+30 °С
Болотло
Сәсмә әҫәрҙәр
8 Август 2024, 12:15

"Кире ҡайтып йөрөмә!"

Фәйез ХАРРАСОВ “Һы!..” – тине лә Зәмирә, күҙ­леген сисеп, төймәле телефонын өҫтәлгә һалды. Ҡапыл ни эшләргә ниәтләнгәнен онотоп, нимәгә тотонорға, ни уйларға, ни ҡылырға белмәй, бер килке шул телефонына текәлеп ултырҙы. Албырғау хәлендә бер ни ишетмәне лә, күр­мәне лә, ахыры. Юғиһә ҡапҡаның асылып ябылыуын абайлар ине.

"Кире ҡайтып йөрөмә!""Кире ҡайтып йөрөмә!"
"Кире ҡайтып йөрөмә!"
– Гәзит килтергәндәр, – күршеһе Зәйтүнәнең килеп инеп, ҡапыл өндәшеүенә терт итеп ҡалды Зәмирә. – Бөгөн иртәләгәндәр әле ул. Былай саҡта төштән һуң үтә торғайны почта.
Зәйтүнә йорт хужабикәһенең хәлен шәйләмәнеме, шәйләһә лә, әһәмиәт биреп торманымы, гәзитте өҫтәлгә ҡуйып, йомошон әйтә һалды.
– Ҡана, теге нәмәңде, ҡәһәрең, нисек атала әле ул? Хәтергә һалып ҡуя алмайым шуны... Ни тип аңлатайым? Киленең бүләк иткән турай-ваҡлай торған нәмәҫтәкә­йеңде биреп тор әле.
– Блендермы? – Зәмирә һеңә ҡатып ултырған еренән ҡалҡынды.
– Шул-шул, үҙе, – күршеһе үҙе беренсе булып аш-һыу бүлмәһенә уҙҙы. – Уйлап табалар ҙа инде бөгөнгө заманда атама­ларҙы. Дө­рө­ҫөрәге, үҙебеҙҙең телгә ауҙар­майҙар ҙа. Рәхәт. Ни эшләп улты­раларҙыр академияларҙа телсе­ләр? Шул арҡала телде һындырып, әллә ни ғәләмәт һүҙҙәрҙе ҡарт көнөңдә әйтә алмай йөрө инде.
Ғүмере буйы мәктәптә уҡы­тыусы булып эшләгән Зәйтүнә хәбә­рен теҙә бирҙе. Зәмирә, телен йотҡандай, баш һелкеп, килешеүен генә белдерҙе. Ҡулына блендерҙы алғас, күршеһе шунда уҡ ишеккә ыңғайланы.
– Ҡойолған алмаларҙы йыйып алғайным. Бер ыңғай эшкәртеп ҡуяйым тигәйнем, – Зәйтүнәнең сурытҡан хәбәре генә ишетелеп ҡалды.
“Әлдә генә ашыҡҡан мәле тура килде, ток һуҡҡандағылай һеңгәҙәп ултырғанымды абайлаһа, төпсө­нөп, йонсотоп бөтөр ине”, – тип еңел һулап ҡуйҙы Зәмирә, ул сығып киткәс. Һаман ни эшләргә тейешлеген хәтеренә төшөрә алмай, тирә-яғына ҡаранып торҙо ла кире өҫтәл янына барып ултырҙы. Ғәҙәттә, ҡулына эләккәс тә уҡып сыҡҡан гәзитен бөгөн ситкә шылдырҙы ла ҡабаттан телефонын алды. Уныһы ҡапыл ауыр булып тойолдо. Экранды ҡабыҙҙы ла, баяғы смс-хәбәрҙе кире асырғамы-юҡмы тип, бер аҙға икеләнеп ҡалды. Дисплейҙағы сәғәтте шәйләп, йә инде, ултырам шул, быҙауҙы төшкөлөккә алып ҡайтырға ваҡыт табаһа, тип эш табылыуына ҡыуанғандай, йәш сағындағылай һикереп тороп, өтәләнеп урамға йүгерҙе.
“Ҡайтырға сыҡтым”, – тип яҙып ебәргән Фирғәте. “Сыҡтыҡ” тимәгән, “сыҡтым” ғына тип яҙған. Тимәк, яңғыҙы, Гөлнараһы менән бергә түгел. Ниңә бер үҙе? Етмәһә, аҙна уртаһында. Әсә йөрәге тулап, шомло хистәргә төрөндө. Әҙәм тигәнең шулай бит: бер-бер хәл була ҡалһа, тәүҙә насар уйҙарға бирелә. Тыныслығын юғалтып, хәлдең асылына төшөнмәйенсә, ошо шомдо үҫтерә генә белә. Зәмирә лә туғайға ыңғайлаған арала тыны ҡыҫылып, күҙ алдары ҡараңғыланғанға ирекһеҙҙән аҙымдарын әкренәйтергә мәжбүр булды. Ярай, алдан уҡ насарға юрамай торайым әле, тип үҙен тынысландырып ҡараһа ла, юҡ, тойғоларына үҙе баш була алмай йөҙәне.
Ә бит әсә күңеле һиҙә барыбер. Был юлы улы менән килене ара­һында ниндәйҙер аңлашылмау­санлыҡ килеп тыуып, Фирғәт ҡыҙыу баштан бөтәһен күтәрә һуғып өйөнән сығып киткәндер. Зәмирә­нең үҙенең башынан үтмәгән түгел, үткән. Өйҙә һауыт-һаба шалтырамай тормай, ләкин ярһыу хистәрҙе ауыҙлыҡламай, һалҡын хистәр менән яйлап төптән уйламай, хаталар яһап, эште олоға еткерергә ярамағанлығын аңлай хәҙер яҙмыш тауын артылып килгән ошо йәшендә.
Фирғәте – икенсе, кесе улы Зәмирәнең. Өйләнешеп, айырым йәшәргә сығыуҙарына быйыл көҙ өс йыл була. Өлкәне Рәсиле Белоретта төпләнһә, Фирғәттәр Сибайҙа тора. Бер туғандар булһалар ҙа, һын-ҡиәфәттәре менән генә оҡшаш бит улар. Ә бына холоҡ-фиғелдәре – ер менән күк араһы. Рәсил атаһына оҡшап өтәләү һәм, ағай булараҡ, бойороусан булһа, Фирғәт бала сағынан күндәм, берәй нимәгә тотонор алдынан төбөнә төшкәнсе уйлап эшләр, әйткәнде үтәр ине. Әллә шуғамы үҙе артыҡ эштәрҙе хәл итмәй, был бурысты атаһы менән ағаһына ҡалдыра ине. Ә хәҙер, ғаилә башлығы булараҡ, күп хәл-ваҡиғалар хаҡында үҙенә ҡарар сығарғанда һыр биреүен шәйләй биреп ҡуйғайны әсә кеше.
Улының ғәйебеме һуң бында? Беренсе сиратта, ата-әсәнең, ахыры, улар бит ҡамырҙай бала күңеленән бешеп сығыр икмәк ише холоҡ әүәләй. Тик әҙәм заты – сабый сағынан уҡ шәхес бит ул. Һәр кем үҙенсәлекле. Баланы үҙе теләгәнсә генә иттереп үҫтерә алмай шул ата-әсә. Ә бына сабыр һәм күндәм Фирғәт, күңеленә йыйып килгәндән һуң, артыҡ һауа тултырылған шарҙай, бер килеп шартларға ла мөмкин. Был осраҡта инде ул уңға-һулға ҡарамай, мейеһен йәшендәй һеңгәҙәтә һуҡҡан уйын ниәт итеп, бер йүнәлеш артынан ғына бара торған. Һәм үҙ һүҙенән ҡайтарыуы уны, ай-һай, еңел түгел. Яңылыш аҙым яһарын аңлаһа ла, ҡарыш­маллығы еңеп ҡуя...
Быҙауын табып, ҡыуып ҡайтып килгәнендә Зәмирә ошоларҙы уйлап килде. Дөрөҫөрәге, уйҙары үҙенән-үҙе мейеһен баҫып алды. Ҡайтырға сыҡҡан улына шул ерлегенән үпкә белдереп, шелтә­ләй аламы? Хәйер, үҙе йәш сағында хаталанманымы? Дыуамал булманымы? Зарифы менән күгәрсендәрҙәй гөрләшеп кенә йәшәнеләрме һуң? Үҙенең дә ғаилә усағына төкөрөп, әсә йортона төйөнсөктәрен күтәреп ҡайтыр саҡтары булды бит. Ә бер сағында, ысынлап та, ҡайтып төштө ул ауылына, бынан һуң Зариф янына ике аяғымдың береһен дә баҫмам, тип. Шул мәлдә сабыр холоҡло әсәһе ниҙәр ҡылды?
Зәмирәнең хәтирәләре уны ошо артыҡ иҫләргә яратмаған көн­дәренә алып осорҙо.
...Советтар Союзы тигән дәүләт юҡҡа сығып, илдә тулы тарҡаулыҡ хөкөм иткән заман. Аяҡтарына ныҡлап баҫҡандар албырғап ҡалғанда, йәш ғаиләгә шелтә белдереп ни әйтәһең инде? Зәмирә­ләрҙең йорт һалып ҡына сыҡҡан ваҡыттары. Өйгә алаһы әйберҙәр күп тә, магазин кәштәләре буш, кисә гөрләп торған колхоз­дарҙың бөгөн кәрәге ҡалмағандай, ил буйлап тарҡатыла, бөтөрөлә килә. Ауыл эшсәндәре эшһеҙ ҡалып, ҡапылғара ҡайҙа барып морон төртөргә белмәй йонсой. Әллә ни күптән түгел ағайҙары кәңәше менән яндарына, тимер юлға монтёр булып эшкә урын­лашҡан Зариф был яғына тыныс.
– Әллә ағайҙар алдан күрә белгән инде? Колхозды һаҡлап ҡалдырырға ҡайһылай өгөтләне­ләр. Әлдә тыңлағанмын уларҙы, – тип әйтеп ҡуйҙы бер кис, эштән ҡайтҡас. – Имен-аман эшләп йөрөргә генә яҙһын.
Иренә ҡарап: “Алғанына ҡарап шөкөр итә, алырына ҡарап фекер итә белә”, – тип үҙе шөкөр итте Зәмирә.
Йорт-ҡураға һатыуҙа булғанын алып, йыйып, булмағанын булыр, тип шулай һәүетемсә йәшәп ятҡандарында көтмәгәндә ошо йылдың башында ғына илдә аҡса реформаһы үткәрелде. Үҙҙәренең генә түгел, балаларының да ауыҙынан өҙөп, машинаға тип йыйып килгән аҡсалары бер көн эсендә юҡҡа сыҡты. Юҡ хаҡҡа ул-был ваҡ әйберҙәр алып өлгөрөп ҡалдылар бер аҙ. Берәүҙең уйламай эш иткән ҡылығы өсөн илдәге бар халыҡтың ыҙа күреүен шунда аңланы Зәмирә.
– Эх, машинаға түгел, тишек кәмәгә ултырттылар ҙаһа, – тип шаяртырға маташһа ла, Зарифтың йөҙөнә өмөтһөҙлөк, күңел ҡайтыу кеүек тойғолар яҙылғайны. – Ну, һемәйтте!
Шулай булмай ни! Хәләл көсөн түгеп тапҡан аҡса лабаһа! Бер-ике айлап түгел, йыллап йый­ғайнылар, етмәһә. Ярай, баш һау булһын, ҡалғаны табылыр, тип йыуатыу ҙа артыҡ еңеллек кил­термәҫ: инде менеп бөттөм тигәндә генә ишелеп төшһөн әле хыял тауың.
Ә бына тап шундай ваҡиғаның тағы ла ҡабатланыры бер кемдең ике ятып бер төшөнә инмәгәндер. Байлыҡ тип һаналған аҡса йәнә күҙ асып йомған арала бер хаҡы тормаған ябай ҡағыҙ урынына әүерелеп ҡалды. Уларҙы һаҡлап йыйып барған урынынан алып, иҙән уртаһына һибеп ебәрҙе Зариф.
– Халыҡтың ышаныусанлы­ғынан файҙаланып, йүнһеҙ йүн­селдәр ябай эшсене ҡулһыҙ ҡалдыра! Иманым камил: үҙҙәре байып ҡалаларҙыр әле! Ә беҙгә артабан нисек йәшәргә?! – тип туҙынды.
Атайҙарының был тиклем тауыш күтәргәнен күргәне булмаған малайҙары Зәмирәгә килеп һы­рынды.
– Шымыраҡ булһаңсы. Бала­ларҙы ҡурҡытаһың дабаһа, – Зәмирә, балаларын күтәреп, йоҡо бүлмәһенә сыҡҡан ыңғайына өндәште.
– Ә мин ошо балалар тип ат урынына егелеп эшләмәйемме? Һәм бына – буш кеҫә менән текә ҡаялы ярҙа! – ире тынысланырға теләмәне.
– Зариф, ысын әйтәм, бар, сығып тор! – уны-быны уйламай, теленә килгән һүҙен әйтте әсә кеше.
– Ә, шулаймы ни?! Аҡсам бул­мағас, кәрәгем ҡалманымы?! Өйҙән ҡыуаһыңмы хәҙер? Һай, ҡаҙалып китһен был донъяһы! – тип Зариф сығыу яғына йүнәлде.
– Көтөп тор! Бөтөнләй бүтән мәғәнәлә әйтергә теләгәйнем, – Зәмирәнең һуңғы һүҙҙәре ябылған ишеккә барып ҡаҡлыҡты.
Иҙән буйлап кисә аҡса тип аталған төҫлө ҡағыҙҙар ғына һибелеп ятып ҡалды...
– Эскелек менән хәлде йүнәтеп үҙеңә ярҙам итмәйһең бит, киҫкен­ләштерәһең генә, – төш ауышҡас ҡына карауатынан тороп ултырған Зариф янына килеп ултырҙы Зәмирә. – Беҙгә лә ҡыйын. Рәсил менән Фирғәт ике һүҙҙең бере­һендә: “Атайға ни булған?” – тип һорап йонсотто.
Зариф, бер ни өндәшмәй, алғы яҡҡа сығып, ижауға һыу тултырып алды.
– Өйҙән ҡыуып сығарҙың да хәҙер кәрәк булып киттемме? – тине Зариф ҡарлыҡҡан тауыш менән. Туя алмаҫтай булып һыу эсте.
Хужабикә иренең һүҙҙәрен ишетмәмешкә һалышты.
– Отпускыңды шулай тәләф иткең киләме? Өй тирәһендә ҡыл да ҡыбырлатмайһың. Ауылдаштар туғайҙан ҡайтмай, бесән эшләй. Беҙҙең сабылғандарҙы ҡоро һабаҡҡа ҡалмаҫ борон күтәреп ҡуйырға кәрәк.
– Үҙ өйөңдән ҡыуып сығар­һалар, рәнйемәҫ инеңме? – Зариф, ҡатынының күҙҙәренә ҡарамай, үҙенекен тылҡый бирҙе.
– Бер кем һине ҡыуманы, – Зәмирә өҫтәлгә аш ултыртты. – Ҡышын малға нимә ашатырға уйлайһың? Теге аҡса булған ҡағыҙ киҫәктәренме?
– Нимә, нимә! – тип мыҫҡыллы яуапланы Зариф. – Ә нимәгә кәрәк бының бөтәһе?! Тырышып-тырмашып алға атлайһың, үргә үрмәләп маташаһың, һөҙөмтәлә барыбер артҡа тәгәрәйһең, упҡынға осаһың.
– Улай тимә. Гелән кирегә булып тормаҫ. Яйға һалыныр тора-бара илдә тормош.
– Булмаҫ. Ышаныс юҡ хәҙер.
Ошондай һөйләшеүҙәр инде аҙнаға яҡын көн дә булып тора. Ялҡты был күренештәрҙән Зәмирә. Һуңғы арала ҡатынына тупаҫ һүҙҙәр әйтеүҙән дә тартынмай башланы Зариф. Ярай әле балаларын әсәһенә илтеп ҡуйғайны, атайҙарының был тиклем бәйһеҙләнгәнен күрмәйҙәр.
Башын баҫып ултырған Зәмирә һуңғы уйынан ҡалҡынып, ҡарашын тәҙрәгә йүнәлтте. Хәйер, ниңә үҙенә лә әсәһенә ҡайтып китмәҫкә? Яҙмыштың бер һуғыуына ла ҡаршы тора алмаған мәүкә ирҙән киләсәктә ни көтөргә? Икенсе яҡтан, бергә тапҡан, бергә төҙөгән донъя малы әҙме ни уларҙың? Туптай ике малайҙары үҫеп килә. Нисек барыһын ташлап, бер һелтәүҙә емерә һуғып сығып китмәк кәрәк? Бер саҡ аҡылына килер Зариф, элеккесә ең һыҙғанып донъя көтөргә тотонор. Үҙе әйтмешләй, гелән кирегә булып тормаҫ әле.
Тик, ҡара, ана, бер ни белмәй бөтөн өйгә хырылдап йоҡлап ята ире. Шешенгән йөҙөн һаҡал баҫҡан. Өҫтөндәге кейеменә бысраҡ һылашып, ҡатып бөткән. Был ҡиәфәттә ул ҡала урамдарындағы берәҙәк бабайҙарға оҡшап ҡалған. Тфү, әҙәм мәсхәрәһе. Дыуамал уйын ҡабаттан күңеле аша үткәреп тормай, Зәмирә көндәлек кейемдәрен төйнәп, ныҡлы баҫып өйҙән сығып китте.
Өҫтәлдә “Хуш. Әсәйемә ҡайттым” тигән яҙыулы ҡағыҙ битен генә ҡалдырҙы.
Ләкин Тәңребикә инәй Зәмирәне һис көтөлмәгәнсә ҡаршы алды. Баҡсаһында нимә менәндер булышып йөрөй ине. Әлбиттә, төйөнсөктәр күтәреп килгән ҡыҙын абайламаны. Аҙмы кеше урамдан үтә? Эшеңдән айырылып, һәр береһен ҡарай башлаһаң... Яҡыныраҡ килгәс, Зәмирә үҙе өндәште:
– Һаумы, әсәй! Арыумы хәлдәрең?
Тәңребикә инәй, ишетеләме әллә тигәндәй, тирә-яғына ҡаранып алғас, турайып баҫып, тауыш килгән яҡҡа боролдо. Текмә аша ҡарап торған яңғыҙ ҡыҙын күргәс тә урынынан ҡыбырламай ҡалды. Ниҙер уйлап алғандан һуң, буғай, ҡапҡа алдындағы баҡса ишегенән сығып, Зәмирәне ҡосоп һөйөп алды.
– Ниңә яңғыҙың? Ҡайҙа кейәү? – тәүге һорауы шул булды.
– Өйҙә. Иҫереп йоҡлап ятып ҡалды. – Зәмирә һүҙҙе оҙон-оҙаҡҡа һуҙмай, тураһын ярып әйтте. – Мин һиңә ҡайттым, әсәй.
Тәңребикә инәйҙең йөҙө үҙгәрмәне лә шикелле, бер мускулы ла тартышып ҡуйманы. Ҡулы менән ҡапҡа алдындағы текмә буйында ятҡан бүрәнәгә төртөп күрһәтте.
– Ултырып һөйләшәйек.
Үҙе ҡыҙынан алдараҡ ултыра һалды. Һәр саҡ асыҡ йөҙлө, һәр ингән кешегә сәй ултыртҡан ҡунаҡсыл әсәһенең ни өсөн өйгә саҡырмауына, өҫтәл әҙерләйем тип өтәләнмәүенә ифрат ғәжәпләнһә лә, Зәмирә, быны уға белдермәй, янынан урын алды.
Байтаҡ ҡына һүҙҙе ниҙән башларға белмәй аҙапланып ултырҙы. Ни әсәһе үҙе өндәшмәй, ҡайҙалыр алыҫҡа төбәлгән дә ҡулындағы үләнде әйләндереп тулғандыра, өҙгөсләй.
– Атай, малайҙар ҡайҙа? – тигән булды, ахыры, Зәмирә.
– Ҡайҙа булһындар? Туғайҙалар. Атайың бесән саба, малайҙар эргәһендә йылға буйында булыша торған. – Ниһайәт, Тәңребикә инәй ҡыҙы яғына боролдо. – Үҙегеҙ нисек? Бесәнде бөтмәнегеҙме әле?
– Шунда бәлә бит, әсәй! – Инде Зәмирә үҙе ҡарашын әсәһенең күҙҙәренән йәшерҙе. – Бынау деноминация тип аталған нәмәләре өсөн тамам биреште Зариф. Эсеп тик йөрөй. Өйҙө лә, балаларҙы ла ҡарашмай, бесән дә эшләмәй.
– Зарланма, – тине Тәңребикә инәй ҡаты ғына итеп. – Зарланыр өсөн Хоҙай бар. Уға еткер зарыңды.
Зәмирә ни тип яуапларға белмәй ҡаушап ҡалды, әммә күңелендәген бушатырға теләү тойғоһо көслөрәк булып сыҡты.
– Машина алырға тип аҡса йыя инек бит. Икенсе мәртәбә юҡҡа сыҡты аҡсалар. Шул арҡылы Зариф әллә үҙен ғәйепләп, әллә тормоштан төңөлөп, бөтөрөнөп тик йөрөй. Әйткәнде тыңламай. Әйтһәң, әрләшә...
– Мин дә һине әрләп үҫтерһәм дә, килгәнһең бит әле яныма, – тип һүҙен бүлдерҙе Тәңребикә инәй, әйткәндәренә ниндәйҙер тәрән мәғәнә һалып.
– Әллә... Хәтеремдә һинең тик яратып, наҙлап өндәшкән, аҡыллы һүҙҙәр, ҡыҙыҡлы ваҡиғалар һөйләгән, дәртләндереп, ихласлап бергәләп эш менән булышҡан мәлдәр генә һаҡланған. Һинең бер ҡасан да беҙгә тауыш күтәргәнеңде, ҡырыҫ өндәшкәнеңде иҫләмәйем.
– Бына, үҙеңә үҙең яуап бирҙең, ҡыҙым. Хәтер бит, хәҙерге тел менән әйткәндә, фильтр кеүек: үҙенә ҡәҙерле, яҡты, йылы көндәрҙе генә йыйып бара һәм ахырғы минутҡаса һаҡлай. Бысраҡ, әшәкене туп­ламай, юйып ташлай ул. Әҙәм балаһына ундай ауыр йөк кәрәкмәй тормош юлында. Йөгөң артыҡ булған һайын атлауы ла яйһыҙ, аҙымдарың да аҡрыная, йә бөтөнләй туҡтап ҡалыуың ихтимал. Шул рәүешле әлеге мәлдәге ҡара көндәрең дә бер заман онотолор.
Күпмелер ваҡыт өндәшмәй ултырҙылар.
– Ҡайт һин, балам, үҙ йортоңа.
– Мин ваҡытлыса ғына бит, әсәй. Өйҙә барыһы тәртипкә килгәнсе, – тип әйтеп ҡараны Зәмирә.
– Тағы үҙең хәл итеү юлын әйтеп һалдың. Ана шул: һин ваҡытлыса булһа ла ҡайтып тор. Һин булмаһаң, өйөң нисек тәртипкә килһен? Ир менән ҡатын бергә булырға тейеш. Һәр ваҡыт, ниндәй генә хәл килеп тыуһа ла. Барыһы ла ваҡытлыса. Быныһы ла. Үтер. Түҙ.
– Ул бит мине тыңламай ҙа. Эсә, ирешә, тауыш күтәрә. Тора-бара ҡул күтәрмәҫ тә тимә.
– Эй, балам. – Тәңребикә инәй Зәмирәгә яҡыныраҡ шылып ултырҙы. – Тормош юлының һикәлтәләрен үтеүе бер ни тормай, тип уйлағайныңмы? Һикертеп барып, арбанан төшөрөп ҡалдырыуы ла ихтимал. Шул саҡ был рәхимһеҙлектә кемделер ғәйепләп, ҡолап ҡалған урыныңда сәбәләнеп тулап илап йә кемдеңдер һине күтәреп кире арбаға ултыртырын көтөп ятыу бер ниндәй фәтүә бирмәҫ. Ир һынған, йә һындырғандар икән, ҡатыны уның янында ҡалырға тейеш, уның менән бергә ошо ҡара һыҙыҡты үтергә тейеш. Ҡәҙерле кешеңдең йылы һүҙе лә күңелдәге яраны бөтәштерә. Ғаилә шундай була. Шуның өсөн төҙөлә ғаилә.
– Һуң, көн дә иреш-талаш...
– Беләһеңме, ваҡытында өләсәйең миңә: “Ыҙғышҡан ваҡытығыҙҙа икегеҙ ҙә шуны хәтерҙә тоторға тейеш: асылда һеҙ бер-берегеҙгә ҡаршы түгел, ә икәүләшеп килеп тыуған хәлгә ҡаршыһығыҙ”, – тигән нәсихәт әйткәйне. Был алтын һүҙҙәр атайың менән беҙҙең ғаиләне ошо көндәргәсә ныҡлы һаҡлап килде.
– Атай менән һинең һис ҡасан да боларып талашҡанығыҙҙы иҫләмәйем.
– Сөнки ир менән ҡатын араһындағы мөнәсәбәтте үҙҙәренән башҡа берәү ҙә белмәҫкә тейеш. Ояңда ниҙәр булған, нимә бар – ситкә сығарма. Кеше бер көн күрер йә тыңлар, икенсе көн көнләшер йәки уңышһыҙлығыңа ҡыуаныр, өсөнсө көн шул белдеге арҡылы этлек тә ҡылып ҡуйыр...
– Зариф һуңғы арала шул тиклем йәмһеҙ ҡыланып, ерәнес булып китте.
– Һин туйыңды иҫләп ал шундай мәлдәреңдә.
Тәңребикә инәй шулай тине лә урынынан ҡалҡынды.
– Ярай, ҡыҙым, һиңә ҡайтырға ваҡыт. Мине лә эштәр көтә, – тине, өҫ-башын ҡаҡҡылап.
– Атайҙы, балаларҙы күрмәй ҙә ҡайтып китәйемме? – тип һорап ҡуйҙы Зәмирә бер аҙ үпкәле тауыш менән.
– Икенсе юлы килгәнеңдә күрерһең. Зарар юҡ. Кейәү менән кил! – Тәңребикә инәй баҡса ишегенә ҡарай йүнәлде. – Ҡунаҡҡа!
Тыуған нигеҙе аша үтмәй ҡайтып китеүе беренсегә ине Зәмирәнең. Әсәһенең был аҡылынамы, әллә ҡырыҫлығынамы шунда уҡ төшөнөп етә лә алманы. Әйткән һүҙҙәрен ҡат-ҡат күңеленән үткәреп, еңеләйеү йә бушаныу ҡатыш, киреһенсә, ауырайыу һәм көсөргәнеү тойғоларын кисереп, баҫыу аша тура юл буйлап атланы. Ҡайтҡас, ни ҡылырға, ҡыланырға тейеш? Аңлашылмай, бөтөнләй буталды.
Барыбер хәл итеү юлына башы барып етмәҫен аңлап, Зәмирә әсәһе өгөтө буйынса туй көнөн мейеһенән үткәрҙе. Ниндәй бәхетле инеләр Зариф менән шул көндәрҙә! Күпме зиннәтле бүләктәр тапшырылды, күпме матур һүҙҙәр, изге теләктәр әйтелде уларға!
Туҡта, ҡотлау һүҙендә әсәһе ни әйткәйне һуң уға?
– Төшкән ереңә таш булып бат, ҡыҙым, – тине ул ҡалтыраулы тауышы менән. – Кире ҡайтып йөрөмә. Тик ҡунаҡҡа йышыраҡ килегеҙ!
Бына һиңә мә! Баҡтиһәң, бер бөгөн түгел, шул саҡта уҡ төп нәсихәтен әйтеп биргән булған икән әсәһе! Эйе, кеше һүҙҙәргә әһәмиәт бирмәй, бары үҙ башы аша үткәргәс кенә төшөнә мәғәнәһенә һәм ҡабул итә.
Зәмирә ҡалған юлды икеләнеү тойғоһо менән түгел, ә тәүәккәллек менән үтте.
Иртәгәһенә таң һыҙылыу менән тороп, мал-тыуар, ҡош-ҡортто ҡарағас һәм аш-һыу әҙерләгәс тә һәнәк-тырмаларын йыйнарға тотондо. Шул ғына ҡалмағайы, тырмаһының ике теше һынған даһа. Келәттән балта алыуына Зариф сығып торғайны. Бер килке ҡатынының булышыуына текләп ҡарап торҙо ла янына килде.
– Ҡана, үҙем.
Ҡыҫҡаһы, тамаҡ ялғағас, икәүләшеп туғайға бесән эшләргә киттеләр.
...Хәҙер килеп Фирғәте уның ҡылығын ҡабатлаймы? Ата-әсә өсөн бәхет нимәлә? Балаһының бәхетле йәшәүендә. Юҡ, улай ғына ла түгел: үҙҙәренән дә бәхетлерәк йәшәүендә. Тимәк, оло быуын йәштәргә тормошто, донъяны матурыраҡ, таҙараҡ, иплерәк һәм аҡыллыраҡ итеп төҙөп ҡалдырырға тейеш.
Быҙауын түбәлек аҫтына индереп бикләп ҡуйғас та сәй йүнәтергә тип өйөнә ашыҡманы Зәмирә. Кәртә тирәһендә лә эштәре хәтһеҙ.
Себештәрҙең һыуын алыштырып торғанында ҡапҡаның асылып ябылыуы ишетелде.
– Әсәй, һаумы... – Юл сумкаһы күтәргән Фирғәт ғәҙәтенсә йүгереп килеп әсәһен ҡосаҡлап алманы. Инеп баҫҡан урынында тапанып ҡалды.
Зәмирә үҙе уға ҡаршы атланы. Ҡулын ҡыҫты.
– Бына, ҡайттым, – тине Фирғәт, башын аҫҡа эйеп.
– Күрәм. Әйҙә, ултырып торайыҡ, улым, – тип Зәмирә болдорға беркетеп эшләнгән эскәмйәгә ымланы.
 
Фото: https://bashgazet.ru/
 
 
Автор:
Читайте нас