+8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
21 Июнь , 20:25

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА ЯЛТЫРМА

(Хикәйә) Ауылда ир менән ҡатын өсөн иң ... нимә тейҙәр әле... эйе, романтичный... романтичный урын мунса инде ул. Йыуыныр урын ғына түгел, һөйләшер-серләшер ҙә, күңелдәрҙе асыбыраҡ аралашыр ҙа урын. Улар тағы ҡайҙа былай бер-береһе алдында шәрә йөрөй ала? Яланғас булғанда йөрәк тә сисенә, хистәр ҙә яланғасланып ҡала. Башҡа урындарҙа әйтелмәй торған һүҙҙәр әйтелә. Тән менән бергә йән дә ебей, йомшара, рәхәтләнә...

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА  ЯЛТЫРМА
Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА ЯЛТЫРМА

Мунса мейесенә утын-сыра һалып тоҡандырайым тиһә, шырпы тапмай. Ошонда, көлдөксәлә генә ҡалдырып китә лә һуң, мунса яҡҡан һайын. Юҡ, тейәләр бит! Ҡатын, шырпы артынан сыҡты ла, урамда йөрөгән улдары менән иренә асыуын төшөрҙө:
--Һалған нәмә урынында ята торғаны бармы беҙҙә? Шул, алғас, кире индерһәгеҙ ней була? Как ут ҡабыҙайым тиһәң, эҙҙәндерәләр...
--Нимә кәрәк? Шырпымы? – кәртә түшәмен алмаштырып йөрөгән ире, таҡта күтәреп барған ыңғайы, башын бороп ҡына һорай. Сөнки, был хәл аҙна һайын ҡабатлана.
--Атыу! – Айгөл ғәйепленең кем икәнлеген яҡшы белә, шуға ла тауышын күтәрә төшә.
— Ана соланда... кеҫәлә.
--Ашайҙар шырпыны, күпме алаң, шунса юғалып тора.

Соланға инеп иренең эш кейеме кеҫәләрен тыштан ҡапшаны Айгөл, береһендә шыптырҙағас ҡулын тыҡты ла, шырпы ҡабы менән ҡуша бер үтә күренмәле ҡыптыр һауытты килтереп сығарҙы. Кире тыҡмаҡсы ла ине, теге нәмә шыптыры аша ялтырай биреп киткәс, күҙенә яҡынайтһа – бер пар алҡа. Ҡараңғылы-яҡтылы соланда уның оҙонса йәлпәк икәнлеген, йоморо ғына башынан сыҡҡан ырғағы ҡағыҙ ҡатырғаға беркетелгәнен аңғарҙы. Төҫөнә һәм ялтырлығына ҡарағанда көмөш микән?
--Тапмайыңмә әллә?
Иренең тауышы һикәлтә тәңгәлендә үк ишетелде. Ҡапыл тертләгән ҡатын ҡулындағын төшөрөп ебәреп, йәһәт һәрмәп алып кеҫәгә тығып өлгөрҙө:
--Таптым!
Ашығып мунса юлына атланы ла тағы туҡтаны:
--Тьфү! – шырпыһы солан тәҙрәһе төбөндә ятып ҡалған бит. Анау табышына аптырауҙан, хатта ки юғалып ҡалыуҙан, бөтөнләй зиһене тарҡалған да.

Мунсала эштәрен бөтөрөп өйгә ингәс тә, ундағы аш-һыу араһындағы мәшәҡәттәре менән булғанда ла, һаман теге алҡаларҙа булды уйы. Ҡасан алған тиген? Ҡайҙан барып алды икән? Һуңғы арала ҡала яғына сыҡҡаны юҡ. Улай тиһәң, район үҙәгендә лә бар инде хәҙер биҙәүестәр магазины... Һыы... Бүләк бирергә булғанмы? Нисек башы етте тиген?.. Йәшәүҙәренә ун дүрт йыл тулып үткәндә.. Берәйһе өйрәтте vикән ни? Ҡалай маладис әле ул!

Бермә-бер кәйефе күтәрелде Айгөлдөң. Һурпаһына ваҡ рожки ғына ташлар ҙа ҡуйырмын ти ине, күңеле булыуҙан дәртле ҡуҙғалып, ихласлап һалма баҫырға кереште. Яҙғы йомортҡаларҙан һарғайған ҡамырҙы һағыҙландырғансы тансҡағас, ҡағыҙҙай итеп өс өшә йәйеп ҡуйҙы. Улары кипкәнсе һыуытҡысында булған йәшелсә-маҙарҙан салат әтмәләне лә, йәш ҡаймаҡҡа болғап ултыртты. Аш әҙер булыуға тегеләренә һөрәнләне:
--Ә-әй! Әйҙәгеҙ, ашап алығыҙ!

Үҫмер малайҙары тәрилкәләрен тотоп ҙур яҡтағы компьютер артына ашыҡты. Унда уларҙы уйындары көтә. Айгөл икмәк-ит алып уландары артынан эйәрҙе. Шулайтып баҡмаһаң ҡоролай ҙа һыпыра улар, экранға тексәйешеп.
Ире ҡулын сайып килеп ултырғас, Айгөл уға нисектер икенсе төрлө, ғәҙәти булмағанса итеп ҡараны. Өҫтәл уртаһындағы ризыҡтарҙы этәрә төштө.
--Ярай, үреләм бит, — тине Илшаты, иғтибарһыҙ ғына. Ул һаман да төҙөлөшөн уйлай ине һәм шуны һөйләне лә: — Быҙауҙар торған яғын йылтырмын ул пажалый. Таҡтаһын аралыраҡ итеп түшәп, кирамзит менән симинт бутап заливайт итер ҙә ҡуярмын.
Ул быларҙы ҡатыны аңлаһын өсөн дә түгел, ниәтен һүҙҙә ишетеү өсөн генә әйтә. Шулай ҙа Айгөл ҡушыла:
--Шулайтырың һуң. Ҡиммәт булмаһа инде?
— Таҡтаға ҡарағанда осһоҙораҡ ул материалдар. Зато йылы ла була, мәңгелек тә тигәндәй.
— Йә һуң...
Ирен күҙәтеп ултырған ҡатын уның теге алҡаларҙы хәҙер генә сығарып бирмәҫен аңланы. Уңайлыраҡ ваҡыт көтәлер шул. Уйлап ҡараһаң - раҫ, төшкө тамаҡ мәлендә, бала-сағалар алдында сығарып тормаҫ бит инде. Бүләк биреп өйрәнмәгән нәмә тартыналырҙа әле. Ҡатын кисте көтөргә булды.

Малайҙар йыуынып сыҡҡас, мунсаның тандыр ҡыҙыуына ире китте. Айгөл уның сабынып бөтөүенә самалап, кейем-һалымдарҙы алып барҙы. Нишләптер уға Илшаты бүләген ошонда тапшырыр һымаҡ. Ауылда ир менән ҡатын өсөн иң ... нимә тейҙәр әле... эйе, романтичный... романтичный урын мунса инде ул. Йыуыныр урын ғына түгел, һөйләшер-серләшер ҙә, күңелдәрҙе асыбыраҡ аралашыр ҙа урын. Улар тағы ҡайҙа былай бер-береһе алдында шәрә йөрөй ала? Яланғас булғанда йөрәк тә сисенә, хистәр ҙә яланғасланып ҡала. Башҡа урындарҙа әйтелмәй торған һүҙҙәр әйтелә. Тән менән бергә йән дә ебей, йомшара, рәхәтләнә...
--Уй... ҡалай эҫеткән бит әлүк, — Айгөл ингәс тә ҡолаҡтарын ҡаплап, аҫҡы эләүкәгә ыңғайланы. Сабынып арманһыҙ булып ултырған ир, ҡатыны һонған һыуҙы йотлоғоп эсте лә, ҡабаттан миндеккә тотондо:
--Әйҙә, ят.
Ҡатын һомғол кәүҙәһен иркәләп һуҙғылай биреп инәлтеп кенә ҡыбырланы:
--Эҫе һалмайһың түл...
Шул мәлендә үк аҙаҡҡы һүҙе ташҡа ырғытылған ҡайнар һый сажлауына күмелеп, ҡуйы быу аҫтында ҡалды. Йылы һыу менән ҡойондора-ҡойондора әйләндереп-тулғандырып сапты ҡатынын ир. Ап-аҡ тәнде ҡып-ҡыҙыл иткәнсе, ҡайын япраҡтары менән сыбарланғансы, күҙҙәре туйғансы...
Артабан йыуынғанда күп нәмәләр тураһында һүҙ сыҡты, тик уларҙың береһе лә теге алҡаларға барып ялғанманы. Иренең киң арҡаһын ышҡығанда ла, сайынып сығып мунсаның алға бүлмәһендә ял иткәндә лә ҡатын бик һаҡ булып көттө. Иренең һәр хәрәкәтен, һәр ымын йотоп ултырҙы. Тик ире һоңғаулай. Ымһынған ҡатындың күңеле лә, ҡулдары ла, күҙе лә бүләккә өмөтләнде. Ҡайҙалыр кәнфит йәшерелгәнен белеп тә, көскә тыйылып йөрөгән бала һымаҡ. Йә, һуң?.. Йә!..
Кибенеп-кейенеп бөткәс Илшат аяҡтарын кирә баҫып тороп бер кирелде лә, сыҡты ла китте. Артынан солан ишеге “шап” итеп кенә ҡалды. Ул әйтерһеңдә Айгөлдөң маңлайына һуғылып ҡаҡлыҡҡандай булды. Ҡатын ҡаш өҫтөн усы менән һыпырып алды хатта: вәт, һиңә ир...

Яңы ғына мунсала һәүетемсә ултырып ҡалған ҡатынының ни арала кәйефе боҙолоп өлгөргәнен аңламаны Илшат. “Сәй” тип ауыҙын асҡайны ғына, тегеһе “башым ауырта” тип йоҡо бүлмәһенә инде лә китте. Ярай, сәй генә ҡайната ала ул, бер үҙе ултырып эсеп, янына барып ятҡайны, артын ҡуйған. Мунсанан һуң ул бит ҡатынының йомшаҡ таҙа тәнен ҡосағына алырға ярата. Белә лә инде уны Айгөлө лә. Тик ҡатын биленә ятҡан ауыр ҡулды терһәге менән төртөп төшөрҙө. Быныһы ҡатыраҡ тотонғайны, сәсрәп үк сыҡты:
--Башым ауырта тинем бит! Шунан башҡа һиңә нимә кәрәк? – ир уның ыҡҡа килмәҫен төшөнөп, ыңғайына һыпырҙы:
--Ярай, йоҡла. Яр һалма ул хәтлем, балларҙы уятаһың.
Айгөл иһә ысынлап ҡыҙғайны:
--Ятма вапще бында! Бар, ана, залға кит!
Был хәтлене көтмәгәйне ир. Башта ҡаушап ҡалды. Унан асыуы ҡабара төштө лә, шулай ҙа эште ҙурға ебәрмәҫкә булып, яҫтаған мендәрен тотоп ҡуҙғалды, уныһын карауат эргәһендә төйгөләп тора биргәс, Айгөлгә ырғытты:
--Дура!
Битенә килеп бәрелгән яҫтыҡтан ҡатындың әйтер һүҙҙәре өҙөлөп ҡалды. Әйткәндә лә уны тыңлаусы юҡ ине инде.

--Э-эй, енде бисә, тораңмы? – тип уятты уны иртәнсәк ире. Иртә тора Илшаты. Һауынға ла йыш ҡына ул уята. Яуап бирмәһә лә тороп кейенде ҡатын һәм тышҡа сығып әйләнгәндә теге фуфайканың кеҫәһен тикшереп ҡарарға булды. Ике яғын да, эске бүлектәрен дә ҡапшап-һәрмәп сыҡты – алҡалар юҡ ине. Әһә! Алған! Ниһайәт, бирергә булған. Шуны кисә үк тапшырып ҡуйһа була бит инде, алйот, юҡҡа тауыш сығарып...
--Кисә эҫе һалма тип торам бит, юҡ, тыңламайһыңда инде... Давлением күтәрелгәйне, ахыры... – тип аҡланғандай ҙа, ғәфү үтенгәндәй ҙә һөйләнде ҡатын иртәнге сәй артында. Ире ишетмәмешкә һалышты. Ә Айгөл уға күҙҙәрен тултырып-тултырып ҡараны. Моғайын, шуға ғына үпкәләп ултырмайҙыр бит инде. Хәҙер, алҡаларын бирһә, араларында бер төйөр ҙә ҡалмаясаҡ...
Ҡатынының ихлас төбәлеп ҡараған һораулы ҡараштарын үҙенсә аңланы ир:
--Ярай, все – мир.
Көтөлгән бүләк тағы ла тапшырылманы.

Йөҙ төрлө уйҙары, хис-тойғолары эсендә бер янып, бер туңа хәҙер Айгөл. Кәртә яғында төҙөлөш менән булған ирен тәҙрә аша күҙәтеп тороп ала. Йөрөшөн ҡырҙан самалай, төҫөн-буйын һынай.
--Кемгә? Кемгә алған атыу ул алҡаны? Кеме булырға мөмкин? Неужели?.. Неужели хыянат итә?.. Уффф... Үлергә генә ҡала...
Аш араһында ҡайнай бирә лә, тағы тәҙрә тәңгәленә килә:
--Алдап йәшәй микән ни шулай? Яратам тип өйләнде бит әле, эт! Ҡандай ике ул табып бирҙем, тас үҙе булып йөрөйҙәр... Битһеҙ...
Ярһып китмәҫ, асыҡламайса ҡаңғырмаҫ өсөн иренең барлыҡ яҡшы яҡтарын һанап йыуанмаҡсы булып башлай:
--Эсмәй... Эшлекле... Өйҙәге ваҡ-төйәккә ҡыҫылып йөрөмәй бит ул... Кейеменә лә, эшенә лә ҡыҫылмай тигәндәй. Әллә битараф микән?.. Бер бүләк биргәне юҡ инде. Эйе, шундай нәмәне белмәй. Ауыл балаһы тиер инең, ана, еҙнәһе лә ауылдыҡы, апаһын бүләкләп, күңелен табып ҡына тора. Ә был туң шул яҡҡа... Улай тиһәң, әлеге алҡалар... Кемгәлер алған бит... Тапшырғандыр ҙа әле...

Өйгә килеп ингән бәләкәй улын да аңғармай ҡалған икән.
--Әсәй! Нишләп ишетмәйһең ул? Баянан бирле ҡысҡырам: атай айран һорай!
--Атаң ба..! – тип башлай ҙа, шымып, тиҙ генә айран һыулап банкаға ҡоя. Унан ҡапыл башына бер уй килә лә, улына өндәшә:
--Үҙем апарырмын. Хәҙер артыңса киләм.
Малайы өҫтәлдән икмәк эләктереп алып, ҡайыра тешләп сығып китә.

Эшселәре эргәһенә аҙбар башына уҡ барып менде Айгөл.
--Ипләп, аяҡ аҫтыңа ҡара, эләгеп ҡолама, - тип иҫкәртте уны күргән Илшат, — Проверка менән киләңме?
--Атыу, кем белә һеҙҙе, бәлки бында ҡояшта рәхәтләнеп шахмат уйнап ятаһығыҙҙыр.
--Перекур, егеттәр, — тине ир улдарына, тегеләре “йәлп-йөлп” һикерешеп төштө лә, етемһерәп көтөп ятҡан футбол тубын типкеләргә кереште. Ир менән ҡатын бер арауыҡ балаларының уйнағанын ҡарап ултырҙы. Икеһендә лә бер уй ине: үҫеп китте быйыл уландары. Ҡатын ғорур ҙа, бәхетле лә ҡарашын иренә күсереп, эйәген уның яурынына терәне, сәсенә һырыған бысҡы вағын һыпырҙы. Ошолай онотолоп, бирелеп, илһамланып эшләгәнен ярата ул иренең. Тир еҫе лә, ҡояшта көрәнәйеп кипкән йөҙө лә, әрһеҙләшеп шытып сығып килгән һаҡал-мыйыҡ төктәре лә яҡын һәм үҙ.
— Өлкәнен хәрби училищеға әҙерләй башлайым, спортҡа...
--Бынау яғы бөтәшкән әллә... – ҡолаҡ осон тартҡылаған ҡатыны уны тыңламай ине, бөтөнләй икенсене һөйләне. Ире иһә ул күрһәткән ҡолаҡ япрағына күҙ һирпеп кенә ала ла, башлағанын дауам итмәксе:
--Сәләмәтлеге яҡшы, тырышлығы бар. Унан берәй йылдан бәләкәсен дә...
--Ҡарале, бөтәшкәнме тием дә һуң?
--Ҡайҙан беләйем мин һинең ҡолағың тишеген? – ирҙең ризаһыҙлығы бөтөн йөҙ-ҡиәфәтенә сыға.
— Ә нишләп һин уны белмәҫкә тейеш? Үҙеңә кәрәген беләһең дә инде.
--Һуң... – Илшаттың ҡаршы торор аргументы юҡ, ул ҡулдарын ғына йәйә.
--Алҡам булһа урыны бөтәшмәҫ ине.
--Таҡ һуң, ҡайҙа алҡаларың?
--Алтынымдың һыңарын юғалттым, беләһең дә инде. Көмөш алҡам юҡ.
--Айгөл, бар ҙа һатып ал тип әйттем дә инде, теге мәл үк. Ҡатындар нәмәһен мин ҡайҙан беләйем?
Шул саҡ ҡатын ҡапыл боролоп туп-тура иренең күҙҙәренә ҡараны. Ныҡ итеп, үтә тишеп, тикшереп. Ире аптырай төшһә лә был ҡарашты күтәрҙе. Унан ҡатын ҡапыл һикереп тороп яңы таҡталарға ныҡ баҫып атлап китте. Нығытылмаған түшәм уның аяғы аҫтында дерелдәп бәүелде. Быға ғына үсе ҡанмай, алдында тура килгән сөй ҡумтаһын түңкәрә тибеп китте. Ире артынан ҡысҡырып ҡалды:
--Аяғың аҫтыңа ҡара тинем бит!

Төшкө ашта ир-егеттәре күңелле гөрләште.
--Давай, ашат рабочийҙарыңды, — ти ире, түр башына ултырып, — Егеттәрем асыҡты, буйтым эшкә өйрәнделәр бөгөн.
Улдары аталарының ризалығына ирәйешеп, бер башҡа үҫеп китеп ултыралар. Хуплауҙы был яҡтың да күтәреп алыуын көтәләр. Тик һаман тауыш юҡ. Малайҙар ҡараштарын әсәләренә күтәрә, ире лә шулай уҡ. Айгөл иһә уларҙы бөтөнләй күмәй ҙә, ишетмәй ҙә, гүйә. Уның башын бөтөнләй икенсе нәмә биләгән. Яуап ала алмаған ир халҡы артыҡ сөсөләнеп тормай, “шап-шоп” ашауға керешә.
Ултыра торғас, малайҙарҙың үҙ-ара бәхәсләшеп, һүҙ көрәштерә биреп китеүенә ҡапыл ҡуҙғый ҡатын:
--Шымығыҙ әле! Өҫтәл артында сәкәшеп ни...
Илшат яҡлаша:
--Сәкәшмәйҙәр ҙә инде. Ир баллар бәхәсләшә инде ул эш барышында, зато вис үҙҙәре уйлап...
--Әллә нимә уйлап сығарырһығыҙ инде бер кәртә башын япҡансы.
--Нишләп улай тиһең? Маҡтар урынға, — иренең ҡаштары һынды.
--Шул инде, һеҙҙе маҡтарға ғына кәрәк. Мине, ана, нимә эшләгәндә лә, маҡтаусы ла, күреүсе лә юҡ!
Шул ваҡыт өҫтәл башындағы ир алдындағы ҡалағын тәрилкәһенә шалтыратҡансы ташлап, ризығын ситкә этте. Уның был хәрәкәтенән балалар һағайҙы, бер аталарына, бер әсәләренә ҡаранылар.
--Нимә етмәй һиңә?
Ғаилә башлығының ярайһы ҡыҙып китеүе көн кеүек асыҡ ине. Ошо мәлдә туҡтал ине лә бит, тик Айгөл уны аңлар сикән үткәйне. Иренең ҡаты һорауынан үсегеп тороп уҡ китте. Унан мейес яғына барып бер урап килде лә, башланы:
--Миңә нимә етмәйме? Миңәме?! Бына һиңә нимә етмәй? Оятһыҙ! Хыянатсы!
“Оятһыҙ”ын ишеткәндәре булһа ла, “хыянатсы” тигәне балаларға ла, хатта иренә лә яңы һүҙ булды, өсәүләшеп, ишетелгәндең айышына төшөнә алмай, күҙҙәрен “сылт-сылт” йомғолап ҡалдылар. Ахырҙа, ир телгә килде:
--Ни һөйләйһең ул һин? Ҡолағың ишетәме әйткәнеңде?
--Эйе шул, мин инде хәҙер иҫәр ҙә икән, нимә һөйләгәнемде лә аңламайым. Ә һинең аҡлылың алтын - ике ҡатын тотаһың!
--Ҡатын? Ниндәй ҡатын? Ниндәй хәбәр был балалар алдында?
— Ә алҡа! Кемгә алдың алҡаны?! – Айгөлдөң ҡысҡырғанынан тәҙрә быялалары сыңланы.
--Ниндәй алҡа?! – ире лә бермә-бер тауышын күтәрәүҙе.
--Һинең кеҫәңдәге алҡа! Күрҙем инде! Бөгөн алып йәшереп өлгөргән. Бәлки, алып барып биреп тә ҡуйғанһыңдыр әле!
Илшат үҙенә тексәйеп киткән улдарына алмаш-тилмәш күҙ һалды. Аптырауҙан хатта яурындарын йыйырҙы:
--Төптө юҡты һөйләйһең бит! Бер ниндәй алҡа ла алғаным да, һалғаным да юҡ. Айгөл, аҡылыңа кил...
Хәҙер инде ҡатын тамам алйыған ирҙе дөрөп алып барҙы:
--Һаман танаһыңмы? Бына ошо күҙҙәрем менән күрҙем, ошо ҡулдарымда тотоп торҙом! Көмөш алҡалар ине!
--Ҡайҙа ине һуң?
--Кеҫәңдә!
--Ниндәй кеҫәлә?
--Куфайкыңда!!
Илшат һикереп тороп сығып соландан ҡыш кейеп йөрөгән эш фуфайкаһын индерҙе лә ҡатынының аяҡ аҫтына ташланы:
--Ҡайҙа алҡа?
--Юҡ инде уже! Хужабикәһенең ҡолағындалыр хәҙер. Кисә бар ине, бөгөн – юҡ!
--Айгөл!.. – шул саҡ ир ҡапыл тынып ҡалды. Иҙәндә ятҡан фуфайкаға ҡарап торҙо ла, яйлап ҡына ҡараштарын малайҙарына күсерҙе. Бер аҙҙан уның төйөлгән ҡаштары яҙыла барып, хатта ирен ситендә йылмайыу ишараты сағылғандай ҙа булды. Шулай тора биргәс ул малайҙарына өндәште:
--Бар, ҡармаҡ сыбыҡтарығыҙҙы индерегеҙ әле. Икегеҙ ҙә!
Тегеләре ғауғаның айышына төшөнә алмай аңшайышып ултыра бирә.
--Йә, кемгә әйтелде? – малайҙар кемуҙарҙан тышҡа ташланды. Һәм күҙ асып йомғансы оҙон ҡармаҡ сыбыҡтарын индереү өсөн ишекте шарран асты. Ире улдарын әсәләре алдына теҙеп ҡуйҙы һәм ҡулдарындағы ҡармаҡтарға төртөп күрһәтте:
--Шунан, таныйһыңмы алҡаларыңды?
Айгөл ҡараштары менән ҡармаҡ сыбығы буйлап үтте лә, ырғағына етәрәк ебенә беркетелгән ялтыр йәлпәк тимергә ҡарап ҡалды. Ире уның янына ҡуш итеп икенсеһен дә килтереп терәне. Теге ике көн буйына уға тынғылыҡ бирмәгән көмөш алҡалар ни ғиллә менәндер ҡармаҡ ебендә ялтырайҙар ине.
--Йә, — тине ире уға, — ни әйтерһең?
--Нисек... былай?.. Ниш-ләп?.. – тип кенә һорай алды ҡатын.
--Ялтырма бит был! Балыҡ уйната торған тимер. Малайҙарға тип бер пар алып ҡуйғайным үткәндә, кисә бирҙем. Иртән, эште бөткәс, балыҡҡа сығабыҙ.
Малайҙарҙың күҙе бер ялтырмаға, бер әсәләренә, унан аталарына төштө. Ире лә ниндәйҙер сиселеш көттө. Айгөл иһә әйтер һүҙ тапманы. Еңеләйҙеме уның хәле шул ваҡыт, әллә тағы ла ауырая төштөмө – үҙе лә белмәне. Алҡаларҙың алҡа түгеллегенән, икенсе ҡатындың булмауынан бигерәк, ымһынған бүләген ала алмау, өмөттәренең аҡланмауы ауырыраҡ яраланы шикелле уны. Яҡты хыялының бары ялтырма ғына булып сығыуы...
Ҡатын алдындағы яуап көтөп төбәлеүселәргә бер тултырып ҡына ҡараны ла, йөҙөн ҡаплап йоҡо бүлмәһенә инеп китте. Аңланымы икән уның хәлен ире, йәки бөгөн-иртәгә ир буласаҡ малайҙары – билгеһеҙ.

Фото: www.fishers-house.ru

Автор:
Читайте нас: