+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
10 Июнь , 13:20

СӘҒӘТ ТЕЛЕ УН ИКЕ

Ике тәҙрә араһына элеп ҡуйылған ҙур эстинә сәғәтен унан алдырҙы Хәфиҙә - төндә йоҡо алдырмай. Теке - теке, теке - теке, ти ҙә тора. Былай ҙа ғүмер елеп үтеп бара, ә ул бер өҙлөкһөҙ текелдәүе менән ваҡытты шәберәк һанайҙыр кеүек.Әүәле шул урында торған дәү эстинә сәғәте даң - доң, даң - доң итеп ярты сәғәт һайын, сәғәт нисә булһа, шуныңса өй эсен яңғыратып һуғып торғанда ла ҡамасау түгел ине. Һуғыуы ла үҙе бер тере моң ғына ине. Төндәрен бер уянмай йоҡлай ине Хәфиҙә.

СӘҒӘТ ТЕЛЕ УН ИКЕ
СӘҒӘТ ТЕЛЕ УН ИКЕ
Ҡапҡасының быялаһы аша күренеп торған алтын ялатылған һандары һуң! Семәрле - семәрле генә ине, сигелгән тиерһең. Сәғәт теле менән минут теленең остарында тамсы кеүек кенә зәңгәр таш йәбештерелгән ине. Төндә, ҡараңғыла, улар янып тора торғайнылар. Шул тамсылар бер - береһенә тап килешкәндә үтә күренмәле минут теленең тамсыһы аҫтында тағы бер тамсы эленә. Эй, ниңә шул көйө ҡалмайҙар икән, тип уйлай торғайны Хәфиҙә. Юҡ шул. Әҙгә генә тап булышалар ҙа минутлығы ары китә. Завуткаһының асҡысын ҡапҡасын асып ҡына эсенә һала инеләр. Ул асҡысҡа ла, туҡтап - фәлән ҡалған сәғәт телдәренә лә Дәүләтенән башҡа берәү ҙә теймәне. Сәғәтте тоғролап, телдәрен шылдырғанда гел генә:
- Сәғәт теле ун ике, - тиер ине Дәүләте. Ә асҡысын борған саҡта:
- Иң матуры минеке, - тип көйләп торор ине гел.
Тыҡ - тыҡ иткән тауышы сыҡҡан һайын сәғәттең ниһе... Ай әттә, нимә әле анау уңға - һулға йөрөп торған нәмәһе? Онотто бит, хәйерһеҙ... Хәҙер Хәфиҙә шулай була башлаған - тел осонда ғына эленеп торған һүҙҙе әйтә алмай бер килке туҡтап тора.Ҡайһы саҡта иҫенә төшөрөп әйтеп ҡуя, ә ҡайһы берҙә тәки онота. Шул нәмәкәй тыҡылдап улай - былай йөрөгән ыңғайға "Ә - үә, ә - үәй," - тип имеҙеп ултырған бәпәйҙәренә Хәфиҙә йә көй көйләй, йә сәңгелдәк бәүетә ине.
Әй, маитник бит әле анау нәмәкәй. Дәүләте маитник ти торғайны.
Был кварсывый тигән сәғәттәре ни теке - теке лә теке - теке. Ваҡытты ла шәп һанай хәҙерге сәғәттәр.
Сәғәт телдәре алға киткән һайын, ғүмер бизмәненең ваҡыт яғы кәмей, хәтер яғы ауырая икән дә баһа. Хәфиҙә бына шуны аңланы хәҙер. Хәтере лә тиҫкәре яҡҡа тәгәрәй. Ҡулындағы нәмәһен:
- Ошонда ғына ятып торһон, - тип осҡартын ергә генә һала, шуны таба алмай бер була һуңынан. Элегерәк балалары:
- Шунда түгелме, бында һалманыңмы, ошонда ятмаймы? - тип эҙләшә инеләр, хәҙер улар ҙа өйрәнеп китте. Әсәләре:
- Һеҙ мине ҡаңғыртмағыҙ, тора - бара иҫемә төшә ул, - ти торғас, ул эҙләнә башлаһа ла, бер нәмә лә өндәшмәйҙәр.
Кәшелүк эҙләй хәҙер Хәфиҙә күбеһенсә. Иң тәүҙә баш аҫтына ҡулын тыға. Кәшелүген алып балаларының кәрәк - ярағына аҡса бирә, ейәндәренә: "Минән ярҙам булһын," - тип, "Олатаң да бирер ине," -тип тоттора. Хәфиҙәнең быуаҙ таналай булып ҡорһағы кәпәйгән янсығы бермә - бер ябығып ҡала. Хәҙер замана убыр бит, аҡсаны күп ашай. Аҡса бирә лә, кәшелүген, һуңынан урынына һалырмын әле, ти ҙә, онота ҡайҙа һалғанын.
Барыһына ла шул һуҡмалы эстинә сәғәте ғәйепле.
Дәүләтенең китеүенә йыл тәүлеге тулған көнө, саҡырылған туғандары, күрше - күләнкеһе аяттан һуң таралышҡас, үҙҙәре генә өҫтәл яңыртып ултырышҡайны ғына, һин дә мин эшләп торған сәғәт иҙәнгә төшөп селпәрәмә килде.
Бергәләп илаштылар, шым ғына, һығылып ҡына. Хәфиҙә илай алманы. Онотолоп тик ултырҙы.
- Ярай, балалар, хәйерлегә юрайыҡ, яҡшыға ырым итәйек. Атайығыҙ изге күңелле кеше булды бит.
Сәғәттең ҡапҡасындағы быялаһының бер ярсығында ҡалдырмай сүпләп, алмағас төбөнә күмделәр. ҡалған нәмәләрен ҡумтаға һалып ҡуйҙылар.
Ете йыл инде хәҙер өй эсендә даң - доң итеп ул сәғәт һуҡмай. Уның ватылған саҡта бер - береһе менән тап килешеп туҡтап ҡалған зәңгәр тамсылы телдәрен Хәфиҙә оҙатылып килгән саҡтағы һандығының төбөнә төрөп һалып ҡуйған.
Ул эстинә сәғәтен Дәүләтенә эш урынынан бирҙеләр. Комбинаттың эшмәкәрлегендә күп көс һалды, тип, ҙур өлөш индерҙе, тип, үҙ эшенең ысын оҫтаһы, тип маҡтағандар. Ат менгәндәй ҡыуанып ҡайтты Дәүләт ул йыйылыштан. Өйҙәгеләре үҙен дүрт күҙ менән көткәндәрен белеп тора бит, йүгереп ҡайтҡан ине хатта. Ҡултығының аҫтына ҙур ҡумта ҡыҫтырып алған, малайҙарын
сетка тултырып күстәнәс алған.
Эээй, ул көн! Байрам булды ул көн Хәфиҙәләрҙең өйөндә. Ҡумтаны тағатып, сәғәтте алып, эстинәгә, ике тәҙрә араһына сөй ҡатып элделәр. Даң - доң һуҡҡанын ҡат - ҡат тыңланылар. - Беҙҙең көмөш туйға шәп бүләк булды был, эйе бит, бисәкәй? Ярты сәғәт һайын даңғылдап торһа, йоҡлап булыр микән, - тигәйне Хәфиҙә. Хәҙер генә йоҡлап булмай текелдәгән тауышҡа ла.
Дәүләтенең премия аҡсаларын, эштән һуң кәсеп итеп тапҡандары, Хәфиҙәнең шәл бәйләп, емеш һатып йыйғандарын сәғәттең эсенә һалып барҙылар. Берәй нәмәгә аҡса кәрәк булып китһә, бергәләп көттөләр өй хужаһының сәғәт ҡапҡасын асҡанын. - Сәғәт теле ун ике, тип көйләй - көйләй, Дәүләте аҡса төрөлгән төйөнсөктө ала. Бер иҙән булып ултырып алалар ҙа керешәләр аҡса һанарға. Юлбашсы төшөрөлгәндәренә берәү ҙә теймәй - атайҙыҡы. "Лифкауай" аласаҡтар! Ҡалғандарын балалары ыңғайына төҫө менән әйттеләр.Ҡыҙыл аҡсалар балаларға, һирәк - һаяҡ үҙҙәренә лә кейем - һалымлыҡ, аяҡтарына алырлыҡ, тип йыйыла. Күк, йәшелдәре көндәлек расхут өсөн, бер тәңкәлектәр сәғәт эсенә инмәне. Аҡсалар тәғәйенләп бүлеп алынғас, аталары төйөнсөктәгеләрен кире сәғәт эсенә һала.
- Иң матуры минеке, - тип Хәфиҙәне яурынынан ҡосаҡлап, арҡаһынан тупылдатып һөйөп ала ине. Көс - тир түгеп табылған малдың ҡәҙерен белергә өйрәтте Дәүләт малайҙарына. Бала ғына көйө үкһеҙ етем ҡалып, михнәттең әсе һурпаһын әҙ эсмәгән шул. Хәфиҙә, ете малай араһында үҫкән алтын бөртөк, хәлле кешеләрҙең ҡыҙы ине. - Етем, бер туғаны ла юҡ, - тип бирмәҫкә иткәйнеләр : - Барам! Бирмәһәгеҙ, ҡасып сығам! - тип ҡырт киҫте. Бәхетле булды, бер - береһен ҡәҙер иттеләр.Тик бына хәҙер сәғәте лә юҡ, үҙе лә.
Теге саҡта, сәғәт ватылған көндө, яҡшыға юрайыҡ, тиһә лә, үҙе бер ҙә уйынан сығарманы шул хәлде. "Нимә әйтергә теләнең икән һин? Йәшлекте, мөхәббәтебеҙҙе онотма, тимәксе булдыңмы? Оноторлоҡмо беҙҙең зимнәмкәнән башланған тормошобоҙҙо?" Инде күп ҡалмағандыр, сәғәт телдәрендәге зәңгәр тамсылар шикелле тап булышырҙар. Алла бойорһа тегендә. Ватылған сәғәтте һалған ҡумтаны эҙләргә булып китте. Шифоньерҙың төбөнә ҡуйғайны, юҡсы. Һандығынан сәғәт телдәре төрөп һалынған аҡ яулыҡты ла тапманы. Ни уйларға ла белмәй, хәле бөтөп, быуыны бөтөп, диванға барып ултырҙы. - Мин үлгәс тә өлгөрөрҙәр ине... Ташлағандар икән... Нисә тапҡыр уҡталды атайығыҙҙың сәғәтен төҙәттереп ҡарайыҡмы әллә, тип өйтергә. Мин киткәс ташларһығыҙ әле, хәҙергә теймәгеҙ, - тип бер әйтмәүен әйт. Телефондан шылтырата ла алмай - күҙ йәштәре аша бер нәмә лә күренмәй... Хәфиҙә әллә онотолдо, әллә ойоно. Әллә үлеп үк ҡуйҙы - ятты ла ятты. Телефон алғаны ла тойолманы. Юҡ, үлмәгәндер шулай ҙа - өйҙә кемдәрҙер бар. Улай - былай үтәләр, бышылдап ҡына һөйләшәләр. Кемеһелер нимәнелер ҡыштырлата, туҡылдата.
- Өләсәй... Өләсәй, тор, беҙ килдек. Теге сигелгән таҫтамалың ҡайҙа ул? Олатайҙың сәғәтенә элеккесә ябып ҡуяйым, тигәйнем. Хәфиҙә күҙҙәрен асты, башын ҡалҡытты. Эргәһенә кинйә улы килеп ултырҙы.
- Әсәй, ана атайҙың сәғәте ҡайтты. Ҡара әле.
- Йә Аллам! Эй, балаҡайҙарым! Ҡалайтып, нисек?
- Бына Йәмил улым Өфөлә бер антиквар ҡарттан һатып алып ҡайтты, эшкинмәй ул, тиһә лә. Икәүҙән берәү ҡороп алдыҡ. Мә, асҡысы үҙеңдә булһын. Сәғәт теле ун ике, тип йырлай - йырлай бороп торорһоң. Нишләй, әсәй? Барамы?
Даң -доң! Даң - доң!
 
Таңһылыу Вәлиева - Ҡарасурина.
Фото: hostboard.ru
 
Автор:
Читайте нас: