+30 °С
Болотло
Сәсмә әҫәрҙәр
2 Август 2024, 15:00

Ҡыҙарып сейә бешкән мәл ине... Мөнир ҠУНАФИН

Уның “Камаз”ы гөрләп эшләп ултыра. Ишегендә, алғы йөҙөндә, бамперҙан өҫтә – пуля, снаряд ярсыҡтары һалған эҙҙәр. Колхозда комбайнда эшләгән саҡта, ураҡ осоронда комбайндарҙың бункерына һәм машиналарҙың бортына шәп эшләгәндәре өсөн, нисә тонна иген иккәндәре һәм ташығандарына ҡарап, йондоҙ баҫалар ине. Был пуля тишектәре миңә ана шул йондоҙҙарҙы хәтерләтте. Һанына ҡарағанда, был йөк машинаһы тиҫтәнән ашыу тонна иген ташыған булып сыға түгелме?! Бына ҡайҙа ул ысын яу яланы батырҙары!

Ҡыҙарып сейә бешкән мәл ине... Мөнир ҠУНАФИНҠыҙарып сейә бешкән мәл ине... Мөнир ҠУНАФИН
Ҡыҙарып сейә бешкән мәл ине... Мөнир ҠУНАФИН

Берәү ҡосаҡлап алды ла:

– ”Одесса”, – тип таныштырҙы. Үҙе ҡабалана, йүгереп кенә йөрөй.

– Нишләп “Одесса”? – тип һорап өлгөрәм.

– Одессаны күреү – иң ҙур хыял. Остап Бендерҙың ҡулын ҡыҫмайынса ҡайтмайым!

Кешене хыял йәшәтә, ҡанатлы итә. “Боец” менән улар машинаға ултырҙылар ҙа остолар. Алға табан. Имен йөрөһөндәр.

“Буран” менән танышам. Ул, киреһенсә, оло кешеләргә хас ҡабаланмай, фекерләп кенә һөйләшә. Шайморатов исемендәге батальон төҙөлә, тигәс, тәүәккәлләгән. Ул – водитель, эше ауыр булһа ла, ҡәнәғәт. Һүҙебеҙ машиналар ҡапланып ултырған йәшеренеү селтәрҙәренән башланды. Юлда ла күп машиналар ошо селтәргә ябынып саба. Һуңынан башҡа позицияларҙа булғанда БТР, БМП кеүек эре техниканың да ошо “массетка” төп күлдәге икәнен аңғарҙыҡ.

– Тәүҙә массетка бөтөнләй  юҡ ине. Ә инде Херсон яғында ағаслыҡтар бик һирәк. Машинаны йәшерергә урын эҙләп мәж киләһең. Һирәк кенә булып үҫкән артыҡ бейек булмаған ағастарҙан торған посадкаларға морон төртәбеҙ. Шул саҡта, их, йәшеренеү селтәрҙәре булһа икән, тип уйлап ҡуя торғайным. Шөкөр, гумконвой менән килә башланы бер мәл. Хәҙер һәйбәт, барыбер ҡаплай, ҡотҡара инде. Дошмандарҙың коптерҙары бейектә оса, күп осраҡта шәйләмәй ҙә беҙҙе, – сабыр ғына йылмая.

– Асыҡ урында барғанда ҡурҡытамы әтеү?

– Әйтәм дә, тәүҙә ҡурҡыта ине. Хәҙер өйрәнелде. Кешенең тәбиғәте шулайҙыр, өйрәндерә-ә. Боеприпастар алып барабыҙ, ҡайһы саҡта личный составты күсерәбеҙ. Бензовозда ла йөрөнөм. Төрлө машина руленә ултырырға тура килә. Ҡайһыһы буш, командир ҡуша икән, ултыраһың да сабаһың.

– Ғаиләң бармы һуң?

– Нисек булмаһын. Шулар тип бында йөрөлә ләһә. Өйҙә өс балам көтә. Бәләкәйенә өс кенә йәш әле.

– Өс балалы атайҙарға ярамай түгелме, нишләп ҡайтмайһың?

– Уйлаған юҡ әле. Үҙем теләп килдем. Еңгәс ҡайтырбыҙ, урамға байрам килер. Опекаға алған өлкән балам да бар, уға егерме йәш. Атай һигеҙ баланы аяҡҡа баҫтырған.  Мин ошо өс ҡәҙерлемде кеше итмәһәм, оят булыр ул.

– Алғы һыҙыҡҡа сығаһығыҙмы?

– Ана, “Камаз”ға ҡара, – тине лә руленә үрелде “Буран”.

Уның “Камаз”ы гөрләп эшләп ултыра. Ишегендә, алғы йөҙөндә, бамперҙан өҫтә – пуля, снаряд ярсыҡтары һалған эҙҙәр. Колхозда комбайнда эшләгән саҡта, ураҡ осоронда комбайндарҙың бункерына һәм машиналарҙың бортына шәп эшләгәндәре өсөн, нисә тонна иген иккәндәре һәм ташығандарына ҡарап, йондоҙ баҫалар ине. Был пуля тишектәре миңә ана шул йондоҙҙарҙы хәтерләтте. Һанына ҡарағанда, был йөк машинаһы тиҫтәнән ашыу тонна иген ташыған булып сыға түгелме?! Бына ҡайҙа ул ысын яу яланы батырҙары!

Йәшеренеү селтәре бик һаҡлай икән. Ул булмаған саҡта дошмандың күктәге “һайыҫҡандары” күреп, кәрәкле нөктәне “шыҡрыҡлай” торған. Хәҙер маскировка селтәре булғас рәхәт, ғүмер өсөн борсолмай йөрөргә була, тине бит әле. Апай-инәйҙәр, ҡыҙҙар-һеңлеләр, һеҙ тырышып теккән, йыйған селтәрҙәр күпме егеттәребеҙҙең ғүмерен һаҡлай, ана. Әйтәм бит, бында һәр мөһим һәм кәрәкле объект,  һәр техника “йәшел шәл” ябынған. Һәр хеҙмәт, ярҙам йөҙөнән һалынған һәр һум, хатта селтәрҙәге һәр “япраҡ” – еңеүгә илткән аҙым, дошманға төбәлгән ҡорал ул. Селтәргә бәйләнгән һәр “япраҡ” – һаҡлап ҡалынған бер ғүмер, иҫән бер яугир булыуы ла бик ихтимал икән – мин шуны аңланым. Ҡайтҡас та ун, йөҙ, юҡ, мең “япраҡ” бәйләйәсәкмен.

Шайморатов исемендәге батальонда һалдаттарҙы, командирҙарҙы, ашнаҡсы, медицина хеҙмәткәрҙәрен... – бар йәһәттән дә күреп, аралашып хәлдәрен белдек, уртаҡ уйҙарыбыҙ менән уртаҡлаштыҡ. Нисек бар, шулай һеҙгә теҙеп һөйләнек, гәзит уҡыусы.

Ниндәй башҡорт килгән ҡунаҡты сәй эсермәйенсә ҡайтарһын. Ҡайтыр саҡта “Шаман” табынға саҡырҙы. “Нимә бар, шуның менән байбыҙ”, – тигән булды. Тәүҙә беҙ, һалдаттар өлөшөнә ингән кеүек уңайһыҙлыҡ кисереп, баш тартып та маташҡайныҡ та, яуҙа барыһы ла уртаҡ, тигәс, өҫтәл янына ултырҙыҡ. Табын бай ғына ине: ҡалын итеп теленгән икмәк, шулай уҡ “мужиктарса” теленгән сыр һәм колбаса (өсөһөн бергә ҡат-ҡат һалһаң, ауыҙға һыймай), сәй, кәнфит һәм хөрмә. Һалдат һыйынан һуң зиһендәр асылып, кәйефтәр күтәрелеп китте.

Юлға сыҡҡас, Вәдүткә, әйҙә, үҙебеҙгә лә позывной уйлап табабыҙ, тим.

– Әйҙә, – ти дуҫым. Үҙе ҡәнәғәт. – Һин кем?

– Минең позывной – “Шағир”, – тим.

– Һин былай ҙа шағир, нисектер ҡыҙыҡ түгел.

– Ғафуриҙан булған өсөн, беренсе халыҡ шағирынан алғайным былай, – тигән булам.

– Улайһа, бара. Ә минеке – “Үгеҙ”, – машинаны һелкетеп көлә үҙе. “Шаман”ға ла ҡыҙыҡ булып китте.

– Һиңә “Фил” тип ҡушырға кәрәк, кәүҙәң ҡайһылай.

– Бала саҡ ҡушаматы ул. Тарихын һөйләмәйем, – тип һөйләшеүгә сер генә өҫтәне Вәдүт.

Рөстәм, беҙҙең хәүефһеҙлекте уйлап, ҡурсалай, аҡыл өйрәтә, ишеү әлеге эшенә тиклем хоҡуҡ һаҡлау органдарында эшләп, майор дәрәжәһенә еткән, уға яратып, “Генерал” тигән позывной таҡтыҡ. Эдуард “Арыҫлан” булды, атаһы исеменән, башҡаларға артыҡ фантазиябыҙ етмәне, баҫмаларына ғына ҡарап, Фәнисте – “Таң”, Сергейҙе – “АиФ”, Венерҙы “Юлдаш” тип нарыҡланыҡ. Бер-беребеҙгә позывной менән һирәк кенә өндәшһәк тә, Рөстәмгә ҡушаматы йәбеште. Өйгә ҡайтҡас та, хәлдәр нисек, генерал, тип шылтыраттыҡ.

– Быларҙың урмандары беҙҙекенә оҡшағанмы? – мине бында бар нимә ҡыҙыҡһындыра. – Юҡ. Һей, беҙҙәге урман – ул байлыҡ бит. Йүнле ағастары ла юҡ. Битте ҡаплаһаң, теҙгә етмәй, тигәндәй, – үҙе ихлас йылмая. – Техниканы ҡапларҙай ярай ҙа йәшел япраҡтары бар. Анау әрһеҙ америка сағанын булһа ла күпләп үҫтермәгәндәр.

Артабан юлыбыҙ урман яғына китте. Яйлап килә инек, һиҫкәндереп, бер егет урман эсенән килеп сыҡты ла ҡулын иҙәне. Беҙ машина күренмәҫлек булһын тип, ике-өс метр ғына ағастар араһына инеп туҡтайбыҙ. Төшөүебеҙ булды, ике машинаны ла йәшеренеү селтәре менән ябып та ҡуйҙылар.

– Бронежилеттарығыҙҙы яҡшылап кейегеҙ, сисмәгеҙ, теләһә ҡайһы ваҡытта “прилет” булыуы мөмкин, – тип тағы бер тапҡыр иҫкәртә “Боцман”.

Эйелгән ағас аҫтынан төпкә үтәбеҙ. Әйтерһең, ул арка-ишек инде. Урман тып-тын, тиһәм... эстә ағастар араһында бер ҡаласыҡ бында. “Урман” тигәндәре беҙҙеңсә бер шырлыҡ инде, ағастары беләк ҡалынлыҡ, ләкин ҡуйы. Тегеләй-былай һуҡмаҡтар һалынған. Бер төркөм һалдаттар күренде, мейестә ут яна, өҫтөнә ҡаҙан ҡуйылған, кемдер ҡоралын таҙарта, кемдер тыныс ҡына тәмәке көйрәтә. Ситтәрәк метр бейеклегендә генә йәшел япма тартылып ҡуйылған. Унда эйелеп кенә инәһең. Түшәктәр йәйелгән, ағас ботаҡтарына кәрәк-яраҡ эленгән. Был йоҡлау, ял итеү урыны. Арыраҡ ер аҫтына бүлмә ҡаҙылған. Өҫтөндә ятҡан 10 – 15 см ҡалынлығында ағас бүрәнәләрҙе брезент һәм тупраҡ менән ҡалын итеп ҡаплағандар. Блиндаж тигәндәре ошолор, тип ер баҫҡыстан төшһәм, аҙыҡ-түлек склады, башҡа кәрәк-яраҡ һаҡлай торған урын булып сыҡты.

Урман, урман, изге урман – йәшел түбәле йәшел һарай! Серле бер көскә эйә донъя ул. Ҡара урман ҡурҡыныс түгел, ҡарар ере ҡалмауы ҡурҡыныс, тигәндәре дөрөҫ икән. Ул һаҡлай бында һалдаттарҙы. Маскировка. Шом баҫа шулай ҙа күңелде. Серәкәйҙәр безелдәүе генә ҡәҙимге тормошҡа ҡайтара.

Икенсе полк әле көтөү зонаһында, йәғни бар хәрби әҙерлек менән алға ынтылырға бойороҡ көтәләр. Дошмандар уларҙың позицияһын белмәй. Һәм белергә лә тейеш түгел. Был ҙур сер. Беҙгә лә урынды бер генә мәғлүмәттә лә күрһәтмәҫкә тип ҡаты итеп иҫкәртеп ҡуйҙылар, яҙма рәүештә лә, фотоһүрәттә лә. Ошо тирәлә пехотаның хәрби машиналары йәшеренгән.  Ул башҡа урында, ахыры.  Кәмендә был урмансыҡта күҙгә салынманы. Дошмандарҙың ҡотон алып, кәрәк мәлдә генә килеп сығасаҡтар.

– БМП кеүек техникаһыҙ беҙ бары йәйәүлеләр, йәғни пехота ғына. Һәм уларһыҙ беҙ бик көсһөҙ ҙә. Төп эшебеҙҙең 90 процентын техника башҡара, уға таянабыҙ. Беҙ көнө-төнө хәрби әҙерлектә. Бойороҡ булыу менән ҡуҙғалабыҙ, – ти рота командиры “Карпыч”, ул үҙе бик етеҙ егет. Бая ҡаршы алыусы ул булып сыҡты. Бик етди ҙә күренә.

“Латип” менән танышам. Ул Илеш яғынан. Йылдан ашыу бында. БМП механик-водителе. Аҡса эшләргә тип килмәнем, тине. Армияла булған, тәжрибәһе ҙур. Автомат та тота белмәгән йәштәрҙе күпләп ала башлағастар, йәлләп, үҙе лә тәүәккәлләгән. Запорожье, Херсондағы ҡаты һуғыштарҙа булған. Ул осорҙо, ғөмүмән, яу, атыш мәлен бик иҫләгеһе килмәй. “Кәрәкмәй, унда инмәйек”, – ти ҙә ҡуя. Артыҡ насар уйҙар менән йәшәгеһе килмәйме, аңламаҫһың. Үлгән дуҫтарың төштәреңә инмәйме, тиһәм дә, кәрәкмәй, ул турала кәрәкмәй, ти. Бәлки, иҫән булыуына күҙ тейҙергеһе лә килмәйҙер. Нисек кенә булмаһын, үткәндәрҙе бик иҫләргә яратмай. Хәл-әхүәлдәрен һорашҡас:

– Ошонда йәшәйбеҙ инде. Ана, палаткалар тора. Зарланмайым. Ашау етә. Егеттәр үҙ-ара бик дуҫбыҙ. Бер ғаилә кеүек йәшәйбеҙ инде. Өйрәнгәнбеҙ бер-беребеҙгә, – тип яуап бирә.

Бында улар 17 кеше. Төрлө яҡтан йыйылғандар. Күбеһе бергә башлаған, бергә яу юлын үткән егеттәр. Яңылар өс-дүрт кенә. Ҡарап торһаң, һәр береһе ниндәйҙер эш менән мәшғүл.

– Ут яғырға яраймы ни? – тип һорайым.

– Бик яҡмаҫҡа тырышабыҙ. Бешеренеп-нитеп алам тиһәң, тиҙ арала усаҡ яҡмайынса ла булмай. Көндөҙ бик төтөн күренмәй, ағас араһында ғына тарала. Көндөҙ, яҡтыла, коптерҙар тепловизорһыҙ оса. Төнөн яғырға бөтөнләй ярамай. Тепловизорҙар уны тиҙ үк шәйләй, улайһа. Беҙҙең күп хәрәкәт төндә генә.

– Коптерҙар ҡурҡынысмы?

– Ҡурҡыныс, тип... Снаряд, граната ташларға мөмкиндәр. Ошаҡсы әҙәм кеүек ҡайҙа йөрөгәнеңде еткерәләр. Минең беренсе машинаны сәпәгәйнеләр шулай. Ремонттан яңы ғына ҡайтты. БПМ эсендә беҙ өс кеше: командир, водитель һәм наводчик. Беребеҙгә лә бер ни булманы, – иҫ киткес тыныс һөйләй. Шулай үҙен көйләгәнме, әллә ошондай ялан-яу тормошона өйрәнгәнме, тип аптырап ҡарайым. Ул һүҙен дауам итә. – Тәҡдирең шул икән, өҫтөңә килеп төшөргә лә мөмкин.

– Әле бында ла килеп төшөргә мөмкинме?

– Мөмкин, әлбиттә. Нөктәне белделәр икән... Диуаналар ултырмай унда ла. Был яу яланы, брат, хәүеф бөтә ерҙә лә бар. Көнө-төнө өҫтә еҫкәнеп коптерҙары, беспилотниктары осоп йөрөһә лә, уйлаһаң, был урын беҙҙең өсөн тыныс һанала әле. – Был һүҙҙәр мине бөтөнләй аптырата. Ныҡ егет, ысын яугир был. – Халыҡ төрлөсә ҡабул итә, әлбиттә. Китә күрмәгеҙ инде, улайһа беҙ бөтәсәкбеҙ, тип ялбарыусылары ла бар, ниңә килдегеҙ, тип екеренеүсеһе лә табыла. Колонна менән хәрәкәт иткәндә сәскә ырғытып ҡул болғап оҙатыусылар күберәк. Шуныһы күңелде йылыта. Бер нисә йылдан беҙҙең хаҡлы икәнде ныҡлы аңлаясаҡтар улар. Ысынында фашизм тотҡонлоғонда йәшәгәндәр бит.

Көнөнә бер тапҡыр булһа ла, ата-әсәләре, туғандары менән бәйләнешкә сығыу мөмкинлеге бар икән. Йышыраҡ шылтыратып булмауы аңлашыла, ситкәрәк китеп, ышыҡта тиҙ генә һөйләшәләр ҙә телефондарын һүндерә һалалар. Уныһында ла айырым кеше айырым мәлдә генә телефонына тотона ала. Күмәк бәйләнеште тегеләр һиҙеп ҡалырға ла мөмкин. Алғы һыҙыҡта бәйләнеш бөтөнләй һүндерелә. Ҡыҫҡаһы, һәр аҙымыңды, һәр ҡылығыңды самалап, ҡағиҙәләр кәртәһенән сыҡмай ғына башҡарырға кәрәк.

– Быларҙың урмандары беҙҙекенә оҡшағанмы? – мине бында бар нимә ҡыҙыҡһындыра.

– Юҡ. Һей, беҙҙәге урман – ул байлыҡ бит.  Йүнле ағастары ла юҡ. Битте ҡаплаһаң, теҙгә етмәй, тигәндәй, – үҙе ихлас йылмая. – Техниканы ҡапларҙай ярай ҙа йәшел япраҡтары бар. Анау әрһеҙ америка сағанын булһа ла күпләп үҫтермәгәндәр.

– Йәй көнө ярай ҙа, ә ҡыш көнө нисек йәшәйһегеҙ һуң?

– Урманда йәймә аҫтында йә блиндаждарҙа йәшәйбеҙ инде.  Уның нимәһе бар. Төрлөсә була. Землянка ҡаҙып ятырға мөмкинбеҙ. Йә берәй ташландыҡ өйҙә. Иң мөһиме – иптәштәр шәп булһын.

Тағы ла шартлау тауышы ишетелә, мин һағая төшәм. Егеттәр иғтибар ҙа бирмәгән кеүек ине. 

Илдус менән һөйләшеп тороп егеттәрҙең йыйылып киткәнен дә һиҙмәгәнмен. Ҡосаҡлашып күрешәбеҙ. Рота командиры “Боцман” уларға атай кеүек, һәр береһен арҡаһынан һөйөп ала, йылы һүҙ ҙә өндәшә, ҡыҙыҡ хәбәр ҙә һалып ебәргән була. Былары ла, нисә йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, уға һыйынып, асылып баралар. Барыбыҙ ҙа үҙ телебеҙҙә һөйләшәбеҙ, үҙе бер кинәнес. Улар бында иҫ киткес дуҫ, шуға улар араһында йөрөүе, аралашыуы үҙе бер байрам.

– Бергә ашайбыҙ, бергә һуғышабыҙ, бергә йәшәйбеҙ, – тиҙәр.

– Хатта бергә йоҡлайбыҙ, – тип ҡысҡырышып көлөшәләр.

– Дөрөҫөн әйткәндә, ҡатын менән бергә улай уҡ күп йоҡламағанмындыр әле, – тип ебәрә береһе, йәшерәге. Тағы ла хахылдашалар.

– Донъялағы иң татыу, иң дуҫ рота беҙҙә, – тип маһая “Байруш”. Үҙ-ара бындай дуҫлыҡтың бер насар яғы бар: берәйһен юғалтһаң, ауырлығына түҙерлек түгел икән.

– Көн буйы нишләйһегеҙ, егеттәр? – тип һорайым.

– Ҡаҙыйһың да ҡаҙыйһың, ҡулдан көрәк төшмәй. Полигонға атырға барып киләбеҙ. Бергә булғас, күңелһеҙ түгел, ваҡыт үткәне һиҙелмәй ҙә ҡала, – ти “Байғужа” позывнойлы өлкән йәштәрҙәге яугир.

Тағы ла шартлау тауышы ишетелә, мин һағая төшәм. Егеттәр иғтибар ҙа бирмәгән кеүек ине.

– Теге яҡта тимер юл, база-фәләндәре барҙыр, шул яҡҡа бәрәләр беҙҙекеләр, – тип ҡуйҙы “Байғужа”.

“Али” менән, исеме Алик, шунан позывнойы, блиндаж ҡарарға тип ер баҫҡыстан аҫҡа төшәбеҙ. Бейеклеге, дөрөҫөрәге? тәрәнлеге 1,8-1,9 метр тирәһе барҙыр. Бүлмә ҙур түгел, һәндерәләр ҡуяһы бар. Тупрағын сығарып, башын ҡаплауға дүрт көн киткән. Ер бик ҡаты, киркә менән аҡтарырға, соҡорға тура килгән. Ә окоптары оҙон. Уға күберәк ваҡыт китә. Ағас тамырҙары тура килһә, бигерәк ауыр. Шуға һалдаттар тыныс ваҡытта ла тик тормай. Автомат урынына йә көрәк, йә балта төшә ҡулға. “Минометкалар ата башлаһа, башты ҡалҡытып булмай. Ҡайҙа боҫорға белмәгәндә окоп төбөндә ятҡаның һәйбәт, ул һаҡлай”, – тип көлөмһөрәй минең кеүек кәүҙәгә әллә ни бейек булмаған яҡты сырайлы “Али”.

Алик – ике бала атаһы. Яңыраҡ отпускыла булған. “Ҡайтҡас, башҡаса был яҡтарға аяҡ та баҫмайым, тип торманыңмы?” –  тип һорайым.

–  Юҡ, ҡайтҡас та ҡатынға әйттем, ял иткәс тә китәм, тинем. Дуҫтарҙың нисек үҙҙәрен ҡалдырайым инде. Мин килмәһәм, артабан кемдер ялға китә алмаясаҡ. Юҡ, ул турала уйламаным да, –  ти һөйләй ул. – Бөгөн БМП-лар әҙер генә тора, бойороҡ булыу менән алға ынтыласаҡбыҙ. Прорыв булыу менән беҙҙе шунда ебәрәләр. БМП-лар алып бара ла, улар үҙҙәренең позицияһына китә, беҙ – үҙебеҙҙекенә. Һәр кем үҙенең ҡоралына яуаплы, минең автоматым да, пулеметым да бар. Хәрби билетҡа ла теркәлгән. Үлгәндәр булды. Салауат районынан, үҙебеҙҙең яҡташ Артур, отделение командиры “Бугор” шәп егет ине, әрәм булдылар. Берәү үлһә лә? күңелде бушлыҡ баҫа, сөнки бер-беребеҙгә ныҡ өйрәнгәнбеҙ... Халыҡ ҡыҙыҡ инде бында. “Свадьба в Малиновке” фильмындағы кеүек, власть үҙгәрә, тип “погон”дарын тиҙ үк алvfштырырға ла мөмкин...

“Али” менән һөйләшеп, блиндажда оҙаҡ тороп ташлағанбыҙ, ахыры.

–  Һеҙ унда нишләйһегеҙ ул? –  Вәдүттең тауышын ишетеп өҫкә сығабыҙ. Әбйәлил егеттәре килгән икән. Дозорҙа, йәғни күҙәтеү нөктәһендә торғандар. Командир тиҙ арала беҙҙең менән аралашырға рөхсәт биргән икән. Башҡалар алыштырғас, йүгереп килеп тә еткәндәр. Ҡосаҡлашабыҙ. “Боцман”, яугиргә төртөп күрһәтеп,  “Оскар”,  хәрби шарттарҙа һарыҡты нисә минутта тунайһың әле, тип һорай, үҙе кинәнеп көлә. Тегенеһе? миңә ҡарап:

– Мин, ағай, һарыҡты 7 минут та 26 секундта һуйып, тунап, ҡаҙанға һалам, – ти, үҙе шундай шат. Һомғол кәүҙәле ҡап-ҡара ҡашлы сибәр йөҙлө егет. Бала-саға инде. Ауыҙ-мороно ҡапланған саҡта, ҡыҙмы икән әллә был, тип торҙом. Йылмайыуы яҙғы ҡояш кеүек. Ә ул ана ниндәй! Әлеге хәбәренә бөтөнләй йығылып китә яҙам, үҙемә рәхәт. Барыһы ла тәбиғи, барыһы ла ап-асыҡ. Үтә күренмәле ябайлыҡ, таҙалыҡ. Һеҙ нимә, һуғышта йөрөйһөгөҙмө, әллә һуғым байрамындамы!? Уларҙың ошо ихласлығына эйәреп, күркәләнеп үҙемдең дә һуғышҡа сығып киткем килә хатта. Симонов яҙғанса, улар шат күңелле, аяуһыҙ алыш барған көндәрҙә һуғышты оноттора алған бер генә минут булыуына ла ҡыуана ине. Шул ҡыуаныс уртаһында беҙ ҙә бар, беҙ ҙә бәхетле.

“Оскар” апрелдә генә килгән. Уға һис кенә лә егерме биш йәш бирмәҫһең. Ҡаҙағстанда,  Новокузнецк, Новотроицк ҡалаларында  ташсы оҫта булып, утҡа бирешмәҫ (Огнеупорный) мейестәр һалып, командировкаларҙа йөрөгән. Әрме хеҙмәтендә лә булырға өлгөргән.

“Шатай” – Илмир шулай уҡ Әбйәлилдән. Торғаны менән атаҡлы герой Таһир Кусимовтың үҙе инде, кәүҙә тотошо, ыласын ҡарашы, ташып торған дәрт-дарманы менән дә. Был ротала ул йылдан ашыу. Уны барыһы ла хөрмәт итә, ныҡлы ышана.

“Оскар” менән “Шатай” – яҡташтар ғына түгел, яҡын дуҫтар ҙа. Улар менән мин кинәнеп аралаштым. Һәм аҫыл егеттәр һөйләгән хәбәрҙәрҙең бер генә һүҙен дә үҙгәртмәй бирәм. Бына ҡайҙа ул дуҫлыҡ, бына ҡайҙа ул башҡорттарға ғына хас ихласлыҡ һәм эскерһеҙлек. Уларҙың үҙ-ара мөнәсәбәтен күргәс, был сәфәрем юҡҡа ғына түгел, ошо саф йөрәктәрҙе күрер өсөн генә булһа ла килергә кәрәк булған бит, тип ҡуям.

“Оскар”: “Бер мәл уйлап ултырҙым да, егеттәргә ярҙам кәрәк, тип сығып киттем. Күрше ауылда йәшәгән Илмир дуҫым бында, уны юҡһынып йөрөнөм дә. Һәләк булһа, нисек кисерермен, тип уйлайым, янында булғы килде”.

“Шатай”: “Өләсәһе беҙҙең ауылдан, үҫмер саҡтан уҡ бергә уйнап, бергә йөрөп үҫтек. “Оскар” алдан уҡ “киләм” тип хәбәр ебәрә ине. Сабыйың бар бит, юҡты һөйләмә әле, тип биҙҙереп ҡарағайным да. Кәләшең бар, уны уйла, тип әйтеп ҡараным”...

– Ҡыйын, ҡурҡыныс булған өсөн шулай тинеңме? – тип бүлдерәм.

“Шатай”: “Юҡ, ҡыйынлыҡтан түгел. Күпте күрелде... Иллегә – илле, әллә иҫән ҡайтаһың, әллә юҡ. Яҡын дуҫтарҙы юғалттыҡ. Уның кәләшен дә беләм, беҙ бер йылғы. Бер-бер хәл булһа, Аллам һаҡлаһын, кәләшенә нимә тип әйтәм инде, сабыйына үҫкәс нисек аңлатаһың... Бик ҡәҙерле кешеләр улар миңә. Төрлөһөн уйлайһың бит инде. Киләм дә киләм, тигәс, үҙем ҡаршы алып, эргәмдә булһын, тип бында тартып алдым инде”.

“Оскар”: “Мин килеп төшкәндә штабта көтөп ултыра ине. Уны күргәс, рәхә-әт булып китте”.

“Шатай”: “Берәйһе алып китеп бармаһын, тип командир менән таң һарыһынан барып ултырҙыҡ штабҡа. Шулай көтөп, барып алдым үҙен. Бер палаткала йәшәйбеҙ, бер ҡаҙандан, бер тәрилкәнән ашайбыҙ, бер көрөшкәнән эсәбеҙ”.

“Оскар”: “Бер-беребеҙҙе ҡарап йөрөргә тырышабыҙ. Илмирҙың тәжрибәһе лә ҙур, абруйы ла хәтәр, ныҡлы уға таянам”.

Илмирҙың үҙенең кәләше юҡ әле, көткән ҡыҙы бар. Атаһы, үгәй әсәһе, һеңлеләре, ҡустылары көтә. Ул ысын ҡаһарман. Ергә ныҡ баҫып тора, тиҙәр ундайҙар хаҡында. Тауышында ла ниндәйҙер ут сатҡылары сәсрәп киткән төҫлө. Һәр һүҙен белеп, аңлап һөйләй”.

“Шатай”: “Мин махсус операция биләмәһенә юлланғанды бер кемгә лә әйтмәнем. Тундраға эшкә, тип сығып киттем. Ярты йылға вахтаға, унда бер ниндәй бәйләнеш юҡ, тинем. Бер нисә айҙан өйҙәгеләр фото-фәләндәрҙе күреп ҡалып, битлектә булһам да танып, һин шунда йөрөп ятаһың да, тип яҙа башланылар. Ишеү 19 август бәләкәй һеңлемдең туйы булды, үҙем ҡатнаша алмағас, видеобәйләнеш аша сығып ҡотлағайным, илаштылар инде. Ике туған ағай икенсе чечен болғанышында булғас, бындағы ҡанҡойошто аңлайҙар, шуға  бик борсолалар. Яҙып торам, көн дә шылтыратам. Бер генә көн юғалһам да, эҙләй башлайҙар. Отпускыға ҡайтып килдем, бөтәһе лә һәйбәт.

Отпуск мәлендә балалар бындағы хәлде белергә, беҙ кемгә ҡаршы һуғышҡанды аңларға тейеш, тип уйланым да, хакимиәткә үҙ теләгем менән хат яҙып, мәктәптәргә осрашыуға йөрөнөм. Йәнгел, Таштау, Буранғолда булдым. Баймаҡта атайымдың тыуған ауылына инеп сыҡтым”.

– Балалар нимә менән ҡыҙыҡһына бигерәк тә? – һорау ҡыҫтырам.

“Шатай”: “Нимә ашайһығыҙ?”, “Ҡайҙа йоҡлайһығыҙ?”, “Әсирлеккә күп алаһығыҙмы?”... “Кеше үлтергәнең бармы?“ – тип һораны береһе. Өндәшмәнем. Балаға ни тип яуап бирергә белмәнем. Илашып та, көлөшөп тә алдыҡ инде былай. Ихлас инде барыһы ла. Тағы ла килегеҙ, тип ҡалдылар. Еңеп ҡайтҡас, мотлаҡ барырмын инде. Бөйөк Ватан һуғышынан беҙҙең ата-бабалар еңеп ҡайтҡанда  һабантуйҙар үткәреп, йырлап-бейешеп ҡаршы алғандар, быныһы ла шулай булһын”.

“Оскар”: “Бында беҙ ябай ғына ҡиммәттәрҙең дә ҡәҙерен белергә өйрәндек. Йотом һыуҙың, һыныҡ икмәктең, ҡоро кейемдең, рухыңды күтәрерҙәй йылы һүҙҙең... Көслө атыштар мәлендә аш һәм кейем менән автомобилдәр килеп етә алмағанда плащ-палатканан ямғыр һыуы йыйып, үҙ-ара бүлешеп эскән мәлдәр онотолмай. Ул бик ҡәҙерле...”

Ошо ике дуҫтың һөйләгәнен бер ҡулым менән яҙып ултырам, икенсе усым менән йәшле күҙемде һыйпайым, үҙемә нисектер рәхәт тә, бер аҙ борсоулы ла – иҫән генә урап ҡайтһындар Шайморатов, Күсимов тоҡомдары. Ошо мәл Ишембай егеттәренең береһе, “Абу” позывнойлы яугир һөйләгән тарихты, дөрөҫөрәге, уның “йәшәге килә икән, брат” тигән кәлимәһен теркәмәйенсә булдыра алмайым.

– Беҙ бында ҡоҙа менән бергә килдек, бергә һуғышҡа индек, инәбеҙ. Блиндаждың ишеге яғын миномет менән утҡа тота башланылар. Торорға ла бирмәйҙәр, башты ла күтәреп булмай, бәрәләр генә.  Эй, үлге килмәй икән, брат. Ҡоҙа менән икәүләшеп блиндаждың был яғын ҡабаланып-ҡарһаланып соҡорға керештек. Тырнаҡтар аҡтарылып ҡанап киткәнен дә тоймағанбыҙ. Өҫкә граната-фәлән килеп төшмәҫ борон, был яҡтан булһа ла сығып ҡалайыҡ, тибеҙ. Иҫән ҡалдыҡ. Йәшәге килә икән, брат... 

"Башҡортостан" газетаһы сайтынан алынды: https://bashgazet.ru/articles/geroy-ar-d-ere/2023-09-01/y-aryp-sey-beshk-n-m-l-ine-3415063?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=104965500

https://bashgazet.ru/articles/geroy-ar-d-ere/2023-09-10/y-aryp-sey-beshk-n-m-l-ine-3424864?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=104965500

https://bashgazet.ru/articles/geroy-ar-d-ere/2023-09-17/y-aryp-sey-beshk-n-m-l-ine-3438194?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=104965500

https://bashgazet.ru/articles/gorurlanabiz/2023-09-22/y-aryp-sey-beshk-n-m-l-ine-3449897

Автор:
Читайте нас