+22 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
30 Май , 20:15

Үрелеп алған алма

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ   (Әсәйем Мәрйәм Хәйбулла ҡыҙының яҡты иҫтәлегенә бағышлайым) – Донъя малы – дуңғыҙ ҡаны. Нәплеүәйт донъяһына, Сәғиҙә килен. Бөгөн бер нәмә лә эшләп торма. Ыҙалама. Эш мәңге бөтмәй ул. Ул-был ит тә миңә бер сынаяҡ сәй яһап бирһәң, шул еткән. Бабай урманға киткәс, ауҡанда ғына иркенләп икәүләп һөйләшеп алырбыҙ, йәме? Һиңә күптәнән бирле әйтергә тип йыйынып йөрөгән һүҙҙәрем дә бар ине. Ошоғаса әйтмәйсә, һуҙып килдем. Шуның мәле килде. Ҡыҙҙарыма ла бөгөнгә килмәй торорға ҡуштым...

Үрелеп алған алма
Үрелеп алған алма

Урындыҡта радио тыңлап ятҡан Маһиҙә инәй ишектән инеп килеүсе Сәғиҙәне шул һүҙҙәре менән ҡаршыланы. Ятҡан еренән ынтылып, өҫтәл ситендә ултырған радиоалғыстың тауышын баҫты. Түшәгендә бишенсе йыл рәттән ята инде ул. Ҡабаттан аяғына баҫмаҫлыҡ булып, ошолай лыпындан ятыуы. Һин дә мин йүгереп кенә йөрөгән еренән. Үҙен, гүйә, донъяға ун бер бала тыуҙырған әсә тимәҫһең инде. Һаҡланманы шул, йәш ҡатындар кеүек бигерәк өтәлән ҡыланды. Инде етмеше тулып үткәс, килен йомшап ҡына түрҙә рәхәтләнеп ултырыр мәлендә берәр ботлоҡ ике биҙрәгә һыу тултырып, шуларҙы күтәреп кенә харап булып ҡуйҙы шул. Бабайы Ғөбәйҙулла, ҡаланыҡына оҡшатып, кранынан бороп алмалы итеп өйгә анһат һыу үткәреп тә биргәйне. Юҡ, ғүмере буйы нимәнелер күтәреп өйрәнгән кешене был ғәҙәтенән тыйып буламы ла анһатҡа күнектереү мөмкинме инде? Хәс тә йәш сағындағыса өтә баҫып, биҙрәләрен күтәреп, тиҙ-тиҙ генә йүгерә-атлап китмәксе иткәйне лә. Ҡулдарының көсө етте биҙрәләргә, тик аяғының мурт һөйәктәре генә күтәрә алманы бындай ауырлыҡты. Ыңғайы бер ҡолап китте. Шулай ҙа ҡулындағы биҙрәләрен ергә ултыртып өлгөрҙө...

Тамсы ла һыуы түгелмәне. Ҡара йәшенән алғайны ҡулдарына биҙрәләрҙе Маһиҙә. Көйәнтәләп шишмә юлдарын нисәмә тапҡырҙар тапаны. Тотош ил етешһеҙ йәшәгән юҡлыҡ йылдарында балаларын туйындырам-кейендерәм тип, шул уҡ биҙрәләргә еләк, муйыл, ҡарағат, бөрлөгән, сейә, бойҙай, һоло, арпа тултырып, ауылдарынан егерме биш саҡрымда ятҡан ҡалалағы баҙар юлын нисәмә тапҡырҙар үтте икән? Ул сағында йәш, баҫҡан еренән осҡон сәсрәтерлек сос, етеҙ ине. Уның биҙрәләре һәр саҡ тулы һыулы, ғәмәлдәре емешле, үҙе мул ҡуллы, сумарт, ырыҫлы булды. Ауылдың йөҙөк ҡашы, уңған килен, егәрле ҡатын, хәстәрлекле әсәй, өлгөлө өләсәй-ҡартәсәй ине ул.

Уға ауылдаштары ауыр саҡтарында йомош һорап килде. Үҙенең балалары күп булыуға ҡарамаҫтан, бер кемде лә кире бороп сығарманы ул. Һәр кемдең хәленә инә белде. «Алай ҙа беҙҙең ошо ҡотло ҡул Маһиҙә бар, унда һәр саҡ һораған нәмәң була. Бер кемде лә буш ҡул менән сығармай: аҡса алып торорғамы, башҡа төрлө әйберме, ризыҡмы, унан бер ҡасан да буш ҡул сыҡмайһың», – тиҙәр уның хаҡында ауылдаштары. «Маһиҙәнең ире уңған, ана, ҡарағыҙ, ун бер балалары булыу өҫтөнә, Ғөбәйҙулла ауылда иң беренсе булып «Жигули» һатып алды. Балалары ла ас йөрөмәй, өҫ-баштары бөтөн. Барыһына нисек өлгөрәләрҙер...» – тип әйтеүселәр ҙә табылды. «Ана шул ире булмаһа, шул ире арҡаһында кеше булып йөрөй, мин «Герой-әсә» тип күкрәк ҡағып...» – тип мат ҡурыусылар ҙа осраманы түгел, осраны. Ундайҙары ауылда берәү-икәү ине. Хәҙер килеп, Маһиҙә инәйҙең иңенән күтәргеһеҙ өйөлгән донъя йөгө ана шулай итеп өҙөлөп төштө. Донъя йөгөн ҡолап киткәнсе һөйрәне ул.

Ергә һығылып төшкән Маһиҙә инәй тәҡәтһеҙ ауыртыуынан сар-сыулап ҡысҡырып ебәрҙе. Йәне сығып китә яҙҙы. Янына йүгерә һалып килеп еткән бабайы Ғөбәйҙулла уны, сабый бала ише күтәреп, өйгә индереп һалды. «Тиҙ ярҙам» машинаһын саҡырҙылар. Район үҙәгенә алып барҙылар. Аяғының һынған таз һөйәктәрен фотоға төшөргән табиптарҙың кәңәше түбәндәгесә ине: ауырыуҙың таз һөйәктәре үтә нәҙегәйгән, улар ҡабат уңалмаясаҡ, йәбешмәйәсәк, шуға күрә уға район дауаханаһы шарттарында операция яһауҙың фәтүәһе юҡ. Республика клиникаһына йүнәлтмә яҙып бирҙеләр.

Ун һигеҙ йәшендә килен булып төшөп, ғүмер буйы Буранғол ауылынан бер ҡайҙа ла китмәй йәшәгән, өйрәнгән өйөнән, донъяһынан, балаларынан бер тотам да айырылмаған Маһиҙә инәй иң баштан уҡ «бармайым»дан һалдырып, табиптарға ҡаты ҡаршы торҙо. Яҡын да килмәне. «Йүнәлер яра үҙе йүнәлә ул. Бер ҡайҙа ла йөрөмәйем, бармайым, үлһәм үҙ йортомда ятып үләм. Анһат тиһегеҙме ер аяғы ер башында ятҡан Өфөгә барып аяғымды телдереп ятырға. Ыста. Оялмай. Ошо йәшәгәнем дә еткән, сама белергә кәрәк, фәлән-төгән...»

Фотоларҙы баш ҡалала йәшәгән улдары Әнүәр ҡайтып алып китте. Өфөләге киң билдәле хирургҡа алып барып күрһәтеп ҡараны ул. Атҡаҙанған табип, фотоларҙы ҡарағас, үҙе лә һиҙмәҫтән һыҙғырып уҡ ебәрҙе.

– Ай-һай. Бына ошо һөйәктәре һынған урынға тимер талыҡтар ҡуйырға була булыуын, – хирург ҡулындағы ручка менән фотоға төртөп күрһәтте. – Тик апайҙың үҙ аяғы менән йөрөй алыуы икеле. Алтмыш йәшендә ошо хәлгә ҡалһа – бер асыу. Аяғына баҫҡан хәлдә лә, оҙаҡ йөрөй алмаҫ, һөйәктәре икенсе урындан шаҡарылып һыныуы, һаулығы тағы ла нығыраҡ ҡаҡшауы бар.

– Нимә тәҡдим итәһегеҙ?

– Ул ғүмеренең ҡалған өлөшөн түшәктә ятып үткәрһә, яҡшыраҡ булыр, тип уйлайым. Һынған һөйәктәр аралығына кимерсәктәр үҫеп сығып, ялған быуын шарттарында ул ҡултыҡ таяҡ менән ипләп кенә баҫып йөрөүе лә бар. Уның йәшендәге бындай ауырыуҙарҙың күбеһе шулай йәшәй...

Маһиҙә инәйҙең Өфөгә барыуҙан баш тартыуға бәйле һиҙемләүе, ысынлап та, дөрөҫлөккә тура килде лә ҡуйҙы. Ғәжәп. Барыһы ла хирург әйткәнсә килеп сыҡты. Тәбиғи һиҙемләү тойғоһо, икенсе төрлө әйткәндә, интуиция инәйгә тыумыштан саманан тыш көслө итеп бирелгәйне. Ул, ғөмүмән, тормоштағы бик күп хәл-ваҡиғаларға, сетерекле ситуацияларға үҙенең ҡарашын алдан уҡ, ғалимдар теле менән әйткәндә, прогнозын белдереп, уларҙың һөҙөмтәһен дөп-дөрөҫ итеп әйтеп биреүе менән ауылда абруйлы кешегә әүерелгәйне. Был йәһәттән уға барыһы ла, бигерәк йәшерәк ҡыҙ-ҡатындар, хатта үҙенән өлкәнерәктәре лә кәңәшкә килде. Бала сағы һуғыш мәленә, юҡсыллыҡҡа тап килеп, Маһиҙә инәйгә уҡыу бөтөнләй эләкмәне, яҙыу-һыҙыу һәләте лә пенсия алғанда ҡултамғаһын ғына ҡуйырлыҡ кимәлдә генә ине. Ә бына тормош мәктәбен Маһиҙә инәй һис бер мәктәпкә алыштырғыһыҙ уҡыу йорто – академия кимәлендә тамамланы. Алпамыш кәүҙәле ире Ғөбәйҙулла иһә ғүмере буйы колхозда бригадир, тракторсы, комбайнсы. Ҡатмарлы техникаларҙы хатта бәйле күҙе менән дә һүтеп, кире йыя алған алтын ҡуллы механизатор, колхозсылар араһындағы үҙ-ара мөнәсәбәтте оҫта итеп ҡора белеүсе тәжрибәле һәм абруйлы бригадир Ғөбәйҙулла ағай ҙа ошо бәләкәй генә кәүҙәле ҡатынының көндәлек кәңәшенә һәр саҡ мохтаж ине.

Улай ғына ла түгел, әгәр ҙә ире Ғөбәйҙулла, ниндәйҙер эш башҡарырға ниәтләп, әгәр ҙә ҡатыны менән кәңәш итмәһә йәки ул эште үҙенсә генә башҡарһа, һәр саҡ уңышһыҙлыҡҡа осрап торҙо. Шуға күрә ире хатта бәләкәй генә сөйҙө ҡайҙалыр ҡағып ҡуйыр алдынан һәр саҡ башта Маһиҙә инәйгә кәңәш итте. «Әбей, әсәһе, һинең менән кәңәш итергә ине. Әгәр ҙә бына был эште шулай итеп башҡарһам, нисегерәк килеп сығыр ине икән?» тиеберәк өндәшә ине ҡатынына Ғөбәйҙулла. «Әбейе» уның әйткәнен тыныс ҡына көтөп торор, тәүҙә бер аҙ пауза яһар һәм үҙенең был мәсьәләгә мөнәсәбәтен, был эште нисегерәк итеп башҡарырға кәрәклеген белдерер. Иң мөһиме: әгәр ҙә ире тик ул әйткәнсә эшләһә генә, был ғәмәле уға уңыш килтерер. Киреһенсә осраҡта был көндәрҙә уларҙың ғаилә кәмәһенең төбө ҡомға терәлеп торор, ир менән ҡатын өнһөҙ аңлашыу мәлдәре кисерер. Әммә бындай мәлдәр оҙаҡҡа һуҙылмаҫ, тыныс ҡына ултырыуҙы ялҡаулыҡ тип һанаған Ғөбәйҙулла тағы ла берәр эш-ғәмәл уйлап сығарыр ҙа тағы ла бер көн килеп ҡатынының ҡолағына ғына «Әбей, әсәһе...» тип шыбырҙар. Шунан һуң барыһы ла киренән, өр-яңынан башланыр.

Уларҙың ғаилә тормошоноң уңышы ла Маһиҙә инәйҙең кәңәштәренә, ҡотло ҡулына бәйле икәнен күптәр белмәне лә шикелле. Ғөбәйҙулла ауылдың иң абруйлы ғаилә башлығынан, ил уҙаманынан һаналып, кистәрен ҡунаҡҡа барғандарында, был төбәктең яҙылмаған ҡануны буйынса, ғорур баҫып һәр саҡ алдан атланы. Мөһабәт ине уның һын-һыпаты, булмышы – һыпы, алпанлап атлап килеүҙәре, башҡалар һүҙе менән әйткәндә, дастуйный ирҙеке ине. Был саҡта ул ике баҫаһы урынға бер баҫты, юлындағы соҡор-саҡырсыҡтарға, бәләкәй ҡалҡыулыҡтарға иғтибар ҙа итмәне. Әллә юрый, әллә ысынлап артынан: «Бабай, бабай…» – тип эйәргән ҡатынын ҡыуып еткертмәҫкә теләп, ара-тирә аҙымдарын ҡыҙыулатып та алғыланы. Ҡатыны нимә генә тип өндәшһә лә, артына һис бер тапҡыр әйләнеп ҡараманы ир тип аталған кеше.

Ишетмәмешкә һалышты. Был саҡта артҡа боролоп ҡарау нишләптер был төбәк ир-уҙамандары өсөн «бисәүәхитлек»кә, йәғни ирҙәргә хас булмаған ҡылыҡҡа иҫәпләнә. Был саҡта урамдағы барыһының да күҙ-ҡарашы алдан барыусыға төшә. Уның ҡарауы, иренән ун биш – егерме аҙым артта ҡалып, атлай-йүгерә эйәргән ҡатыны Маһиҙә инәйгә иғтибар итмәнеләр ҙә шикелле. Ни тиһәң дә, ир кеше ғаиләнең бүрке, донъяның күрке бит инде. Уға ҡарап ирҙең ғаиләһе, ҡатыны, балалары хаҡында фекер йөрөтәләр.

Алдан ғорур атлаған Ғөбәйҙулла, ситтән ҡарағанда, йола ҡушҡанға ғына оло ғаиләнең башлығылай күренгәндер бындай саҡтарҙа, мир күҙе алдында үҙ маркаһын һаҡларға, дәрәжәһен төшөрмәҫкә теләгәндер. Ысынында инде ысын уылас уның артынан йүгерә-атлай эйәргән бәләкәй генә Маһиҙә инәйҙә ине. Ул үҙ донъяһы менән оҫта һәм аҡыллы итеп идара итә белгәнгә күрә лә Ғөбәйҙулланың аҙымдары ышаныслы. Ир кеше үҙ ҡатынынан бер башҡа юғары торорға тейеш, тигән яҙылмаған ҡанунды был төбәк ҡатындары аңдарына тыумыштан уҡ һеңдереп үҫә. Ауылдың, ғаиләнең ҡото, бәрәкәте ошо ҡанун үтәлеше менән һаҡлана ла инде.

Ире ниндәй генә булыуына ҡарамаҫтан, үҙенең ғаилә именлеге, балалары хаҡында уйлаған аҡыллы ҡатын бер ваҡытта ла ирен башҡалар, бигерәк тә балалары алдында хурламаҫ, кәмһетмәҫ. Был аҡылды ла Маһиҙә инәй бик яҡшы итеп үҙләштергәйне. Сөнки, башҡалар алдында ирен хурлаған, битәрләгән ҡатын үҙ балаларының юлын яба, тип әйтә халыҡ аҡылы. Был аҡылдың мәғәнәһен ҡатын үҙенсә аңланы. Хурлыҡлы булып иҫәпләнгән ирҙән тыуған балалар кемгә кәрәкһен дә, уларға кем ярҙам итһен инде? Ирен хурлаған ҡатындың балалары йүнләп үҙ ғаиләһен ҡора алмай, ундайҙарҙы яуаплы вазифаларға тәғәйенләп тә бармайҙар, перспективалы эшкә лә алырға ашыҡмайҙар. Хурлыҡҡа ҡалған ирҙең үҙенә лә, балаларына ла ышанмайҙар. «Үҙ балаларының юлын яба» тигәне тап ошонан килеп сыға. Шуға күрә Маһиҙә инәй үҙ балаларын тәрбиәләгәндә «Атайығыҙ» тигән һүҙҙе байраҡ итеп күтәрҙе һәм шул һүҙ менән балаларын кәрәк саҡта ҡурҡытып тотто, кәрәк саҡта аталарын өлгө итеп тә ҡуйҙы. Һөҙөмтә оҙаҡ көттөрмәне: атай кеше ғаиләнең иң өлгөлө ағзаһына әүерелеп, балалары өсөн идеалға әүерелде. Әсәһенең балаһына «Атайыңа әйтәм» тигән һүҙе иң ауыр язаға тиң ине.

Өй эсе балаларҙың шатлыҡлы тауышы менән тулған донъяла шау-гөр килеп йәшә лә йәшә бит инде. Йортҡа көтөлмәгәндә оло ҡайғы килде. Ғаиләлә баш бала – Мәндүҙә, ун беренсеһе лә ҡыҙ бала, уға иң өлкән апаһына оҡшатып Мәхмүзә тип исем ҡушҡайнылар. 1976 йылдың сыуаҡлы йәйе ине. Ошо йәй аяныслы рәүештә ике йәшлек Мәхмүзәне ун өс йәшлек ағаһы Әнүр менән донъялыҡтан алып китте. Улар биш минут эсендә бер-бер артлы әсәләренең ҡулында йән бирҙе. Ағыулы бәшмәк ашағандар, тигән булдылар. Әммә һуңынан был сәбәп иҫбатланмағас, табиптар ниндәй генә башҡа сәбәптәр табып аҡланырға, баштарынан себен осорорға теләмәһен, балаларҙың вафаты уларҙың үҙ вазифаһына һалҡын ҡарауынан, профессиональ кимәлдәре түбәнлегенән килеп сыҡҡаны бар донъяға мәғлүм ине. Атай менән әсәй кешенең ошо саҡтағы кисерештәрен тик үҙҙәре генә белә. Ергә уйылып китерҙәй инеләр. «Үлгән артынан үлеп булмай, әле балаларығыҙ күп, ҡалғандарына Хоҙай ғүмер бирһен. Ҡыйын булһа ла, түҙәһегеҙ инде...» – тинеләр ауылдаштары уларға. Кешегә теләк теләгәндә «Бала ҡайғыһы күрһәтмәһен» тиҙәр. Донъяла барлыҡ ҡайғылар онотолһа ла, ваҡыт уларға дауа була алһа ла, бала ҡайғыһы йөрәктә мәңгелектә ҡала икән. Юҡҡа ғына «Бала ҡайғыһы – йөрәктә» тимәгәндәр. Оло ҡайғы менән тетрәнгән ғаиләне әжәл тағы ла һағалап торған икән. Маһиҙә инәй ҡолап түшәккә ятҡас, инде ир ҡорона ингән улдары Әхмәтте килеп саҡты уның аяуһыҙ ҡаяуы. Типһә тимер өҙөрлөк ир-егеттең йөрәге көтмәгәндә тибеүҙән туҡтаны. Шундай уҡ тетрәнеү, шундай уҡ ҡайғы шаңдауы тағы бер тапҡыр ҡабатланды бер үк йөрәктәрҙә. Был юлы инде улын һуңғы юлға Маһиҙә инәй түшәгендә ятҡан көйө оҙатты.

«Ирҙе маҡтап тәрбиәләргә кәрәк» тигән аҡылды Маһиҙә инәй әсәһе Маһикамалдан отоп алып ҡалғайны. Әсәһе, унан айырмалы рәүештә, үҙ ваҡытында мәҙрәсәлә уҡып, ғәрәпсә уҡый-яҙа белгән, ғүмеренең аҙағынаса намаҙлығынан айырылмаған диниә зат булды. Донъяуи аҡыл да унда мөлдөрәмә тулы ине. «Беҙҙең башҡорт ирҙәре бер ҡатлы сабый менән бер ул, ҡыҙым. Әр һүҙе әйтһәң, кәмселеген әйтеп төрттөрөп алһаң, үсегеп, ҡыйтыҡ ат һымаҡ сығынлап баралар, алып ҡасырға әҙер генә торалар. Шуға күрә уларҙың күңелен үҫтереп, һәр саҡ маҡтап, ҡупайтып торорға кәрәк. Атайың Хәйрулла ла тап шулай ине. Урынлы-урынһыҙға, кәрәкһә-кәрәкмәһә лә, маҡтап бер һүҙ генә әйтһәң, үҙендә тау-таш аҡтарырлыҡ көс, дәрт, ғәйрәт таба торғайны. Беҙ ирҙәребеҙҙең ана шул холҡон белмәйбеҙ. Талапты баштан уҡ үтә ҙур итеп ҡуйып, билдәрен алдырабыҙ. Биле алынған ир һәүереккә әйләнә лә ҡуя. Ә бына башҡорт иренә кейәүгә сыҡҡан татар бисәһе ошо хәҡиҡәтте бик яҡшы белә һәм уның ыңғай сифатын үҫтерә белә. Ә беҙ иһә, ирҙәребеҙҙең бәләкәй генә кәмселегенә йәбешеп, үҙен юҡҡа сығарырға тырышабыҙ...» – ти ине ул йыш ҡына.

...Шул ҡолауынан бөтөнләйгә ятты ла ҡуйҙы Маһиҙә инәй. Тәүге айҙарҙа ошолай ятыуынан үҙе лә риза һымаҡ ине. «Иҫ белгәнемдән алып эш тә эш. Һуғыш йылдарында ҡырға сығып башаҡ сүпләгәндән башлап аяҡ эйеп ултырғаным булманы. Тамаҡ – ризыҡҡа, үҙем йоҡоға туйманым. Ял итеп алырға ла кәрәк. Рәхәт кенә, кеше йомшап ҡына тик кенә ятыуым. Әллә ҡасан пенсия алһам да, әле саҡ хаҡлы ялға сыҡтым. «Юлдаш» радиоһынан кәнсирт тыңлап тик ятам, көнө-төнө бер туҡтауһыҙ йырлайҙар», – тине ул хәлен белешергә килгән әхирәттәренә, күршеләренә, һыр бирмәҫкә тырышып. Тәүге осорҙа ғына шулай. Әммә тора-бара тик ятыу ҙа, туҡтауһыҙ ағылып торған йыр ҙа ялыҡтыра икән. Хәйер, бер урында тик кенә ятыуҙың һағышын шулай ятыусы үҙе генә беләлер.

Түшәктә ятҡан Маһиҙә инәйҙең янынан бер ваҡытта ла кеше өҙөлмәне. Үҙ аяҡтарында йүгереп йөрөгән сағында кешеләргә ул нисек кәрәк булһа, ауыр хәлгә тарығанында кешеләр ҙә уға шул тиклем кәрәк булып сыҡты. Үҙ ҡыҙҙарынан, улдарынан, килендәренән, ейән-ейәнсәрҙәренән, бүләр-бүләсәләренән тыш, ауырыуҙың хәлен белергә бик күптәр килде. Һәр ҡайһыһы күстәнәс тотоп инә, килгәс тә сәй ҡайнаталар, Маһиҙә инәй урындыҡта ятҡан килеш, улар шундағы өҫтәл артында күмәкләп мәжлес ҡоралар. Килеүселәрҙең араһынан инәй бигерәк тә өс өй аша йәшәүсе Сәғиҙәне яҡын күрҙе. Сәғиҙә – Маһиҙә инәйҙең ире Ғөбәйҙулланың затынан булған Ғәлиулланың хәләл ефете. Ире үлеп ҡалғас, етенсе йыл инде өйөндә яңғыҙы ғына көн күрә ине. Шуға күрә лә Ғөбәйҙулла менән Маһиҙә өсөн ул килен тип аталды. Сәғиҙәнең дә биш балаһы күптән инде үҫеп етеп, баш-күҙләнеп, һәр ҡайһыһы төрлө яҡҡа һибелеп, үҙ ғаиләләре менән йәшәй ине. Улар күрше йәшәгәнлектән, ике ғаиләнең балалары татыулашып бөткәйне.

Ғөбәйҙулла тракторына ултырып урманға киткәс, ошо мәлде оло түҙемһеҙлек менән көтөп алған Маһиҙә инәй түрбаш яҡта ҡашығаяҡ йыуған киленен саҡырып алды. Сәғиҙә уға сәй яһап килтерҙе лә урындыҡ янындағы бүкәнгә ултырҙы. Маһиҙә инәй тәүҙә радиоалғысты бөтөнләйгә һүндереп үк ҡуйҙы, бер уртлам ғына сәй һемергәс, «һүҙем бик оҙонға һуҙылыр» тигән ишара менән тамағын ҡаты итеп ҡырып ҡуйҙы. Һүҙен бик алыҫтан, хәтирәләрен яңыртыуҙан башланы.

– Әсәйем мәрхүмә беҙгә, үҙенең дүрт ҡыҙына: «Үрелеп алған алма булығыҙ, бер ваҡытта ла һеҙҙе эйелеп алмаһындар. Эйелеп алған алма татлы, әммә ул – барыбер ҙә өҙөлөп төшкән алма. Тик берүк үҙегеҙҙе ҡәҙерегеҙҙе белмәҫлек йән өҙөп алмаһын», – тип бик фәһемле һабаҡ бирә торғайны. Ғөбәйҙулла ҡайнағаң менән бер-беребеҙ өсөн үрелеп алған алма кеүек инек, Сәғиҙә киленем. Үрелеп өҙөп алған алма әсерәк, әммә аҙаҡтан алманың тәмен татыр өсөн иң тәүҙә уның әсеһен дә тәмләр кәрәк икән. Еңел табылған бәхет тә шулайҙыр, күрәһең, уның ҡәҙере лә еңел юғала. Тормоштоң да әсеһен, михнәтле ғазабын татымайынса тороп, уның тәмен дә тоймайһың инде ул. Әсәйем мәрхүмә ҡалай дөрөҫ әйткән, тип ятам мына. Ғөбәйҙулла ҡайнағаң менән тормошобоҙҙо башлаған саҡта бер нәмәбеҙ ҙә юҡ ине беҙҙең. «Бер нәмәм дә юҡ минең, Маһиҙә. Бәхетебеҙҙе бергәләп, мантышып табырбыҙ», – тигән һүҙҙәре һаман да иҫемдә. Ҡайным мәрхүм бик эшмәкәр, егәрле кеше булған, тип һөйләйҙәр. Ҡәйнәм мәрхүмә, Ғөбәйҙулла атаһына оҡшаған, тип ҡайнымды иҫкә ала торғайны. Бер ҡат кейеменән башҡа бер нәмәһе лә юҡ ине Ғөбәйҙулланың. Кейем тигәне лә: куфайка ла күлдәк-салбар, итек тә кәпәс инде ул. Хәҙерге йәштәр һымаҡ кейенеп йөрөмәк ҡайҙа, ҡәп ҡайҙа...

Һүҙенең ошо еренә еткәс, Маһиҙә инәй ауыҙы кибеп китеүҙән туҡталып ҡалды ла, ыйылып өҫтәл ситенә ҡуйылған сынаяҡты алып, бер тапҡыр ғына уртланы ла һүҙен яңынан дауам итте.

– ... Шулай итеп, эсе лыҡа кеше менән тулған бәләкәй генә өйгә килен булып төштөм. Ашарға таҡы-тоҡо, колхоздан килгән көндәлек нурмы менән генә көн күрәбеҙ. Тамаҡ ризыҡҡа туймай, бәләкәй өйҙә йүнләп йоҡларлыҡ та түгел. Ғөбәйҙулла көнө-төнө колхоз эшендә, таң һарыһынан өйҙән сығып китә лә эңерҙә генә ҡайтып инә. Бер йыл самаһы йәшәгәс, тәүге балабыҙ Мәндүҙә тыуҙы. Өй эсендә бөтөнләй һыйышмай башланыҡ. Шулай йәшәп ятҡанда тоттом да Ғөбәйҙуллаға: «Туҡалаҡ ҡына булһа ла, үҙ өйөбөҙ булһын ине ул. Үҙ иркебеҙгә, үҙебеҙ теләгәнсә әшкәүешләп йәшәр инек, исмаһам. Әллә үҙебеҙгә өй һалайыҡмы?» – тинем. Ирем һүҙемде күтәреп алды. Шунан икәүләп колхоздан егергә үгеҙ алып тороп, урманға өйлөк уҫаҡ ағасы ҡырҡырға киттек. Арбаға Мәндүҙәне һалып алғанбыҙ. Урманға барғас, сәңгелдәген ағасҡа элеп ҡуйҙыҡ та ике ҡул бысҡыһы менән ағастарҙы йығырға тотондоҡ. Шул саҡта тәүге тапҡыр айыу тауышын ишеттем. Ул кешегә оҡшатып ҡысҡыра ла, эт булып өрә лә, һайыҫҡан булып шыҡырыҡлай ҙа белә икән. Сәңгелдәктә ятҡан ҡыҙыбыҙға тейеп ҡуймаһын, тип ҡотобоҙ алынды. Күҙ алдыбыҙҙа һәр саҡ үҙебеҙ иркенләп йәшәргә хыялланған тормош торҙо. Үҙ өйөбөҙҙә үҙ көйөбөҙгә наҙлашып, һөйөшөп йәшәргә ынтылыу тойғоһо көслө ине, шуға күрә был ауырлыҡтар тойолманы ла тиерлек. Тәүге ике көндә өйлөк бүрәнәләрҙе ҡырҡып ҡайттыҡ. Уларҙы ауылға әлеге лә баяғы үгеҙҙәр менән ташып, үҙебеҙҙең тәүге өйөбөҙҙө һалдыҡ. Бик ҡәҙерле ине беҙгә ул өй. Үҙеңдең йортоңа ни етә инде ул? Ул арала икенсе ҡыҙыбыҙ, өсөнсөгә улыбыҙ тыуып өлгөрҙө. Тағы ауырға ҡалдым, тағы ла.

Илдәге тормош та ыңғай яҡҡа үҙгәрҙе, колхозсыларҙың тамағы икмәккә туйып, уларға эш хаҡы ла түләй башланылар. Тик ирем менән йорт һалып, үҙебеҙ өсөн үҙ өйөбөҙҙә үҙ көйөбөҙгә генә бер аҙ йәшәп алырбыҙ, тигән ниәтебеҙ килеп сыҡманы барыбер. Уның ҡарауы, йыл һайын тиерлек тыуып торған балаларыбыҙҙың шау-гөр тауышына күмелде бәләкәс кенә оябыҙ. Бер аҙҙан башта иркен тойолған туҡалаҡ өйөбөҙгә лә һыйышмай башланыҡ. Шунан һуң Һаҡмар аръяғына ҡарағайҙан ҙур өй һалып сыҡтыҡ. Был саҡта инде, уныһын инде, килен, үҙең дә беләһең, балаларыбыҙ ун бер булып китте. Йәш сағыбыҙҙа Ғөбәйҙулла менән икәүләп хыялланған үҙ көйөбөҙгә йәшәү теләге һаман да бар ине беҙҙә. Хәҙерге йәштәр, ана, һыңар балаһын да йүнләп ҡарай алмай. Ә беҙҙең өйҙә улар ун бер йән булды. Ә бармаҡтың ҡайһыһын тешләһәң дә ауырта. Хатта бер йылда бер юлы һигеҙ балабыҙ мәктәпкә сығып китер ине. Нишләйһең инде, юрғанды башҡа ябынһаң – аяҡ, аяҡҡа тартһаң, баш асылып китә. Түҙҙек. Бәхетемә, ирем дә тырыш, эшһөйәр. «Ярай, балалар үҫеп, баш-күҙләнеп, үҙ аллы йәшәп киткәс, үҙебеҙ өсөн әҙерәк йәшәп ҡалырға өлгөрөрбөҙ», – тип баяғы әмәлде иң һуңына, ҡартлыҡ көнөбөҙгә ҡалдырып торҙоҡ. Барыһын да балаларыбыҙға тип эшләнек. Әле килеп, кинйәкәүебеҙҙе өйләндереп, өй һалып, башҡа сығарып, еңел һулыш алырға иткәйнек, мына, килеп ятылды. Донъяны ныҡлап төҙөгәс, балаларҙы кеше итеп бөткәс кенә үҙебеҙ өсөн йәшәп ҡалайыҡ, тиһәк, буманы. Килеп сыҡманы. Бабай менән Хаж сәфәренә лә барып ҡайтырға хыяллана инек. Ғүмер тигәнем ҡуңалтаҡ итек кейеп, шығыр-шоғор үтте лә китте. Үрелеп алған тормош алмаһының ауыҙҙарҙы өтөр әсеһен генә татырға насип иткән икән Хоҙай миңә...

Ошо ергә еткәс, күҙҙәренә төйөлгән йәштәрен тыя алмаған Маһиҙә инәй һөйләүенән ҡапыл туҡтап, түгелеп-түгелеп иланы ла ебәрҙе. Уның һыҡтауы Сәғиҙә килененә лә күсте, ул да күҙенә йәш алды. Сәғиҙә хәленән килгәнсә түшәктә ятыусыны йыуатырға тырышты:

– Аһ-аһ, ни тип әйтеүең был, еңгәй? Ҡуй, юҡты, Маһиҙә еңгәй, ваҡытынан алда донъя менән хушлашып ятаһың. Кеше ишетеп ҡалмаһын, ана, ниндәй ирең, алтын ашыҡтай балаларың бар. Әле әллә кемдәрҙән һуң да йәшәрһегеҙ әле.

Сәғиҙәнең мыжыған кесе балаларҙы әрләп, илауынан туҡтатырға тырышыуына оҡшаған был һүҙҙәре түшәктә ятыусыға шундуҡ тәьҫир итте. Маһиҙә инәй, ысынлап та, аптыраулы ҡарашын үҙенең янында өлтөрәгән килененә төбәп, шымып ҡалды. Бүлмәлә бер аҙға ғына тынлыҡ урынлашты. Кем белә, бәлки, үҙен ошо рәүешле итеп йыуатыуҙарын теләгәнгә күрә лә шулай итәлер инде инәй. Олоғайған, бигерәк тә уның хәлендәге кеше сабыйға әүерелә инде ул.

– Күптән уйлап йөрөп, бөгөн һиңә әйтә торған һүҙем шул, Сәғиҙә киленем, – был юлы Маһиҙә инәйҙең тауышы ҡоро һәм ҡәтғи яңғыраны. – Күпкә бармам, ахыры, бөгөн төшөмдә үлгән балаларымды күрҙем. «Әсәй, ҡасан бында, беҙҙең янға, киләһең?» – тип саҡырып торалар. Баҡһаң, теге донъяла ла әсәй кәрәк икән. Быныһын да ташлап китеүе йәл, ирем, балаларым, тир түгеп йыйған донъям да тороп ҡала. Мин һине, ирең Ғәлиулла ҡәйнеш үлеп ҡалғандан алып, бик оҙаҡ итеп һынаным, киленем. Бирешмәнең, балаларыңды яңғыҙ аяҡҡа баҫтыра алдың. Беҙҙең ғаиләләр бер-береһен яҡын күреп, үҙ итеп йәшәне. Саҡырышып, ҡунаҡ янына алышып торҙоҡ. Балаларыбыҙ ҙа кесе йәштән бергә үҫеп, күптән бер туғандай күрә бер-берен. Шуға, киленем, минең һиңә әйтә торған һүҙем шул: мин үлгәс тә, ошо донъяға хужабикә булып кил. Башҡа берәүҙең дә ошо донъяма аяҡ баҫыуын теләмәйем. Һе, әллә бабайыма күҙ һалыусылар юҡ тиһеңме? Йәш сағында ла күп инеләр, береһен дә уға яҡын килтермәнем. Хәҙер ҙә минең үлгәнде генә көтөп, бында йүгереп килергә әҙер генә тороусылар бар. Әммә мин уларҙан иремде лә, балаларымды ла, донъямды ла ҡыҙғанам. Тик һинең генә бында килеүеңде теләйем. Һиңә генә ышанам. Оло ҡыҙым Мәндүҙәгә, бабайҙың үҙенә лә был хаҡта әйттем инде...

Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, ҡыҙҙар кеүек еңел һөйәкле, мөләйем йөҙлө Сәғиҙә урындыҡ ситенә ултыра төштө. Көтмәгәйне ул еңгәһенән бындай һүҙҙәрҙе. Көндәгесә, еңгәһе менән сөкөрҙәшеп сәй эсербеҙ, өй эсен йыйыштырырмын, тип килгәйне лә. Ә бында.

Ни тип әйтергә лә, көлөргә лә, иларға ла белмәгән Сәғиҙәгә һаман да тура ҡараған Маһиҙә инәй өҙөлөп ҡалған һүҙен дауам итте:

– Кире уйлама ла, мин бында барыһын да хәл итеп бөткәнмен. Иләре иләнгән, һуғыры һуғылған. Никахты минең ҡырҡымды үткәргән көндө уҡытаһығыҙ.

– Ыста, ней. Нисек инде улай, еңгәй, барыһын да хәл итеп бөткәнбеҙ, тиһең, һуң, еңгәй, ней бит, ниңә улай теге донъяға китергә ашығаһың? Ауыҙыңдан ел алһын был һүҙҙәреңде. Әле йәшәйбеҙ бит әле. – Уңайһыҙланыуын һәм оялыуын көскә еңә алған Сәғиҙә саҡ-саҡ ошо һүҙҙәрҙе әйтә алды.

– Мин мең тапҡыр уйлап, бер тапҡыр әйтәм, килен. Бер бөгөн түгел, өс йыл буйы уйланым был турала. Уйланып, нисәмә таң ашырҙым. Уйнап һөйләмәйем, мине үҙең беләһең. Тәүҙә һине тауыш итеп алып, бабай менән күҙләштереп һөйләшергә лә уйлағайным, тыйылдым. Бөгөн генә үлергә йыйынмайым да. Ыңһырлама, башҡаларға ҡалдырыр өсөн йыймағанмын мин был донъяны. Киләһең, тип әйткәс, киләһең. Әйттем – бөттө.

– Ғөбәйҙулла ҡайнағаға. Юҡ, еңгәй, был минән булмай. Беҙҙең йәш араһы ла байтаҡ ҡына.

– Йәш араһы, имеш, нимә, һиңә бала табырға түгел бит. Бабайым иҫән-һау, Хоҙай насип итһә, уның әле йөҙгә тиклем йәшәрлеге бар.

– Кеше көлөр бит, еңгәй. Минән бумай, ана, балаларым, һеҙҙең балалар нимә тип әйтер?

– Кешенең һүҙенә ҡарама, һөйләрҙәр ҙә, телдәре арығас, туҡтарҙар. Балаларыбыҙ күптән инде бергә. Төнә өлкән улың Әхәт инеп сыҡты. Үлгән Әнүр улымдың класташы бит. Үҙ улымды күргәндәй булдым. Инәй тип өҙөлөп тора янымда. Белгең килһә, Әхәт улыңды күргәс, һине үҙемдең урынға күрергә теләгән уйым нығынды.

– Барыбер, еңгә, мин һиңә өҙөп кенә яуап бирә алмайым, балалар менән кәңәшләшергә лә кәрәк.

– Мин һиңә, хәҙер үк кил, тип әйтмәйем. Әле уйла, ваҡытың бар әле. Бер-ике айҙан тағы ла был мәсьәләгә әйләнеп ҡайтырбыҙ.

– Юҡ, балаларым риза булмаҫ ул барыбер.

– Ыңһырлама.

– Уйлармын.

Ошо һөйләшеүҙән һуң Сәғиҙә ҡапыл ғына Маһиҙә инәй янына инмәҫ булды ла ҡуйҙы. Үҙенән елдәр иҫкәндәй тойолдо. Хәйер, бындайын етди тәҡдимдән һуң ниндәй килен әрһеҙләшеп, ҡабат-ҡабат был йорт тупһаһын аша баҫып үтә алһын инде. Дөрөҫөн әйткәндә, Сәғиҙә ауылдаштары алдында оло уңайһыҙланыу, оялыу тойғолары кисерә ине был көндәрҙә. Маһиҙә еңгәһе уға был тәҡдимде яһап өндәшкән саҡта тәне эҫеле-һыуыҡлы булып китте. Йәш сағында Ғәлиуллаһы уны әйттерергә тип килгәндә лә, ошоға оҡшашыраҡ тойғоно кисергәйне ул. Тик ул сағында уңайһыҙланыу, оялыу тойғолары был тиклем үк тәрән түгел ине. Бары тик тиҙҙән килен сифатында барып инәсәк йортҡа барып инеүгә бәйле күңел тулҡынланыуы ғына кисергәйне ул мәлдәрҙә. Хәйер, был тойғоно кейәүгә сығыусы һәр бер ҡыҙ кисерә.

Ә бында иһә хәл-күренеш бөтөнләй башҡасараҡ. Сәғиҙә ошо ауылға килен булып төшкәндән алып араларынан ел дә үтмәгән, ҡатышып йәшәгән ут күршеһе, серҙәш еңгәһе уны үҙенең урынына иренә ҡатынлыҡҡа димләй, әйттерә бит, ни тиһәң дә. Башҡа һыймаҫлыҡ ҡына түгел, ҡапыл ғына асылына төшөнөп етә алмаҫлыҡ хәл, ваҡиға. Борон да өлкән ҡатындар иренә сираттағы йәш бисәне үҙҙәре һайлашып, димләшеп алып бирешкән. Бында иһә хәл бөтөнләй икенсе төрлө: нисә тиҫтә йыл күңелгә-күңел йәшәгән еңгәһе Сәғиҙәне үҙенең урынына ҡатынлыҡҡа килергә өгөтләй. Маһиҙә еңгәһе инде нисә йыл буйы түшәктә ятып, уға ошо һүҙҙәрҙе әйтергә ҡыймай, уны һынамсыл күҙәтеп ятҡан. Тимәк, Сәғиҙә ошо йортҡа, түшәктә ятҡан еңгәһенә булышырға, өйөн йыйыштырырға тип килеп, асылда һынау аша үткән. Бына бит нисек! Оялмаҫлыҡ ерҙән оялырһың. Сәғиҙә бығаса ике ятып бер төшөнә инмәгән тәҡдим. Оло йөрәкле икән дә Маһиҙә еңгәһе, ниндәй батырлығы, ҡыйыулығы етеп, ошондайын тәҡдимде яһай алған. Тәүәккәллектең дә ниндәйе кәрәк бының өсөн. Сәғиҙә ирекһеҙҙән үҙен Маһиҙә еңгәһе урынына ҡуйып ҡарай ҙа, аптырауҙан баштары әйләнеп китә. Валлаһи, ул бындай аҙымға бара алмаҫ ине.

Уға нисектер Маһиҙә еңгәһенең тәҡдиме хаҡында бар ауыл белә, күптәр хәбәрҙар һымаҡ тойола. Өйө ҡаршыһындағы магазинға тип сыҡҡанында ла бөтә кешенең ҡарашы уға төбәлгән һымаҡ. Кешеләр ҙә уға шикләнеп кенә хәбәр ҡушҡан, уны һынап ҡараған кеүек. Хәҙер-хәҙер береһе яңылыштан ғына Маһиҙә еңгәһе хаҡында һүҙ ҡушһа, ул түгелеп илап ебәрер һымаҡ. Ҡыҫҡаһы, Сәғиҙә был көндәрҙә ғүмерендә бер ҡасан да кисереп ҡарамаған тойғолар донъяһында аҙашып йөрөгәндәй хис итте үҙен. Еңел түгел ине уға бындай көсөргәнеште үҙе менән күтәреп йөрөтөүе. Бер көн түҙмәне, ауылдағы иң яҡын серҙәше, һүҙе һыйған Зөлхизә әхирәтенә түгелде лә ҡуйҙы. Уныһы ла, Маһиҙә еңгәһе менән алдан һөйләшеп-килешеп ҡуйғандай, Сәғиҙәгә икеләнерлек урын да ҡалдырманы.

– Был – һинең яҙмышың, Сәғиҙә, Маһиҙә еңгә үҙе һине һайлағас, икеләнерлек, уңайһыҙланырлыҡ бер сәбәп юҡ. Риза икәнлегеңде белдер еңгәйгә...

– Һуң, Зөлхизә, мин нисек инде тере кешегә: «Мин һинең урыныңа килергә ризамын», – тип әйтергә тейеш һуң? Маһиҙә еңгә бит өҙмәй ҙә ҡуймай, ауыҙымдан ризалығымды йолҡоп алырҙай ҡылана.

– Ризамын, тип әйт һуң. Исмаһам, күңеле тынысланыр. Уның хәлен бит үҙең яҡшы беләһең.

– Үҙ балаларым алдында ла уңайһыҙланам, Зөлхизә. «Ҡартайған көнөңдә нимәгә кәрәк ул һиңә бабай?» – тип әйтеп ҡуйһалар.

– Аңлаһалар, әйтмәҫтәр. Алмалай сағыңда яңғыҙ ҡалып, бер үҙең уларҙы аяҡҡа баҫтырҙың. Ғәлиуллаңдың иҫтәлегенә хыянат итмәнең. Инде нимә? Үҙең өсөн дә йәшәргә кәрәк бит был донъяла, әхирәт? Ғүмер бер генә. Ике йәшәһәк, ярай, быныһында һиңә ошоноһо ла етеп торор, тип әйтер инем.

– Ғөбәйҙулла ҡайнаға менән беҙҙең йәш араһы ла байтаҡ ҡына.

– Ир менән ҡатындың, әбей менән бабайҙың йәш араһы булмай ул. Ғөбәйҙулла ағайға тирә-йүндә һоҡланмаған кеше юҡ. Өйөбөҙ тау башында ултырһа ла, мин ауыл эсендә йөрөгән хәбәрҙе вис ишетеп ултырам. Мин белгәндән генә беҙҙең ауылда Ғөбәйҙулла ағайға өс яңғыҙ ҡатын тамшанып йөрөй. Ишетһен ҡолағың!

– Ыста, шулай уҡмы?

– Атыу, әле Ғөбәйҙулла ағайҙың иң ауыр мәле. Йонсоп та китте. Еңгәй ятып киткәнгә лә байтаҡ ваҡыт үтте. Һин икеләнеп-өсләнеп йөрөгән ваҡытта берәр әрһеҙерәге янына барып, һүҙен алып ҡуйһа. Ғөбәйҙулла ағай кеше һүҙен йыға белмәй торған йомшаҡ күңелле кеше...

– Һин бигерәк инде, Зөлхизә.

– Мин әйттем, һин оноттоң, әммә оттоң. Бындай форсат бүтән һиңә сыҡмаясаҡ. Сыҡҡан көндә лә, барған бабайың Ғөбәйҙулла ағай ише булмаясаҡ.

Улар байтаҡ ҡына һөйләшеп ултырҙы. Күңеле бушап ҡалған Сәғиҙә еңел тын алды. Иң яҡын әхирәте Зөлхизә Маһиҙә еңгәһенең һүҙҙәрен бермә-бер ҡабатлай. Ҡабатлап ҡына ҡалмай, әле Сәғиҙә хатта уйларға ла баҙнат итмәгәнде әхирәте теле менән әйтеп бирҙе. Уның: «Был – һинең яҙмышың, Сәғиҙә, Маһиҙә еңгә үҙе һине һайлағас, икеләнерлек, уңайһыҙланырлыҡ бер сәбәп юҡ.» – тип әйтеүе Сәғиҙәгә үҙенең ҡаршыһында торған кәртәне ашатлап сығырға ярҙам итте. Ни тиһәң дә, Зөлхизә әхирәтенә Сәғиҙә оло рәхмәтле ине. Ҡатын үҙ йортона кисләтеп кенә ҡайтты. Төпкө яҡта элеүле торған, Ғәлиуллаһы менән йәш саҡтарында бергә төшкән фотоға текәлеп, оҙаҡ ҡына уйланып торҙо. Нисектер быға тиклем төшөндә Маһиҙә инәйҙең яһаған тәҡдименә ризалыҡ биреү генә түгел, яҡын да килмәҫтәй тойолған Ғәлиуллаһы был юлы фотоһында ризалағын биргәндәй, хатта уның йылдар артында ҡалған тауышы ла яңғырап киткәндәй тойодо: «Ҡалайтаһың инде, Сәғиҙә, һин был аҙымға барырға тейешһең, һин икебеҙ башлаған эште аҙағынаса алып барып еткерҙең. Балаларыбыҙҙы кеше иттең, бирешмәнең. Хәҙер инде үҙең өсөн дә йәшәргә хаҡлыһыңдыр...» – ти ине Ғәлиуллаһының нишләптер бөгөн йәнләнеп, теремекләнеп киткән ҡараштары. Сәғиҙә еңел һулыш алды ла «бисмилла»һын әйтеп, йоҡларға ятты. Тыныс йоҡланы ул был төндө.

Түшәк хужабикәһе килененә уйланыу мөҙҙәтен, ике-өс айҙан һуң, тип әйтһә лә, уны көтөп ике аҙна ятты ла, уныһы килеп күренмәгәс, түҙмәне, ейәнсәрен ебәреп, янына Сәғиҙәне саҡыртып та алды. Өй эсендә икәүҙән-икәү генә ҡалғас, һәр саҡтағыса тураһын ярҙы.

– Нимә, килен, килмәҫ булдың да ҡуйҙың ул? – Был юлы инде Маһиҙә инәйҙең тауышы бик йомшаҡ, үтенесле-ялбарыулы, мәғәнәле ине. – Мин, әллә һиңә төнә ҡатыраҡ итеп әйтеп, өркөтөп ҡуйҙым инде, тип ҡурҡып бөттөм, һатта инде. Миңә асыуланмағанһыңдыр ул?

– Нишләп асыулана, ти, еңгә, – Сәғиҙә уға яҡыныраҡ килеп, ярым шыбырлауға күсте. – Килергә уңайһыҙланып йөрөнөм.

– Уңайһыҙланырға һин ун биш йәшлек ҡыҙмы ни? Биш бала әсәһе бит һин. Ҡыйпысыҡлама.

– Әллә нисек бит, еңгә, – Сәғиҙә уңайһыҙланыуын һаман да еңә алмай ине. – Ғөбәйҙулла ҡайнаға, Мәндүҙә бикәсем нимә тинеләр һуң?

– Нимә тиһендәр инде, һәр ваҡыт үлем тураһында һөйләнеп тик ятаһың, тип әрләп ташланылар инде.

– Ә минең турала нимә тинеләр һуң? – Сәғиҙәнең бите алһыуланып китте.

– Бабайым: «Ул бит йәш, миңә киләме инде, әбей?» – тип икеләнеүен белдерҙе. Ҡыҙым: «Сәғиҙә еңгәй ней беҙҙең бәләкәй саҡтан алып иң яратҡан еңгәйебеҙ инде, ҡаршы түгелмен. Әгәр ҙә атайыбыҙ янында ул еңгәй йәшәһә, ул ҡараулы, күңелебеҙ тыныс булыр ине, еңгәй үҙе ризамы һуң?» – тине.

– Шулай тинеләрме? Ҡалай ҡыҙыҡ килеп сыҡҡан...

– Нимәһе ҡыҙыҡ?

– Һуң, еңгә, һин мине үҙеңдең урыныңа димләп ятаһың түгелме? Шуныһы ҡыҙыҡ бит. Ошоға тиклем йәшәп, һис ишетмәгән хәл бит был.

– Бына мин тиҙҙән үлермен, өсөмдө, етемде, ҡырҡымды үткәреп ултырырһығыҙ, ҡырҡымды уҡытҡас, бабайым менән никах уҡытырһығыҙ. Бына шул саҡта минең дөрөҫ эшләгәнемде аңларһығыҙ.

– Мин тиҙҙән үлһәм, ти ҙә тораһың, еңгә, аша һөйләшеп тик ятаһың түгелме һуң? Гел үлем тураһында һөйләйһең, ҡайнаға менән бикәсем дөрөҫ әйтә.

– Аша һөйләмәйем, дөрөҫөн әйтәм. Үлем түшәгендә ятҡанда ундай уйҙарҙы ла уйлайһың инде ул, киленем. Көндән-көн, һулыу һайын үлемдең һиңә яҡыная барғанын нығыраҡ тояһың, әммә бер нәмә лә эшләү мөмкин түгел. Еңел түгел, әммә барыһына ла күнергә тура килә.

– Тыуымдан ҡалмағас, үлемдән ҡалмайбыҙ. Бөтәбеҙ ҙә үләбеҙ инде ул, еңгә!

– Шуға әйтәм бит, киленем, миңә тыныс күңел менән үлер өсөн һинең һүҙеңде алып ҡалырға кәрәк. Һин аңла мине, киленем, башҡа бер кемгә лә мин үҙемдең урыныма ҡалырға ризалығымды бирә алмайым.

– Ундай ышанысың өсөн рәхмәт, еңгәй, һуң, мин хәҙер һиңә нимә тип әйтергә тейешмен инде?

– Һүҙеңде бирәһеңме?

– Тел һөйәкһеҙ, нимә тип әйтергә һуң?

– Мин үлгәс, бабайым янына, ошо донъяға киләһеңме һин? – Маһиҙә инәй «һин» тигәнгә айырым баҫым яһаны. – Һин генә килергә тейешһең бында. Донъя көтөргә, берәренең һоғо теймәһен, Ғөбәйҙулла ҡайнағаңдан да егәрлерәк кешене таба алмаҫһың. Мин уның менән илле йылдан ашыу йәшәгән кеше булараҡ әйтәм.

– Мин йортһоҙ кеше түгел бит, еңгәй, үҙ йортом, үҙ донъям, унда ҡайтып йөрөгән балаларым да бар.

– Балаларың ике өйгә лә ҡайтып йөрөрҙәр. Улар минекеләр менән былай ҙа татыу. Кисә генә Өфөнән Әнүәр улым ҡайтып китте. Беләһеңме ул миңә нимә тине?

– Нимә тине?

– Һинең Әхәт улың Өфөлә һәр урында «Әнүәр – минең бер туған ағайым» тип үҙе менән таныштырып йөрөй икән. Белгең килһә, улар күптән бер туғанға әүерелгән.

– Нимә, һин, еңгә, Әнүәргә беҙҙең һөйләшеү тураһында бер һүҙ ысҡындыр- ғайныңмы әллә?

– Ю-у-у-ҡ, нишләп әйтәйем, ти, килен, бер кемгә лә әйтмәнем. Балдый тиһеңме мине әллә һин? Беҙҙең һөйләшеү хаҡында дүрт кеше генә белә: һин дә, мин дә, Ғөбәйҙулла ҡайнағаңда, Мәндүҙә бикәсең.

– Әхәт менән Әнүәр бала саҡтарынан уҡ дуҫ инде, еңгә, Әхәт үҙе баш бала, исмаһам, бер туған ағайым булһа, тип хыяллана торғайны. Уның Әнүәрҙе бер туған ағайым тип атауы аңлашыла инде ул, еңгә. Бында мин аптырарлыҡ бер нәмә лә күрмәйемсе.

– Мин улай ғыналыр тип уйламайым, килен. Улдарыбыҙ бер-береһен «бер туған» тип атай икән, беҙҙең ғаиләләрҙең яҙмышын Хоҙай үҙе әшкәртә. Әнүәр үҙе лә: «Әхәт миңә бер туған ҡустымдар кеүек яҡын...» – ти.

– Хоҙай әшкәртә, тиһеңме? – Сәғиҙә өсөн был һүҙҙәр көтөлмәгәндә әйтелгән һымаҡ тойолдо, ул еңгәһенә аптыраулы ҡараш ташланы. – Һин, еңгә, ул тиклем борсолма! Мин бит, еңгә, былай ҙа ҡаршы түгелмен. Тик һинең туҡтауһыҙ үлем һүҙен ҡабатлап тороуың ғына оҡшамай.

– Шуға әйтәм дә инде, килен, мин үлгәс, Әхәт улыңдың бер туған ағай тураһындағы хыялын тормошҡа ашырырға тейешһең инде.

– Йә, ярар, аңланым бит инде, еңгә. Сит кеше ишетеп ҡалмаһын.

– Рәхмәт, киленем, инде иркенләп, рәхәтләнеп үлергә генә ҡалды инде.

– Ауыҙыңдан был һүҙҙәреңде ел алһын, еңгә.

Ана ҡайһы яҡтан килеп «ҡаманы» Маһиҙә инәй Сәғиҙә киленен. Сигенергә, икеләнергә, уйланырға һис кенә лә урын, форсат, сәбәп ҡалдырманы. Сәғиҙә көтмәгәндә үҙенән-үҙе еңгәһенә һүҙ биргәнен дә һиҙмәй ҡалды. Һүҙ, аҡыл, ихтыяр көрәшендә ауылда берәүҙе лә алдына сығармаған, теләһә ниндәй мәсьәлә буйынса ла һәр кемде инандыра, үҙенең яғына ауҙара алған, тормош академияһын «Герой-әсә» ордены менән тамамлаған Маһиҙә инәй түшәгендә ятҡан килеш тантана итте, оло байрам тойғоһо кисерҙе. Сәғиҙә килене уға сәй яһап, еңгәһенең үтенесе буйынса унда бальзам тамыҙып алып килгәнсе, үрелеп радиоалғысын тоҡандырып ебәрҙе. «Юлдаш» каналынан концерт бара ине. «Аҡсарлаҡлы күлдә» йырын тапшыралар икән. Ҡушылып йырлап та ебәрҙе:

Пар силәктәремде сайҡай-сайҡай,

Аҡсарлаҡлы күлдән һыу алдым.

Аҡсарлаҡлы күлдән һыу алғанда

Ниңә генә һиңә күҙ һалдым?

– Еңгәй, әллә моңайып та киттең инде? – Батмус менән урындыҡ янына сәй-шәкәр, башҡа ашамлыҡтар тотоп килеп еткән Сәғиҙәнең йөҙөнә ҡояш ҡунған.

– Ғүмер үтте бит, килен, моңайырһың да, моңайыу ғына түгел, урбайырһың да, – Маһиҙә инәй үрелеп радиоалғыстың тауышын баҫты. – Ғөбәйҙулла ҡайнағаң менән яңы танышҡан саҡтар иҫкә төштө. Беҙ, бер колхозға ҡараған өс ауыл йәштәре, урманда бүрәнә ҡырҡып яттыҡ. Беҙ, Таулыҡая ауылы йәштәре, Буранғол ауылындағы тиҫтерҙәребеҙ менән элек тә ныҡ аралашып, байрамдарҙа бутҡа ашарға ҡунаҡҡа саҡырышып торҙоҡ. Мин кәшәүәр инем, йылғаға һыу алырға төшкәндә Ғөбәйҙулла тигән егет атын һуғарырға төштө. Уға тиклем дә уның матур итеп йырлағанын, ҡурай тартҡанын тыңлағаным бар ине. Шунда таныштыҡ инде. Ошо йырҙағы кеүек.

– Һеҙҙең өйләнешеү ҙә ҡыҙыҡ ҡына килеп сыҡҡан, тип һөйләйҙәр, – Сәғиҙә урындыҡ янындағы өҫтәлгә батмусын ҡуйып, ашамлыҡтар теҙҙе. – Нисегерәк һуң?

– Нисек тип, ҡапыл килеп сыҡты инде. Туй үткәрергә, ҡапылдан йәшәй башларға бер нәмәм дә юҡ. Аҙ ғына баш-күҙ алам да шунан һине әйттерергә килермен, туй үткәрербеҙ, тип килешкәйнек Ғөбәйҙулла менән, – Маһиҙә инәй сәй уртлап алды. – Шунан ауылдағы бер мәрәкә яратыусы кеше Ғөбәйҙуллаға: «Һин нимә ҡарап йөрөйһөң ул? Әле генә Таулыҡаянан ҡайттым, силсәүит рәйесе һинең Маһиҙәңә яусы ебәрергә йөрөй», – тип шыттырып, тегенең күңеленә ҡотҡо һалған. Шунан ней, бының күҙенә аҡ-ҡара күренмәй, юлында осраған тәүге атҡа һикереп менгән дә Таулыҡаяға сапҡан. Килеп етте лә, ай-вайға ҡарамай, туғандарын саҡырып, ҡапыл йыйналып, ул заманса туй үткәреп, ҡырпаҡ ҡарҙа силсәүит биргән атты кашауай санаға егеп, Буранғолға алып ҡайтты инде...

– Ысынлап та, бик ҡыҙыҡ килеп сыҡҡан икән, утһыҙ ерҙә төтөн сыҡмай.

– Өтәлән холҡон, бер аҙ кәлсәклеген генә иҫәпкә алмағанда, бик ыңғай, яҡшы күңелле, тырыш, егәрле кеше ул ҡайнағаң, килен.

Донъялыҡтан шулай еңел генә итеп ысҡынырмын, йән тартҡылашыу ғазаптарынан анһат ҡына ҡотолормон, тип уйламағайны Маһиҙә инәй. Оло яуға әҙерләнгәндәй килгәйне ул был мәленә. Йәнен фәрештәләр ҡулына анһат ҡына тоттороп ебәрмәҫкә ине уның ниәте. Уның ай күргәндәй, ҡояш алғандай тойолған ғүмере ус төбөндәгеләй күренде уға ошо саҡта. Иң тәүҙә күптән инде гүр эйәһе булған әсәһе, атаһы, туғандары, тыуған ауылы күҙ алдына килде, артабан сабый сағы, буй етеүе, Ғөбәйҙуллаһы менән танышҡан, өйләнешкән, ғүмер иткән, сабыйҙары тыуған, башы башҡаланған мәлдәре – был күренештәр уның күҙе алдынан бер нисә секунд эсендә генә йүгереп үтте. Шул тиклем дә ҡыҫҡа ғына икән дә был ғүмер тигәндәре.

Әжәл килеүен, уға йәнеңде бирмәй тартҡылашыуыңды үтә ҡурҡыныс кисереш тип һөйләүселәр төптө яңылышҡан икән дә. Ҡайһылай рәхәт, аңлатып бөтмәҫлек ләззәтле икән йәнеңдең мең ғазаплы, һыҙланыулы тәнеңдән айырылып, ҡотолоп, һауаға, иркенлеккә күтәрелеп сығыуы. Уларҙың ауылы лөғәте менән әйткәндә, «этем рәхәте», «уппағәҙәрем» еңел икән был үлем тигәндәре. Осҡалаҡты уларҙың ауылында ниңәлер фирҙәүес тиҙәр. Шуны осорған кеүек, бармағың осона йәнеңде осҡалаҡты ултыртҡан кеүек ултыртаһың да һамаҡлайһың:

Фирҙәүес, фирҙәүес,

Атайыңдың һары тунын

Кей ҙә ос...

Ошо һүҙҙәрҙе әйтеүең була, бармағыңдың осона барып етеп, артабан китер юлы ҡалмаған осҡалаҡ ҡанаттарын елпеп осоп та китә. Йән биреүҙәрең дә тап шулай, бала саҡта осҡалаҡ осорған кеүек кенә икән дә.

Йәне тәненән айырылып сығырын бар булмышы менән тойған Маһиҙә инәй янына бабайы Ғөбәйҙулланы, балаларын саҡыртып алды. Ғәзиз балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, бүләр-бүләсәрҙәре, кейәүҙәре, күршеләре, туғандары, башҡа ауылдаштары уның менән күҙмә-күҙ ҡарашып, берәм-берәм бәхилләште. Өфөләге Әнүәр улына, тағы ла Өфө аръяғында йәшәүсе ҡыҙы Бибигөлгә шылтыраттырҙы. Улар ҙа юлға сыҡҡан, тик ҡайтып өлгөрмәҫтәр инде.

Бына уға Сәғиҙә килене менән дә бәхилләшер мәл етте. Юғалып барған тауышынан һүҙҙәре өҙөлөп-йолҡолоп ҡына, ишетелер-ишетелмәҫ сыҡты.

– Бәхил бул, килен, балаларымды, бабайымды ташлама. Һөйләшкәнсә, ҡырҡымды уҡытҡас, йәме? Тот ҡулымды!

– Бәхил бул, еңгәй, урының ожмах түрендә булһын, балаларың, бабайың өсөн борсолма. – Сәғиҙә еңгәһенең һыуына барған уң ҡулын ике усына алды.

Ғөбәйҙуллаһы ауылдың башҡа ҡарттары янында ясин уҡырға ултырҙы. Кемдер берәү илай башланы, әй, шул үҙе икән – тиҙ генә күҙенә йәш алып барған моңло тауышлы икенсе ҡыҙы Нурлыгөл илай икән. Иламаһа ла ярар ине инде, әсәһенә шул тиклем рәхәт, шуға илайҙар тиме? Маһиҙә инәй ҡыҙын тыйырға, йыуатырға ынтыла, ниҙер әйтергә лә самалай, тик теле генә әйләнмәй.

...Бик матур итеп, боронғо йырҙы башҡарған һымаҡ итеп уҡый намаҙҙы бабайы. Ошо тауыш уны йәш сағында үҙенә ғашиҡ иттергәйне. Хәҙер инде шундай наҙлы итеп ойота – әллә әүен баҙарына, әллә башҡа төрлө, бығаса ике ятып бер төшөнә инмәгән ләззәтле донъяға олғаштыра.

...Бына шул моңло тауыш Маһиҙә инәйҙе түшәгенән сабый бала ише еңел генә күтәреп алды ла түбә таҡтаһына тиклем күтәреп үк ҡуйҙы. Инәй был хәлен тойоуҙан ғәжәпкә ҡалды. Ул бит инде нисәмә йыл аяҡтарын да йүнләп ҡыбырҙата алғаны юҡ. Иң ҙур уңышҡа өлгәшкән хәрәкәте – коляскаға ултырып өй эсе буйлап йөрөү. Хәҙер килеп. Шулай еңел генә аяғына баҫып этенде лә һауа күтәрелеп үк китте. Ыста. Ул бит һаман да урындыҡта ята түгелме һуң? Улай булғас, ниңә бында түбә таҡтаһында тора? Төш күрә, буғай. Ул ғына етмәне, бына ул түбә таҡтаһын, өй ҡыйығын үтәнән-үтә сығып, һауаға уҡ күтәрелеп китте түгелме?..

... Шул тиклем рәхәт уға, еңел, ләззәтле, тәненең, быуындарының һыҙлағаны, аяҡтарының зәңкеп ауыртыуы бөтөнләй һиҙелмәй. Был ни ғиллә? Үҙенең ихатаһы, йорто тирәһен йәшен тиҙлегендә зыр әйләнеп сыҡҡан Маһиҙә инәй тағы ла юғарыраҡ күтәрелде лә ауыл өҫтөнән шыҡыйып осто. Үҙенең хәленә үҙе аптыраны ул. Нисек инде етмеш дүрт йәшлек әбей кеше ошолай еңел генә һауала осоп йөрөй ала? Әҙәм ышанмаҫлыҡ аптыраҡ. Ул алапай елфрүз кеүек һауала осоп тик йөрөй. Етмәһә, бығаса тәҡәтһеҙ ауыртҡан, һыҙлаған урындарын бөтөнләй тоймай ҙа тиерлек. Туҡта, ҡайҙа һуң уның аяҡтары, ҡулдары, бите? Юҡ бит. Улай ғына түгел, уларҙың урынында торғанын һәрмәп ҡарарға ҡулдары ла юҡ түгелме? Бына уның ирендәре, теле, тештәре, тик ниңә тештәренең ҡыҫыуына ирендәре, теле ауыртмай һуң? Улай булғас, ниңә былар барыһы ла бар кеүек тә, тотоп, тешләп, һәрмәп ҡарайым тиһәң, юҡ.

... Ул бит иректә. Ысын мәғәнәһендәге иректә. Һауалағы ҡош кеүек. Кем белә, бәлки, был кисерештәре ысынлап та төш кенәлер? Төш кенә икән, ирек, азатлыҡ бер эләккән сағында йөрөп ҡалһын әле. Юғиһә, биш йылдан артыҡ бер урында тик ятып шытып киткән бит ул. Бына ул Буранғол ауылын һауанан осоп үтте лә урман-ҡырҙар, тауҙар аша тыуған ауылы Таулыҡаяға яҡынлаша башланы. Бына ауылы өҫтөндә оса. Бына уның тыуған йорто, уйнап үҫкән урамдары, йылға буйы, туғайлыҡтар, ҡалҡыулыҡтар, бына Арҡыса буйы, ауыл ситендәге зыярат. Бына әсәһенең ҡәбере, күптән инде бында булғаны юҡ. Биш йыллап барҙыр. Туҡта, улар бит нәҡ биш йыл элек ире Ғөбәйҙулла менән әсәһенең ҡәберенә килгәйнеләр. Ә нишләп биш йыл буйы тағы ла бында килеп әйләнмәне һуң? Эйе, ул ике ҡулына ике ботлоҡ биҙрә менән һыу күтәреп ҡолап китте, шул ятыуынан тора алманы. Эйе, барыһы ла иҫенә төштө. Хәҙер бына ул түшәгендә ята һәм төш күрә. Хәҙер бына күҙҙәрен асып ебәрәсәк тә, барыһы ла үҙ урынына ҡайтасаҡ. Тик ниңә күҙҙәрен аса алмай һуң ул? Улар йомоҡ булғас, ниңә был күренештәрҙе ул ысын итеп күрә һуң? Етмәһә, үҙе осоп йөрөй. Маһиҙә инәй әсәһенең ҡәберен йәнә бер тапҡыр осоп урап үтте лә йәнә бер тапҡыр тыуған ауылына күҙ атты. Ана, кешеләр ҡәҙимге тормош менән йәшәп ята. Урамда һирәк-һаяҡ кешеләр йөрөгәне күренеп ҡала. Туҡта, тыуған ауылымда берәр таныш кешене осратмаммы икән? Бәлки, иҫәнлек-һаулыҡ һорашырмын, ауыл хәлдәрен белешермен. Инде ҡасандан бирле тыуған ауылымда булғаным юҡ.

... Маһиҙә инәй ауыл урамында инде олоғайып бөткән Хәмдиә әхирәтен бер ҡарауҙа уҡ танып алды. Тап үҙе, өйрәктәй йәйелеп, алпанлап атлауына тиклем үҙгәрмәгән. Ҡулында ауыр ғына сумка. Магазиндан ҡайтып бара икән.

– Хәмдиә әхирәт, ни хәл? – Әхирәтенең ҡаршыһына сығып баҫҡан Маһиҙә инәй уға ике ҡулын һуҙып килә башланы. – Бына мин Таулыҡаяға килдем әле. Әле зыяратҡа инеп, әсәйемдең ҡәберен күреп сыҡтым...

Ай-һай, ҡалай эреләнгән Хәмдиә, әхирәтенең һаулығын алмау ғына түгел, үҙен дә күрмәмешкә һалышып үтте лә китте. Әллә һаңғырауланған, әллә күҙҙәре насар күрә инде. Маһиҙә инәй үҙенән алыҫлаша барған әхирәтенә хәҙер инде ҡысҡырып өндәште. Иң ҡаты ҡолаҡ һаңғырау ҙа ишетерлек итеп ауыл урамын яңғыратты.

– Хәмдиә, тим, хәлдәрең нисек, тием?..

Әхирәте тағы ла уның өндәшеүенә иғтибар итмәне. Хәҙер инде Маһиҙә инәй уның үтер юлына арҡыры сығып баҫты ла килеп еткәнен көтөп тора башланы. Һе, ҡайһылай эреләнеп киткән был Хәмдиә, үҙе күҙгә текәлеп өҫкә менеп килә, үҙе ырыя ғына ҡарай бит әле. Йәнәһе, кем әле һин минең юлыма сығырға, тип әйткәндәй уның ғәмһеҙ ҡараштары. Аралары ике-өс аҙым ҡалғас, Маһиҙә инәй ике ҡулын һуҙып уға ҡаршы атланы.

– Һаумы, әхирәт?..

Был юлы инде әхирәте уның һаулығын алмау ғына түгел, юлына ҡаршы сығыусыны ураманы ла, Маһиҙә инәйҙе лысҡылдата тапап үтте лә китте. Сытыйманы ла, исмаһам. Юҡ, әхирәтен тапап үтмәне ул, сөнки үҙе аша үтеп киткәндән һуң да Маһиҙә инәй ерҙә баҫып торған килеш ҡалды, тик Хәмдиә генә уға иғтибар итмәне. Маһиҙә инәй үҙенә Хәмдиә әхирәтенең ҡағылғанын бөтөнләй тойманы ла. Үҙенең был халәтенә хайран ҡалды. Тимәк, уның тәүге фаразы дөрөҫ: ул бит төш күреп ята. Осоп йөрөүе, тыуған ауылына, әсәһенең зыяратына килеүе, Хәмдиәне күреүе – былар барыһы ла төш кенә. Маһиҙә инәй күҙен асырға, уянырға итте, тик ниңәлер күҙҙәре асылмай. Юҡ, уның күҙҙәре асыҡ, ул донъяны күрә, тик ысынбарлыҡҡа ҡайта алмай ыҙалана түгелме? Туҡта, ул бит үҙ өйөндә ята ине, тимәк, күҙен асыр өсөн уға Буранғолға ҡайтырға кәрәк.

... Һауаға еңел генә күтәрелде ул. Буранғол яғына елдәй иҫте. Осоп барған килеш аҫҡа ҡараны. Ауылға ҡарай һуҙылған шоссе юлдан аҡ машина елдерә. Ниңә был машина шундай шәп тиҙлектә бара һуң? Юлындағы ваҡ таштарға, ямғыр йыуып хасил иткән соҡорсоҡтарға ла иғтибар итмәй. Ҡана, ҡарайым әле: кемдәр ултыра һуң был машина эсендә? Маһиҙә инәй йәшен тиҙлегендәй хәрәкәт менән аҫҡа төшөп, машинаның эсендә ултырыусыларға күҙ һалды. Бәй, Әнүәр улы менән Бибигөл ҡыҙы бит. Өфөнән ҡайтып киләләр. Ниңә шул тиклем ҡыуалар һуң улар? Нимәгә шул тиклем ашығалар? Аварияға эләгеп-фәлән ҡуймаһалар ярай ҙа. Машиналағылар өсөн йәнен усы эсенә алған Маһиҙә инәй балалары артынан эйәрҙе. Аҡ машина, Буранғолға килеп ингәс, уларҙың өйҙәренә табан боролдо. Ихатаға бик күп кешеләр йыйылып киткән икән. Ниңәлер барыһы ла энә йотҡан кеүектәр. Нимәгә йыйылғандар һуң улар бында?

Әнүәр улы менән Бибигөл ҡыҙы машинанан төштөләр ҙә, шунда йыйылған кешеләр менән һаулыҡ та һорашып тормаҫтан, өйгә йүгереп инеп киттеләр. Маһиҙә инәй ҙә уларҙың артынан ҡалышманы. Бына өй эсе, бына уның урындығы, унда берәү ҙә юҡ. Ҡайҙа һуң ул? Маһиҙә инәй балалары артынан эйәреп төпкә яҡҡа үтте. Бында ла, тыштағы кеүек үк, байтаҡ ҡына кеше йыйылып киткән. Бер яҡта ауыл аҡһаҡалдары, икенсе яҡта Маһиҙә инәйҙең йәштәштәре, апайҙары, еңгәләре ултыра. Урталыҡта кәфенлеккә уралған кемдер ята. Кем үлгән һуң? Ҡайһылары күҙенә йәш алған. Нимә булған һуң бында? Әнүәр улы менән Бибигөл ҡыҙы урталыҡта ултырған аталары Ғөбәйҙулла янына килде.

– Атай, беҙ ҡайтып еттек, – тине улар, аталарын ҡосағына алғандай. Маһиҙә инәй бабайының таныш тауышын ап-асыҡ ишетте:

– Әсәйегеҙ һеҙҙең ҡайтып еткәнде көттө, тик өлгөрмәнегеҙ, балаларым. Һеҙҙе көтөп ултырабыҙ. Бына ҡарағыҙ, хушлашығыҙ ҙа, хәҙер зыяратҡа алып китәбеҙ...

– Аһ-аһ. Нимә һөйләйһең һуң һин, бабай? Бына бит мин тере, эргәңдә баҫып торам. – Маһиҙә инәй бабайының яурынына ҡулы менән ҡағылырға итә, тик ҡағыла ғына алмай. – Әнүәр улым, Бибигөл ҡыҙым, атайығыҙға ышанмағыҙ, бына мин бында торам, теремен.

Әммә уның һүҙҙәренә ҡолаҡ һалыусы кеше генә булманы. Хатта ишетмәнеләр ҙә кеүек. Балалары аталары күрһәткән ергә, кәфенлектең ситен ҡайырып асҡан урынға, ҡараны. Маһиҙә инәй ҙә күҙ һалды унда. Күргәненән терт итеп ҡалды. Үҙе ята түгелме һуң кәфенлек эсендә? Кемде-кемде, ул үҙен һис һүҙһеҙ таныны. Танымай буламы һуң: шул йөҙөнә нисәмә мең тапҡыр көҙгө аша ҡарап торғаны бар.

... Бер нисә тапҡыр кәфенлектә ятҡан үҙ тәненә инеп, үҙен уятырға самалап ҡарағандан һуң, был ғәмәле килеп сыҡмағас ҡына, үҙенең хәлен аңланы Маһиҙә инәй. Ул бая һауала осоп йөрөгән арала тәүге тапҡыр тән һыҙлауы ҡоллоғонан ҡотолоп, азатлыҡҡа сығып, онотолоп киткән икән. Ғүмер тигән әмәле тамамланған икән үҙенең. Үлем тигәндәре шулай рәхәт кенә була икән дә. Уға еңел, рәхәт, ә нишләп балалары, ире, туғандары, ауылдаштары шул тиклем ҡайғылы һуң? Аңлашылды хәле: уны, йәғни йәнһеҙ тәнен, хәҙер зыяратҡа алып барып ҡуясаҡтар. Шуға илайҙар. Иламаһындар ине, ул бит бында, иректә, ожмахтың иң түрендәгеләй итеп тоя үҙен. Ҡыҙыҡ, ул бит үҙе лә һауала осоп ҡына үҙенең тәнен һуңғы юлға оҙатырға барасаҡ. Нисек инде, үҙен үҙе һуңғы юлға оҙатырға барасаҡ.

... Бына уның кәфенләгән тәнен кейеҙгә уранылар ҙа ат арбаһына һалдылар. Янына ат ҡыуыусы малай менән Ғөбәйҙуллаһы ултырҙы. Бына ат алдан китте, артынан ирҙәр эйәрҙе, ҡыҙ-ҡатындар өй янында тороп ҡалды. Ана, Мәндүҙә, Нурлыгөл, Бибигөл, Гөлкәй ҡыҙҙары күҙ йәшенә быуыла. «Иламағыҙ, балаларым, мин бында бит, һеҙҙең янығыҙҙа ғына. Тегендә бары минең туҙған тәнемде, йән һауытымды ғына алып киттеләр. Белгегеҙ килһә, әсәйегеҙ тәүге тапҡыр шундай рәхәтлектә йөҙә. Әжәлеңде ҡаршылау бик ауыр, тиҙәр, дөрөҫ түгел...»

Ҡыҙҙарының араһында тағы ла бер ҡатын сеңләй. Ә быныһы кем һуң ул? Аһ-аһ, яратҡан, һөйкөмлө, сибәр Сәғиҙә килене бит. Иҫенә төштө: моҡ заман элек һымаҡ тойолһа ла, ул бит ошо килененә бәхилләшеү һүҙҙәрен әйткәйне. Ҡасан әйтте һуң? Ҡасан, тип ни, бөгөн. Шулай шул. Эйе, ул бит үҙе был киленен үҙенең урынына ҡалдырып китте. Эйе, эйе, тап уның ҡырҡын уҡытҡан көндө уның бабайы менән килененә никах уҡырға тейештәр. Туҡта, ә нишләп ҡырҡын уҡытҡан көндә һуң?..

... Маһиҙә инәйҙең ләззәт тойғоһо менән ҡыҙҙарының күҙ йәше араһында уйҙары бутала, фекерҙәре ҡамаша. Әлегә уның йән һауыты һалынған ат зыяратҡа барып еткәнсе баяғы ике урталыҡта ҡалған һорауына яуапты эҙләп табасаҡ әле ул. Әлегә уға зыяратҡа барып, балаларының ҡәберҙәрен күрергә кәрәк.

Маһиҙә инәй был һорауға яуапты бер нисә көндән һуң тағы ла әсәһенең зыяратына барғас ҡына тапты. Үҙенең ошондай хәленә яуабы ла тап шунда ине.

Ярай әле, был турала уға әсәһе һөйләп ҡалдырған, юғиһә үҙ хәлен аңлай алмайынса, һаман да ике донъя араһында ҡаңғырып йөрөр ине әле. «Мәрхүмдең йәне, үҙе вафат булғас та, хәтерҙән айырылмайынса ҡырҡ көн буйына донъялыҡта ҡала. Ҡырҡын уҡытҡан көндө, донъялыҡтан айырылып, мәңгелеккә олғаша, илле беренсе көндө сират күперенә барып етә...» – тигәйне шул уның ғүмер буйына намаҙлыҡтан айырылмаған әсәһе. Әсәһе әйткән ана шул һүҙҙәрҙе ул күптән онотһа ла, хәҙер иҫенә килеп төштө. Үҙенең хәлен аңланы Маһиҙә инәй, юғиһә Хәмдиә әхирәтен ана нисек итеп әрләп ташлағайны. Күңеленән генә ул әхирәтенән ғәфү үтенде.

Ҡырҡ көнлөк хәтер ғүмерен Маһиҙә инәй рәхәтләнеп, донъя гиҙеп үткәрҙе. Бармаған урыны, күрмәгән кешеләре ҡалманы. Өйрәнгән ғәҙәте буйынса аяҡтарына баҫып, атлап китергә итә лә осоп киткәнен һиҙмәй ҙә ҡала. Бабайы дингә килеп, намаҙ уҡыһа ла, Маһиҙә инәй балаларынан, ейән-ейәнсәрҙәренән, бүләр-бүләсәрҙәренән, донъя мәшәҡәтенән бушай алманы, намаҙ уҡырға өйрәнергә форсат теймәне. Хәҙер бына форсаты ла, ваҡыты ла табылды, әммә өй тирәһендә мең мәшәҡәт менән янған тиктормаҫ бабайы Ғөбәйҙуллаға был теләген аңлата ғына алманы. Аңламаҫһың инде был бабайҙы, үҙе вафат булған әбейен юҡһына, үҙенә урын таба алмай үрһәләнә, ябығып, һурылып китте, үҙе янында ғына йөрөгән әбейен күрергә лә, уның, доға уҡырға өйрәт, тигән үтенесен ишетергә лә теләмәй. Шымшыраҡлап, танауын тартып тик йөрөй.

Уның ҡарауы, Маһиҙә инәй һауала рәхәтләнеп китеп осҡан ҡоштарҙың ҡанаттарына ултырып кәйелгәндә зекер әйтергә өйрәнде. Кисә үлмәһә, бөгөн белмәҫ ине. Баҡтиһәң, ҡоштар ҙа зекер әйтә белә икән. Бер мәл шулай осоп барған аҡҡоштоң ҡанатына ултырып ойоп киткәйне, әллә төшөндә, әллә өнөндә «Аллаһ!» тип ҡабат-ҡабат яңғыраған һүҙҙәрҙе ишетте. Ныҡлабыраҡ тыңлаһа, аҡҡош үҙ телендә ошо һүҙҙәрҙе ҡабатлай икән. Тыумыштан зирәк аҡыллы, һиҙгер күңелле Маһиҙә инәй ҡоштоң был һүҙҙәрен бик асыҡ ишетте. Эйе, «Аллаһ!» һүҙен башҡа һүҙҙәр менән бутарлыҡ түгел шул. Аҡҡошҡа ҡушылып Маһиҙә инәй ҙә зекер әйтергә тотондо: «Аллаһ! Аллаһ! Аллаһ! Аллаһ!..»

Тағы ла әсәһенең әйткәндәре иҫенә килеп төштө: «Донъяла һәр тере йәнде Аллаһы Тәғәлә яралтҡан, балам. Ҡоштар ҙа осҡан саҡта үҙҙәрен донъяға яралтҡан Хоҙайға рәхмәт әйтеп, уның исемен ҡабатлай. Шуға күрә беҙ ҙә уның исемен бер туҡтауһыҙ ҡабатларға тейешбеҙ. Беҙҙең йөрәктәр ҙә «Аллаһ!» тип тибергә тейеш, балам...»

* * *

...Маһиҙә инәйҙең ҡырҡына бик күп кеше йыйылды. Һәр хәлдә, төпкө яҡтың стенаһына ҡағып ҡуйылған ағас сөйгә ҡунаҡлаған хужабикә өй эсендә бабайын, балаларын, кейәүҙәрен, ейән-ейәнсәрҙәрен, бүләр-бүләсәрҙәрен, туғандарын, күршеләрен, әхирәттәрен, ауыл ҡарттарын күрҙе. Сәғиҙә килене лә ҡыҙҙары менән аш-һыу әҙерләшеп йүгереп йөрөй. Бына барыһы ла йыйылып бөткәс, бабайы Ғөбәйҙулла үҙ үәзене менән ясин уҡырға кереште.

Эх, ошоноң тауышы. Йәшлек мәленән алып Маһиҙә инәй өсөн танһыҡ, яғымлы ауаз. Ошо тауышты ишетер өсөн донъялыҡҡа ожмахтан да ҡасып килерлек шул. Бабайының өн-ауазын башҡа һис бер тауыш менән бутарлыҡ түгел.

– Бисмилләәһи-ррахмәәни-ррахим. Йәә сиин. Үәл-Ҡурәәнил-хәкиим. Иннәкә ләминәл-мурсәлиин. Ғәләә сыираатыим-мустәҡиим. Тәңзииләл ғәзиизи- ррахим. Литүңҙира ҡаумәм-мәә үңҙира әәбәә-үһүм фәһүм ғаафилүүн. Ләҡад хәҡҡаль-ҡаулү ғәләә әҡҫәриһим фәһүм ләә йүьминүүн. Иннәә джәғәлнәә фии әғнәәҡиһим ағләәләң фәһийә иләл – әҙҡаани фәһүм муҡмәхүүн. Үә джәғәлнәә мим-бәйни әйдииһим сәддәү-үә мин хальфиһим сәлдәң фәағшәйнәәһүм фәһүм ләә йүбсыируун. Үә сәүәәүн ғәләйһим әәңҙәртәһүм ләә йүьминүүн. Иннәмәә түңҙирү мәни-ттәбәғә-ҙҙикра үә хашийә-ррахмәәнә билғайби фәбәшширһү бимағфиратиү-үә әджриң кәриим. Иннәә нәхнү нүхйил-мәүтәә үә нәктүбү мәә ҡадәмүү үә әәҫәәраһүм үә күллә шәйин әхсайннәһү фии имәәмим-мүбиин...

Тик ни ғәжәп: элек ғәрәпсәне йә башҡа телде белеү түгел, хатта урыҫсаһын да яҙа-йоҙа һуҡалаған, үҙ телендә генә һүҙ атҡарған Маһиҙә инәйгә бабайы ясин уҡыған ғәрәп теле аңлайышлы булып тойолдо. Тойолоп ҡына ҡалманы, ул аятта әйтелгән һәр һүҙҙең, һәр һөйләмдең мәғәнәһен асыҡ төшөнә башланы бит. Бер класс белеме лә булмаған көйөнә. Ғәжәпләнеүеңдән йыһанды мең урарлыҡ бит. Туҡта, ғәрәпсәһенә лә, башҡа телдәргә лә барымы булған әсәһе был хаҡта нимә тип һөйләй торғайны әле? Эйе, иҫенә төштө: ул, ғөмүмән, ҡырҡ тәүлек буйына ғүмере эсендә ике ятып бер төшөнә инмәгән ғәмәлдәрҙе башҡарырға өйрәнде. Тән ғазаптарынан арынған йән хәтере барыһын да яңынан аңына ҡайтарҙы. Әсәһенең ғәрәп теленә бәйле биргән һабағын да. Ҡыҙ сағында ул әсәһенән:

– Әсәй, ә сират күперен үтер алдынан һорауҙар ниндәй телдә бирелә ул?..- тип һорағайны.

– Ниндәй телдә, тип ни, ғәрәпсә инде, – тип яуап биргәйне әсәһе.

– Улайһа, мин уларҙың һорауын аңлай алмай, яуап бирә алмаһам, тамуҡ утында янып ҡуймайыммы? – тип һаман да ныҡышты шул саҡ Маһиҙә.

– Ҡырҡ көнлөк хәтер ғүмерең эсендә өйрәнәһең инде, ғәрәпсәһен дә, башҡаһын да. Барса кешелек бер ата, бер әсәнән яралған. Әҙәм менән Һауанан.

Әле килеп әсәһенең шул әйткәндәре иҫенә төштө Маһиҙә инәйҙең. Әле генә бабайы уҡый башлаған «Йа син»ды ул түбәндәгесә аңланы:

– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим! Йа син. Хикмәтле Ҡөрьән менән ант итәм. Әлбиттә, һин, рәсүлдәрҙән, тура юлда. Ҡөҙрәтле, рәхимле Алланың был күндергәне. Ата-бабаһы өгөтләнмәгән, шуға ғафил булған халыҡты өгөтләү өсөн. Әйтелгән һүҙ күпселегенә раҫ килде, ә улар иман килтермәй. Беҙ уларҙың муйынына эйәген күтәреп торған ҡалын ҡалып һалдыҡ, шуға улар саңҡайып тора. Беҙ уларҙы алдынан да, артынан да кәртә менән ҡаманыҡ, шуға улар күрмәй. Өгөтләһәң дә, өгөтләмәһәң дә, барыбер улар иманға килмәй. Һин иҫкә алғанда Ҡөрьәнгә эйәргән, Әр-Рахмандан күңеле ҡурҡып торған кешене генә өгөтләй алаһың. Уны ярлыҡау һәм мул әжер менән һөйөнсөлә! Беҙ үлеләрҙе терелтәбеҙ, элек эшләгән эштәрен, ҡалдырған эҙҙәрен яҙып барабыҙ. Асыҡ төп нөхсәгә Беҙ бөтә нәмәне теркәгәнбеҙ.

... Доғалар уҡылып, хәйерҙәр таратылып, аш-һыуҙан ауыҙ ителгәс, өй эсе бер аҙға тынып ҡалды. Маһиҙә инәй бигерәк тә ошо мәлде түҙемһеҙләнеп көттө. Бабайы доғаһының һуңғы һүҙҙәрен әйткән саҡта булмышында аңлатып булғыһыҙ хис – осорға ынтылыш, ҡымйырлау тойғоһо барлыҡҡа килде. Әсәһе әйтеп ҡалдырғанса, хәтерҙән айырылыу мөҙҙәте еткәнлеген бик яҡшы аңланы ул. Хәҙер-хәҙер атылып сығып осоп китәсәк тә мәңгелеккә айырыласаҡ, тик туғандарының, тормошта ҡалғандарҙың ғына хәтерендә ҡаласаҡ. Уның хаҡындағы хәтер бер яҡлы ғына һаҡланасаҡ, йәғни бына-бына ул ошо донъя менән үҙен бәйләгән бөтә нәмәне онотасаҡ. Донъялыҡта ғына уны иҫләйәсәктәр. Әгәр ҙә Маһиҙә инәй васыят итеп әйткән һүҙҙәр, уның һуңғы теләге үтәлмәй ҡалһа, мәңгелеккә онотолоу даръяһына нисек итеп олғашыр ул? Олғаша алырмы? Нимәһен ҡарап шул тиклем һуҙа уның бабайы? Башҡа саҡта өтәлән ҡыланған, яндырай бабайы ниңә бызмырлай? Шуны ғына көткәндәй, Ғөбәйҙулла тамағын ҡырҙы.

– Ағай-эне, туғандар, эйе, йәмәғәтем Маһиҙә Хәйрулла ҡыҙының үҙе тере саҡта әйтеп ҡалдырған бер васыяты бар ине. Шуның буйынса беҙ бөгөн һәр ике яҡтың туғандары, балалары шаһитлығында Сәғиҙә киленебеҙ менән миңә бата уҡытырға тейешбеҙ. Никах аятын башҡарыр алдынан был мәсьәләгә үҙ фекерен әйтергә теләүселәр рәхим итһен...

Бүлмәлә ҡыҫҡа ғына ваҡытҡа тынлыҡ урынлашты. Тынлыҡты Сәғиҙәнең өлкән улы Әхәттең тамаҡ ҡырыуы өҙҙө.

– Әсәй, һин атайыбыҙҙың иҫтәлегенә тоғро булып ҡалдың. Беҙҙе аяҡҡа баҫтырҙың, рәхмәт. Ҡыштарын ауылыбыҙға ҡайтҡанда һарай яғынан өй тупһаһына тиклем һалынған тик бер генә эҙҙе күреп эсем яна торғайны. Һин үҙең өсөн дә йәшәргә тейешһең хәҙер. Ғөбәйҙулла олатайҙы бала саҡтан ихтирам итәм, исмаһам, икәүләшеп самауыр янында серләшеп сәй эсеп ултырғанығыҙҙы күреп йыуанайыҡ, – тине ул тәрән тулҡынланыу менән.

– Беҙ бала саҡтан бергә, бер ғаилә булып үҫтек. Әхәт ҡустым миңә бер туған ҡустым кеүек яҡын, һәр хәлдә, беҙ Өфөлә башҡа кеше менән үҙебеҙҙе күптән инде бер туған итеп таныштырабыҙ. Хоҙай беҙгә бер ғаилә булып йәшәргә үҙе бойорған. – Был һүҙҙәрҙе Маһиҙә инәйҙең улы Әнүәр әйтте.

– Был васыят һүҙҙәрен әсәйебеҙ иң тәүҙә миңә әйтте, – тип күҙ йәшен тыя алмай һүҙ башланы Мәндүҙә, – ошо хаҡта ул биш йыл буйы уйлап ятҡан, бик һынамсыл һәм отҡор күҙле ине әсәйебеҙ. Уның ҡулын тотоп ҡалыусы Сәғиҙә еңгәйебеҙгә лә ышанабыҙ. Беҙгә ни нимә, атайыбыҙ ҡараулы булһа, шул еткән.

– Сәғиҙә еңгәйҙе беҙ бала сағыбыҙҙан яҡын күрҙек, яраттыҡ, – Маһиҙә инәйҙең икенсе ҡыҙы Нургөлдөң тауышы был, ул түгелеп илап ебәрҙе. – Сәғиҙә еңгәй, һин элек яратҡан еңгәйебеҙ инең, хәҙер яратҡан апайыбыҙ булырһың. Һаумы, апай, тип өндәшәбеҙ һиңә бөгөн.

Нургөлдөң һүҙҙәре барыһының да күҙен йәшләндерҙе. Маһиҙә инәй ҙә тәрән тулҡынланыу кисерҙе был саҡта. Илай ғына алманы, уның ҡарауы, рух балҡышы кисерҙе ул. Иң мөһиме: барыһы ла ул теләгәнсә килеп сыҡты. Мәңгелеккә ул үҙенең донъялыҡтағы тамамланышының ошондай аңлауында олғашасаҡ. Йәшәүенең мәғәнәһенә әүерелгән балаларының, бабайы Ғөбәйҙул- ланың донъялыҡта, үҙе киткәндән һуң, етем ҡалмаҫын тәрән итеп тойғанға күрә лә уның рухы шат. Хәҙер-хәҙер уның хәтере донъялыҡтан айырыласаҡ, үҙе мәңгелеккә осасаҡ. Бала сағында бармаҡ осона ултыртып осорған осҡалаҡ- фирҙәүес кеүек.

Бына өй эсендәге ҡарттарҙың береһе бата уҡырға тотондо. Бүлмә эсенә түбә таҡта аша ап-аҡ нур ҡойолдо. Маһиҙә инәйҙең йәне тойоп туймаҫлыҡ, аңлатып бөтөп булмаҫлыҡ ләззәткә сорналды. Уның донъялыҡҡа, ғүмеренә, туғандарына бәйле хәтере лә шундай уйҙар менән өҙөлдө: эх, ғүмер тигәндәре. Үрелеп алған алма кеүек кенә икән. Тик ожмах ләззәтен татыр өсөн үрелеп алған алма-ғүмереңдең әсеһен дә тәмләргә кәрәк икән.

Фото: flectone.ru

 

Автор:
Читайте нас: