-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
31 Май , 15:00

Миһырбанлыҡҡа мәҙхиә

Миңзәлә ХӘЛИЛОВА Йәйге селлә. Ғөбәйҙә өй эҫеп китмәһен тип, түр яҡ бүлмәнең тәҙрә ҡапҡас­тарын ябып инде. Ике малайы иҙерәп йоҡлай, оҙон көн буйына урамда уйнайҙар, кисен арманһыҙ булып ҡайталар, тиҙерәк йыуындырып өлгөрмәһәң, ҡайҙа ултыралар, шунда ойоп та китәләр, хатта тамаҡ ашарға ла хәлдәре ҡалмай. Ана бит, оло улы Нурисламдың битендә бер себен ултыра, шуны ла тоймай, ҡолас ташлап йоҡлай бәпескенәһе. Себенде ҡыуып ебәреп, шым ғына ишекте япты. Ял итһендәр әле иптәштәренең берәйһе килеп уйнарға саҡырғансы.Ире Ғәйнислам таң һарыһынан тороп, тиҙ генә ҡапҡылап алды ла, Ғөбәйҙә төрөп ҡуйған төйөнсөктө тотоп сығып та йүгерҙе. Бигерәк эш тип йәнен бирә ул. Кешенән артта ҡалып, һуңлап йөрөргә яратмай, ундай кешеләрҙе йәне һөймәй. Таң һарыһы менән китә лә эңер төшкәс кенә ҡайтып инә.

Миһырбанлыҡҡа мәҙхиә
Миһырбанлыҡҡа мәҙхиә

Балалар һағынып бөтә. Бер көн бәләкәсе, Минисламы: – Әсәй, минең атайым юҡмы әллә? – тип һорап ҡуйҙы.Ғәйнисламға һөйләгәс, башын артҡа ташлап, рәхәтләнеп көлдө. Төндә эргәләренә инеп, йоҡлап ятҡан малайҙарын яратып сыға ла бит, улар һиҙмәй ҡала. Бала аптырарлыҡ та шул. Иртән торһалар – аталары эштә, кисен ҡайтһа, улар инде әүен баҙарына юлланған була. Йәйҙең бер көнө йылды туйҙырыр ваҡытта эштән ҡалып булмай, көҙгө уңыш өсөн көрәш йәй буйы бара.Ҡатын усаҡлыҡҡа сығып, самауырын итек ҡуңысы менән борҡоторға тотондо. Усаҡ аҫтына ла яғып ебәрҙе, эркет ҡайнатып алаһы бар. Икмәк башы яһағайны, ҡабара микән тип, тиҙ генә икмәк силәгенә лә күҙ һалып алды. Шул саҡ бәйҙә торған Юлбарыҫ исемле эттәре абалап-абалап өрөргә кереште.– Малға икенсерәк итеп өрә торған, берәй сит кеше барҙыр, моғайын, – тип, ҡулдарын алъяпҡысына һөртә-һөртә ҡапҡа яғына йүнәлде Ғөбәйҙә.– Юлбарыҫ, кеш, тик тор, кемде улайтып ашап бараһың? – тип һөйләнеп, ҡапҡаны асып ебәрҙе.Ҡапҡа алдында тулы ғына кәүҙәле, шешмәк битле, әберкәләп тегелгән күлдәк, уның өҫтөнән йәшел камзул, аяғына ҡара үзбәк калошы кейгән, сәстәрен яулыҡ аҫтына йыйған, ике бәләкәй генә этте муйынсағынан бәйләп тотҡан сит бер ҡатын тора.– Һаумыһығыҙ, берәй сит кешегә өрәлер, тип уйлайым шул. Күрше-тирәне, туған-тыумасаны, әҡрәбәне таный ул, былайтып ҡыланмай торғайны, ҡалайтып яу һаласы. Ә һеҙҙе бер ҙә танымайым, кем кәрәк ине?Хәҙер инде ҡатындың ике сәүеге сәрелдәп өрөргә тотондо.– Тик тор, Лайка, кеш, Стрелка! – тип ҡатын бауынан тартып эттәрен тынысландырҙы.Ят ҡатын иғтибар менән Ғөбәйҙәнең башынан аяғынаса күҙ йөрөтөп тикшереп сыҡты ла:– Һин Ғөбәйҙәме? – тип һораны.

– Эйе.
– Улай булғас, мин һинең әсәйең Мәрзиә булам. Таныш булайыҡ! – тип күрешергә ҡулын һуҙҙы ҡатын.
Ғөбәйҙәнең башына мең ҡырмыҫҡа менеп киткән кеүек, сәстәренең төбө ҡыймылдап ҡуйҙы. Хатта ҡорһағын­дағы сабыйының шәп-шәп итеп тибеп, әйләнеп ятҡанын тойҙо. Теле аңҡауына йәбеште, йөрәге күкрәк ситлеген ярырҙай булып ашҡынып типте, ике сикәһе бурҙат ҡыҙыл төҫкә инде, ҡолаҡ остары ҡыҙарҙы.
– Ә-сә-йем?
Ғөбәйҙә телен саҡ-саҡ ҡыймылдатып, ошо һүҙҙе әйтә алды.
– Нисек әсәй! Һеҙ минең әсәйемме?
– Шулай булалыр инде, һинең исемең Ғөбәйҙә, атайың Азамат исемле булһа, тимәк, мин һиңә әсәй тейеш кеше булам.
Ҡапыл Ғөбәйҙәнең иғтибарын урам аша өйҙөң тәҙрәһенә ҡапланған апһы­нының аптыраулы ҡарашы йәлеп итте.
– Әйҙәгеҙ, ишек алдына үтегеҙ, ана бөтә кеше тәҙрәгә ябырылды, – тине ул, яңы танышына ҡапҡаны асып. – Үтегеҙ.
Ишек алдына ингәс, Мәрзиә эттәренең бауын ысҡындырып ебәрҙе. Улары пыр туҙып ихата буйлап йүгерергә, еҫкәнергә кереште. Сит эттәр ингәнен яратмаған Юлбарыҫ, үҙе бәйле торғас, көнләшеүенәндер ҙә, тағы ла нығыраҡ итеп, сынйырҙан ысҡынып ашарҙай булып, ярһып-ярһып дауланы.
– Юлбарыҫ, туҡта, тауыш алдырмайһың, етәме, юҡмы, бар ояңа! – тип хужабикәһе ысынлап та орошҡас, ғәйепле төҫ менән ояға инеп китте лә, ишектән башын ғына тығып, үҙ һүҙен бирмәй, теге ике эткә тештәрен ыржайтып ырылданы.
Ә Ғөбәйҙә һаман да ишеткәненә ышана алмай, үҙен алты айға тиклем генә ҡараған, унан һуң егерме ике йыл үткәс ҡаршыһында баҫып торған, хәҙер сит-ятҡа әйләнгән әсәһенә аптырап ҡараны.
– Ниңә ул тиклем аптыраның, Ғөбәйҙә? Мине үлгәндер тип уйланыңмы әллә? Юҡ! Бына мин тере, – тип һөйләнде ҡатын.
Ошо кеше уның әсәһеме?
Ул ҡатындың йөҙөнән таныш һыҙаттарҙы эҙләне. Егерме ике йыл элек уның яҙмышын бөтөнләй икенсе юҫыҡҡа бороп ебәргән, алты айлыҡ балаһын ҡарт ҡәйнәһенә ҡалдырып, һалдат хеҙмәтендә йөрөгән иренә хыянат итеп, сығып киткән әсәй кеше ошомо?
Ғөбәйҙә, һорауҙарына яуап эҙләй-эҙләй йөрөп, табын әҙерләне: урындыҡҡа ашъяулыҡ йәйеп, батмусҡа самауырын күтәреп ултыртты. Таш келәттән ҡаймаҡ, ҡорот, майланған сейә, бөрлөгән алып инде.
– Әйҙәгеҙ, ултырығыҙ, сәй эсеп алайыҡ, – тип табынға саҡырҙы.
– Былай ап-арыу ғына йәшәп ятаһығыҙ икән, нисә балағыҙ бар?
– Ике. Ике улыбыҙ бар.
– Тағы йөклөһөң икән. Нимә уйлап тағы бала табырға итәһең, береһе артынан икенсеһен, күп бала хәйерселек билдәһе инде ул! – тип һалды әсәй тигән кеше.
– Беҙ уларҙың һәр береһен көтөп алабыҙ, һәр бала үҙ ризығы менән тыуа, – тип яуапланы Ғөбәйҙә.
Шул саҡ:
– Себә, сығығыҙ бынан, ҡара әле хәсистәр соланыңа ингән бит, килен. Кем эттәре былар? – тип һөйләнә-һөйләнә ҡәйнәһе Сабира килеп инде. – Әллә ҡунаҡ бармы, килен? Улың менән киленеңә бер ят ҡатын килеп инеп китте, тип тора күрше Мөғлифә, әллә ҡоҙаса килеп төштөмө тием?
– Эйе, ҡәйнәм, ҡунаҡ килде, ҡоҙасаң түгел, быныһы минең әсәй тейеш кеше.
– Әстәғәфирулла, ысынды һөйләйһеңме, шаярыуыңмы? Ниндәй әсәйең ти, булмаҫтайҙы.
– Мин, ысынлап та, киленеңдең әсәһе булам, исемем Мәрзиә.
– Алай икән, ҡайҙан килеп сыҡтың? Ниндәй ел ташланы?
– Мин күрше районда йәшәйем, уртаҡ таныштарҙан һорашып, Ғөбәй­ҙәнең ошо ауылда тороуын белә инем. Гел генә һорашып, белешеп торҙом. Бына хәҙер килергә, күрергә, танышырға йөрьәт иттем.
– Ярай, улай булғас, ҡамасауламайым, һөйләшегеҙ, – тип килене сәй табынына саҡырып ҡыҫтауға ҡарамаҫтан, сығып китте Сабира. Бигерәк аҡыллы шул ҡәйнәһе, килененең хәлен аңланы, һөйләш­һендәр, аралашһындар, аңлашһындар тиеүелер инде.
Ғөбәйҙәнең эсе тулы ут-ялҡын. Ғүмер буйы хыялында йөрөткән, ниндәй икәнен белмәһә лә, төштәренә ингән, һағынып бәғерҙәре өҙөлгән кешеһе бына алдында, ҡул һуҙымы ерҙә генә ултыра. Күңелдәре айҡалып-сайҡалып, йөрәге елкенеп, уйҙарында бала сағына ҡайтты ул.
Үҙен белә башлағандан бирле ташланған, әсәһе ташлаған бала икәнлеген аңлап үҫте Ғөбәйҙә. Иң яҡын кешеһе – ҡартәсәһе булды. Кинйә малайының бер бөртөк ҡыҙсығын ҡуйынына ҡыҫтырып, ел-ямғыр тейҙермәйенсә үҫтерергә тырышты.
Азамат, әсәһе менән кәңәшләш­мәйенсә, урман яғына ағас ҡырҡырға йөрөгәндә, танышып, эйәртеп алды ла ҡайтты Мәрзиәне. Әсә кеше улының теләгенә ҡаршы килмәне, шартына килтереп, бата уҡытып, туғандар менән таныштырҙы. Йәшәп китте йәштәр, әмәлгә ҡалғандай, шул йылды Азаматты һалдат хеҙмәтенә алдылар. Йөклө булып ҡалған кәләше, Азамат өс йыл йөрөп ҡайтыуға, алты айлыҡ ҡыҙсығын олоғайған ҡәйнәһе ҡарамағына ҡалдырып, икенсе иргә эйәреп сығып киткәйне инде. Хәтирә ҡартәсәһе Ғөбәйҙәне кәзә һөтө эсереп үҫтерҙе.
– Эй, етемәккәйем, етемәк бәрәскәйем минең, бәхетле, оҙон ғүмерле, тәүфиҡлы бул инде, балаҡай­ғынам! – тип алҡынып, талпынып теләктәр яуҙырыр ине ҡартәсәһе.
– Үҙем тегеләй-былай булғансы балаҡайымды аяҡҡа баҫтыра алһам ярар ине, Хоҙайым, ғүмеремде генә бирсе, – тип теләп ултырыр ине мәрхүмә.
Үҙе Азаматы һалдат хеҙмәтен тамамлап ҡайтыуға килен дә йәүкәләп ҡуйҙы. Күрше ауылдан йәше үтеп китеп барған Ғәйниәне һоратып барҙылар. Ҡыҙ ризалыҡ бирҙе, Ғөбәйҙә, үгәй булһа ла, әсәйле үҫте.
Бер-бер артлы һеңлеһе, ҡустыһы донъяға килде. Тик «иртә уңмаған кис уңмаҫ, кис уңмаһа, һис уңмаҫ» тигән кеүек, һуғыш башланды. Бәләкәй ҡустыһына бер ай тигәндә атаһы ҡарт әсәһен, йәш ҡатынын ҡайғыға һалып, һуғыштың беренсе көндәренән үк ут эсенә барып инде. Шул китеүҙән әйләнеп ҡайтманы. Тәүҙәрәк хаттары килеп торҙо, шунан «Хәбәрһеҙ юғалды» тигән ҡағыҙ алдылар. Был ҡайғыны күтәрә алманы ҡартәсәһе, бер аҙналай ғына түшәктә ятты ла, Ғөбәйҙәне тома етем ҡалдырып, фани донъяларҙан китеп барҙы.
Бына ошо ваҡыттан башланды ла инде Ғөбәйҙәнең михнәттәре. Егерме һигеҙ йәшендә генә тол ҡалған үгәй әсәһе бөтә асыуын бәләкәй Ғөбәйҙәнән алды. Ҡағылып-һуғылып, әрләнеп, ғаиләлә артыҡ тамаҡ кеүек булды. Таңдан бөтә эштәрҙе үтәп йүгереп йөрөһә лә, үгәй әсәһенә ярай алманы. Ә һеңлеһе менән ҡустыһын ныҡ яратты, уларҙы күтәреп, елкәһенә ултыртып йөрөтөп үҫтерҙе.
Ғөбәйҙәнең ауыр хәлен күреп йөрөгән алыҫ туғандары, уны йәлләп, яңы асылған балалар йортона урынлаштырҙы. Балалар йортоноң тәҙрәһенән көн дә әсәһен көттө ҡыҙ. Килер әсәһе, ҡыҙының хәлен ишетеп килер, үҙе менән алып китер, тип өмөтләнде. Иҫәндер, бәлки, ҡыҙсығын эҙләйҙер, тик таба ғына алмайҙыр. Эйе, кемдәрҙелер килеп алдылар, яҡын туғандары табылды. Тик Ғөбәйҙәнең хәлен дә белеүсе булманы.
Моңланып, һағышланып, ҡайғырып, оҙон көйлө башҡорт йырҙарын һуҙып йыуанды ул. Бигерәк тә «Ғилмияза»ны яратып башҡарҙы, ә инде әсәйҙәр тураһында йырлаһа, залда иламаған бер кеше ҡалмай ине.
Балалар йортонда етенсе класты тамамлағас, бер нисә ҡыҙға тегенселәр әҙерләгән уҡыу йортона йүнәлтмә бирҙеләр. Интегеп булһа ла, уҡып сыҡты, тамағын туйҙырырлыҡ эш табылды. Бергә эшләгән дуҫ ҡыҙына ҡунаҡҡа барғас, буласаҡ ире Ғәйнислам менән танышты. Егет ҡыҙҙы оҡшатты, өйләнергә тәҡдим яһаны. Тик өйләнешергә ҡарар иткәс, егеттең атаһы риза булмай ҡыр талашты:
– Детдом балаһының йүне булыр тиһеңме? Атаһыҙ ул үҫтермә, инәһеҙ ҡыҙ үҫтермә! Көслө күс ныҡ була. Ана, Билал ҡарттың Зөлхизәһенә яусы ебәрәйек. Туған-тыумасаһы дуҫ, татыу. Әсә тәрбиәһе алған бала ипле була, кәкүктең балаһы кәкүк булып тыуа. Кәкүктән һандуғас тыумай! Кәүҙәгә лә бәләкәй! Нәҫелде ваҡлатаһың! – тип йөҙ һүҙгә етте.
Тик Ғәйнислам:
– Йә Ғөбәйҙәне алам, йә бөтөнләй ауылдан сығып китәм, мине башҡа күрмәҫһегеҙ, – тип шарт ҡуйғас ҡына бер аҙ шыртланы, йомшарҙы. Сөнки улының үҙе кеүек бер һүҙле булыуын яҡшы белә. Һуңынан инде йәштәр бергә йәшәй башлағас, килене нәҫел дауамы – ике ул табып биргәс, уның егәрле, бөтә эшкә лә батыр булыуы ҡартты уйынан кире дүндерҙе.
Ғөбәйҙәнең аш-һыуға оҫта, кешегә хөрмәтсел булыуы һоҡландырҙы. Хатта бер табында ҡунаҡтар килене бешергән бишбармаҡты маҡтай-маҡтай ашағанда, ҡайны кеше:
– Беҙ ялҡауҙарҙы тотмайбыҙ! Киленебеҙ һандуғас балаһылай моңло ла, эшкә лә уңған, ир ҡәҙерен белә. Беҙҙең килен кеүек илдә юҡ! – тип маҡтап һалды.
Мең бәлә менән әҙәм булып, донъя ҡороп, балалар табып, саҡ кеше ыңғайына йәшәй башланы Ғөбәйҙә. Ҡайтып инергә үҙ донъяһы, эргәһендә ышаныслы таянысы – ире бар. Кәңәш бирер, дөрөҫ юл күрһәтер аҡыллы ҡәйнәһе күршелә генә йәшәй. Ауыр бала сағы ҡайһы саҡ төштәренә ингәндә, йөрәкһеп, әрнеп уянып, күҙенә тамсы йоҡо ҡунмай уйланып ятҡан саҡтары ла аҙ булманы. Хатта иң ауыр мәлдәрендә: «Әсәйем иҫән булһа, килһә, мине ҡарамаһа ла, түремдә ултыртыр инем, мине туғыҙ ай буйы күтәреп, алты ай әсә һөтө татытҡаны өсөн, миңә яҡты донъя, алсаҡ ҡояш бүләк иткәне өсөн рәхмәтле булыр инем», – тигән саҡтары ла аҙ булманы. Теләге Хоҙайҙың «Амин!» тигән сағына тура килдеме икән? Бына әсәһен дә күрҙе.
– Кем булып эшләйһегеҙ? Тағы балаларығыҙ бармы? – тип өндәште Ғөбәйҙә (әсәй тип, һин тип әйтергә теле бармай).
– Бер малай тапҡайным, тәүҙә ирем, унан улым үпкә ауырыуынан мәрхүм булып ҡуйҙы. Яңғыҙ йәшәйем. Ана ике этем бар, шуларҙы ҡарайым. Элегерәк фермала һауынсы булып эшләнем, хәҙер һаулығым юҡ, аяҡ-ҡулдарым һыҙлай, тартыша. Баҡса-фәләнем дә юҡ, йүнем китте хәҙер.
– Зинһар, әйтегеҙсе, һеҙ нишләп мине ташлап киттегеҙ, йәлләмәнегеҙ? Мине ғүмер буйы шул һорау борсоно. Хатта эттәр, бесәйҙәр үҙҙәренең балаһын ташламай. Бер көндө өй ҡыйығына оя ҡорған турғайҙың балаһы ергә ҡолап төшкән. Күрһәгеҙ, әсәһенең нимә эшләгәнен, йөндәрен ҡабартып, балаһын ҡурсып, эргәһендә күкрәк киреп, аяп баҫып торғанын! Ғүмере лә йәл түгел ине. Ә һеҙ мине, тамшанып һөт имергә һораған, илап әсәһен таптырған баланы, ҡалдырып сығып киткәнһегеҙ. Мин, мәҫәлән, балаларым өсөн йәшәйем, улар миңә йәшәргә көс-дәрт бирә. Бер генә көнөмдө лә уларһыҙ йәшәй алмайым.
– Мин ғәйепле, Ғөбәйҙә. Зинһар, ғәфү ит. Мөмкин булһа, мин ҡалған ғүмеремде һинең эргәңдә, балаларыңды ҡарашып, ярҙам итеп йәшәр инем. Мин был донъяла япа-яңғыҙ, һинән башҡа бер кемем юҡ. Кейәү риза булһа, һин ғәфү итһәң, мин һеҙҙә ҡалыр инем. Өйөм йәшәрлек түгел, терәүҙә тора. Берәй көн емерелеп, йоҡлаған килеш, емереклектәр аҫтында ҡалырмын тип ҡурҡам.
– Ғәйнислам – киң күңелле кеше, ул риза булыр, быныһына иманым камил. Ләкин мин һеҙҙе әсәйем тип ҡабул итә алмайым. Арабыҙҙа бигерәк күп йылдар ята. Йылдар ғына түгел, минең, ҡартәсәйемдең, атайымдың өҙгөләнеүҙәре, ҡанһыраған яралары беҙҙең арабыҙҙа. Минең көтә-көтә һүнгән өмөттәрем, күҙ йәштәренә сорналған бала сағым, әрнеп илауҙарым, йөрәгем аша үткән күпме һынауҙар, оло кешеләр, ирҙәр күтәрә алмаҫлыҡ ауырлыҡтар кәртә булып тора арабыҙҙа.
Мәрзиә илап ебәрҙе.
– Тимәк, һин мине ҡабул итмәйһең?
– Миңә ваҡыт бирегеҙ. Бөгөн килеп, һеҙгә ҡапыл ғына яуап бирә алмайым. Беҙҙә ҡалып тороғоҙ, балаларым, ирем, ҡәйнәм менән яҡындан танышығыҙ. Ҡарарбыҙ, алда ғүмер булһа, йылдар оҙаҡ...
Ғәфү итте Ғөбәйҙә. Миһырбанлы күңелендә әсәһен ғәфү итерлек көс тапты. Мәрзиәне туғыҙ ай буйы күтәреп йөрөгәне, тулғаҡ ғазаптары, әсә һөтө хаҡына кисерҙе. Әсәһе кейәүе менән ҡыҙы йортонда тағы бер тиҫтә йыл самаһы йәшәне. Ҡыҙының түрендә ятып, ҡараулы булып, йомшаҡ түшәктә күҙҙәрен йомдо Мәрзиә. Бәләкәй баланы тәрбиәләгән кеүек бөтә тырышлығын һалып ҡараны Ғөбәйҙә әсәһен. Кейәүе йыуындырырға мунсаға хәтле юрғанға төрөп күтәреп алып бара, алып ҡайта. Ғөбәйҙә уны йыуындыра, сәсен тарап үрә. Үҙе тотоп ашай алмай башлағас, сабыйын ашатҡан кеүек, ҡалаҡлап тамағына ҡаптырҙы. Гүйә, Мәрзиә уның әсәһе түгел, киреһенсә, Ғөбәйҙәнең балаһы, йөрәк ярып, һыҙланып тапҡан сабыйы...
Мәңгелек йортона күсер алдынан Мәрзиә аңына килеп, ҡыҙының ҡулдарын үбеп, рәхмәтле булыуын белдерҙе. Ике күҙенән дә бите буйлап әсе йәштәре аҡты. Бәлки, ошо ҡулдарҙың ҡасандыр үҙенә табан үрелгәнен иҫенә төшөргәндер, «кил-кил» тип саҡырып, тешһеҙ ауыҙҙарын асып, һөт имергә тамшанған баланың йөҙөн күҙ алдына килтергәндер...
Ә ысын донъяға барғас, Аллаһ Тәғәлә алдында нисек һынау тотоуы, һорау алыусы фәрештәләргә нимә тип яуап биреүе, гонаһтары өсөн нисек ярлыҡау һорауы уның бары үҙенә генә билдәле ине...

Фото: mixyfotos.ru

Автор:
Читайте нас: