+22 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
4 Июнь , 12:00

СИКТЕҢ СИГЕНДӘ

Байгилде Моталлап (Хикәйә) «– Илаған ирҙе күргәнең бармы?– Булмаҫ илаған ирҙәр!Ир илаған илдә бәрәкәт юҡ.Ир илаған илдең ҡото юҡ!»                          Ике сәсән әйтешенән. Олоғая барған һайын кеше тыуған төйәгенә нығыраҡ тартыла. Хәҡиҡәт асмайым, әлбиттә, был турала күп әйтелгән һәм яҙылған, һуңғы осорҙа бала саҡ һуҡмаҡтарынан үтеү, ҡорҙаштарым менән иркенләп осрашып-күрешеү теләгенең күңелемә тынғы бирмәүенә ҡарағанда, мин дә шул йәшкә етеп барам, ахыры.

СИКТЕҢ СИГЕНДӘ
СИКТЕҢ СИГЕНДӘ

Ғүмерем ситтә үтә. Себер тарафтарына әллә оҙон аҡса эҙләпме, әллә беҙҙең быуынға хас романтика шауҡымына бирелепме, йәшләй сығып киткәйнем. Тәпәй баҫҡан төйәгемә ике-өс, уҙа-барһа – биш-алты көнгә, яҡындарымды күрергә генә ҡайтып йөрөнөм ошоға тиклем. Ҡунаҡ күрһәтеү ауылға килеп төшөүҙән башланыр ине лә, кире юлға ла табындан ҡуҙғалып китә торғайным, һағынып ҡайтҡан ауылымды ла, ауылдаштарымды ла, ялан-ҡырҙарымды ла күрә алмай ҡалам шулай итеп.

Өс йыл элек, илле йәшем тулған йылда, оҙаҡҡа ҡайттым. Ваҡыттың, бармаҡтар араһынан аҡҡан ҡом шикелле ишелеп уҙыуын, уның әйләнеп ҡайтмаҫҡа китеп барыуын һәр күҙәнәгем, йәнем-тәнем менән айырым-асыҡ тоя башлауым сәбәпсе булғандыр, бәлки, быға. Әгәр ошо көнгә тиклем кисектерә килгән уй-ниәттәремде яҡын арала тормошҡа ашырмаһам, һуңлармын, ҡайтарып ала алмаҫлыҡ хата ҡылырмын кеүек тойолғайны миңә ул мәлдә.

* * *

Ҡырыҫ тәбиғәтле тыуған яҡтарым. Сиҙәм күтәреү осоронда аяуһыҙ аҡтарылған тау һырттары, йылға буйҙарының йәшел сирәме менән уның булған ҡото киткән, һыуға сарсаған саң-буранлы төбәккә әүерелгән. Шулай булһа ла, унан да яҡын, унан да ҡәҙерле ер юҡ миңә был донъяла. Күрә белһәң, уның да йәме бар ине. Ауылдан алыҫ түгел ерҙә йырынға һыйынып бәләкәй генә сауҡалыҡ ятты. «Ереклек» тип йөрөттө халыҡ уны. Ерек ағасы үҫкәнгә шулай аталды. Ике яҡтан баҫыу килеп терәлгәнгә күрә, мал тояғы бик теймәй ине уға. Тик көҙ мәлендә, игендәр йыйып алынғас ҡына, көтөү сыҡты. Шул сауҡалыҡҡа барып, ҡуҙғалаҡ, ҡымыҙлыҡ, йыуа, хатта еләк ашап ҡайта торғайным йәй көндәрендә. Ә ҡышҡыһын саңғы кейеп сығам, йәнлектәр эҙен ҡарайым, аҡҡа төрөнгән өнһөҙ тәбиғәтте күҙәтәм. Яңғыҙым йөрөргә яраттым.

Йәтсә, йомран йәшәне, селектәр араһында ҡоштар оя ҡорҙо. Тын ғына тик торһаң, улар һиңә иғтибар ҙа итмәй, үҙ мәшәҡәттәре менән була. Сәғәттәр буйы күҙәтеп ултырыр инем хайуандар тормошон. Ул йәнлектәр, ҡоштар тураһында иң яҡын дуҫым Маратҡа ла һөйләмәнем. Сер иттем. Әйтһәң, шунда уҡ уларҙы нисек тоҙаҡҡа эләктереү тураһында хәстәрләй башлаясаҡ. Үтә лә эшлекле һәм йүнсел булды дуҫым бала саҡтан уҡ.

Балалыҡ дуҫым Марат. Ҡайтыуымды ишетеп, иң беренселәрҙән булып килеп еткәйне. Аулаҡлап, матурлап ултырып алдыҡ.

– Һин оттоң, ситкә сығып киттең дә, кешесә йәшәйһең. Беҙ бында тере мәйет хәлендәбеҙ. Тормошто үҙгәртеп булырҙай бер генә лә әмәл юҡ, – йонсоу ҡиәфәтенә ҡарап, бала саҡ дуҫыма алтмыш йәш бирерлек. Уның ҡаршыһында мин – егеттең үҙе.

– Ситтә йөрөгәнгә ҡарағанда тыуған төйәктә барыбер йәтешерәк инде. Бөтәһе лә үҙендеке, яҡын...

– Эйе шул, «үҙендеке, яҡын». Кисә, ғүмер буйы үҙем эшләгән МТМ-ы бинаһын һүтеп, ҡаланан килгән йүнсел бер әҙәмгә осорҙоҡ, – дуҫым, сытырайып, әллә йылмайырға, әллә иларға етеште. – Совхоз банкрот бит, һатып алған. Мул ғына түләгәс, егеттәр менән ҡутарып тейәп ебәрҙек. Мыҫҡыл итә ишшу, сәбәкә. Һуңғы ыштанығыҙҙы ла ошолайтып сисеп бирерһегеҙме икән ашарығыҙға ҡалмаһа, ти. Ҡалаға алып барып, коттедж итеп ҡороп ултыртам, тыштан ҡыҙыл кирбес менән йөҙләһәм, алама блоктарҙан ҡоршалғанын эт тә белмәйәсәк, уның ҡарауы, биш-алты миллионды кеҫәгә һалам, ти. Ҡала йәшәй белә, ә беҙ миктәнек.

– Ер үҙегеҙҙә була тороп ошо хәлгә ҡалғас... – Марат һүҙемде бөтөртмәне.

– Тағы һин башла инде шуны, – Уҫал итеп әйтте быны. – Ишеткем дә килмәй «ер» һүҙен. Юҡ ул! Ҡыҫырға ҡалды! Үлде! Килһендәр, уны ла алһындар, бер ҙә үкенмәйәсәкмен.

– Ата-бабаларҙан ҡал... – дуҫым уғата ярһып китте, мине ярты һүҙемдә бүлде.

– Китап уҡыйһыңмы, аҡыллыһыңмы? Әләйһә, ултыр тракторға. Ана, совхоздың тыума балалары булған КФХ-мы, СПК-мы шул – уларҙың нимә аңлатҡанын шайтан да белмәй – ер һөрөргә кеше таба алмай. Тырнап ҡара тыуған тупрағыңды. Нимә үҫтерерһең икән, ҡара тирең өсөн күпме түләрҙәр үҙеңә? – дуҫым тынып ҡалды, күҙҙәрен ситкә алды. Улар йәшле ине.

Бала сағыма һәм йәшлегемә ҡайтып әйләнеү, матур хәтирәләргә бирелеү ниәтем ауылым ирҙәренең һаран күҙ йәштәренә сыланды шулай. Хайран итте мине был хәл.

* * *

Марат дуҫым менән урам буйлап атлайбыҙ, йорттарҙы, ул «оялар» осорған «ҡошсоҡтарҙы» барлайбыҙ. Мине барыһы ла ҡыҙыҡһындыра: ауылдашым тормошта нисек урынлашҡан, нимә менән ғаиләһен аҫырай, балалары күпме һәм ҡайҙалар... Бара бирәбеҙ ҙә, туҡтайбыҙ. Дуҫым һәр йортта көн итәүселәрҙең хәл-торошо тураһында бәйән итә. Мин төпсөрләп һорашам.

Беҙ бала саҡта урта йәштәр тирәһендә булып, бөгөн ауыл ололары рәтендә йөрөгәндәр һирәк ҡалған. Бабайҙар юҡ кимәлендә. Атай нигеҙен, ғәҙәт булараҡ, беҙҙең быуын һәм беҙҙән саҡ ҡына олораҡтар биләй икән – үҙемә шундай асыш яһаным.

– Ә йәштәр ҡайҙа һуң? – тип һорайым ғәжәпләнеп.

– Йәштәр ситтә. Себерҙә күберәк. Ауылда ҡалғандары, кемдең ата-әсәһе хәллерәк, Оторванкаға өй һалып сығып бөттөләр. Ҡалаларса әйткәндә, яңы микрорайон була инде ул «Оторванка». Ауылдан айырылыбыраҡ ултырғанға шулай йөрөтә уны халыҡ, – тип аныҡлыҡ индерҙе, минең аптыраулы ҡарашымды тотоп алған дуҫым.

– Әләй икән. Йәштәр ҙә айырым ҡурмыш булып ултырған, тимәк. Һеҙҙән алыҫлашырға теләгәндәй.

– Бәлки, шулайҙыр. Ҡәһәрләнгән быуын беҙ, дуҫ. Яман ваҡытҡа тура килде гөрләтеп йәшәр сағыбыҙ. Минме ни ошолайтып урамда эт һуғарып йөрөр кеше? – Марат йәш тулышҡан күҙҙәрен һөрттө.

Уғата дәртле, маҡсатлы ине шул бала саҡ дуҫым. Бәхетте ситтән эҙләмәне, ауылда ҡалды. Ул ваҡытта был ғәҙәти хәл ине. Егерме биш йәшендә баҫыусылыҡ бригадаһы бригадиры итеп ҡуйҙылар. Комсомол активисы рәткә ауыл һәм район Советтары депутаты итеп һайланды. Гел алдан йөрөнө. Өйләнде, яҡшы заманда йорт һалып сыға алды. Машина алырға хәле етмәне, уның ҡарауы, дүрт балаһын уҡытты. Улары төрлөһө төрлө яҡта хәҙер. Был тормошта бөтөнләй төшөп ҡалмайым тип, ныҡ тырышты Марат. Совхоз бөтөп, уның урынында ойошторолған хужалыҡтарҙа ла эшләне. Хеҙмәткә бөтөнләй түләмәһәләр ҙә түҙҙе. Игене-бесәне ҡайтып торҙо, тракторын үҙенекендәй файҙаланды, «ҡалым» һуҡты.

Түҙемлектең дә сиге була икән. Ҡыш буйы тракторы менән ферма эшендә йөрөп, ярты йыл хеҙмәтенең хаҡына өс мең һумға торошло бер быҙау ғына тейгәс, дөйөм хужалыҡ юлын тапауҙан туҡтаны. Артабан мал көсө менән донъя бөтәйтте. Тик бында ла ҡазаға юлығып ҡуйҙы. Ситтән килеп ит алыусыларға биш баш һуғым малын үҙ ҡулдары менән тейәтеп оҙатты ла, аҡсаһын ала алманы. Милиция ла ярҙам итмәне. Шунан һуң ул биреште, яҙмышына күнде. Ел ҡайһы яҡтан иҫһә, шунда боролдо. Осраҡлы «ҡалым», ике баш һыйыр иҫәбенә йәшәй хәҙер. Төшөрөп алыуҙы ла хилаф күрмәй, тип зарланды ҡатыны Зифа Марат ишетмәгәндә.

– Фәнит ҡорҙашыбыҙ баҡыйлыҡта инде. Ә ағаһы Нух ни хәлдә? Беҙҙең атаман була торғайны, малай саҡта шәп ине, – ҡоймаһы емерелгән ташландыҡ өй эргәһендә туҡтайбыҙ. Элек ул остан икенсе ултыра торғайны. Һалам ҡыйыҡлы, һайғау ҡойма тартып кәртәләнгән Әҡлимә әбейҙең йорт-ҡураһы ҡаршыһында күркәм дә, бейек тә, бай ҙа күренде беҙгә.

– Фәнит бөйөрө насар булһа ла, шайтан һыуын яратты. Шул харап итте уны. Нух ағаһы яңғыҙ хәҙер. Ҡатыны айырылып ҡалаға китте. Үҙе эсә. Теге остағы Ғилминурға инде абышҡалыҡҡа. Ситтән килгән алыпһатарҙарҙың сусҡаһын ҡарай уның кәртәһендә.

– Уныһы нисек була ул?

– Нисек була, тип ней: әзербайжандар сусҡа бәрәсе, ем килтерә, ул шуларҙы үҫтерә, өлгөрөп етһәләр – һуйып бирә. Алыш-бирештәре нисек ҡуйылғандыр, әйтә алмайым. Ит мафияһы шул сит бауырҙар ҡулында бит. Халыҡтың хәләл малын осһоҙға ғына алып китәләр. Алдап ҡырҡышалар. Үҙәккә үткәрҙеләр инде.

– Нишләп, мәҫәлән, үҙең тотонмайһың ит һатырға? – Һорауым көтөлмәгән булды, ахыры, Марат миңә сәйерһенеп текләп ҡуйҙы.

– Ауылдаштарымды нисек алдамаҡ кәрәк. Минән булмай ул эш.

– Алдарға бер кем дә һорамай.

– Алдыҡһыҙ табыш ҡунмаясаҡ бит...

Шул арала ҡаршы йорттан һыу арбаһы һөйрәп, Вәхит килеп сыҡты.

– Ҡорҙаш, әллә беҙ бала саҡта этеп йөрөткән арба инде, – яҡшылап күрешергә лә онотоп, арбаға баҡтым.

– Атай ҡарттың ҡомартҡыһы. Ғүмерлеккә етерлек итеп эшләгән шул, – Вәхит маһайыбыраҡ тәгәрмәсле йомошсоһоноң тәртәһен һыйпап ҡуйҙы.

Оҫта, эшлекле ине шул Әсҡәт ағай. Эсештерһә лә, донъялары төҙөк, тормоштары етеш булды. Баҡса үҫтерҙеләр, балыҡсы данын да тотто ул.

«Атай ҡарт», тиһә лә, Вәхиттең атаһы ҡырҡты саҡ ҡына үтеп фәжиғәле үлеп ҡалды. Ҡара көҙҙөң ҡараңғы төнөндә иҫерек урамда ятҡанда машина тапаланы уны. Ә машинаның руле артында әле генә һүҙ барған Нух менән Фәниттең өлкән ағаһы Фәтих булған. Дүрт йыл тирәһе ултырып ҡайтты ул абайһыҙҙан кеше ғүмерен ҡыйғаны өсөн. Шунан ауылда йәшәмәне, ситкә сығып китте. Ҡаршы ғына йортта етем ҡалған ете баланы көн дә күреп йөрөргә йөрәге етмәгәндер инде.

– Атайың ҡарт мәрхүмдән күпкә олораҡһың бит, Вәхит, – тим ҡорҙашыма текләп.

– Йәшләй китеп бөттөләр шул. Һинең атайың минекәнән дә йәшерәк ине. Марат, һин дә ун ике йәшендә атайһыҙ ҡалдың бит, – Вәхит көрһөнөп алды.

Минең атайым, дыуамаллығына барып, ғүмерен ҡыйып ҡуйҙы. Яуынлы көндә, сабыр итергә өгөтләп ҡараһалар ҙа, тыңламай, текә тауҙан йөк тейәгән тракторы менән төшә. Арбаһы этеп алып китеп, боролошта ауҙара һуҡҡан. Беҙ – ете бала – етем ҡалдыҡ. Өлкән апайыма ун ике йәш, иң кесе ҡустыма алты ғына ай ине.

Мараттың атаһы ҡырҡ бишкә лә етмәй мәрхүм булды. Төндә йоҡлап ятҡанда йөрәк өйәнәге тотҡан. Атайһыҙлыҡта үткән бала саҡты иҫкә төшөрөү күҙҙәргә йәш төйөрләне. Бер килке өндәшмәй торҙоҡ.

– Әйҙә, беҙгә инәйек, – тине Вәхит. Ул өйләнмәй ҡартайып барыусы һәүерек ир. Әсәһе менән йәшәй. Атаһы кеүек ғүмере буйы совхозда токарь булып эшләне. Хәҙер ҙә уның хеҙмәтенә мохтаждар, ваҡыты-ваҡыты менән ярҙам итеүен һорап, өйөнән үк килеп алалар икән. Тимер эшендә уға етеүсе юҡ. Ҡустыһы бар ине. Ҡышҡы һыуыҡта иҫерек килеш аяғын туңдырып, зәғиф ҡалды. Өс йыл элек, ҡырҡ йәшен дә тултырмай, йөрәк өйәнәгенән үлеп ҡуйған. Әле белдем.

* * *

Ул көндө ауыл буйлап артабан үтә алманыҡ. Вәхиттең әсәһе Алмабикә апай, мине затлы ҡунаҡҡа һанап, һыйын йәлләмәне. Күрше-тирәне өҫтәл артында ғына барлап ултырҙыҡ. Яңғыҙы ете баланы аяҡҡа баҫтырып, ике малайын ерләһә лә, шәп кенә күренә Алмабикә апай. Буйҙаҡ улын яңғыҙлатмайым тип, бәлки, тормошҡа йәбешеп ятыуылыр. Фанилыҡта үҙ бурысын атҡарып бөтмәгән кеше ғүмерле була, тиҙәр бит. Улайға ҡалһа, утыҙ биш-ҡырҡ, уҙа-барһа – ҡырҡ биш йәштәге беҙҙең атайҙар нишләп китеп бөттө һуң? Әле тәпәй ҙә баҫмаған баланды етем итеү, фанилыҡта эштәреңдең осланыуына бер ҙә генә ишара түгел дәбаһа? Күрәһең, кеше бурыстарҙы үҙенә үҙе билдәләй. Әгәр бөтә булмышы менән уларҙы тормошҡа атҡарыу өсөн ашҡынып йәшәй икән, тимәк, ул – оҙон ғүмерле. «Баламды аяҡҡа баҫтырам», «балама белем бирәм», «баламды башлы- күҙле итәм», «ейән-ейәнсәрҙәремде һөйәм», «ейән-ейәнсәрҙәремден туйын күрәм», «китап яҙам», «хаж ҡылам»... кеүек һәм башҡа маҡсаттар һәм бурыстар йәшәү дәрте һәм көс бирәлер.

Беҙҙең атайҙар тормош тәмен иртә юғалтты. Ирҙәргә бит ғаилә мәшәҡәттәре менән генә йәшәү аҙ. Уларға үҙ иңенә ил хәстәрен дә алыу мотлаҡ. Егерменсе быуаттың етмешенсе йылдарында бөтәһе өсөн дә дәүләт, дөрөҫөрәге, партия үҙе хәл итте. Йәшлектәре алтмышынсы йылдарға – «Хрущев сыуағына» – тап килгән атайҙар, ҡапыл дөрләп яндылар ҙа, шулай уҡ тиҙ һүнделәр, тип фаразлайым. Фанилыҡта уларҙы ғаилә генә тота алмай ине. Шуға араҡыға хирес булдылар. Шайтан һыуы ҡыҫҡа ғына ваҡытҡа булһа ла үҙҙәрен ирекле, көслө һәм бәхетле итеп тойорға булышлыҡ иткәндер. Эскәндәре фажиғәле китһә, хәмергә артыҡ әүәҫлектәре булмағандар йоҡоға талған мәлдә баҡыйлыҡҡа күсте. Барыбер киттеләр.

Был феномен – егерменсе быуаттың етмешенсе йылдары ирҙәренең яҙмышы – ғалимдар тарафынан өйрәнелергә тейеш, минеңсә.

Тол ҡалған ҡатындары иһә, теш ҡыҫып, балаларын үҫтерҙе. Араларында ҡабаттан кейәүгә сыҡҡандары булманы. Олоғайғас ҡына ҡайһылары бабайға барҙы. Тормошта балаларын урынлаштырып бөтмәгәндәре әле лә бирешергә теләмәй.

– Ҡәһәр һуҡһын был донъяны, – Вәхит йоҙороҡлап ҡапыл өҫтәлгә һуҡты. Быуылып, ике ҡуллап битен баҫты.

– Тыныслан, улым. Тыныслан, – Алмабикә апай, ҡашығаяҡтарын ҡуйып, йүгерә-атлай алғы яҡтан килеп сыҡты. – Әҙ генә эсеп алһа, шулайта ул. Яңғыҙлыҡ нимә генә эшләтмәй кеше менән, – тип һөйләнде ғәфү үтенгәндәй.

Яңғыҙаҡтар күбәйгән заман шул хәҙер. Биш өй аша әсәһе менән Дамир көн күрә. Ул беҙҙән өс йәшкә олораҡ. Өйләнеп тә ҡараманы, өйләнергә лә уйламай, шикелле. Хәҙер һуң да инде. Алтынсы тиҫтәне ваҡлағанда һинән ниндәй кейәү сыҡһын? Уның атаһы эсмәне, кәнсәлә төймә тартты ғүмере буйы, хисапсы булды. Әсәһе эшкә йөрөмәне. Был ул заманда бик һирәк күренеш ине. Ҡайҙа ла эшсе ҡулдар талап ителгәндә, ни рәүешле өйҙә ултыра алғандыр инде, әйтеүе ауыр. Бәлки, сырхауҙан ыҙалағандыр. Был ғаиләнең тағы бер күҙгә ташланып торған үҙенсәлеге булды – ике генә бала тәрбиәләнеләр. Башҡаларҙа кәмендә бишәү ине. Күрше-күлән менән яҡындан тороп ҡатышманылыр. Йомоҡ йәшәһәләр ҙә, йорт-ҡуралары башҡаларҙыҡынан артыҡ айырылып торманы. Хәйер, Урал мотоциклы булды Ғәзиз ағайҙың, аҙаҡтаныраҡ «Москвич» та алды шикелле. Былар иһә ул заманда ярайһы ғына байлыҡ һаналды. Ауыл осона ҡарай яҡтан өй аша тағы бер ир буйҙаҡлыҡта ғүмер кисерә. Ул алтмышҡа еткәндер инде. Байтаҡҡа олораҡ беҙҙән.

Мәжлестең ҡыҙған мәлендә Вәхиттең күршеһендә йәшәгән Рәсих ҡорҙаш килеп инде. Вәхит планды бутамаһа, Марат менән беҙ уға һуғылырға тип тора инек.

– Әһә, ҡыҙышып алырға ла өлгөргәнһегеҙ икән. Һеҙҙе ҡойма ярығынан күҙәтеп торҙом. Мин бит элекке погран. Ҡайҙа нимә булғанын һәм булырға тейешлеген вис белеп торам. Ха, бында гел пограндар йыйылған дабаһа, стройбат Вәхиттән башҡа. Оҙаҡламай беҙҙең байрам, егеттәр. Сик буйына ҡуйыла торған бағана әҙерләп ятам, 9 май көнө тау башына, ауыл гранына, ҡуябыҙ. Марат, һиңә әйтелгән. Онотманыңмы? Һаумы, Руслан ҡорҙаш. Служак! Пограндарҙың бөтәһе лә миңә служактар. Тимәк, һин дә бағана ҡуйышаһың. Шәп буласаҡ. Советтар Союзы гербының һүрәтен китапхананан барып саҡ таптым. Шуны ҡалайға сүкеп төшөрөп бөтһәм, бағана әҙер буласаҡ, – Рәсих бер тынала булған бөтә хәбәрен теҙеп һалды. Уны, әйҙүкләп, мәжлескә ҡушылырға саҡырҙыҡ.

Рәсихҡа сәйерһенеп ҡарап ултырғанымды һиҙгән Марат, тәмәке тартырға сыҡҡанда, хәлгә асыҡлыҡ индерҙе.

– Яҙлы-көҙлө, зиһене тарҡалып, ауырып ала ул. Аҫылынып төшкәс, шулай булып ҡалды, – тине. – Былтыр атын юғалтып ай буйы эҙләне. Һатып, малайының уҡыуына түләргә тип йөрөй ине. Ҡыуып алып киттеләр. Ныҡ ҡайғырҙы. Бисәһе лә үҙәгенә үттереп әйткәндер – уларҙың телен ҡырҡып алып булмай, игәп игәйҙәр ир бахырҙы. Башын элмәккә тыҡҡан. Күреп ҡалып төшөрөп алдылар. Мейеһе зарарланып өлгөргән, күрәһең. Аҡылы инәле-сығалы хәҙер...

Мараттың, «аҫылынып төшкәс», тиеүе мине уғата аптыратты. Ул уны шул тиклем еңел итеп, әйтерһең дә, көн дә булып торған ғәҙәти хәл кеүек әйтте. Кеше йоҡлай, ашай, эшкә йөрөй, уның араһында ... «аҫылынып төшә», имеш. Кеше йәшәй-йәшәй үлемгә өйрәнеп тә китәлер. Илле йәшкә еткән ауыл ире күп тапҡырҙар мәйет йыйыштырыуҙа булып өлгөрә, кемдер бының үҙ хисабын алып баралыр, тип уйламайым. Иллә-мәгәр, ауылда кеше мәрхүм булһа, бер кем дә зыяратҡа барыуҙан ситтә ҡалмай.

Бала саҡта үлем ҡот осҡос ауыр хәл булараҡ ҡабул ителә. Тәүге үлем ҡайғыһын мин ололар менән дүрт-биш йәштәр тирәһендә кисерҙем. Күрше ауылда йәшәгән өләсәйем мәрхүм булып ҡалғайны. Торараҡ, саҡ ҡына үҫә төшкәс, үҙ күҙҙәрем менән күргән тәүге үлгән кеше ҡартәсәйем булыр, тип үҙ алдыма уйлағаным да хәтерҙә. Бала-саға ҡайһы саҡ шулай аңлатып биргеһеҙ ҡаты бәғерле була. Иң яратҡан кешемдең – ҡартәсәйем иң яратҡан кешем ине – үлеме тураһында шулай тыныс һәм эшлекле ҡиәфәттә фекер йөрөттөм.

Үҙ күҙҙәрем менән күргән үле кеше ҡартәсәйем булманы, ул – атайым ине. Ҡазаға юлығыуы тураһында ишетһәм дә, был хәбәр аңыма барып етмәне. Башҡалар кеүек иламаным. Уның ябыу менән ҡапланған йәнһеҙ кәүҙәһен өйгә индергәндә хәлһеҙ һәленеп төшкән ҡулын күргәс, ҡапыл быуылып төштөм. Атайымдың был донъяла юҡлығын бөтә булмышым, һәр күҙәнәгем менән тойҙом. Миңә туғыҙ йәш ине.

Рәсих ҡорҙаш, башҡалар кеүек, минең алдымда күҙ йәштәрен күрһәтмәне, һүҙ нимәгә генә ҡағылһа ла, ул күтәренке кәйефтә ҡалды. Хәбәрен бүлдермәй тыңланылар. Уғата оҙонға төшөп китһә, туҡтап тороуын бик итәғәтле рәүештә үтенделәр. Шул тиклем инсафлы мөғәмәлә ғәжәпкә һалды. Тәүге көндә мине өҙә һуғып бүлгән Марат кеүек ҡыланыусы булманы.

* * *

Ғәлиәхмәт ағайҙы ла мин һәр саҡ көр күңелле, бошмаҫ кеше булараҡ белә инем. Ул урамдың был осонда йәшәүселәр араһында ҡалған берҙән-бер оло кеше. Аҡһаҡал. Етмешкә етеп бара. Апайымдар йорто ҡапҡаһынан урамға сығыуымды күреп ҡалған ағай, үҙенең янына әйҙүкләне. Ул өй алдында урамды күҙәтеп ултыра ине.

– Себерҙәр ҡайталар ҙа, күҙ күрһәтмәй ҡунаҡ булып, кире олағалар. Беҙгә күстәнәстәре тәтемәй ҙә, – шаңҡылдата көлөп минең сәләмемде алды. – Көрәп алған аҡсағыҙҙың, исмаһам, ауылға тиндәрен һибеп китегеҙ, бәлки, шытым бирерҙәр.

– Хәбәрең элеккесә кинәйәле, Ғәлиәхмәт ағай. Нимәгә төрттөрөүенде аңламаҫһың да.

– Төрттөргән юҡ, телгә нимә килә – шул ғына. Хи-ха-ха...

Айыуҙай ҙур кәүҙәле булһа ла, бала күңелле ул. «Ғәле балуан», тип йөрөттөләр үҙен. Бәлки, урыҫтың «болван» һүҙенән дә мәғәнә сығарғандарҙыр. Аҙағыраҡ уға тағы бер ҡушамат йәбештергәндәр икән – «Балу». Америка мультфильмындағы осоусы аҡ айыу Балу исеменән алғандар. Халыҡтың тапҡырлығына иҫең китерлек. Ысынлап та, Ғәлиәхмәт ағай Балуның тап үҙе. Дәү кәүҙәле, балаларса ихлас, бер ҡатлы һәм бошмаҫ. Яңы теле асылған кескәй ейәнсәре урам буйлап сығып киткән дә, аҙашҡан. Илап йөрөгән баланы күреп, һин кем ҡыҙы, тип һорайҙар икән. Бала: «Әсәйем Гөлбикә, ҡартатайым Балу», – тигән һәм тап өҫтөнә баҫҡан. Өйөнә елтерәтеп алып барып ҡуйғандар. Ауылда Балуны белмәгән кеше юҡ. Ә Гөлбикәләр быуа быуырлыҡ.

«Үгеҙ үлһә – ит, арба ватылһа – утын», тип йәшәгән кешеләр рәтендә ул. Ҡоймалары уның һәр ваҡыт ҡыйыш, ишек алдында иҫ китмәле тәртипһеҙлек, мунсаһының мөйөшө мәңге ергә һеңгән килеш. Тәпәненә күрә ҡапҡасы, тигәндәй, еңгәйҙе лә бөтмөр хужабикә тип әйтеп булмай. Өйөн һуңғы тапҡыр инеп күреүемә күп йылдар үткән, хәҙер нисектер, элек баш тыҡҡыһыҙ була торғайны.

– Райхана инәйҙең өйө етемһерәп ҡалған. Кем йәшәй икән? – Саҡ ҡына ҡыяраҡ ҡаршыла ултырған бәҫе ҡасҡан йортҡа ымлап күрһәтәм.

– Ҡыҙым Гөлбикә тора. Нигеҙ ҡороно. Апайым былтыр гүр эйәһе булды. Үкенерлек түгел, һикһәнде күпкә уҙҙырғайны. Бына ҡустылар иртәләнеләр. Марсты ерләгәнгә биш ай, ә Юнирҙе беләһең – үҙенә ҡул һалды, – Ғәлиәхмәт ағай күҙҙәрен һөрттө.

Әллә тормош шул тиклем аяуһыҙмы, хатта илай белмәгәндәрҙе лә йәшкәҙәттерә, әллә олоғая барған һайын кеше үҙгәрәме – алдымда бошмаҫ Ғәле балуан-Балу түгел, ә тештәре ашалып кесергән, сәстәре ағарған, күҙ нурҙары һүрәнләнгән бабай иламһырап ултыра. Уның төҫ-ҡиәфәте генә түгел, булмышы ла үҙгәргән, ҡартайған. Күңелемдә һаман һаҡланған элекке Ғәлиәхмәт ағай образының ваҡыт даръяһында ятып ҡалғанын әле генә тойомланым. Тағы бер юғалтыуға йөрәгем әрнене. Бала сағым һәм йәшлегем һуҡмаҡтарын нисек кенә табырға тырышһам да, бының мөмкин булмауын тағы бер мәртәбә аңланым. Улар тарая барған хәтерҙә һәм төштәрҙә – икенсе үлсәмдә – тороп ҡалған икән.

Беҙҙең эргәгә Ғилаж килеп ултырҙы.

– Балу ағай, күрәһеңме? – ул йоҙороғон төйҙө. Бармаҡтарының һырты бер нисә урындан һыҙырылып, ҡанһырап тора ине. – Кисә ике Орский пәрейҙәрен елтерәттем. Тештәренең эҙҙәре. Үтеп барһам, машиналарына саҡырып алдылар ҙа, ҡыҙҙар табып бир әле, тип бәйләнмәксе булалар. Руль артында ултырғанын шунда уҡ һөйрәп төшөрҙөм дә, бәргеләй башланым. Икенсеһе килеп сыҡҡайны, уны ла һалып осорҙом. Монтировкаға йәбешмәкселәр ине – кеҫәнән справканы сығарып күрһәттем. Ҡаңғырмағыҙ, һеҙҙе үлтереп ташлаһам да миңә бер ни булмаясаҡ, тигәйнем, йәһәтләп һыпырттылар.

Ғәлиәхмәт ағай Ғилаждың хәбәренә рәхәтләнеп көлдө. Уның, справка, тигәне аҡылының зәғифлеге тураһында дауахана биргән яҙыу-белешмә. Ғилаж үҙенең алйот булыуын бер кемдән дә йәшермәй. Справкаһы һәр саҡ эргәһендә. Бөтә хәлдәрҙә лә шул ҡағыҙҙың файҙаһын күрә. Ауылдаштарына уның зыяны тейгәне юҡ, сит-яттарға һәр саҡ ҡаты ҡағыла. Аҙна һайын үткән баҙарҙан үҙенең яһағын йыйып ала. Ситтән килгән алыпһатарҙар уны белеп бөткәндәр, күпме бирергә лә беләләр. Ғилаж артығын алмай ҙа. Тәмәкелек һәм бүләк хаҡын ғына. Ә бүләккә ул һәр саҡ мохтаж. Ауылда булып торған бөтә туйҙа, юбилей ҡунаҡтарында ул мотлаҡ ҡатнаша. Саҡырылмай бара. Бүләге менән. Әҙерәк гармун да тызҡылдатҡас, мәжлестә ул һәр саҡ үҙ кеше. Ғилаж синыфташым Илдар мәрхүмдең ҡәйнеше. Ниһайәт, миңә лә иғтибар итте.

– Егеттәрский шәп икәнһең, Руслан ағай. Ҡартайырға уйламайһың да, – тине миңә ҡарап. – Ҡорҙашың, минең еҙнәйем мәрхүм, күптән тегендә. Үҙе теләп китте. Бисәгә үсеккән, имеш. Ахмаҡ. Аҫылынғанын ишеткәс тә, барып, һөйрәкләп ҡыйлыҡҡа сығарып ташлайым тигәйнем, ебәрмәнеләр. Ҡәберенә бер ус тупраҡ та һалманым...

Илдар, ысынлап та, бисәһе арҡаһында үҙенә ҡул һалып ҡуйҙы. Ҡатынын бөтөнләй белмәйем – беҙҙән йәшерәк ине. Бер ҡайтыуымда, юлдарыбыҙ киҫешеп, Илдар менән икәүләп өйҙәрендә табын ҡороп ултырғайныҡ. Ҡотһоҙ күренде миңә йорт эсе.

– Килен ҡайҙа? – тип һораным, кис булһа ла хужабикәнең ҡайтмауына ғәжәпләнеп.

– Әхирәтенең тыуған көнөнә киткәйне, – тине Илдар, нишләптер уңайһыҙланған һымаҡ. Шунан, бер килке тынып ултырғас, дауам итте: – Насар йәшәйбеҙ ҡатын менән. Нәфсеһе самаһыҙ. Аҡсаны ла ярата, түшәктә аунарға ла. Кәрһеҙһең, аҡса эшләй белмәйһең, тип мыҫҡыл итә, – Илдар, әллә илағанын да һиҙмәне, асыҡ күҙҙәренән субырлап аҡҡан йәштәрен дә һөртмәй, һөйләне лә һөйләне. Күрәһең, күңеленә шул тиклем әйтелмәгән аһ-зарын йыйған, быуа йырылғандағы кеүек, һүҙҙәр ағымы аҡты ла аҡты. Бөгөн-иртән Себеренә олаға типме, минән тартынып торманы. Ошо ваҡиғанан һуң күп тә үтмәне, ауылдан килгән сираттағы хатта уның үлеме тураһында ла ҡош телендәй генә хәбәр ҡыҫтырғайнылар.

Ғилаж көн һайын ауылды бер урап сыға. Шуға ла ауылдаштарының тын алышын унан да яҡшы белгән кеше юҡ.

– Кисә райондан түрәләр килде, мәктәпте ҡыҫҡартып яталар бит. Силсәүит, мәктәп директоры менән бергә ултырып, кемде эштән сығарырға исемлек төҙөгәндәр. Һинең ҡыҙың да бар исемлектә, Балу ағай, – тип ул икенсе һүҙгә күсеп китте.

– Яңғыҙы ике бала ҡарай, уны нисек ҡыҫҡартһындар? Закон ҡыҙым яғында, – Ғәлиәхмәт ағай көтөлмәгән был хәбәрҙән ҡапыл ҡуҙғып китте.

– Эйе, әллә кем законға ҡарап торҙо, ти...

– Сығарып ҡына ҡараһындар, районға барам, призидинтҡа яҙам!

– Мин китәйем, ағайҙар, Ғәбделхаҡ еҙнәйемдә йомошом бар ине, – тип Ғилаж урынынан ҡуҙғалды. Ул гел шулайта: ҡырмыҫҡа иләүенә таяҡ тыҡҡан кеүек, берәй хәбәр һалып, йыйын ғәмде ҡуҙғыта ла, халыҡ ҡыҙышып, кемуҙарҙан ҡысҡыра, талаша башлаһа, үҙе ситкә китә. Бәлки, шулай зиһене сәләмәт кешеләрҙән көлөүелер: мин түгел – һеҙ ахмаҡ, тиҙер. Бәлки, әйтелгән дөрөҫ һүҙенең шундай тауыш күтәреүенә аптырап, тиҙерәк китеү яғын ҡарайҙыр. Шуныһы мәғлүм: яманлыҡҡа барып эшләмәй быны. Алйот булһа ла, боҙоҡ түгел ул.

* * *

Ғәбделхаҡ ағай аҫҡы урамда йәшәй. Тиҫтә йылдар самаһы элек муллалыҡ бурысын үҙ иңенә алғайны, һаман шул юлда. Ул түрҙә ултырған аят мәжлестәрендә булғаным бар. Еренә еткерә, тырыша. Ҡарсығы мәрхүмә булып ҡалғас, ныҡ биреште, тинеләр был ҡайтыуымда. Нишләптер, уға барырға теләгән әбей юҡ, имеш. Етеш донъяһы, муллалыҡ дәрәжәһе булһа ла. Ғәбделхаҡ ағайҙың йәш сағындағы мажаралы тормошон белгәнгә күрә, абыстайлыҡҡа ымһыныусылар юҡтыр, тим.

Беҙгә һигеҙ-туғыҙ йәштәр тирәһе булғандыр. Марат менән кәртә артында уйнап йөрөйбөҙ.

– Ҡала әле, Руслан, стенала кеше эҙҙәре, – Марат таҡтала ҡалған бысраҡ таптарға ымланы. – Ғәбделхаҡ ағай кисә төндә бисәһен урам буйлап баҫтырып туҡмаған. Сипаратта һөт тартырға килгән Сәлимә еңгәйҙең әсәйемә һөйләгәнен ишеттем. Ошонда, һеҙҙең кәртәгеҙгә йәшенгән булған бисәһе, Ғәбделхаҡ ағай стена буйлап йүгереп кәртә башына менеп киткән. Эсеп алһа, стена буйлап йөрөй ала, тей.

– Кеше нисек стенала йөрөһөн инде. Алдатаһың, – мин дуҫыма ышанырға ла, ышанмаҫҡа ла белмәй торҙом.

– Ҡара, бармаҡтары вис күренә. Бишәү, – ысынлап та ялана-яҡ батҡаҡҡа баҫҡан кешенең эҙҙәре стенала айырым-асыҡ ярылып ята. Улар кисә генә юҡ ине. Төндә килеп сыҡҡандар. Бәлки, Марат дөрөҫтө лә һөйләйҙер. Уның белмәгән нәмәһе юҡ. Ололарҙың бөтә серҙәрен белә. Кәрәккәнен дә, кәрәкмәгәнен дә.

Ғәбделхаҡ ағай ҡапыл-ҡапыл өс-дүрт бисә алып айырҙы ла, үҙе лә ситкә китеп юғалып торҙо. Ете-һигеҙ йылдан һуң яңы ғаиләһе менән ауылға кире ҡайтты. Өй һалып сыҡты. Боралғаны, эсеп ҡаңғырғаны башҡа ишетелмәне. Баҫылып ҡына йәшәп тик ятты. Донъяһы бөтөн, төҙөк булды.

* * *

Вәхит беҙгә һый-хөрмәт күрһәткәндә балыҡҡа алып барырға вәғәҙә иткәйне. Өсөнсө көн тигәндә, кистән ҡармаҡтарҙы әҙерләп ҡуйҙыҡ та, таң менән йылғаға төштөк. Йылға тип әйтеүе бик үк дөрөҫ тә булмаҫ. Сөнки бала саҡта беҙ балыҡ тотҡан урындар ҙур быуа аҫтында ҡалған. Быуаның бер ҡолағының ярына барып урынлаштыҡ. Ҡолаҡ элек Ереклек сауҡалығы биләп торған йырын ине. Ауылға иң яҡын, ҡола яланға йәшеллек биреп ултырған, минең яратҡан бер төйәгем юҡҡа сыҡҡан. Ағасын ҡырҡып алып та бөтмәгәндәр. Ҡороған бер нисә ерек, ҡайын һыуҙа сусайып ултыра. Ҡайындар өсәү генә ине сауҡалыҡта. Әле ултырғаны уларҙың иң олоһо һәм йырын үрендә үҫкәне. Ошо ҡайын төбөндә ултырып, Ереклек йәнлектәренең тормошон күҙәтә торғайным. Осонда ике ҡарға ояһы ла бар ине. Берәүһе әле лә ҡарайып күренә. Тик ҡарға унда оя яңыртмаған. Серек ботаҡтарына ышанмағандыр.

Бала саҡ эҙҙәремде күрергә теләп, быуа төбөнә текләйем. Йәшкелт һыу ҡатламы ҡояш нурҙарын билдән дә тәрәнерәккә ебәрмәй, үҙенә һеңдереп ала һәм юҡ ҡыла. Ул урындарҙы мин башҡаса күрә алмаҫмындыр инде.

– Был ереклек урыны булғас, беҙ һыу төшкән Ташлыҡ аҫтараҡ инде, – мин йәйрәп ятҡан киң быуа йөҙөндә Ташлыҡ тәңгәлен төҫмөрләргә маташам.

– Анауында, баҫыуҙың мөйөш ҡалдырып һөрөлгән тапҡырында ул, – ти Вәхит.

– Ташлыҡҡа ун минутта йүгереп барып етә торғайныҡ. Ә ул мөйөшөңдән биш минутлыҡ ҡына ара булыр. Ташлыҡ арғы ярҙың икенсе йырыны тапҡырында. Беҙ ултырған тапҡырҙараҡ, – Марат Вәхит менән килешмәне.

– Беҙ Ереклек буйында ултырабыҙ, ә ул Ташлыҡтан күпкә арыраҡ, – Вәхит үҙ фекеренән ҡайтырға йыйынманы.

– Балыҡсы булһаң да йылғаның бөгөлдәрен онотоп та ҡуйғанһың икән, Вәхит. Ташлыҡҡа барғанда ике бөгөлдө урап үтергә кәрәк ине. Ә Ереклек йырыны ҡалҡыулыҡҡа ҡыялап үрләй. Беҙ ултырған осо ауылға яҡыныраҡ булһа ла йылға ярына барып терәлгән ауыҙы алыҫ...

Марат тапҡырыраҡ ине, миңә ҡалһа. Һыу күмгән, юҡ иткән шул беҙ һыу ҡойонған, балыҡ тотҡан ятыуҙарҙы, бәхетле бала саҡтың шаһиттарын. Быуаның көҙгөләй тигеҙ йөҙө һыу аҫты донъяһы серҙәренә тимер ишектән дә нығыраҡ бик һалған һәм бер ҡасан да уны асмаясаҡ! Ереклек йырынынан ағып төшкән шишмә йылғаға ҡушылған урында Оло ятыу йәйрәп ята торғайны. Алты-ете йәштәр тирәһендә күрҙем мин уны тәүге тапҡыр. Диңгеҙ шулай булалыр, тип уйланым уның киңлегенә иҫем китеп. Ялтыр балыҡтарҙы бер туҡтауһыҙ ярға ташлаған һанһыҙ балыҡсыларҙан да матур, даланлы һәм ғәйрәтле кешеләр юҡ ине минең өсөн ул минутта. Тиҙерәк ҙурайғым, уларға оҡшағым килде. Ололарҙың тормошо бала кешегә һәр саҡ мауыҡтырғыс серле бер әкиәт донъяһы кеүек тойола бит. Тик үҙең ҙурайғас ҡына уның ялҡытҡыс ауыр йөк булыуын аңлайһың һәм бала сағыңды үлеп һағынаһың. Акваланг костюмы кейеп, һыу төбөндә ҡалған Ташлыҡты, Ереклек буйҙарын, Оло ятыу ярҙарын күргем килде. Ләкин был хыял ғына ине.

Дуҫтарымдың бәхәсен тыңлап, салҡан төшөп үләндә ошо уйҙарға бирелеп ятам.

– Анау болот аҡ ҡошҡа оҡшаған, – минең тауышҡа ҡорҙаштарым тымып ҡалды.

– Нимә? – Марат, башҡалар кеүек үк, ҡапыл ҡарай минең һүҙҙәремдең айышына төшөнә алманы.

– Хәҙер ҡоҙғонға әүерелде, – дуҫтарым да үләнгә ауҙы.

– Ә мин арыҫлан күрәм.

– Арыҫлан түгел, сәүек эт бит ул.

– Күҙеңде һөрт. Ялбыр башлы ата арыҫлан! – Малай саҡта Ташлыҡ буйының ҡомонда төпһөҙ зәңгәр күккә, уны индәп йөҙгән аҡ болоттарға ҡарап ятырға ярата торғайныҡ. Бер туҡтауһыҙ хәрәкәттә булған болоттар әйләнгән һайын төрләнә, ғәжәп сүрәткә инә. Беҙҙең уйыныбыҙ ябай ғына – хайуан-ҡоштарға оҡшаған болоттарҙы күберәк табыу. Шул тиклем сәмләнеп ярышабыҙ, хатта талашып та китәбеҙ.

– Алдайһың, бер нәмәгә лә оҡшамаған ул болотоң, – Вәхит бәхәсте ҡуйырта.

– Һин һуҡыр булғанға мин ғәйепле инде, – Марат бирешергә теләмәй.

Баштарын бер-береһенә терәп, йәшел сирәмдә салҡан төшөп ятҡан ирҙәр, донъяларын онотоп, зәңгәр күкте айҡаны, бер мәлгә генә бала саҡтарына әйләнеп ҡайтты. Ерҙә тапмағанды мин күк йөҙөндә таптым...

Башҡаларҙы белмәйем, ҡыҫҡа ғына был ғәжәйеп миҙгел, яманһыулатып, күҙҙәремә йәш эркелтте. Тынып ҡалыуҙарына ҡарағанда, бәлки, дуҫтарым да шундай уҡ кисерештәр солғанышында булғандыр.

* * *

Пограничниктар көнө лә килеп етте. Иртәнге эштәрен теүәлләп, йәшел фуражкаһын кейгән Рәсих урамға сығып баҫты. Моғайын, башҡалар ҙа шуны ғына көтөп йөрөгәндер – сик буйы ғәскәрҙәренең айырым ғорурлығы булған башлыҡтарын ҡырын һалған төрлө йәштәге тиҫтәләгән ир-егет урамда пәйҙә булды.

– Пограндар берҙәм, – Ғәлиәхмәт ағай беҙгә һоҡланып ҡарап ҡалды.

Бағананы индәребеҙгә алып, алмашлап күтәреп барҙыҡ. Үгеҙ-таш тауына, ауыл ус аяһындай күренеп ятҡан ергә ҡуйырға алдан һөйләшеп ҡуйғайныҡ.

Хәҙерге заманда берләшеп башҡарған эштәр һирәк. Хатта ата-бабаларҙан ҡалған боронғо йола – ҙур эште өмәләп атҡарыу ҙа – онотолоп бара. Бағана ултыртырға тауға менгән ирҙәр ғәжәп берҙәмлек күрһәтте. Рә-сихтең бер генә һүҙен дә йыҡмай, ни ҡушһа, шуны эшләнеләр. Күмәк халыҡ араһында була торған артыҡ хәбәр ҙә сыҡманы. Ҡыя йәшел-ҡыҙыл һыҙатлы бағана ергә нығытып ултыртылғас та етди ҡиәфәттәрен юғалтманы ирҙәр. Бәлки, һәр кем үҙенең хеҙмәт юлын иҫләп торғандыр, уйҙарына ғүмерҙәренең башҡа миҙгелдәре лә инеп сыҡҡандыр. Улар бит бағана ултыртманы – хәтер яңыртты. Кирза итек кейеп, ил сигендә үткән ике йыл ғүмерҙәрен, һалдат һурпаһының тәмен, хеҙмәттәштәрен, көтөп алған дембелде һәм ашҡынған гражданканың нәжәғәй генә булып балҡып һүнеүен уйлап торғандарҙыр минең кеүек. Ҡорҙаштарыма, үҙемдән оло һәм кесе ауылдаштарыма ҡарап, уларҙың бер ҡор булып, бер төптән эш ҡылыуға һыуһауҙарын, ҡорбашсыға мохтаж булыуҙарын тойҙом. Әгәр алда асыҡ маҡсат күрһәләр, теүәл бурыс ҡуйыусы булһа, ғәскәргә тупланырға әҙер ине ауылдаштарым. Хатта Рәсих артынан киттеләр, уны бер һүҙһеҙ тыңланылар. Сөнки ул бөтәһенә лә аңлайышлы бурыс ҡуйҙы, бөтә етәкселекте үҙ өҫтөнә алды. Кем уны ярты аҡыл тип әйтер? Бөгөн беҙҙең арала батыр, юл башлаусы юҡ – мин шуны аңланым тау башында торғанда.

– Ауыл һүнә, – тау битләүенә ауылға ҡарап теҙелешеп ултырған ирҙәрҙең кемеһелер тынлыҡты боҙҙо.

– Ана, ферманың һуңғы аҙбарын емереп машинаға тейәйҙәр.

– Егеттәр, әйҙә, барып шул барыгаларҙы биргесләйек.

– Файҙаһы булмаҫ, башыңды төрмәлә генә серетерҙәр.

– Ауылды ла һаҡлай алмағас, нишләп был бағананы ултырттыҡ, йәшел фуражка кейеп алдыҡ?

– Пограндар, алға!

– Тыпырсынма, – урынынан һикереп торған йәш егетте ике яғындағы ағайҙары, һелкә тартып, кире ултыртты.

– Иртәгә клубҡа халыҡты Ырымбур яғынан килгән бай ҡаҙаҡ йыя, ти. Пай ерҙәрен ҡырҡ туғыҙ йылға ҡуртымға алмаҡсы икән. Бер йылға биш мең һум иҫәбенән һалып түләй, имеш. Теүәл ике йөҙ илле мең бирә икән. Биш меңе – унан бүләк. Бонус, хәҙергесә әйткәндә, – ҡайҙандыр беҙҙең араға килеп ҡыҫылған Ғилаж әйтте был яңылыҡты. – Мин үҙ пайымды бирмәйем. Ул ҡаҙаҡты елтерәтеп тә алырмын әле.

– Мин дә бирмәйем еремде. Ерем дә булмаһа, мин ниндәй погран? Нимәне һаҡларға тейешмен? – Рәсих аяғүрә үк килеп баҫты.

– Мин дә бирмәйем! – Баяғы үрәпсенгән егет ине быныһы.

Башҡалар өндәшмәне. Усаҡ яғып, тау башында ултырҙыҡ. Байрам иттек. Апайымдарға ҡайтып тормай, Мараттарҙа йоҡланым. Мине Зифаның тауышы уятты.

– Кирелегеңә барып, тағы ерҙе бирмәй ултырма. Зөлфиә ҡыҙың ҡалала фатирһыҙ йонсой, кеше тупһаһын тапай. Торлаҡ өсөн тәүге иғәнәгә тамам булыр. Беҙҙән бурыс төшөр, аръяғын үҙҙәре хәстәрләр, – тип иренә өгөт-нәсихәт уҡый ине ул.

– Тауышланма, ҡунаҡты уятаһың. Ярар, тинем бит инде, – Мараттың, тауышына ҡарағанда, бөтөнләй кәйефе юҡ һымаҡ тойҙом.

Иртәгәһенә һыйырҙар һауылғас, бар халыҡ клубҡа ағылды. Беҙ бәләкәй саҡта һинд фильмдарына шулай дәррәү йөрөй торғайнылар. Таяҡ таянған әбей-бабайы ла, донъянан ғарҡ булып, эсеүҙән башҡаны белмәгән ауыл асарбағы ла клубҡа ыңғайланы, һуңлап ҡуймайыҡ тип ашығып атламайҙар. Киреһенсә, мәжбүр иткәндәй, ығышып ҡына ҡыймылдайҙар. Ирҙәр, тәмәке тоҡандырған булып, бергилке тороп алалар, туҡтап, шым ғына нимәлер тураһында һөйләшәләр. Ҡараңғы төшөүгә, клуб шығырым тулы ине. Урын алып өлгөрмәгәндәр стена буйлап теҙелеште.

Сәхнә уртаһына бер өҫтәл, ике ултырғыс ҡуйылған. Бына алпауыт та пәйҙә булды. Яҫы битле, ҡыпыс күҙле, йыуан ҡорһаҡлы ҡаҙаҡты күрергә йыйынған ғәм, алдарына килеп баҫҡан йәш, һомғол буйлы, егеттәрсә һөйкөмлө ирекәйҙе күргәс, гөж килеп алды. «Әртис тә баһа был», тине кемдер. Ауыл башлығы ла эйәргәйне уға. Ул башлап әйтте.

– Йәмәғәт, артыҡ һүҙ ҡатып тороуҙың кәрәге юҡ бында. Клуб тултырып килеп ултырғанһығыҙ икән, йыйындың сәбәбен беләһегеҙ. Демократия заманында йәшәйбеҙ, бер кемде лә ирекһеҙләү юҡ. Һәр кем үҙе өсөн үҙе хәл итә. Әйҙә, ҡунаҡты тыңлайыҡ, – тине лә залға төшөп ултырҙы.

Ҡаҙаҡ тағы ла ғәжәпләндерҙе халыҡты. Ул тап-таҙа уҡ булмаһа ла, башҡортса һөйләшә ине.

– Мин – «НанЖуз» фирмаһының етәксеһемен. Ырымбур далаларының ҡап яртыһы минең ерҙәрем. Ер ул, аҡса кеүек, һәр саҡ әйләнештә булырға, табыш килтерергә тейеш. Ошо хазина һеҙҙә хәрәкәтһеҙ ята, эшкәртелмәй, – тип алыҫтан башланы һүҙен. Ысынлап та, ул кеше башына бирелгән пай ерҙәрен ҡырҡ туғыҙ йылға ҡуртымға алмаҡсы һәм һәр йыл өсөн биш мең һум түләмәксе икән. Ғилаждың һүҙе раҫҡа сыҡты.

Халыҡ шым тыңланы алпауытты. Себен осҡан тауыш ишетелеп торҙо.

– Иртәгә иртә менән күсеп йөрөй торған офисым клуб алдында эш башлай. Тәүлек әйләнәһенә эшләйәсәк. Өс, биш, ун көн торор кәрәк булһа. Уйлашығыҙ, кәңәш ҡороғоҙ, нисек кәрәк, шулай хәл итегеҙ. Аҡсаһын шунда уҡ ҡулығыҙға тотторабыҙ. Теләгегеҙ булһа, банкыға ла күсерә алабыҙ, – эш кешеһе тейешлеһен ҡыҫҡа, аныҡ һәм аңлайышлы итеп әйтте лә, сығып та китте.

Клуб эсендәге үҙ иркенә ҡуйылған халыҡ, һеңгәҙәгәндәй, тын ҡалып, бергилке ултырҙы. Ер һатыу хилаф эш икәнен ауылдаштарым гәзит-журналдарҙан уҡып та, ишетеп тә белә, әлбиттә. Һуңғы осорҙа ул турала йыш яҙалар һәм һөйләйҙәр бит.

Тынлыҡты фермер Мөхитдин боҙҙо.

– Байҙың һүҙе башҡа. Аҡса менән алдырмаҡсы. Ағай-эне, ерҙе бирергә ярамай. Уйлап ҡарағыҙ әле – ҡырҡ туғыҙ йыл! Ошонда ултырғандарҙан һирәктәр генә иҫәнлектә күрә алыр ҡуртымға бирелгән ерҙең кире халыҡҡа ҡайтарылыуын. Хатта беҙҙең балаларҙың да байтағы быға өмөт итә алмай. Тик өсөнсө быуын – ейән-ейәнсәрҙәребеҙ генә – олоғая башлағанда ер ҡайтарылыр. Ерҙең кирегә ҡайтарылыуына ла, ейән-ейәнсәрҙәребеҙгә уның кәрәге булыуына ла икеләнәм. Әгәр ерҙе ҡуртымға бирһәк, унан мәңгелеккә ҡолаҡ ҡағасаҡбыҙ. Ерһеҙ беҙ кем? Далала ел ыңғайына тәгәрләп йөрөгән ҡамғаҡ!

– Түлә ҡаҙаҡ кеүек сумыртып, ерҙе һиңә бирәбеҙ, – залдан әсе ҡатын-ҡыҙ тауышы ишетелде.

– Аҡсамдың юҡ икәнен беләһегеҙ, йәмәғәт. Заманында һәр кем, үҙ мөлкәте менән инеп, колхоз төҙөгән бит, бәлки, шулай эшләргәлер беҙгә лә? – Мөхитдин, батып барған кешеләй, һаламға йәбеште. Әйтерһең, ул тоҡтоң ауыҙын асты: китте кемуҙарҙан ҡысҡырыш.

– Колхозын да, совхозын күрҙек. Эт булып ултырабыҙ хәҙер!

– Тағы ла кемделер байытайыҡмы?

– Берәүҙәр эшләһен, икенселәр ашаһынмы?

– Юҡ, колхоз кәрәкмәй! Ҡаҙаҡ ерҙе күтәреп алып китмәй. Бирәйек, ер эшкәртергә, уңыш йыйырға кешеләр кәрәк буласаҡ уға ла, эш күрербеҙ, исмаһам.

Оҙаҡ шаулашты халыҡ. Зал тына биреп ҡалған мәлдән файҙаланып, мин дә үҙ һүҙемде әйтергә йөрьәт иттем. «Ерҙе сит-яттарға бирмәгеҙ», тип башлағайным ғына, тағы тауыш ҡупты.

– Һиңә аҡыл өйрәтеүе анһат. Себереңдә ҡайырып аҡсаһын алаһын, балаларыңды нисек уҡытырға, башлы-күҙле итергә, башҡа сығарырға, тип башың ауыртмай. Мин эскесе ирҙе лә һөйрәйем, баламды ла кеше итәм, тип ҡырҡҡа ярылырҙай булам. Ике йөҙ илле мең минең өсөн төшөмә лә инмәгән байлыҡ. Ҡаршы өгөтләмә, өгөтләмә!.. – Урта йәштәрҙәге ҡатын ярһыуына сыҙай алмай, сеңләп илап ебәрҙе.

Йыйын тағы тынды. Артабан ниндәй хәбәр ишетербеҙ икән, тигәндәй, бергилке шымып ултырҙылар ҙа, таралыша башланылар. Сығыуға ҡарай ауылдаштарым, ауыр йөк артмаҡлағандай, баштарын эйеп талғын ғына атланылар. Ауыл башлығы, Мөхитдин, мин иң аҙаҡҡа ҡалып сыҡтыҡ клубтан. Һүҙ ҡатыусы булманы.

Ырымбур эшҡыуарының күсмә офисы клуб алдында ун көн торҙо. Ауылдаштарым сиратҡа баҫып ерен һатмаһа ла, берәмләп, килеүселәрҙең эшен өҙлөктөрмәй, инеп сығалар ине унда.

Ауылымдың ере лә һатылырмы икән шулай? Тракторҙа, атайымдың эргәһендә ҡушарлап ултырып, ер һөргән, кеше буйындай кукуруз араһында йәшенмәк уйнаған, һалам эҫкерте өҫтөндә аунаҡлап кинәнгән баҫыу ҡырҙары ла башҡалар ҡулына күсерме, улар менән бергә бала саҡ эҙҙәрем дә һатылып китерме?

Ялым тамамланып, кире Себергә киткәнсе Маратты күрмәнем. Һыуға батҡандай ғәйеп булды ла ҡуйҙы ул. Оҙатырға ла килмәне.

* * *

Үрҙә бәйән ителгән ваҡиғаларҙан һуң өс йыл үтте. Сираттағы ялымда мин тағы ауылыма ҡайттым. Рәсих менән Үгеҙташ тауына мендек. Беҙ ҡаҙып ҡуйған бағана шул килеш ултыра. Уға оҙаҡ текләп киткәнмендер, юлдашым:

– Имен. Күҙ-ҡолаҡ булып торам. Бала-саға ла элекке ише ҡулсыр түгел бит хәҙер. Ҡырға сығып уйын да ҡормайҙар, өйҙә компьютер артында тик ултыралар. Һирәктәр ҙә хәҙер улар. Мәктәп тә туғыҙ класҡа ғына ҡалды. Ҡулы ҡысығандан әйбергә ороноусылар ҙа юҡ. Тимерҙән булһа, әллә ҡасан металл йыйыусыға тапшырып ҡуйырҙар ине. Иҫке ағас бер кемгә лә кәрәкмәй, – тип уйҙарымды бүлде.

Бағанаға текләп торһам да, уйҙарым минең икенсе юҫыҡта ине.

Диуаналарҙың аҫҡы аңы һиҙгерерәкме, әллә башҡа ғиллә сәбәпсеме – улар йыш ҡына күрәҙәселек ҡылыу һәләтенә эйә. Рәсихҡа ла тау башына ауыл һағы итеп ошо бағананы ҡуйыу уйы юҡтан килмәгәндер.

Булмышыбыҙға һәм тотош йәшәйешебеҙгә оло афәт янаған осор хәҙер. Күҙгә күренмәгән дәһшәтле яу күнегелгән мөхиттебеҙҙе ҡалдырып, бер туҡтауһыҙ сигенергә мәжбүр итә беҙҙе. Юғалтыуҙарыбыҙҙың иҫәбе лә, һаны ла юҡ. Ҡеүәтле Союз тарҡалды, ғәйбәтсе ауыл бисәһендәй, телевизор-радиоһы ла, гәзит-журналдары ла юлбашсыларыбыҙҙы фашларға, ғәҙеллек йәмғиәте, тип инанған социализмды ла яманларға тотондо. Беҙ тыңланыҡ, аптыраныҡ, албырғаныҡ, ышандыҡ! Рәсәй һәм рәсәйлеләр булдыҡһыҙ, мәшәү һәм айыу кеүек аңра икән. Нисек машина эшләргә лә, иген игергә лә белмәйҙәр. Тыңланыҡ, аптыраныҡ һәм ышандыҡ!

Быларға күнеп кенә бара инек, башҡорт иленә, уның тарихына, батырҙарына, зыялыларына ябырылдылар. Тағы тыңлайбыҙ һәм түҙәбеҙ. Бөгөн еребеҙгә һәм телебеҙгә яҫҡыналар. Фронт һыҙығы ошо бағанаға килеп терәлгән. Уны ла ҡалдырып сигенһәк – тарих туҙаны булып юҡҡа сығасаҡбыҙ, глобалләшеү тип аталған асмәйел дәжжәлдең бәләкәй теленә лә эләкмәй, йәһәннәмгә осасаҡбыҙ.

– Рәхмәт, Рәсих, – тинем дуҫыма, һиҙгерлегенә ишаралап, һүҙемде ул үҙенсә аңланы, әлбиттә.

Ә ауылым тағы ла моңһоулана төшкән. Марат та юҡ инде. Ҡатыны менән талашып, ҡыштың сасҡау һыуығында өйҙән сығып киткән дә, ҡырҙа кәбән төбөндә туңып үлгән. Эргәһендә эсеп бөтөлмәгән шешәһе ултырған. Ғәбделхаҡ ағай ҙа киткән. Өҫтөнә оло гонаһ алған – яңғыҙлыҡҡа түҙә алмай, үҙенә ҡул һалған. Ғилаж да – ауылдың ҡото ла – баҡыйлыҡта. Урам буйында үлеп ятҡан, йөрәге туҡтаған.

Совхоздың элекке МТМ-һы, орлоҡ таҙартыу һәм һаҡлау комплексы, мал фермаһы, автопарк урындарында харабалар ғына ята. Әйтерһең дә, дошман бомбаға тотҡан. Эшкә яраҡлы әйберҙәре ҡутарып ситкә һатылған. Кәрәкмәгәндәре туҙырап ята.

Ҡаралтылары ярым емерек, ишек алдында хужа эҙе күренмәгән йорттар ишәйгән. Ауыл урамында техника ла, кеше лә күренмәй, һирәкләп эт кенә өрөп ҡуя.

Ауыр көрһөнөп ҡуйҙым. Рәсихҡа ҡараһам, ул тын ғына илай. Һыҡтамай ҙа, һыуҡылдамай ҙа. Күҙҙәренән йәштәр генә тама.

– Нишләп илайһың, Рәсих? – тип һорайым ғәжәпләнеп.

– Ауыл үлә, – тине ул. – Һин ҡайтып, ошолайтып күңелеңде баҫып китәһең. Ә беҙҙең балаларыбыҙ ҡайҙа ҡайтыр? Тыуған тупрағым, тыуған төйәгем, тип...

– Күпме эҙләһәм дә, бала саҡ һуҡмаҡтарымды таба алманым мин дә, Рәсих, һаҡлай алмағанбыҙ уларҙы. Арттан килгән балаларға нимә ҡалыр? Белмәйем яуапты был һорауға.

– Улар ҡайтмаясаҡ. Еребеҙ ҙә китһә...

– Ике йылдан пенсияға сығам. Ҡайтып, ауылда төпләнергә иҫәбем.

– Бында һиңә нимә бар? Үлергә йөрөгән ауылда.

– Ер алам, булыштырып ҡарайым. Бәлки, башҡа фермерҙар менән берләшеп, ауылды күтәреп булыр. Киләсәк быуын хаҡына.

– Ауыр буласаҡ. Ана, ҡаҙаҡтың кешеләре эш мәлендә техникаһын, эшселәрен алып килеп, һөрөп, сәсеп, урып китәләр ҙә, башҡа ваҡытта күҙҙәрен дә күрһәтмәйҙәр. Вахта менән һаҡсылары ғына баҫыуҙарҙы ҡарап ята. Мал игенгә төшһә, атып һалалар ҙа ҡуялар. Закон улар яғында...

– Тоҙаҡҡа эләккәнһегеҙ икән, аҡсаға алданып.

– Эләктерҙеләр шул. Ниәтең булғас, тотон әйҙә. Һинән була ул. Башың беҙҙең ише түгел – эшләй. Минең еремде ал. Мин бит тужы алпауытҡа еремде бирмәнем. Погран була тороп, еремде лә бирһәм, мин кем булам, ә?

– Тужы, тиһең, тағы кем бирмәне?

– Ундайҙар байтаҡ ауылда. Ҡаҙаҡ егермеләп кенә пайсының ерен ала алды. Улары ла ҡаҙаҡты судҡа биреп, ерҙәрен кире юллай. Вәғәҙә иткән аҡсаһын түләмәгән дала балаһы. Ә алдағы йыл бөтөнләй сәстермәҫкә итәләр ауылдаштар. Марат мәрхүм дә ерен һатманы. Шул арҡала бисәһе менән аралары боҙолоп, ярты йыл талашып-тартыштылар ҙа, ана, ҡайһылай бөтөп ҡуйҙы ахыры. Уның ере бынан да күренә, – Рәсих тигеҙ шытым биргән баҫыуҙа, утрау булып, шараҡ ҡалған ҡара ергә күрһәтте. – Шунда үлсәтеп алды ла, бағана ҡуйҙы сик билдәләп. Шуға алпауыт оронмай унын еренә. Минеке лә бағана менән билдәләнгән. Ул арғы баҫыуҙа, бынан күренмәй.

– Мараттың да ерен алам, әләйһә.

– Ал, – Рәсихтың йөҙөндә йылмайыу күренде. Миңә лә еңел булып китте.

* * *

Үткәндәрҙе һағыныу кеше асылының бер һыҙатылыр. Хәтирәләргә бирелеү эсте өҙҙөргәс һағыш һәм үкенестәр солғанышына әүерелмәһен, ирҙәрҙе илатмаһын өсөн, үҙеңә яҙмышыңдың хужаһы булып йәшәү кәрәктер, тим. Беҙҙең быуын, атайҙарыбыҙ ҙа, тар усаҡта быҫҡып янырға дусар ителделәр. Ғәлиәхмәт һәм Ғәбделхаҡ ағайҙар, Марат, Вәхит, Рәсих, Дамир, Юнир, Марс һәм башҡалар, һәм башҡалар... Кемдәрелер көлгә ҡалды, ҡайһылары бына һүнәм, бына һүнәм, тип һуңғы сиккә етеп көскә баҙлай...

Күккә терәлеп тау башында ултырған йәшел-ҡыҙыл һыҙатлы бағанаға йыш бағып торам мин. Башҡаларҙың да, аңҡайып, уға текләп-текләп алғандарына иғтибар иттем.

– Олатай, ҙурайғас мин дә погран булам. Ауылыбыҙҙы һаҡлайым, – эргәмә шым ғына килеп баҫҡан күрше малай шулай тине. Мин ер эшкәртһәм, ул һаҡта торһа, ауылыбыҙ үлмәҫ, бәғерҙәрҙе телгән ир күҙ йәштәре лә тыуған тупрағыма бүтән таммаҫ, аҡһаҡалдар ҡоро киң һәм бәҫле булыр! Ни шагу назад, олатай...

Малайҙы, башынан һыйпап, үҙемә ҡыҫтым...

Фото: ejansura.ru/

Автор:
Читайте нас: