-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
1 Август , 18:00

Ҡыҙарып сейә бешкән мәл ине... Мөнир ҠУНАФИН

(Махсус операция биләмәһенән юлъяҙма). Таң менән сыҡтыҡ юлға. Өс машина, туғыҙ кеше. Мин Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе, “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире Вәдүт Исхаҡов менән бер машинаға тура килдем, рулдә – Валера. Бөгөн Волгоградты үтеп, шул тирәлә ҡунып, иртәгә төштән һуң, ике меңгә яҡын саҡрым ара уҙып, Луганск өлкәһенә барып етергә тейешбеҙ.

Ҡыҙарып сейә бешкән мәл ине...  Мөнир ҠУНАФИН
Ҡыҙарып сейә бешкән мәл ине... Мөнир ҠУНАФИН

Тәүге көн Башҡортостан сигендә беҙҙе өс шәп ағай ҡаршы алды. Октябрьский ҡалаһынан улар, хәрби хеҙмәттә ғүмерҙәре үткән Афған һуғышы ветерандары Сергей менән Василий, шулай уҡ “морпех” Альберт менән кафела сәй эскәндә һөйләштек. Улар беҙгә “иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ” тип ағайҙарса фатихаларын бирҙе. Оҙон һәм хәүефле юлға сыҡҡанда был бик тә мөһим икәнен белә инек, теге яҡта йөрөгәндә бигерәк тә аңланыҡ. Был юлъяҙмамда “аңланыҡ” һүҙен йыш ҡулланасаҡмын, сөнки сәфәребеҙҙең төп маҡсаты ла – махсус хәрби операция биләмәһендә ниҙәр барғанын үҙ күҙҙәребеҙ менән күреп аңларға, белергә һәм дөрөҫ мәғлүмәтте уҡыусыға еткереү ҙә. Афғансы-ағайҙарҙың йөҙҙәре үтә етди булыуы күңелгә хәүеф тә һалды.

– Һеҙ һуғышҡа, ысын һуғышҡа бараһығыҙ, ҡунаҡҡа түгел, – тине Сергей.

– Һаҡланып, бер-берегеҙҙе ҡарап ҡына йөрөгөҙ. – Һуғыш ул ҡайҙа ла бер, – тип ҡушыла уға Василий, уның йөҙөндәге оло яраһы һикереп киткәндәй тойола. – Уның күренмәгән һыу аҫты ағымы шул тиклем әшәке һәм аҫтыртын. Ниндәй һуғышта ла ул тактика үҙгәрмәй, дошмандың бар уйы – алдаҡ юл менән булһа ла аңғармаҫтан һине аяҡтан йығыу, үлтереү.

“Ҡурҡытмағыҙ әле, ағайҙар”, – тип әйткем килә лә, тик уларҙың үтә лә етди йөҙҙәре уйланырға мәжбүр итә. Улар үтә лә мөһим ике кәңәш бирҙе: унда кеше ҡулынан ашамаҫҡа, эсмәҫкә. Ышандырыр өсөн дәлилле миҫал да килтерергә онотмайҙар: 90 йәшлек әбей “улдарым, үҙем бешерҙем”, тип беҙҙең һалдаттарға бер нисә бәлеш һонған. Ашағандар, ике һалдат ағыуланған. 90 йәшлек ҡарсыҡ? Әкиәттер...

Ике көндән, батальондарҙа һалдаттар менән аралашҡанда, бының раҫ булыуына ышана яҙасаҡмын... Оялмаҫҡа, ҡурҡмаҫҡа, күктән һыҙғырыу тауышы ишеттегеҙ икән, ергә ятырға, сәбәләнмәҫкә. Бәләкәй ярау мәшәҡәттәрен дә шунда юлда башҡарырға. Бер аҙым ситкә сыҡһағыҙ, шартлауығыҙ ихтимал... Артыҡ шаштырып ебәрҙе былар, тип уйлап ҡуям. Күрәләтә үлемгә алып бармаҫтар әле...

“Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто предприятиеһының генераль директоры Рәсүл Рәүеф улы Сәфәрғәлиев Матбуғат йорто алдында (беҙ унан ҡуҙғалдыҡ) оҙатып ҡалғайны. Баяғы Октябрьский ҡалаһы эргәһендәге кафе янында туҡтап, машинанан килеп сыҡһаҡ, үҙ күҙебеҙгә үҙебеҙ ышанмайбыҙ, начальнигыбыҙ бында тора. Түҙмәгән, үҙе рулдә республика сигенә тиклем килеп еткән. Бөгөн Өфөлә Матбуғат байрамы үтә, кире әйләнеп өлгөрәсәк, иртә әле, ҡояш саҡ көләс йөҙөн күрһәтте. Уның уйсан ҡарашынан атайҙарса хәстәрлек тоябыҙ. Ул һәр беребеҙҙе ҡосаҡлап, тиҙерәк әйләнеп ҡайтығыҙ, тип йылмая. Һағышлы йылмая.

Был сәфәрҙе ойошторғанда бик ныҡ ярҙамын тойҙоҡ, сәфәрҙең етдилеген дә, бурыстың мөһимлеген дә аңлап эш итте етәксебеҙ. Әйткәндәй, уның был аҙымы – 200 саҡрымлап ара үтеп оҙата килеүе рухыбыҙҙы ныҡ күтәрҙе, беҙ үҙебеҙҙең кәрәклекте аңлап, күңел йылыһы тойоп, алға ынтылдыҡ.

Һарытау һәм Һамар өлкәләрендә баштары шифер менән ҡапланған өйҙәр бер сама күңелде төшөрә бирҙе. Эленгән керҙәр, өй тәҙрәләренән күренгән гөлдәр бында кешеләр йәшәүен белдерә. Кәртәләре ауып барғандай... Һуңынан ошо юлдан ҡайтҡанда был өйҙәрҙең дә йылмайып ултырған төҫлө ҡәҙерле буласағын мин белмәйем әле. 

Һарытауҙы үткәс, “буханка”лар, хәрби машиналар күбәйә башланы. Беҙҙең яҡтар тыныс икән әле, тип ҡуям.

– Минең ҡоҙа – улымдың ҡайныһы унда әле ул, быйыл яҙ китте, – тип ҡуйҙы Вәдүт. Уйланып килгәнмелер инде.

– Нисә йәштә һуң? – Ҡырҡ һигеҙ. Донъяһы иркен, эше күркәм, “Беҙ бармағас, кем бара һуң?!” тип китте лә барҙы. Иртәнән һуң улы армиянан ҡайта инде. Алыҫ Көнсығышта хеҙмәт итте.

– Улы урынына үҙе киткән инде.

– Бәлки. Ҡайын миндеге алып кил, тигәйне, әллә осратып була, әллә юҡ. Алманым инде. Унда ла барҙыр әле...

Иртәгәһенә ике меңгә яҡын саҡрым юл үтеп, Луганск өлкәһенә яҡынлашабыҙ. Блок-постарҙа документтарҙы ентекләп тикшереп, мәғлүмәттәрҙе компьютерға индерәләр. Ул яҡҡа табан әллә ни сират юҡ, ә инде Рәсәй яғына – һыу буйы. Һуңынан аңлатыуҙарынса, был яҡҡа табан ныҡ тикшерәләр. (Иҫтәлеккә патрон алып сығам тигәндә лә, блокпоста үткәрмәҫтәр, үҙеңә бер бәлә алып, тигәс, атылмаған пуляны яңынан һалдым. Онотолоп, сумка кеҫәһенә граната һалыусылар ҙа табылған, тип көлөп һөйләнеләр).

КПП-ны үткәс тә, тутығып бөткән тимерҙән торған стелалағы “Луганск Халыҡ Республикаһына рәхим итегеҙ!” тигән яҙыу беҙҙе бер аҙ дәртләндерҙе. Дебальцево, Антрацит тигән ҡалаларға күрһәткестәр күренә. Таныш исемдәр. Береһе ҡаты һуғыштары менән иҫтә ҡалған, икенсеһе – күмере менән. Юлда ике яҡтан ҡороған ағастар ҡаршы ала. Уны юл ситендә яндыралар. Ялҡындар хәтәр, бейеп-бейеп өҫкә ынтыла. Үтеп барған машинаны ялмап алыр кеүек. Күрәһең, юлды киңәйтергә уйлайҙар, ситендә ер тырнап йөрөгән экскаватор күренеп ҡалды. Шулай итеп, тура мәғәнәлә тәүҙән үк ут эсенә килеп индек.

Беренсе осраған ташландыҡ ҡына туҡталышта ап-аҡ хризантемалар тотҡан бер ҡатын автобус көтөп тора. Тирә-яғын сүп үләндәре баҫҡан туҡталыш һәм ап-аҡ сәскәләр тотҡан ҡатын. Ә беҙ ут эсенә инеп китеп барабыҙ. Изгегә юрайым, ап-аҡ сәскәләр – бөтәһе лә һәйбәт буласаҡ. Икенсе туҡталышта ҙур итеп “шул-шул (ҡатын-ҡыҙ исеме) зинасы” тип яҙып киткәндәр.

– Һөйөш булғас, йәшәү бар, тимәк, – тип мыйыҡ аҫтынан йылмайған була Валера.

– Һөйөү булған ерҙә һуғышҡа урын юҡ, – тип тә өҫтәйек, – тип Вәдүт тә яуапһыҙ ҡалмай.

Киң дала башланды. Шул дала уртаһында ялтырап сиркәү ултыра. Уға барыр юл ҡайһы тирәнән, аңлашылмай ҙа, күренмәй ҙә. Бар яландарҙы һары мәтрүшкә баҫҡан, бар донъя һап-һары. Һап-һары донъяла алтын төҫтәге сиркәү манараһы тирә-яҡҡа нур сәсә. Шулай уҡ илаһи күренеш.

Красный Луч ҡалаһына ҡәҙәр бер ниндәй ауыл-фәлән осраманы тиерлек. Бер генә урында юл ситендә еләк һатҡан өс ҡатын күренде, беҙ туҡтарға уйламаныҡ та, беләбеҙ: еләк ашап имгәк булыр хәл юҡ. Егермеләп баш мал көтөүе күҙгә салынды. Аҙым һайын хәрби машиналар, уларҙың күбеһе йәшерен селтәр менән ҡапланған. Күңелдәргә шом ингәндән-инә. Көн эҫе. Ҡалаға килеп инеү менән һайлауға ҡағылышлы плакаттар ҡаршы ала. Шуныһы ҡыҙыҡ, элекке совет заманындағы машиналарҙың күплеге хайран итә. “Волга”, “копейка”, “шестерка”, “Урал” матайы...

Заправка янына туҡтайбыҙ. Бензин бында ҡыйбат икән, 95 сортлыһы – 59 һум. Беҙҙәгенән туғыҙ һумға ҡыйбатыраҡ. Беҙҙе ҡаршы аласаҡ Азамат Сәфәрғәли улы Иҙрисов менән Илдар Камил улы Ғиззәтуллинды ошонда көтөп торабыҙ. Бер нисә минуттан килеп тә еттеләр.

Йәндән ҡәҙерле туғандарҙы күргәндәй ихлас ҡосаҡлашып күрештек. Бында шундай ғәҙәт: һәр яҡташ, ул ябай һалдатмы, әллә ҙур командирмы, хәҙрәт йә премьермы, күрешә лә ҡосаҡлап ала. Оло мәғәнә бында – беҙ һинең менән бер юлда, бер сафта, беҙ һинең менән иңгә-иң терәшеп бергә барабыҙ, кәрәк икән, мин һинең өсөн... Шуға күрә һәр урында яҡташтарыбыҙ янында ғына түгел, ә рухташтарыбыҙ, туғандарыбыҙ менән күрешеп ҡосаҡлаштыҡ, бер табында, бер яу ҡырында әңгәмә ҡорҙоҡ, эс-бауырҙарыбыҙҙы бушаттыҡ, ҡайғы-шатлыҡтарҙы уртаҡлаштыҡ.

Ҡуҙғалдыҡ. Ҡала тормошо менән йәшәй, үҙенсә гөрләп тора. Кемдер ҡайҙалыр ашыға, кемдәрҙер һөйләшеп тора, эш менән була. Һис кенә махсус операция барған биләмә, тип уйламаҫһың. Шулай ҙа һоро, күңелдә шик уятыр бер төҫ бар бында. Шымып ҡалған өйҙәрҙәме, һаҡ ҡына атлаған кешеләрҙең хәрәкәтендәме, иҫке машиналарҙың гөрһөлдәп ишетелгән тауышындамы... Нисектер тормош туҡтап торған да яйлап ҡына хәрәкәткә килә башлаған кеүек. Аңламаҫһың.

Бер мәл... ҡала уртаһында емерек ҙур йорт күҙгә ташланды. Барыбыҙ ҙа һиҫкәнеп киттек. Теге ҡунаҡхана. Ҡарайып, йәмһеҙ һәм йәнһеҙ булып ултыра. Үткән йыл 24 июлдә был урынды Украина хәрбиҙәре M142 HIMARS америка ракеталары менән утҡа тота. Артиллеристар билдәләүенсә, был киҫкен утсыҡтар 83,6 саҡрым алыҫлыҡтан, Бахмут ҡалаһынан, ебәрелгән. Совет заманында эшләгән ҡунаҡхана ныҡлы булып сыҡҡан, күрәһең, емерелеп таралып төшмәгән. Уның янындағы тиҫтәнән ашыу объект, йорттар ныҡлы зыян күргән.

Тыныс тормошта йәшәп ятҡан ҡалаға нимә тип атырға?! Күрәһең, ҡунаҡханала хәрбиҙәр йә башҡалар булған, шуға тоҫҡанылармы икән? Моғайын, урындағы берәй диверсант координаттар менән шундай хәбәр ебәргәндер. Шуныһы ҡыҙыҡ, тап шул көндә БЮТ журналисы Азат Саҙриев үҙенең юлдаштары менән ошо ҡунаҡханаға урынлашырға тейеш булған, тик Башҡортостанға юлланған урындағы балалар хаҡында репортаж эшләргә китеүҙәре генә уларҙы ҡотҡарып ҡала.

– Китеүебеҙ ҙә булды, “бум” – шартлау тауышы, нисектер беҙҙе Хоҙай һаҡлап ҡалды, – тип әйтәсәк был турала кискеһен осрашҡанда Азат. Улар инде бында айға яҡын эшләй, беҙ ҡайтып киткәндә лә ҡалдылар әле.

– Телефонығыҙҙа Рәсәй номерҙарын бөтөнләй ҡулланмағыҙ. Һәр саҡ самолет режимында йөрөһөн. Бер урында бер нисә Рәсәй номеры тоҡанһа, вышкалар эшләй башлай һәм – бум! – шунда ракета осасаҡ, – тип тә иҫкәртте коллегабыҙ.

Һәм беҙ тыңланыҡ, башҡа сара ла юҡ, кемдең шартлап ятҡыһы килһен. Әлеге йәнһеҙ ҡунаҡхананың тупһаһында бер ҡарт менән ике ҡарсыҡ ултырып алған да гәп һата. Йәшлектәрен иҫкә алып ултырыуҙарымы. Был күренеш миңә ҡыҙыҡ тойолдо. Тормош дауам итә. Ҡунаҡхана янында баҙар, дарыухана күҙгә ташлана.

Төҙөлөш колледжының ятағына килеп урынлаштыҡ. Был беҙҙең база буласаҡ. Бер бүлмәлә 4-5 кеше. Коридор системаһы. Боронғо пружиналы карауаттар. 1967 йылда төҙөлгән бина, ул саҡта нисек булһа, бөгөн дә шул. Ҡат-ҡат буялған ишектәренә тиклем. Бәҙрәф ауылса тышта. Пластик тәҙрәләре генә заманса төҫ бирә бер аҙ. Кухня-фәләндәре юҡ. Коридор осонда ҙур йыуыныу бүлмәһе, душы ла шунда. Тик һыуҙы кис һүндереп ҡуялар.

Алдан уҡ, был һыуҙы эсә күрмәгеҙ, тип иҫкәрттеләр. Алдан белгәнгә күрә, Ростовтан күп итеп һатып алып, машинала ниндәй буш урын бар, шешәләрҙе тығып, һыу менән тултырғайныҡ. Бында эсәр һыуҙы һатып алалар. Эргәләге магазинда ҙур мискә бар ине, литры – ике һум.

Бындай торлағыбыҙға беҙ ихлас шатландыҡ. Юлға сығыр алдынан спальник, башҡа түшәк-яраҡты үҙебеҙ менән алғайныҡ, сөнки йәшәү-йоҡлау шарттары булмаҫҡа мөмкин, ҡайҙа тура килә – шунда төнәргә тура килеүе бар, тип тә иҫкәрткәйнеләр.

Был ятаҡта вайфай барлығын белгәс, тағы ла ҡыуандыҡ. Шуның аша ғына яҡындарыбыҙ менән бәйләнешкә сыҡтыҡ. Алғы һыҙыҡҡа киткәндә ике тәүлек беҙҙең яҡтан бер төрлө лә хәбәр булмағас, туғандарыбыҙ хафаға ла ҡалды. Әле мин был хаҡта еңелсә генә яҙып ултырһам да, хәләл ефеттәребеҙҙең, әсәйҙәрҙең, балаларҙың ниҙәр уйлап ниҙәр кисергәнен Хоҙай ғына белә инде. Ә яу яланында йылдар буйы йөрөгән егеттәрҙең яҡындарына нисек ҡыйын икәнен хәҙер мин дә бар йөрәгем менән аңлайым.

Шуныһын да өҫтәгем килә, колледж хеҙмәткәрҙәре, ундағы директорҙан Светлана Чернеганан алып ябай ҡарауылсы, вахтерҙарына тиклем барыһы ла беҙгә бик йылы мөнәсәбәттә булды. Светлана Михайловна: "Беҙ Башҡортостанды яратабыҙ. Һеҙҙең Президентығыҙ (Башлыҡ тип әйтмәксе инде) Радий Хәбиров беҙҙең Красный Лучта булғаны бар. Бик ярҙамсыл, эшлекле, көлөп-йылмайып торған етәксе", – тип хәбәр һалғас, беҙгә икеләтә ҡыуаныслы булды. Хатта һәр иртән ашханаға саҡырып һыйланылар ҙа. Беҙ баш тарта алманыҡ, уларҙың ихласлығына ышандыҡ. Һәм дөрөҫ эшләгәнбеҙҙер ҙә: “доширак”ҡа ҡарағанда ҡаҙанда бешкән туҡмас йә ҡарабойҙай, уға тағы ла май менән сыр ҡушылһа, күпкә шәберәк тә инде.

Беҙ уларға яуап итеп, үҙҙәренең һорауы буйынса өс ҡап, йәғни 15 дана аҡ ҡағыҙ алып бирҙек. “Әҙерәк ағас материалдары менән ярҙам итә алмаҫһығыҙмы?”, – тип һорағастар (ҡайҙан табайыҡ инде унда таҡта-бурсаларҙы) ҡайтыр саҡта үҙебеҙҙән 50 мең һумға яҡын аҡса ҡалдырып киттек. Бик рәхмәтле булып ҡалдылар.

Азат Шамил улы әле алғы һыҙыҡта, кискә генә бәйләнешкә сығыр, тинеләр. Тимәк, ваҡыт бар.

Был сәфәргә беҙ ике айлап әҙерләндек. Ойоштороу эштәре, инструктаж үтеү ғәмәлдәре, Рәсәйҙең Оборона министрлығы аша аккредитация алыу кеүек мәшәҡәттәр ваҡытты алды. Унан тыш, үҙеңде рухи йәһәттән әҙерләү ҙә бик мөһим бит. Үҙем өсөн мин сая батырыбыҙ Фәнис Хөсәйенов тураһында очерк яҙғас та хәл иткәйнем инде: нисек тә һалдаттарҙың окоп тормошон күреп, һуғыш яланынан репортаж эшләү, сөнки кемдеңдер һөйләүенән, кисерештәренән генә сығып ижад ителгән әҫәр-картиналар ысынбарлыҡҡа бөтөнләй тап килмәҫкә мөмкин. Башҡорт үҙ күҙе менән күрмәйенсә ышанмай, тигәндәй. Ҡасандыр Илья Эренбург, Константин Симонов беҙҙең башҡорт дивизияһында булып, яугирҙәребеҙҙең ысын батырлығын һүрәтләгән кеүек минең дә, һалдаттар менән бергә дары еҫен еҫкәп, бер ҡаҙандан бутҡа ашағы килде.

Өләсәйем мәрхүмә булғас, 11-12 йәшемдә ике йыл олатайым менән икәү генә бергә йәшәү бәхете тейҙе. Ә олатайым Сафиулла Ғарифулла улы Ҡунафин Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һуғышҡан. Күрһәткән ҡаһарманлыҡтары өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ, II дәрәжә Ватан һуғышы, III дәрәжә Дан ордендары, “Батырлыҡ өсөн” һәм башҡа бик күп миҙалдар менән бүләкләнгән. Шул үҫмер сағымда олатайымдан “һуғышты һөйләтергә” ярата торғайным. Уның хәтирәләре мажаралы бер фильм кеүек ине ул саҡта. Тик ул ниңәлер фронтта булған хәлдәрҙән бигерәк, өләсәйем менән нисек танышыуы, нисек донъя көтөүҙәре хаҡында тәмләп һөйләй ине. Аңлашыла, өләсәйемде һағыныуы булғандыр.

– Шулай ҙа һин берәй немецты үлтерҙеңме? – тип ныҡышам, малайлыҡ иҫәрлеге менән. Олатайым, оҙаҡ ҡына тып-тын ултырғас, тура ғына яуап бирмәй, “һуғыш ҡорбанһыҙ булмай, булма-ай” тип һуҙҙы.

Ә ысынында ул бик батыр булған бит, разведкаға ла йөрөгән, тел дә алып ҡайтҡан, Дон аша сыҡҡанда батып барған яуҙаштарын да ҡотҡарған. Һуңғараҡ, байрам хөрмәтенә кәйефләнеп алғанында, украин ауылындағы бер хәлде яңылыш һөйләп ысҡындырҙы ул.

– Кис украин ауылын алғайныҡ. Иртән яңынан немец килеп баҫты. Командир кисекмәҫтән китергә бойорҙо. Ғәжәп, өйҙән сығып китешләй, үҙем дә һиҙмәҫтән, соланда һөйәүле торған балтаны эләктергәнмен. Крәҫтиән ғәҙәте инде. Күптәребеҙ картуф баҡсаһы аша йүгерҙе. Ян-яҡта немец снарядтары ярыла, баш остарыбыҙҙан пулялар һыҙғыра башланы.

Ышыҡланырға маташып, һарай эргәһендәге бер ҡаралты эсенә йомолдом. Ярыҡтан тирә-йүнде күҙәтәм. Бер аҙ атыу тауыштары тынғас, сығып йүгерәйем тигәндә генә ни күрәм: ҡаралтыға әзмәүерҙәй бер немец килә. Ни булһа ла булыр тинем дә, балтаны ҡыҫҡан килеш тын ҡалдым. Мылтыҡтан атып тауыш сығарғы килмәне. Фашистың ишекте асып ебәреүе булды, тегенең маңлайына бөтә көсөмә һелтәндем. Тауыш та сығармайынса “гөрҫ” итеп ауып китте. Үҙем йәнтәслим баҡса аръяғына ҡарай ташландым…

Олатайым тыныс ҡына һөйләне был ваҡиғаны. Тулҡынланманы, шаштырманы, сәбәләнмәне. Аҙағында: “Ул немец бөгөн иҫән булһа, минең кеүек ейәндәренең күҙҙәренә ҡарап һөйөнөп ултырыр инеме икән?” – тип ҡуйҙы. Балта күтәрелмәһә, беҙ, һинең балаларың, был фани донъяға тыумаҫ инек, ҡәҙерле лә, ғәзиз дә олатайым...

Һуғыштың эсендә ҡайнаған яугирҙәр менән мин һәр саҡ осрашырға, уларҙың һөйләгәндәрен тыңларға яраттым, берәй хикәйәгә орлоҡ төшмәҫме, тип өмөтләндем. Ҡайһы бер эпизодтар әҫәрҙәремә ингеләп тә китте. Бик күп ветерандар хаҡында, афған, чечен утын үткәндәр тураһында ла яҙылды. Тик бер ҡасан да, үҙем яу яланында булырмын, беҙҙең быуынға ла һуғыш ялҡыны эләгер, йәндәрҙе көйҙөрөр, ҡорбандар килтерер, тип уйланғаным булманы бит. Сәйер...

Сәфәргә әҙерлек мәлендә махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан БР Хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Азат Шамил улы Бадранов менән даими бәйләнештә булдыҡ. Ул да төплө кәңәштәрен бирҙе, яугирҙәрҙең тормош-көнкүрешен күреп, үҙҙәре менән шәхсән аралашып ҡайтыу ниәтен хупланы. Һәм бына беҙ уның алғы һыҙыҡтан ҡайтҡанын һәм ниндәй күрһәтмә бирәсәген көтәбеҙ.

Ятаҡта вахтер ике электр сәйнүге табып бирҙе, юлдан һуң сәй эсеп алдыҡ, беренсе тушенкаларҙы асып ебәрҙек.
– Башланды һалдат тормошо, – тигән булам, ҡалағымды ялап. Вәдүт ҡысҡырып көлә:
– Һорарбыҙ, һалдат тормошо ҡалаҡ күтәреүҙән башланамы, әллә ҡулға ҡорал алыуҙанмы?

Ваҡытты нисек үткәрергә белмәй, колледж алдындағы магазинға һуғылырға булдыҡ, нимәләре бар, хаҡтары нисек, тигәндәй. Урамға яңғыҙ сығырға ярамай, тип иҫкәрткәйнеләр, шуға өсәү: Вәдүт, мин, Наил исемле өлкән йәштәге водителебеҙ юлландыҡ. Эйе, яңғыҙ ярамай, юғалған кешеләр бар, диверсанттар машиналарына һөйрәп индереп ултыртып ала ла китә икән. Һәм – теге яҡ армияһына. Был турала колледж һаҡсылары ла һөйләп торҙо.

Берәү менән йылмайып һөйләшеп торған һатыусының беҙҙең килеп инеүгә күҙгә күренеп һөмһөрө ҡойолоуын күргәс, тәүҙә ҡапыл аптырап ҡалдыҡ. Бер секунд эсендә кеше шулай үҙгәрә ала икән. Наил ағайға теш пастаһы, һабын кеүек әйберҙәр кәрәк ине, ни һораһа ла, ҡырыҫ ҡына яуап бирә, үҙегеҙ күрәһегеҙ бит, тип кенә ҡуя. Вәдүт менән кефир, һөт-фәлән алырбыҙ, тинек тә, кире уйланыҡ, барыбер аш булып бармаҫ кеүек.

Прилавкала ятҡан бер өйөм гәзитте күреп ҡалғас, ғәҙәт буйынса, һорай ҡуйҙым:
– Таратаһығыҙмы?
– Нисек “таратаһығыҙмы”? Һатабыҙ, беҙҙә – 30 һум, ҡалала – 35 һум.
Алдым.

Наил ағай әйберҙәренә аҡса түләгәс:
– Әҙерәк яғымлыраҡ булып булмаймы ни? Беҙ бында ҡунаҡ ҡына, – тине.
Сыҡҡанда, “ҡунаҡ имеш берәү” тигән ыҫылдауы ҡолаҡҡа салынып ҡалды.

Алтмышты уҙған Наил абзый, сыҡҡас:
– Оккупант итеп күрә, ә беҙҙең һалдаттар үҙ ғүмерҙәре менән уларҙы нацистарҙан, Америка эттәренән һаҡлай, әшәке, – тип төкөрөнөп ҡуйҙы.

Һуңынан белеүебеҙсә, аралашып йөрөгәс, аңлайһың бит инде, халыҡтың күбеһе беҙҙе яратып, ярҙам итергә әҙер торҙо. Әйтеүҙәренсә, халыҡтың 80 проценты Рәсәй һалдаттарын үҙҙәренеке итеп күрә.

24 битлек “Красный Луч” исемле гәзиттәре яңыраҡ ҡына сыға башлаған, ахыры. Был 2-се һаны. Дүрт бите төҫлө, ҡалғандары аҡлы-ҡаралы. Гәзит Рәсәй Президенты В.В. Путиндың: “Донбасс халҡын һаҡлап ҡалыу – махсус операцияның иң төп маҡсаттарының береһе. Был мәсьәләне хәл итәсәкбеҙ, мин быға ышанам”, – тигән һүҙҙәре менән асыла. Шулай уҡ Рәсәй составына яңы ингән дүрт өлкәгә ҡағылышлы документтар хаҡында ла мәғлүмәт бар. Ҡалалағы ыңғай үҙгәрештәр, медицина өлкәһендәге ғүмерҙә күрмәгән яңы ҡорамалдар килеүен тәфсирләп яҙғандар.

Өсөнсө биттең башында “Премьер-министр Башкортостана посетил Красный Луч” тигән баш шунда уҡ беҙҙең иғтибарҙы йәлеп итте. Андрей Назаровтың бында социаль һәм торлаҡ объектарҙы ҡарап, ҡала кешеләре һәм төҙөүселәр менән осрашыуы, урындағы етәкселек менән айырым мәсьәләләрҙә фекер алышыуы хаҡында әйтелә. “Красный Луч ҡалаһын шефлыҡҡа алған беҙҙең республика быйыл күп фатирлы 20 йортто, өс мәктәпте, ике балалар баҡсаһын аяҡҡа баҫтырасаҡ. Мәҙәниәт һарайын төҙөкләндереү эштәрен дә башларға торабыҙ”, – тип белдерә беҙҙең Премьер-министр.

Алға китеп шуны ла әйтәйек, килеүебеҙҙең өсөнсө көнөндә беҙ ҙә төҙөлөш эштәре менән танышҡанда, унда эшләп йөрөгән урындағы халыҡтың беҙҙең Премьер менән осрашыуҙарын йылы тәьҫораттар менән һөйләүенә шаһит булдыҡ. Уларҙың бер фекере оҡшаны:

– Беҙ уның башта Премьер икәнен дә белмәнек. Ябай, бик итәғәтле. Килде лә тәүҙә мәктәп менән, эш менән тыныс ҡына, бер кемгә ҡамасау итмәй танышып сыҡты. Шунан ғына эшлекле аралашыуға тотондо.

Әлеге гәзиттең урталағы ике төҫлө битендәге“Ҡәҙерле минең алтын баш ҡалам Мәскәү” тигән материалда Мәскәүҙең иҫтәлекле урындарына экскурс яһалған. Бер бит итеп июнь айында Рәсәйҙең тарихында булған мөһим һәм ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр бирелгән. Эйе, аңлашыла: халыҡҡа нисек тә күберәк Рәсәй, үҙҙәре һайлаған яңы илдәре хаҡында мәғлүмәттәр, дөрөҫ рәсми яңылыҡтар биреү күпкә яҡшыраҡ. Бында барыһы ла Рәсәй телевидениеһы каналдарын ҡарай. Мәғлүмәт һуғышы яландағы атыш-алыштан да хәтәрерәк шул. Ҡайҙа фейк, ҡайҙа хаҡлыҡ – аңлауы ла ауыр. Шуға был йәһәттән дә эштең тейешле кимәлдә ҡуйылыуы бик мөһим.

Беҙҙең килеүгә был колледж биләмәһендә тағы бер кеше – тулы кәүҙәле, һәр саҡ һаҡсы кейемендәге өлкән йәштәге бер ағай бик ҡыуанды. Тегеләй үтһәк тә, ҡапҡа янына килһәк тә, йүгереп тигәндәй килеп етә. Ниндәй йомош бар, һорағыҙ, тип кенә тора.

Танышып киттек. Михаил икән, Псковтан булып сыҡты. Шуға яҡын күреүе.
– Оһо, почти яҡташ, – тип ебәрҙем тегегә. Бында ни, ҡайҙа ятҡан Псков русы ла, кем әйтмешләй, бер туған ғына бажа.
– Эйе-эйе, бөтәбеҙ ҙә Рәсәйҙән, – тигән була.

Баҡһаң, бында мөһим һәр объект һаҡлана икән. Улар Псковтан ниндәйҙер шәхси һаҡ ойошмаһынан килеп, ошо колледж биләмәләрен һаҡлайҙар, шикле әҙәмдәр күрһәләр, хәбәр итәләр. Өс ай бында булалар ҙа ай ярым ял итәләр.

– Халыҡ нисек ҡабул итә һеҙҙе? – тип һорайым. Ҡарт һүҙгә әүәҫ, кинәнеп һөйләй. Уға әңгәмәсе генә булһын.
– Һәйбәт ҡарайҙар. Красный Луч – тыныс урын. Шулай ҙа бында ла "укроптар" бар. Уларҙы "ждуны" тип йөрөтәләр. Үҙҙәренекен көтөүселәр. Теге шартлаған ҡунаҡхана бар бит, ана шулар координаттарын ебәреп бомбаға тотторған да инде. Халыҡ уларға "не дождутся", тип кенә ебәрә.

– Ҡурҡыныс бит.
– "Ждундар" – аҫтыртын халыҡ. Беҙҙекеләр Запорожьела мәктәп, балалар баҡсаларын һаҡлайҙар. Ана унда украиндарҙың һөжүмен көтөп, әҙерләнеп бөткән төркөмдө тоттолар. "Ждундар" беҙҙең егеттәргә һөжүм итергә йыйынғанда ғына өҫтәренә килеп баҫҡандар. Бер көнгә генә һуңлаһалар... Ярай урындағы халыҡтан берәү еткергән.

"Ждундар". Үҙҙәренекен көтөүселәрме, әллә диверсанттармы? Уйлаһаң, эстә йөрөгән вирус кеүек бит инде улар, ҡасан аҙып китерен дә белеп булмай. Улар бер нимәне аңламай: Украина күптән еңелде инде, тик беҙ әлегә тулыһынса еңмәгәнбеҙ.
– Ун өсөнсө һеҙҙе көтә, килегеҙ! – Ниһайәт, беҙ көткән хәбәр килеп етте. “Ун өсөнсө”нөң ни икәнен, кем икәнен беләбеҙ инде – Бадрановтың позывнойы. Ғөмүмән, бында исем-шәрифкә бик иғтибар итмәйҙәр ҙә, бер-береһенә тик позывнойы менән өндәшәләр.

Бар ҡаланы үтеп тигәндәй тейешле урынға барып етәбеҙ. Беҙҙең, республиканың, асфальт заводы урынлашҡан биләмәгә. Азат Шамил улы һәр беребеҙ менән ҡосаҡлап күреште. Һаҡал баҫҡан үҙен. Билендәге ҡайышында йәтеш кенә кобуралы пистолет аҫып алынған. Йөҙөндә бер аҙ арығанлыҡ һиҙелгән кеүек булһа ла, һәр ваҡыттағыса, дәртле баҫа. Ихлас йылмая. Һәр беребеҙгә ентекләп иғтибар бирә, ҡарай. Һүҙебеҙгә лә, күҙебеҙгә лә. Элеккесә күҙенән осҡондар атылып торһа ла, йөҙөндә, айырым хәрәкәттәрендә нисектер баҫалҡылыҡ һәм сабырлыҡ сағылып киткәндәй. БЮТ егеттәре Азат Саҙрыев, оператор Вадим Исламов, водитель Иван Шабрин, блогер Ильяс Батыргәрәев килеп етте. Ситтә һәр таныш йөҙ танһыҡ, тигәндәй, тағы ла шаулап ҡосаҡлашабыҙ.

– Нисек килеп еттегеҙ? Ҡурҡмайһығыҙмы? – тип серле генә йылмая Азат Шамил улы.
– Беҙ эшкә әҙер, – Вәдүттең дә, беҙҙең дә кәйеф бер төрлө күтәренке.

Эргәнән йөк ташыусы “КамАЗ”дар үтеп китә, завод эшләгән тауыш, шау-шыу аҫтында, биләмәһе уртаһына баҫып, бер-беребеҙгә ҡарап хәл белешәбеҙ. Яныбыҙға тағы ла “Ун өсөнсө”нөң ярҙамсы йәш кенә егеттәре килеп етте. Һәр береһе башҡортса һөйләшә. Нисектер уларҙың берҙәм булыуы, бер-береһенең ҡарашынан уҡ аңлап, бер механизм ише хәрәкәт итеүҙәре, белеп эшләгәндәре күренеп тора. Үҙенән-үҙе күңелдә бер тантана хасил.

Барыһы ла шау-шыу килгәндә Азат Шамил улы, киреһенсә, бер аҙға шымып ҡалғандай булды, тоҡандырып тәмәке тартып алды. Был тирәлә биш көн йөрөгән арала аңлаясаҡбыҙ, Мостай Кәримдең “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” әҫәрендәге Оло инәй эргәһендә бөтә донъя әйләнгән кеүек, бында ла бар эш-хәстәр ҙә, мәшәҡәт-хәсрәт тә, шатлыҡ-батырлыҡ та, ҡайғы-юғалтыу ҙа “Ун өсөнсө” тирәләй әйләнә. Ул барыһын да тоташтырып торған бер күпер, ҡая бында. Беҙ алдағы көндәрҙә Азат Шамил улы менән алғы һыҙыҡҡа ла барасаҡбыҙ, бер туҫтаҡтан ашаясаҡбыҙ, әңгәмәләр ҡорасаҡбыҙ, снарядтар аҫтында йоҡлаясаҡбыҙ әле. Был минутта беҙ ул турала белмәйбеҙ. Әлегә ул беҙгә бурыстарыбыҙҙы аңлата һәм һаҡлыҡ ҡағиҙәләрен өйрәтә.

– Һеҙҙең бурысығыҙ бер: халыҡҡа бындағы тормошто түкмәй-сәсмәй еткереү. Әлегә тиклем Рәсәйҙең бер генә төбәгенән дә махсус операция биләмәһендә журналистарҙың бындай ҙур төркөмө булғаны юҡ ине. Һеҙҙең хәүефһеҙлек өсөн беҙ ҙә һәм иң тәүге сиратта үҙегеҙ яуаплы. Әйтелгән ҡағиҙәләрҙе үтәйбеҙ. Бында һәр урында бәлә-хәүеф һағалай, – тине командир. – Бронежилеттарығыҙ бармы?

– Бар. – Коллегабыҙ Рөстәм Камалетдинов хәстәре менән Росгвардияның БР буйынса идаралығы биргәйне.
– Бик һәйбәт. Һаҡланғанды һаҡлармын, ти тәңре. Ярау мәшәҡәттәре килеп тыуһа, ситкә сығып, ышыҡ урын эҙләп йөрөмәйбеҙ, оялмайбыҙ. “Лепесток”ты (минаның бер әшәке төрө) бер йыл элек ырғытып китергә мөмкиндәр. Танктарға, пехотаға ҡаршы миналар күп. Бер ай ярым-ике ай сама элек, юлдан аҙ ғына сығып (фронт алды йәшәү пунктында ҡәҙимге юл, хәүефте белдергән бер ни ҙә юҡ һымаҡ ине лә), “буханка” шунан боролам тип артҡа биргән һәм танкка ҡаршы минаға эләккән. Һәләк булыусылар бар... Юлдан ситтә ятҡан ҡыҙыҡһындырырҙай нәмәләргә иғтибар бирмәгеҙ. Уның аҫтында шулай уҡ мина йә шартламаған снаряд ятырға мөмкин. Шуға күрә яҙмыш менән уйнамағыҙ ҙа, һынамағыҙ ҙа.

Һаҡланыу саралары тураһында һөйләшеүҙән һуң аныҡ бурыстар алабыҙ, аныҡ маршруттар тәҡдим ителә. Ысын һуғыштағы кеүек: асыҡ, аңлайышлы һәм “Есть, үтәргә!”– бер кем дә ҡаршы түгел. Миңә, Вәдүткә, Октябрьский ҡалаһындағы мәғлүмәт үҙәге директоры Рөстәм Камалетдиновҡа, “Башинформ” агентлығы журналисы Эдуард Ҡусҡарбәковҡа Шайморатов һәм Доставалов исемендәге, шулай уҡ мобилизация батальондарындағы яҡташтарыбыҙ менән аралашып, ысын мәғәнәһендә уларҙың тормошон, көнкүрешен күрһәтеү, уй-маҡсатын белеү бурысы ҡуйылды.

Бынан тыш, бер көнөбөҙҙә бында эшләгән яҡташ табиптар, юлсылар, төҙөүселәрҙең дә хәлдәрен белеп сығасаҡбыҙ. “Кызыл таң” республика гәзитенең баш мөхәррир урынбаҫары Фәнис Гәрәев, “Аргументы и факты” баҫмаһынан Сергей Кудряшов алыҫҡа Запорожье һәм Херсон өлкәләренә ҡуҙғаласаҡ. “Юлдаш” радиоһынан йәш коллегабыҙ, блогер Венер Фәйзуллин БЮТ хеҙмәткәрҙәре менән Волгоград тарафтарына юллана. Улар унда полкка килтереләсәк ике саптар айғырҙы ҡаршы аласаҡ. Артабан Венер беҙгә ҡушылыр.
“Ун өсөнсө”, егеттәрҙең береһенә (беҙҙе сәй эсергән “Мираж”ға) ас әле, тип ымлап, беҙҙе эйәртеп алып китте.

Ҙур амбар янына килеп инәбеҙ. Әйткәндәй, уны ошо биләмәлә республиканың таяныс нөктәһе тип тә ҡабул итергә мөмкин. Бар гуманитар ярҙам тәүҙә бында килә лә һуңынан тәғәйен урынына барып етә. Бер ҡайҙа ла тотҡарланмай ҙа, туҡтамай ҙа... Килгән район башлыҡтары үҙҙәре лә алып бара, ҡалғандары февралдән бирле эшләп килгән келәттә урын алып тора ла тәғәйен адресатына юллана. Аңлауыбыҙса, система шул тиклем аҡыллы ҡоролған, был йәһәттән һис кенә лә зарланған һалдатты, командирҙы күрмәнек тә, ишетмәнек тә. Нимә һорайбыҙ, ваҡытында килеп тора, тамағыбыҙ туҡ, өҫтөбөҙ бөтөн, тине улар.

Келәт әле буш тиерлек. Уның айырым кәштәләрендә ҡайһы бер медицина кәрәк-ярағы ғына һаҡлана ине. Һәм һыуҙар. Яугирҙәрҙең ҡышҡы кейемдәре һаҡланған урын бар. Бина ҙур, кем әйтмешләй, фил өйөрө лә һыя бында.

– Хәрбиҙәр ниндәй мәсьәләләр менән мөрәжәғәт итә, уларҙы йышыраҡ нимә борсой? – тип һорай Эдуард Ҡусҡарбәков. Ғөмүмән, “Башинформ” агентлығы хәбәрсеһе үҙенең әүҙемлеге, эшенә мөкиббән бирелеүе менән мине хайран итте. Ул беҙҙең фотограф та булды. Иҫ киткес профессионал һәм ҡурҡыу белмәҫ икәнен иҫбатланы ул. Уныһы һуңыраҡ.

– Һорауҙар күп. Мәҫәлән, айырым студенттарҙы бюджетҡа күсерҙек, кемделер дауалауға ебәрҙек, кәртә кәртәләттек, утын, бесән килтерттек... Ваҡ көнкүреш мәсьәләләре кеүек күренһә лә, һәр береһе артында кеше яҙмыштары ята. Был проблемаларҙы үҙем генә хәл итмәйем. Мин – республика Башлығы Радий Фәрит улы төҙөгән ҙур механизмдың, ҙур системаның бер өлөшө генә. Мине махсус хәрби операцияла Хәбиров сәйәсәтен үткәреүсе тип әйтергә була. – Азат Шамил улы кинәнеп яуап бирә. Арыған йөҙө асылғандан-асыла бара. – Федераль түләүҙәр буйынса ҡытыршылыҡтар булғайны, айырыуса МХО-ның башланғыс мәлдәрендә. Мәсьәлә беҙҙең төбәк ҡарамағында булмаһа ла, хәл ителә. Радий Фәрит улы оборона министры Сергей Шойгуға мөрәжәғәт итте һәм, проблеманы аңлатып, исемлек тапшырҙы. Яу яланында нимә кәрәк – барыһына ла хәбәрҙарбыҙ. Һәр министрлыҡ, һәр ойошма, һәр район башлығы менән бәйләнештә булып, бар мәсьәлә, һәр һорау тейешенсә хәл ителә. Әйтәм бит, аҡыллы система ҡоролған.

Беҙ ҙә буш ҡул менән килмәнек. Шағирәләр Зөһрә Ҡотлогилдина һәм Лариса Абдуллинаның шиғри, минең сая егетебеҙ Фәнис Хөсәйенов хаҡындағы очерк китапсыҡтары менән бергә, гәзит-журналдар ҙа һалып алғайныҡ. Улар, әйткәндәй, бик тиҙ таралып бөттө. Шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы Башлығы Грантына сығарылған “Ағиҙел”дән 100 хикәйә” ике томлығын тапшырҙыҡ.

Азат Шамил улы был томлыҡтарҙы бик ҡыҙыҡһынып ҡараны, “100 яҙыусының 100 йыл эсендә иң шәп хикәйәләре ингәнме?” тип һораны. Һалдаттарға шәп бүләк был, тип ихлас йылмайҙы. Әйткәндәй, уны ҡәләмдәштәр аша Херсон–Запорожье яғына ла ебәрҙем. Өс көндән унда әле хеҙмәт итеүсе, Зәки Вәлиди исемендәге республика китапханаһы директоры булып эшләгән Марат Зөлҡәрнәевтән хәбәр ҙә килеп төштө: “Ошо томлыҡтарҙың донъя күргәнен ишеткәс тә, беҙгә килеп етерме, тип көтә инек. Һалдаттар шат, ваҡыт булғанда уҡырҙар!” Беҙҙең өсөн ошонан да изге хәбәр юҡ.

Бынан тыш, бар тармаҡтағы журналистар тарафынан 700 мең һумға яҡын аҡса йыйылған. Был суммаға өс квадрокоптер, уларға тәғәйен смартфондар, бер тепловизор һатып алынған. Хәлебеҙҙән килһә, вертолет йә пушка ла алып бирер инек тә, ләкин был ҡорамалдар ҙа бик мөһим. Бүләктәрҙе Азат Шамил улына тапшырғанда уның йөҙө балҡып китеүенән үк аңланыҡ.

– Бөгөнгө заман хәрби хәрәкәттәре башлыса технологик һуғыштан ғибәрәт. Квадрокоптер – ул хәрби машина, шулай уҡ Ҡораллы Көстәрҙең күҙе һәм ҡолағы. Был кәрәкле ҡорамалдар егеттәребеҙгә барып етер, – тип ышандырҙы “Ун өсөнсө”.

Беҙ беләбеҙ, мотлаҡ барып етәсәк һәм һалдаттарҙың ғүмерен дә һаҡлаясаҡ, уҡтарҙың дошмандарҙың тейешле сәбенә тейергә ярҙам да итәсәк, сөнки беҙҙең дә ихлас күңелдән еңеүгә үҙ өлөшөбөҙҙө индергебеҙ килде.
Ҡараңғы тиҙ төштө. Комендант сәғәте башланмаҫ борон ятағыбыҙға ҡайтып өлгөрөргә тейешбеҙ.

Көндөҙ гөрләп торған Красный Луч төндә ҡот осҡос икән. Һуҙылып киткән ҡатлы-ҡатлы өйҙәрҙә ут юҡ тиерлек. Урам бағаналарындағы яҡтылыҡ ҡына шом-шөбһәне ситкә ҡыуған кеүек. Мәҙәниәт йорто ҡасандыр бик мөһабәт булған, колонналар, ҙур тәҙрәләр шул турала һөйләй. Тик уның янын үлән, ағаслыҡ баҫҡан, бинаның йөҙөн йылдар туҙаны шул тиклем “ҡартайтҡан”, хатта ап-аҡ төҫкә буяһаң да унан һағыш сырайы юғалмаҫ төҫлө. Янында ғына “техникум” тип яҙылған дүрт ҡатлы оҙон бинаның тәҙрәләре ватылып бөткән. Юлдарҙа имен урындар бик һирәк. Тик ҡаланың махсус операция мәлендә, йәғни йыл ярым эсендә генә ҡарауһыҙ хәлгә килмәгәне күренеп тора. Бындай ҡотһоҙ төҫкә индерер өсөн тиҫтәләрсә йыл “тырышырға” кәрәк.

Совет осоронда завод, шахталар һин дә мин эшләгән. Әйтеүҙәренсә, Украина властары был яҡтың байлығын Көнбайыш Украина йәшәһен өсөн һурған да һурған. Был яҡтың халҡы меҫкен булып айырым байҙар өсөн бил бөккән.

Ә 2014 йылға тиклем Украинаның иң үҫешкән сәнәғәт төбәге һаналған. Төп байлыҡтары – ташкүмер. Ундағы антрацит (шул исемле район, ҡалалары ла бар) исемле сорты иң сифатлыһы һанала, үҙенең ҡара төҫө, көслө ялтырауыҡлығы һәм, әлбиттә, күп йылы биреү һәләте менән айырылып тора.

Бындағы халыҡ Рәсәйгә бик ышана, киләсәктә совет илендәге кеүек бай һәм етеш йәшәүҙәренә өмөтләнә, сөнки бөгөнгө Украина етәкселеге фашист алымдары менән уларҙы теҙләндереп, ҡол итеп йәшәтмәксе. Нисә йыл аҡса күрмәгән ҡарттар, ниһайәт, пенсия алыуына ҡыуана. Үткән йыл магазиндарҙа хаҡтар түбәнерәк булған. Хәрбиҙәр менән бергә аҡсалар ҙа килгәс, иҡтисад закондары үҙенекен итә, хаҡтар күтәрелә.

Тәүге көн үтте. Күңелдә әле ундай-бындай ауыр кисерештәр бик юҡ. Иртәгә иртә менән юлға. Шайморатовсылар янына.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында  фронтта ла, тылда ла “Красная звезда” гәзитенең махсус хәбәрсеһе Илья Эренбургтан да билдәле яҙыусы булмағандыр. Һалдаттар гәзитте уҡып бөткәс, ҡағыҙынан тәмәке төрөп тартҡандар. Ә инде ул биттә Эренбургтың мәҡәләһе булһа, теймәгәндәр. Яҙыусының һәр мәҡәләһе изге һаналған.

Илья Эренбург Миңлеғәле Шайморатов етәкселегендәге Башҡорт кавалерия дивизияһында ла булып, 1942 йылдың 20 ноябрендә “Красная звезда”ла һәм республиканың “Ҡыҙыл Башҡортостан”ында “Башҡорттар” тигән эссеһын баҫтырып сығара. Ул башҡорт яугирҙәрен шул тиклем яратып яҙа. Унда шундай юлдар бар: “Башҡорттар – тыныс һәм изге күңелле халыҡ, әммә улар азатлыҡ ярата...  ...1812 йылда урыҫтар менән бергә башҡорттар Наполеонды ҡыуған. Француз мемуарисы Дюпюи яҙа: “Беҙҙе айырыуса һөңгө һәм уҡтар менән ҡоралланған башҡорттар отрядтары яфаланы”. Фрицтар автоматтар менән ҡоралланған башҡорттарҙы күрҙе. Хәйрулла Ҡолөмбәтов минометтан немецтарҙың ротаһын юҡ иткән. Салауат Ҡарымов йөҙ илле ике фрицты ҡырған. “Дейче цейтунг фюр ОЛстланд”та ниндәйҙер доктор Мейерҙың: “Шуны өҫтәргә кәрәк: Дон далаларында беҙ башҡорт ҡәбиләһенә ингән ҡырағай, әммә ҡурҡыу белмәҫ кешеләр менән һуғышырға мәжбүрбеҙ”, – тип яҙыуына аптырайһы түгел.

Ниндәй заман ағышы, ниндәй генә һуғыш-алышы булмаһын, яугир башҡорт һәр саҡ дан менән еңеп ҡайтҡан. Ә беҙ бөгөн Шайморатов исемендәге батальонға юлланабыҙ. Базала беҙҙе “Шаман” менән “Шәйех” көтә ине. Ауыр бронежилеттарҙы кейҙек, инеп ултырҙыҡ. Дебальцево тарафына юл тоттоҡ. Беҙ барасаҡ  М...-ка тигән ҡасабаға  100 саҡрымға яҡын ара тинеләр. Шайморатов исемендәге батальондың дислокация урыны шунда икән. Юл иҫ киткес алама, соҡор ҙа саҡыр. Юҡ, “бомбежка-фәлән” булған урындар күҙгә салынманы. Тик бында, һуңынан юл төҙөүселәр аңлатыуынса,  юлдар 35 – 40 йыл буйы төҙөкләндереү хәстәрен дә, асфальт яңыртыуҙы ла күрмәгән. Ҙур тәгәрмәсле хәрби машиналар ен кеүек йөрөй, уларҙы көскә-көскә, эс-бауырҙарҙы һелкетә-һелкетә уҙабыҙ. Ныҡ нығытылмаған, ахыры, һикергән һайын бронежилет йә эйәккә килеп ҡағыла, йә ауырлығы менән аҫҡа-өҫкә һөйрәй. Түҙәбеҙ. Юлда урындағы халыҡ йыш осрай. Барыһы ла тиерлек совет иле техникаһында.  Тәүҙә “Днепр”, “Урал” бишекле матайҙарын күреп ултыра төшкәйнем, “боронғо” ике “запарай”ҙы күргәс, күҙем шар булды.  Шуныһы ҡыҙыҡ, ул машиналар күрер күҙгә иҫ киткес күркәм бит ул. Йәмшәймәгән, буяуҙары ҡупмаған. Юлда саң уйнап ятһа ла, бысраҡ та түгелдәр.

Беҙ – “Шаман”, Вәдүт, мин – бер машинала. Рулдә – Валера. Рөстәм йөрөткән икенсеһендә – Эдуард, Венер. Уларҙы “Шәйех” оҙатып бара. Машиналар бер-береһенә тағылышып тигәндәй килә, шулай ҡушылған, артта ҡалырға ярамай. Соҡормо, упҡынмы – тағылып киләһең. Ни күрһәк тә, бергә күрергә, тигәндәй.

“Шаман”. Үткер ҡарашлы, сая командир. Уның һәр хәрәкәтендә ут уйнап, йәшен йәшнәр кеүек. Исемен йәшермәй: Айҙар Шәйәхмәтов. Быға тиклем республика Хөкүмәтендә бүлек мөдире булған.  Эске сәйәсәт менән шөғөлләнгән. Унан алда оҙаҡ йылдар хоҡуҡ һаҡлау органдарында эшләп, подполковник дәрәжәһендә ялға киткән. Ул өлкәләге дәрәжәнең хәрби хеҙмәткә ҡағылышы юҡ, бында ул лейтенант, рота командиры урынбаҫары. Ихлас әңгәмәсе, һәр һорауға командирҙарса асыҡ һәм тулы яуап бирә, сетерекле һорауҙарҙан да ҡасмай.

– Махсус операция башланғас, теге йәки был һалдаттың үлеме, юғалыуы хаҡында һорашып, туғандары беҙҙең бүлеккә килә башланы. Һин унда булмағанһың, унда нимәләр булып ятҡанын белмәгәс, аныҡ яуап биреп тә булмай. Тураһын әйтәм, һорауҙың айышына ла төшөнөп булмай. Азат Шамилевич МХО биләмәһенә барырға ниәтләнгәс, уға шылтыратам. Мине лә үҙең менән ал, тим. “Ысынлапмы, ҡурҡмайһыңмы?” – тип һорай. “Юҡ, бар ғүмерем хоҡуҡ һаҡлау өлкәһендә үткән, ут-һыу кискән бар”, –  тим. НАТО-ға ҡаршы ҡасан һуғышабыҙ әле, тип тә ебәрҙем. Эшем буйынса һалдаттарға ярҙам иткем килә, тинем. Мин бында, һалдаттар янында, ысынлап та, күпкә файҙалыраҡ эш менән шөғөлләнә алам.

Шулай итеп, ноябрҙән алып “Шаман” бында. Уның һөйләгәндәрен яҙып ултырам да бик хәтәр уйға киләм, “13”-төң, Премьер -министрҙың беренсе урынбаҫары Бадрановтың был тәүәккәл аҙымы күптәргә өлгө булған бит. Күп дуҫтары уның артынан эйәргән. Алғы һыҙыҡта булғанда Азат Шамил улы был турала әйтеп тә киткәйне. Ысын дуҫ яуҙа һынала, тигәндәй, ул дуҫтарын яратып, өлгө итеп һөйләне.

Мәҫәлән, уның яҡын дуҫы Илмир МХО биләмәһенә Мәскәүҙән килгән. Баш ҡалала уҡый, дәүләт хеҙмәтендә эшләгән. Ә үҙенең бронь, сөнки өс балаһы бар, ләкин был ғына уны туҡтатмаған, мобилизация башланғас та, Азатҡа “мин һинең менән барам” тигән ул. Хәҙер Азат янында. Бергә утҡа инәләр, бер ҡалаҡтан һалдат һурпаһын һемерәләр. Азаттың икенсе йәндәй иптәше Салауат менән беҙ күрешә алманыҡ,  алғы һыҙыҡта, уттың тап уртаһында ине ул. Рәми Ғарипов исемендәге республика гимназия-интернатында Азат менән  бала саҡтан бергә,  бер бүлмәлә йәшәгәндәр.  Ул да: “Азат, һинең менән барам!” – тип ҡулына ҡорал алған.

–  Салауат элемтә взводы командиры булып хеҙмәт итә, көн һайын ғүмере хәүеф аҫтында, үҙенең егеттәре менән батальон подразделениеларын бәйләнеш менән тәьмин итә, – тип ғорурланып һөйләне “13-сө”. –  Был эштең  асылын аңлар өсөн күҙ алдына килтерегеҙ: алыш бара, атыш, ә элемтәселәр ҡорамалдары һәм сымдары менән һуғыш яланы буйлап шыуыша.

Ысын ирҙәр генә бер-береһенә ҡалҡан була алалыр. Һоҡланғыс бит. Ошо сая егеттәрҙе нисек, ниндәйҙер матди ҡыҙыҡһыныу яу яланына алып килгән, тип әйтергә тел әйләнмәй. Улар бер-береһенә, ысын дуҫлыҡҡа, иленә мәңге тоғролар һәм ошо изге тойғо бер-береһенә иңгә-иң терәшеп алға барырға, фашизмды еңергә ярҙам итә лә инде.

“Махсус хәрби операция биләмәһендә хеҙмәт итеү ҡарары күңелдә ниндәйҙер үкенес тойғоһо уятмаймы?” – тип тә һорағайныҡ Азат Шамил улынан.

Ул уйлап та торманы, шунда уҡ:

– Юҡ, – тине. – МХО биләмәһенә яҡташтарым – Архангел, Ҡырмыҫҡалы районы егеттәрен оҙатҡан саҡта күңелемде ауыр уйҙар биләп алды: улар һуғышҡа китә, ә мин республикала ҡалам. Нисектер ғәҙел түгел кеүек. Намыҫыма тейҙе. Патриотизм тураһында һүҙҙәр һөйләйбеҙ, ә өлгө күрһәтә алмайым кеүек. Өлөшләтә мобилизация башланғас, аңланым: доброволецтар һәм мобилизацияланғандар менән бергә булырға кәрәк. Уларҙың һәр береһенең үҙҙәре генә белгән мотивацияһы. Урыным улар янында кеүек ине, һәм барыһы ла ошолай килеп сығыуына, янымда дуҫтарым булыуына шатмын.

Азат Шамил улының ике туған ҡустыһы ла бында, танкист булып хеҙмәт итә. Йүнәлештәрҙең береһендә әле ҡаты танк һуғыштары бара, ул унда ҡатнаша. Тормош аяуһыҙ ҡанундарҙан да торған булып китә ҡайһы саҡ. Ил, халыҡ өсөн дуҫтарың, улай ғына түгел, һәр һалдат, һәр ир-азамат менән йәнеңде аямай ҡаты алыштарға инәһең, күпме ғүмергә ҡалыр яралар алаһың, ҡайғы-хәсрәт кисерәһең, шул уҡ ваҡытта мөмкинлек булғанда барын ҡурсалап, утлы дауылға ҡаршы таш ҡая булып та тора алаһың, ә бындағы “диван эксперттары”, барыбер аңламай, үҙ ҡағиҙәһе, үҙ алдағы менән башҡаларҙың башын ҡатыра: “Бадранов ҡайҙан яуҙа булһын, ул Мәскәүҙә йөрөй, йә Өфөлә ресторанда күргәндәр”, – тип ағыуын сәсә. 

Азатты “һәләк иткән” мәғәнәһеҙҙәр ҙә булды. Ул иҫән, ул бар Башҡортостан яугирҙәренең именлеген ҡурсалап, тамағын, өҫтөн ҡарап, кәрәк икән, Мәскәүгә лә елә, кәрәк икән, ғүмерен дә аямай иң алғы һыҙыҡҡа барып етә.

– Бында үҙемде файҙалы итеп тойҙом, күңел гармонияһына өлгәштем. Урынға килеп урынлаштым, хәрбиҙәрҙән килгән һорауҙарҙы өйрәндем, аңларға тырыштым, ә аҙаҡ уларҙы хәл итә башланым. Бында барыһы ла аныҡ: ҡара икән – ҡара, аҡ икән – аҡ, бер-берең менән мөнәсәбәттәр үтә күренмәле. Йәшермәйем, башта бик ҡурҡыныс ине. Фронт линияһындағы хеҙмәттең тәүге көндәре ҡурҡыуҙы еңеү тарихы булды, сөнки билдәһеҙлек менән осрашырға тура килде. Тик был – минең юлым, был юлда еңеүгә өлгәштем, тип әйтә алам. Күп нәмәне тыныс ҡабул итәм. Алдыма  командование ҡуйған бурыстар бар. Уларҙы үтәргә кәрәк – уйлап, иғтибарлап, ентекләп! – ул һәр ваҡыттағыса ғорур, һәр ваҡыттағыса эшлекле һәм фәйләсүф. Быларҙы үҙ күҙҙәрем менән күргәнгә, үҙ ҡолағым менән ишеткәнгә яҙам да.

Ситкәрәк, дөрөҫөрәге, ваҡиғанан алға,  киттем. “Шаман” менән һелкенә-һелкенә алға табан юлыбыҙҙы дауам итәбеҙ.

 – Ә ғаиләгеҙ нисек ҡабул итте был ҡарарығыҙҙы? – тип ҡыҙыҡһынам унан.

– Ҡатындың тәүҙә ебәргеһе килмәне, унда һиңә нимә ҡалған, өйҙә генә ултыр, тине. Аңлашыла, борсола, кемдең еңел генә ирен яуға оҙатҡыһы килһен. Ике аҙналап ваҡыт үткәс, аңланы мине, ул үҙе лә чиновник. Ишеү патриот. Кәрәк тирәкте йыҡтыра икәнен белә.

– Эшегеҙ яуаплы, – Вәдүт баш һелкеп ҡуя.

– Эйе, беҙ “эш” тибеҙ, “һуғыш” тимәйбеҙ.

– “Эш” тип ни, алғы һыҙыҡҡа бараһығыҙмы, ут-ялҡындың үҙендә булаһығыҙмы һуң? – дуҫым да  әңгәмәгә ҡушыла.

– Инәбеҙ инде, унһыҙ нисек еңмәк кәрәк, – йәнле итеп йылмая командир.

– Үлемде күп күрҙегеҙме, хәтерҙә ҡалғандары ла әҙ түгелдер? – Миңә иҫтә ҡалырҙай, йән тетрәтерҙәй берәй эпизод һөйләүҙәре кәрәк. Бала саҡтағылай мажаралы кино кеүек.

– Булды инде... Һәр һалдат ҡәҙерле, – уфтанып оҙаҡ ҡына алға ҡарап бара. Берәй тарихты иҫкә алмаҫмы, тип сабыр ғына көтөп киләбеҙ. Бер аҙ тынлыҡ. – Яҡын таныштарҙы ла юғалтырға тура килде. “Носорог”тың үлеме ныҡ һиҫкәндерҙе. Әхмәров Рәмис. Иҫ киткес шәп егет, иллене үткән бер әзмәүер. Йылмайып ҡына йөрөгән һөймәлекле абзый  әле лә күҙ алдында. 6 февраль уның ярты йыллыҡ контрактының һуңғы көнө ине. Ул позицияла. Алдынғы төркөмдө алға әйҙәй. Егеттәрен ҡаплап, үҙе алдан бара. Украиндар  окопына тиклем ете метр ҡалған булған. Үлеме хас кинолағы һымаҡ инде. Алдағы ике хохолды, ситтәге тағы берәүһен “снял” , тик алыҫтараҡ ултырған   бер пулеметсы һәм окоптағы берәүһе уға тоҫҡап ата. Күкрәктәрен тишеп үтә, тик “Носорог” йығылмай әле, егеттәрен ҡотҡарам тип тубыҡлана ла гранатаһын алырға теләп ҡыйшая бирә, уны “добивать” иткәс,  шунан ғына ауа. Ана шулай күкрәге менән дуҫтарын ҡаплап ҡала. Пулеметсылар эшләй башлағас, яуҙаш дуҫтары ергә һылашып ята һәм иҫән ҡала.  Уның мәйетен тиҙ генә сығара алманыҡ әле.

Хәтәр тарих. Бына ҡайҙа ул, Эренбург яҙғанса,“ҡурҡыу белмәҫ кешеләр менән һуғышырға мәжбүрбеҙ”. Был инде мажара түгел. Юл ситендә янып туҡтап ҡалған, тырнаҡлы тәгәрмәстәре таралып төшкән танк ишаратын күреп, тағы ла һиҫкәнеп китәбеҙ. (фото) Уның һөлдәһен саң-батҡаҡ баҫҡан, күптән туҡтап ҡалғанға оҡшаған. Бөгөнгө заман балаһы  уны күрһә, моғайын да, берәй тимер мутант бөжәккә оҡшатыр ине. “Үрмәксе-кеше” фильмында үҫкән быуын би-ит.

– Аҡса эшләргә килеп, үлеп ятсы әле... – тип ысҡындырам. Әҙәпһеҙмен дә инде. Был һүҙҙәремде “Шаман” тыныс ҡабул итте. Шулай ҙа, улай тимә, тип ҡуйҙы. Телефонын ҡарап алғас:

– Күбеһе йөрәк саҡырыуы буйынса ҡулына ҡорал ала. Араларында ҡасандыр яу яланын үткәндәр, хоҡуҡ һаҡлау органдарында эшләп ялға китеүселәр күп. Мин “выплаты” менән шөғөлләнәм. Күптәр менән был мәсьәлә буйынса аралашырға, аңлашырға тура килә. Ышаныс менән әйтә алам, контракт буйынса килеүселәрҙең утыҙ проценты аҡса эшләргә тип килгәндер. Ә ҡалғандары был биләмәләге эшен, хеҙмәтен намыҫ, выждан бурысы тип ҡарай.

– Ундай егеттәребеҙгә дан, әлбиттә. Шулай ҙа бала, ҡатын...

– Юҡ. Һорауығыҙҙы аңлайым, аҡса түләү буйынса проблемалар юҡ, – “Шаман” үҙен иҫ киткес тыныс тота. – Кәмендә беҙҙең Башҡортостан буйынса түләүҙәр ваҡытында барып етеп тора. Әгәр ҙә ниндәйҙер мәсьәләләр килеп сыҡһа, Хеҙмәт һәм социаль  хеҙмәтләндереү министрлығы аша хәл итәбеҙ.  Рәсәйҙең Оборона министрлығы аша айырым мәсьәләләр килеп сыға, әлбиттә. Әйтәйек, компьютерҙа исем-шәрифе дөрөҫ яҙылмау арҡаһында йә башҡаһы булыуы мөмкин, улары ла үҙ яйы менән хәл ителә. Ғөмүмән, был өлкәлә һорауҙар хәҙер юҡ тиерлек.

(Дауамы бар).

Фото: krassever.ru

"Башҡортостан" газетаһы сайтынан алынды. https://bashgazet.ru/articles/geroy-ar-d-ere/2023-07-17/y-aryp-sey-beshk-n-m-l-ine-3342899?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=104965500

https://bashgazet.ru/articles/geroy-ar-d-ere/2023-07-17/y-aryp-sey-beshk-n-m-l-ine-3342899?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=104965500

https://bashgazet.ru/articles/gorurlanabiz/2023-08-11/y-aryp-sey-beshk-n-m-l-ine-3381894?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=104965500

Автор:
Читайте нас: