+30 °С
Болотло
Сәсмә әҫәрҙәр
19 Август 2024, 11:00

КҮҢЕЛҺЕҘ ХӘЛДӘН БАШЛАНҒАН хистәр

Фәрҙәнә, автобус булмаҫын аңлап, такси саҡыртырға булды. Сәғәткә яҡын ваҡытының әрәм үтеүе өсөн үҙ-үҙенә лә, илке-һалҡы йөрөгән ҡала транспортына ла асыуы килде. Ошолай өшөп-туңып торға­нында күпме, эштән ваҡытында сығам, тип үҙенә һүҙ бирҙе, әммә вәғәҙәһендә тора алмай.

КҮҢЕЛҺЕҘ ХӘЛДӘН БАШЛАНҒАН хистәрКҮҢЕЛҺЕҘ ХӘЛДӘН БАШЛАНҒАН хистәр
КҮҢЕЛҺЕҘ ХӘЛДӘН БАШЛАНҒАН хистәр
Бына бөгөн дә, иртәгә үтәсәк ос­рашыуға сценарий яҙып, һуңға тиклем ултырҙы. Өйөндә лә яҙа ала бит, юҡ, ноутбук тигән ҡумтаһынан айырыла алманы. Илһам килгәндә бүленергә яратмай шул. Бер яҡтан уйлап ҡараһаң, Өфө өсөн киске ун һуң да түгел, әммә тап ул йәшәгән биҫтәгә автобустар “инәлтеп” йөрөй. Ҡала үҙәгенә юлланған пассажирҙар күптән һирәкләп туҡтаған автобустарға ултырып таралышты. Фәрҙәнә сумкаһындағы телефонын ҡулы менән эҙләй-эҙләй, тирә-яҡҡа күҙ атты. Ыҫпай кейенгән анау егет тә, моғайын, уның яғыналыр, баянан бирле тора. Урта йәштәрҙәге ханым яңыраҡ килеп торҙо. Ниһайәт, ҡулына эләккән телефонын сығарып, такси номерын эҙләй башланы.
– Сибәркәй, ә сибәркәй! Әсәйеңә кейәү кәрәкмәйме? – ҡыҙ аптырап, артына боролоп ҡараны. Ҡыҙмаса булып алған был ике егет ҡайҙан килеп сығыуын абайламай ҡалған. Миһырбанһыҙ әҙәмдәр икәне йөҙҙәренә яҙылған, бындайҙар менән һүҙ ҡуйыртырға кәрәкмәй.
– Һуңланығыҙ, әсәйемдең бынамын тигән кейәүе бар, – тип ҡыҙ ситкәрәк ыңғайланы. Әммә иҫерек әҙәмдәрҙән ҡотолоу мөмкин түгел, күрәһең.
– Ә ниңә бынамын тигән кейәү сибәр ҡатынын төндә яңғыҙын ғына йөрөтә ул? Ай-һай, бик насар кешелер ул. Әйҙә, сибәркәй, беҙҙең менән күңел асырға. Ҡайҙа теләйһең: сауна, хата әллә һыраханағамы? Ха-ха-ха... – егеттәр йәмһеҙ итеп көлә башланы. – Дэн, ҡара-ҡара, был ҡыҙый бик “текә” күренә түгелме? Беҙҙең менән һөйләшкеһе килмәй, ҡулында – ҡиммәтле телефон. Интеллигент типа, да?!
– Радик дуҫ, был бик әҙәпле ҡошсоҡ кеүек күренә, ха-ха-ха!.. Нервы күҙәнәктәре ҡылдай тартылған, ҡараштары уҫал... Сибәркәй, әйҙә беҙҙең менән ял итергә, ә? Тәмле шарап менән бер аҙ онотолорһоң, шаярышып та алырбыҙ...
– Аптыратмағыҙ мине! Барығыҙ, юлығыҙ менән булығыҙ! – Фәрҙәнә ҡаты тауыш менән бәйләнсек егеттәрҙе аҡылға ултыртырға тырышты. – Ниңә улай әҙәпһеҙ ҡыланаһығыҙ?
– Ысынлап та интеллигент был, Дэн. Беҙҙең юлдар бер яҡҡа, буғай, сибәркәй. Әйҙә, улай уҫал ҡыланма...
Фәрҙәнә такси номерын табып, саҡырыу төймәһенә баҫты:
– Алло, таксимы? Миңә “Дарыухана” туҡталышына машина кәрәк ине...
Тик ул башлаған хәбәрен әйтеп өлгөрмәне, ҡулынан телефонын тартып алдылар.
– Сибәркәй, ҡайҙа ҡабаланаһың? Беҙ бит әле һөйләшеп, танышып бөтмәнек. Исемең кем?
– Бирегеҙ телефонды! Полиция саҡырт­ҡанды көтәһегеҙме? Минең һеҙҙең менән танышҡым да, аралашҡым да килмәй! – ҡыҙ ҡурҡышынан ярһып ҡысҡырырға тотондо. Үҙе юл буйлап автобус күҙләне. Ул инде иҫерек егеттәрҙән ҡотолоу өсөн теләһә ҡайһы яҡҡа китергә лә риза ине инде. Нисек тә булһа был туҡталыштан алыҫыраҡ китергә. – Һөмһөҙ ҡаланмағыҙ. Бирегеҙ телефонымды!
– Ә һин ҡысҡырма, матур итеп һора. Йылмайып... – Ҡыҙмаса булып алған егеттәрҙең береһе ҡыҙҙы ҡосаҡлап алырға маташты. – Ох-х, яратам ҡыҙыу ҡыҙҙарҙы!..
– Теймәгеҙ миңә! – ҡыҙ нимә эшләргә белмәне.
– Эй, егеттәр! Һеҙгә нимә тиелде? – Ҡыҙ ҙа, егеттәр ҙә, аптырап, тауыш килгән яҡҡа текәлде. Ыҫпай кейенгән егеттең был һөмһөҙлөктө күҙәтергә түҙеме ҡалмаған, күрәһең. – Ҡыҙ кеше, юҡ, тип әйткән икән, аптыратмағыҙ!
– Ә һин ҡыҫылма, юлыңда бул. Беҙ үҙебеҙ беләбеҙ.
– Ҡыҙҙарға бәйләнеү егетлек түгел...
– Әйҙә улайһа, егеттәрсә һөйләшәйек. Һинең менән, – ҡыҙмаса егеттәр ҡыҙҙы онотоп, яңы ҡорбанына ташланды. Уларға, күрәһең, кемгә бәйләнеү түгел, ә асыуҙарын сығарыу мөһимерәк булғандыр. – Үҙеңә кәрәк инеме ул ҡыҙ? Әллә батыр булып ҡыланырға булдыңмы?
Ике кешегә ҡаршы торорлоҡ көсө булманы, ахыры, яҡлашыусы бер нисә секундта аҡ ҡарҙа ята ине инде. Йығылғанды түпәләү еңел шул, иҫеректәр уны типкеләргә тотондо.
– Ярҙам итегеҙ! Полиция! Кеше үлтерәләр! – Фәрҙәнә йән көсөнә ҡыс­ҡырырға тотондо, үҙе һирәк-һаяҡ үткән машиналарҙы ҡул күтәреп туҡтатырға маташты. Әле генә туҡталышта торған ҡатын да юҡҡа сыҡҡан. Әллә уның әсе тауышынан иҫтәренә килепме, әллә арыуҙанмы, иҫерек егеттәр, туҡмауҙан туҡтап, бер-береһенә ҡарашты ла ҡапыл йорттар араһына йү­гереп, юҡҡа сыҡты. Ҡыҙ ҡурҡыуҙан һәм ғәрлектән илай-илай ҡотҡарыусыһы янына барып ярҙам итергә булды. Тик иҫһеҙ ятҡан егетте күреп, аптырап ҡалды. Машиналар туҡтарға уйламай, тирә-яҡта ярҙам һорарлыҡ йүнле әҙәм күренмәй. Ҡыҙ “Тиҙ ярҙам” саҡыртырға булды. Шул саҡта ғына телефонының иҫеректәр ҡулында ҡалыуы иҫенә төштө. Аптырап, егеттең кеҫәләрен ҡапшап ҡараны, аҙаҡ сумкаһын аҡтарырға тотондо. Эҙләгәнен табып, шылтыратҡансы оҙаҡ ваҡыт үткәндәй тойолдо. Хәрби әҙерлек дәресендә үткәндәрен иҫенә төшөрөп, яҡлаусыһының тереме, үлеме икәнен билдәләргә тырышты. Тик һыуыҡтан һәм ҡурҡыуҙан ҡалтыраған бармаҡтары бер ни һиҙмәй ине.
“Тиҙ ярҙам” табибы уларҙы ирле-ҡатынлы тип уйланы шикелле, Фәрҙәнәгә ҡарап: “Ултырығыҙ!” – тип машинаға ымланы. Юл буйы ул пациентының ҡан баҫымын үлсәне, укол ҡаҙаны, ут яҡтыһы менән күҙҙәрен тикшерҙе.
– Ул тереме? Үлмәҫме? Полицияға хәбәр итергәме? – тип ҡыҙ һорауҙар менән күмеп ташлағайны ла:
– Әлегә тере. Ҡамасауламағыҙ! Барыһы ла дауаханала хәл ителер, – тип, эше менән булды.
Дауаханаға килеп, егеттең исем-шәрифтәрен һорай башлағас ҡына, Фәрҙәнә нимә булғанын һөйләп бирҙе. Табиптар полиция хеҙмәткәрҙәрен саҡыртты. Улар документ тултырғансы ярты төн етте. Ярай хоҡуҡ хеҙмәткәрҙәре ҡыҙҙы өйөнә тиклем илтеп ҡуйҙы.
Иртәнсәк ул моңло йыр тауышына уянып китте лә аптырап ҡалды. Сәғәт нисә? Кем йырлай? Бөгөн ниндәй көн? Шул саҡ кисәге хәл иҫенә төштө, шунда уҡ бөгөн үтәсәк осрашыуҙы ла иҫләне. Ҡабаланып, телефонын эҙләргә тотондо. Шул саҡ уны йоҡонан уятҡан йыр ҡабат яңғыраны. Ул бит үҙ телефонын юғалтты! Ә был нимә? Эй, алйот, тип әрләне үҙен. Кисә теге егеттең телефонын дауаханала ҡалдырырға онотҡан бит! Ҡыҙ тиҙ генә яуап бирергә булды.
– Алло! Илгиз, һин ҡайҙа ул? Сәғәт нисә, беләһеңме?
– Алло, ғәфү итегеҙ. Был Фәрҙәнә исемле ҡыҙ...
– Кем!? Ниңә Илгиздең телефонына һин яуап бирәһең?! Үҙе ҡайҙа?
– Уның исеме Илгизме? Беҙ танышып та өлгөрмәгәйнек...
– Ә бергә төн үткәреп өлгөргәнһегеҙ!
– Мин хәҙер барыһын да аңлатам. Беҙ уның менән кисә шундай хәлгә осраныҡ...
– Аңлашылды барыһы ла! – теге яҡ баштан телефонды һүндергәс кенә Фәрҙәнә экранға ҡараны. Сәғәт таңғы алты ғына икән. Шылтыратыусы исемлеккә “һөйгәнем” тип яҙылған. Барыһын да аңлатырға кәрәк, тип уйланы ла ҡабат шылтыратты ҡыҙ. Тик яуап биреүсе булманы.
– Үҙ башыма бәлә алдым инде! Ниндәй гонаһтарым өсөн был мажаралар? Хәҙер был телефонды ҡабат дауаханаға алып барырға кәрәк. Үҙемдекенең кредиты ла түләнеп бөтмәгән. Бөгөн үк яңыны алырға, номерҙы юлларға! Аҡса былай ҙа самалы! Күпме кешенең номерын юғалтам хәҙер! Етмәһә, полиция иҫерек егеттәрҙең фотоларын енәйәтселәр базаһынан эҙләр өсөн бүлексәгә килергә ҡушты. Кешесә йәшәп булманы бит! – Фәрҙәнә үҙен әрләй-әрләй йыуынып кейенде, ҡәһүә эсеп алды ла эшкә юлланды. Автобусҡа ултырғас та ҡулына ҡотҡарыусыһының телефонын алып, исемлекте барлай башланы. Ике йөҙләп исем, тик береһенә лә дуҫ, әсәй, туғаным, ағайым тип яҙылмаған. Кемгә шылтыратып, хәлде аңлатырға белмәне. Әһә! Марс тигәненең янына “коллега” тип яҙылған!
– Алло, Илгиз брат, ғәфү ит, рулдә барам, һөйләшә алмайым. Давай, күрешкәс...
– Ғәфү итегеҙ, был Илгиз түгел. Минең исемем Фәрҙәнә була...
– Илгиз телефонын юғалтҡанмы әллә? Бөгөн барып алыр.
– Юҡ, ул дауаханала. Кисә күңелһеҙ хәл булды, минең арҡала. Телефонын яңылыш алып ҡайтып киткәнмен. Уны юғалтмағыҙ, тип шылтыратыуым. Кисә сумкаһын ҡарағанда документтарын тапманыҡ. Бәлки, һеҙ берәйһенә әйтерһегеҙ, 6-сы дауаханала ул. Травматология бүлегенә оҙатҡайнылар.
– Ай Аллам. Мотлаҡ берәй нәмә уйларбыҙ. Беҙ уның менән яҡын дуҫтар ул!
– Бәлки, телефонын һеҙгә биреп торормон. Дауаханала юғалып ҡуйыр йә...
– Ярай, төштән һуң шылтыратырмын...
– Марс, тағы бер хәл булды. Иртәнсәк Илгиздең һөйгәне шылтыратҡайны. Мин яуап биргәс, ул яңылыш аңланы шикелле. Хәлде аңлатығыҙ әле, йәме.
– Борсолмағыҙ, барыһы ла һәйбәт булыр. Осрашҡанға тиклем!
Марс бик һәйбәт егет һәм дуҫ булып сыҡты: Фәрҙәнә төшкө ашҡа туҡтауға ул машинаһы менән елдереп килеп тә етте. Көндө улар бергә үткәрҙе: тәүҙә ҡыҙ яҡындағы сауҙа йортона барып, телефон алды, аҙаҡ полиция бүлексәһенә барҙылар. Фәрҙәнәнең кисә һөйләгәндәре буйынса улар видеояҙмаларҙы тапҡан булып сыҡты. Марс иһә Илгиз хаҡында мәғлүмәттәр ҡалдырҙы. Әйбер алыр ваҡыт еткәс, йәштәр дауаханаға юлланды. Илгиз иҫенә килгән икән, тик осрашырға рөхсәт булманы. Һыу, йәшелсә-емеш, телефон һалынған пакетҡа Фәрҙәнә рәхмәт һүҙҙәре менән хат та яҙып һалды.
– Фәрҙәнә, ҡала буйлап йөрөп асыҡтырып та китте. Әйҙә берәй кафеға инеп, сәй эсеп алайыҡ. Яҡынданыраҡ танышырбыҙ, әтеү һинең исемең менән эшләгән урыныңды ғына беләм, – Марс, машинаға ултырғас, ҡыҙға тәҡдим яһаны. – Алай-былай күңелһеҙ хәлдәргә тарытмаҫҡа вәғәҙә бирәм. Яҡлаусың булырмын. Беҙ тиҙ генә бирешә торған егеттәр түгел ул. Илгиз, теге егеттәр хайуандарса ҡыланыр, тип уйламағандыр. Баштан уҡ һуғышырға әҙерләнһә, дауаханаға үҙҙәре эләгер ине. Нисек, сәй эсәбеҙме?
– Әйҙәгеҙ һуң...
Марс менән Илгиз машина запчастары һатҡан магазинда эшләй булып сыҡты. Ағиҙел ҡалаһында тыуған егет күптән түгел генә Өфөгә килеп төпләнергә ҡарар иткән.
Был ваҡиғаға инде ике йыл үтте. Ике йәш йөрәктең араһында шул көндө үк һөйөү хистәре уянғайны, бөгөн – уларҙың туйы. Февралдең сатнама һыуыҡтарын иретер ҡайнар хистәр була икән. Илгиз менән булған бәхетһеҙлеккә үҙен ғәйепле һанап йөрөһә лә, Фәрҙәнә үҙ мөхәббәтен табырға ярҙам иткән был хәлде бөгөн йылмайып иҫкә ала.
 
Фото: Гөлдәриә ВӘЛИТОВА.
 
https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2021-05-11/k-el-e-h-ld-n-bashlan-an-hist-r-2270289
Автор:
Читайте нас