҙҙә нимә?
— Беҙҙә ни... Әлифә.
Одеколон һиптереп торған Булат, уға сәйерһенеп көҙгө аша баҡты:
— Ул һеҙҙә нишләй?
— Йомош менән төштөм, ти, ауылға. Аңлауымса, һине эҙләп килгән. Һеҙ... һин... үпкәләштегеҙме ни?
Булаттың йәне көйгәне йөҙөнә сыҡты, ҡыҙарып-бүртенеп үк китте:
— Башы бармы бына шул бис... ҡыҙҙың? Ну, килмәйем икән, тимәк, не хочу! Шуны ниңә был сепрәк баштар үҙҙәре аңлай алмай икән? Уларға мотлаҡ хәрефләп әйтергә кәрәк: все – любовь прошла!
— Ты чье?.. Блин... дурак что ли?..
— Икенсе ҡыҙ менән таныштым мин. Уже айға яҡын инде ухаживаю. Во! Беләңме? Боттары... түштәре... Модель!
Рауил ҡаштарын төйөп дуҫына ныҡ төбәлде, тауышы ла тамаҡ төбөнән сыҡты:
— Һин хәҙер беҙгә бараһың. Әлифә көтә.
— Слушай, дуҫ, һуңлайым. Үҙең берәй нә...
— Булат! Һин беҙгә бараһың.
Булат туҡталып Рауилға ҡарай биреп торҙо. Унан ҡапыл ризалашты:
— Ну, давай. Токо уны алып китмәйем, үҙең теләһә нисек оҙатаһың.
Егеттәр, һәр кеме үҙ уйына батып, һөйләшмәй генә килеп еттеләр. Рауил дуҫына аласыҡҡа төртөп күрһәтте лә, өйгә ыңғайланы. Инде лә, сисенмәй генә урынына ятты. Әсәһе шаршау артында тыныс ҡына мышнай ине. Моғайын, Булат Әлифәһен алып китер, уларҙан һуң ҡапҡаны ябып ҡалырмын да, тип уйлай ине, күп тә үтмәй ҡапҡа “шап” итте. Кемдер уны көс менән һелтәп китте.
Сыҡһа – урамда берәү ҙә юҡ. Аласыҡтың утын да һүндермәгәндәр. Барып инһә – тертләп китте. Әлифә иҙәндә ултыра. Битен ҡулдары менән ҡаплаған да бөршәйгән.
— Әлифә?..
Ҡыҙ ҡапыл йөҙөн асты. Иламай ине. Бары ап-аҡ булған.
— Ул... китте...
Егет яуап бирер һүҙ тапманы.
— Китте... Ташлашабыҙ... ғәфү ит, тине...
Рауил һаман өнһөҙ тик торҙо.
— Ә мин... беләһеңме... Рауил, мин бит ауырлы...
Ишеткәнен ҡапыл ғына аңлай ҙа алманы егет. “Ауырлы” нисек була әле, тип уйланы. Ҡолағы ундайҙы ишеткәне юҡ... Туҡта! Туҡта?..
— Ни эшләйем икән, ә, Рауил?.. Үлер инем – ҡурҡам... Сығып китәйем микән әллә... себер яғынамы?
— Булат... беләме? – тип кенә һорай алды ахырҙа Рауил.
— Белә... Абортҡа бар, тине.
— Әлеме ни?
— Әле.
Рауил иҫенә килгәндә Булаттарҙың тәңгәленә еткәйне инде. Уңай ғына дуҫы ла килеп сыҡты. Ул матайын урам тышына ҡуйып, кәрәк-ярағын алып сығып килә ине. Тәҙрәнән төшкән ут яҡтыһында Рауилды танып та өлгөрҙө, уныһы килеп һелтәп тә ебәрҙе. Булат салҡан барып төштө лә, ни булғанын аңлай алмай ятты. Унан яй ғына тороп баҫҡайны, тағы эләкте. Инде тамам ни булырын төшөнгән егет ҡабат ҡалҡынманы. Рауилға ҡаршы тора алмаҫын да, өсөнсө суҡмар артыҡ булырын да белеп, тик ятты ла ҡуйҙы. Дуҫы уның аяғына баҫҡанын көтөп тора бирҙе лә, тегенеһе бирелгәнен белдереп ҡулдарын күтәргәс, ергә төкөрөп борлоп китте. Ауыҙ-мороно онталған Булат, тамағына киткән ҡанын йота-йота, йондоҙло күккә ҡарап оҙаҡ ятты әле.

Рауилдың өйләнеүе тураһындағы хәбәр ауылда тиҙ таралды. Яңғыҙ егеттең кәләш алыуы аптырарлыҡ хәл булмаһа ла, уның кемде алыуы күптәрҙе хайран итте. Шуға ла яңы ишеткәндәр ҡайта-ҡайта һораны:
— Әлифә? Анау күрше ауылдан килеп йөрөгәнгәме?
— Эйе, шул, тей.
— Ә-ә-ә... Ул һуң...
— Шул-шу, Булаттың ҡыҙы ине бит.
— Ҡыҙыҡ! Ул ике егет бала саҡтан дуҫ булдылар ҙа, килеп бер ҡыҙға талаштылар микән?
— Э-эй, тормош шулай ул... Беҙ берәүҙәрҙе яратабыҙ, икенселәргә өйләнәбеҙ, тиҙәр бит.
— Ғәжәп был улайһа... Ҡайһы арала ул ҡыҙ Рауилға күскән тиген?
— Әллә инде? Ней булһа ла, бөгөн төш Хайбулла хәҙрәтте өйҙәренә саҡырып никах уҡытҡандар, ти. Инсебикә апай үҙе хайран булып ултыра, ти.
— Ярай, хәйерлегә булһын, Рауил һәйбәт егет ул, кемде алһа ла хур итмәҫ.
Шулай ҙа ауыл өсөн Әлифәнең ҡапыл ғына ни сәбәптән Рауилға кейәүгә сығыуы сер ине. Фараздар төрлөсә булды булыуын, әммә дөрөҫ кенәһен мөхәббәт өсмөйөшөндәге өсәүҙән башҡалар белмәне.

Ваҡыт алға йүгерҙе. Көндө төн алмаштырҙы, төндө таң уятып алып көнгә олғаштырҙы, йәй көҙгә барып тоташты ла, миҙгелде һары япраҡҡа урап, аҡ ҡышҡа алып инде. Мәле етеп, Рауил менән Әлифәнең дә өйөндә бәпәй тауышы яңғыраны:
— Үә-үәә! Үә-үә! Үә-әә...
— Ай, Алла!.. Ай, Аллам... – тип, ултырған урынында шатлыҡтан ыуаланып, хисләнеүҙән илаулап ҡаршыланы бала менән ҡайтып инеүселәрҙе Инсебикә.
— Бына, әсәй, һиңә ейән, — тип итәгенә алып килеп һалды төргәген Рауил. Уның артында килене йылмайып тора.
— Ныҡ ҡосаҡлағаның әллә? Нишләп илай? Ҡана урауын тағатып ҡарай һалығыҙ, — Инсебикә сабырһыҙланып Әлифәгә баҡты. – Бала күрмәгән нәмәгә тотторғанһың, имгәтеп ҡуймаһын.
Бәпәйҙең юрғанын сисеп һалғайнылар, тынысланды ла ҡуйҙы. Уны тирәләп хәҙер ололар ҙа тынып ҡалды. Һәр кем йотлоғоп ҡыҙыл ғына төйөрөм йөҙгә төбәлде.
— Мәленән алда тиһәгеҙ ҙә... ҙур ғына бит. Тауышы ла көр килеп тороп. Бирешмәҫ былай булғас, — ҡәйнәһенең был һығымтаһынан Әлифә бер һирпелеп иренә ҡарап алды. Уныһы ынтылып ҡатынының арҡаһынан ҡаҡты. Йәштәр балаға бәйле мәшәҡәттәр менән мәшғүл булды, һуңғы араларҙа ҡапыл ҡәйнә һәм бына килеп ҡартәсәй ҙә булып киткән Инсебикә, эргәһендә мышнаған сабыйҙы тарамыш ҡулдары менән бәпләй-бәпләй татлы уйҙарға сумып ултыра бирҙе.

Был өйгә инде бәхет юлды бер белеп алғас, килде лә килде. Тағы ла ике йыл тигәндә икенсе малай, йыл ярым ваҡыттан бер ҡыҙ ҡайтты. Һәр береһе ошонда ҡартәсәләренең урындығында уйнап, уға әүрәп, әкиәттәренә арбалып үҫә торҙо, уны икенсе бәләкәс алмаштырҙы. Ул арала Рауил өйөн киңәйтте, ҡыҙына ла, малайҙарына ла тип инселәп бүлмәләр төкөттө. Малды ишәйттеләр, матайҙы машинаға алмаштырҙылар. Хужа ла, уға килешкән булып йәш хужабикә лә донъясыл, егәрле булып сығып, йәшәйештәре гөл баҡсаһына әүерелде. Ҡапҡанан килеп ингәндән тәртип һәм таҙалыҡ, баҡса, кәртә-һарай өлөштәре, йорт эсе инде әйтеп тораһы ла түгел – белдекле ҡулдарҙың күрһәткесе ине.
Донъяһы – донъя, йәштәрҙең араһы ҡайһы саҡ аңлашылып етмәй етмәүен Инсебикәгә, тик ул был тәңгәлгә ҡыҫылмай. “Үҙҙәре белә” тигәнгә һылтана ла, барыбер күңелен ниндәйҙер шом баҫып китә шул. Бына әле лә, килененең бошонҡо йөрөүенә иғтибар итеп, һорау бирә:
— Ауырып тораһыңмы әллә, балам?
— Юҡ...
— Кәйефең юҡ һымаҡ, шуға әйтәм инде.
— Бар ул, — Әлифә йылмайған була, тик күҙҙәре көлмәй, улар нисектер нурһыҙланып ҡалған һымаҡ.
— Ә-ә... Былай ғына инде мин. Ир менән йәшәгәндә нимә генә булмаҫҡа мөмкин. Улар ҡатынды аңлай һалып барамы ул? Берәй һүҙенә күңелең ҡырылып йөрөмәһен, тиеүем инде.
— Юҡ, все нормально. Рауил ундай кеше түгел бит.
— Эйе-эйе. Шулай булһын, шулай ғына...

Өлкән малайҙары мәктәпкә бара торған йылы, йәй, Рауил урамда Булатты осратты. Элекке дуҫы арыуыҡ ҡырын тейәп алған ине, шуға ла туҡтатып өндәште ме, әллә яҙмыш юлдарында был икәүҙең ниһайәт күрешер мәле еттеме – билгеһеҙ.
— Сәләм, ҡорҙаш, ни хәлдәр? – тип һөрәнләне Булат юл аша.
Рауилдың баш ҡағыуын ризалыҡ итеп ҡабул итеп, янына ла килде, ҡул бирҙе.
— Сәләм, — Рауил уның самаһыҙ һимереп киткән кәүҙәһенә, ялпаҡ булып йәйелгән йөҙөнә ҡараш һалды. – Олпатланғанһың.
— Һин һаман егеттәрсә, дуҫ, так держать!
— Ялғамы?
— Ялға, тип... Ялға ла, бөтөнләйгә лә, тиергә була.
— Ниңә улай? Үҙәктә инең бит, милицияла тип ишеткәйнем.
— Эйе... Ҡатын менән айырылышҡас эштән дә киттем. Ҡатындың атаһы милиция начальнигы бит, хот бирмәҫ ине барыбер.
— Шулай икә-ән... Ярай, бирешмәҫһең әле, ер киң. Балаларың бар инеме?
Булаттың ҙур башы яурындарына тартыла биргәндәй булды:
— Юҡ. Ул бисә бала табырға ла эшкинмәне бит ул. Шуға киттем мин унан. Етмәһә...
— Ярай-ярай, миңә ул хәтлемдәре кәрәкмәй, — Рауил артабан тыңлап торорға теләмәне, — Мин фельдшерға тип сыҡҡайным. Әсәй ятҡан, хәле ауырайып тора.
— А-ай, шулаймы? Инсебикә апай бирешмәһен инде, сәләм әйт...
Фельдшерҙы алып ҡайтып уколдар һалдырғас, әсәһен йоҡлатып, аласыҡты мәшәҡәтләнгән ҡатыны янына сыҡты Рауил.
— Яттымы? – Әлифә уның борсоулы йөҙөнә һирпелеп ҡарап алды.
— Ятты... күпмегә етер дарыу көсө...
— Мунса тоҡандырҙым әле. Ятыр алдынан аҙыраҡ сабындырып һалғанда йоҡлай торғайны бит.
— Әллә инде, Әлифә, хәҙер уға мунса ғына ярҙам итә алмаҫ һымаҡ...
Ҡатын иренә төбәлә биреп торҙо ла, артабан эшенә тотондо. Шул саҡ Рауил уны бөтөнләй аптыратты:
— Булатты күрҙем. Ауылға ҡайттым тип тора.
Әлифәнең ҡапыл кәүҙәһе ҡатты. Быны Рауил арттан ҡарап та тойҙо. Бер секундҡа ғына юғалып ҡалды ҡатын. Тик үҙен тиҙ ҡулға алды:
— Ҡайтһын. Беҙҙең унда ниндәй эш бар?
— Юҡ, әлбиттә, — Рауил килеп ҡатынын үҙенә тартып әйләндерҙе лә, күкрәгенә ҡыҫты. – Һәм уның да беҙҙә бер эше лә булырға тейеш түгел, Әлифә. Бигерәк тә беҙҙең балаларҙа.

Инсебикә ауырыҡһынып, иҫе инәле-сығалы булып өс ай тирәһе ятты. Рауилдың бөтөн уйҙарын ул биләне. Ҡырҙа бер үҙе ҡуна ятып бесән сапҡанда ла, ҡорт-күстәре артынан йөрөгәндә лә әсәһе өсөн борсолдо. Яйлап уларҙы ҡалдырып китеп бара бит әсәһе. Бығаса уның бөтөн донъяһы, уның йыһаны булған әсәһе. Ҡасандыр уны ҡулдарында ғына үҫтергән, һуңғы тиҫтә йылда үҙе күтәреп йөрөткән әсәһе. Күптән, бик күптән түшәктә ултырып та бер зары, яҙмышҡа үпкәһе булмаған әсәһе.
Малды урынлаштырып инеп, тамаҡ ашайҙар ине, Әлифә һүҙ ҡуҙғатты:
— Иртәгә үҙәккә төшөргә ине, баҙар була, ти. Мәктәп баҙары.
Рауил эргәһендә ултырған өлкән улының башынан һыйпап ҡуйҙы:
— Ҡалаға барыр ҙа ҡуйырбыҙ тигәйнек бит.
— алаға барып булыр микән мәктәпкә тиклем? Ҡәйнәм былай ятҡанда икәүләшеп сығып китә алмабыҙ, мин бала менән генә йөрөй ҙә киләйем.
Рауил да уйлана биреп ризалашты:
— Эйе шул. Иптәшкә берәйһен алырһың, әйберҙәр күтәрешергә.
— Нимәһен күтәрешергә унда? Форма ғына алынмай ҡалды. Сумка инде. Башҡа ваҡ-төйәген йыйып бөткәнем.
— Ярай, яҡшы. Мин улайһа иртәгә өйҙә ҡалырмын.
Иртәгеһен ҡатынын улы менән автобусҡа сығарып оҙатты Рауил. Икенсе улын етәкләп, ҡыҙыҡайын күтәреп ҡарап тороп ҡалды. Бәләкәстәр әсәләренә кемуҙарҙан ҡул болғаны. Автобус салонындағы малайы уларға тәҙрәнән ҡысҡырҙы:
— Пока, атай! Пока, Айбулат! Пока, Ләйлә!
—Пока, улым. Әсәйеңде тыңлап йөрө.
Әлифә менән тәҙрә аша ғына баш һелкеп хушлаштылар. Ҡатынының ниңәлер күҙҙәре йәшкәҙәгән кеүек булды. Бәлки, уларҙың бығаса әлегеләй оҙатышҡандары булмағанғалыр. Айырылышҡанда ла ҡатыны бала табыу йортона юлланғанда ғына ине. Башҡаса бүленгәндәре юҡ бит.

Кискә Әлифә автобуста булмай сыҡты... Балалар менән туҡталышҡа сыҡҡан ир аптырап ҡалды. Баҙарға барыусыларҙан һорашты – бер кем күрмәгән. Кантораға төшөп үҙәктәге таныш-белештәренә шылтыратты, уларҙа туҡталмаған икән. Саҡ таң аттырып иртәнге автобусҡа ҡаршы сыҡты – юҡтар. Йөрәге ҡуҙғыған ир балаларын күршеләргә индереп торҙо ла, машинаһын ҡабыҙып ҡуҙғалды. Тик ярһып йөрөп ҡайтыуы бушҡа булды. Киләһе көн тағы ла уңышһыҙ юл ҡыуҙы. Ҡайтып етеп ҡапҡа төбөнә туҡтауға, почта таратыусы ҡатын улар тәңгәленә етеп, гәзит-журналдары менән бергә хат һондо. Үҙенә исемләнгән конвертты асып күҙ һалды ла, әйтерһең, упҡынға осто. Бөгөн дә һәр һөйләме, һәр һүҙе хәтерендә уның: “Рауил, мине эҙләмә – тапмаҫһың. Улымды ла алып китәм. Барыһы өсөн дә һиңә рәхмәтлемен, әммә минең бәхетле булғым, яратып йәшәгем килә. Бәләкәстәрҙе ҡалдырам, һинең ҡарарыңа ышанам. Хуш. Әлифә.”
Урамда ҡолап ятмаҫ өсөн өйгә ашыҡты, быуындары йомшарған аяҡтарында саҡ һөйрәтелеп барып инһә, ни күҙе менән күрһен, эстә әбей-һәбей әсәһенең мәйетен көтә. Ҡулындағы хатты йомарлап кеҫәһенә тыҡты ла, алҡымына тығылған хистәрен эскә йотоп, үтеп ҡәҙерле кешеһенең ҡатҡан йөҙөнә оҙаҡ ҡына текәлеп торҙо. Унан йыйылған ҡатын-ҡыҙға өндәште:
— Ҡәбер ҡаҙырға егеттәр йыям. Ит ҡар баҙында. Башҡаһы келәттә, шунда аласыҡталыр...
— Килен өйҙә юҡмы ни? – берәүҙәр ҡыҙыҡһынды.
— Юҡ...
Әсәһен ерләп ҡайтып, аят йолаларын ойошторғанда ла унан һәр икенсе Әлифә хаҡында һорашты: килен ҡайҙа? Ҡайҙа килен? Иң ауыр һорау ине был Рауил өсөн. Яуап таба алмаҫ һорау. Ә уның ауырырағы алда булған икән. Ике бәләкәсе алмашлап бер үкте ҡабатлағанда, башын ҡайҙа тығырға белмәне ул: әсәй ҡайҙа? Ҡайҙа әсәй?..

...Ләйлә шылтыратты. Ҡаршы сығып алырға һораны. Йөҙ төрлө уй менән борсолоп йөрөгән Рауилдың елкәһенән ауыр бер йөк төшкәндәй булды. Ул бит ҡыҙы ла китеп юғалыр йә шылтыратҡанда ла “ҡалам” тип әйтер тип ҡурҡҡайны. Шул тиклем ҡурҡҡайны, хатта теге мәл, ике бәләкәй бала менән ултырып ҡалғанда ла был ҡәҙәр таралып төшмәгәйне. Нисек тә үҙен әүрәтергә тип, төшөнкөлөккә бирелмәҫкә тип, иң ауыр эштәренә тотонған булһа, әле бөтөн нәмәһен бырғатып, мунсаға ашыҡты. Һыуыҡ һыу менән ҡойоноп-сайынып сафланды ла, яҡшы кейемдәрен кейеп, ҡыҙы алып биргән дә бығаса бер ҡулланырға форсат сыҡмаған одеколонын һиптереп, үҙәккә ашыҡты. Юл буйына радионан йырҙар ҡысҡыртты, шуларға хисләнеп бер күңеле тулды, бер осондо йәне. Үҙ алдына һөйләнеп-һөйләнеп ебәргәнен дә аңғарманы: “Ләйләм, минең Ләйләм... Тас Әлифә бит ул... Бәләкәсемде минең...”
Ҡыҙын көтөп торғанда автовокзал эргәһендәге бутиктан сәскә алырға ла уйлағайны, уңайһыҙланды. Ала белмәҫмен йә алғанда ла оҡшатмаҫ, тип уйланы. Әммә ҡыҙын ҡыуандырғыһы, янына ҡайтып төшкәненә рәхмәтен белдерерҙәй берәй нәмә эшләгеһе килде. Ул ниндәйҙер юлын эҙләгән арала автобус килеп тә туҡтаны. Еңел йәйге күлдәк итәген елпелдәтеп ҡыҙсығы килеп тә сыҡты. Рауил ҙур кәүҙәһен килбәтһеҙ аушаңлатып уға ҡаршы ашыҡты:
— Ләйлүк! Мин бында...
Ҡулын күтәреп һуҙыуы булды, тегенеһе атаһының ҡуйынына йәтеш кенә итеп инеп тә сумды:
— Атай!
— Йә, һаумы, нисек йөрөп ҡайттың?
— Һаумы, атай. Ой, һөйләп бөтөп булмаҫ...
— Асыҡтыңмы?
— Эйе. Һыуһаным килеп.
Рауилдың башына шәп уй килде:
— Ҡыҙым, әйҙә кафеға алып инәм. Һин бит уже ҙур ҡыҙыҡай.
— Кафеға? – Ләйлә атаһына үрелеп ҡарап көлдө, — Давай!
Машинаға ултырҙылар ҙа киттеләр. Ҡалаға әйләнеп барған үҙәктең бер тыныс ҡына өлөшөндәге матур кафеға килеп инделәр. Ҡыҙы белдекле рәүештә меню буйынса аш һайланы, нимәләрҙер заказланы, ә Рауил уның мәшәҡәттәре бөткәнен көтөп ултырҙы.
Оҙаҡлатмай ғына тәрилкәләр килде, һуттар, туңдырма, емеш-еләк...
— Ата-ай... – тип һүҙ башланы бер аҙ тамаҡ ялғап алғас Ләйлә, — Мин һиңә хәҙер вис һөйләйем, һин тока ныҡ ҡайғырма, йәме?
Рауил тамаҡ ҡырҙы, елкәһен ыуаланы. Ул инде ниндәй хәбәр ишетергә лә әҙер ине, тик был йөрәк...
— Атай?..
— Эйе, ҡыҙым. Йә?
— В общем... Айгизәр ағай юҡ... үлгән.
Рауил күкрәгенә алып өлгөргән һауаны сығара алманы ла ҡуйҙы. Әсеттереп түше ҡыҫты. Саҡҡа, саҡҡа тын алып ебәрҙе:
— Үлгән?! Нишләп? Ҡасан?
Ҡыҙы уға ҡурҡып ҡарап тынып ҡалды.
— Ләйлә, һөйлә, ни эшләп үлгән ағайың?
— Әсәй... әсәһе әйтеүенсә, передозировканан.
Ир аңлай алманы:
— Пере... нимәне передозировка?..
— Ну-у... наркотик инде...
Асылған ауыҙын да ябырға онотоп бер килке ултырҙы ир. Ишеткәндәре уның башына һыйманы.
— Ул интернатта уҡыған икән. Шунда наркомандар менән дуҫлашып киткән, ти. Армияға алғандар икән – ҡасҡан. Һуңынан бер йортта табып алғандар. Өс егет һәм ике ҡыҙ булғандар, ти... Ағай иҫенә килмәгән...
— Әсәһе... әсәйең нисек?
— Ул... ауырый... Бер үҙе.
— Ире ҡайҙа?
--Ире юҡ икән. Киткән, ти, уның икенсе ғаиләһе бар, ти. Уға тиклем әсәй менән ағайҙы ныҡ ыҙалатҡан.
Рауил алдындағы ирей башлаған туңдырма кәсәһенә ҡарап ҡалды. Эх, Әлифә... Әлифә!.. Әрәм иттең бит баланы ла, үҙеңде лә...
Атаһының хәлен аңлап Ләйлә лә тынды. Юлда улар был хаҡта ҡабат һөйләшмәнеләр.

Аҙна тирәһе икеләнеп йөрөй торғас, Рауил, бер кис, ҡыҙына өндәште:
— Ләйлүк?
—Әү, атай, — нимәнелер ниәтләп тә әйтә алмай аҙапланғанын күптән һиҙеп йөрөгән зирәк ҡыҙы йәнәшәһенә килеп тә ултырҙы, уның ҙур усын асып эсенә үҙенең бәләкәй ҡулын һалды. – Йә?
— Нимә “йә”?
— Ну, әйт инде, әсәйгә барайыммы, тиген. Мин әйтермен, бар, тиермен.
— Ҡайҙан барыһын беләһең ул һин улай? – Рауил көлөп ҡыҙының өлтөк маңлай сәсен һыпырҙы. – Ҡасан үҫеп еттең былай белдекле булып, ә?
— Һиңә оҡшағанмын, ивет?
— Кем әйтә?
— Әсәй әйтте, атайыңа оҡшап аҡыллыһың икән, тине.
Атаһы тағы тынып ҡалды. Ә ҡыҙы уны өгөтләй бирҙе:
--Барып кил, атай. Мин әсәйҙе алып ҡайт тимәйем бит. Просто барып күр. Ул... ул шундай ярҙамға мохтаж...
Ҡыҙының күҙҙәренә тулған йәштәрҙе күреп терләп китте ир. Үҙенең дә күңеле тулды. Балаһын һаҡ ҡына ҡосаҡлап түшенә ҡыҫты:
— Ярай, ҡыҙым, ярай. Тик илама... Һине илатмай йәшәтеү өсөн тырыштым. Инде лә шулай булыр.

Ҡаланың иҫке районында бер-нисә рәт булып ултырып ҡалған ике ҡатлы ағас барактар араһында тейешле номерҙы таба алмай өйөрөлдө лә өйөрөлдө ир. Бер ерҙә һаны, адресы юҡ. Ахырҙа, үткенселәрҙе туҡтатып һорашты. Унан улар төртөп күрһәткән йортҡа ҡарай китте.
Ергә һеңгән подъезд ишеген көсәнеп тартып асып, серей башлаған баҫҡыстар буйлап өҫкә күтәрелде. Тейешле ишек төбөнә килеп торғас, туҡтап, бер тәрән итеп һуланы ла, туҡылдатты. Унан... ишекте асыусы... ҡатынды танырға теләп бер арыуыҡ ҡатып торҙо...
— Рау-уил?.. Һи-ин?..
— Әлифә?..
— Ин. Үт...
Инде лә тағы һерәйеп ҡатты. Ул бит был осрашыуҙан, Әлифәне ҡайҙалыр күреп, тап итеп ҡуйыуҙан ҡурҡып йәшәне. Күрер ҙә, тағы уның ҡараштары алдында теҙ сүгер, нурлы йөҙөнән, татлы еҫенән һушын юғалтыр, тип уйланы. Ә бер ҙә бындай... бындай Әлифәне...
— Ултыр.
Ир, ҡатын шылдырған ултырғысҡа терәлде.
— Поезданмы?
--Эйе, поездан.
--Хәҙер, сәй ҡуйып киләм.
Әлифә сәйнүк алып коридорға сыҡты. Рауил уның артынан һаман шаңҡыған килеш ҡарап ҡалды. Унан бәләкәй бүлмәләге бер карауат та бер диванға, түңәрәк өҫтәлгә һәм кейем шкафына күҙ һалды. Боронғо телевизор өҫтөндәге йәш егеттең фотоһын аңғарып, барып ҡулына алды. Сырамытты. Был уларҙың үҫкән Айгизәрҙәре ине. Ул шулай торғанда Әлифә килеп инде. Инде лә ишек яңағына арҡаһы менән һөйәлеп ҡалды. Рауил фотонан күҙҙәрен саҡ айырып, асырғанып та, нәфрәтләнеп тә ҡатынға төбәлде. Әлифә был ҡарашты күтәрә алманы, йөҙөн устарына йәшереп, илап ебәрҙе:
--Мин ғәйепле, Рауил... мин барыһына ла ғәйепле... Улымды... Улымдың үлемендә лә мин ғәйепле...
Йомшарҙы Рауил, йәлләне. Ул бит бында Әлифәне хөкөм итергә килмәгән. Ә улдарының ҡайғыһын бүлешергә тип юлланған. Килеп тапҡан. Хәҙер уны язалауҙан ни файҙа?
--Тыныслан, Әлифә... Әйҙә, ултыр, һөйләшәйек.
Ҡатын тыңлаусан балалай ултырҙы ла, нәҙек терһәктәрен өҫтәлгә һалып, тарамыш бармаҡтарын ыуаланы.
--Булат ҡайҙа?
--Б-булат?.. Ул бында түгел...
--Уныһын беләм. Тик ниңә улай килеп сыҡты һуң һеҙҙең? Һин бит бөтөнөһөн, хатта бәләкәс сабыйҙарҙы уға алмаштырҙың. Ә ул?
Әлифә бөршәйә төштө. Тик яуап бирмәй сараһы юҡ ине:
--Мин шундай яңылыштым... Башымды юғалттым... Шайтанға арбалыуым булды, ахыры. Әллә нисә тапҡыр барыһын да һиңә һөйләйем, асылайым, тип ынтылдым... Тик Булаттың теленә ышанып, уға ҡаршы баралмай, сығып киттем... Уны яратам, китһә һарғайып үләрмен һымаҡ булды. Үҙемде генә уйлағанмын. Үҙемдән башҡаларҙы күрмәгәнмен дә...
Бында килеп йәшәй башлағайныҡ, Айгизәр атаһын алмаштырыуға ризалашманы. Бәләкәй булһа ла ныҡ ҡаршы торҙо. Һиңә ҡайтам тип иланы, ҡасты, юғалтып та бөттөк... Ахырҙа, Булат уны һуҡҡылай башланы... Тик малай буйһонманы. Улымды яҡлап мин дә аҙ туҡмалманым. Йәшәүҙең рәте китте. Эсеп ҡайтты ла боларҙы, эсеп ҡайтты ла бөтөн ҡөһөрөн беҙгә төшөрҙө. Күрәһең бит, бит-митем ҡырҡылып, ҡыйшайып бөткән...
Ошо тәңгәлдә ҡапыл сәйнүге иҫенә төшөп, сығып уныһын алып инде, бәләкәй сәйнүккә сәй бешерә һалды, өҫтәл ултыртты. Унан сәй яһап ирҙең алдына ҡуйҙы ла, ул алып килгән күстәнәстәрҙе лә теҙгәс, ҡаршыһына терәлеп ары дауам итте:
--Атаһы менән һыйыша алманы Айгизәр. “Атай” тип тә өндәшмәне... Бер-береһен күрә алмаҫ ике йән булдылар. Аҙаҡ мин уны интернатҡа алып барып урынлаштырҙым. Эштә сағымда ныҡ туҡмап имгәтеп ҡуйыр йә Айгизәр берәй нәмә эшләр тип ҡурҡтым. “Аҙыраҡ ҙурайһам мин уны үлтерәм” тине лә ҡәһәтләнде балам. Тик, күрәһең, барыбер һаҡлай алманым...
Бер мәл, әле башта шул ағыу менән дауаханаға эләккәнендә, ҡулдарыма йәбешеп тороп инәлде улым: “Әсәй, әйҙә теге рәхәт булған ауылға ҡайтайыҡ. Атайға ҡайтайыҡ”, — тине. Шул ваҡыт мин дә бөтөнөһөнә күҙ йоморға ла һинең тупһаңа барып йығылырға әҙер инем. Тик... бының мөмкин түгел икәнлеген ҡалған ғына аҡылым менән аңланым...
Артабан инде улым минең менән дә аралашмаҫ булды, сикләнде. Нимәлер әйтеп, аңлатып ҡарауҙарым бушҡа булды. Армияға саҡырғастары аҙыраҡ өмөтөм уянғайны, унда тәртипкә ултырыр, бәлки, тигәйнем. Бына нимә сығарып ҡуйҙы...
Уны сабыр ғына тыңлап ултырған Рауил да шул саҡ бығаса берәүгә лә әйтмәгән зарын тышҡа сығарҙы:
--Ә мин һинең киткәнеңә ышанманым... Был бер яман шаяртыу, ҡурҡыныс төш һәм тағы әллә нимәләр тип уйларға риза инем. Унан, инде тамам һағынып һарғайғас, аҫылынайым да ҡуяйым, ни эшләп мин былай өҙгөләнәм әле, тип, һарайға сыҡһам, аҙбар артында кемдәрҙер һөйләшкән һымаҡ. Ҡараһам, Айбулат менән Ләйлә, һинең һыйыр һауғанда кейгән халатыңды ҡосаҡлап тиреҫ өйөмөндә ултыралар. “Һин илама. Һин иламаһаң әсәй ҙә, өләсәй ҙә ҡайта ул” тип тынысландыра һеңлеһен улым. Ә бит уның үҙенә ни бары биш, тегеһенә дүрт кенә ине... Шунда мин был балаларҙы һуңғы мәрхәмәттән яҙҙыра алмай икәнемде аңланым.
--Әгәр барыһын кире ҡайтарып булһа икән, Рауил?.. Киткән юлдан кире ҡайтып булһа икән?.. Мин уларҙы онотҡан икән тиһеңме һин? Юҡ! Бер көнгә лә, бер мәлгә лә...
--Онотормон, тимә...
--Эйе, онотормон тимә үткәндәрҙе... Һинең балалар менән туҡталышта торғаныңды төштәремдә күреп уянып, тәгәрәп ятып илауҙарым, вокзалға барып тороп та, ултырып китергә йөрьәт итмәй ҡайтыуҙарым... Шул көйөктә, шул әрнеүҙә ҡартайҙым мин. Ҡылығыма язаһын алдым, Рауил, тулыһынса алдым.
Тағы ла бер аҙ тынып ултырғас, ир әйтеп ҡуйҙы:
--Ләйлә... һиңә оҡшаған...
--Төҫкә. Холҡо һинеке, Аллаға шөкөр. Тыйнаҡ, аҡыллы итеп тәрбиәләгәнһең. Айбулат нисек? Быйыл уҡыуын бөтә тиме?
--Эйе. Көҙгә Армияға. Ул... һинең менән күрешергә риза түгел. Әлегә... түгел.
Әлифә көрһөндө:
--Аңлайым. Әгәр бер ваҡытта ла ғәфү итмәһә лә үпкәләй алмайым. Ләйләгә мең рәхмәт инде, минең өндәшеүемә яуап бирҙе. Айгизәрҙе ерләгәс, үҙем дә оҙаҡ тормам һымаҡ булды ла, балаларымдан ғәфү һорап булһа ла өлгөрәйем тип эҙләгәйнем... Ләйлә, изге йөрәкле бала, кисерҙе мине...
Йәштәре субырлап аҡты ла аҡты, үҙе һөйләне лә һөйләне ҡатын:
--Рәхмәт, Рауил һиңә, мең рәхмәт. Килеп хәл белеүең өсөн дә, балалар өсөн дә, һынмағаның өсөн дә. Бына, мин... һындым... баламды ла юғалттым... Һиңә... һеҙгә шундай ҡайғылар килтерҙем... Нисек күтәргәнһеңдер?.. Эй, Аллам... Шундай ҙа аңһыҙ ҡазаларға дусар булдым бит мин... Шундай ҙа язаларға, йән михнәттәренә юлыҡтым... Саҡ ҡына сабырлыҡҡа, саҡ ҡына рәхимлеккә эйә була алманым...Нимә өсөн бирелгән икән миңә был яҙмыш? Рауил? Нимә өсөн?
Рауилдың тауышында ғәйепләү юҡ ине:
--Мин дә был хаҡта күп уйланғаным булды, Әлифә. Һәм шундай һығымтаға килдем: яратыу өсөн. Сикһеҙ, самаһыҙ, онотолоп яратыу өсөн. Ярата белмәй яратыу өсөн...
--Эйе... дөрөҫ әйтәһең. Башҡалар бәхетһеҙлегендә ҡоролған ҡоротҡос, боҙоҡ, ҡара яратыу өсөн...

...Һалдат оҙатыусылар вокзалды күс айырғандағы һымаҡ гөжләтте. Бейегән, йырлашҡан, көлөшкән, илашҡан төркөмдәр береһенән-береһе уҙҙырып шауланы. Айбулатты дуҫтары уратып алып, әллә нимәләр һөйләгән булалар, үҙҙәренсә кәңәш бирәләр микән? Рауил уларҙы ситтән күҙәтеп, улының рюкзак-сумкаларын ҡосаҡлап тора. Вокзалдың әле был, әле теге яғына сығып сабырһыҙланып йөрөгән ҡыҙы, бер урап килә лә, янына тора.
--Ләйлүк-Ләйләйлүк, — тип эләкләй уны атаһы. Балаһының кәйефе ҡырыла барғанын тойоп, күңелен табыуы инде. Бәләкәйендә шулай тиһә, тегеһе көлөп ебәргән була торғайны.
--Килмәҫ тиһеңме? – ҡыҙының өмөтлө ҡарашы уның үҙәген өҙә.
--Әллә... ҡыйыулығы етмәҫ микән?.. Әйтә алмайым, ҡыҙым... Уға ла еңел түгелдер был аҙымды яһауы.
--Киләм, тигәйне... Айбулатты оҙатып ҡалғым килә, тигәйне...
--Әйтеү – бер, эшләү... Ана! Әсәйең бит?
Ләйлә ул күрһәткән яҡҡа “йәлп” әйләнде лә, бөтөн шау-шыуҙы баҫырлыҡ итеп ҡысҡырып ебәрҙе:
--Әсәй килде! Айбулат! Айбула-аат! Беҙҙең әсәй килде!!!

Һөйләшә белә микән һуң ул?
--Беҙҙән ҡурҡып телен йотто әллә?
Көлкөгә ҡалып күпме ултырыға була? Рауил барлыҡ батырлығын йыйып тегеләр янына шылды. Ҡыҙҙар ике яҡҡа янтайып, уны уртаға алды.
— Вәт, ҡыҫабыҙ хәҙер һине!
--Йылымы?
Ике яғындағы ике “төйөн”, туҡтауһыҙ тәтелдәне лә, туҡтауһыҙ көлдө. Рауилдан да көлдөләр, артистарҙы ла эләкләп хихылданылар, тағы әллә кемдәрҙе тикшереп, һөйләп, шунан ҡыҙыҡ таптылар. “Ҡалай мәрәкә икән былар” тип тыңлап килде егет, өндәшмәһә лә. Кәйефе күтәрелде үҙенең былар менән, ә күңеле тегендә, кабина эсендә булды...

Булат дуҫы хәтәр уның. Төҫкә әкиәт егете кеүек, ҡыйыу, шаян, гармунда һуҙып та, ҡушылып йырлап та ебәрә. Ҡыҙҙар уның юлына ҡолай ҙа ҡуя. “Булат та Булат” тип йүгереп йөрөйҙәр. Ултырғысты ҡағып ултырталар, гармунын ҡулына алып килеп тотторалар, сикләренән алмашлап “сүп” итәләр, арҡаһынан тупылдатып һөйәләр. Дуҫы китә ирәйеп. Бына шулай һөт өҫтөндәге ҡаймаҡ һымаҡ йәшәй ул ауылда. Унан ҡалһа теләгән ҡыҙын оҙата ала. Теләгәнен ҡарата, ғашиҡ итә, илатып артынан йүгертә белә.
Рауилдың холҡо уның тап киреһе инде. Былай төҫкә-башҡа ул да йәмһеҙ түгел түгеллеккә. Кәүҙәгә лә дуҫынан дәүерәк. Тик төптө бер ҡырағай инде. Ныҡ яҡындары менән генә теле асыла. Ә бына яттар янында, бигерәк тә ошондай ҡыҙҙар алдында теле аңҡауына йәбешә лә ҡуямы шул, һөйләшеп китә алмай. Ҡайһы саҡ шундай йәне көйә үҙенә. Армиянан ҡайтҡанына өс йыл булып килә, берәй ҡыҙҙың ҡулын да тотоп ҡарағаны юҡ. Булат шуға көлә унан, кәләш алһаң һин ҡыҙҙы түгел, ә ҡыҙ һине боҙа инде, тип йәнен көйҙөрә.

Тырҡылдап ҡара төтөн сығарып килгән трактор ҡыҙҙар йәшәгән йорттоң ҡапҡа төбөнә туҡтаны. Рауил ҡыҙҙар артынан уларҙың ауыр толоптарын, түшәктәрен күтәреп атланы. Булат менән Әлифә кабинанан төшөп, сана янында тороп ҡалдылар.
Ингәс тә ҡыҙҙарҙың береһе мейескә ут тоҡандырҙы, икенсеһе сәй ҡуйып ебәрҙе. Рауилды сисенеп үтергә көсләһәләр ҙә, ул әйберҙәрен тапшырҙы ла, ишек төбөндә башы өрлөккә төкөй яҙып тора бирә ине, артында ҡапыл ишек асылып китеүгә ситкә тартылды.
--Булатты туҡмайҙар-ар! – Әлифәнең тауышы сәрелдәүҙән үкһеүгә күсте. Рауил ҡапыл урынынан ҡубып тышҡа ташланды. Бер-ике һикереүҙә ҡапҡа аръяғында булып, дуҫын уртаға тәгәрәтеп типкеләгән түңәрәкте йырып килеп тә инде. Ингән ғайын берәүһен яуырыны менән этеп ебәреп, икенсеһенең яңағына ҡундырып өлгөрҙө. Туҡмаусылар бишәү булып, ярайһы уҡ иҫеректәр ҙә ине. Быны самалап өлгөргән Рауил, тегеләр аңын-тоңон төшөнгәнсе, эткеләй-төрткөләй төркөмдө Булаттан арыраҡ күсергә мәжбүр итте. Ул арала егет артынан эйәргән ҡыҙҙар урам яңғыратты:
--Егеттәр! Етәрегеҙ!
--Ағайҙар, ҡуйығыҙ, бар юлығыҙҙа булығыҙ!
--Була-ат! Булат!
Рауил “йәлп” итеп дуҫы ятҡан ҡырға ҡарап ала, уныһы тормай ҙа тормай. Әллә баш-машына һуҡтылар микән?
Тик нисек кенә иҫерек булһалар ҙа, бишәү – бишәү ине. Йоҙороҡтары яҙараҡ китеп, аяҡтары һауа телеп тороп ҡалғанда ла, улар егеткә төрлө яҡлап йәбешеп, ҡарға ҡолатып маташты. Ә Рауилға нисек тә йығылмаҫҡа, быларҙың аяҡ аҫтында ҡалмаҫҡа ине. Ул ҡул суҡмарҙарын йомарлап алып алға ҡуйҙы ла, һөжүм итеүселәрҙе үҙенә яҡын ебәрмәҫлек һелтәп торорға тырышты.
--Ах, инәңдең....! Танауҙы ҡанаттыңмы?! Бөттө һиңә!
--Мейеңде иҙ-ҙәбеҙ хә.... – аҙағын ослай алмай осоп барып та төштө үҙе.
Иҫеректәр Рауилды ҡоймаға ҡыҫырыҡланы. Ҡышҡы төндә урамда йөрөгән дә, ярҙамға йүгереп килеүсе лә юҡ. Быға өмөтләнә лә алмай Рауил. Ҡыҙҙарҙан да файҙа юҡ, улар араға инеп маташты ла, ҡыҙған ирҙәр ҡулынан тупаҫ ҡына ситкә төртөлгәс, ҡурҡышып ситкә ҡасты һәм унда ла эш хөрт икәнен аңлап, икеһе ике яҡ күршеләргә йүгерҙе. Әлифә Булаттың янына сүгәләп буҙланы, уны торғоҙорға тырышып тартҡыланы.
Арҡаһы ҡоймаға килеп терәлгәс, Рауил ҡапыл-ҡапыл ғына тунын сисеп берәүҙең башына япты ла, туңҡайта тибеп тә ебәрҙе. Икенсеһен күтәрелгән аяғынан тотоп ауҙарҙы. Шул ваҡыт өсөнсөнөң ҡулында нимәлер ялтыраны:
--Чье, давай, бысаҡҡа ҡаршы... раз такой герой...
Бысаҡлыға ҡулын һуҙғайны ғына, уң яҡтан берәүһе беләгенә йәбеште лә, уның менән айҡашҡанда, һул ҡабырғаһы аҫтын нимәлер көйҙөрөп ебәрҙе... тағы... тағы...
--А-а-аааа!.. Үлтерҙелә-әр! Үлде-е!!! А-а-аааааа.... – һуңғы ишеткәне бер ҡыҙҙың әсе сарылдауы ғына булды. Әлифәме шул?.. Ни эшләп улай... ҡысҡыр...

Осто ла осто ул. Ҡайҙалыр түбәнгә лә... өҫкә лә... Ниндәйҙер тауыштар ҙа ишетелеп ҡалды. Кәүҙәһенең боҙ булып туңған, йөрәгенең типмәй икәнен тойҙо. Бер ере лә ауыртмай, бер ниндәй хис юҡ: ҡурҡмай, үкенмәй, уйламай. Үлгән... Үлгәнен белә... Осоуҙан туҡтағандай булды... Күҙ бәбәге аша яҡтырып үткән уттар теҙмәһе юғалды... Кемдер түшенә ҡулын һалды... Ҙур, йылы ус. Был ҡулдан яйлап тәне йылыны, йылына барып... йөрәге хәрәкәткә килде: ту-уҡ... туҡ-туҡ, туҡ-туҡ, туҡ-туҡ... Кем был? Кем ула... Аллаһ! Был бит Аллаһтың ҡулы...
Рауил төндә иҫенә килде. Күҙ бәбәктәрен ауырлыҡ менән асып түбәгә төбәлде. Ҡайҙалығын аңланы. Ул – дауаханала. Ярым ҡараңғы бүлмәлә бер үҙе буғай. Яйлап барыһын хәтерләне: ҡыҙҙар... концерт... һуғыш... Әлифә ныҡ ҡысҡырҙы... әллә уға ла һуҡтылармы?.. Ул – бында... Әсәһе?! Уххх... әсәһе бит яңғыҙ ауылда... Атлай алмай. Бикле!
Егет урынынан ҡалҡынды. Эсе бөтөн биле менән ҡуша ҡалын итеп уралған. Шул тәңгәле генә кәүҙәһен тотмай аҙапланы. Шулай ҙа ул ҡалтыранып тороп ултырҙы ла, урынынан төшәм тип ынтылғанда, эргәһендәге тимер-томор приборҙар торған тумбаға таянып, уныһы шылып китеп, салтыр-солтор булып ауҙарылып төштө. Ике яҡтан ике ишек асылып китеп, аҡ халатылар пәйҙә булды:
--Уянған!
--Нишләйһегеҙ һеҙ? Ҡайҙа бараһығыҙ!
--Тот бер яғынан! Күтәрәйек ипләп кенә.
--Тыныслан... Давай, һалабыҙ.
Рауил уларҙан ысҡынырға маташты:
--Миңә... ҡайтырға кәрәк. Унда әсәй... бер үҙе...
Табип үҙенекен тыҡыны:
--Ниндәй әсәй? Үлемдән саҡ ҡалдың. Ят, тиҙәр һиңә!
Хәленән килһә быларҙы этеп-гөрөп сығып китер ине, йүгерер ине ауылына ҡарай егет, тик ҡыл өҙөрлөк тә көсө юҡ. Сараһыҙҙан ғазаплы ҡараштарын түбә түшәменә төбәп ҡатып ҡалды. Мейеһен бер һорау ғына бырауланы: әсәһе ни эшләй?

Ә әсәһе был ваҡытта ҡыҙҙар уртаһында рәхәтләнеп сәй эсә ине. Дүртенсе көн рәттән уға ҡыҙҙар килә, йыйыштыралар, йыуындыралар, ашарға бешерәләр, унан өйөн йылытып, алдына ризыҡтарын теҙеп ултыртып, ҡайтып китәләр. Уларға бит иртәнсәккә эшкә. Иртә менән иһә Булат килеп мейесен яғып китә. Рауилы теге көн ошолар менән кәнсерт тип йөрөп ауырыған бит. Әйтте инде свитыр кей, йөн ойоғоңдо онотма тип, тыңлаймы ул? Бушҡа тыҡып ултырмай бит инде әпсәһе, үпкәһе слабый бит уның, бәләкәйҙән, һыуыҡ тейһә ныҡ ята шулай. Әле йәштәр “берәй аҙнаға ғына һалдылар” тиһә лә, һиҙеп тора уның йөрәге, буйтым ауырып киткән ул, бажалый...
--Йә? – тип сабырһыҙ ҡаршылай ул утын ҡосаҡлап ингән Булатты. – Ызванит иттеңме?
— Иттем. Хәле яҡшырған, йөрөп ята тинеләр инде. Тағы бер-ике көн и... барып та алырмын.
--Шайтырың шу... – Инсебикә кибеп-ҡатҡан аяҡтарын юрған аша ыуып ултыра, үҙе егетте өйрәтә:
--Йүшкене ҡапыл тартма, балам, иптәп кенә. Атыу төбө-тамыры менән килеп төшәр. Шулай... Утыныңды ла бис тыҡма, яртылай ғына ит. Кисәгенән һыуынмаған әле. Рауил, атаһы ҡошап, өй-йортто һәйвәт ҡарай бит ул, хәзәйствинней, Аллаға шөкөр, йылы оҙаҡ тора.
Тик Рауил ике-өс көндән генә ҡайта алманы, ике-өс аҙнанан да түгел. Ҡышты ауҙарып ҡына ҡайтып инде ул әсәһенә. Ябығып, бәләкәсәйә, бөршәйә төшөп ҡалған ине. Инсебикә ҡапылда уны хатта танымай торғандай итте. Булаттың һәм анау ҡыҙҙарҙың әүәтеүенә генә әүмәгәйне шул, хәле еңелдән түгелдер тип фаразлағайны, шулай булған шул. Ҡаты ауырымаһа кеше былай бүҫкәреп уҡ ҡаламы?
Илап-буҙлап алды әсә. Улының ҡулын тарамыш устарынан ысҡындырмай, һурылған йөҙөнән талсыҡҡан ҡараштарын айыра алмай аҙапланды.
--Балам, кәштәнең аҫҡы бүлегендә пишинйә менән кәнфит бар, сәйгә ал шуларҙы. Алма ла алдыртҡайным әле, ҡайҙа ҡуйҙы икән ҡыҙҙар?.. Райхан килен ит һалып киткәйне, беште инде... Әйҙә... Ҡайҙа тотҡарланды ул килен? Һурпаһын йүнәтергә нишәп инмәй һаман? Ҡайтҡаныңды белмәй утыра микән?
--Әсәй, ярай, мин үҙем... Күршеләрҙе йонсоттоҡ инде былай ҙа.
--Йонсоттоҡ тип, күрше шулай була инде ул. Шәп саҡта мин бер күршемә лә отказ итмәнем эш-маҙарға, балларын да ҡараштым, өмәләренә лә барҙым, йомош-йоланға бис йөрөштөк. Әле лә үҙҙәре белеп инәләр, балам, һис мыжып ятманым... Теге ҡыҙҙар йыш килде. Булат ней көн дә. Рәхмәт инде барыһына ла... һау булһындар.
Уның хәбәрен бүлеп күрше еңгә килеп керҙе. Аш йүнәтте. Өҫтәл ултыртыуға ире лә ишек ҡаҡты. Уларға ҡушып икенсе яҡ күршеләрҙе саҡырҙылар. Һуңғараҡ Булат та бында ине. Күмәкләшеп Рауилдың “ҡаты ауырыҙан” имен ҡотолоуын билдәләп алдылар. Инсебикә арҡаһына терәлеп ултырып, кәсәнән ҡоротло һурпа һемерә-һемерә, бәхетле йылмайып ҡунаҡтарын күҙәтте.

Былай ҙа кеше менән аралашып бармаған Рауил хәҙер айырата үҙенә бикләнде. Дауаханаға ла йыш йөрөгән, бында өйөнә лә килә һалып ингән ҡыҙҙарҙы ла артыҡ яҡынлатманы. Икеһе менән дә бер тигеҙ, дуҫтарса ғына хәл-әүәл белеште лә, күберәген баш һелкеп йә көлөмһөрәп кенә тыңлап тик ултырҙы. Был ике сәскә кеүек һылыуҡайҙарҙың бөтә яҡтан да килгән икәнлектәрен дә күрә ул, күҙе бар ҙа инде, тик йөрәге ҡуҙғалмай уларҙың ҡарашынан да, төҫ-һынынан да. Ә бына Әлифә менән ниңәлер бөтөнләй башҡаса. Өндәшмәһә лә, хатта күҙҙәре осрашмағанда ла, унан һирпелгән һиҙелер-һиҙелмәҫ хушбуй еҫенән дә иҫерә, йөрәге ҡолаҡ төбөнә дөпөлдәй башлай. Ҡыҙ үҙе быны һиҙеп ҡалмаһын йә дуҫы аңғармаһын тип, улар менән дә осрашмаҫҡа тырыша шуға. Унан бигерәк Булаттың Әлифәне туҡтауһыҙ ҡыйырһытыуын, тупаҫлығын, һанға һуҡмауын күтәрә алмай шикелле. Ниңә улай итәлер дуҫы? Артыҡ шашҡанмы ул ҡыҙ-ҡырҡын халҡы менән? Әллә яратмаймы икән? Быныһына ышана алмай егет. Нисек итеп Әлифәне яратмаҫҡа мөмкин? Ул бит ер һылыуы, ожмах ҡошо, фәрештә...

Көндәрҙән бер көндө, дөрөҫөрәге кис, әсәһен һикәлтәгә сығарып ултыртып, йәшелсәгә һыу ҡойоп йөрөһә, ҡапҡаны һаҡ ҡына асып Әлифә килеп инде. Рауилдың ҡулындағы биҙрәһе дыңғырҙап ҡулынан төшөп китте лә, уны йәһәт алып өлгөрҙө. Ҡыҙ башта Инсебикә инәй янына килеп ултырҙы, һаулыҡ һорашты.
--Арыу әле, балам. Үҙең генәме? Булат улым ҡайҙа?
--Булат... – ҡыҙ егеткә ҡарап алды, — эштә микән?.. Мин үҙ йомошом менән килгәйнем ауылға. Канторға... ҡағыҙҙар артынан.
--Ә-ә-ә, шулайҙыр... Хәҙер, ана, һыуын ташып бөтһә сәй ҡуйыр...
--Юҡ-юҡ. Мин былай ғына... Булат һуңғараҡ алып барып ташлар, тип көтәм.
Рауил баҡсаһын тамамлауға көтөү ҡайтты. Малдарҙы ҡарап ябып, ҡыҙ алдында биҙрә тотоп ялан кәртәгә үтеп китә алмай аҙапланды хәҙер хужа. Быны Әлифә лә аңғарҙы һәм көлә-көлә килеп биҙрәләрен алды:
--Берәй халат бирәһеңме? Яулыҡ.
Һыйырҙарға быҙауҙарын ҡушып эйҙереп биреп, тулашып айҡашҡан нәмәләрҙе инәләренән айырып бәйләгәс, ҡыҙҙың кескәй ултырғысҡа йәтеш кенә итеп терәлеп тыз да быз һауып алып киткәненән сихырланып арбалып торҙо. Ошонан гүзәлерәк, ошонан илаһираҡ нимә булырға мөмкин икән? Әйтерһең, Әлифә бысраҡ ҡойроғо менән битенә сепелдәткән ала һыйыр аҫтында түгел, ә көмөш ҡыллы алтын арфа артында ултыра һәм сихри көй башҡара...
--Рауил тейем! Йоҡлап киттеңме?
--Ә?
--Ысҡындыр быҙауын.
--Хәҙер...
Һөттө сипарат аша айырта белмәй икән ҡыҙ. Рауилдың талғына ғына өйөрөлтөүенән һапты үҙенә алып маташтырып ҡараны, тик йә шәбәйтте, йә яйланы, ҡаймағы йә ҡойолоп китте, йә туҡтаны. Әлифәнең яҡынлығынан уңайһыҙланып манма тиргә төштө егет. Ахырҙа, ҡыҙ уны ҡотҡарҙы, ашарға бешерә торорға булды. Шулай бергәләшеп киске эштәрҙе тамамлап, әсәһен алып килеп, сәйгә ултырҙылар. Әлифә самауыр төбөнә ҡунаҡлап, хужабикәләрсә ҡыланып уҡ, сәй яһай башланы.
--Бына ошолай берәй килен алып ҡайтмай бит быныһы, — тип, асыуһыҙ ғына һуҡранды әсәһе. – Ҡалай күңелде булыр ине. Атыу бер үҙе бошоноп алып тик йөрөй...
--Әсәй... – Рауил тыйып өлгөрә алманы.
--Әхирәт ҡыҙҙарыңдың береһен димдәһәң ней була, Әлифә ҡыҙым. Бына беҙҙең егеткә. Еңгә була торған булһаң, Аллам биреп, һиңә ней ҡәйнешеңде күҙле-башлы итеү сөннәт.
Әлифә Рауилға төбәп ҡарап алды. Йылмайҙы. Тик йылмайыуында ниндәйҙер һағыш бар ине. Килеп ингәнендә үк уның ҡарашында ла, төҫ-башында ла бер күңелһеҙлекте, төшөкөлөктө һиҙгәйне ул Рауил.
--Минең әхирәттәрҙең икеһе лә бөгөндән киләсәк Рауилға, инәй, үҙенең теләге генә булһын.
--Әстәғәйем! Ауыҙыңа бал да май. Улай була торған булһа ней, әйҙә ниәттәйек. Ә? – Инсебикә йәштәрҙең әле береһенә, әле икенсеһенә алмаш-тилмәш ҡараны.
--Әсәй... Эсеп бөтһәң, әйҙә, индереп һалам. Миңә әле аттарҙы тышап ебәрергә кәрәк.
--Ай, Алла... Мин уға кәләш һөйҙәйем, ул миңә ат һөйҙәй... Ҡалайтырға быны, — тип һөйләнә-һөйләнә, улының беләгенә йәтешләп урынлашып, ҡулын иңенә һалды әсә. Үҙе улының яурыны аша ҡыҙға хәйләкәр баш ҡаҡты, йәнәһе, килештек!

Рауил аттарын ебәреп ҡайтты ла аласыҡҡа инә алмай бер килке урамда йөрөнө. Әлифә һаман унда ине. Һауыт-һаба йыуып урынлаштыра, тағы нимәләрҙер менән мәшәҡәтләнә шунда. Күпмелер ваҡыттан һуң, хужаның бындалығын күреп, ишек уйымына сығып баҫты. Рауил уға яҡынлашты:
--Барып киләйемме? Ҡайтҡандыр инде.
Әлифә аҙыраҡ өндәшмәй торҙо. Унан бер тәрән һуланы ла, көтөлмәгән һорау бирҙе:
--Күргәнең бармы уны?
--Бар... – үҙе һағайып ҡалды.
--Ни эшләп йөрөй?
— Ну-у... эштә...
--Эштән башҡа ваҡытта? Икенсе еңгә тапҡан тиҙәр бит һиңә.
Рауилдың теле көрмәлде:
--Нис-сек?.. Еңгә...
--Нисек таба һуң? Һин уның дуҫы ла инде – беләһең.
Егет ҡыҙға бер генә һирпелеп алды ла, эстән үрелеп йоҡа курткаһын алып кейҙе:
--Хәҙер алып киләм. Борсолма. Ултырып тор.

Ул барып ингәндә, Булат, мунса йыуынып сыҡҡан да, ҡайҙалыр йыйына ине. Былай яһана икән, ҡатын-ҡыҙ янына бара, яңылышлыҡ юҡ. Тимәк, Әлифәнең бындалығын белә.
Дуҫын күреп ул ҡоластарын йәйеп ебәрҙе:
--Хуш килдең! Сәләм!
--Сәләм.
--Как раз һин, дуҫ, әйҙә минең менән.
--Ҡайҙа? Беҙгә түгелме ни?
--Райүҙәккә ине юл. Ә һеҙҙә нимә?
--Беҙҙә ни... Әлифә.
Одеколон һиптереп торған Булат, уға сәйерһенеп көҙгө аша баҡты:
--Ул һеҙҙә нишләй?
--Йомош менән төштөм, ти, ауылға. Аңлауымса, һине эҙләп килгән. Һеҙ... һин... үпкәләштегеҙме ни?
Булаттың йәне көйгәне йөҙөнә сыҡты, ҡыҙарып-бүртенеп үк китте:
--Башы бармы бына шул бис... ҡыҙҙың? Ну, килмәйем икән, тимәк, не хочу! Шуны ниңә был сепрәк баштар үҙҙәре аңлай алмай икән? Уларға мотлаҡ хәрефләп әйтергә кәрәк: все – любовь прошла!
--Ты чье?.. Блин... дурак что ли?..
--Икенсе ҡыҙ менән таныштым мин. Уже айға яҡын инде ухаживаю. Во! Беләңме? Боттары... түштәре... Модель!
Рауил ҡаштарын төйөп дуҫына ныҡ төбәлде, тауышы ла тамаҡ төбөнән сыҡты:
--Һин хәҙер беҙгә бараһың. Әлифә көтә.
--Слушай, дуҫ, һуңлайым. Үҙең берәй нә...
--Булат! Һин беҙгә бараһың.
Булат туҡталып Рауилға ҡарай биреп торҙо. Унан ҡапыл ризалашты:
--Ну, давай. Токо уны алып китмәйем, үҙең теләһә нисек оҙатаһың.
Егеттәр, һәр кеме үҙ уйына батып, һөйләшмәй генә килеп еттеләр. Рауил дуҫына аласыҡҡа төртөп күрһәтте лә, өйгә ыңғайланы. Инде лә, сисенмәй генә урынына ятты. Әсәһе шаршау артында тыныс ҡына мышнай ине. Моғайын, Булат Әлифәһен алып китер, уларҙан һуң ҡапҡаны ябып ҡалырмын да, тип уйлай ине, күп тә үтмәй ҡапҡа “шап” итте. Кемдер уны көс менән һелтәп китте.
Сыҡһа – урамда берәү ҙә юҡ. Аласыҡтың утын да һүндермәгәндәр. Барып инһә – тертләп китте. Әлифә иҙәндә ултыра. Битен ҡулдары менән ҡаплаған да бөршәйгән.
--Әлифә?..
Ҡыҙ ҡапыл йөҙөн асты. Иламай ине. Бары ап-аҡ булған.
--Ул... китте...
Егет яуап бирер һүҙ тапманы.
--Китте... Ташлашабыҙ... ғәфү ит, тине...
Рауил һаман өнһөҙ тик торҙо.
--Ә мин... беләһеңме... Рауил, мин бит ауырлы...
Ишеткәнен ҡапыл ғына аңлай ҙа алманы егет. “Ауырлы” нисек була әле, тип уйланы. Ҡолағы ундайҙы ишеткәне юҡ... Туҡта! Туҡта?..
--Ни эшләйем икән, ә, Рауил?.. Үлер инем – ҡурҡам... Сығып китәйем микән әллә... себер яғынамы?
--Булат... беләме? – тип кенә һорай алды ахырҙа Рауил.
--Белә... Абортҡа бар, тине.
--Әлеме ни?
--Әле.
Рауил иҫенә килгәндә Булаттарҙың тәңгәленә еткәйне инде. Уңай ғына дуҫы ла килеп сыҡты. Ул матайын урам тышына ҡуйып, кәрәк-ярағын алып сығып килә ине. Тәҙрәнән төшкән ут яҡтыһында Рауилды танып та өлгөрҙө, уныһы килеп һелтәп тә ебәрҙе. Булат салҡан барып төштө лә, ни булғанын аңлай алмай ятты. Унан яй ғына тороп баҫҡайны, тағы эләкте. Инде тамам ни булырын төшөнгән егет ҡабат ҡалҡынманы. Рауилға ҡаршы тора алмаҫын да, өсөнсө суҡмар артыҡ булырын да белеп, тик ятты ла ҡуйҙы. Дуҫы уның аяғына баҫҡанын көтөп тора бирҙе лә, тегенеһе бирелгәнен белдереп ҡулдарын күтәргәс, ергә төкөрөп борлоп китте. Ауыҙ-мороно онталған Булат, тамағына киткән ҡанын йота-йота, йондоҙло күккә ҡарап оҙаҡ ятты әле.

Рауилдың өйләнеүе тураһындағы хәбәр ауылда тиҙ таралды. Яңғыҙ егеттең кәләш алыуы аптырарлыҡ хәл булмаһа ла, уның кемде алыуы күптәрҙе хайран итте. Шуға ла яңы ишеткәндәр ҡайта-ҡайта һораны:
--Әлифә? Анау күрше ауылдан килеп йөрөгәнгәме?
--Эйе, шул, тей.
--Ә-ә-ә... Ул һуң...
--Шул-шу, Булаттың ҡыҙы ине бит.
--Ҡыҙыҡ! Ул ике егет бала саҡтан дуҫ булдылар ҙа, килеп бер ҡыҙға талаштылар микән?
--Э-эй, тормош шулай ул... Беҙ берәүҙәрҙе яратабыҙ, икенселәргә өйләнәбеҙ, тиҙәр бит.
--Ғәжәп был улайһа... Ҡайһы арала ул ҡыҙ Рауилға күскән тиген?
--Әллә инде? Ней булһа ла, бөгөн төш Хайбулла хәҙрәтте өйҙәренә саҡырып никах уҡытҡандар, ти. Инсебикә апай үҙе хайран булып ултыра, ти.
--Ярай, хәйерлегә булһын, Рауил һәйбәт егет ул, кемде алһа ла хур итмәҫ.
Шулай ҙа ауыл өсөн Әлифәнең ҡапыл ғына ни сәбәптән Рауилға кейәүгә сығыуы сер ине. Фараздар төрлөсә булды булыуын, әммә дөрөҫ кенәһен мөхәббәт өсмөйөшөндәге өсәүҙән башҡалар белмәне.

Ваҡыт алға йүгерҙе. Көндө төн алмаштырҙы, төндө таң уятып алып көнгә олғаштырҙы, йәй көҙгә барып тоташты ла, миҙгелде һары япраҡҡа урап, аҡ ҡышҡа алып инде. Мәле етеп, Рауил менән Әлифәнең дә өйөндә бәпәй тауышы яңғыраны:
--Үә-үәә! Үә-үә! Үә-әә...
--Ай, Алла!.. Ай, Аллам... – тип, ултырған урынында шатлыҡтан ыуаланып, хисләнеүҙән илаулап ҡаршыланы бала менән ҡайтып инеүселәрҙе Инсебикә.
--Бына, әсәй, һиңә ейән, — тип итәгенә алып килеп һалды төргәген Рауил. Уның артында килене йылмайып тора.
--Ныҡ ҡосаҡлағаның әллә? Нишләп илай? Ҡана урауын тағатып ҡарай һалығыҙ, — Инсебикә сабырһыҙланып Әлифәгә баҡты. – Бала күрмәгән нәмәгә тотторғанһың, имгәтеп ҡуймаһын.
Бәпәйҙең юрғанын сисеп һалғайнылар, тынысланды ла ҡуйҙы. Уны тирәләп хәҙер ололар ҙа тынып ҡалды. Һәр кем йотлоғоп ҡыҙыл ғына төйөрөм йөҙгә төбәлде.
--Мәленән алда тиһәгеҙ ҙә... ҙур ғына бит. Тауышы ла көр килеп тороп. Бирешмәҫ былай булғас, — ҡәйнәһенең был һығымтаһынан Әлифә бер һирпелеп иренә ҡарап алды. Уныһы ынтылып ҡатынының арҡаһынан ҡаҡты. Йәштәр балаға бәйле мәшәҡәттәр менән мәшғүл булды, һуңғы араларҙа ҡапыл ҡәйнә һәм бына килеп ҡартәсәй ҙә булып киткән Инсебикә, эргәһендә мышнаған сабыйҙы тарамыш ҡулдары менән бәпләй-бәпләй татлы уйҙарға сумып ултыра бирҙе.

Был өйгә инде бәхет юлды бер белеп алғас, килде лә килде. Тағы ла ике йыл тигәндә икенсе малай, йыл ярым ваҡыттан бер ҡыҙ ҡайтты. Һәр береһе ошонда ҡартәсәләренең урындығында уйнап, уға әүрәп, әкиәттәренә арбалып үҫә торҙо, уны икенсе бәләкәс алмаштырҙы. Ул арала Рауил өйөн киңәйтте, ҡыҙына ла, малайҙарына ла тип инселәп бүлмәләр төкөттө. Малды ишәйттеләр, матайҙы машинаға алмаштырҙылар. Хужа ла, уға килешкән булып йәш хужабикә лә донъясыл, егәрле булып сығып, йәшәйештәре гөл баҡсаһына әүерелде. Ҡапҡанан килеп ингәндән тәртип һәм таҙалыҡ, баҡса, кәртә-һарай өлөштәре, йорт эсе инде әйтеп тораһы ла түгел – белдекле ҡулдарҙың күрһәткесе ине.
Донъяһы – донъя, йәштәрҙең араһы ҡайһы саҡ аңлашылып етмәй етмәүен Инсебикәгә, тик ул был тәңгәлгә ҡыҫылмай. “Үҙҙәре белә” тигәнгә һылтана ла, барыбер күңелен ниндәйҙер шом баҫып китә шул. Бына әле лә, килененең бошонҡо йөрөүенә иғтибар итеп, һорау бирә:
--Ауырып тораһыңмы әллә, балам?
--Юҡ...
--Кәйефең юҡ һымаҡ, шуға әйтәм инде.
--Бар ул, — Әлифә йылмайған була, тик күҙҙәре көлмәй, улар нисектер нурһыҙланып ҡалған һымаҡ.
--Ә-ә... Былай ғына инде мин. Ир менән йәшәгәндә нимә генә булмаҫҡа мөмкин. Улар ҡатынды аңлай һалып барамы ул? Берәй һүҙенә күңелең ҡырылып йөрөмәһен, тиеүем инде.
--Юҡ, все нормально. Рауил ундай кеше түгел бит.
--Эйе-эйе. Шулай булһын, шулай ғына...

Өлкән малайҙары мәктәпкә бара торған йылы, йәй, Рауил урамда Булатты осратты. Элекке дуҫы арыуыҡ ҡырын тейәп алған ине, шуға ла туҡтатып өндәште ме, әллә яҙмыш юлдарында был икәүҙең ниһайәт күрешер мәле еттеме – билгеһеҙ.
--Сәләм, ҡорҙаш, ни хәлдәр? – тип һөрәнләне Булат юл аша.
Рауилдың баш ҡағыуын ризалыҡ итеп ҡабул итеп, янына ла килде, ҡул бирҙе.
--Сәләм, — Рауил уның самаһыҙ һимереп киткән кәүҙәһенә, ялпаҡ булып йәйелгән йөҙөнә ҡараш һалды. – Олпатланғанһың.
--Һин һаман егеттәрсә, дуҫ, так держать!
--Ялғамы?
--Ялға, тип... Ялға ла, бөтөнләйгә лә, тиергә була.
--Ниңә улай? Үҙәктә инең бит, милицияла тип ишеткәйнем.
--Эйе... Ҡатын менән айырылышҡас эштән дә киттем. Ҡатындың атаһы милиция начальнигы бит, хот бирмәҫ ине барыбер.
--Шулай икә-ән... Ярай, бирешмәҫһең әле, ер киң. Балаларың бар инеме?
Булаттың ҙур башы яурындарына тартыла биргәндәй булды:
--Юҡ. Ул бисә бала табырға ла эшкинмәне бит ул. Шуға киттем мин унан. Етмәһә...
--Ярай-ярай, миңә ул хәтлемдәре кәрәкмәй, — Рауил артабан тыңлап торорға теләмәне, — Мин фельдшерға тип сыҡҡайным. Әсәй ятҡан, хәле ауырайып тора.
--А-ай, шулаймы? Инсебикә апай бирешмәһен инде, сәләм әйт...
Фельдшерҙы алып ҡайтып уколдар һалдырғас, әсәһен йоҡлатып, аласыҡты мәшәҡәтләнгән ҡатыны янына сыҡты Рауил.
--Яттымы? – Әлифә уның борсоулы йөҙөнә һирпелеп ҡарап алды.
--Ятты... күпмегә етер дарыу көсө...
--Мунса тоҡандырҙым әле. Ятыр алдынан аҙыраҡ сабындырып һалғанда йоҡлай торғайны бит.
--Әллә инде, Әлифә, хәҙер уға мунса ғына ярҙам итә алмаҫ һымаҡ...
Ҡатын иренә төбәлә биреп торҙо ла, артабан эшенә тотондо. Шул саҡ Рауил уны бөтөнләй аптыратты:
--Булатты күрҙем. Ауылға ҡайттым тип тора.
Әлифәнең ҡапыл кәүҙәһе ҡатты. Быны Рауил арттан ҡарап та тойҙо. Бер секундҡа ғына юғалып ҡалды ҡатын. Тик үҙен тиҙ ҡулға алды:
--Ҡайтһын. Беҙҙең унда ниндәй эш бар?
--Юҡ, әлбиттә, — Рауил килеп ҡатынын үҙенә тартып әйләндерҙе лә, күкрәгенә ҡыҫты. – Һәм уның да беҙҙә бер эше лә булырға тейеш түгел, Әлифә. Бигерәк тә беҙҙең балаларҙа.

Инсебикә ауырыҡһынып, иҫе инәле-сығалы булып өс ай тирәһе ятты. Рауилдың бөтөн уйҙарын ул биләне. Ҡырҙа бер үҙе ҡуна ятып бесән сапҡанда ла, ҡорт-күстәре артынан йөрөгәндә лә әсәһе өсөн борсолдо. Яйлап уларҙы ҡалдырып китеп бара бит әсәһе. Бығаса уның бөтөн донъяһы, уның йыһаны булған әсәһе. Ҡасандыр уны ҡулдарында ғына үҫтергән, һуңғы тиҫтә йылда үҙе күтәреп йөрөткән әсәһе. Күптән, бик күптән түшәктә ултырып та бер зары, яҙмышҡа үпкәһе булмаған әсәһе.
Малды урынлаштырып инеп, тамаҡ ашайҙар ине, Әлифә һүҙ ҡуҙғатты:
--Иртәгә үҙәккә төшөргә ине, баҙар була, ти. Мәктәп баҙары.
Рауил эргәһендә ултырған өлкән улының башынан һыйпап ҡуйҙы:
--Ҡалаға барыр ҙа ҡуйырбыҙ тигәйнек бит.
--Ҡалаға барып булыр микән мәктәпкә тиклем? Ҡәйнәм былай ятҡанда икәүләшеп сығып китә алмабыҙ, мин бала менән генә йөрөй ҙә киләйем.
Рауил да уйлана биреп ризалашты:
--Эйе шул. Иптәшкә берәйһен алырһың, әйберҙәр күтәрешергә.
--Нимәһен күтәрешергә унда? Форма ғына алынмай ҡалды. Сумка инде. Башҡа ваҡ-төйәген йыйып бөткәнем.
--Ярай, яҡшы. Мин улайһа иртәгә өйҙә ҡалырмын.
Иртәгеһен ҡатынын улы менән автобусҡа сығарып оҙатты Рауил. Икенсе улын етәкләп, ҡыҙыҡайын күтәреп ҡарап тороп ҡалды. Бәләкәстәр әсәләренә кемуҙарҙан ҡул болғаны. Автобус салонындағы малайы уларға тәҙрәнән ҡысҡырҙы:
--Пока, атай! Пока, Айбулат! Пока, Ләйлә!
--Пока, улым. Әсәйеңде тыңлап йөрө.
Әлифә менән тәҙрә аша ғына баш һелкеп хушлаштылар. Ҡатынының ниңәлер күҙҙәре йәшкәҙәгән кеүек булды. Бәлки, уларҙың бығаса әлегеләй оҙатышҡандары булмағанғалыр. Айырылышҡанда ла ҡатыны бала табыу йортона юлланғанда ғына ине. Башҡаса бүленгәндәре юҡ бит.

Кискә Әлифә автобуста булмай сыҡты... Балалар менән туҡталышҡа сыҡҡан ир аптырап ҡалды. Баҙарға барыусыларҙан һорашты – бер кем күрмәгән. Кантораға төшөп үҙәктәге таныш-белештәренә шылтыратты, уларҙа туҡталмаған икән. Саҡ таң аттырып иртәнге автобусҡа ҡаршы сыҡты – юҡтар. Йөрәге ҡуҙғыған ир балаларын күршеләргә индереп торҙо ла, машинаһын ҡабыҙып ҡуҙғалды. Тик ярһып йөрөп ҡайтыуы бушҡа булды. Киләһе көн тағы ла уңышһыҙ юл ҡыуҙы. Ҡайтып етеп ҡапҡа төбөнә туҡтауға, почта таратыусы ҡатын улар тәңгәленә етеп, гәзит-журналдары менән бергә хат һондо. Үҙенә исемләнгән конвертты асып күҙ һалды ла, әйтерһең, упҡынға осто. Бөгөн дә һәр һөйләме, һәр һүҙе хәтерендә уның: “Рауил, мине эҙләмә – тапмаҫһың. Улымды ла алып китәм. Барыһы өсөн дә һиңә рәхмәтлемен, әммә минең бәхетле булғым, яратып йәшәгем килә. Бәләкәстәрҙе ҡалдырам, һинең ҡарарыңа ышанам. Хуш. Әлифә.”
Урамда ҡолап ятмаҫ өсөн өйгә ашыҡты, быуындары йомшарған аяҡтарында саҡ һөйрәтелеп барып инһә, ни күҙе менән күрһен, эстә әбей-һәбей әсәһенең мәйетен көтә. Ҡулындағы хатты йомарлап кеҫәһенә тыҡты ла, алҡымына тығылған хистәрен эскә йотоп, үтеп ҡәҙерле кешеһенең ҡатҡан йөҙөнә оҙаҡ ҡына текәлеп торҙо. Унан йыйылған ҡатын-ҡыҙға өндәште:
--Ҡәбер ҡаҙырға егеттәр йыям. Ит ҡар баҙында. Башҡаһы келәттә, шунда аласыҡталыр...
--Килен өйҙә юҡмы ни? – берәүҙәр ҡыҙыҡһынды.
--Юҡ...
Әсәһен ерләп ҡайтып, аят йолаларын ойошторғанда ла унан һәр икенсе Әлифә хаҡында һорашты: килен ҡайҙа? Ҡайҙа килен? Иң ауыр һорау ине был Рауил өсөн. Яуап таба алмаҫ һорау. Ә уның ауырырағы алда булған икән. Ике бәләкәсе алмашлап бер үкте ҡабатлағанда, башын ҡайҙа тығырға белмәне ул: әсәй ҡайҙа? Ҡайҙа әсәй?..

...Ләйлә шылтыратты. Ҡаршы сығып алырға һораны. Йөҙ төрлө уй менән борсолоп йөрөгән Рауилдың елкәһенән ауыр бер йөк төшкәндәй булды. Ул бит ҡыҙы ла китеп юғалыр йә шылтыратҡанда ла “ҡалам” тип әйтер тип ҡурҡҡайны. Шул тиклем ҡурҡҡайны, хатта теге мәл, ике бәләкәй бала менән ултырып ҡалғанда ла был ҡәҙәр таралып төшмәгәйне. Нисек тә үҙен әүрәтергә тип, төшөнкөлөккә бирелмәҫкә тип, иң ауыр эштәренә тотонған булһа, әле бөтөн нәмәһен бырғатып, мунсаға ашыҡты. Һыуыҡ һыу менән ҡойоноп-сайынып сафланды ла, яҡшы кейемдәрен кейеп, ҡыҙы алып биргән дә бығаса бер ҡулланырға форсат сыҡмаған одеколонын һиптереп, үҙәккә ашыҡты. Юл буйына радионан йырҙар ҡысҡыртты, шуларға хисләнеп бер күңеле тулды, бер осондо йәне. Үҙ алдына һөйләнеп-һөйләнеп ебәргәнен дә аңғарманы: “Ләйләм, минең Ләйләм... Тас Әлифә бит ул... Бәләкәсемде минең...”
Ҡыҙын көтөп торғанда автовокзал эргәһендәге бутиктан сәскә алырға ла уйлағайны, уңайһыҙланды. Ала белмәҫмен йә алғанда ла оҡшатмаҫ, тип уйланы. Әммә ҡыҙын ҡыуандырғыһы, янына ҡайтып төшкәненә рәхмәтен белдерерҙәй берәй нәмә эшләгеһе килде. Ул ниндәйҙер юлын эҙләгән арала автобус килеп тә туҡтаны. Еңел йәйге күлдәк итәген елпелдәтеп ҡыҙсығы килеп тә сыҡты. Рауил ҙур кәүҙәһен килбәтһеҙ аушаңлатып уға ҡаршы ашыҡты:
--Ләйлүк! Мин бында...
Ҡулын күтәреп һуҙыуы булды, тегенеһе атаһының ҡуйынына йәтеш кенә итеп инеп тә сумды:
--Атай!
--Йә, һаумы, нисек йөрөп ҡайттың?
--Һаумы, атай. Ой, һөйләп бөтөп булмаҫ...
--Асыҡтыңмы?
--Эйе. Һыуһаным килеп.
Рауилдың башына шәп уй килде:
--Ҡыҙым, әйҙә кафеға алып инәм. Һин бит уже ҙур ҡыҙыҡай.
--Кафеға? – Ләйлә атаһына үрелеп ҡарап көлдө, — Давай!
Машинаға ултырҙылар ҙа киттеләр. Ҡалаға әйләнеп барған үҙәктең бер тыныс ҡына өлөшөндәге матур кафеға килеп инделәр. Ҡыҙы белдекле рәүештә меню буйынса аш һайланы, нимәләрҙер заказланы, ә Рауил уның мәшәҡәттәре бөткәнен көтөп ултырҙы.
Оҙаҡлатмай ғына тәрилкәләр килде, һуттар, туңдырма, емеш-еләк...
--Ата-ай... – тип һүҙ башланы бер аҙ тамаҡ ялғап алғас Ләйлә, — Мин һиңә хәҙер вис һөйләйем, һин тока ныҡ ҡайғырма, йәме?
Рауил тамаҡ ҡырҙы, елкәһен ыуаланы. Ул инде ниндәй хәбәр ишетергә лә әҙер ине, тик был йөрәк...
--Атай?..
--Эйе, ҡыҙым. Йә?
--В общем... Айгизәр ағай юҡ... үлгән.
Рауил күкрәгенә алып өлгөргән һауаны сығара алманы ла ҡуйҙы. Әсеттереп түше ҡыҫты. Саҡҡа, саҡҡа тын алып ебәрҙе:
--Үлгән?! Нишләп? Ҡасан?
Ҡыҙы уға ҡурҡып ҡарап тынып ҡалды.
--Ләйлә, һөйлә, ни эшләп үлгән ағайың?
--Әсәй... әсәһе әйтеүенсә, передозировканан.
Ир аңлай алманы:
--Пере... нимәне передозировка?..
--Ну-у... наркотик инде...
Асылған ауыҙын да ябырға онотоп бер килке ултырҙы ир. Ишеткәндәре уның башына һыйманы.
--Ул интернатта уҡыған икән. Шунда наркомандар менән дуҫлашып киткән, ти. Армияға алғандар икән – ҡасҡан. Һуңынан бер йортта табып алғандар. Өс егет һәм ике ҡыҙ булғандар, ти... Ағай иҫенә килмәгән...
--Әсәһе... әсәйең нисек?
--Ул... ауырый... Бер үҙе.
--Ире ҡайҙа?
--Ире юҡ икән. Киткән, ти, уның икенсе ғаиләһе бар, ти. Уға тиклем әсәй менән ағайҙы ныҡ ыҙалатҡан.
Рауил алдындағы ирей башлаған туңдырма кәсәһенә ҡарап ҡалды. Эх, Әлифә... Әлифә!.. Әрәм иттең бит баланы ла, үҙеңде лә...
Атаһының хәлен аңлап Ләйлә лә тынды. Юлда улар был хаҡта ҡабат һөйләшмәнеләр.

Аҙна тирәһе икеләнеп йөрөй торғас, Рауил, бер кис, ҡыҙына өндәште:
--Ләйлүк?
--Әү, атай, — нимәнелер ниәтләп тә әйтә алмай аҙапланғанын күптән һиҙеп йөрөгән зирәк ҡыҙы йәнәшәһенә килеп тә ултырҙы, уның ҙур усын асып эсенә үҙенең бәләкәй ҡулын һалды. – Йә?
--Нимә “йә”?
--Ну, әйт инде, әсәйгә барайыммы, тиген. Мин әйтермен, бар, тиермен.
--Ҡайҙан барыһын беләһең ул һин улай? – Рауил көлөп ҡыҙының өлтөк маңлай сәсен һыпырҙы. – Ҡасан үҫеп еттең былай белдекле булып, ә?
--Һиңә оҡшағанмын, ивет?
--Кем әйтә?
--Әсәй әйтте, атайыңа оҡшап аҡыллыһың икән, тине.
Атаһы тағы тынып ҡалды. Ә ҡыҙы уны өгөтләй бирҙе:
--Барып кил, атай. Мин әсәйҙе алып ҡайт тимәйем бит. Просто барып күр. Ул... ул шундай ярҙамға мохтаж...
Ҡыҙының күҙҙәренә тулған йәштәрҙе күреп терләп китте ир. Үҙенең дә күңеле тулды. Балаһын һаҡ ҡына ҡосаҡлап түшенә ҡыҫты:
--Ярай, ҡыҙым, ярай. Тик илама... Һине илатмай йәшәтеү өсөн тырыштым. Инде лә шулай булыр.

Ҡаланың иҫке районында бер-нисә рәт булып ултырып ҡалған ике ҡатлы ағас барактар араһында тейешле номерҙы таба алмай өйөрөлдө лә өйөрөлдө ир. Бер ерҙә һаны, адресы юҡ. Ахырҙа, үткенселәрҙе туҡтатып һорашты. Унан улар төртөп күрһәткән йортҡа ҡарай китте.
Ергә һеңгән подъезд ишеген көсәнеп тартып асып, серей башлаған баҫҡыстар буйлап өҫкә күтәрелде. Тейешле ишек төбөнә килеп торғас, туҡтап, бер тәрән итеп һуланы ла, туҡылдатты. Унан... ишекте асыусы... ҡатынды танырға теләп бер арыуыҡ ҡатып торҙо...
--Рау-уил?.. Һи-ин?..
--Әлифә?..
--Ин. Үт...
Инде лә тағы һерәйеп ҡатты. Ул бит был осрашыуҙан, Әлифәне ҡайҙалыр күреп, тап итеп ҡуйыуҙан ҡурҡып йәшәне. Күрер ҙә, тағы уның ҡараштары алдында теҙ сүгер, нурлы йөҙөнән, татлы еҫенән һушын юғалтыр, тип уйланы. Ә бер ҙә бындай... бындай Әлифәне...
--Ултыр.
Ир, ҡатын шылдырған ултырғысҡа терәлде.
--Поезданмы?
--Эйе, поездан.
--Хәҙер, сәй ҡуйып киләм.
Әлифә сәйнүк алып коридорға сыҡты. Рауил уның артынан һаман шаңҡыған килеш ҡарап ҡалды. Унан бәләкәй бүлмәләге бер карауат та бер диванға, түңәрәк өҫтәлгә һәм кейем шкафына күҙ һалды. Боронғо телевизор өҫтөндәге йәш егеттең фотоһын аңғарып, барып ҡулына алды. Сырамытты. Был уларҙың үҫкән Айгизәрҙәре ине. Ул шулай торғанда Әлифә килеп инде. Инде лә ишек яңағына арҡаһы менән һөйәлеп ҡалды. Рауил фотонан күҙҙәрен саҡ айырып, асырғанып та, нәфрәтләнеп тә ҡатынға төбәлде. Әлифә был ҡарашты күтәрә алманы, йөҙөн устарына йәшереп, илап ебәрҙе:
--Мин ғәйепле, Рауил... мин барыһына ла ғәйепле... Улымды... Улымдың үлемендә лә мин ғәйепле...
Йомшарҙы Рауил, йәлләне. Ул бит бында Әлифәне хөкөм итергә килмәгән. Ә улдарының ҡайғыһын бүлешергә тип юлланған. Килеп тапҡан. Хәҙер уны язалауҙан ни файҙа?
--Тыныслан, Әлифә... Әйҙә, ултыр, һөйләшәйек.
Ҡатын тыңлаусан балалай ултырҙы ла, нәҙек терһәктәрен өҫтәлгә һалып, тарамыш бармаҡтарын ыуаланы.
--Булат ҡайҙа?
--Б-булат?.. Ул бында түгел...
--Уныһын беләм. Тик ниңә улай килеп сыҡты һуң һеҙҙең? Һин бит бөтөнөһөн, хатта бәләкәс сабыйҙарҙы уға алмаштырҙың. Ә ул?
Әлифә бөршәйә төштө. Тик яуап бирмәй сараһы юҡ ине:
--Мин шундай яңылыштым... Башымды юғалттым... Шайтанға арбалыуым булды, ахыры. Әллә нисә тапҡыр барыһын да һиңә һөйләйем, асылайым, тип ынтылдым... Тик Булаттың теленә ышанып, уға ҡаршы баралмай, сығып киттем... Уны яратам, китһә һарғайып үләрмен һымаҡ булды. Үҙемде генә уйлағанмын. Үҙемдән башҡаларҙы күрмәгәнмен дә...
Бында килеп йәшәй башлағайныҡ, Айгизәр атаһын алмаштырыуға ризалашманы. Бәләкәй булһа ла ныҡ ҡаршы торҙо. Һиңә ҡайтам тип иланы, ҡасты, юғалтып та бөттөк... Ахырҙа, Булат уны һуҡҡылай башланы... Тик малай буйһонманы. Улымды яҡлап мин дә аҙ туҡмалманым. Йәшәүҙең рәте китте. Эсеп ҡайтты ла боларҙы, эсеп ҡайтты ла бөтөн ҡөһөрөн беҙгә төшөрҙө. Күрәһең бит, бит-митем ҡырҡылып, ҡыйшайып бөткән...
Ошо тәңгәлдә ҡапыл сәйнүге иҫенә төшөп, сығып уныһын алып инде, бәләкәй сәйнүккә сәй бешерә һалды, өҫтәл ултыртты. Унан сәй яһап ирҙең алдына ҡуйҙы ла, ул алып килгән күстәнәстәрҙе лә теҙгәс, ҡаршыһына терәлеп ары дауам итте:
--Атаһы менән һыйыша алманы Айгизәр. “Атай” тип тә өндәшмәне... Бер-береһен күрә алмаҫ ике йән булдылар. Аҙаҡ мин уны интернатҡа алып барып урынлаштырҙым. Эштә сағымда ныҡ туҡмап имгәтеп ҡуйыр йә Айгизәр берәй нәмә эшләр тип ҡурҡтым. “Аҙыраҡ ҙурайһам мин уны үлтерәм” тине лә ҡәһәтләнде балам. Тик, күрәһең, барыбер һаҡлай алманым...
Бер мәл, әле башта шул ағыу менән дауаханаға эләккәнендә, ҡулдарыма йәбешеп тороп инәлде улым: “Әсәй, әйҙә теге рәхәт булған ауылға ҡайтайыҡ. Атайға ҡайтайыҡ”, — тине. Шул ваҡыт мин дә бөтөнөһөнә күҙ йоморға ла һинең тупһаңа барып йығылырға әҙер инем. Тик... бының мөмкин түгел икәнлеген ҡалған ғына аҡылым менән аңланым...
Артабан инде улым минең менән дә аралашмаҫ булды, сикләнде. Нимәлер әйтеп, аңлатып ҡарауҙарым бушҡа булды. Армияға саҡырғастары аҙыраҡ өмөтөм уянғайны, унда тәртипкә ултырыр, бәлки, тигәйнем. Бына нимә сығарып ҡуйҙы...
Уны сабыр ғына тыңлап ултырған Рауил да шул саҡ бығаса берәүгә лә әйтмәгән зарын тышҡа сығарҙы:
--Ә мин һинең киткәнеңә ышанманым... Был бер яман шаяртыу, ҡурҡыныс төш һәм тағы әллә нимәләр тип уйларға риза инем. Унан, инде тамам һағынып һарғайғас, аҫылынайым да ҡуяйым, ни эшләп мин былай өҙгөләнәм әле, тип, һарайға сыҡһам, аҙбар артында кемдәрҙер һөйләшкән һымаҡ. Ҡараһам, Айбулат менән Ләйлә, һинең һыйыр һауғанда кейгән халатыңды ҡосаҡлап тиреҫ өйөмөндә ултыралар. “Һин илама. Һин иламаһаң әсәй ҙә, өләсәй ҙә ҡайта ул” тип тынысландыра һеңлеһен улым. Ә бит уның үҙенә ни бары биш, тегеһенә дүрт кенә ине... Шунда мин был балаларҙы һуңғы мәрхәмәттән яҙҙыра алмай икәнемде аңланым.
--Әгәр барыһын кире ҡайтарып булһа икән, Рауил?.. Киткән юлдан кире ҡайтып булһа икән?.. Мин уларҙы онотҡан икән тиһеңме һин? Юҡ! Бер көнгә лә, бер мәлгә лә...
--Онотормон, тимә...
--Эйе, онотормон тимә үткәндәрҙе... Һинең балалар менән туҡталышта торғаныңды төштәремдә күреп уянып, тәгәрәп ятып илауҙарым, вокзалға барып тороп та, ултырып китергә йөрьәт итмәй ҡайтыуҙарым... Шул көйөктә, шул әрнеүҙә ҡартайҙым мин. Ҡылығыма язаһын алдым, Рауил, тулыһынса алдым.
Тағы ла бер аҙ тынып ултырғас, ир әйтеп ҡуйҙы:
--Ләйлә... һиңә оҡшаған...
--Төҫкә. Холҡо һинеке, Аллаға шөкөр. Тыйнаҡ, аҡыллы итеп тәрбиәләгәнһең. Айбулат нисек? Быйыл уҡыуын бөтә тиме?
--Эйе. Көҙгә Армияға. Ул... һинең менән күрешергә риза түгел. Әлегә... түгел.
Әлифә көрһөндө:
--Аңлайым. Әгәр бер ваҡытта ла ғәфү итмәһә лә үпкәләй алмайым. Ләйләгә мең рәхмәт инде, минең өндәшеүемә яуап бирҙе. Айгизәрҙе ерләгәс, үҙем дә оҙаҡ тормам һымаҡ булды ла, балаларымдан ғәфү һорап булһа ла өлгөрәйем тип эҙләгәйнем... Ләйлә, изге йөрәкле бала, кисерҙе мине...
Йәштәре субырлап аҡты ла аҡты, үҙе һөйләне лә һөйләне ҡатын:
--Рәхмәт, Рауил һиңә, мең рәхмәт. Килеп хәл белеүең өсөн дә, балалар өсөн дә, һынмағаның өсөн дә. Бына, мин... һындым... баламды ла юғалттым... Һиңә... һеҙгә шундай ҡайғылар килтерҙем... Нисек күтәргәнһеңдер?.. Эй, Аллам... Шундай ҙа аңһыҙ ҡазаларға дусар булдым бит мин... Шундай ҙа язаларға, йән михнәттәренә юлыҡтым... Саҡ ҡына сабырлыҡҡа, саҡ ҡына рәхимлеккә эйә була алманым...Нимә өсөн бирелгән икән миңә был яҙмыш? Рауил? Нимә өсөн?
Рауилдың тауышында ғәйепләү юҡ ине:
--Мин дә был хаҡта күп уйланғаным булды, Әлифә. Һәм шундай һығымтаға килдем: яратыу өсөн. Сикһеҙ, самаһыҙ, онотолоп яратыу өсөн. Ярата белмәй яратыу өсөн...
--Эйе... дөрөҫ әйтәһең. Башҡалар бәхетһеҙлегендә ҡоролған ҡоротҡос, боҙоҡ, ҡара яратыу өсөн...

...Һалдат оҙатыусылар вокзалды күс айырғандағы һымаҡ гөжләтте. Бейегән, йырлашҡан, көлөшкән, илашҡан төркөмдәр береһенән-береһе уҙҙырып шауланы. Айбулатты дуҫтары уратып алып, әллә нимәләр һөйләгән булалар, үҙҙәренсә кәңәш бирәләр микән? Рауил уларҙы ситтән күҙәтеп, улының рюкзак-сумкаларын ҡосаҡлап тора. Вокзалдың әле был, әле теге яғына сығып сабырһыҙланып йөрөгән ҡыҙы, бер урап килә лә, янына тора.
--Ләйлүк-Ләйләйлүк, — тип эләкләй уны атаһы. Балаһының кәйефе ҡырыла барғанын тойоп, күңелен табыуы инде. Бәләкәйендә шулай тиһә, тегеһе көлөп ебәргән була торғайны.
--Килмәҫ тиһеңме? – ҡыҙының өмөтлө ҡарашы уның үҙәген өҙә.
--Әллә... ҡыйыулығы етмәҫ микән?.. Әйтә алмайым, ҡыҙым... Уға ла еңел түгелдер был аҙымды яһауы.
--Киләм, тигәйне... Айбулатты оҙатып ҡалғым килә, тигәйне...
--Әйтеү – бер, эшләү... Ана! Әсәйең бит?
Ләйлә ул күрһәткән яҡҡа “йәлп” әйләнде лә, бөтөн шау-шыуҙы баҫырлыҡ итеп ҡысҡырып ебәрҙе:
--Әсәй килде! Айбулат! Айбула-аат! Беҙҙең әсәй килде!!!

Автор:
Читайте нас: